Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
1 Апрель 2023, 17:20

Миҙалһыҙ һалдат Повесть (4) Рәсүл БАЙГИЛДИН

Динен, телен һатты, тисәле иргә барам тип… Бисә өҫтөнә, ғаиләле иргә барам тип… Һы.

Миҙалһыҙ һалдат Повесть (4) Рәсүл БАЙГИЛДИНМиҙалһыҙ һалдат Повесть (4) Рәсүл БАЙГИЛДИН
Миҙалһыҙ һалдат Повесть (4) Рәсүл БАЙГИЛДИН

9.

– Рядовой Муталлапов, как ты оказался в окружении под Барвенково? Части девятой армии, где было твое место службы, отступили за Северный Донец и закрепились там. А ты оказался под немцами… – Хисмәттең башы ҡайнай, күкһел мундирлы офицерҙың ҡайһы бер һүҙҙәрен аңлай-аңлауын, тик уларҙан мәғәнә сығара алмай, унан нимә талап итеүҙәренә төшөнөп етмәй аптырана.

– Мин, я, Изюм воевал… Командир приказ дал, – тип хәлен аңлатып маташты.

– Чего придуряешься..? Хочешь контрразведку вокруг пальца обвести, – офицер, иҙеүенән эләктереп алып, ултырғыстан күтәрҙе Хисмәтте. – Продался фашистам, сукин сын, валидовский прихвостень? Отвечать!

Хисмәт күкрәгенән алыуҙарына, һүгенеп екереүҙәренә ныҡ ғәрләнде. Пулялар аҫтында, үлем эсендә йылға яҡын йөрөй, командирҙар һүҙенән сыҡҡаны юҡ: ат, тиһәләр – ата, боҫ, тиһәләр – боҫа, таныкка ҡаршы бар, тиһәләр – бара. Ниндәй ҡот осҡос ҡыйралыш аша үтеп дошман ҡамауынан сыҡты, теге донъянан ҡайтты, асылда. Теремен, тамуҡтан ҡотолдом, тип яңы хәләтен аңларға, ҡыуанырға ла өлгөмәне – өҫтөрәтеп особисҡа алып киттеләр.

Офицер биргән һорауҙарына яуап ала алманы, күҙҙәре һалдаттың нәфрәт тулы ҡарашы менән осрашты:

– Дежурный, пригласи капитана Зинатуллина, – тип ишек яғына ҡысҡырҙы ул, ҡапыл йыуашланып.

Зиннәтуллин Ҡазан татары булып сыҡты. Хисмәт һуңғы ун көн эсендә башынан үткәндәрҙе түкмәй сәсмәй һөйләп бирҙе уға.

Ҡамауҙан сыҡҡан һалдаттарға үҙҙәрен тәртипкә килтерергә, ял итергә бер көн генә ваҡыт бирҙеләр ҙә, кискеһен, машиналарға тейәп, ҡайҙалыр икенсе тарафтаҡа алып киттеләр. Микола особистар ҡулынан ҡапыл ысҡына алманы, күрәһең, машинаға тейәлеүселәр араһында ул булманы.

– Резервҡа сығаралар беҙҙе, мунсала сабынып, йоҡо һимертеп, бер килке ашап ятырбыҙ, исмаһам. Бәлки, берәй краляны кадрить итергә лә насип булыр, – тип ғәп һатты ҡайһы бер күпте белгәндәр.

Резервҡа сығарманылар. Утты-һыуҙы үткән тәжрибәле һалдаттар менән әҙерлекһеҙ фронтҡа оҙатылған дивизияларҙы тулыландырҙылар. Унарлап-егермеләп рота-взводттар составына индерҙеләр.

Хисмәт түңгәүер ырыуы башҡортон меңдәр араһында ла әллә ҡайҙан таныр ине. Ҡуңырыраҡ йөҙлө, яҫыңҡыраҡ сикәле, ҡырлы тура танаулы улар. Ҡараштары – тура, тәрән һәм йомшаҡ. Сафҡа яҡынлаған офицерҙар төркөмө араһынан ул башҡорт милләтле капитанды шунда уҡ танып алды. Үҙе менән йәше рәтләш булыр, ахыры. Ҡалҡыу кәүҙәле, ышаныслы һәм ныҡ баҫа, фуражкаһын саҡ ҡына уңға ҡырын һалған. Оҙаҡ күрмәгән туғанын осратҡандай, йөрәге елкенеп китте Хисмәттең. Ошоға тиклем күңеленең ҡайһылыр тәрән бер урынында яңғыҙлыҡ, етемлек тойғоһо йөрөтөүен аңланы. Һуғышҡа ингәндә тиҫтәләгән ҡан-ҡәрҙәш яуҙашы бар ине эргәһендә – барыһы ла тәүге көндәрҙә үк баштарын һалды. Шуға Хисмәт ҡаҙаҡ Бағыбайға тартылды, украин Микола менән дуҫлашты.

Офицерҙарға ҡағыҙ таратып бирҙеләр. Исемлек, күрәһең.

– Лейтенант Смирнов, эта ваша группа в количестве двадцати бойцов, – хәрбиҙәр төркөмө колоннаһын яңы урынға оҙата килгән комендант хеҙмәте майоры сафтың нәҡ Хисмәт торған рәтенән ҡулын иҙәп күрһәтте лейтенантҡа һәм команда бирҙе: – Группа, напра-а-аво! Пять шагов вперед шаг-о-о-ом – марш! Стой! Нале-е-ево!

Хисмәт башҡорт капитандан күҙҙәрен алманы.

– Капитан Султанов, следующая – ваша группа, – майор башҡорт капитанға өндәште.

Үҙенең һалдаттарын барлаған капитан менән Хисмәттең ҡарашы осрашты. Шуны ғына көткәндәй, Хисмәт:

– Товарищ майор, разрешите обратиться, – тип урыҫса таҙа һәм көслө тауыш менән офицерға мөрәжәғәт итте.

Ҙур саф алдында, үҙ телендәгеләй шулай асыҡ урыҫса өндәшә алыуына үҙе аптыраны. Кисә генә өс һүҙҙе бәйләй алмай ине лә баһа, был ни ғиллә? Күрәһең, хәл иткес мәлдә кешенең эске резервтары уяна, һаҡау – тотлоғоуын онота, һуҡыр – күреү һәләтенә эйә була, билһеҙ – яҙылып китә.

Майор башын күтәрҙе. Тик ауыҙын асып һалдатҡа яуап ҡайтарырға өлгөрмәне – эргәһендә торған капитан, ашығып, ниҙер өндәште. Улар ҡапыл-ҡапыл хәбәрләшеп алдылар, һәм капитан Хисмәт яғына ыңғайланы.

– Ҡайҙанһың, боец? – Тип һораныу ул Хисмәттән башҡортса, эргәһенә килеп.

– Юлдыбайҙан, – тине Хисмәт, әйтерһең, осраҡлы юлдашы менән Баймаҡ баҙарында таныша.

– Тә-ә-әк, – тине лә капитан, кире майорға табан китте.

Майор, ҡапылғарай ризалашманы, күрәһең. Бер килке ғәпләшеп торғас ҡына лейтенант Смирновты саҡырҙы.

Һуғышта ла күңелле мәлдәр булғылай – Хисмәт капитан Солтанов ротаһына эләгеүенә бер шатланһа, позицияла Матрай ауылынан Зыяитдин Байгилдинды осратып, тағы ла нығыраҡ ҡыуанды.

Яҡташы менән һөйләшеп һүҙе бөтмәне. Эй, һағынған икән үҙ телен, уның моңло яңғырашын, көсәнмәй генә һөйләшеүҙең рәхәтлеген, татлы тәмен. Ауылда йәшәгәндә уйлап та бирмәгән дә баһа: шулай зар-интизар булыр, ҡанына һеңгән ябай ғына һүҙҙәрҙе ишетеүҙән, донъялыҡты танып белгән башҡорт һөйләшенән күҙҙәре йәшләнер, йөрәге иләҫләнер, тип.

Зыяитдиндан ишеткән хәбәрҙән йә күңеле елкенде уның, йә моңһоуланды. Халыҡтың асығыуын ишеткәс, балаларын уйлап эсе өҙөлдө, йөрәге һыҙланы. Апрель айында алған һуңғы хатта Хәлимәһе, ҡышты имен сыҡтыҡ, һыйыр быҙауланы, инде лә бирешмәҫбеҙ, тип яҙҙыртҡайны улы Төхвәттән. Бағыбайҙан уҡытты, яуабын да унан яҙҙыртҡайны. Шунан бирле хатлаша алмай – яҙҙырыр кеше булманы эргәһендә.

– Зыяитдин ағай, ней теге, форсат сыҡҡанда, тим, хат яҙырға ине өйгә, юғалтҡандарҙыр инде… Яҙыу танымайым мин, уҡырға насип булманы… – Хисмәт тулҡынланды нишләптер.

Хәбәрҙең аҡҡа төшөрөлөүе уның өсөн оло хикмәт, мөғжизә. Ябай ғына күренгән ғәмәлдә ниндәйҙер сихыр, кирәмәт ята кеүек уға. Ҡайһы ваҡыт ҡағыҙға текләп ултыра ла: “Эх..!” – тип тәрән уфтанып ҡуя. Мәхрүм шул белемдән. 

– Нимә яҙайыҡ, ҡустым? – Йөҙ метр алыҫлыҡта ғына үҙ окоптарында бөтә донъяны дер һелкеткән фашист ултыра, ә ике башҡорт “ағай”, “ҡустым”дан һалдырып ғәп һата – был тормоштоң шул тиклем дә көтөлмәгәнсә, уйламағанса боролоп китеүенә ғажиб булырһың.

– Ныҡ теткеләне инде былай, ҡәһәрең… Ни генә күрелмәне үткән был айҙа… Уны ҡағыҙға төшөрөп булмай бит инде… Зыяитдин ағай, һин бит мөғәллим, яҙ матурлап үҙең, имен, тиң, бында беҙҙең Һаҡмар буйына ҡарағанда тәбиғәт ҡырыҫыраҡ, эҫерәк, тиң, яҡташтарҙы осратып ҡыуана, тиң. Туғандарға, күршеләргә сәләм ҡундыр… Үҙеңдән дә өҫтә, кем белә, бәлки, Матрайҙан берәйһе осрар Хәлимәгә, хәбәрең барып етер…

Зыяитдин, кисә генә хат ебәрһә лә, үҙенекеләренә лә тағы яҙҙы.

– Рядовой Моталлапов… Хисмәт ҡорҙаш, кәйеф нисек? – Рота командиры капитан Солтанов эргәләренә сүгәләне. – Байгилдин ағай, Хисмәт ҡустыңдан бер тотам ҡалма, ул – утты ла, һыуҙы ла кискән һалдат. Ә һине әҙерлекһеҙ тура фронтҡа оҙатҡандар… Был килешкән эш түгел инде. Тик, ҡалайтаһың, дошман өҫкә менеп килә, йә тегендә, йә бында фронтты өҙә, һаман алға ынтыла, ҡәһәрең... Һәр тишекте ямарға кәрәк, шунһыҙ булмай… Бер көнгә, ике көнгә булһа ла немецты туҡтатырға, тағы яңы көстәр килеп еткәнсе юлын быуып торорға кәрәк. Сабыр итәбеҙ инде, туғандарым… Хәйер, армияла туғанлыҡ юҡ, үлем эргәлә йөрөй, уның алдында һәр кемебеҙ тигеҙ, бер кемгә лә аяу юҡ. Шуға миңә ныҡ арҡалана ла алмаҫһығыҙ… Алдан шуны киҫәтеп ҡуяйым, тим. Терһәк… Терһәк ярҙамы булыр… Шул ғына.

Ошолайтып үҙ телдәрендә ғәпләшеп ултырыу мөмкинлеге биргән капитанға мең рәхмәтле Хисмәт. Башҡаһына өмөт тә итмәй. Һуғышта генералдар ҙа аҙ баш һалмай, ә ябай һалдат тураһында әйтеп тораһы ла түгел.

Хантимер Солтанов сығышы менән Һаҡмарҙың түбәнге ағышында ятҡан ауылдарҙың береһенән ине. Кадровый офицер, һуғыш башланғанда Алыҫ Көнсығышта япон милитаристарына ҡаршы торған дивизияла хеҙмәт итә, шунан Мәскәү оборонаһында ҡатнаша. Немец-фашист илбаҫарҙары ҡырҡ икенсе йылдың йәйендә көнъяҡ йүнәлештә әүҙем һөжүм башлағас, Ставка Мәскәү тарафында тотҡан резерв көстәрҙе ҡаты һуғыш алып барған фронттарға оҙата. Шул рәүешле Солтанов Көньяҡ-Көнбайыш фронттың егерме һигеҙенсе армияһына эләгә. Аҙна элек кенә тыуған Башҡортостанда ойошторолған марш ротаһын ҡабул итеп, тары еҫкәмәгән тыныс һөнәр кешеләрен һуғыш алымдарына өйрәтә башлағайны, ашығыс эшелонға тейәп, Дон далаларына алып киттеләр, подразделение тәжрибәле һуғышсылар менән урында тулыландырыласаҡ, тип әйттеләр.

Матрай ете йыллыҡ мәктәбе директоры Зыяитдин Байгилдин, уҡытыусы булараҡ бронға ҡуйылғанға күрә, ҡырҡ икенсе йылдың егерменсе майында ғына һуғышҡа алынды.

10.

Ставка резервына аҙ ғына ваҡытҡа сығарылған 15-се гвардия уҡсылар дивизияһы рәтен тулыландырғайны башҡорт яугирҙары. Тик уларға оҙаҡ тылда ятырға яҙманы – дивизияны 5 июндә ашығыс рәүештә Волчанск ҡалаһы янында Төньяҡ Дон йылғаһының уң ярында фронт тотҡан армияны көсәйтеүгә ташланылар. Хисмәт Бөйөк Ватан һуғышының ҡырҡ икенсе йылға ҡараған иң ҡыҙыу нөктәһенә эләкте тағы. Һалдат бәхете шулдыр.

Зыяитдин ише сафҡа яңы баҫҡан һалдаттар алғы һыҙыҡта баш-күҙ ҙә алып өлгөрмәне. Тәғәйен позицияға ла дошман уты аҫтында, ҡайҙа йөгәнәкләп, ҡайҙа шыуышып саҡ барып еттеләр.

– Зыяитдин ағай, башыңды күтәрмә, ергә лыпын ятып шыуыш, – Хисмәт яҡташын күҙ уңынан ысҡындырманы.

– Занять позиции, по врагу огонь! – Капитан Солтановтың көслө командаһы яңғыраны.

Бик ваҡытлы килеп еткән өҫтәмә көс ярҙамында фашистарҙың сираттағы атакаһы тиҙ баҫылды. Ләкин бер-бер артлы, тулҡын булып килеп, өҙлөкһөҙ бомбаға тотҡан немец самолеттары алдында көсһөҙ ине дивизия. Дошман һауала өҫтөнлөк итә, һирәкләп күренеп ҡалған совет самолеттарына бомбордировщиктарҙы һаҡлап осҡан истребителдәре өйөрө менән ташлана. Көстәр тигеҙ булмаған ҡыҫҡа һауа һуғышында беҙҙекеләр сигенә, күп осраҡта һәләк була.

Аҙна-ун көн өҙлөкһөҙ шундай алыш барҙы. Ун икенсе июндә Төньяҡ Дон йылғаһының һул ярына сигенергә приказ булды. Армияның һул флангаһын өҙөп, дошмандың танк корпусы ғәскәрҙең тылына үтеп ингән икән.

Яңы позицияла нығына алманы совет ғәскәрҙәре, көнсығышҡа сигенеүен дауам итте. Егерме өсөнсө июндә Оскол йылғаһын кисеп, һул ярында фронт булып нығындылар һәм дошманды ҡаршыларға әҙерләнделәр.

Көслө, бигерәк көслө шул фашист. Барлыҡ ғәскәре техникаға атланған: танктар, бронялы машиналар, йөк автомобилдәре, мотоциклдар менән тиҙ моневр яһайҙар, өҙөлгән фронт аша ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һә тигәнсе тәрән тылға үтеп инәләр, ҡамайҙар, нығытылған оборона нөктәләрен урап үтәләр.

Егерме һигеҙенсе армияның Оскол йылғаһы ярында позиция нығытыуы бер ни ҙә бирмәне. Уң флангтан, Воронеж тарафынан, немецтың танк корпусы көслө һөжүм башланы, тағы ҡамауҙа ҡалыу ҡурҡынысы килеп тыуҙы. Армия ашығыс рәүештә сигенеүен дауам итте. Бер генә көн дә, сәғәт тә бәрелешһеҙ үтмәне, баҫҡан һәр аҙымы өсөн дошман ҡорбандар менән түләне. Төп көстәр ойошҡанлы рәүештә көнсығышҡа табан хәрәкәт иткәндә фашист илбаҫарҙарын аҙға ғына булһа ла туҡтатып тороу өсөн йә тотош батальон, йә рота засадала ҡалдырылды.

Етенсе июлдә Катемировка тигән ауыл янында капитан Солтановтың ротаһына арьергард тоторға бойороҡ булды.

Позицияны сауҡалыҡлы ҙур булмаған йылға ярында һайланылар. “Һаҡмар һыуы мулыраҡ, Быҙаулыҡ самаһы булыр, бәлки», – тип уйланы Хисмәт.

– Юҡ, Быҙаулыҡҡа етмәй, – Хисмәттең уйын белгәндәй, Зыяитдин өндәште.

– Етмәһә лә оҡшаған – шундай уҡ тал-тирәкле, балсыҡ ярлы дала йылғаһы…

– Беҙҙә Быҙаулыҡ иңкеүе текәрәк, ташлы, ә бында-а-а… – Командирҙар фекер алышып, дөйөм ҡарарға килгәнсе һалдаттар хәл алды, эргә-тирәне байҡаштырҙы.

– Траншея ҡаҙып дөйөм оборона позицияһы төҙөргә беҙҙең ваҡытыбыҙ ҙа юҡ, көсөбөҙ ҙә самалы… Ҡалҡыулыҡтарҙа ут нөктәләре ҡорорға бойорам, – Солтанов взвод командирҙары алдында шундай бурыс ҡуйҙы.

Немец үксәгә баҫып килә, һәлкәүләнеп ултырырға ваҡыт юҡ – тиҙ арала ошонда нығынырға, төнгә тиклем дошмандың артабанғы хәрәкәтен туҡтатырға, дивизияның ойошҡанлы сигенеүен тәьмин итергә приказ бирелгән.

Рота, окоптар ҡыҙып, һөжүм көттө. Тик алда йәйрәп ятҡан дала тын ҡалды: күмәк ғәсҡәр аяғы аҫтынан күтәрелгән саң болото ла, танк, башҡа техника борхотҡан төтөн дә күренмәне, уларҙың геүләгән тауышы ла ишетелмәне. Капитан Солтанов, иң бейек түбәләскә менеп, биноклдән оҙаҡ итеп тирә-йүнде күҙәтте, картаһын ҡабат-ҡабат асып, ниндәйҙер билдәләр яһаны.

– Үткәндә яҙған хатты алып ҡыуанғандыр инде килен, – Зыяитдин һуҙылып киткән көсөргәнешле тынлыҡты боҙҙо. – Һин, Хисмәт ҡустым, нисек йәшәнең һуғышҡа тиклем? Айҙан ашыу бергәбеҙ, ә яйлап һөйләшергә лә форсат теймәй, йәнде усҡа йомоп, сабыулап алып тик йөрөйбөҙ…

– Һуғыш нисек була тип уйлағайның, ағай? Ҡаршы тороп кем уҙарҙан атышаһың, тас та тос йоҙроҡтарҙа һуғышаһың һәм йә шунда уҡ еңәһең, йә башың һалаһың һымағыраҡ күҙ алдына килтергәйнеңме уны? Ысынын әйткәндә, йыл була инде ошолайтып немец менән йәшенмәк уйнауға. Тик, кемде кем таба, йәғни ки һәрмәнеп йөрөп өҫтөнә барып сыға: “Һәпәләк”, – тип ҡысҡырмай, ә ҡурғаш уты яуҙыра, ул – һине, һин – уны дөмөктөрөп һалырға тырышаһың. Йәл, күберәк немец ҡыуа беҙҙе. Хәйләкәр ҙә үҙе. Бына, боҫоп көтәбеҙ, ә ул юҡ. Шулайыраҡ инде был һуғыш тигәндәре… Һай-һай, күпме халыҡ ҡырылды… Ҡайһы саҡ эргәңдәге иптәшеңдең исемен дә белмәй ҡалаһың… Әле ошолайтып ғәпләшеп ятаһың, ә әйләнһәң – йән биргән… Хат, тиһең, ағай, әллә инде, уның барып етмәүе лә ихтимал. Ялан почтаһы оҙаҡ йөрөүсән. Сәләм-хат юғалып та ҡуя ҡай саҡ, – Хисмәт яҡташының тура һорауына яуап бирмәй, берауыҡ һуғыш хикмәттәре тураһында ғәп һатты.

– Балалар дүртәү, ти инең, ауырға тура киләлер яңғыҙ ҡатынға…

– Минең бисәкәй үткер бит ул, ҡапыл бирешә һалмаҫ… Төхвәт улым да ҡул аҫтына инде… Шуныһы: имсәк бала бар… Марат улым. Әсәһенә бәйнәт, тиһәң күңелгә ауыр – үҙ бауырың. Һуғыш алдына тап килде… Ҡалайтаһың, Аллаһы Тәғәлә тәҡдире. Теремек кенә бала, бирешмәҫ тә, бәлки, Гөлйемеш ҡыҙым әсәһенә ҡарашырға эшкингән. Дүрте тула инде ошо йәйҙә. Хөрмәт улым да алты йәшен уҙҙырҙы, – Хисмәт үҙенең өй эсен, ғаиләһен барлап сыҡты.

– Илһам улым киләһе йыл саҡырылыр, моғайын, ун һигеҙе тула… – Зыяитдин да балаларын уйлап хәстәрләнде.

– Мәрйәнән алдым, тисәле, – Хисмәт сәйер итеп әйтеп ҡуйҙы быны.

– Шулай килеп сыҡты. Хәҙер уны ни тип һөйләмәк. Тегендә – өс, бында бер бала, минекеләр барыһы ла… Буйымда бар, тигәйне оҙатҡанда… Тағы иш янына ҡуш… Минеке лә йонсор инде имсәк сабый менән… Еңгәңде рәнйеттем, малайҙарҙы… Эйе, гонаһ бар миндә, – Зыяитдин, күңел яраһы әллә ҡасан уңалып, тормошоноң үткәнен үкенесһеҙ, хатта риза булып бәйән итә хәҙер шулай. – Уҡыу кешене боҙа, тигән һымағыраҡ та әйтәләр бит халыҡта. Күңел мәрйәгә тартты шул, өс балам була тороп. Аҙғынлыҡ… Юҡ, мөхәббәт… Белмәгән, ишетмәгән шул һүҙ ҙә килеп сыҡты бит яңы ҡоролош менән. Уҡыуҙан, боронғоно емереүҙән инде, мөхәббәт, тип аңһыҙланыу. Хәҙер башҡараҡ та ул уй-кисерештәр, тик ҡалайтмаҡ кәрәк… Ана, һин, ҡустым, яҙыу ҙа танымайһың, бисәңдән башҡаны бар тип тә белмәйһең.

– Балаларыңды мәрйәгә алыштырҙың инде, ә… – Хисмәт Зыяитдин Байгилдин менән танышып, уның торош сәхифәһен белгәне бирле күңелен өйкәгән ошо хәлде онота алмай ҙа ҡуя.

Мәрйәне бисә итеп алыу, уның менән түшәк бүлешеү түгел, юлында урыҫ кешеһе осраһа урап үтергә тырышты элек. Бәләкәйҙән күңелендә ҡурҡыу ҡалған был ҡәүемдән. Ҡайҙан килгәндер был тойғо, үҙе лә белмәй. Хәҙер генә бер туҫтаҡтан ашап, дөйөм сафта үлемгә тура ҡарап дошманға ҡаршы барған төрлө милләт балаһы араһында айырма күрмәй, һипһенер, шомланыр сәбәп тапмай. Һуғыш тигеҙләгән уларҙы. Ә тегендә, тыуған төйәгендә мөнәсәбәт, барыбер, башҡасараҡ – күҙгә күренмәгән көсөргәнеш, шөбһә бар.

– Нисегерәк ябай ғына итеп әйтәйем икән… Улымдың, икенсе ғаиләләгеһен әйтәм, исеме, мәҫәлән, Вилор. Тағы аптырарһың инде, кеше исеме улай буламы ни, тип. Вилор – «Владимир Ильич Ленин, Октябрь Революцияһы», ошо һуҙҙәрҙең баш хәрефенән тора улымдың исеме. Үҙем большевиктар партияһы ағзаһымын. Ырымбурҙа, Ҡарауанһарайҙа уҡытыусыға уҡыным, мәктәп директоры булып эшләнем. Теге ҡоролошта иҫ белеп буй еткерһәм дә башкөллө яңы заман кешеһе булғым килде. – Зыяитдин, йөрәкһеп, тороп уҡ китте. – Ярлы уҡ булмаһаҡ та, ҡараңғылыҡта йәшәнек элек. Совет яңы тормошҡа өндәне, ирек бирҙе. Нисек инде мин наҙанлыҡтан сыға алмаған ҡатын менән йәшәргә тейеш… Өс бала… Илдә шундай күтәрелеш: всеобуч, колхозлаштырыу, бөйөк төҙөлөштәр… Ни бары утыҙ йәш үҙемә… Тормоштоң уртаһында ҡайнар сағым. Шулай икегә ярыла алмай йөрөгәндә Бүребай приискаһында Фатиманы осраттым. Ырымбурҙан уҡытыусылар курсынан ҡайтып килгәндә ауырып аяҡтан йығылдым. Бөтөнләй һушһыҙ ҡолағанмын. Приисканың дауаханаһына алып барғандар. Аҙна-ун көн ятып саҡ аяҡҡа баҫтым… Һәм тағы һушты юғалттым, суҡынғырың, табипҡа ғашиҡ булдым. Фатимаға…

– Нисек, Фатима? Икенсеһен әйтәм, мәрйәне…

– Беренсеһе – Хәтирә, икенсеһе – Фатима. Нишләй, көтмәгәйнеңме?.. Анастасия уның ысын исеме. Сәпсим йоланы советҡа һатҡан тип уйлағайныңмы әллә? Никахлашып, шәһәдә әйттереп алдым мәрйәне, бөтөнләй мөртәт түгелмен. Фатимамдың нисек башҡортса ҡойоп һөйләшеүен, мөнәжәттәр йырлауын ишетһәң, мәрйә һүҙен онотор инең, яҡташ…

– Выраш Фатиманы беләм бит әләйһә. Район Юлдыбайға күскәс бәлнистә ултырғайны бер осор.

– Бына, тағы ла яҡыныраҡ таныштыҡ, әтеү…

– Динен, телен һатты, тисәле иргә барам тип… Бисә өҫтөнә, ғаиләле иргә барам тип… Һы.

– Урлап алдым мин уны, башҡорт йолаһы буйынса. Һауыҡҡас ауылға ҡайттым да, шәп ат алып, кире киттем Бүребайға… Күнде, ултырып китте Матрайға.

– Дә-ә-ә… Сая икәнһең, ағай, – Хисмәт аптырай биреп Зыяитдинға иғтибарлыраҡ текләне.

Һүрәнләнә башлаған ҡояшлы йәйге көндөң ҡапыл төҫө боҙолдо. Тәүҙә ерҙең ҡалтырағанын тойҙо окоптарҙа ятҡан һалдаттар. Шунан ҡайҙандыр хасил булған һоро болот ҡояшты ҡапланы, һәм көслө гөрҫләү яңғыраны

11.

Ете йәшлек Ғилметдин атаһының аҡ һаҡаллы ҡарт булыуына аптырай. “Минең атайым фрунтта, кавалерист, ә һинеке – бабай, өйҙә урындыҡта ята”, – тип үсекләшкәне өсөн кисә Әнүәрҙе танауын ҡанатҡансы туҡманы. “Ҡартатайымдыр ул, әсәй алдата. Улайһа, нишләп Маңҡа Мәүлетдин дә, атай, тип йөрөй уны. Разия менән Асия апайҙар ҙа… Нуриәхмәт менән Мөхәмәтнәжип ағай, олатай, тиҙәр. Апайҙар әсәйгә, апай, ти… Нимәһен улай вис буталышып бөткәндәр өйҙәгеләр”, – дилбегә тотоп барған атаһына малай һынамсыл текләп-текләп алды. Юҡ, был серҙе хәҙер үк асырға, белергә кәрәк.

– Атай, һин минең ысын атайыммы? – Тигеҙ һәм йомшаҡ сиҙәм юлына сыҡҡас, ат арбаһының тауышһыҙ һәм шыма китеүенән файҙаланып, атаһына һорауын бирҙе малай.

– Ни тиһең? – Райман ҡарт улына башын борҙо.

– Һин минең атайыммы? – Ғилметдин һорауын атаһына тура текләп ҡабатланы.

– Ә?! – Ҡарт баланың тел төбөн аңлай алмай аҙапланды. – Ысын атайһыңмы, ти әллә… Хи-хи… Ысын булмай, һуң…

– Нишләп, әтеү һуғышҡа бармайһың?

– Ҡартмын бит…

– Ҡарт булғас, нишләп атайһың?

– Аһ-аһ, мынау балаға ни булған тағы… Атаң йорттан китмәгәнгә ҡыуан, ана, ҡайһылай асыға етем-еһер.

– Атайҙар һуғышта булырға тейеш!..

– Немец бында тиклем килеп етһә, мин түгел, һин дә һуғышырһың, Аллам һаҡлаһын, – Райман ҡарт әллә улына асыуланып, әллә йәһәтерәк урынға бырып етә була, дилбегә менән аттың ҡабырғаларына ҡаты ғына һуҡтырып алды.

Бүребай приискаһына йөҙ килограмм ит тапшырырға тип Матрай ауылындағы “Яңы донъя” колхозына райондан наряд килгәйне. Рәйес Әғзәм Ишембәтов үҙ алдына һуҡранып алһа ла – йәш үләндә яңы саҡ мандый башлаған малды боғаҙлау яраған эш түгел – бойороҡто үтәмәй әмәле юҡ. Кәнсәләге йомошсо малайҙан төнләтеп кенә Ермолаевканан ылау йөрөп ҡайтҡан Райман Байгилдинды саҡырттырҙы.

– Ҡорлаш, Бүребайға барып әйләнергә ине... Тәүҙә ит һуйырға кәрәк, бер башмаҡты тунамай булмай… Йөҙ егерме килоға наряд ебәргәндәр, – рәйес Райманды урамда ҡаршы алды. – Хәйҙәр, ҡағыҙ әҙерме? – Асыҡ тәҙрә яғына башын бороп ҡысҡырҙы быныһын.

– Инфурм нимә һөйләй, фрунт ни эшләй икән унда?.. Ике көн ләм-мим хәбәр ишетмәнем юлда йөрөгәс ней, – мир тормошо уртаһында булған теремек фиғелле Райман ҡарт барыһын да белеп тоторға мохтаж.

– Көслө шул ярман, һаман Дунға, Ысталинградҡа ынтыла, ти ҙә баһа. Беҙҙекеләр сигенә, ти… Тактика шулай икән, артҡа ойошҡанлы сигәләр, бер ыңғай хәтһеҙ дошманды ҡыра баралар, хәлдәрен алалар… Шулай тине иртән инфурм радыянан.

– Зыяетдин Дун йылғаһы аша сыҡтыҡ, тип яҙған ти ине Фатима килен, әтеү нәҡ уртаһында йөрөй икән ҡусты, – Райман көрһөнгәндәй итте.

– Еңел түгел унда, – Әғзәм Ишембәтов та бошонҡо тауыш менән яуапланы ҡорлашына. – Йә инде, Хәйҙәр, ни мыштырлайһың, ығыш… Башын-тояғын бригадҡа алып барырһың, иген утаусыларға бешерһендәр, ә эс-ҡарынын көтөүселәр менән бүлешеп алығыҙ. Һинең дә өй тулы бала… Үлсәтергә онотма, артыҡ булһа, ҡабырғаһынан һанлап ҡырҡып ҡалдыр, үпкә-бауырын да… Тоҙлаттырырмын, оҙаҡламай бесәнгә төшөргә бит, мал иҫәпле, тота килеп һуйып булмай. Тегендә (бармағын өҫкә төрттө) һағалап күҙәтеп кенә торалар.

Райман ҡарт келәткә барып ит ташыу өсөн махсус эшләтелгән ҡумтаны арбаһына ҡуйҙы, өйөнә ҡайтып мал һуйыу кәрәк-яраҡтарын, бысаҡ алды.

Ғилметдин улы хәҙер гел янында. Сос, сәмсел бала, ҡулынан эш килмәһә лә, үҙем, тип кенә тора. “Ҡара һин уны, атаһы оло булғанға ғәрләнеп йөрөй ҙә баһа”, – тип аптыраны Райман ҡарт улынан көтмәгән һорау ишеткәс.

Ҡатыны Сәбилә менән йәштәр араһы – утыҙ бер йыл. Аптырар ҙа шул бала.

Бер мең дә туғыҙ йөҙ ҙә утыҙынсы йылда ирен, кулака сығарып төрмәгә япҡас, өс бала менән Һынташтан Матрайға килеп сыбыҡ осо туғандарына һыйынған йәш ҡатынды, егерме ике йәшлек Сәбиләне, кәләшлеккә алды. Үҙе лә, хәләле ҡапыл гүр эйәһе булғас, өс бала менән илле өс йәшендә етем ҡалғайны.

Аҡ йөҙлө, күк күҙле, етен сәсле сибәр ҡатынды юғалып ҡалған ҡиәфәттә бер нисә тапҡыр осратты ауылда. Туғандары мәктәпкә иҙән йыуыусы итеп эшкә урынлаштырғандар икән, шунда, элекке бай өйөнөң ярым подвалында бер ҡыҫынҡы бүлмәлә йәшәп ята. Үҙ хужалығы булмағас, асығалар, тиҙәр. Шуға, айыртылған һөт, түтәрәм икмәк, бер нисә бөртөк картуф хаҡына хәллерәк кешеләрҙең картуфын утап-күмә, мал кәртәһен таҙалай, бесән сабыша, башҡа эштәрен башҡара икән. Мәктәп директоры Зыяетдин ҡустыһынан барһын да төпсөрләп белеште лә, тәүәкәлләп яусы ебәргәйне, йәш ҡатын үҙе лә, туғандары ла риза булды ла ҡуйҙы. Төҫ-буйы күҙҙең яуын алып торһа ла, өс балалы кулактан ҡалған бисәне, ҡарт тол ирҙән башҡа кем йөрьәт итеп әйттерһен, тип уйланылар, күрәһең. Аллаға шөкөр, татыу ғына йәшәп яталар. Балаларын үҙенә яҙҙыртты, үҙенекеләр ҙә ҡабул иттеләр йәш әсәйҙе, яраттылар.

– Атай, мин йәшенеп ҡарап торҙом, эсәк йыуғанда, Ғәйниямал инәй ошо-о-ондай эсәкте ҡырҡып алды ла, таш аҫтына йәшерҙе. Әйҙә, күрһәтәм, – Ғилметдин ут яғып баш-тояҡ өткән атаһына ошо хәбәрҙе еткерҙе.

Эсәк-ҡарындың бер өлөшөн бүлеп алып йәшерәсәктәр, ғәмәлдә, урлаясаҡтар, шунан ғына уртаға бүләсәктәр – бының йылға буйында нәҡ шулай эшләнеп ятыуын, уның өлөшөнә төшөүҙәрен Райман ҡарт белә. Тик ул күрмәмеш тә белмәмеш. Һәр кемдең өйҙә балаһы, күптәр тик ҡатыҡ менән генә тамаҡ алдай, ҡайҙан инде ондан бешерелгән икмәк, итле һурпа. Уларҙың тәме әллә ҡасан онотолған. Хәҙер тәпәй баҫҡан барлыҡ бала-саға – ауыл тирәһендәге ялан-ҡырҙа, тамаҡтан үтерлек барлыҡ үләнде һыпырып ашай, йыйып өйгә алып ҡайта, баяғы ҡатыҡҡа болғатып тамаҡлана. Райман ҡарт ауыл өҫтөндәге уғрылыҡты күреп-белеп йөрөй. Өндәшмәй, күҙ йома.

– Ғәйниямал инәйеңдең дүрт балаһы өйөндә. Алһын, йәме, бер кемгә лә әйтмәйек был турала, улым, – тине ул Ғилметдиндың башынан һыйпап.

– Беҙҙеке лә баһа эсәк! – Урамда, ҡырҙа, йылғала балыҡ тотҡанда башҡа малайҙар менән гел табыш өсөн даулашҡан Ғилметдинға атаһы һүҙҙәренең мәғәнәһе барып етмәне.

– Беҙгә ҡалғаны ла етә ул, атайым һау булһын, тип телә, – Райман ҡарт үҙ һүҙле улына ипле өндәште.

Нужа баланы бигерәк тиҙ ҙурайта, күп осраҡта уны ололарға ҡарағанда ла ҡатыраҡ, бәғерһеҙерәк ҡыландыра, аяуһыҙ итә. Ҡырағай тәбиғи фиғеле өҫкә сығыуҙан аңһыҙ эшләй ул быны. Кеше араһына инеп киткәс кенә холоҡһоҙ ҡыланыуҙың ярамағанына төшөнә, йәлләү, сабырлыҡ, миһырбанлыҡ кеүек матур сифаттарҙы үҙләштерә. Тик кеше буй еткереү менән фәрештә булып китмәй, хаслыҡ күптәрҙең һәр саҡ эргәһендә йөрөй, әйләнгән һайын төртөп өҫкә сыға һәм шул ыңғайы кире йәшеренә, боҫа, фашланмаҫҡа, яманатын мир өҫтөнә сығармаҫҡа тырыша. Хәҙер инде баҡыйлыҡты иҫенән сығармаған Райман ҡартҡа әҙәми заттың бер үк ваҡытта мең төрлө сүрәттә булыуын һөйләп тороу кәрәкмәй. Улының да уйын, кисерештәрен аңлай, күңелен йомшартырға тырыша. Шуға күберәк эргәһендә йөрөтә, тик әлегә алыҫ юлға алмай.

– Мин келәткә барып ит үлсәтәм, ә һин Хәтирә еңгәйеңә ошоно индереп бир, – атын ауыл уртаһында, лавка тапҡырында, туҡтатып арбанан төшкән Ғилметдинға ҡағыҙ төргәк тотторҙо. – Шунан Фатима еңгәйеңә йүгер, атайым Бүребайға бара, тиң. Беҙгә килһен, бәлки, тапшырыр сәләме барҙыр.

12.

Тапалған сиҙәм юлдан килгән фашистар колоннаһы капитан Солтановтың ротаһы позицияһы алдында ҡапыл пәйҙә булды. Колоннаның башында – биш танкы. Алдан төшкәне тиҙлеген яйлатты ла, рота нығынған сауҡалыҡҡа тоҫҡап пушкаһынан атып ебәрҙе. Был атыу, ағас ышығында боҫоп ятҡан совет һалдаттары була ҡалһа, уларҙы өркөтөү, шул рәүешле, маршта барған килеш, юлды байҡау һәм, хәүеф-хәтәр янаған хәлдә, тиҙ генә һөжүм сафына теҙелеп, ҡаршылыҡты алып ташлау маҡсатын тотто.   

Немецтың хәрби тактикаһын яҡшы белгән Солтанов ротаға командаһыҙ атмаҫҡа һәм урындан ҡуҙғалмаҫҡа, тигән ҡәтғи приказ биргәйне. Снарядттың шартлауынан һалдаттар ергә тағы ла нығыраҡ һылашты, ләкин ҡымшанманы. Ә юлдың ике яғынан йәшерен ут нөктәһе ҡорған танкыға ҡаршы мылтыҡ расчеттары түҙемһеҙләнеп команда көттө. 

– Огонь! – Бер юлы ике яҡтан көслө атыу тауышы яңғыраны, ПТРД расчеттары ятҡан урындарҙа ут көлтәһе күренде, саң борхоно, ҡоро үлән, япраҡ һауға күтәрелде.

Алда килгән дошман танкы кинәт туҡтаны, күрәһең, ҡеүәтле пуля, броня аша үтеп, тәүҙә рычаг артында ултырған фашистҡа тейҙе һәм эстән дәхшәтле техниканы ҡыйратты. Икенсе расчет та яҙа атманы – арттағы танк гөлтләп тоҡанды һәм ҙур факелға әүерелде.

Совет ғәсҡәре позицияһына килеп юлығыуҙарын аңлаған немец һалдаттары машиналарҙан ергә һибелде, имен ҡалған танкылар кинәт артҡа, хәүефһеҙ араға сикте. Ниндәй көс уларға ҡаршы тора был боҫҡонда? Фашист командирҙары ошо һорауға яуап эҙләне. Әлегә танкыға ҡаршы ике мылтыҡтың булыуы ғына мәғлүм уларға. 

Тәүге атака ҡаршы торған ғәсҡәр көсөн билдәләү маҡсатын тотто, шуға ҡапыл башланды һәм шулай уҡ тиҙ кире ҡайтты.

– Күр ҙә тор, хәҙер башланасаҡ. Командаһыҙ ата күрмә, Зыяетдин ағай, эште һәләк итерһең. Яҡыныраҡ ебәрер кәрәк ҡәбәхәттәрҙе, шунан, әйҙә инде, – Хисмәт өсөн хәҙер һуғыш көндәлек тормошо, ҡәҙимге эше, оҫталыҡ менән башҡарған шөғөлө. Белеп, хатта алдан күрәҙәселек ҡылып һөйләй шуға.

– Бигерәк күп күренәләр, танкылары ишшу…

– Төнгә тиклем тоторға кәрәк уларҙы, ҡараңғыла һуғышмай немец. Шунан шым ғына үҙебеҙҙекеләр яғына шылабыҙ. Әйҙә… – Хисмәт хәбәрен әйтеп бөтмәне, танкылар ышығында дошман тағы һөжүмгә күсте.

Снарядтар тәүҙә ПТРД расчеттары ятҡан урынға төштө. Тик бушҡа булды. Сөнки бронялы януарҙы аулаусылар позицияны алмаштырғайны инде.

– По врагу, огонь! – Көслө ут аҫтында дошмандың атакаһы сәсәп туҡтаны. Тағы бер танк ҡыйралып яланда тороп ҡалды.

Ҡыҙылармеецтарҙың көслө оброна ҡороуына, ҡапыл ғына уларҙы алып ташлап булмаясағына төшөнгән немецтар, артилеррияны эшкә ҡушты. Снарядттар теүәл генә сәпкә ятмаһа ла, ярсыҡтары, эҫе көндә малға тынғы бирмәгән күгәүен күселәй, һауала һажлап торҙо, баш күтәрергә ирек бирмәне.

Тағы сысҡан төҫөндәге китель кейгән ғәскәр сафы күренде.

Рота көн кисләгәнсе биш атаканы кире ҡаҡты. Позиция биш тапҡыр утҡа тотолдо. Фашист тын алырға ла ирек бирмәй алмаш-тилмәш йә һөжүм итте, йә снаряд яуҙырҙы. Санитар яралыларҙы сауҡалыҡта ышыҡ урынға ҡоролған ҡыуышҡа өҫтөрәне, үлгәндәрҙе окоптарҙан алыҫ түгел урынға ташып һала барҙы.

Бөтөнләй һүрелгән ҡояш байырға ыңғайлаған, ә бәрелеш саҡ ҡына тынып торған мәл.

– Браток, помоги! – ҡаты яраланған бәһлеүән кәүҙәле Күгәрсен башҡорто Хамматовты саҡ һөйрәп килгән санитар Зыяетдинға өндәште.

– Бар, бар, ағай, һыу алырһың кирегә әйләнгәндә, – яҡташының һораулы ҡарашын тотҡан Хисмәт, уны дәртләндереп, ризалығын белдерҙе.

Күп тә үтмәне, тағы снарядтар оса башланы, артынса ҡара яу позицияға ябырылды. Күрәһең, немец-фашистары, көнсығышҡа артабан хәрәкәтте таң менән тотҡарлыҡһыҙ дауам итеү өсөн, Солтановтың ротаһын ошо атака менән ҡыйратып ташларға, тамам дөмөктөрөргә уйланы. 

Ҡаты шартлауҙан Хисмәт берауыҡ шаңҡып ятты. Ҡолағының шаулауы баҫыла биргәс, эргәһендәге окопҡа ҡүҙ һалды – Хоҙайым, Зыяетдин Байгилдин, үлемесле уттан һаҡланам тип, үҙ ҡулдары менән ҡаҙған ер ҡыуышлығы урынында снаряд шартлауынан хасил булған киң ауыҙлы соҡор ята ине. Тәҡдир үҙе бойорғандыр, санитар аша уны үҙ ҡолона еткергәндер, үлемдән аялағандыр.

– Һыу йот, ҡустым, – снаряд гөрһөлдәгәндә ҡымшанмаған Хисмәт, кеше өндәшеүенә тертләп китте. – Был мин – Зыяитдин, – тине фляга һуҙған ҡул хужаһы.

– Һин юҡта окобың ҡайһылай иркенәйҙе, немецҡа рәхмәт әйтеп, әйҙә инде, аунаҡлап йөрөп, рәхәтләнеп атыш. Ә мин үҙемдекендә сүкәйеп саҡ ултырам, аяҡтар ойоп бөттө, – тип моңһоу көлдө Хисмәт яҡташының иҫән-һау әйләнеүенә ҡыуанып.

– Гранаталар, патрон обоймалары, фьют, осҡан бит, дә-ә-ә…

– Бүлешәйем, бая старшина боеприпас таратҡанда күп алып ҡалғайным… Килә ҡәбәхәттәр… Мә ал, тиҙ бул, позицияңа ят маңлайыңа пуля сәпәмәҫтәре элек… – Хисмәт немецтарҙың тағы атакаға күтәрелеүен күреп, яҡташын ҡабаландырҙы.

Немецтар йүгереп киләләр ҙә яталар, йүгереп киләләр ҙә яталар. Рота пизицияһына юғалтыуһыҙ мөмөкин тиклем яҡынларға һәм, ҡапыл күтәрелеп, окоп рәттәренә бәреп инеү иҫәптәре. Капитан Солтанов дошмандың планын тиҙ асты: ут асмаҫҡа, команданы көтөп, икешәр гранатаны бер юлы ташларға һәм шул ыңғайҙан штыҡ һөжүменә күтәрелергә әҙерләнергә бойорҙо.  

Илле, ҡырҡ, утыҙ…

– Гранаты к бою! – Ерҙән күтәрелгән дошман өҫтөнә бер-бер артлы ганаталар осто.

Ярсыҡтар баҫылыу менән окоптан рота күтәрелде. Бер ни аңламаған немецтарҙың кемеһе ятҡан килеш ут асты, кемеһе аяҡ өҫтө тороп, алға барыуын дауам итте.

– Гранаты к бою! – тимер йоморостар осҡансы тағы бер нисә аҙым үттеләр ҙә, таға ергә ҡоланылар һәм тағы күтәрелделәр.

Иҫен йыйып өлгөрмәгән дошманға йөҙгә-йөҙ килделәр һәм яндағы бөтә төр ҡоралдан ут астылар, аралашып киттеләр – ҡул һуғышы башланды. Хисмәт винтовка төйҙәһен суҡмар урынына уңға-һулға һелтәне. Уба яланында бүре һуҡҡандағы кеүек, уңайын килтереп, башҡа тормаҫлыҡ итеп тондорҙо. Зыяетдин, сапер көрәге менән үҙенә юл ярҙы. Һан яғынан өс, дүрт, бәлки, ун тапҡыр күберәк герман һуғышсылары, был тиклем ажарланып һуғышыуға сыҙай алмай, ырғаңлап кире килгән яҡҡа юрғаланы.

Капитан Солтанов үтә ярһыған һалдаттарын пулемет утына эләгеүҙән көскә аялап алды – уңда, үҙҙәренекенә тейгеҙеп ҡуйыуҙан һаҡланып, өҙә-өҙә пулемет татылданы. Уға икенсеһе ҡушылды.

– Артҡа! Артҡа! – Командир бар көсөнә һөрәнләне. – Яралыларҙы, үлгәндәрҙе алырға! Артҡа! Позицияға!

Ҡараңғыла шәһит булған яуҙаштарын бер урынға йыйып һалдылар, документтарын алып, исемлек буйынса барланылар, һәм ҙур снаряд соҡорон ҡәбер итеп, ерләп ҡуйҙылар. Биш кеше тереләр араһында ла, үлгәндәр исемлегендә лә булмай сыҡты. Шул иҫәптән Зыяетдин Байгилдин да зым-зыя юҡ булды. Йөҙ ҙә алтмыш кешенән торған көсәйтелгән ротанан егерме биш кенә тере йән ҡалғайны.

Сафында етмеш меңдән ашыу һалдат һәм офицер иҫәпләнгән егерме һигеҙенсе армия, сигенә килеп, ун етенсе июлдә яңы булдырылған Сталинград фронты линияһына барып еткәндә мең ярым йонсоған, яраланып ҡанһыраған, ас-яланғас йолҡош хәлендәге хәрбиҙәр төркөмөнән тора ине. 

Был ҡырылыштан Хисмәт тә иҫән сыҡты.

Фото:stihi.ru

Дауамы бар. 

 

Автор:
Читайте нас