Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
1 Апрель 2023, 08:35

Хисмәт Юлдашев тыуған көнөн билдәләй

Ғәлимов Сәләм исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Хисмәт Хәсән улын ғүмер байрамы менән ҡотлап, ныҡлы сәләмәтлек, ғаилә именлеге, уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Хисмәт Юлдашев тыуған көнөн билдәләй
Хисмәт Юлдашев тыуған көнөн билдәләй

 

Шағир булмышы Себер һынауҙарын да еңә

Ғәлимов Сәләм исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, 1989 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, ете китап авторы Хисмәтулла Юлдашев Ҡаҙағстандың Ҡустанай өлкәһендәге Амангилде райо­ны Өрпәк ауылында тыуған. Балалыҡ һәм үҫмер йылдары Ырымбур өлкәһенең Александров районындағы Иҫәнгилде ауылында үтә. Мәскәүҙә М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтында юғары белем ала. Ошо көндәрҙә Хисмәт Хәсән улы 65 йәшен билдәләй. Уның гөрләтеп ижад итер, донъя көтөр сағы. Ихлас ҡотлайбыҙ юбилейың менән, шағир!

Бигерәк асыҡ күңелле, сабыйҙай ихлас ул Хисмәт! Ысын шағир шулай булырға тейештер ҙә. Бала сағында төндәрен йәштәр ауыл урамы буйлап:

Тау башында тимер ҡапҡа

Асыла ла ябыла.

Төндә йөрөгән егеттәргә

Матур ҡыҙҙар табыла,

тип йырлап уҙа, ә малай, Туҡ йылғаһы аръяғындағы Әүлиә тауына ҡарап: “Унда ниндәй тимер ҡапҡа бар икән, асыла ла ябыла торған?” – тип баш вата.

Хисмәттең Фариза инәһе халыҡты дауалаған, кендек инәһе булған. Тик йән ауырыуына дусар Мөьминә исемле әхирәтенә генә ярҙам итә алмаған. Ауылда: “Уны әмәлләп, Туҡ йылғаһына сихырлы асҡыс менән йоҙаҡ ырғытҡандар, шуларҙы тапһаң, ауырыу шәбәйә”, – тигән хәбәр йөрөгән. Кескәй Хисмәт, әбейҙе йәлләп, йәй буйы кисеүҙә һыуға сумып, сихырҙы табырға тырышҡан. Аҙаҡ: “Йоҙаҡ йә серегәндер, йә яҙғы ташҡында ағып киткәндер”, – тип эҙләүенән төңөлгән.

Шунан алып кеше йәнле Хисмәт яҡындарына файҙалы, кәрәкле булыуҙан йәм табып йәшәй, шул уның төп маҡсаты. Бәлки, шуғалыр ҙа өс улы, ҡатыны матди яҡтан ҡытлыҡ кисермәһен өсөн 90-сы йылдар аҙағында, бөтә әҙиптәребеҙҙе таң ҡалдырып, Себергә юлланғандыр. Ҡырыҫ тарафтарҙа бирешмәҫкә уның физик яҡтан ғына түгел, рухи яҡтан да көслө булыуы ярҙам итте.

Себерҙең аяуһыҙ, хәүеф­ле икәнен бары тик унда бер вахта ғына булһа ла эшләп ҡайтҡандар аңлай. Ер ҡуйынынан бөркөлгән газ гөлт итеп янып китеп, үҙҙәрен ялмап алғанын һөйләй Хисмәт. Ҡарҙа тәгәрәп, бер-береһен ҡотҡарып ҡала эшсе­ләр. Кейемдәре янып бөтә. “Һәр ваҡыт эр­гәлә өс янғын һүнде­реү машинаһы тора ине. Хәүеф-хәтәр аңдығанын беҙ яҡшы аңланыҡ, биреш­мәнек, бер-беребеҙгә терәк булып, ысын дуҫтар булып йәшәнек, – ти ул бөгөн, Башҡортостанға ҡайтҡас. – Владимир Маяковский әйткәнсә, бәлки, иң матур сағымды мал табыуға ҡорбан итеп, “үҙ йырымдың боғаҙына баҫҡанмындыр”. Шиғыр ҡайғыһы буламы ни, Себерҙә көн дә үҙ ғүмерең өсөн ҡурҡып, көсөргәнештә йөрөгәндә! Эштән һуң түшәккә ятҡас ҡына имен-аман көн үткәргәнеңде аңлайһың, онотолоп йоҡлап китергә тырышаһың. Туңған Обь, Вах йылғалары аша сыҡҡанда ҡоттар оса. Боҙ сатнап, ауыр торбалар тейәлгән техникаһы-ние менән һыу аҫтына китеп күпме ир-егеттәр һәләк булды! Мин дә бит шул юлдарҙан йөрөнөм, тәбиғи газ, нефть ятҡылыҡтарында эшләнем. Герой булам, тип йөрөмәнем бит мин. Тик ҡайһы бер ир-егеттәрҙең миңә ҡарап рухы нығынды, “шағир кисергәнде беҙ ҙә кисерербеҙ, ул һынмағанды беҙ ҙә һынмаҫбыҙ, бирешмәҫбеҙ”, тине улар, – ошо һүҙҙәрҙе әйткәндә Хисмәттең күҙендә осҡондар уйнай, шунан, дәртләнеп китеп, – минең хөрмәткә урамға исемемде биреүҙәре лә кәрәкмәй, әммә берәй газ йә нефть ятҡылығын “Юлдаш” тип атаһалар, ҡуй, тимәҫ инем”, – тип йылмая.

Ә шулай ҙа тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татыған шағирҙың әҫәрҙә­рендә туң Себерҙең елеккә үткән елдәре менән бер рәттән даланың саф һулышы, әрем еҫе лә тойолоп ҡала. Туған моң уның йәненә, ҡанына һеңгән. “Көмөш йүгән” (1983), “Убаларҙа – ҡылған” (1989), “Сәнскеле йондоҙ” (2007), “Себер еле” (2012), “Һуҡмаҡ” (2017) – был баҫмаларҙың һәр береһенең исеме әҙиптең автобиографияһы булып яңғырай.

Хисмәттең кеше йәнле булыуына бер ҡыҙыҡлы ваҡиға ла дәлил. Мәскәүгә уҡырға инергә йыйынған мәл. Өфөнән Ырымбурға ҡайтып килгәндә юлда автобус ремонтҡа туҡтай. Барыһы ла саф һауаға сыға. Егет тә, йәйге хозурлыҡҡа һоҡланып, тирә-яҡты күҙәтә. Шул саҡ кукуруз араһынан илай-илай малдарҙы ҡыуып сығара алмай яфа­ланған малайҙы күреп ҡала. Уны үҙәге өҙөлөп йәлләй, сөнки бала саҡта ул да мал көткән, ул да шулай ыҙалаған! Ҡасҡан ат артынан аҡырып илап йүгереп йөрөгәне, йөкмәгән эйәре яурынын баҫҡаны, өҙәңгеһе балтырға бәрелеп ауырттырғаны иҫенә төшөп, Хисмәт кукуруз араһына барып ингәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Икәүләшеп малды йыйып алғансы, автобус китеп тә бара...

“Шиғыр минең ҡалҡаным булманы. Хатта үҙемде шағир тип танытып йөрөргә лә уңайһыҙланам. Бөйөктәр иҫәбенә ынтылыу ҙа маҡсатым түгел. Минең бурысым – ейән­әрҙәремә туған телемде мираҫ итеп ҡалдырыу. “Халҡым, телем!” тип янып йөрөгән ҡайһы бер күренекле шәхестәрҙең, “милләтем киләсәге өсөн һыҙланам,” тигән шағирҙарҙың балалары, туғандары башҡортса бер ауыҙ һүҙ белмәй. Шуға миңә ныҡ ҡыйын. Күңел ҡайта. Хатта шиғыр яҙғы килмәй башлай.

Телде һаҡлауҙы етәкселеккә ҡайтарып ҡалдырыу дөрөҫ түгел. Өйөңдәге атай-әсәйең етәксе. Улар һиңә төрлө яҡлап йүнәлеш бирә. Әгәр улар үҙҙәре туған телгә битараф, маңҡортлашыуға юл ҡуя икән, әлбиттә, балалары милләт­тән, телдән ситләшәсәк! Ейәндәре­беҙ башҡортса тамашаларға йөрөһә, башҡортса китап, гәзит-журнал уҡыһа, нәҫел-ырыуыбыҙ XXI быуатты үтеп, киләсәк быуатҡа имен-аман аяҡ баҫасаҡ”, – ти шағир.

Мин башҡортса һөйләшкәндә,

Әйтерһең, атлы казак.

Туған тел һөймәүселәрҙе

Аттан тапата яҙам.

...Мин башҡортса һөйләшкәндә

Ауылға ҡайтып барам.

Туған телдәр ҡалаларҙы

Яулар, тип хыялланам.

Ҡайтам да ҡарап ятамын

Әсәй яҡҡан усаҡҡа.

Мәңгелек менән һөйләшәм

Кеүекмен был осраҡта...

Мәңгелек менән һөйләшкән, ҡыҙыҡлы, фәһемле, ғибрәтле тормошонда ғына түгел, шиғриәтендә лә үҙ асылын һаҡлап, үҙе булып ҡала алған һүҙ оҫтаһының әҫәрҙәре лә үҙенсәлекле, саф, фәлсәфәүи, ихлас. Уның өсөн шиғриәт – сумып-сумып эҙләр серле йоҙаҡ. Ул тәрәндә йоҙаҡты тапмаһа ла, күптән инде аҫыл таштар тапҡан һәм уларға эйә булған. Әҙәбиәттә кешегә күренеп, һайҙа ғына сәптерҙәп йөҙөп йөрөгәндәр бар, ә Хисмәттең иңләр даръяһы ҡолас етмәҫ киң һәм тәрән.

 

Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА.

“Бәләкәйҙән йөрәгемде ат булмышы ярһытты

Ә беҙ булырбыҙ халыҡ

 

Сит халыҡҡа ашлама ул

Йотолған тел йотолор.

Йотоусыһы ла отолор

Эсен тотор ҙа олор!

 

Йотҡан тел дә отолор:

Үҙе йотолоп ҡотолор!

 

Тел-милләтте һанламайса,

“Мөһим, – тип, – кеше булыу!”

Туҡыған булыр берәүҙәр,

Табып аҡланыу юлын.

 

Насармы ни, туған телле

Кеше лә булһаң елле?

 

Йотолған тел йотолор ҙа

Эшкәртелер ни рәүешле?

Йотолоп эшкәртелмәһә,

Булмаҫ, тимә, ул хәүефле!

 

Насармы ни, туған телле

Кеше булһаң ҙур хәрефле?

Ҡасан ғына бөтөр уйлау,

Гел бер ҡалыпҡа һалып:

“Туған телен белһә бала,

Кеше булмайса ҡалыр”.

 

Ярай, һеҙ “кеше” булығыҙ,

Ә беҙ булырбыҙ халыҡ!

 

Хисмәтулла

 

Ҡартатайымдың ағаһы

Батырҙарса һәләк булған

Порт-Артурҙа һуғышта.

Ерҙә ятып ҡалмаһын тип,

Миңә уның исемен

Хисмәтулла тип ҡушҡан.

 

Хәҙер нисә йылдар инде

Эҙләйем аҙашымды.

Русландарҙың шырлығында

Яңғыҙым аҙашырлыҡ.

 

Башҡа исемдәр ҙә – шырлыҡ,

Йырып сығырмын, тимә.

Бер үҙем йөрөтөр исемде

Миңә ҡушҡандар ниңә?

Ауылымдың ғынамы мин

Һуңғы Хисмәтуллаһы?

Шул исемде ҡуштыралмай,

Ни ҡарайҙыр муллаһы?

 

Йөҙөнә лә килешмәгән

Исемлеләр булалыр.

Миңә һәр яҡлап килешкән

Хисмәт, Хисмәтуллалыр.

 

Бер ҡараһаң, мәғәнәһе

Бик хикмәтле, ҡарале!

Ғәрәпсә – Хаҡ Тәғәләнең

Ул бит ҡәтғи ҡарары!

 

Бирешмәҫкә, тигән ҡарар

Булды минең даланым.

Хисмәтулла, Хисмәтулла

Шулай булып ҡаламын!

 

Хушлашыу

 

Оҙатып ҡалаһың мине

Йыраҡ юлға, оҙаҡҡа.

Йә, Хоҙайым, ҡайтҡанымды

Көтөп ҡалғанды һаҡла.

Кил, үбәйем әле һине,

Ҡосаҡлап тағы ла бер.

Оҙаҡлап ҡайтмай йөрөһәм,

Һағынғанымды ла бел.

 

Ҡурҡырға кәрәгенән дә

Ҡурҡып тораһылар юҡ.

Билдәләнгән бит барыр юл

Атларға кәрәк ҡыйыу.

 

Ере аяғымдан тарта,

Еле йолҡмаҡсы ерҙән.

Һине һағынып, йән атып,

Ҡайтырмын мин Себерҙән.

 

Ҡайтыу

 

Ҡар өйөрөп иҫә сасҡау елдәр

Вокзал алдындағы майҙанда,

Себер тулып ирҙәр йөрөгәне

Күренәлер хатта Айҙан да.

 

Айырылғайныҡ оҙаҡ ваҡытҡа,

Йыраҡ булды беҙҙең арабыҙ.

Аэропорттар, вокзалдар тулып

Себерҙәрҙән ҡайтып барабыҙ.

Һеҙ ҡарағыҙ әле, ҡарағыҙ

Бармы икән күңеле яраһыҙ?

Ут өйөрмәләрен үткән ирҙәр

Ҡатындарға ҡайтып барабыҙ.

 

Атым

 

Ат талаған күгәүендәр

Миңә лә тешен ҡаҙай.

Ә янымда сәскәләрҙе

Күбәләк ҡунып наҙлай.

 

Күбәләк кенә ҡундырып

Йөрөһә әгәр атым,

Туҡал һыйыр һымаҡ тулап

Сыҡмаҫмы яманаты?

 

Ҡамыт, күн ҡайыштарынан

Бәреләлер тир еҫе,

Шайтан ҡотҡоһон да ҡыуып

Ебәрәлер тиреҫе.

 

Күгәүендәрҙе ҡыуалап

Дерелдәйҙер ат һырты.

Бәләкәйҙән йөрәгемде

Ат булмышы ярһытты.

Хисмәт ЮЛДАШЕВ

Фото:Нәсих Хәлисов.

Автор:
Читайте нас: