Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
3 Апрель 2023, 03:56

ЯРАЛАРЫҢ МЕНӘН ЯРАТЫРМЫН Повесть Зифа ҠАДИРОВА (3)

Коридорҙа кемдеңдер ҡысҡырған тауышы ишетелә, кемде эҙләйҙәр? Ә ул аҡ ҡар өҫтөнән ап-аҡ күлдәк менән, ялан аяҡ атлай. Кемдер уға өндәшә: Ася-а-а, Ася-а-а! – Уны саҡыралар, һелкәләр, өҫтөрәйҙәр...

ЯРАЛАРЫҢ МЕНӘН ЯРАТЫРМЫН Повесть Зифа ҠАДИРОВА (3)ЯРАЛАРЫҢ МЕНӘН ЯРАТЫРМЫН Повесть Зифа ҠАДИРОВА (3)
ЯРАЛАРЫҢ МЕНӘН ЯРАТЫРМЫН Повесть Зифа ҠАДИРОВА (3)

ЯРАЛАРЫҢ МЕНӘН ЯРАТЫРМЫН

Повесть

Зифа ҠАДИРОВА

(3)

Асия эстән генә йыр башланы, тик күҙ йәштәре йыр һүҙҙәрен бүлеп, тамаҡ төбөнә төйөр булып ултырҙы. Һағыныу, көтөүҙән дә ғазаплы ни бар икән тағы, тип, мәтрүшкәле сәй менән күҙ йәштәрен бергә йотто. Кемгә бәхет килтерә был мөхәббәт тигәнең? Ғашиҡ булғанда һин бәхетлеме, әллә иләҫ-миләҫ йүләргә әйләнәһеңме? Тик бына хәҙер генә аңлайһың, таяҡ ике башлы шул: бер башында – берәү, икенсеһендә – әлегә бер ярым. Аһ, ул тилмереп көтөүҙәр... Ә бер көндө Рифаттан хат килде, ул унда: “Буласаҡ ҡәйнәмә ҡунаҡҡа барҙым, ҡаты ҡунаҡ булғанмын, хатта йоҡлап ҡалғанмын”, – тип яҙған. Асияның күҙ алдары ҡараңғыланды, аңы томаланды, былай ҙа ана-бына өҙөләм тип торған сабырлыҡ ташлап ҡастымы, тиҙ-тиҙ кейенде лә магазинға сапты. Унан ҙур-ҙур таблеткалы тараҡан ағыуы һатып алып ҡайтты. Еҫе донъяға таралды, эсә алмағас, ул уны ашҡа һалып ашаны, баллы сәйгә һалып болғатып эсте. “Йәшәй алмайым, арыным”, тип, иҙәндә аунай-аунай иланы. Тыуырға яҙған булһа, тыуа, йәшәргә яҙған булһа, йәшәйһең икән. Асия башта карауатына менеп ятты ла күҙен йомдо, “бала тулай ҡорһаҡта, йән бирәбеҙҙер”, тип уйланы. Юҡ шул, булманы, ҡыҙҙар ҡайтып инеп бүлмәләге һаҫыҡ еҫкә аптырап эҙләнә торғас, хәлде аңлап алып, уны карауаттан һөйрәп төшөрөп ҡоҫтора башланылар, күрше бүлмәнән медик ҡыҙҙар керҙеләр. Дөйөм ятаҡ шулай инде, бер ғаилә кеүек йәшәй. Кемдер һүкте, кемдер ауыҙына һөт һалды, тик ашығыс ярҙам саҡыртманылар. Белһәләр, ултыртып та ҡуйырҙар тип, үҙҙәре иртәнгә саҡлы уның янында ҡайнаштылар. Ике көн тартышып ҡоҫто. Үлә алмағас, ни эшләйһең, кире эшкә сығырға тура килде. Тик теге тараҡан ағыуының еҫе тағы бер аҙна эсенән килеп йөрөнө. Уның хәлен бер Маша апай ғына аңлай, борсола ине.
– Эй, бала, ни эшләнең һин, яныңа яҡын килерлек түгел бит, тараҡан ағыуы еҫе килә. – Маша апай оло йәштә булһа ла, серҙәре уртаҡ. Бер нисек тә ярҙам итә алмауҙан ғажиз ине ул. – Һин түҙ инде, түҙ, барыһы ла үтер, – тиеүҙән ары китә алманы, бригадалағы ҡайһы бер “аждаһа”ларҙан да рәнйетергә бирмәне.
Көҙ етте, еңел эшкә: баҫыуға сөгөлдөр, кишер, кәбеҫтә йолҡорға ебәрҙеләр. Инде беренсе ҡар төшкән, ер ҙә туңа башлаған. Баҫыуҙа тубыҡтан һаҙ, өҫтән ҡарлы ямғыр яуа, аяҡта резина итек – ҡул-аяҡтар өшөп-ҡурылып ҡата. Ҙур-ҙур сөгөлдөрҙәрҙе трактор арбаһына ташлау ҙа еңел түгел. Бер көндө тракторсы ергә һикереп төштө лә асыуланып ҡысҡырҙы:
– Ни эшләп йөрөйһөң бында, ауыҙыңа еткән ҡорһағың менән? Бар ҡайт!
– Ағай, мине бында эштән “легкий труд”ҡа ебәрҙеләр бит, нисек китәйем?..
– Йә Аллам, бында ниндәй еңел эш булһын ти, еңел булһа, бөтә кантур бында булыр ине, ҡасан бөтөр был ерҙә ахмаҡлыҡ? – тип һөйләнә-һөйләнә киренән кабинаһына менеп ултырҙы, тик оҙаҡ тормай яңынан төштө.
– Әйҙә, кабинаға менеп ултыр, әйҙә-әйҙә, – тип этеп тиерлек кабинаға ултыртты, һәм үҙе лә уның янына менеп ултырҙы. Термос алып кружкаға ҡайнар сәй ҡойҙо.
– Мә, эс, эсеңә йылы инһен. – Сәйҙән тәмле алма, ҡара емеш еҫтәре таралды, ҡаҙ тәпәйе кеүек ҡып-ҡыҙыл булып ҡатҡан ҡулдарын кружкаға һуҙҙы. Уны шулай йәлләүсе булыуҙанмы, күңеле тулып китте: ике күҙ йәше эсә торған сәйенә шып итеп тамды.
– Әй, бала-бала, контораға бар ҙа әйт, эшләй алмайым тиген, һалҡын тейҙерәһең бит, – тине ағай, аталарса борсолоп. – Асия йәшле күҙҙәрен тракторсы ағайға күтәрҙе.
– Рәхмәт, ағай, сәйең бик тәмле. Миңә тағы бер ай түҙергә кәрәк, унан декретҡа китәм.
– Ниндәй бер ай ти ул, һинең ирең урынында булһам, бер аҙым да өйҙән сығармаҫ инем. Үҙҙәре бала ғына, бала табалар. Үҙеңде һаҡларға кәрәк!
Асия тракторҙан төшөп эшенә тотондо. Әлбиттә, ирең булһа, шулай булыр ине лә бит, юҡ шул, тип, үҙ алдына һөйләнде, күҙ йәштәрен көҙгө ямғыр йыуа торҙо. Асия көн дә лыс һыу булып ҡайта ла йығыла. Бүлмәлә электр плитәһе бөтөнөһөнә берәү, һәр кеше үҙенә айырым ашарға бешерә, уның кәстрүленә сират еткәнсе ул арып йоҡлап та китә... Бер ай декретҡа тиклем һаҙ йырҙы, түҙҙе. Кемдер, үҙең теләп алған яҙмыш, түҙәһең инде, тине. “Әлбиттә, был – уның хатаһы, был – уның яҙмышы. Ул бит килеште яҙмышы менән, бүтәнде көтмәй ҙә булһа кәрәк... Хәҙер был донъянан китә алмағас, йәшәргә кәрәк. Малай тыуһын, атаһына оҡшаһын, ул уны бер кем менән дә бүлешмәйәсәк, туйғансы үҙе генә яратасаҡ”. Шулай ҙа көттө, бөтөнләйгә түгел, хәлен белергә генә булһа ла килеп китер, бәлки, ярҙам итер. Бәпәйҙе больницанан алып сығырға ла бер нәмә әҙерләнмәгән. Заманаһы шундай: магазинда алыр нәмә юҡ. Өйрәнсектең аҡсаһы – етмеш алты һум. Шулай ҙа көн дә магазин юлы тапай торғас, әйберҙәр тупланы аҙыраҡ. Рифат башҡа аҡса һалманы. Үҙенең яраҡлы бер генә кейеме ҡалманы – ҙур булмаған буйына тау тиклем эс. Әсәй ебәргән пальтоның өҫтәге ике төймәһен генә эләктереп була ине. Билдәле инде, әсәһе был хәлдәрҙе белмәне. Көндәр буйы башында ҡайнаған уйҙарҙан арыныр өсөн йоҡо менән ҡотолмаҡсы булды – ашарға ла барлы-юҡлы, башын төрҙө лә йоҡларға тырышты. Рифаттан хаттар килә. Һәр ваҡыттағыса: “Бына-бына киләм, әлегә аҡса юҡ...“ – тип яҙа. Ул алдар тип башына ла килмәне. Дөйөм ятаҡтың коридорҙары ҡап-ҡараңғы, шуға күрә, аяҡ тауыштары ишетелһә, ишеккә ҡарап ул ҡатып ҡала: килгәндер, ишекте таба алмай йөрөйҙөр, бына хәҙер килеп уның ишеген ҡағыр, тик... аяҡ тауышы уларҙың ишеген үтеп китә.
Асия, саҡ-саҡ тын ала ла, көс-хәл менән урынына барып йығыла, йә шунда ишек төбөнә ултыра ла тауышын сығармай ғына үкһеп илай. Ай ауыр ҙа һуң көтөүҙәре, ошо бер нисә секунд уның бар көсөн, хәлен ала ине. Уйланыуҙан башы сыҡмай: “Килеп инһә, танымаҫ та инде, йәй сығып киткән ябыҡ, ҡыҫҡа сәсле бала-саға түгел бит. Уның ҡара һипкелдәре әллә ҡайҙа ҡасып бөттө, юҡһа, ул шул тиклем һипкелле ине бит”. Уның үҫмер сағынан бер ҡыҙыҡ хәл иҫенә төштө...
Бәләкәй сағынан ферманан ҡайтып инмәне – һыйыр сире ҡағылған – фермаға сығып китә лә әсәһенә, башҡа һауынсыларға ла һыйыр һауышып ҡайта ине. Шуғалыр, бишенсене бөтөүгә, каникулдың беренсе көнөндә үк бригадир килеп инде: “Әйҙә, туғаным, Рәмзиә апайыңдың һыйырҙарын һауып тор әле, подменныйҙар юҡ, дояркаларҙы ялға ебәрергә кәрәк”, – тип һорағас, шатланып риза булды. Етенсе класты бөткәс, уны бригада менән Уралға уҡ ебәрҙеләр. Урыҫ ауылына урынлаштырҙылар: бөтә бригадалары менән бер ҡарсыҡҡа фатирға индерҙеләр. Йәшлек бит, кисен йыйылышып клубҡа, киноға, шунда урыҫ егеттәрен дә ҡарарға сыҡтылар. Асия ла, сәсен икенән аҡ бантиклап үреп, үҙенсә ҙур ҡыҙ булып, клубка килде. Инеүгә, үҙенә ҡарап торған бөҙрә сәсле егеткә бер ҡарап, күрсе, хәс Пушкин тип уйлап ҡуйҙы. Бер нисә көн шулай ситтән бер-береһен күҙәттеләр. Ә бер көндө көтөлмәгән хәл булды. Һөт менән битте йыуһаң, һипкел бөтә тигәнде ишеткәне бар. Көн дә иртән, кис һыйырҙы һауа ла, һауып бөткәс, һуңғы ҡуйы тамсыларын усына һауып битенә һөртә, һауым бөткәндә бите бер килке ҡаймаҡҡа ҡата, етмәһә, тиреңде тарттырып ялтыратып ҡуя. Шулай һыйыр һауып ултырғанда, берәү: “Здрасти!” – тине. Асия күтәрелеп ҡараны ла телһеҙ ҡалды, ҡаршыһында “Пушкин” баҫып тора! Ул ниҙер һөйләй, Асияның башына бер ни һыймай, бер ни аңламай һыйыр аҫтында ултыра бирә. Өс тинлек руссаһын да онотто. Көскә зиһенен йыйҙы. Ул да булһа, егеттәр ике “матай” менән уларҙы алырға килгәндәр икән, сөнки йәйләү ауылдан ун саҡрым ситтә ята ине. Асия үҙенсә: “Нельзя, Хәмзә ағай ругается”, – тип аңлатты. Ә ул һаман йылмайып уға ҡарап тора бирҙе. Хәмзә ағай рөхсәт итте. Беренсе тапҡыр (!) егеттәр менән матайға ултырып ҡайтып киттеләр. Юлда ҡайтҡанда “кәзә матай”ҙың алғы оҙон көҙгөһөнә күҙе төштө: көҙгөнән уға “Пушкин” йылмая, әҙерәк үрелеп ҡараһа... үҙен күреп, бер секундҡа саҡ һушын юғалтманы: бите ап-аҡ, онға төшкән сысҡан кеүек, ҡаш-керпектәр төрлөһө төрлө яҡҡа таралып йәбешеп ҡатҡандар, хатта маңлай сәстәре лә унда-бында йәбешеп шаҡылдап ҡатып, битте ялтыратып тарттырған, әйтерһең, япон гейшаһы. Асия, семетеп кенә тотоноп ултырған еренән, “Пушкин”дың биленән ҡыҫып ҡосаҡланы ла башын уның артына йәшерҙе. Әллә уныһы бик тулҡынланып китте был көтөлмәгән хәлдән, китте “Кәзә матай” уйнаҡлап әле бер яҡҡа, әле икенсе яҡҡа, саҡ ауманылар – көскә тыйып тураланы егет. Хәҙер уйлай ҙа көлөп ҡуя: ҡояш нурҙары ул саҡлы ҡуйы һөт ҡатламын үтеп инә алмағандыр, ә бына хәҙер ҡайҙалыр үҙҙәре үк юҡҡа сыҡтылар. Йылдар-йылдар, йәшлекте генә түгел, мәңге бөтмәҫ һипкелде лә алып китәләр икән шул”.

***

Асия көттө. Бына килер, ярҙам ҡулын һуҙыр, яратмаһа ла йәлләр. Өмөт өмөт кенә булып ҡала шул. Рифатты ғәйепләмәне. Үҙе, тик үҙе генә ғәйепле: ниңә ышанды, нимәгә өмөтләнде, хәҙер ниңә көтә? Декретҡа сыҡҡас, уны “сохранение”ға һалдылар, ҡыуанды – берҙән, улар ышаныслы ҡулда, икенсенән, унда ашау бушҡа. Тик уныһы ла ғазап булды, бергә ятҡан ҡатындар икеһе лә бик иркә, көйһөҙҙәр. Уларға ни генә ташымайҙар – сәтләүек тә, емеше лә... Ә улар: ундайы кәрәк, бындайы кәрәк тип, көйһөҙләнәләр, таптыралар – ауыҙҙары ашауҙан бушамай, тик бер нәмәләре менән дә бүлешмәйҙәр, әйтерһең, бында Асия бөтөнләй юҡ. Уларҙы башҡа кеше бөтөнләй ҡыҙыҡһындырмай: икеһе уҙышмаҡтан маҡтаналар, ах-ух киләләр. Асия күберәк коридорҙа йөрөй, өс тапҡыр ашау етмәй, шулай ҙа – өс ашау бит ул! Ҡорһаҡ тауҙай, икәү булмағайы тип ҡурҡып та ҡуя. Янына килеүсе-килтереүсе юҡ, ә бәпәйләгәс ни булыр, кем ҡаршы алыр?.. Үҙе һанауы буйынса яңы йылға ҡаршы – утыҙ бере көндө тыуҙырырға тейеш, ә табиптар ун бишенсе декабргә ҡуйҙылар, кем яңылыша... Ул йылды, етмеш һигеҙҙән етмеш туғыҙға сыҡҡанда, шундай ҡаты һыуыҡ килде, хатта иллегә етте һалҡын. Һалҡындар утыҙ бере иртән үк һиҙҙерҙе: батареялар шартланы, йылы биреү бөттө, унан ут та юҡҡа сыҡты. Дөйөм ятаҡта йылылыҡ та, ут та ҡалманы. Төштән һуң бүлмәләш ҡыҙҙар үҙ таныштарына таралып бөттөләр, Наилә менән Наташа ла бригадирҙарына ҡуна китте. Асия булған бөтә кейемен өҫтөнә өйҙө. Ярай әле аяғына кейергә әсәһе ебәргән кейеҙ итеге – быймаһы бар, пальтоһын да кейҙе, булған бер ҡат йоҡа одеялына төрөндө лә карауатына барып ятып йылынырға тырышты. Ут булмағас, сәй ҙә юҡ: кисә кистән сәй эскән килеш. Икмәктәр ҙә туңды. Улар йәшәгән ҡатта бер кеше лә ҡалмаған, бар ерҙә тып-тын. Ята торғас, башына барып етте: “Был – уның һуңғы төнө, ҡысҡырһа ла – бер кем ишетмәй, бәпесләй башлаһа – ашығыс ярҙам саҡыртыр кеше юҡ. Эй, улым, беҙҙе ҡайҙа күмерҙәр икән, бер-беребеҙҙе күрмәй ҙә китербеҙме икән ни... Тыуыуын тыуһаң, нисек тә үҫтерер инем әле...” Ул саҡта УЗИ тигән нәмә юҡ, ә сабыйының малай булыуына һис шиге юҡ. “Малай, тик малай! Атайың кеүек матур, аҡыллы бала булыр инең, атайың бик яҡшы кеше, мине яратмаған өсөн генә уны хурлай алмайым. Аһ, көнө ниндәй... Беҙ һинең менән ниндәй һынау алдында ҡалдыҡ, иртәгеһе көнгә саҡлы әле йыраҡ бит, балам, әгәр беҙ был зәмһәрир һалҡында ҡатып үлмәһәк, киләсәктә юғалмаҫ инек тә... Үҙе йығылған – иламаҫ, тиҙәр, мин түҙер инем, йығылһам да, тыуған яғыма ҡайтып иламаҫ, әсәйгә күҙ йәшен күрһәтмәҫ инем...” Бөтә булған нәмәне эсе тапҡырына ҡапларға тырышты, үҙе үлһә лә, иртәнгә тиклем, бәлки, бала әле йылыла иҫән ҡалыр, тигән өмөт бар ине. Йоҡлап китһә, башҡа уяна алмаҫын да аңлай, башына йүнле уй ҙа килмәй, киләсәк тураһында хыялдары ла әллә ҡайҙа юҡҡа сыға барҙы: аҡрынлап-аҡрынлап, аҡ болотҡа төрөлөп тирбәлеп, йоҡоға китә башланы... Коридорҙа кемдеңдер ҡысҡырған тауышы ишетелә, кемде эҙләйҙәр? Ә ул аҡ ҡар өҫтөнән ап-аҡ күлдәк менән, ялан аяҡ атлай. Кемдер уға өндәшә: Ася-а-а, Ася-а-а! – Уны саҡыралар, һелкәләр, өҫтөрәйҙәр...
– Ася, вставай, умрешь ведь. Как твой курсак? О Боже! О Боже! Мин бит һине балниста тип белдем. Ҡыҙҙарың үҙҙәре генә килгәндәр, ә һин юҡ. “Ҡайҙа Ася?” тип һорайым, “общагта ҡалды” тиҙәр. Тор, туғаным, тор әйҙә. Мин һине үҙебеҙгә алып сығам. – Штукатурҙар бригадаһының бригадиры Маша апай Асияны көскә күтәреп аяғына баҫтырҙы. Асияның аяҡтары ҡатҡан, атлау – ғазап, һәр бармағы энәгә баҫҡан кеүек сәнсә. Ҡултыҡлап алып, Маша апай уны ишеккә табан һөйрәне: “О, Иисусе, помоги, үлтермә был балаларҙы: береһе – тыумаған, икенсеһе әле йәшәргә лә өлгөрмәгән... – Күҙен генә ҡалдырып Асияның шәле өҫтөнән тағы бер ҡат шарф урап ҡуйҙы:
– Ҡурҡыныс һалҡын бөгөн, детка, иҫән ҡалырға кәрәк...
Мәңге онотолмаҫ төн булды. Ут булмағас, лифт та эшләмәй – бар көстәрен йыйып, һигеҙенсе ҡаттан ҡапшана-ҡапшана төшөп, урамға сыҡтылар. Яңы йыл төнө. Шартлаған торбаларҙан ағып сыҡҡан һыу йырғанаҡтары ҡата бара: тышта илле градус һалҡын, хатта һауа, күк йөҙө зыңлап тора. Диуарҙарға бәрелеп, ҡотоп еле геүләй. Бар ерҙе һалҡын томан һырыған. Бағаналағы тоноҡ уттар яҡтыһында йығылмаҫ өсөн бер-береһенә тотоношоп йүгергән кәүҙәләр шәйләнә. Маша апайҙар йыраҡ түгел, юл аша ғына йәшәйҙәр ине. Шул араны ла улар мең михнәт менән үттеләр. Маша апай, Юғары көскә рәхмәттәр әйтеп юл буйы үҙ доғаһын уҡыны: “Слава Тебе, Господь, спасибо! Барыһы ла яҡшы, барыһы ла яҡшы...”
Тупһанан аяҡтарын һөйрәп алыуға, икеһе лә иҙәнгә ауҙылар. “Аллаға шөкөр! Иҫән ҡалдылар...” Йылы өйгә килеп ингәс тә үҙенең иҫән ҡалыуына ышанмайынса торҙо: “Йә Аллам, миңә ебәргән ярҙамың, мәрхәмәтле кешеләрең өсөн мең-мең рәхмәт!” – Асия ишек эргәһендә шым ғына илай, ҡысҡырып әйтергә көсө лә, хәле лә юҡ ине. Маша апай уны тағы өс көн ҡайтарманы, дөйөм ятаҡҡа йылы биргәнсе үҙҙәрендә тотто. Тәбиғәттең үҙ закондары бар икән бит: ҡаты һалҡында малдар ҙа, балалар ҙа тыумай – һалҡындар үткәнде көтә икән, Алла һаҡлай икән әсәләрҙе, тыуасаҡ сабыйҙарҙы ла. Улын һәм үҙен дә декабрь һалҡынынан Алла һаҡлап ҡалды. Ир бала, донъяға тыуғанын белдереп, унынсы ғинуарҙа ғына һөрән һалды. Дүрт кило ла алтмыш сантиметр! Бәпәйләй алмайынса бер тәүлек интекте. Әй асыуланып та ҡуйҙы һуң акушер ҡатын: “Үҙең чебурашка саҡлы, балаңды фил саҡлы үҫтергәнһең, – тип, бысаҡ менән ярып ебәрҙе. – Ялҡауланып йоҡлап ятаһығыҙ ҙа таба алмайһығыҙ”, – тип һүкте.
Асия:
– Эйе, апай йәнем, йоҡланым да, үҫтерҙем дә, әллә ниҙәр тип һүк, беҙ иҫән ҡалдыҡ! – тип, ҡул һыртын тешләп, тауышһыҙ ғына иланы.
Асияның яралары оҙаҡ төҙәлде. Бала тыуҙырыу йортонан унынсы көндә генә сығарҙылар, унда ла ҡаршы алырға Маша апай ҡыҙҙарҙы ебәрҙе, өс ҡыҙ килеп алып ҡайттылар. “Маша апай – изге йән! Тик мин һиңә бер нисек тә ярҙам итә алманым”. Маша апайҙарҙың үҙ балалары юҡ ине, шуға күрә улар алты айлыҡ бала алып үҫтергәндәр. Асия килгәндә, Андрюша өсөнсө класта уҡый ине. Иҫ китмәле матур бала, күренеп тора: ни урыҫ, ни татар. Аҙаҡ Маша апай әйтеүенсә, әсәһе – татар, атаһы ҡара халыҡ икән. Әсәһе ул баланы роддомда ҡалдырып сыҡҡан. Шул баланы матур ғына үҫтереп ятҡанда, Маша апайҙың ире кинәт үлеп китте. Асия ла йәшәргә иҫке ҡаланан яңы ҡалаға күсте – юлдар айырылды. Улар, ун биш йылдан һуң, баҡсала осраштылар. Маша апай ул саҡта бик ҡаты ғына һалғылай башлаған ине, уға эйәреп, Андрюша ла. Ҡыҙғаныс ине, кешенән ишетеүенсә, Маша апай баҡсаһында үлеп ятҡан, өс көндән һуң ғына тапҡандар. Андрей өйләнеп, эсеп китеүе арҡаһында әсәһенән ҡалған өс бүлмәле фатирын, ғаиләһен юғалтты, урамда ҡалған тип ишетте. Ҡыҙғаныс, шундай яҡшы кешеләрҙе хәрәм йылан ағыуы юҡҡа сығара. Асия уны һәр саҡ яҡшылыҡ, йылылыҡ менән иҫкә ала. Гел уйлай: “Доға юллар кешеләре лә ҡалманы бит, әллә сиркәүгә инеп шәм ҡуяйыммы икән, атаҡайҙан уҡытып сыҡһаң, яҡшы булыр ине шул, ярай, тыуған яҡтарҙан йөрөп киләм дә, берәй сиркәүгә инеп сығырмын”, – тип күңеленә һалып ҡуйҙы.
...Бер бүлмәлә өс кеше, бала менән бик еңел түгел. Бала әсәһенең хәлен аңлағандай, тыныс ине, иларға итә башлаһа, юрғанға төрә лә коридорға алып сығып китә. Дауахананан сығып егерме көн тигәндә, көтмәгәндә, санаһы тулы бер ҡапсыҡ ит-май һөйрәп бүлмәләренә әсәһе килеп инде. Асия ҡурҡып та, аптырап та ҡалды: “Бала саҡтағы кеүек тотоп туҡмармы икән? Хәлде нисек аңлатырға хәҙер?” Әсәһе, инеү менән, ишек төбөндәге артһыҙ ултырғысҡа ултырҙы ла башын һелкеп ултыра бирҙе. Бер һүҙһеҙ бүлмәне күҙҙән үткәрҙе: “Һәр кемгә бер карауат та бер тумбочка...” Ҡаршы яҡ карауатта ятҡан төргәкте лә күрҙе, тик йүгереп килеп балаға ҡағылырға ашыҡманы. Асия ҡыл кеүек тартылды: “Хәҙер йә тотоп яра, йә кеше алдында һүгеп ташлаясаҡ”. Тик әсәһе әллә юлда килеп бик арыған ине, тыныс ҡына ултыра бирҙе. Йыраҡтан ҡарап та баланың ҙур булып тыуғанын самаланы. Ниһайәт, әсәһе телгә килде:

– Нисек таптың, был сибек кәүҙәңә, балам? Әй, балам, хур иттең бит, туғандар алдында ла, ауыл алдында ла... Кешеләргә нисек күтәрелеп ҡарамаҡ кәрәк хәҙер... – Ул аҡрын ғына өҫтөн һалып бала янына килгәс, Асия еңел һулап ҡуйҙы. Ә әсәһе йылы төргәкте һаҡ ҡына һүтеп, бәпәйҙе сисендереп, бөтә ерен ҡарап-тикшереп сыҡты: дүрт һаны ла теүәлме...

Дауамы бар.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас