Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
5 Апрель 2023, 07:24

ЯРАЛАРЫҢ МЕНӘН ЯРАТЫРМЫН Повесть Зифа ҠАДИРОВА (5)

Саматтың йыуан беләктәрендә йоҡлап барған улына ҡарап алды, эйе, күтәрешер кешең булғанда еңел икән шул, тик был ни менән бөтөр...

ЯРАЛАРЫҢ МЕНӘН ЯРАТЫРМЫН Повесть Зифа ҠАДИРОВА (5)ЯРАЛАРЫҢ МЕНӘН ЯРАТЫРМЫН Повесть Зифа ҠАДИРОВА (5)
ЯРАЛАРЫҢ МЕНӘН ЯРАТЫРМЫН Повесть Зифа ҠАДИРОВА (5)

ЯРАЛАРЫҢ МЕНӘН ЯРАТЫРМЫН

Повесть

Зифа ҠАДИРОВА (5)

Баланы алып ҡалырға ҡартәсәһенә ағайҙары рөхсәт итмәне: “Үҙе тапҡан – үҙе ҡараһын”, – тинеләр. Яңы йылға ике көн ҡала иртән йыйынып юлға сыҡты, иңендә ике сумка, бала. Әсәһе уның китәһен белмәй эштә ҡалды, юҡһа, оҙатыр ине, иң дөрөҫө – әсәһенең күҙ йәштәрен күргеһе килмәне. Мәңге онотмаҫ Асия ул саҡтағы юл ғазабын, беләктәге баланың ауырлығын, перронда аҙашып, поезға етешә алмай ултырып илағанын. Бөгөлмәгә килеп төшкәс, шыплап тулған автобусҡа иң һуңғы кеше булып инеп, бала күтәргән килеш ишек төбөндә юл буйы баҫып ҡайтыуын, һәм унан һуң аҙна буйына ҡулдары һыҙлауын... Унан яңы йыл кисәһендә баланың тән температураһы күтәрелеп, дауаханаға яттылар. Айзат килде хәл белергә, Алмас ползункалар ебәргән ине посылка менән. Унда ла көтөлмәгән хәл килеп сыҡты: ятҡандың өсөнсө көнөндә – баланың башында бет! Күреүгә ҡысҡырып ебәрҙе: “Эй, улым, улыҡайым, ни эшләтте һине әсәйең?” Баланың ебәк йомшаҡ сәстәрен берәмтекләп-берәмтекләп аҡтарып сыҡты – башы тап-таҙа ине. Үҙенең башы ҡысыта башланы, сәсен умырып тотто. “Был ни хәл? Кешенән оят”. Асия ҡото алынып ванна бүлмәһенә килеп инде, унда тараҡан ағыуларға типтер инде, дихлофос тора. Шуны һиптерә лә башын кран аҫтына ҡайнар һыуға тыға, һиптерә лә кран аҫтына ҡайнар һыуға тыға... Бер аҙнанан биленә етеп торған ҡалын сәсе усма-усма булып ҡойолдо, туп-тура булып ҡатып өс бөртөккә ҡалды. Дауахананан сығыу менән, төбөнән киҫтереп ташларға тура килде. Айзат уны күргәс, ҡурҡып уҡ китте: “Дуҫ, ни булды һиңә, ниңә киҫтерҙең тулҡын-тулҡын сәсеңде? – тип уфтанды. – Бөтә матурлығың сәсеңдә булған икән!” – тип тә өҫтәгәс, Асия ғәрләнеп тә, сәстәрен ҡыҙғанып та иланы.
Магазиндарҙағы ул хәйерсе заманалар... Сират тороп, балаға ике ползунка алһаң – бер бәхет. Алмас һәр ваҡыт: “Дуҫ, хәлең нисек, ярҙам кәрәк булһа, оялып торма, Айзатҡа әйт”, – тип яҙа торған булды. Асия үҙендә уға ҡарата хөрмәттән башҡа бер ниндәй ҙә хис тойманы, уның өсөн ул дуҫ булып, терәк булып ҡалды. Алмастың әле ике йыл уҡыйһы бар, унан уның бит йөрөгән ҡыҙы ла бар. Бер айға яҡын бала менән дауаланып сыҡҡанда уларҙы Айзат ҡаршы алып, дөйөм ятаҡҡа ҡайтарып ҡуйҙы, улай ғына ла түгел, өр-яңы бала карауаты ла килтереп йыйып ҡуйҙы. Уға саҡлы әсә менән улы тар ғына тимер койкала йоҡлайҙар ине.
– Бына, дуҫ, иркенләп йоҡлағыҙ инде, – тине. Шундай ҙур бүләк ине ул – улына йәш тулып бер ай тигәндә, улар, беренсе мәртәбә, йыһазлы булдылар. Нисәмә йылдар үтте, ә ул һаман шул шатлыҡлы көндө хәтерләй. Март айында бала ҡараусы табып, Асия эшкә сыҡты, ай ахырында алған етмеш алты тәңкәнең иллеһен һәм колбаса менән май талондарын уға бирергә тура килде, ҡалған егерме алты тәңкәгә ай буйы йәшәргә, дөйөм ятаҡҡа түләргә кәрәк ине. Ҡыҙ саҡта кейгән ике ҡиммәтле матур күлдәген һатып, улына баҙарҙан йылы костюмдар алды. Үҙенә – көнөнә өс картуф, ике телем икмәк, шешәлә ярты литр шәкәрһеҙ сәй. Шулай ҙа киләсәктә барыһы ла булыр, эшләйем бит тигән өмөт төшөнкөлөккә бирелергә ирек ҡуйманы. Бөгөн ул эшкә һуңғы картуфын алып барҙы, иртәгә ни эшләргә тип хәсрәткә батып улын алырға инһә: “Улығыҙҙы алдылар”, – ти бала ҡараусы. Асия аптырап китеп, сабып ҡайтып инһә, ни күрһен, әсәһе килгән, баланы алып ҡайтып, бүлмәлә ашарға бешереп йөрөй.
– Ас ятаһығыҙҙыр инде тип гел эсем боша, алып ҡайтайым тип килдем.
– Эй, әсәй, бөгөн һуңғы картуфты ашаған инек, икмәк тә бөттө шул. Бына әҙерәк эшкә өйрәнәйем дә кистәрен “шабашка”ларға йөрөп аҡса эшләй башлармын, разрядты ла күтәрерҙәр. Мин аяҡҡа баҫырмын, әсәй, тик кирегә генә юл юҡ, мин унда ҡайтып йәшәй алмайым.
Был юлы әсәһе улар янында өс көн булды, үҙе менән баланы ла алып ҡайтып китте. Август башында Уралда бесән өҫтө башлана, шул саҡҡа самалап ялдар алып ҡайтырға ине иҫәбе. Ҡышын тыуған яғында ишетеп килгән хәбәрҙән һуң, гел шул турала уйлап йөрөнө-йөрөнө лә, барып ҡағыҙҙарын йыйып, алиментҡа бирҙе. Яҙған хаты бар ине, “алиментҡа бирһәң, түләрмен”, тигән. Юҡ, ул нисек кенә ас интекмәһен, аҡса өсөн генә уның менән судлашырға йыйынманы: уның ҡыланышына аңлатма таба алманы, кәрәкмәгән кешеләр алдында фаш итеүен кисерә алманы Асия. Йәй уртаһында разрядын күтәрҙеләр, аҡрынлап эшкә өйрәнеп “шабашка”ларға ла йөрөй башланы. Булған, эшләгән аҡсаларын улы янына ҡайтҡанда тәм-томдар алырға һаҡланы. Унан ауыр саҡтарҙа үҙенең яҡшыраҡ кейемдәрен һатып бөтөргән, өҫтөнә кейергә йүнле бер нәмәһе лә ҡалмаған ине. Магазинда йүнле бер нәмә юҡ, автолавкалар килә, унда һыу буйы сират. Бына бөгөн дә эштән ҡайтышлый ҙур магазин алдында автолавка машинаһын күреп, автобустан төшөп ҡалды. Әфлисун һаталар, ҡулға ике кило бирәләр. Ҡырҡлап кеше сиратта. Асия ике кило әфлисунын сумкаһына һалғанда ҡараңғы төшә ине инде. Шулай ҙа ҡабат артҡа китеп баҫты: күстәнәскә тағы алмаҡсы булды. Тик сират килеп етеүгә, һаҡта торған милиционер: “Һин алдың бит инде”, – тип, алдына килеп баҫты. Нисек кенә: “Бәләкәй улыма күстәнәскә, йыраҡҡа алып ҡайтырға ине”, – тип аңлатырға тырышып ҡарамаһын, тыңларға ла, ишетергә лә теләмәне, ҡыҫҡаһы, алдыртманы. “Эх, килер бер заман, күп итеп алып ҡайтасаҡмын, был тормош гел былай бармаҫ”, тигән хыялдары менән дөйөм ятағына ҡайтып ингәндә, сәғәт төнгө ун берҙе күрһәтә ине.
Август башында ауылға бесән әҙерләшергә ҡайтып китте. Ул ҡайтып ингәндә, улы иҙәндә уйнап йөрөй ине. Асияны күреүгә, ҡартәсәһенең итәгенә йәбешеп илап ебәрҙе, әсәһен таныманы. Асия балаһына ҡушылып иларға тотондо.
– Улым, бына ҡара, мин һиңә әфлисун алып ҡайттым, ҡара әле, кил әле. Әсәйҙе шулай тиҙ оноталармы ни?! – Бала ҡарай ҙа илай. – Ҡартәсәй, улым миңә үпкәләп илай түгелме һуң? – Илауҙан туҡтап бер аҙ ҡарап торғас, бала ҡулдарын әсәһенә һуҙҙы, иҫенә төшөрҙө, күрәһең. Эй, тәмле лә, татлы ла ине һуң улы, һағыныуҙан тыны ҡурылды.
Яңғыҙ ҡатын булһа ла, әсәһе малды күп аҫрай. Бесәнгә бар тәртибе менән әҙерләнә: һәр ваҡыт яңы һуйылған һарыҡ ите, ҡаймағы, әсе балы, мәтрүшкәле сәйе – барыһы бар. Кәүҙәһе бәләкәй булһа ла, кирелеп, рәхәтләнеп саба бесәнен. Иртә таңдан тороп ун саҡрым йыраҡлыҡтағы бесәнлеккә ҡайҙа йәйәү, ҡайҙа ат менән барып, көн буйы эшләп ҡараңғы төшкәндә генә ҡайтып инәләр. Ә бала әсәһенең ҡайтыуын көтөп ҡапҡа алдынан инмәй, өй нигеҙендә көтөп ултырып йоҡлап китә, әсәһе күтәреп индереп һала ла төн буйына күкрәгенә ҡыҫып йоҡлай, уның татлылығы, үҙенә генә хас бала еҫе. Туп кеүек түңәрәк, үҙе тыныс, сабыр балаһы – йөрәккәйе. Бирелгән ялдары бөттө, китер ваҡыты ла етте. Улын тағы ҡалдырып китергә тура килде. “Эй, Рифат, һиңә иң ҡыҙығын һөйләргә онотҡанмын, ул саҡта әсәйең килде ейәнен күрергә, шундай матур ҡатын, илай-илай һөйҙө баланы, һинең адресты миңә ул бирҙе, беҙ уның менән бер аҙ хат та алыштыҡ. Ул шул саҡта: “Рифатҡа әйтмәй булмаҫ беҙҙең хатлашҡанды, бик асыуланырмы икән, – тине. Күрәһең, һин асыуландың әсәйеңә, ул башҡа яҙманы. Мин уға үпкәләмәнем, әсә бит үҙ балаһына ҡаршы бара алмай, үҫкәс, улымды өләсәһенә бер алып ҡайтып күрһәтермен тип, үҙ-үҙемә һүҙ бирҙем”. Беренсе ейәне ине бит, Арыҫланды илай-илай һөйгәндә йөрәге өҙгөләнгәнде күреп торҙом бит.
Асия килгәндә сентябрь ине. Алмастың да каникулы бөтөп, китеп барған, улар был юлы ла осраша алманылар. Ә Рифаттан нисәмә телеграмма – переговорға саҡырыу килгән, Асия береһенә лә яуап бирмәне. Хаты килде: “Әйҙә, мин ҡатыным менән киләм, һөйләшәйек, үҙем ярҙам итәм, алиментҡа биреп мине хур итмә, – тигән. Әй, мөхәббәт, әй, һатлыҡйән...”
Көҙөн балалар баҡсаһынан урын бирҙеләр, Асияға баланы ауылдан ҡайтып алып килергә кәрәк ине. Бригадала бергә эшләгән бер йәш ҡыҙ: “Мин шабашка таптым, әйҙә барып эшләп ҡарайбыҙ”, – тине. Әле икеһенең дә әллә ни тәжрибәләре булмаһа ла, бер бүлмәле фатирға ремонт яһарға алындылар. Эштән һуң яңы ҡалаға китәләр ҙә төндә генә ҡайталар. Эй, замана, ни автобустар йөрөмәй йүнләп – ярты ҡаланы йәйәүләп төнгө берҙә, икелә ҡайтып йығылалар. Ун көндә икеһенә алтмышар тәңкә аҡса эшләп алдылар. Йәшлек бит ул, арыуҙар ҙа онотолдо. Асия улын алырға ҡайтырға күстәнәстәр, бүләктәр алырға тип “Юбилейный” тигән ҙур магазинға барып килергә булды. Ул тирәлә һәр ваҡыт сиғандар өйөрө йөрөй. Асия уларҙы урап уҙмаҡсы булды, ә сиғандар, һиҙгәндәй, уны һырып алдылар. Башта ҡулынан бирсәткәһен тартып алдылар, унан үҙен стеналар артына төртөп индерҙеләр. Ҡарғалар кеүек бер юлы ҡарҡылдайҙар, ебәрмәйҙәр... Бер аҙҙан ул бөтә аҡсаларын илай-илай сығарып биргәнен аңламай ҙа ҡалды. Ҡарт сиған ҡатыны: “Бына иртәгә кис бер бөтөн икмәк, бер пачка тоҙ алып кил, аҡсаңа доға уҡыйым да аҡсаңды алып китерһең, – тип, этеп тигәндәй килгән юлына сығарып баҫтырҙы. Шабашка аҡсалары менән бергә айлыҡ хеҙмәт хаҡы ла юҡҡа сыҡҡан ине. Асия ике кис рәттән килде сиғандар һуҡмағына. Их, рәнйене лә һуң был халыҡҡа: “Күрәҙәселәр, имеш, күрмәнеләрме икән ни һуң бәләкәй сабыйы әсәһен көткәнде? Әсәһе менән ҡартәсәһен күстәнәстәр, бүләктәр менән һөйөндөрмәксе булған ине бит. Әй, был тормош...”
Яңы йыл алдынан алып килде үҙ янына улын, уға инде ике йәш тула ине. Асия бер көндө уны үҙе эшләгән ергә алып килде. Түп-түңәрәк, гел йылмайып ҡына торған малайҙы бригада ҡатын-ҡыҙҙары һырып алдылар. Бәлки, шул көндө бригаданың ҡарашы үҙгәргәндер уға ҡарата. Ул инде теге... ирһеҙ бала тапҡан ҡыҙ түгел, ә әсәй булып, матур ғына ул үҫтереп килгән йәш ҡатын булараҡ хөрмәткә лайыҡтыр. Улын балалар баҡсаһына урынлаштырып, тағы киләсәккә өмөт менән йәшәй башланы. Кеше ни әйтер икән, тип кешенән ситтә ҡасып ултыра торған ҡурҡаҡ ҡуян түгел ине ул хәҙер: бар кеше менән бер өҫтәл артында ултырып ашай, шаяра, уйнай, көлә. Әле уға ни бары егерме ике генә бит. Бар байлығы – улы һәм хөкүмәт биреп торған тимер карауат.
Аҡсалар түләтә башлағас, үҙендә булған баланың фотоһын атай кеше кире ебәрҙе, артына: “Балаң үҫкәс, мин дә уны алиментҡа бирермен”, – тип яҙып ҡуйған. Алимент килде тип Асия бер ҙә һөйөнмәне, йөрәктә әсе яра ғына ине. Мөхәббәттең янғандан ҡалған көлө яраға һипһәң дә, ауыртыуҙы баҫа алмаҫ шул.
Улын балалар баҡсаһынан алып, магазиндарға ла инеп ҡайтып ингәндә, бүлмәлә ят егеттәр күреп аптырап ҡалды. Көҙөн уның бүлмәһенә тағы яңы ҡыҙҙар индерҙеләр. Улар танцала егеттәр менән танышып ҡайтҡандар, бына ҡунаҡҡа ла килеп еткәндәр. Асияның быға бик асыуы килһә лә, ҡайҙа бараһың: дөйөм ятаҡта йәш бала менән йәшәргә ярамай, ғына тиҙәр. Ишек төбөндә егеттәрҙең береһе бер кемгә ҡатышмай шым ғына ултыра. Ваҡыт-ваҡыт Асия менән бер-береһенә ҡарашып алалар. Асия баланы сисендереп урынына ултыртты ла кухня яғына сығып китте: быйыл көҙ уларға уртаҡ аш бүлмәһе яһанылар, хәҙер бүлмәлә бешермәйҙәр. Асия бүлмәгә ингәндә теге егет баланы ҡулына алып күтәреп йөрөй ине.
– Илай.
– Был саҡлы сит кеше күрһәң, һин дә иларһың, – тине Асия асыулы ғына, улын уның ҡулынан алып.
Ошо көндән ул егет инеп йөрөй башланы. Килә лә бала менән уйнаған була, үҙе аҫтан ғына Асияны күҙәтә. Асия быны һиҙеп тора, был төптән йыуантыҡ егеткә үҙе лә күҙ һалып алғылай. Эштән эт булып арып ҡайтҡас, бала әйберҙәре йыуырға, үтекләргә, ашарға ла бешерергә кәрәк, егеттәр ҡайғыһы ҡалмай. Иртән биштән торорға кәрәк. Шулай ҙа үҙенә һүҙ биреп ҡуйғаны бар: “Кем баламды ярата, шуға ғына тормошҡа сығам, үҙем нисек тә түҙермен”, – тигәне. Тик Рифаты күңелдән бер ҡасан да китмәһә, шулай өсәү йәшәргәме? Эштә лә, юлда барғанда туҡталыш араһын үткәнсе лә гел уның менән “һөйләшә” бит, улына ике йәш тулып китте, ул һәр минутын уға “һөйләй”. Асия кем менән дә булһа осрашырға әҙер түгел ине. Самат улар бүлмәһенә йыш килә башланы, баланы үҙенә эйәләштереп бөтөрҙө. Асияға бәйләнмәне, иҫе лә китмәгән кеүек, бала өсөн генә киләме, аңлашылмай ине. Асияның Силәбелә институтта ике туған апаһы уҡый, бына шуның менән таныштырғанда нисек булыр ине икән? Былай аҡыллы егеткә оҡшаған. Ҡышҡы студенттар каникулында апаһын саҡырҙы: “Әйҙә, кил әле, бер егет менән таныштырам”. Апаһы килде, ә егет, үс иткәндәй, килмәне лә, күренмәне лә. Апаһы бер аҙна ҡунаҡ булып ҡайтып китте. Шулай ҡыш үтте, яҙ етте. Гөрләүектәр аға башланы, ауылдағы кеүек булмаһа ла, күңелгә быныһы ла танһыҡ. Апрель баштары ине, улын балалар баҡсаһынан алып ашыҡмай ғына ҡайтып барған юлда Самат осраны. Әллә көтөп торған, әллә үҙенең дөйөм ятағына ҡайтып барышы... Туҡтап көтөп торҙо ла баланы ҡулына күтәреп алды. Бала шатланып уның ҡосағына ташланды. Улар малайҙы икеһе ике яҡтан етәкләп алдылар һәм, әле күтәреп, әле йүгертеп, шаярышып ҡайттылар. Көн дә шулай ҡабатланып, аҙна буйы урамда осраша торған булдылар. Бала уны күреү менән шатлығынан сырылдап ебәрә:
– Самат ағай! – Тик бер аҙнанан Самат юҡҡа сыҡты, ә бала көтә, урамдан өйгә индереп булмай. Асия уның юғалыуын үҙенсә юраны: егет кеше бит, ул ирекле, беҙ ниңә кәрәк уға... Уйламаҫҡа, көтмәҫкә ине лә бит үҙен, бала унан да нығыраҡ көтә. Ир балаға атай кәрәк икән шул. Ярай, ныҡлап күнеккәнсе ташлауы яҡшы тип уйланы. Бер ял көнөндә бала менән кис йөрөргә сыҡты. Кис шундай матур, муйылдар ап-аҡ сәскәлә, кем ултыртҡан уларҙы бында? Әллә бында электән әрәмәлек булдымы икән? Ҡала бит нисәмә ауылды йотҡан инде, ауыл ғынамы, күпме баҫыу, болондар тороп ҡалған шул асфальт, таш йорттар аҫтында. Мәләкәҫ буйында уйланып ултыра торғас төн еткән. Аҫта, йылға буйында, йәштәр волейбол уйнайҙар. “Бигерәк күп инде йәштәр, донъя гөр килеп тора. Улы коляскаһында йоҡлап китте, арыны шул инде саф һауала йөрөп. Ҡайһы берәүҙәр ана һыу инәләр, юҡһа, иртә бит, май уртаһы ғына, һыуы ла һалҡындыр. Ҡарап тороуға әллә ни ҙур ҙа булмаған ошо йылғала йылдың йылына күпме кеше батып үлә. Әле лә ана һыу инеүселәр – хәмер һалған егеттәргә оҡшағандар. Эскән баштан инәләрҙер ҙә аяҡтарын көҙән йыйырып алып сыға алмайҙарҙыр шул”. Шул саҡ янына кемдер аҡрын ғына килеп ултырыуға, Асия һиҫкәнеп китте. Ә ул килеп ултырҙы ла шым ғына ултыра бирә.
– Самат! Һин ҡайҙан килеп сыҡтың бында? Хәйер, общагың яҡында ғына бит әле, – тип, ҡыҙыу-ҡыҙыу һорауҙарын яуҙырҙы ла Саматҡа ентекләберәк ҡараны. Өҫтөнә ҡыҫҡа еңле күлдәк кейгән, уның еңе ана-бына һытылам тип тора. Йыуан беләкле, киң елкәле, төптән йыуан имән кеүек, ҡоңғорт сәсле, зәңгәр күҙле. Үҙендә уға ҡарата бер ниндәй ҙә хис тойманы Асия, тик был киң елкәгә ышыҡланаһы килде уның.
– Самат, – тип өндәште ул уға бик етди итеп, – эйәләштермә Арыҫланды үҙеңә, ул бит бала, гел һине көтә... – Тағы ни әйтергә белмәйенсә, өнһөҙ ҡалды. Унан, бала уянып күреп алғансы тип, тиҙ генә тороп китмәксе булған ине, Самат уның беләгенән ҡыҫып тотоп кире урынына ултыртты.
– Мин ауылда булдым. Минең әсәй үлде... әле ҡырҡ ике генә ине.
– Ҡырҡ ике? Абау, бик иртә түгелме һуң? Әсәйҙәр шулай иртә үләләр тиме ни...
– Иртә, бик тә иртә, минең әсәй кеүек кеше ерҙә берәү ине.
Асияның әсәһе менән бер йәштә. Нисек инде ул әсәйһеҙ ҡалыу, ти. Саматҡа ҡарап-ҡарап алды, нисек йыуатырға ла белмәне. Шым ғына икәү ултыра бирҙеләр. Коляскала йоҡлап ултырған Арыҫланды Самат аҡрын ғына ҡулына алды.
– Һалҡындыр, инде һуң. Мин бүлмәгеҙгә ингән инем, һеҙ юҡ, һеҙҙе эҙләп бөтә комплексты йөрөп сыҡтым.
Ул аҡрын ғына һөйләне. Асияға ниңәлер рәхәт булып китте. Улы менән уны ошо егет эҙләгән, уларҙы уйлаған. Ҡара, бер ғаилә кеүек өсәүләп бергә йөрөү рәхәт икән бит. Саматтың йыуан беләктәрендә йоҡлап барған улына ҡарап алды, эйе, күтәрешер кешең булғанда еңел икән шул, тик был ни менән бөтөр... Асия бөгөн уға: “Бүтән килеп йөрөмә, баланың башын ҡатырма, – тиергә әҙер ине, ә бына хәҙер... теле әйләнмәне. Ярай, нисек бар, шулай ҡалһын, бөгөнгә өндәшмәйем, былай ҙа ауыр сағы бит тип уйлап ҡуйҙы.

***

Май аҙағында улын тағы әсәһенә алып ҡайтып ҡуйҙы, сөнки балалар баҡсаһы ремонтҡа ябылды. Тиҙҙән бесән өҫтө етер, тағы ҡайтырға кәрәк буласаҡ. Ауылдан килгәс, ҡыҙҙар менән “пятачок”ка сыҡты, ҡаршыһында Саматты күреп һөйөнөп өлгөрмәне, уның янында килгән ҡыҙҙы күреп әллә нишләп китте. Асия менән Самат бер-береһе янынан бер ни булмағандай, өндәшмәй генә үтеп киттеләр. Тик йөрәкте нимәлер тырнаны, беренсе булып улы иҫенә төшөп, илағыһы килде, әлдә ул юҡ янда. Тағы алдандымы ни? Был юлы уның улын алданылармы?
Икенсе көндө эштә үҙенә урын тапманы. Яңы төҙөлөп ятҡан институттың коридорын, түшәмдәрен, бүлмәләрен гектарлап һылап тигеҙләйҙәр. Ҡап-ҡараңғы бүлмәләргә килеп инәһең дә, бер һуҡыр лампочка элеп ҡуйып, тотонаһың ең һыҙғанып эшләргә: ҡаттан ҡатҡа ҙур-ҙур “кәзә”ләр, носилка-носилка шпаклев­калар ташырға. Башта диуарҙарға краскопульт менән һабынлы һыу һиптереп туҙанын баҫаһың, шулай эшләгәндә шпаклевка яҡшы шыуа, эшләүе еңел була. Технология буйынса әлифләп ҡуйылырға тейеш тә бит, бар ерҙә әлеге шул – экономия. Бына шуларҙы эшләгәндән һуң, “кәзә”гә менеп баҫып, түшәмгә тотонаһың. Һине өҫтә бер кем күрмәй, күҙ йәштәреңә быуыла-быуыла илайһың, буш бүлмәне яңғыратып йырлап та ебәрәһең:

Иҙел буйына төшмәһәм,
Күрмәгән булыр инем;
Һары сәскәләрҙе өҙөп
Бирмәгән булыр инем.


Дауамы бар.

Автор:
Читайте нас