Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
31 Март 2023, 10:15

Миҙалһыҙ һалдат Повесть (3) Рәсүл БАЙГИЛДИН

Хисмәт эргә-тирәләге һалдаттарҙы байҡаны – Бағыбай юҡмы икән араларында…

Миҙалһыҙ һалдат Повесть (3)  Рәсүл БАЙГИЛДИН
Миҙалһыҙ һалдат Повесть (3) Рәсүл БАЙГИЛДИН

6.

Бындай мәшһәрҙе рядовой Хисмәт Моталлапов ҡырҡ беренсы йылда ла күрмәгәйне. Кемдең ҡайҙа, ниндәй маҡсат тотоп хәрәкәт иткәнен аңлармын тимә. Төркөм-төркөм булып, хәрбиҙәр  йәйәүләп, аттарҙа, төрлө маркалағы машиналарҙа, танктарҙа йә улай, йә былай сабыулай. Пистолет тотоп күтәрелгән ҡулдарын болғай-болғай ҡарлыҡҡан тауыш менән команда биргән, тәртип урынлаштырырға тырышҡан төрлө дәрәжәләге офицерҙар хәлдән тайған. Ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тыҡҡандар тиерһең. Фашист самолеттарының ҡорһағына ята яҙып ергә түбәнәйеүе һәм пулеметтан аяуһыҙ пуля яуҙырып осоп үтеүе, уларҙың артынса бомба тейәгәндәренең килеп етеүе һәм сараһыҙлыҡтан алйыу хәлендәге кешеләр башына үлемесле йөгөн бушатыуы, пушкаларҙың туҡтамай атыуы хәлде ҡот осҡос сиккә еткерә. Ҡамауға алынған һарыҡ көтөүен бүре өйөрө йолҡҡослай, гүйә, – тирә яҡта: һауала, ерҙә, әйберҙәрҙә, әле ике аяғында баҫып торорлоҡ хәлдәге кешеләр өҫтөндә тик ҡан, ҡан, ҡан…

Дошман ҡамауында ҡалыуҙан да фәжиғәлерәк хәл булмайҙыр һуғышта!

– Муталлапов, не отставай, держись! Я знаю эти места, – Микола Боровенко өсөн башҡорт исеменә ҡарағанда оҙонораҡ булһа ла Моталлапов фамилияһын әйтеүе еңелерәк, күрәһең.

Маяки тарафтарынан бергә ҡуҙғалған отряд бөтөнләйгә тарҡалды – иптәштәре, дошмандың аяуһыҙ уты аҫтында, таш иҙәнгә төшөп селпәрәмә килгән сынаяҡ ярсыҡтарылай, төрлө яҡҡа сәсрәне, бик күптәре ошо ерҙә мәңгелек төйәген тапты.

– Встать! Ко мне! Кто такие? Драпать решили, сукины дети? – Миколаның түшенән ҡармап тотҡан майор, икенсе ҡулындағы пистолетын уның сикәһенә терәне.

– Бомбежканан һуң юғалдыҡ беҙ… Үҙебеҙҙең ротаны эҙләйбеҙ, – Микола Хисмәт яғына ымланы.

– В строй! Оба-а-а! В строй сказал! – Майор Миколаны тигеҙ булмаған сафта килгән һалдаттар төркөмө яғына йәнасыҡҡа этеп ебәрҙе, бының Хисмәткә лә ҡағылыуын аңғартып, ҡоралын уның тарафына йүнәлтте.

Өйкөлөшкән күмәк һалдаттың дошман позицияһы аша һиҙҙермәй генә үтәнән-үтә сыға алыуы бик тә икеле. Миколаның башынан үткән – Киев “ҡаҙан”ынан имен ҡотолған һирәк совет һалдаттарының береһе бит ул.

Хисмәтте эйәртеп, үҙе белгән һуҡмаҡ-юлдарҙан көнсығышҡа табан юлланғайны. Ҡайҙа шыушып, ҡайҙа йүгереп хәрәкәт иттеләр. Боҫоп яттылар, тағы ҡуҙғалдылар. Үҙебеҙҙекеләрҙең дә, дошмандың да күҙенә салынмаҫҡа ине уйҙары. Миколаның иҫәбе буйынса, юлда икенсе таңды аттырыуға совет ғәскәрҙәре торған ергә сығырға тейештәр.

Үҙҙәре тарафына яҡынлашҡан хәрбиҙәр төркөмөн шәйләп ҡалғас, ҡыуаҡлыҡҡа боҫтолар, ләкин даланың сибек селеклеге уларҙы йәшерә алманы. Майор ҡулына ҡаптылар.

– Привал! – Арыған һәм сарсаған һалдаттар сабылған ағастай гөрҫләп ергә ауҙы.

Ярайһы киң үҙәкте арҡыс-тоҡос ятҡан талсыҡҡан кешеләр кәүҙәһе бөтөнләйе менән ҡапланы ла ҡуйҙы – бигерәк ҙур ине шул төрлө частар һалдаттарынан тупланған отряд. Биш, хатта ун мең самаһы булғандыр, бәлки.

– Радиста к командиру! – Рәттәр буйлап команда тапшырылды.

– Товарищей офицеров к командиру! – Тулҡын булып тағы команда үтте.

Хисмәт эргә-тирәләге һалдаттарҙы байҡаны – Бағыбай юҡмы икән араларында…

Шырт баҫҡан йонсоу ирҙәрҙең, әле тормош та күреп өлгөрмәгән йәш егеттәрҙең хафалы йөҙҙәрендә йә ҡурҡыу, йә битарафлыҡ шәүләһе күренеп ҡала. Улар йә ергә йөҙтүбән ятҡан, йә ауыр ҡараштарын ҡайҙалыр бушлыҡҡа терәгән, йә баштарын ергә баҫып, ултырған килеш ҡатып ҡалған.

Ҡайҙалыр алыҫта техника геүләгән тауыш ишетелгәйне, хәтһеҙ кеше массаһы, бер бөтөн организмдай, ҡапыл хәрәкәткә килде һәм ялан буйлап һибелде. Өс көн буйы немец самолеттары бомбаһы һәм уты аҫтында булған һалдаттар һәр тауышты сираттағы һауа һөжүме тип ҡабул итә, йәндәрен һаҡлап йәшенеү, боҫоу урыны эҙләй башлай, ни ҡылырға белмәй тыпырсына.

– Отста-а-а-авить! Танки наши!.. Наши!.. Свои!.. – Командирҙа кәңәшмәлә булған офицерҙар ҡабалан үҙ урындарына ашыҡты.

Дала буйлап тағы һалдаттарҙы йыйып аҙапландылар шунан.

Көн кисләүгә тартылғас, теҙелергә команда булды.

– Слуша-а-а-й… боевой-боевой-боево-о-о-ой… приказ-приказ– прика-а-а-з-з-з… – саф буйлап, шаңдау булып яңғыраны командирҙың көр тауышы.

Ярты сәғәттән дошман ҡамауынан сығыу өсөн тупланған йыйылма ғәсҡәргә барып ҡушылды.

Төрлө тарафтан ҙур һәм бәләкәй хәрбиҙәр төркөмө уйһыуыраҡ урынға тартыла. Саң-туҙан күтәрелеп, һил май күгендә һоро болот булып эленеп тора. Аяҡ тауыштары, ҡорал тимеренең сыңы, техниканың геүләүе бергә ҡушылып, “лап-лоп, саң-соң, шы-ы-ы-геү-ү-ү-тр-р-р” рәүешле йылан ыҫлаған, сиңерткә сыңлаған, тауҙан таш тәгәрләгән ише ҡуйы һәм баҫынҡы ауаз-өн сығара. Күҙ күреме ерҙә –мыжғыған һоро шинелдәр генә...

– Һулға-а-а..! Тураға-а-а..! Ике йөҙ метр алға..! Һулғараҡ! – Сафтың урта тирәһендә барған Хисмәткә дөйөм шау-геү араһында ҡарлыҡҡан офицерҙарҙың команда тауыштары ишетелеп ҡала. Бына уларҙың бойороҡтары, зәһәр һүгенеү менән көсәйтелеп, уңда ла, һулда ла күмәк яңғырай башланы. “Урынға килеп еттек, ахыры”, – тип уйланы Хисмәт, командандирҙарҙың үтә лә ныҡ сәбәләнеүенә иғтибар итеп.

Көньяҡ-Көнбайыш фронтының командующийы урынбаҫары генерал Федор Костенко ҡамауҙы йырып сығыу өсөн удар төркөм туплауҙа фиҙаҡәрлек күрһәтте – көн кисләүгә табан мөмкин булғандың һәм булмағандың барыһын да эшләп, тырым-тырағай таралған дивизия-полктарҙың ҡалдыҡтарын, айырым яугирҙар төркөмөнөң байтағын бер урынға тупланы. Радистар, элемтә офицерҙары, штаб хеҙмәткәрҙәре, командующий үҙе лә ике көн йоҡламаны.

Хәрби техникаға яғыулыҡ бик наҡыҫ, патрон-гранаталар, снарядттар иҫәпле генә. Киң фронтта һөжүм итер өсөн мөмкинлек юҡ. Фашистар рәтенең бер урынына, балта менән сапҡандай, ҡапыл бәрергә һәм, барлыҡҡа килгән йырынды киңәйтеп, ташҡын булып дошман позицияһы аша үтеп китергә иҫәптәре.

57-се армияға һәм уға беркетелгән хәрбиҙар төркөмдәренә “балта” роле тәғәйен булды. Йә ҡамауҙан сығырға, йә баш һалырға – дошман ҡулына әсир төшөү иң ҡурҡаҡтар, һатлыҡ йәндәр, рухһыҙҙар өсөн генә төҫ!

Киске сәғәт унда дөйөм атакаға ташландылар.

– Өс йөҙ грек спартансыһы фарсыларҙың тотош армияһына ҡаршы торған: “Бергә еңергә йә бергә үлергә!” – бына уларҙың аһәң-өндәмәһе. Ҡурҡыу белмәҫ Александр Македонскийҙың һуғышсылары тығыҙ рәттәрҙә иңгә-иң терәшеп, иң дәһшәтле дошмандарын да ҡыйратып һалған, – саф буйлап үткән майор һуғышсыларын ҡаҡшамаҫ коммунистар идеологияһы, еңелмәҫ болшевиктар рухы, бөтә донъя эшсе-крәҫтиән интернационализмы берҙәмлеге тәғлимәте менән түгел, ә антик геройҙар миҫалы менән дәртләндерҙе. – Бергә еңергә йә бергә үлергә! Бергә еңергә йә бергә үлергә! Бергә еңергә йә бергә үлергә! – тип өҙөп-өҙөп ҡысҡырҙы.

– Бергә еңергә йә бергә үлергә! Бергә еңергә йә бергә үлергә! Бергә еңергә йә бергә үлергә! – Меңәрләгән кеше ауазы киң яланды солғап алды.

– Алға-а-а! Бергә еңергә йә бергә үлергә! – Һоро шинелдәр массаһы сайҡалып китте, алға уҡталғандай итте, уңға ҡайырылды, тағы алға ынтылды һәм йылға булып танкылар артынан эйәрҙе.

Ауаздар тымды. Тик гөрһөлдәтә баҫҡан итек, меңәрләгән кешенең ауыр тын алған тауыштары ғына ҡалды. Һалдаттар танкылар артынан бер тотам ҡалмай йүгерергә тейеш, бер генә минутҡа ла туҡтарға, тын алырға форсат юҡ. Алға, тик алға ғына! Кемдер шинелен сисеп ташланы, каскаһын алып ситкә сөйҙө.

57-се армия һәм уға беркетелгән хәрбиҙәр төркөмө киңлеге – ике йөҙ, оҙонлоғо мең метр самаһы дүрт мөйөшкә, йәғни “каре” рәүешле теҙелеп, атакаға ташланды. Төрлө маркалағы танктар, үҙ йөрөшлө пушкалар тәүге рәттәргә ҡуйылды. Уларҙың артынса йөк машиналары урын алды. Техника һигеҙ рәткә һыйҙы. Флангаларҙы автоматсылар ултырған машиналар япты. Кареның эске өлөшөндә штабтың еңел автомобилдәре документтар, башҡа ҡиммәтле әйберҙәр менән барҙы.

Иҫенә килгән дошман аяуһыҙ ут асты. Тик өҫтөнә менеп килгән совет ғәскәрен туҡтата алманы. Үлеләр, ҡоламай, тығыҙ сафта килә биреп саҡ ауҙы, яралылар, ҡанға батып, хәрәкәтен дауам итте. Пуля, снаряд ярсыҡтары аялаған һалдаттар ажарланып алға барҙы. Немец позицияһына еткәс, тағы көслө ауаз яңғыраны: “Бергә еңергә йә бергә үлергә! Ура-а-а!” Ҡасып өлгөрмәгән немец һалдаттары ҡот осҡос йәрәхәттәр алды, үткер хәнйәрҙән һуйылып тураҡланды, штыкка күтәрелде, сапер көрәгенән баштарын каска ла һаҡлай алманы – тимер ҙә, баш та икегә ярылды. Совет һалдаттарының өс көндә күргән михнәттәре ошо рәүешле язалаусыларҙың үҙәренә төштө.

Хисмәт ҡара төтөн борхотоп алда барған танкыларҙан ҡалышмаҫҡа тырышты. Шартлауға ла, шыжлаған пуляларға ла иғтибар бирмәне. Үлемесле йәрәхәтләнеп ҡолаған иптәштәренә абынды, ләкин ауманы, янған танкы-автомашиналар ялҡынына бите лә, ҡулдары ла бешмәне.

– Моталла-ап-о-ов, уңдан!.. – Миколаның йән асыҡҡа ҡысҡырған тауышы яу яланындағы гөрһөлдәүҙән дә көслөрәк яңғыраны.

Хисмәт, башын бороп та тормай винтовкаһының төйҙәһе менән уңға һелтәнде, тос ҡорал “тас” итеп кеше башына төштө. Дошманын тамам дөмөктөрөр өсөн кире әйләнеп торманы – арттараҡ килгән Миколаның ҡулындағы сапер көрәге быны эшләп ҡуйҙы.

Күҙ бәйләнеп ҡараңғы төшөүгә немец позицияһының тәүге эшелонын үтә сыҡҡайны ғәсҡәр. Дошман төндә ҡамауҙы йырған совет һуғышсыларын эҙәрләкләүҙе кәрәк тапманы.

Ҡаты алыш мәлендә дөйөм идаралыҡты юғалтҡан 57-се армия һуғышсылары артабан ҡараңғыла төрлө тарафҡа табан хәрәкәт итте. Маҡсаттары дошмандан мөмкин тиклем алыҫыраҡ китеү ине.

Асылда, армия немец-фашистар баҫып алған биләмәнән сыҡмағайны әле. Тағы бер көн ҡаты бәрелештәр аша үтергә һәм бик һирәктәргә генә ҡамауҙан сығырға насип булды. Хисмәт менән Микола ла бар ине улар араһында.

Уңышһыҙлыҡҡы юлыҡҡан Харьков операцияһы һөҙөмтәһендә ике йөҙ меңдән ашыу совет һалдаты немецтарға әсир төштө.

7.

Ишек ҡаҡтылар. Ауылда ундай ғәҙәт булмағас, Хәлимә һағайҙы, артабан ни булыр, тигәндәй ҡуҙғалмай тора бирҙе: илдә һуғыш бара, ят-еһер яҡшы хәбәр менән йөрөмәҫ иртә таң менән.

Уңарсы, шаҡыуға яуап биреүсе булмаһа ла, кемдер тупһа аша үтте:

– Халимушка, это я, Маша, – заготконтора инспекторы икән.

Мария Хлопонина – Юлдыбай ауылы Матрай районының үҙәге булып киткәне бирле вазифалы урындарға ситтән алып килеп ултыртылған урыҫ милләтле ауылдаштарының береһе. Боронғо башҡорт ауылында улар әле лә бик һирәк, телде белмәгәс, ерле халыҡ менән аралашып, ҡатышып йәшәп китә алмайҙар. Шуға ла килмешәк түрә-ғара аҙ-маҙ урыҫса һупалағандар менән мөғәләмә итә, улар ярҙамында башҡаларға өндәшә, вазифа ғәләмәтен атҡара. Был йомош буйынса Марияның һәр саҡ Хәлимәгә көнө төшә.

Хәлимә урыҫсаны ла, башҡортсаны ла яҡшы белә. Яҙыу танымаһа ла, теле шыма. Революциянан һуңғы йот йылында ата-әсәһе менән ул заманда Ҡырғыҙ АССР-ына ҡараған, хәҙер Ырымбур өлкәһенең Кваркин районына ингән Аландск ауылында байтаҡ йәшәп алды. Әсәһенең ҡустыһы Һибәтулланың, Ҡыҙыл Армия сафында булып, ҡаҙаҡтар араһында Совет власы урынлаштырып йөрөгән, волост комитетында эшләгән сағы ине. Ҡоролоҡҡа ҡарамай, киң далала малға утларлыҡ үлән булғас, халыҡ аслыҡтан ныҡ интекмәне унда. Һибәтулла Алғошаев туғандарын эшкә урынлаштырҙы, йәшәргә урын бирҙе. Бер нисә йылдан, тормош арыулана башлағас, тыуған яҡтарына – Исҡужа ауылына – кире ҡайттылар.

– Халимушка, милая, надо по верхней улице обходом пройтись. Недоимки собирать. Не сдают, саботажники. Солдаты, наши родненькие, голодными на фашиста идти должны что ли? Их же мужья, братья там… – Үҙ иркем менән түгел, ил хәстәре менән йөрөйөм, тигәнгә баҫым яһаны көтөлмәгән ҡунаҡ.

– У меня ведь, Маша, своя работа, норма потом… За меня никто задание не сделает… – Хәлимәнең, ҡан илатып, балаларҙың һуңғы ризығын тартып алыуҙа бер ҙә генә ҡатнашҡыһы килмәй шул.

– Не беспокойся, в конторе я уже договорилась, норму по чуркам напишут, поставят его тебе… Район требует план по продналогу, за горло взяли… Трясут, не дают продохнуть, – Мария ҡулы менән үңәсен быуып күрһәтте.

Күк үләнгә сыҡҡан һыйыр малы, ас ҡыштан һуң саҡ туйынып, һөттө мулыраҡ бирә башлаған мәл. Май айы уртаһы. Тауыҡтарҙың да йә унда, йә бында ҡытҡылдаған тауышы ишетелә. Был күңелле мәлде бала-саға һағалап ҡына тора һәм йәһәт кенә йылы йомортҡаны эләктерергә тырыша. Ҡырҙан йыуа, әтлек, ҡуҙғалаҡ йыйып алып ҡайтып, ҡатыҡҡа болғатып ашайҙар. Май-ҡаймаҡ – иң ҡәҙерле ризыҡ, һалҡын мөгәрәптә, бик аҫтында ғына тота уларҙы әсәйҙәр. Саҡ ҡына аҡҡа йоғоноп, тамаҡтары ялғанып ҡалды халыҡтың, туйғансы ашау – хыялда, тәмле төштә генә.

Колхозға бөтөнләй өмөт юҡ – ашлығы ла, ит-һөтө лә һепереп дәүләткә оҙатыла, барыһын да һуғыш йота. Трудоденға әпсүк, алабута ҡатыш ем ҡалдығы ғына тейә, уныһы ла бик наҡыҫ. Ауыл халҡы үҙ көнөн үҙе күрә. Ярай ҙа, үҙ хужалығында тапҡаны үҙендә ҡалһа. Юҡ шул – йылына йорт эсенән натуралата һигеҙ килограмм һары май, йөҙ дана йомортҡа, илле килограмм ит, ике һарыҡ тиреһе бирергә кәрәк хөкүмәткә. Ит-йомортҡаны һыйырың-тауығың булмаһа ла тапшыр – закон шулай. Ҡайҙан алаһың, уныһы инде һинең эшең.

– Худайгулова, ты не сдала ни грамма масла, яичек пять десяток недоимки… Будем описывать имущество! – Хәлимә менән ипле һөйләшкән Марияның ауыҙынан һүҙҙәр түгел, ә осҡон сәсрәй. Ҡаты, ҡәтғи тимер тауыш менән өй хужабикәһенең өрәйен ала.

– Биреп еткермәгән налогыңды түләп ҡуйырға кәрәк, ти Мария Петровна, – Хәлимә талаптың төп мәғәнәһен генә еткерә бахыр ҡатынға.

– Биреп еткермәгән, тип ней, һыйыр елененә яңы саҡ һөт төштө. Бирермен, – Хоҙайғолова бер Марияға, бер Хәлимәгә текләне.

– Мөлкәтеңде, өй ҡаралдыңды яҙабыҙ тей бит, – Хәлимә хәлдең улай уҡ ябай булмауын төшөндөрә.

– Халима Курбангалеевна, что она лапочет? Передай ей, срок сдвигать не стану! Время военное и законы военные!

– Вәйна, тейме? Минең Сәхиуллам һуғышта йөрөмәйме әллә? Ул унда ут эсендә, бында мине талайҙар – дөмөгөп кенә китмәгәйе был сәүите, колхозы… Байҙар ҡулында иркенерәк йәшәнек элек… Астан интеккән балаларҙы ни эшләтәйем, быуып һалайыммы? Ә?! – Бисара ҡатын ярһып китте.

– Апһын, улайтмасы… Мир күргәнде беҙ ҙә күрәбеҙ, ҡалайтаһың… Ирең һуғышта булһа ла, малайың һигеҙ йәштән уҙған, тимәк закон буйынса налог тейеш, ти был апай. – Хәлимә күҙ ҡараштары менән генә Мария яғына ишараланы. – Фронтовик иреңә яртылаш ташлама бар… Яртыһы килеп сыға инде. Түләй алаһыңмы уны?

– Бер өлөшөн генә бирмәһәм… Башҡа юҡ… Аҙна-ун көндән, бәлки, май йыя алырмын…

Өй беренсә илаш-тартыш, ҡарғыш, әр һүҙҙәре – Хәлимә биҙрәп бөткән инде ошолайтып йөрөүҙән. Күнмәҫ ине был эшкә, сараһыҙлыҡ йөрөтә. Өйөндә дүрт ауыҙ, үҙе менән бишәү. Көн дә ҡабырға кәрәк, астан интеккән баланы күреүҙән дә аяныслыһы юҡтыр был донъялыҡта. Мария гел дә, эш хаҡы тип, йә һоло, малға тигән ярманы ыумаслыҡҡа бирә аҙаҡтан.

Атты бағанаға бәйләп, йыйып алынған аҙыҡ-түлекте келәткә ташып ҡуйҙылар. Хәлимә, ғәҙәттәгесә, иҫәп-хисапҡа өмөт итеп, Марияның ҡағыҙ тултырғанын көтөп ултырҙы.

– Халимушка, а ведь ты мне не все пересказываешь, что болтают бабы… Эта Худайгулова разводит антисоветчину, очерняет колхозный строй, паникерство разводит. По нынешним временам – это расстрел… А мы слушаем ее, не пресекаем, не наказываем… Соучастники, сочувствующие, значит, получается… Понимаешь, дурья твоя башка, – Мария ҡағыҙҙарынан башын күтәреп, Хәлимәгә текләне.

Бындай хәбәр көтмәгән Хәлимә баҙап ҡалды. Ни әйтергә лә белмәне. Сит ҡолаҡ ишетмәгәндә үҙ-ара ундай-бындай хәбәр күп инде ул халыҡта. Һәр береһен органдарға еткергән хәлдә ярты ауылды төрмәгә ябырға кәрәк.

“Ыста, был мәрйә башҡортса аңлай әллә…» – Хәлимәнең мейеһен ошо уй телеп үтте. Тимәк, белмәмеш булып күпме хәбәр тыңлаған, күпме сер белгән.

Аптырап оҙаҡ текләп ултырҙы Марияға:

– Понимаешь, выходит, – тине нәфрәтләнеп.

– Понимаю… Только разговаривать не умею… Научилась уже, сколько лет ведь среди вас…

– Ах, һин, кәнтәй! – Хәлимә өҫтәлдә ятҡан тимер герҙе алып Марияға яҫҡынды. – Шпион! Шымсы! Үлтерәм хәҙер! Мейеңде сәсрәтә һуғам!

– Ты, что Халимушка, ты, что!.. Успокойся!.. Я же не собираюсь донести… Так, к слову только… – Ҡобараһы осҡан заготконтора инспекторы башы өҫтөнә күтәрелгән герҙән ике усы менән ҡапланды.

– Һуғам хәҙер! – Хәлимәнең ярһыуы ҡапыл ғына баҫылманы.

– Успокойся, Халимушка!.. Успокойся, пожалуйста. У нас же дети, как же они без нас… Мне, что ли приятно отбирать у людей последнее. Мне, что ли не жалко их детей… Жалко, еще как жалко. Сердце кровью обливается… Но война же, будь она проклята. Она нас всех сделала зверьми, нечеловеками… Прости, ради бога, не хотела обидеть, так вышло, нечаянно, – Мария ҡулдары менән битен ҡапланы.

– Ярай инде, Маша… Мин дә алйот, гергә йәбештем. Кисер мине… Эт күрмәгәнен күрһәтә был һуғыш, – Хәлимә эйелеп Марияны ҡосаҡланы.

Ике ҡатын күңелдәре булғансы иланы.

8.

Юғары Баш командующий, ике “Герцеговина Флор” папиросын ыуалап иҙҙе лә, тәүҙә береһенең, шунан икенсеһенең тәмәкеһен төрөпкәһенә һалды һәм баш бармағы менән тығыҙлап төйөп ҡуйҙы. Бер бөртөк тәмәке валсығын да өҫтәлгә төшөрмәне. Ҡабаланмай ғына шырпыға үрелде. Әллә ут күҙҙәрендә сағылдымы, әллә Бөйөк юлбашсының күҙҙәре ошо бәләкәй генә мөғжизәнән – бармаҡтар хәрәкәтенән генә тоҡанған уттан – үҙҙәре ялтырап яндымы, арыраҡ, стена буйлап, теҙелгән маршал һәм генералдарҙың йөрәктәре жыу итеп ҡалды.

Сталиндың һәр хәрәкәте – талғын һәм теүәл. Бер кем дә, бер ниндәй дәһшәтле көс тә уның был ретуалын, ғөмүмән, үҙенә генә хас тормош ритмын, эҙмә-эҙлекле хәрәкәттәрен, әйтәһе һәм әйткән һүҙҙәрен, уйҙарын боҙа йә икенсе юҫыҡҡа алып китә алмай. Ошонда, боронғо батшалар һарайына инеп ултырғаны бирле ул башкөллө, тотошлайы менән үҙ иркендә. Аллаһы Тәғәлә генә ошо рәүешле үҙенә үҙе бирелгән һәм үҙ ихтыярындалыр. Теләй икән, төрөпкәһен тартып тәүлек әйләнәһенә шулай ултырасаҡ, ә йөҙәр меңлек, миллионлыҡ ғәсҡәрҙе, танк армадаларын, авиация корпустарын һәм флотияларҙы бер ымлауҙа аяҡҡа баҫтырған, һауаға күтәргән һәм яуға, үлем эсенә, ташлаған маршал һәм генералдар, бармаҡтарын да ҡыбырҙатырға ҡыймай эргәһендә һынағастай ҡатып торасаҡ.

Юғары Баш командующий тәрән итеп төрөпкәһен һурҙы ла, ҡуйы төтөн борхотҡан ыңғай урынынан торҙо. Кәйефе юҡ иптәш Сталиндың – төрөпкә менән ул ипле ҡылана, мул итеп эскә төтөн алмай ғәҙәттә.

Тынлыҡ язаһы дауам итте.

Кабинет хужаһы бүлмәлә яңғыҙ үҙе генә булғандай, уйсан ҡиәфәттә, үҙенә генә хас аҙымдар менән, тубыҡтарын саҡ ҡына бөккән килеш йомшаҡ баҫып, тәҙрә янына барҙы, бер килке ҡайҙалыр алыҫҡа текләп торҙо.

– Бер мең дә туғыҙ йөҙ ҙә ун дүртенсе йылдың утыҙынсы авгусында, Беренсе бөтә донъя империалистик һуғыштың башында, рус генералы Сомсонов Александр Васильевич, етәкселек иткән армияһы Көнбайыш Пруссияла немецтар ҡамауына эләгеп һәләк булғас, урманға сығып атылып үлә. Император миңә ышанды. Хәҙер уның йөҙөнә нисек ҡарармын, тип үрһәләнә намыҫына тоғро генерал, – шул уҡ талғын хәрәкәттәр менән тәҙрәнән әйләнгән ыңғай үҙ алдына һөйләнгәндәй әйтте быны Иосиф Виссарионович. – Иптәш Тимошенко, иптәш Хрущев, иптәш Баграмян, һеҙгә намыҫығыҙ ни тип өндәшә? Бөгөн дә календарь утыҙҙы күрһәтә, тик май айыныҡын… Айырма шунда ғына…

Ауыр тынлыҡты бүлергә ҡыйыусы табылманы.

– Өс аҙна эсендә, инде еңдем, Харьков операцияһын уңышлы тамамланым, тигәндә, мә һиңә, яу яланынан мәсхәрәле ҡас, ул ғына ла түгел, егерме дивизияны ҡырып һалдыр, дошман ҡулына әсиргә төшөртсәле… Был – бурысҡа еңел-елпе ҡараш ҡына түгел, ә дәүләт, совет халҡы алдында оло енәйәт… – Сталин төрөпкәһенең мөштөгө менән маршал Тимошенконың Герой йондоҙона төртөп-төртөп алды. – Енәйәт, иптәш Тимошенко… Енәйәт… Был катастрофа! Ни өсөн фронттың бер нисә йөҙ километр киңлектә өҙөлөүе һәм фашистың яңынан-яңы совет ерҙәрен баҫып алыуы тураһында халыҡҡа ысынын әйтәйек әле, ай-һай, оҡшармы икән уға… Бының өсөн ҡырҡ беренсе йылда стенаға ҡуя инек…

Юғары Баш командующий Хрущевтың ҡаршыһына барып баҫты:

– Фашист ҡамауынан сыға алмай генерал Костенко, алтынсы армия командующийы Городнянский, илле етенсе армия командующийы Подлас баштарын һалды. Ә һеҙ, иптәш Хрущев, бит сикәләрегеҙ туҡ ялтырап Кремлдә Юғары Баш командующий менән ғәпләшеп тораһығыҙ… Юҡ-юҡ, был ғәҙелһеҙлек, килешә торған хәл түгел… Ә һеҙҙең менән, иптәш Баграмян, һөйләшергә һүҙем дә юҡ… Лаврентий Павлович, Харьков операцияһының уңышһыҙ тамамланыу сәбәптәрен ентекле тикшерергә һәм ғәйеплеләрҙе ҡаты яҙаға тарттырырға бойорам. Иптәш Тимошенко, иптәш Хрущев ҡалып тороғоҙ, ә һеҙ, иптәш Баграмян, хуш булығыҙ.

 – Бер һүҙҙән операцияның уңышһыҙлығында фронттың штаб начальнигы ғәйепле, тиһегеҙ, докладығыҙға ҡарағанда. Ярай, уныһын асыҡларбыҙ. Иптәш Берия асыҡлар… Ә хәҙер беҙгә көньяҡ стратегик йүнәлештә дөйөм хәлде ауҙлыҡларға, уның Харьков катастрофаһынан да яманыраҡ эҙемтәләргә килтереүенә юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Иптәш Василевский (Ҡырым фронты тар-мар ителгәс, 11 майҙа, Харьков катастрофаһына тиклем үк, маршал  Б.М. Шапошников генераль штаб начальнигы вазифаһынан бушатылғайны), ниндәй шарттарҙа беҙ дошмандың һөжүмен туҡтата алабыҙ? – Юғары Баш командующий ғәҙәттәгесә тәүҙә хәрбиҙәрҙе тыңлағыһы килде.

Асылда, иң һуңғы һүҙҙе үҙендә ҡалдырырға ғәҙәтләнгән. Шунһыҙ ул бөйөк юлбашсы булмаҫ та ине.

Йәйге һуғыш кампанияһының совет ғәскәрҙәре өсөн уңышһыҙ башланыуында үҙенең дә ғәйебе барлығын һиҙә ул. Резервтарҙың бик самалы булыуына ҡарамай, Харьков һөжүм операцияһын үҙе хупланы, Генераль штабты тыңламаны.

– Брянск фронтын ваҡытында оборонаға күсереп өлгөрҙөк, иптәш Юғары Баш командующий. Тәрән эшелонланған оборона һыҙығы  булдырылды. Немец-фашистарының көнсығышҡа, Сталенград тарафына, йүнәлешен туҡтатыр өсөн Көньяҡ-Көнбайыш фронтының уң флангаһын нығытыу мотлаҡ. Әүҙем оборона, ҙур булмаған һөжүм операциялары дошманға резервтарын көньяҡ йүнәлешкә – Кавказға – йәлеп итергә мөмкинселек бирмәйәсәк, – маршал картанан күрһәтеп доклад эшләне.

– Көньяҡ-Көнбайыш фронтты көсәйтергә ниндәй частарҙы йәлеп итә алабыҙ?

– Йәмғеһе ете уҡсылар дивизяһы, ике танк корпусы һәм дүрт танк бригадаһы… Әлбиттә, ике уҡсылар дивизяһы яңы хеҙмәткә алынған боецтарҙан тора. Байтағы хәрби күнекмәләр ҙә үтмәгән.

– Ҡайҙан алынған һалдаттар?

– Уралдан… Башҡорт АССР-ынан ғәмәлдә…

– Башҡорттар булһа, улар боронғо хәрби халыҡ, бер ваҡытта ла сабата кеймәгәндәр, ҡорал менән эш итеү – ҡандарында. Килешәм тәҡдим менән… Был көстәрҙе кисектермәй алғы һыҙыҡҡа ташлағыҙ.

9. Дауамы бар. 

Фото: rossaprimavera.ru

Автор:
Читайте нас: