Шоңҡар
-16 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
4 Апрель 2023, 09:53

ЯРАЛАРЫҢ МЕНӘН ЯРАТЫРМЫН Повесть Зифа ҠАДИРОВА (4)

Юҡ, барыһына түҙәм, әммә бындай итеп мине түбәнселеккә төшөрөүеңде кисерә алмайым...”

ЯРАЛАРЫҢ МЕНӘН ЯРАТЫРМЫН Повесть Зифа ҠАДИРОВА (4)
ЯРАЛАРЫҢ МЕНӘН ЯРАТЫРМЫН Повесть Зифа ҠАДИРОВА (4)

ЯРАЛАРЫҢ МЕНӘН ЯРАТЫРМЫН

Повесть

Зифа ҠАДИРОВА

(4)

– Сөбханалла, күҙ теймәһен, бигерәк баһадир булып тыуған бит! Ярар, үҫтерербеҙ нисек тә, – тине баланы ҡулына алып. Әсәһе лә йәш ине шул: әле уға ҡырҡ бер генә. Иртә ҡартайтты шул әсәһен. Үҙ оятымды үҙем генә күтәрәйем, яҡындарға ауырлыҡ килтермәйем тиһә лә, әсә уйламай түҙәме ни?
– Әсәй, нисек килдең шул саҡлы йыраҡҡа?
– Бына үҙ балаң үҫкәс, белерһең. Мин Силәбегә барҙым автобус менән, Саллыға билет юҡ, Ҡазанға остом, Ҡазандан бында остом, ошо оло ҡапсыҡ бөтә елегемде һурҙы. Әсәһенең оло сумкаһын асып ҡараһа, иҫе китте: бер ҡаҙ, әллә ярты һыйыр һөйрәп килгән ине. “Балам, һиңә яҙға саҡлы етергә тейеш”,– тине. Бер аҙна тороп, ҡыҙҙар менән яҡындан дуҫлашып, тәмле ауыл ризыҡтары менән һыйлап, баланы ҡулға нисек тоторға, нисек йыуындырырға өйрәтеп ҡайтып китте. Дөйөм ятаҡта һыуытҡыс юҡ, тышҡа тәҙрә ҡаҙағына аҫырға ярамаҫ, йәш бала бар тип, әсәһе һөйрәп килгән бер ҡапсыҡ итте янғын баҫҡысына сығарып элеп ҡуйҙы: был саҡлы ниғмәт йылға етерлек ине лә, тик икенсе көндө сыҡҡанда сумка менән ризыҡтың эҙе лә ҡалмаған. Асия, аһ итте, әле ярай әсәһе ҡайтып киткән ине. Асия ултырып иланы, тик ни эшләйһең, һин йәш бала менән асһыңдыр тип, бер кем дә кире килтереп бирмәне шул... Әсәһе белһә... Алла һаҡлаһын, мең саҡрым ергә елеге өҙөлөп һөйрәп килеп... Белмәгәне хәйерле. Асҡа үлһә лә әсәһенә әйтмәйәсәк.
Китер алдынан икеһе генә ҡалғас, әсәһе Асияны янына ултыртып:
– Мин тегеләргә барҙым бит, – тине бик серле генә.
Асияның ҡото алынды.
– Һин уларҙы ҡайҙан белдең, әсәй? Мин бит һиңә бер ни ҙә әйтмәгән инем.
– Башыңа төшһә, башмаҡсы булаһың, йөҙөмдө йыртып барҙым. “Ниңә минең баламды улай итеп сығарып ебәрҙең, бала яһағанһың икән – өйлән!” тинем. “Мин уға китергә ҡушманым, үҙе китте”, ти ҙә тора. Әсәһе илай: “Ниңә шунда эйәреп кенә ҡайтмаған?” тип. Рифат әйтә: “Бер эш тә белмәй, донъя көтә торған түгел”, ти. Һине ғәйепле итеп ҡалдырҙы. Атаһы – умартасы, хәлле йәшәйҙәр. Бына, балам, һабаҡ һиңә: юҡҡа сыҡма, үс итеп йәшә!
Асия быға аптыраманы ла, хәҙер уға элекке кеүек ауыр түгел, иң беренсе, әсәһе менән аңлашты – иң ауыры шул ине, ә ҡалғанын нисек тә йырып барасаҡ, тик кире генә ҡайтмаясаҡ.
Бала тыуып бер ай үткәс, Рифаттан хат килде. “Мин өйләндем, мин бик бәхетле, беҙ ситкә Яҡутияға сығып китәбеҙ”, – тип яҙған. Ул да булһа, яңы йылда уҡ, Асия һыуыҡта ҡатып үлем көтөп ятҡанда, туй көндәре булған. Ана киләм, бына киләм, тип, алдаштырған ғына, ҡайтып төшөр тип ҡурҡҡандыр, күрәһең. Асия хатты йомарлап күкрәгенә ҡыҫты, йөрәк сабыш атындай тулай, аҡырып илайһы, бар көсөнә ҡысҡыраһы килә, тик ул шығырҙатып тештәрен генә ҡыҫты. Йөрәкте ниҙер киҫеп үткәндәй булды. “Юҡ, мине һындыра алмаҫһың, мин үҙем ғәйепле, мин түҙергә тейеш, тейеш, их, яҙмыш...” Асия ауыр итеп ыңғырашты ла башын стенаға килтереп бәрҙе.
Балаға ике ай тулғас, яҡын ғына магазинда ярты ставкаға эш табып, иҙән йыуырға эшкә сыҡты. Сәғәт өстән алтыға саҡлы иҙән йыуып ҡайтыуға, бала йә йоҡлай, йә шартлай яҙып илай ине. Бала тыуғас та, һөт төштө. Тик етмәй ине шул. Күрше бүлмәләге ҡатын:
– Ҡыҙым аҙ имә, һауам да түгәм, үҙемә индер, имеҙәм, – тигәс, уға йөрөй башланы. Береһендә, шулай, имеҙеп ултырғанда, теге ҡатындың әсәһе менән атаһы килеп инделәр. Ауыл кешеһе туранан яра:
– Был ниндәй бала, кем балаһын имеҙеп ултыраһың, етмәһә, шундай таҙа ир бала, иреңдән рөхсәт һораныңмы? – тип, әсәһе әрләй башланы. Ире: “Имеҙһен, барыбер түгә бит”, – тип ҡараһа ла, оло апай ҡоро торҙо: “Түкһә-түкһен, имеҙмәһен. Үҙен киптереп бөтөрә бит, әйтәм ябығып киткәнһең, ир бала күп ашай шул”.
Асияға шундый ҡыйын булды, ер тишеге булһа, төшөп китер ине. Тиҙ генә балаһын алды ла сығып һыҙҙы. Шул көндән башлап улы уны ла, күршене лә иммәне. Икәү нисек кенә имеҙергә тырышмаһындар, бала кирелеп аҡырҙы, түште ҡапманы. Күршеһе менән икәү ултырып иланылар. Күрәһең, бала ла аңлай... Шешәгә күстеләр. Яҙын һалҡын тейҙереп сирләй башланылар, ике ай дауаханала яттылар. “Балала коклюш, атаһын тикшерергә кәрәк, саҡыртығыҙ” тип ҡарағандар ине, юҡ, саҡырманы. “Юҡ беҙҙең атайыбыҙ”, – тине йән асыуы менән. Асия көн-төн Рифатына көндәлек тормошон “һөйләне”, бигерәк тә балаһының көндәлек үҙгәрешен. Сирҙәргә лә ҡарамаҫтан, тулы шалҡан кеүек түңәрәк ине бала, әсәһенең хәлен аңлағандай, бик илаҡ булманы. Таҙа, һөйкөмлө, сабыр баланы табиптар ҙа бик яраталар ине. Терелеп сыҡҡандан һуң баланы ауылға алып ҡайтып, яңы һауған һөт эсерергә, саф һауала күберәк йөрөтөргә, тип кәңәш иттеләр, тик уның ҡайтырға юлдары ябыҡ ине шул, унан кире эшенә лә сығырға кәрәк. Яҙ көнө Наилә менән Наташа тыуған яҡтарына бөтөнләйгә ҡайтып киттеләр. Шыр яланғас бүлмәлә яңғыҙы ултырып ҡалды, оҙаҡ тормай улар урынына башҡалар күсте, тик уларҙың да балалы бүлмәлә оҙаҡ йәшәгеләре килмәне, тағы яңылары килде. Яҙмыш ниндәй генә кешеләр менән осраштырмай. Август айында ҡыҙҙарҙың береһенең тыуған көнө етте, Асия менән йәштәштәр ине ул ҡыҙҙар, тик улар иреклеләр шул – “пятачок”та танышып ҡайтҡан егеттәрҙе тыуған көнгә саҡырғандар. Кисә алдынан Асия күрше бүлмәгә сығып китте, балаһы йоҡлағас, ул да табынға сығып ултырҙы. Ҡаршыһында ултырған бер егет уға ҡарап-ҡарап алды, Асия оҙаҡ ултырмай тағы балаһы янына сығып китте. Шул төндә телеграмма килеп төштө: “Ҡайт, әсәйең ауыр хәлдә”. Асия ни эшләргә лә белмәйенсә бәргеләнә башланы: “Нисек ҡайтырға, баланы кемгә ҡалдырырға? Йәш бала менән дә ҡайта алмай, кеше күҙенә нисек ҡарар, туғандар ҙа белмәй. Ҡайтырлыҡ аҡса ла юҡ ҡулда”, – тип илауҙан ары китә алманы, илап шешенеп бөттө. Самолетҡа өс сәғәт ваҡыт ҡалды, ә ул бер ни ҡыла алмай. Ишек шаҡығанға һиҫкәнеп китте, асһа – унда кисәге егет баҫып тора. Асия аптырап:
– Ҡыҙҙар өйҙә юҡ, – тине ҡоро ғына.
– Мин һеҙҙең янға, – тине егет. Асия аптырап ҡарап торҙо ла балаһын ҡулына алды. – Мин ниңә кәрәк һеҙгә?
– Был кем балаһы?
– Минеке.
Егет бер аҙ ҡарап торҙо ла ғәжәпһенгәндәй һорап ҡуйҙы:
– Ысынмы?
– Ысын. Был – минең улым.
– Ә ниңә илайһың, кем рәнйетте?
– Юҡ, рәнйетмәне, телеграмма килде, әсәй ауыр хәлдә, ә мин ҡайта алмайым, – тине лә тағы илап ебәрҙе.
– Ә ниңә ҡайта алмайһың?
– Минең киткәнемә бер йыл, балаға инде һигеҙ ай, оят миңә, нисек итеп ҡайтайым...
– Ә һиңә нисек, ҡайҙа ҡайтырға һуң?
– Самолет менән, тик минең барыбыр аҡсам юҡ, – тине лә тағы һығылып төштө. Асия, бер аҙ тынысланғас, был таныш булмаған кеше алдында ни эшләп илап ултырам һуң тип, үҙ-үҙенә аптырап, тағы уға күтәрелеп ҡараны. Егет кеше шул саҡлы текәлеп, етди итеп уға ҡарап ултыра, әйтерһең, улар икеһе бер проблема сисәләр.
– Самолет ҡасан?
– Өс сәғәттән.
– Ярай, ултырып тор, – тине лә егет, нисек көтмәгәндә килеп инһә, шулай бик етеҙ сығып та китте. Асия, был ни булды һуң инде тип, аптырап ултыра бирҙе. Сәғәт ярым ваҡыт үткәндер, ул тағы осоп тигәндәй килеп инде лә ашыҡтыра уҡ башланы:
– Әйҙә, йыйын, тиҙ бул! Ҡайҙа баланың әйберҙәре, нимә кейҙерәйем? – Асия осоп йыйынғанын һиҙмәй ҙә ҡалды, әллә ни алыр әйбере лә юҡ ине инде. Аэропортҡа килеп етеп, улар автобустан сыҡҡанда бер ҡыҙ:
– Алмас, һин ҡайҙа бараһың, мин һиңә китеп барам, – тип ҡысҡырҙы. Асия ҡаушап ҡалды.
– Мин апайҙы оҙатам, киләһе ялда осрашырбыҙ, – тине лә егет, кассаға йүгерҙе, Асия уның артынан сапты. Кассаға яҡын килерлек түгел – халыҡ, талаш, ҡырылыш. Алмас ҡайҙалыр инеп китте, осорға ун минут ҡала билеттар алып та сыҡты. Самолетҡа инеп ултырғас, баланы уның ҡулынан алды:
– Арығанһыңдыр, бир мин тотайым, – тине. Бала йоҡлай ине. Асия уңайһыҙланып ҡына һорап ҡуйҙы:
– Исемең нисек? – Уны бер ҡасан, бер кем былай ҡайғыртҡаны ла, ярҙамлашҡаны ла юҡ бит, ә ул уның исемен дә белмәй.
– Алмас булам, ә һин – Асия. Мин кисә үк һорап белдем, – тип йылмайҙы, үҙенең күҙҙәре шаян да, тағы әллә нисек итеп ҡарайҙар ине.
– Рәхмәт, минең хәлемә ингәнең өсөн.
– Һе, ҡыҙыҡ та инде был тормош, мин бит һинең менән кисә танышып өлгөрмәнем, сығып юғалдың. Бына бөгөн эштәлер инде, шулай ҙа барып урайым әле, мин әйтәм, танышайым әле. Минең брат та бар, беҙ игеҙәктәр, тик беҙ бер ҙә оҡшашмағанбыҙ. Күҙ алдыма килтерәм: бер сәғәт эсендә танышып, өйләнеп, балалы ла булғанды ишетһә... Минең бында киткәнде лә белмәй ҡалды. Ул да һиңә күҙ һалған ине бит... – Улар бер-береһенә ҡарап йылмайышып ҡуйҙылар. Асия хәҙер ҡайтып әсәһенә ни тиер ҙә, туғандарына нисек аңлатыр һуң? Алмас – бик ҡыйыу егет. Яҡлар тип уйлаһа ла, барыбер ҡурҡыта ине шул.
– Ҡара әле, Асия, мин оҙаҡ була алмайым, киҫәтеп ҡуям: мин вызов көтәм уҡырға китергә, Саратовҡа, милиция мәктәбенә.
– Ярай, тик, туғандар алдында һине минең ирем тиһәм яраймы? Һин күрен генә, унан китерһең. – Ул үтенеп егеттең күҙенә ҡараны, еңел түгел ине уға быны әйтеүе. Улар бер-береһенә ҡарашып торҙолар һәм күҙ менән дә аңлаштылар.
Ауылға төндә генә ҡайтып инделәр. “Ауыр хәлдәге” әсәһенең йортта йүгереп нимәлер эшләп йөрөгәнен күргәс, Асия аптырап ҡалды. Бер әсәһенә, бер Алмасҡа ҡараны.
– Әсәй, ни булды, ниңә саҡырттың? – тине тотлоға яҙып.
Әсәһе лә аптырап ҡалған ине. Бер Асияға, бер бала күтәреп баҫып торған егеткә ҡараны.
– И-и-и, балам, ҡайттыңмы? Был егет кем?
– Әсәй, тим, ниңә саҡырттың, ни булды? – Ҡабаттан һораны Асия, инде илай яҙып.
– И-и-и, балам, ас ятмаһындар интегеп тип саҡырттым шул, – тиергә мәжбүр булды әсә, үҙе лә бер ни аңламаған килеш.
– Әсәй, үлтерҙең, хәҙер ни эшләйбеҙ? – Бына-бына илап ебәрер төҫлө ине Асия. Артта бер һүҙһеҙ баҫып торған Алмас телгә килде.
– Ни эшләйбеҙ, ни эшләйбеҙ... Кейәү менән ҡыҙ ҡайтҡан, бына ейән алып ҡайтҡандар. Иҫәнме, ҡәйнәм, мин Алмас кейәүең булам, – тине, әйтерһең, ер ярылды. – Ҡайҙа, ҡәйнәм, өйөңә саҡыр.
– Ә-ә, эйе шул, – тип ҡабалана башланы әсәһе, нимәгә тотонорға белмәйенсә.
Асия тағы бер ҡат аптырап егеткә ҡараны. Төн тип торманылар, ҡайҙандыр ике туған апайҙары ла йыйылып бөттөләр. Йүгереп инделәр ҙә, бер балаға, бер егеткә ҡаранылар. Егет үҙен ҡыйыу тотто, әйтерһең, ғүмер буйы бергә йәшәйҙәр. Юҡһа, танышҡандарына бер тәүлек тә юҡ бит. Асия өҫтәл артында ултырғанда уның ҡулдарының еңелсә генә ҡалтырағанын һиҙеп алды. Уға ла еңел түгел ине. “Меҫкен, үҙен ҡапҡанға эләктем тип уйлай, ахырыһы. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та, аңлап та бөтөрөрлөк түгел был тормошто. Бер – ҡорабыҙ, бер – емерәбеҙ”.
– Әйҙә сығып инәйек әле, – тине Алмас, туғандар таралышып бөткәс. – Атайың ҡайҙа? Бында йыйын ҡатын-ҡыҙ, бер ир-ат та юҡмы ни һуң был өйҙә?
– Атай юҡ, күптән башҡа ғаилә менән йәшәй, ир-аттар, ағайҙар тиеүем, иртәгә килерҙәр, аптырама.
– Вәт, дуҫ, бер көнгә күпме ваҡиға! Баш әйләнә хатта, ярар, иртәгә тағы күҙ күрер, тағы берәр мөгөҙ килеп сыҡмаһа.
Туғандарҙан туғандарға йөрөп, өс көн ҡунаҡ булдылар ҙа кире киттеләр. Китер алдынан әсәһе Алмасты ситкә саҡырып:
– Рәхмәт, улым, беҙҙең хәлгә ингәнең өсөн, мин мәңге рәхмәтле булырмын һиңә, – тине.
Улар ҡалаға килделәр.
– Һеҙ ултырып тороғоҙ вокзалда, мин ҡалаға сығып балаға берәй нәмә алайым, тип Асия тиҙ генә йыраҡ түгел магазинға китте. Магазинға етәрәк, ҡаршыһына килгән кеше таныш тойолдо: өҫтөндә аҡ кремплен пальто, аяғында аҡ туфли, сәстәре ҡалын тулҡын булып иңдәренә таралған. Асия уны йылмайып туҡтатты:
– Ғәлим, иҫәнме!
Ғәлим бер аҙға телһеҙ ҡалды.
– Күҙемә күренәһеңме, һинме был, Асия? Күр, ниндәй матур ҡатын булғанһың, сәстәрең ниндәй матур булып үҫкән, үҙең дә үҫкәнһең түгелме? – тине ул башын сайҡап.
– Үҫтем, Ғәлим, мин бит әсәй кеше, – тине Асия йылмайып.
– Һин шундай матурайғанһың, әсәй булыу бик килешкән һиңә, мин һаман үҙ күҙҙәремә ышанмай торам.
– Ғәлим, әйҙә мин һиңә улымды күрһәтәм, ваҡыт аҙ, хәҙер китәбеҙ. Әйҙә, бына бында, вокзалда ғына, мине көтөп ултыралар. – Улар ашыға-ашыға кире вокзалға килделәр. Бер ауыл кешеләре булғас, бер-береһен яҡшы белгәнгә, Ғәлимдең килеп иҫәнләшеүендә бер ни юҡ ине лә, Алмас ҡына ҡыл кеүек тартылды. Ғәлим дә бала күтәргән егетте күргәс, төртөлөп ҡалды, оҙаҡ тормай китергә йыйынды. Үҙе аҡрын ғына Асияның еңенән тартты. Асия уны вокзалдан оҙата сыҡты.
– Был кем? – тине Ғәлим.
– Аптырама, бәхетһеҙлек кешеләрҙе шулай осраштыра икән, – тип, хәлде аңлатып бирҙе Асия.
– Мин бит Рифаттарҙың туйында булдым, шул саҡ гел һине уйланым, был нисек икән тип. Рифатҡа ла бик асыуым килде. Туйҙарында көскә түҙеп ултырҙым. Эх, ҡатыраҡ торманым теге ваҡытта. Мин хәҙер ҙә йыш иҫкә алам һине, әллә нисә тапҡыр әллә барып алып ҡына ҡайтайыммы тигән саҡтарым да булды. Тик, күрәм, мин инде һуңға ҡалдым, был егет бик ҡыйыу күренә, ул ысҡындырмаясаҡ һине. Ә һин ныҡ үҙгәргәнһең, Асия, ҡараған һайын ҡарағы килә, тағы йөрәгемдең яртыһын алып китәһең бит.
– Ғәлим, Ғәлим, ни һөйләйһең, мин һиңә рәхмәтле, улым өсөн, һин кәңәш бирмәһәң, мин уны харап итә инем бит. Мин йәшәргә, юғалмаҫҡа тырышам. Үпкәләмә, дуҫым булып ҡал.
– Яратҡан кешеңә дуҫ булып ҡалыу ғына етмәй шул, – тине Ғәлим һәм боролоп китеп тә барҙы.

***

Улар Саллыға ҡайтҡанда, Алмасҡа инде саҡырыу килгән ине. Кисен ул бөҙрә сәсле гел көлөп торған бер сибәр генә егет менән килеп инде.
– Асия, был минең брат була, ярҙам кәрәкме, башҡа нәмәме, уға обращайся, мин иртәгә китәм, яңы йылһыҙ ҡайтмамдыр. Һин, брат, минең дуҫҡа ярҙам итеп тор, тик ҡара уны, Айзат, самала... – Тик браты, нисек кенә етди булырға тырышмаһын, пырх-х итеп көлөп тик тора. Ул, ахырыһы, уның бер тәүлек эсендә “өйләнеп”, мең саҡрым йәһәннәмдә йөрөп ҡайтыуын күҙ алдына килтереп көлә ине. Улар араһында ниндәй һөйләшеү булғандыр, уныһы Асияға ҡараңғы ине. Айзат дөйөм ятаҡҡа аҙнаһына бер килеп, ҡыҙҙар ҡыҫҡылап, ҡысҡыртып, күңелдәрен күтәреп ҡайтып китә. Үҙе гел йылмайып-көлөп кенә тора.
– Ҡара әле, еңгәй, ни мохтажлығың бар, әйт, – үтәйем, брат көн дә хат яҙып һорап ҡына тора, үтәмәһәм – бөттө баш! Ни кәрәк, шуны табып бирәм, һин әйт кенә.
– Һин алтын балыҡмы әллә? – тип көлә Асия.
– Эйе, дуҫ, шулай тип уйла.
Айзат, ысынлап та, ысын дуҫ булып сыҡты, хәл белергә ингәндә икмәген-һөтөн күтәреп килә. Алмастан көн дә хат килеп торҙо, нисек ваҡыт тапты, хат килмәгән көн һирәк ине. Ай ахырында конверттан биш тәңкә аҡса ла килеп сыға: Асия өсөн ҙур ярҙам, дөйөм ятаҡҡа ике айға түләргә етә бит. Ҡырҡ һум стипендияһын улар менән бүлешә ине.
Көҙөн, октябрь ахырында, ҡабат әсәһе саҡырҙы. “Ҡайтығыҙ, ас ятмағыҙ, бәлки, ҡартәсәйең баланы ҡарап торор, ярҙам итәм тине”, – тип саҡырғас, кире ауылына ҡайтып китте. Был юлы ул инде ҡурҡмайынса ҡайтты. “Уның ире барын беләләр, алып ҡайтып күрһәтте бит!” Ғинуар башында малайға бер йәш тула, эшкә сығыр ваҡыт етә, ә ҡуйыр урын юҡ, балалар баҡсаһына сират бик ҙур. Ауыл ауыл инде, ҡырҡ эше ҡырҡ яҡта ҡырылып ята. Бигерәк тә яңғыҙ ҡатынға ауылда ир-атһыҙ донъя тартыу бик ауыр шул. Әсәһе көн дә эштә, йортта эштең бөтәһе юҡ. Көҙ көнө малдар йортҡа ҡайтты, ике үгеҙ һимертеп һуйып һатылды, ҡаҙ өмәһе уҙҙы. Аҙыраҡ бушағас, Асия район үҙәгенә барып ҡайтырға булды. Юлда элек бергә дөйөм ятаҡта йәшәгән танышын осратты. Хәл-әхүәл һорашып торҙолар, унан, Асияның һушын алып, ярып һалды танышы:
– Һин киткәс, Рифат прокуратураға барып йөрөнө, судҡа бирә ҡалһаң, алимент түләтәләрме-юҡмы тип белешергә.
Ер тишеге булһа, инер ине, ныҡ ғәжәпләнде Асия. “Уның бит бының тураһында уйлағаны, судлашырға йыйынғаны ла булманы, кешеләр белергә лә тейеш түгел ине. Быны нисек аңларға? Ул бит уны ерҙә унан аҡыллы, унан яҡшы кеше юҡ, тип йәшәй. Был нисек атала: хыянатмы, һатлыҡйәнме? Ул бит былай ҙа үҙем генә ғәйепле, тип йәшәй. Уға бер ауырлыҡ килтермәҫкә тырыша, ә хәҙер ни эшләргә һуң? Юҡ, барыһына түҙәм, әммә бындай итеп мине түбәнселеккә төшөрөүеңде кисерә алмайым...”

Дауамы бар.

Автор: Айнур Акилов
Читайте нас