Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
4 Апрель 2023, 15:05

Миҙалһыҙ һалдат Повесть (Аҙағы) Рәсүл БАЙГИЛДИН

– Марат ул… Марат уның исеме, атай, – ике ҡулы менән ирҙең муйынын һығып ҡосаҡлаған Гөлйемеш икеләнеберәк ҡалған атаһына ярҙамға килде.

Миҙалһыҙ һалдат Повесть (Аҙағы) Рәсүл БАЙГИЛДИНМиҙалһыҙ һалдат Повесть (Аҙағы) Рәсүл БАЙГИЛДИН
Миҙалһыҙ һалдат Повесть (Аҙағы) Рәсүл БАЙГИЛДИН

18.

Алтын көҙ. Оҙаҡҡа һуҙылған ямғырҙарҙың тымып тороуына аҙна самаһы булыр. Көндәр ҡояшлап киткәс, ер һурыҡҡан, һауа саф. Алтын төҫкә малсылған һиллек, май шикелле йомшаҡ, яңы айыртылған балдай хуш еҫле, тыйнаҡ ҡыҙҙай ипле, оҙон башҡорт көйөләй һалмаҡ, туҡылған йәш ҡатыҡтай ҡуйы. Уны икмәккә яғып ашағы, әҫәрләнеп тыңлағы, һемереп эске килә. Хозурлығына һоҡланып бөткөһөҙ, һауаһын һулап туйғыһыҙ.

Алтын көҙ – ҡыҫҡа ғына мәлгә кешегә бүләк ителгән тәбиғәттең ғәжәип миҙгеле. Әйтерһең, һалҡын ҡыш алдынан Аллаһы Тәғәлә уға мәшәҡәттәрҙән аҙға ғына арынырға, туҡтап тирә-йүнгә күҙ ташларға, фанилыҡ һәм мәңгелек тураһында уйланырға, бәлки, үткән тормошон байҡап, төптән үҙгәреп, башҡаса йәшәй башлау хаҡында ҡарарға килергә форсат бирә.

– Тпру, малҡай, – Ҡәнифә юлынан юрғалаған ат, дилбегә ҡаҡҡан аҡ һаҡаллы бабай, был хозурлыҡҡа үтәнән-үтә инеп, уға сумып, эсендә иреп, уны йәмләй, терелтә, мәғәнә өҫтәй, гүйә.

Ҡарттың арбаһына һалдат ултырған. Тәүҙә юлаусылар иркенләп ғәпләшеп барҙылар. Һуғыш хәлдәре унда һәм бында нисек булған, дөйөм белештәрҙең кеме үлгән, кеме тере ҡалған, үҙҙәренә ҡағылышлы уртаҡ хәбәр берен-бере алыштырҙы. Шунан, әһәмиәте икенсел ғәпкә күстеләр. Тик әңгәмәнең бушҡа тартым был өлөшө оҙаҡҡа барманы – ожмахтың үҙенә тиң тирә-йүнде артыҡ һүҙ менән боҙоуҙың, бысратыуҙың хилафлығын аңлағандай, шымып ҡалдылар. Һүҙ ул эштә, тормошта аралашҡанда, мөнәсәбәткә ингәндә, фекереңде башҡаға еткергәндә, яңылыҡтар менән уртаҡлашҡанда, башҡа сараһы ҡалмағанлыҡтан әрләшеүгә күскәндә төҫ. Ә өҫтән, ете күк ҡатынан, илаһи нур төшкәндә, ул артыҡ, мәғәнәһеҙ.

Һалдат түҙмәне, ат, дилбегәнең бушауын тойоп, яйлаған ыңғайға ергә һикереп төштө лә, сатанлап барып аҡ ҡайынды ҡосто, сикәһен уның ҡытыршы олонона терәне.

Ошо мәлде нисәмә көн һәм төн көттө ул. Баш осонда бер туҡтауһыҙ пуля һыҙғырғанда, бомбалар шартлаунынан ер менән күк тоташҡанда, ажарланып атакаға күтәрелгәндә, яуҙаштары бысылған ағастай гөрһөлдәп ергә ауғанда, санитарҙы көтөп ала алмай яраһы ҡанһырауҙан иҫен юғалтҡанда – бер минутҡа ла өмөтөн өҙмәне. Дүрт йыл да өс ай һуғышта, ут эсендә, булды һәм имен ҡалды, тыуған төйәгенә – бөҙрә таллы, аҡ ҡайынлы, шәмдәй ҡарағайлы Һаҡмар буйына – ҡайтып етте. Ҡар ятмаҫ, ташҡын һыу өҙмәҫ ошо боронғо юлдан юртаҡлаған ат уны бына-бына ауылына, ғаиләһенә, һөйөклө ҡатыны һәм балаларына алып барып еткерәсәк. Һуғыш хәсрәтенән мамыҡтай теткеләнгән йөрәге был ҡыуанысты күтәрә алырмы?..

Юлаусыһының арбанан төшөп ҡалыуын Райман ҡарт ҡапыл-ҡарай аңғарманы. Атының, еңелерәк баҫып, йылдамыраҡ китеүенә ғәжәпләнә биреп башын борһа, янындағы һалдат юҡҡа сыҡҡан.

– Т-р-р-р, малҡай!.. Хисмәтулланы юғалттыҡ та баһа… Т-р-р-р!... – Дилбегәне ныҡ тартып атты юлдан ситкә борҙо ҡарт. – Аһ-аһ, хәтһеҙ киткәнбеҙ бит, ана, ҡайҙа ҡалған кешебеҙ…

Райман ҡарт ҡамыттың ҡолаҡбауын бушатты ла, атын үләнгә ебәрҙе. Үҙе, кейеҙ түшәген ағас төбөнә йәйеп, бот салып йәтешләп ултырып алды, тәсбихен сығарҙы – донъялыҡта өнһөҙ, һүҙһеҙ генә аңлашып эшләй торған ғәмәлдәр ҙә байтаҡ. Хисмәтулланың нисек йөрәге тулағанын, күңеле ярһығанын белә. Баҫһын, әйҙә, ташып килгән хис-тойғоларын, янып ҡуймағайы әтеү…

Һуғыш бөттө тип шунда уҡ ҡайтарып ебәрмәгәндәр һалдатты – тағы биш ай зарыҡтырғандар дүрт бала атаһын хеҙмәттә. Хәйер, иҫән ҡайтып килә. Ә уның, Райман ҡарттың, Имаметдин, Нуриәхмәт улдары, Зыяетдин туғаны ятып ҡалды. Ярты йылдан да, бер йылдан да – бер ҡасан да ҡайтмаясаҡтар. Улар киткән ерҙән ҡайтыу юҡ!.. Бер ҡасан да, бер ваҡытта ла… Шәһиттәр йәннәттең үҙенә эләгә тей – шул ғына күңелгә еңеллек, ғибәҙәт ғәмәлдәренә ихласлыҡ бирә: “Әстәғфируллааһәл ғәҙыымәл кәриимәлләҙии ләә иләһә илләә үә әтүүбү иләйһи”, – гонаһтарҙан арыныу доғаһын уҡып алды. 

Фатима килене Хисмәтулланың хатын юллап Юлдыбайға барып йөрөгәйне ҡырҡ өсөнсө йылдың аҙағында. Шул хатты яҙған кешене хәҙер үҙе ауылына алып ҡайтып килә. Был тормоштоң алдыңа шундай көтөлмәгән осрашыуҙар сығарып ҡуйыуына ғәжәпләнәһе генә ҡала. Тәүҙә Хисмәтулланы Фатима килене менән күҙләштерергә уйлап ҡуйғайны, шунан кире дүнде: тол ҡатындың ҡайғыһын яңыртҡыһы килмәне.

– Өйөңә еткереп ҡуяйым, Хисмәтулла. Ҡайһы тапҡырҙа йәшәгәнеңде беләм, барҙыҡ, йортоңдо күрҙек, тип әйткәйнем бая, – Райман ҡарт юлдашына боролоп ҡараны.

– Рәхмәт, ағай. Мәшәҡәтләнмә… Мине Аҡташ үрендә ҡалдырһаң булған. Аръяғына яйлап ҡайтырмын, ауылды күргәндәй булайым, – Хисмәт ҡайтыу ҡыуанысын оҙағыраҡҡа һуҙғыһы килде.

Бер урынға өйкөлөшөп ултырған райондың үҙәк биналарын иҫәпкә алмағанда, ауыл ташландыҡ хәлендә. Бигерәк ныҡ бөлгән һуғыш осоронда Юлдыбай. Йорттар ергә һеңешкән, араларында ҡыйыҡһыҙҙары, йонсоу туҡал һыйырҙай, ултырғандары байтаҡ. Күрәһең, ҡыйыҡтарының күрән ябыуын йә мейескә яҡҡандар ҡышҡыһын, йә малға ашатҡандар.

Хисмәт тегендә, урыҫ, украин, поляк, венгр, чех, немец ерҙәрендә, ниндәй генә йорт-ҡура, ауылдар күрмәне. Улар алдында Юлдыбай байғош ҡына түгел, ә һуңғы сиккә етеп бөлгән йолҡошҡа тиң. Һай-й-й, йәшәй белә башҡа ҡәүем – йорттарын да, ҡура ҡаралтыларын да быуындан-быуынға күсә килерлек, бер ваҡытта ла туҙмаҫлыҡ итеп таштан һалалар. Ағастан да ҡоралар унда, нигеҙен ныҡ күтәртеп, киң һәм бейек итеп, тимер менән ябып. Аллаһы Тәғәлә ғүмер бирҙе үҙенә, Хисмәт заяға үткәрмәҫ уны, былай-алайым итеп өй һалыр, етеш йәшәр. Балалары кәм-хур булмаҫ… Ул хәҙер элекке ябай колхозсы Хисмәт түгел – һуғышта еңгән, утты-һыуҙы кискән, яманын да яҡшыһын да күп күргән, төрлө кешеләр менән аралашҡан ир-уҙаман.

Эйе, түшендә ордены ла, миҙалы ла юҡ. Һуғыш башында гел сигенделәр, дошман ҡамауының берәүһенән сыҡһалар, икенсеһенә эләктеләр. Награда алыу түгел, НКВД ҡулына төшмәһәң, иншалла, – шул иң ҙур теләктәре булды. Ә инде немец-фашистарын илдән ҡыуа башлаған, миҙалын да, орденын да командирҙар йәлләмәй күкрәккә таҡҡан осорҙа Хисмәт госпиталдә ятты, аҙаҡтан обозда йөрөнө.

Үҙе генә белә, ниндәй мәхшһәр аша үткәнен, нисә тапҡыр үлемгә тура ҡарағанын, шунда ла һалдат бурысынан тайпылмағанын. Уға тиңдәр һирәк!..

Ситке өйҙән ҡатын кеше килеп сыҡты һәм һалдат кейемендәге иргә ҡаршы йүгерҙе. Йә туҡтаны, йә тағы алға ынтылды. Бына яҡын уҡ килеп етте. Йөҙөндә өмөт менән төңөлөү, ҡурҡыу менән ҡыуаныс, ғәжәпләнеү менән көнләшеү тойғолары, ҡара болотло күк йөҙөндәге һаҙағай шикелле, берен-бере алыштырҙы, һуңғы сиктә сырайы аяҙ көндәй асылып китте. Ҡатын ләм-мин өндәшмәй Хисмәткә текләп торҙо ла, кинәт кирегә боролдо һәм өйҙәр араһынан түбәнгә табан уҡталды. Хисмәт уны сырамыта ла, таный ҙа алманы. “Һөйөнсө алырға ашыға”, – тип уйланы беренсе осраған ауылдашының уны сәйер ҡаршылауына аптырай биреп.

Уң аяғының бармаҡһыҙ табаны иңкеүҙән атлағанда үҙен бигерәк тә ныҡ һиҙҙерә. Аҙымдары тигеҙ сыҡмай, һикертеп баҫа, ҡул таяғына көс төшөрөп, аяҡтарын ҡапыл-ҡапыл алмаштыра. Строевой хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табылып ҡырҡ дүртенсе йылдың июленән обозға тәғәйенләнде, интендант командаһында ат ҡараны. Һуғыш тамамланғас та демобилизацияланып армиянан ҡайтарыусыларҙың беренсе сиратына эләкмәне ул. Иң элек бер мең дә туғыҙ йөҙ ҙә бишенсе йылға тиклем тыуғандарға приказ сыҡты. Хисмәт икенсе сиратҡа эләкте һәм ҡырҡ бишенсе йылдың октябрь башында ҡулына тейешле ҡағыҙ алды. Хәрби эшелонға ултырып Ырымбур өлкәһенең Сара станцияһына тиклем килде лә, Буребайға тиклем машинаға ултырҙы. Унан Матрайға ылау булды. Мартайҙа ла оҙаҡ тотҡарланманы. Көйөргәҙе районы үҙәге Ермолаевкаға ылау сығарырға торалар икән, әйҙүкләп ултыртып та ҡуйҙылар Райман ҡарттың арбаһына. Ылаусы яуҙашы, хәбәрһеҙ юғалған Зыяетдин Багилдиндың ике туған ағаһы булып сыҡты.

Ҡайтып етте!..

Хисмәт сикәләре буйлап аҡҡан күҙ йәштәрен йәһәтләп һөрттө. Уға ҡарай йүгергән кешеләр илаған һалдатты күререгә тейеш түгел.

Алдан ике бала төшкән. Ололар уларҙың алдына сығырға ҡыймаған кеүек – малай менән ҡыҙға етә бирәләр ҙә, кире тороп ҡалалар.

Хисмәт балаларҙы таный ҙа, танымай ҙа – белә, үҙенекеләр, тик унһыҙ ҙурайғандар.

– Һаумы, ҡыҙым, Гөлйемешем!.. Һаумы, улым!..

– Марат ул… Марат уның исеме, атай, – ике ҡулы менән ирҙең муйынын һығып ҡосаҡлаған Гөлйемеш икеләнеберәк ҡалған атаһына ярҙамға килде.

Ике ҡулына ике балаһын алған Хисмәтте Хәлимә килеп ҡосаҡланы, Төхвәт менән Хөрмәт шинель ҡайышына йәбештеләр. Кеше бәхетенә көнләшеп тә, ҡыуанып та ауыл халҡы ситтәрәк шымып ҡалды. Кемеһелер күҙҙәрен һөрттө, олораҡтар ауыҙҙарын яулыҡ менән баҫып сабырлыҡ ҡылды.

Моталлапов Хисмәт өсөн ошо мәлдән һуғыш тамамланды.

Күптәр, бик күптәр хәбәрһеҙ юғалған ирҙәрен, улдарын ғүмере буйы көтәсәк, һәм улар өсөн һуғыш баҡыйлыҡҡа күскәнгә тиклем бөтмәйәсәк, һәр саҡ, ҡайҙалыр алыҫта туҡтамай дауам итәсәк.

Хисмәт артына боролоп ҡараны – Аҡташ тауы итәгендә егелгән атын етәкләгән яңғыҙ кеше уның яғына ҡарап тора ине.

Аҙағы. 

Автор:
Читайте нас