

Зифа ҠАДИРОВА (1958) – сығышы менән Башҡортостандың Учалы районы Ахун ауылынан. 1978 йылда Яр Саллы ҡалаһына күсенеп китә, төҙөлөш бригадаһында эшләй. Әлеге көндә лә ошонда йәшәй. Зифа Әбделвәли ҡыҙы 48 йәшендә үҙенең беренсе әҫәрен баҫтыра.
“Һағынырһың, мин булмам”, “Яҙмыш һынауы”, “Бәхеткә юл ҡайҙан?”, “Көтөп уҙған ғүмер”, “Һинһеҙ килгән яҙҙар” һәм башҡа әҫәрҙәрен уҡыусылар ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡый. Башҡортостан һәм Татарстандың байтаҡ театрҙарында уның спектаклдәре ҙур уңыш менән бара.
Зифа ҠАДИРОВА
ЯРАЛАРЫҢ МЕНӘН ЯРАТЫРМЫН
Повесть
(6)
– Тағы шул йырыңды йырлайһың, ни булды? – тине Маша апай, эшенән туҡтап. – Күңелең төшөнкөлөккә бирелдеме – шуны йырлайһың, матур йыр, һүҙ ҙә юҡ. Ҡайҙа, ҡара әле бында, тағы илайһыңмы? Илама. Илама, бала, һин әле йәш, иң ауыры артта ҡалды тип уйла. – Асия өндәшмәне, күҙ йәштәрен эсенә йоторға тырышып, бар көсөнә, тырышып-тырышып, шпателен уйнатты. “Әсәй ҙә шулай тырышып саба бит бесәнде. Оҙаҡламай ауылына ҡайтыр, йәй үткәнсе улы ла Самат ағаһын онотор. Ҡаршылыҡһыҙ, тетрәнеүҙәрһеҙ булмай, күрәһең, был тормош. Саматҡа ниңә үпкәләй һуң әле, ул бит уға бер ни ҙә вәғәҙә итмәне, бары тик улы Арыҫлан ғына уға эйәләште. Улына атай таптым тип шатланырға өлгөрҙөмө һуң, әй, йүләр ҙә инде был ҡатын-ҡыҙ, бер ауыҙы беште бит инде, әй, суҡынып китһендәр”, тип, бәйләнсек уйҙарын һелкеп атырға теләгәндәй тағы ҡысҡырып йырлап ебәрҙе:
Эх, дуҫтарым, һеҙгә әйтәм,
Һары сәскә өҙмәгеҙ;
Һары сәскәләрҙе өҙөп,
Яңғыҙ ҡала күрмәгеҙ.
Уның йырлағанын ишектә бригадирҙары тыңлап торған икән.
– Бындай матур тауыш менән бында ни тип әрәм булып йөрөйһөңдөр, уҡырға кәрәк булған, йырсы булыр инең. “Шабашка”ға барғығыҙ килмәйме? – тип әйтеп бөтөрмәне, Асия “кәзә”нән һикереп төштө:
– Барам, мин барам, Гөлсинә апай, улым янына ҡайтырға аҡса кәрәк. – Ул тиҙ генә күрше бригадалағы иптәш ҡыҙы Зөһрә янына йүгерҙе. “Моңайып илап ултырмаҫҡа сәбәп булды – эш бар. Эт булып арығансы эшләйһең, кеҫә тултырып аҡса алаһың, ауыҙ тултырып икмәк ашайһың. Туйған инде аслыҡтан да, булыр-булмаҫ мөхәббәттән дә, суҡынып китһен барыһы ла...” Асия үҙ-үҙен шулай йыуатты, үҙ-үҙенә шулай итеп көс бирҙе. Эш урынынан йыраҡ та түгел икән: өс бүлмәле фатирҙы эштән һуң, ҡуна ятып, аҙна-ун көн тигәндә, йырып та сыҡтылар. Дөйөм ятаҡҡа ла ҡайтып йөрөмәнеләр. Хужалар асҡыс ҡалдырҙылар ҙа үҙҙәре ауылға ҡайтып киттеләр, ҡыҙҙар рәхәтләнеп, иркенләп эшләнеләр. Шабашкаға айлыҡ эш хаҡын да ҡушҡас, хайран байып киттеләр. Баҙарға барып матур өҫ кейемдәре, улына матур салбар-күлдәктәр алып ҡайтты, әсәһенә ялтыр ебәк яулыҡтар... Ауылға ҡайтырға ла оят түгел, исмаһам, ундай күстәнәстәрең булғанда. Баҙарҙан һатып алып ҡайтҡан бөртөклө һинд сәйҙәренә хуш еҫле лимон һалып, күрше-тирә менән йыйылышып сәй эсеүҙәре ни тора!
Һуңғы арала ни эшләптер Айзат күренмәй башланы: күрәһең, ул да бесәнгә ауылға ярҙамға ҡайтып китте, быйыл уның техникумда уҡыуы бөтә, Алмастың да уҡыуы бөтөргә тейеш. Һуңғы көндәрҙә унан да хат юҡ. Асия ял көнө иртән тороп душта йыуынып сыҡты – бөгөн әллә ҡайҙа бараһымы, нимәлер эшләйһеме килеп тора. Яңы алған матур ҡыҙыл күлдәк үҙен урамға саҡырамы? Йәш күңел ҡайҙалыр ашҡына. Тышта йәйҙең иң матур көндәре. Асия сәстәрен матур итеп тарап киптерҙе, буянды, әле бер ҙә кейелмәгән еңһеҙ сейә ҡыҙыл күлдәген кейеп ҡуйҙы. Барыһы ла урынында: бил дә, күкрәктәр ҙә үҙ урынына ҡайтты... Бер аҙ көҙгө ҡаршыһында әйләнгәс, бейек үксәле босоножкаларын да кейеп ҡуйғас, ысын ҡала ҡыҙы булды ла ҡуйҙы. Ҡыҙҙар йоҡоларынан уянып шым ғына уны күҙәттеләр.
– Матур, күҙ теймәһен үҙеңә, яңы атҡан сәскәгә оҡшап ҡалдың, – тине Ҡәҙриә. – Ағасты япраҡ биҙәй, кешене сепрәк биҙәй, тип белмәй әйтмәгәндәр икән. Мин дә шундай күлдәк сығып алайым әле. Самат күрһә, башын юғалтасаҡ. Көн дә эҙләп килә, бөгөн точно эләктерә үҙеңде.
– Кәрәкмәҫ, уның йөрөгән ҡыҙы бар, Арыҫлан да юҡ бында уның менән уйнарға, ни тип килә?
– Һиңә күҙе төшкәндер...
– Ярай, мин йөрөп ҡайтайым әле, – тине лә Асия сығып китте. Урам яҡ ишеген асыуы булды, Самат менән бәрелеүе булды. Самат, күрәһең, бик ашығып килгән. Ул бер аҙға тын да алмайынса уға ҡарап торҙо.
– Иҫәнме, Самат, һин беләһең бит Арыҫлан ауылда, һинең менән уйнарҙай бүлмәлә башҡа кеше юҡ, – тине йылмайып.
– Ә мин һинең янға. Инде күпме ҡасып йөрөйһөң, бәлки, һөйләшербеҙ?
– Ни тураһында, Самат?
– Һинең менән минең тураһында, – тине Самат, яҡыныраҡ килә биреп.
– Аңлауымса, һинең йөрөгән ҡыҙың бар. Минең менән ваҡыт уҙғарырға уйлаһаң, яңылышаһың. Мин инде бер бешкән, балалы ҡатын, ҡурсаҡ түгел. Йә дуҫ булып ҡал, йә мине бысратырға уйлаған уйың булһа, ундай уйыңды башыңдан алып ат.
– Ярай, һинеңсә булһын, әйҙә улайһа, дуҫтарса йөрөп ҡайтайыҡ. – Улар баҙар яғына киттеләр, трамвайға ултырмайынса йәйәү генә барырға булдылар. Әле халыҡ урамда әллә ни күренмәй, ял көнө бит, күрәһең, йоҡлайҙар. Ҡоштар сутылдай, ҡояш ҡыҙҙырырға йыйына. Улар бер һүҙһеҙ ашыҡмай ғына атланылар. Самат күҙ ҡырыйы менән генә Асияны күҙәтте.
– Күлдәгең бик килешә, – тип һүҙ ҡатты, аҙыраҡ барғас. Асия өндәшмәне, үҙ алдына йылмайып ҡына ҡуйҙы. – Шулай ҙа әйт әле, Асия, һин ниңә минән ҡасып йөрөй башланың?
– Минме? Яңылышаһың. Мин гел эштә, унан шабашкала, оҙаҡламай бына ауылға бесән эштәрендә булышырға әсәй янына ҡайтып китәм. Ә һин мине ниңә эҙләйһең, теге көндө янымдан бик ғорур үтеп киттең, иҫәнләшмәнең дә. Ә яныңдағы ҡыҙ бик сибәр ине, пар килеп тораһығыҙ.
– Асия, әллә көнләштеңме? – Асия ауыҙын бер асты, бер япты, унан һушына килеп, көлөп ебәрҙе.
– Минме, һинеме? Һин Арыҫландың дуҫы, минеке түгел, ул, бәлки, көнләшер, бәләкәй бит әле, ни аңлай.
– Туҡта, мин һиңә бер ҙә оҡшамайыммы? – тип, Самат Асияның беләгенән эләктереп алды. Асия күҙҙәрен түңәрәкләндереп:
– Үҙ-үҙенә ғашиҡ күркә, ебәр беләкте, – тип ҡулын тартып алды ла ашығып үҙ юлы менән китеп барҙы. Самат был көтөлмәгән янъялдан аптырап ҡалды булһа кәрәк, тик “күркә“ һүҙе мин-минлегенә бик ҡаты бәрҙе.
– Күрһәтәм мин һиңә хәҙер күркәне! – тип, артынан ике генә һикерҙе һәм йыуан беләктәре менән ҡыҫып ҡосаҡланы. Асия аһ итте, сәбәләнергә лә өлгөрмәне, Самат уны киң күкрәгенә ҡыҫып һурып-һурып үбергә тотондо. Көтөлмәгән хәлдәнме, әллә үҙенә лә оҡшап киттеме, Асия бер минутҡа тынһыҙ ҡалды. Ә Самат ҡомһоҙланып, ашап бөтөрөрҙәй булып үбеүен белде. Асия һушына килеп һелкенеп ҡараған ине лә, Самат уны тағы ла ҡатыраҡ ҡыҫты.
– Абау, был ни хәл, көпә-көндөҙ юл уртаһында? – Үтеп барған бер әбей туҡтап, уларҙың, ысынлап та, көпә-көндөҙ оялмайынса былай ҡыланыуҙарына хайран ҡалған ине. Асия ла бар көсөнә тартыша башланы.
– Ебәр! – тип бар көсөнә этеп ебәрҙе, артынан яңағына бар көсөнә берҙе сәпәне.
– Вәт, быныһы шәп булды, – тине яндарына уҡ килеп баҫҡан әбей. Башы-күҙе тонған Асия бер әбейгә, бер Саматҡа асыулы ҡараш ташлап алды ла тағы ҡабатланы:
– Күркә! Ы-ых-х, – тип аяҡ типте, үҙенең көсһөҙлөгөнә асыуы килде. Китмәксе ине лә, Саматҡа был “күркә” һүҙе ысынлап та күркәгә ҡыҙыл сепрәк күрһәтеү менән бер булды.
– Күркәме?! – Саматтың ҡыҙыуы еткән, беләгенән эләктереп алып, Асияны ситкә өҫтөрәне. – Кил әле, кил, ҡайҙа, күрһәтәм мин һиңә күркәне. – Асия аяҡ терәп тартышып ҡараған ине лә, Саматтың бер тартыуы булды, тағы ҡосағына инеп сумды.
– Оҡшап китте әле миңә, беренсе күргән көндән бирле ҡыҙығып йөрөй инем, түҙемлек бөттө, – тип үртәшә-үртәшә Самат Асияның ирендәренә үрелде. Уларҙы күҙәткән әбей, йәшлеген иҫенә алыпмы, һис китә алманы, әле тағы һүҙгә ҡатыша:
– Улай ҡаты ҡыланма, улан, билен һындыраһың бит. Бынау колхоз үгеҙеләй кәүҙәң менән… самалап тотон. – Шул саҡ яҡында ғына бер ир “хи-хи-хи...” килеп көлөп ебәрҙе, ул да булһа, уның балконы эргәһендә генә торалар икән, тәмәке тартырға сыҡҡандыр инде. “Тәртипһеҙ ғашиҡтар” икеһе бер юлы кешеләр көлөшкән яҡҡа боролоп ҡараһалар, аһ иттеләр: кем балконынан, кем тәҙрәгә ҡапланған: кәмендә өс ауылды һыйҙырған биш ҡатлы йортта йәшәүселәр тере кино ҡарайҙар.
– Тәмлеме, ай-һай, бигерәк тәмләп тә ҡуяһың, брат, – тине беренсе балкон хужаһы. Юл буйында әбей ҙә китергә ашыҡмай, тора шунда ауыҙын асып. Асия Саматты бөтөнләй ҙә белмәй ине әле. Хәҙер бына ни тороп йүгерергә, ни шунда ғәрлектән ятып үлергә... Етмәһә, теге ир: “Мыяу! Мыяу!” – тип бесәй тауыштары сығарып үртәп көлә.
– Брысь, – тине уға Самат, йоҙроҡ болғап, унан Асияны ҡулынан етәкләп тотто, юлға бергә атланылар. Асия, оялыуҙанмы, көсһөҙлөктәнме, илап ебәрҙе.
– Илама ла, ҡасма ла – барыбер табам! Ә ирендәрең ниндәй татлы, белһәң, баштарым әйләнде хатта.
– Ниңә бәйләнәһең? Һинең бит йөрөгән кешең бар.
– Бар шул, булһа һуң... – Асия, беренсе күргәндәй, йәшле күҙҙәрен күтәрҙе. Ғәжәпләнеүҙән ни әйтергә белмәне:
– Вот, нахал, – тип кенә әйтә алды. Эсенән генә: бына тоторһоң ҡойроғомдо, тип уйлап ҡуйҙы.
Баҙарға ингәс, кеше араһында тегеләй-былай болғанды ла, буталып инеп, халыҡ араһында эҙен юғалтты, ә үҙе бер сатыр артында боҫоп ҡына Саматты күҙәтте. Әй борғоланды Самат, әй борғоланды, тик тороп сапманы, бер урында баҫып тороп күҙе менән эҙләй башланы. Асияға ҡурҡыу инеп ояланы: көс ҡулланыуы оҡшаманы. Улай тип тә әйтеп булмай: әллә йәш йөрәк наҙға һыуһаған, башы әйләнеп үҙе лә ҡаршы тора алманы бит. Асия көн буйына урамда йөрөнө, дөйөм ятаҡҡа кис һуңлап ҡына арып ҡайтып инде, ишекте тирә-яғына ҡарана-ҡарана ғына асты. Нисек кенә арыған булмаһын, һигеҙенсе ҡатҡа йәйәү менде. Аяҡ остарына ғына баҫып килеп бүлмә ишегенә асҡысын ҡуйыуы булды, янында тау булып шәүлә ҡалҡты. Ҡурҡҡанға – ҡуш, ҡойроғо менән биш күренә, ти. Асия ҡурҡыуҙан ултыра төштө.
– Әсәкәйгенәм, ни кәрәк һиңә минән?
Самат һәр ваҡыттағыса етди ине.
– Һөйләшәйек, бала-саға булма инде, ололарса һөйләшәйек. Әллә минән ҡурҡаһыңмы? Ҡурҡма, мин бит һине яратаһым ғына килә, бик килә...
– Яратмай тор әле, яратҡандан балалар тыуа, берәү яратты инде... Яҡын киләһе булма, бар, ана үҙеңдекен ярат. – Асия күрше бүлмәнең ишеген асты ла ҡыҙыуланып инеп бикләнде.
Самат күпме генә көтмәһен Асия сыҡманы. “Ярай, бөгөндөң иртәгәһе бар, төндөң көнө бар”. – Самат һалмаҡ ҡына үҙенең дөйөм ятағына табан атланы. Башындағы уйҙар тынлыҡ бирмәне. “Ул уны беренсе күреүҙән үк йөрәгендә тынғылыҡ юғалды. Инде күптәнән үҙ-үҙе менән көрәшә: оҡшай ине уға Асия, ә малайҙы әйтәһе лә түгел, тупылдап торған һөйкөмлө һөйәкле бала, яратҡан һайын яратаһы килә. Арыҫлан йомшаҡ ҡулдары менән муйынынан ҡосаҡлап алһа, ирей ҙә китә. Ҡайһы бер ваҡытта үҙ балаһы итеп күҙ алдына килтерә. Атаһы ҡайҙалыр, нисек шундай баланан баш тартырға була? Асия терпе кеүек ҡаҙалырға ғына тора, ә улы янында булғанда ул бесәй кеүек йомшаҡ, тауышы ла наҙлы”.
Һәр кемдең үткәне бар. “Ул, ир бала булараҡ, башҡаларға ҡарағанда иртәрәк өлгөрҙө. Әллә ауыр эштә эшләп үҫкәнгә, йәйге каникул еттеме, икенсе көнөндә үк ул колхозға эшкә сыҡты. Һигеҙенсе класҡа барғанда беренсе сентябргә өлгөрмәне: алмаш көтөүсе тапманылар. Бер аҙна тағы эшләргә тура килде, унда ла дәрескә эштән тура килеп инде. Класҡа ингәндә, ҡаршыһында ҡурсаҡ кеүек матур йәш кенә уҡытыусыны күреп, унан күҙен ала алманы. Ә ул үҙе – ҡырынмаған, йыуынмаған, кейемдәренән ферма еҫе килеп тора. Янында ултырған класташы Барый ҡолағына бышылданы: “Полячка, француз теленән уҡытасаҡ”. Матур кәүҙәле, ҡурсаҡ кеүек сибәр уҡытыусыға танауҙарына еҫ инә башлаған егеттәр һеләгәйҙәрен ағыҙып ҡаранылар. Парта араһынан йөрөп дәрес аңлатҡанда, егеттәрҙең күҙҙәре уҡытыусының матур төҙ аяҡтарында булды. Бер дәрес, ике, өс дәрес аңлата... Самат аңламағанға һалыша. Аңламауын да аңламай, башта – мәхшәр, шул төҙ аяҡтарҙан башҡа бер ни күрмәй, ишетмәй. Уҡытыусы Саматҡа дәрестән һуң ҡалырға ҡушты. Ҡалды Самат. Икәү генә ҡалғас, “матур төҙ аяҡтар” уның ҡаршыһына килеп баҫты.
– Ни эшләп бер ни ҙә аңламайһың һуң һин? – тине уҡытыусыһы. Самат уның ирендәренән күҙен ала алманы. “Бысағыма кәрәкме көтөүсегә француз теле, улар бит татарса ғына аңлай. Э-эх, бөткән баш бөткән...” – Самат, үҙ-үҙен белмәйенсә, уҡытыусыны ҡыҫып ҡосаҡлап алды ла үбергә үк тотондо. Йәш уҡытыусының үҙ ҡулында “ҡамыр” булғанын да тойоп торҙо. Әлегә үбешеүҙе кинола ғына күреп белгән ун алты йәшлек колхозсы малайға был айға менеү менән бер ине! Шул көндән башланды ла инде Юлия Яновна менән мөхәббәт. Бер тапҡыр әрәмә арҡылы һуҡмаҡтан ярты көн ҡайта алмай үбештеләр, хатта бер соҡорға йығылып төштөләр. Төштөләр генәме, Самат гонаһының олоһона, әле кинола ла күрмәгәненә үрелде, Яновна ла ҡаршы килмәне. Сафлығын юғалтып, хәлдән тайып, өйөнә төндә генә ҡайтып йығылды егет. Армиянан ҡайтҡан ауыл егеттәре менән дә ҡанға батып һуғышты Самат. Өйҙән шыпырт ҡына итен, майын урлап, уҡытыусыһына ташыны. Мөхәббәт бик ҡаты ине, тик беҙ ҡапсыҡта ятмай шул, мәктәптә белеп ҡалып, Яновнаны эштән ҡыуҙылар. Шул яҙҙа егеткә ысын мөхәббәт килде, ул тегеһенә бер нисек оҡшамаған, саф мөхәббәт ине: үҙе менән бер мәктәптә уҡыған Гөлсөмгә күҙе төштө. Онотолмаҫтай тойолған Яновна шунда уҡ онотолдо.
Самат Гөлсөмдө бөтә йөрәк йылыһын биреп яратты. Һөйөүе күҙҙәрендә мөлдөрәп тора ине. Яңылыш та ҡағылыу ҡайҙа, ти, рәнйетеүҙән ҡурҡты. Уҡыуҙар бөткәс, Гөлсөм Ҡазанға китте, Самат Ленинградҡа Хәрби диңгеҙ флотына уҡырға тип килде. Инде экзамендар биреп, конкурстан үткәс, һағыныуға түҙә алмайынса, ташлап ҡайтып китте. Ҡазанға Гөлсөмгә яҡыныраҡ булырмын, шунда уҡырға инермен тип уйланы, тик армияға алдылар. Ни уҡырға инергә, ни Гөлсөмгә барып етә алманы. Ике йыл хат алыштылар. Һағынды Самат, Гөлсөмдөң көтөүенә шиге юҡ ине. Армиянан ҡайтыуға уны эҙләп китмәксе ине лә, дуҫтарының әле береһе, әле икенсеһе береһенән-береһе яман хәбәр килтерә башланылар. Ишеткәндәр аяҡтан йығырҙай: тегенең менән булған, бының менән булған... “Юҡ, ышанмайым”, – тине. Гөлсөм менән осрашҡанда, Самат йыртҡыс януар хәленә еткән ине. “Уның саф сәскәһе сафмы икән?” – Үҙе тикшереп ҡараны: юл һалынған, сәскәһе өҙөлгән ине. Ғәрлектән башына йәбешеп иланы ул саҡта Самат. Гөлсөм дә иланы: “Ғәфү ит, ғәфү ит!” – тине. Бына шул көндән улар ни бергә түгел, ни айырым. Саматтың ошо үткәндәре бөгөн дә уға тынғылыҡ бирмәйҙәр ине.
Гөлсөм Саллыға ҡайтып заводҡа эшкә урынлашты, Самат та Саллыға килде. Йә ул килеп ҡуна, йә үҙе бара, эсе бошоп китһә. Тик мөхәббәт тә янып көлгә әйләнгән шул инде. Улар, бына ике йыл инде, шул көл өҫтөндә ваҡыт-ваҡыт осрашып аунайҙар. Гөлсөм ваҡыт-ваҡыт: “Өйләнешәйек”, – тип һүҙ ҡуҙғата. Юҡ, беренсе мөхәббәт – иң оло мөхәббәт, кисерә алмай, ә ниңә осраша һуң – үҙе лә аңламай: әллә йәлләй, әллә шулай йөрөү ғәҙәткә ингән. Асияны күргәндән бирле Саматтың күңеле Гөлсөмгә ҡарата бөтөнләй һыуынды. Үҙе Гөлсөм янына барманы, ул килһә, “ҡал” тимәне. Бер көндө Гөлсөм бәреп һораны:
– Кем ул? Минән ни ере менән артыҡ?
Самат йәшермәне:
– Бер балалы ҡатын, ул миңә бик оҡшай. Ни ере менән артыҡ? Бер ере лә артыҡ түгел, тик ул миңә хыянат итмәйәсәк. Мин бының тураһында күп уйланым Хыянатты, бәлки, кисереп тә булалыр, тик бергә, элеккесә яратып йәшәп кенә булмай. Һин миңә тоғро ҡалып көткән булһаң, мин һине бик бәхетле итер инем, Гөлсөм. Тик һуң шул инде. Йөрәккә әмер биреп булмай. – Гөлсөм үҙ дөйөм ятағына илай-илай ҡайтып китте.
Әле бына бөгөн ҡайтһа, ишек төбөндә Гөлсөм ултыра.
– Мин инде иртәнән бирле һине көтөп ултырам, арып бөттөм.
– Ни йомош, аңлаштыҡ бит, Гөлсөм?
– Бер ҡалала йәшәп, һине күрмәйенсә йәшәй алмайым, ҡайһы яҡҡа ҡараһам да, һин бараһың кеүек. Әйҙә Ҡазанға китәбеҙ, унда ла эш бөтмәгән бит. Бергә эшләрбеҙ, фатирға сиратҡа баҫырбыҙ, китәйек, Самат. Миңә һинһеҙ ауыр, яратам да, һағынам да һине. – Тағы әллә ниҙәр вәғәҙә итте, шикелле, тик Самат ҡына уны ишетмәне. Үҙенең уны ике йыл нисек һағыныуы… Үлеп ярата ине бит, армиянан ҡайтыу менән өйләнергә әҙер ине. Барыһы ла үткән, уның һүҙҙәре һүҙ генә булып ҡала, йөрәккә инде үтмәй ҙә, ышанмай ҙа.
– Һуң шул инде, Гөлсөм, һуң, әйттем бит: йөрәккә әмер биреп булмай! Автобустар инде туҡтағандыр, ҡун да иртән китерһең, – тип үҙ бүлмәһенә алып инде. – Бына минең карауатҡа ят, мин Ғүмәрҙекенә ятам. Икеһе ике карауатта күҙ ҙә йоммайынса таң аттырҙылар, иртән бергә тороп сәй эстеләр, бергә туҡталышҡа киттеләр...
Иртән автобус туҡталышы ҡырмыҫҡа иләүе менән бер: халыҡ һәр автобусты штурм менән ала, салон бүҫелгәнсе тула. Самат ян-яғына борғоланды: халыҡ араһынан таныш һынды эҙләне, ваҡыт-ваҡыт артына ла ҡараштырып алды. Гөлсөм, автобусы килһә лә, ултырып китергә ашыҡманы, һаман нимәгәлер өмөтләнеп, һуңғы һүҙҙе көттө. Тик Саматы ғына уның барлығын да онотҡан ине, буғай, ҡайҙалыр текәлгән. Гөлсөм дә Самат ҡараған яҡҡа боролоп ҡараны. Унан тәненә һылашып торған ҡара водолазка, зәңгәр джинсы кейгән бик сибәр генә ҡыҙ килә ине. Ул уны бик ҡыҙыҡһынып күҙәтте: иртә таңға ла ҡарамаҫтан, бик матур итеп буянған, сәстәрен бик килешле итеп тараған, нескә бил, тулы күкрәктәр... ир-атты ымһындырырлыҡ матур ине шул. Ҡатын-ҡыҙ үҙенең көндәшен әллә ҡайҙан тоя бит ул, Гөлсөм дә яңылышманы – Самат бөтә зиһене менән текәлеп ҡатҡан. Көнсөллөк ғазабы бөтә тәненә ут булып ҡапты: йәреңде биреү йәнеңде биреү менән бер икән. Гөлсөм, хәленән килһә, Саматтың күҙен ҡаплар ине. Ә ул ҡыҙҙы, йоҡолары туймаған егеттәргә ҡәҙәр уянып китеп, ҡыҙыҡһынып күҙәтәләр, кемдер һүҙ ҡатып, танышып ҡалырға тырыша, ә Самат уртын сәйнәй.
– Автобус килә, мин киттем, һау бул! – тине лә теге ҡыҙ ултыраһы автобус артынан уҡталды. Көтмәгәндә Гөлсөм уның күлдәгенә йәбеште.
– Юҡ, был һинең автобус түгел, ебәрмәйем, китәйек бынан, китәйек Ҡазанға. – Уның күҙҙәре мөлдөрәмә тулы йәш ине. Улар тартҡылашҡан арала автобус ҡуҙғалып китеп тә барҙы.
– Юҡ, Гөлсөм, юҡ, мәңге юҡ! – тип ҡысҡырып әйтте Самат һәм килеп туҡтаған арттағы автобусҡа инеп, юҡ булды.
Дауамы бар.