

ЯРАЛАРЫҢ МЕНӘН ЯРАТЫРМЫН
Повесть
Зифа ҠАДИРОВА
(8)
Бына шулай үҙен белә-белгәндән бирле. Аш һалып, усаҡ аҫтына аҡрын ғына ҡайнарлыҡ итеп ут яҡты һәм ул да салғыһына тотондо. Яҡында ғына ағас араларын сапҡылап алды, улына эре-эре еләктәрҙе лә һабағы менән йыйып бәйләргә онотманы. Асия ла әсәһе кеүек кирелеп-кирелеп сабырға тырышты. Әллә ни оҙон да түгел ине кеүек, бер пакус сыҡҡансы хәле бөттө. “Әсәй кеүек сабып булмай шул, уның салғыһы йырлап ҡына бара. Бөгөнгә шулай ауырыраҡ булыр инде, иртәгә әле кәүҙәһен дә йыя алмаҫ, бер-ике көн шулай булыр, унан күнегелә ул. Аһ, яңы сабылған йәшел үлән еҫе! Тырышып саба торғас, төшкө аш еткәнен дә һиҙмәй ҡалған, утҡа ҡуйған ашын да онотҡан. Әсәһенең тауышын ишеткәс, һиҫкәнеп китте.
– Ҡара, балам, һиңә нимә алып килдем, ауыҙ ит әле, – тип, әсәһе бер ус кәрәҙле бал һуҙҙы.
– Әсәй! Нисек табаһың һин уларҙы!
Ундай балды әсәһе, тишектәрен табып, йә салғы осо, йә һәнәк менән ерҙән ҡайыҙлап сығара.
– Был ысын бал инде, аша-аша, – тип, ҡыҙын ҡырағай бал ҡорттарының балы менән һыйланы. – Быныһы Арыҫлан менән ҡартәсәңә, – тине, матур сейә ботағын һындырып алған икән. – И-и, балам, тәбиғәттең байлығы, байлығынан бигерәк матурлығы, нисәмә тиҫтә йылдар йөрөйөм ошонда – һоҡланып туя алмайым. Бесән әҙерләү ауыр тиҙәр, минең өсөн байрам ғына ул! Бер ай ял бирһендәр ине, бер айын да бесән сабып үткәрер инем, шул ун саҡрымды ҡайтаһы ла булмаһа ине.
Төшкө ашты ашағас, әсәһе бер ярты сәғәт ял итергә ятып алды, инде ҡояш түбәгә менеп, бар көсөнә ҡыҙҙыра ине. Иртән, кисен генә сапһаң ине лә бит. Төҙөлөштә эшселәр берәр сәғәт ял итһәләр, бында әсәһе ун биш минут яттымы-юҡмы, тороп үҙ пакусына китте. Улар бик һуңлап ҡына ауылдарына ҡайтып еттеләр, бында ла атлы-йәйәүле, миһырбанлы әҙәмдәр бөтмәгән... Улар ҡайтып ингәндә, көтөү ҡайтҡан, ә уларҙың әле һыйыр һауаһы бар. Ҡапҡа төбөндәге эскәмйәлә йоҡлап ултырған Арыҫланды күреп, һиҫкәнеп киттеләр.
– Абау, балаҡайым, һине көтөп ултырғандыр инде, иртән беҙҙең менән үк торған бала бит, арыған инде бәпкәм, – тине әсәһе. Башын ҡырын һалып йоҡлап ултырған ейәненә һоҡланып. – Һин ал да өйгә инә тор, мин һыйырҙы һауып инәйем бер юлы, – тип, әсәһе бәләкәй ҡапҡаны асты. Уларға ҡаршы ҡартәсәһе сығып килә ине:
– Алып ҡына инә алмайым, “әсәй ҡайта” тип тик ултыра. Бөгөн балыҡтан да йүгерә лә ҡайта, әсәй ҡайтманымы тип. Йылға менән өй араһында сабып арыны инде бәбекәйем, – тип һөйләнә-һөйләнә арттан эйәрҙе.
Асия улын индереп һалып, өҫтөн сисендерә башлағас, усында ашалып бөтмәгән икмәк киҫәген күреп, йылмайҙы: “Шуны ашап бөтөрөрлөк тә хәле ҡалмаған балаҡайымдың... Әллә илаған: бит-ҡулдары бысраҡ, тағы һыйыр ҡаса тип ҡурҡып илағандыр инде. Бына һөт тә эсмәй йоҡлап китте инде бәбекәйем. Эй, татлы бала саҡ!” Икенсе көндө битенән һыйпағанға уянып китте. Кисә үҙе лә бик арыған ине шул, көскә күҙен ҡыҫып ҡына ҡараны. Ҡараһа, улы битенән һыйпап ултыра. Асия тиҙ генә күҙҙәрен йомдо, йоҡлағанға һабышты. Уға шундай рәхәт ине, баланың йомшаҡ ҡулдары иркәләй, аҡрын ғына әсәһенең битенән үбеп тә алды түгелме һуң. Йә Аллам, был миҙгелдәрҙе бер ниндәй аҡсаларға ла һатып ала алмайһың. Их, Рифат, һин дә булһаңсы беҙҙең янда, ошо бәләкәй йән киҫәге ниндәй бәхетле булыр ине бит. Бәлки, һин дә, йәнем, беҙҙең менән бәхет кисерер инең, барыһын онотоп... Асия күҙҙәрен асты ла йылмайып улына ҡараны – баланың шатлығы эсенә һыйманы, шулай ҙа ҡысҡырманы, бышылдап ҡына әйтте:
– Әйҙә, һыйырҙы бзди-бзди итәбеҙ, һөт өф-ф итәбеҙ.– Асияның йоҡоһо ҡасты, тәне бик ауыртһа ла, тороп ултырҙы, улы кисә уны көтөп һөтһөҙ ҡалды бит.
– Әйҙә, улым, әйҙә, күҙ нурым. – Асия улын күтәреп алды ла ишек алдына алып сыҡты. Иртәнге саф һауа, ҡоштар һайрай. – Әйҙә, йылғаға төшөп йыуынып киләбеҙ. Һинең балыҡтарға “һаумыһығыҙ” әйтәбеҙ. Әйҙә, таҫтамал алабыҙ ҙа, йү-гер-ҙек... – Улар биттәрен һалҡын һыу менән йыуып менделәр. – Һин, улым, иртән гел йылғаға төшөп йыуын. Биттәреңде, аяҡтарыңды кисен дә шунда йыуып ҡайт. Беҙ һуң ҡайтабыҙ, көтмә мине, ятып йоҡла, йәме.
– Бзди-бзди итәлгә кәләк, мыяу һөт һолай, минең дә һөт эсәһем килә. Һин балма, өйҙә ҡал. – Баланың күҙенә йәш тулды, муйынға һарылып, тауышһыҙ ғына илап ебәрҙе. Ул һәр ваҡыт шулай булды, күҙенә йәш төйөлөп ҡойолһа ла, тауышы сыҡманы. Асия һыйырҙы һауырға ултырғанда, улы кружкаһын тотоп килеп баҫты ла, күҙ йәштәрен һөртә-һөртә, сабыр ғына көтөп тора бирҙе. Баланы көттөрмәйем тип, кружкаға һауып бирҙе, тик бала уны бесәй һауытына илтеп һалды: дүрт-биш бесәй балаһы тәрилкәләге һөткә ябырылдылар. Арыҫлан бер аҙ уларҙы күҙәтеп баҫып торҙо ла кружкаһын тотоп кире килде: – Әсәй, бзди-бзди ит тағы. – Асия йылмайып улын күҙәтте: “Улы яңы тыуған таң менән көндәлек мәшәҡәткә сумып, тормошто өйрәнә. Һәр туған таң үҙе менән бала өсөн ниндәйҙер яңылыҡ алып килә, ошо бәләкәй кешенең дә үҙенә күрә шатлығы, ҡайғыһы бар бит. Ирендәрен ап-аҡ күбеккә буяп, һөт эсеп торған бала кем булыр киләсәктә? Хоҙайым, кемде бирҙең икән миңә... Кемде бирһәң дә, бәхетле, тәүфиҡлы, игелекле, кешелекле кеше булһын балам! Таң менән теләгән теләктәр ҡабул була, ти әсәй, бәхетле бул, сабыйым”. Асияның күҙенә йәш төйөлдө, был – рәхәттән тыуған күҙ йәштәре ине, йәш әсә, хистәрен тыя алмайынса, улын ҡыҫып ҡосаҡлап суп-суп үпте, һөйҙө: татлы ла һуң балам!
Бесәнде аҙна буйына туҡтамайынса саптылар, аҙна ахырында, инде йыйып күбәләрлек булғас ҡына, кинәт йәшенләп ҡойоп ямғыр яуып үтте. Әсәһе аһ итте: “Күбәләп өлгөрмәнек, әрәм булды”, – тине, ҡайын аҫтына ышыҡланып. Йәшен ҡамсыһын уйнатты, ямғыр эре-эре тамсылары менән бәреп яуҙы, шатырҙатып ерҙе һелкетте.
– Йә Аллам, кисер беҙҙе, гонаһлы бәндәләреңде, бәлә-ҡазанан һаҡла үҙең. Кил, балам, үҙемә ышыҡлан, – тип, әсәһе Асияны үҙенә тартты. Асия бала саҡтан йәшендән ҡурҡа ине шул. Бала саҡтағы кеүек, тик ул үҙе “әсәй” бит! Янында улы булһа, бар ҡурҡыуын онотоп улын йәшерер, ҡолаҡтарын ҡаплар ине, ә ул һаман әсәһенә һыйына. Бала етмештә лә бала, тип, белмәй әйтмәгәндәр инде. Ямғыр нисек кинәт килеп сыҡһа, шулай салт итеп ҡояш сыҡты һәм ҡыҙҙыра ла башланы. Ҡояшҡа ҡарап улар ҙа йылмайып ебәрҙеләр.
– Эй Хоҙайҙың рәхмәте, ерҙең битен йыуып әҙерәк хәл алдырып китәйем, тине инде. Әйҙә, балам, әҙерәк ер һурыҡһын, елләһен, ваҡытты әрәм итмәйек, беҙ сейә йыя торайыҡ. – Силәктәр алып тау битенә менеп киттеләр. Ҡыр сейәһе тәмле инде ул. Икеһенә бер силәк сейә йыйып та төштөләр. Башҡа саҡта былай туҡтап, көн әрәм итеп, сейә, еләк йыйырға ваҡыт та юҡ шул.
Иртәгеһен иртән килеү менән пакустарҙы әйләндерергә тотондолар. Көн буйына бесән киптерҙеләр. Кисә ямғырға тиклем йыйып өйгән булһалар, бер эш бөткән булыр ине лә бит. Шулай шул, тәбиғәттең үҙ вазифаһы, унан өҫтөн булып булмай. Асия инде ике аҙна бында, әле ун дүрт күбә генә күбәләнеләр, әсәһе кәбәнде утыҙ ике күбәнән ҡоя, уныһы инде оло өмә менән, һәр күбәне ат менән тарттырып. Унан, көҙөн беренсе ҡар ятҡас, шуларҙы ике трактор көскә һөйрәп ҡайта. Эш менән мауығып сираттағы ялының бөткәне лә һиҙелмәй ҡалды, ә эштең әле бөтәһе юҡ: картуфын алыр ваҡыт та етер, һарайҙы ла көҙгә мал ҡайтыуға таҙаларға... Аҙбар-ҡура эсен әсәһе һәр йәйҙә ҡара ергә ҡалдырып таҙарта. Тауыҡ сүпләп бөтмәҫ эш – бөтәһе бер яңғыҙ ҡатын елкәһендә, донъяһы ирҙәрҙекенән кәм түгел. Эш бөтмәгән килеш китеп барыу Асияға ҡыйын.
– Әсәй, минең китер ваҡыт та етте. Ни эшләрһең инде бер үҙең?
– Быға саҡлы ни эшләһәм, шуны эшләрмен. Ауылда мәңге лә эш бөтмәй инде ул. Әле лә бына һин ҡайтҡас, әллә ни саҡлы эш эшләнек. Бесәндең ҡалғанын нисек тә бөтөрөрмөн әле, ағайыңдар булышыр, килмәй ҡалмаҫтар. Баланы ҡалдырырһың, бәлки. Йөрөһөн шунда саф һауала, ҡара ниндәй үҫеп китте. Былай ҙа оҡшаһа оҡшар икән атаһына... Ир балаға атай кәрәк шул. Оҙаҡламай күр ҙә тор, атай таптыра башлар, ни эшләрһең инде, балам...
– Берәр яйы сыҡмай ҡалмаҫ, борсолма, әсәй.
– Балаға атай кәрәк тип кенә, яратмаған кешегә кейәүгә сығып яңылыша күрмә балам. – Асия башын эйҙе: “Әсәһе уның күңелендәген уҡынымы әллә? Сығырға кешеһе бар ҙа ул, бына яратыу тигәне генә ҡурҡыта. Яратып яратылмау ҙа ауыр шул, ҡайҙа бының сығыу юлы.... Нисек итһәм, дөрөҫ булыр, кем кәңәш бирер...”
– Балам, Алмасты бәхетһеҙ итә күрмә, һин уны яратмайһың. Ул да кеше балаһы бит, яҡшы егет, тик һинеке түгел. – Асия өндәшмәне. Уйламаһаң, йәшәйһең, уйлаһаң, сисәһе төйөн бик ҙур икән шул. – Тормош, балам, бигерәк ҡатмарлы, тағын яңылыша күрмә.
Әсәһенең күҙҙәре моңһоу ине. Уға ҡарап Асияның йөрәге ҡыҫылып ҡуйҙы. Улар китәләр, ә ул тау саҡлы өйөлөп ятҡан эштәре, үҙ тормошоноң да сиселмәгән төйөндәре менән тороп ҡала. Ярай әле ҡартәсәһе бар иптәшкә. Улайһа, атаһы тынғылыҡ бирмәй бит, һаман килеп теңкәһенә тейә. Кисә һарайҙан һыйыр һауып сыҡҡанда, урам тәҙрәһенән берәү йәшеренеп кенә өй эсен күҙәткәнен күреп, Асия ҡурҡыуҙан саҡ ҡысҡырып ебәрмәне. Яҡыныраҡ килеп ҡарағас, атаһын танып алды.
– Атай, ни эшләп йөрөйһөң былай итеп? Кит инде, ҡартайып бөткәс, оялмайынса тәҙрә төбөндә йөрөмәһәң, – тине аҡрын ғына.
– Ҡыҙым, һиңә ҡарттыр ҙа ул, тик йөрәк йәш ваҡыттағы кеүек һағына шул, аңлаусы ғына юҡ, – тине лә, көтмәгәндә килеп сыҡҡан ҡыҙынан оялғандай булып китте, ахыры. Нисек инһә, шулай баҡса кәртәһе аша йылт һикереп сыҡты. Асияға, беренсе тапҡыр, атаһы ҡыҙғаныс булып китте. Мөхәббәт менән шаярмайҙар, уны хәмергә алыштырмайҙар, хыянатты бөтә кеше лә кисерә алмай шул. Әле бына шуны, атаһының килгәнен, әсәһенә әйтергәме-юҡмы тип уйлап ҡуйҙы.
– Әсәй, һин атайҙы һағынмайһыңмы? Ул һине һағына, буғай.
– Кәрәкмәҫ, балам, иҫемә төшөрмә. Мине һағалап ғүмере үтте, әле бер көндө лә, бесәнлеккә ат эсерергә килгән кеше булып, шишмәгә килә лә мине күҙәтә, һиҙмәй тип уйлай. Кәрәге юҡ, балам, йәшәһен ғаиләһе менән. Үҙе теләп алды шул тормошто. Иҫкергән, күгәргән әйберҙәр ҡабат йәбешмәйҙәр улар бер-береһенә. Һеҙ булһағыҙ, миңә шул еткән...
***
Асия улы менән КамАЗына китеп барҙы. Йәндең яртыһы тыуған йортта ҡалды. Ара йыраҡ, ҡайтып ярҙам итә алмай, ауыл ерендә бигерәк эш күп шул. Был юлы улы күтәрешә ауырлыҡты, күтәрешмәһә лә, эргәлә эйәреп йүгергәс тә еңел. Үҙе әсәһенә ҡарай ҙа йылмая, йәй буйы әсәһен күреп тә туйманы бит. Әле бына әсәһе – уныҡы ғына, тик уныҡы, шуға ла шатланып йылмая инде. Дөйөм ятаҡ бер койкаһы менән уларҙы көтә. Ҡайтып инеү менән вахтер:
– Һеҙҙе теге егет көн һайын һорап килә. Юҡ тигәнгә ышанмайынса, бүлмәгеҙгә инеп тикшереп сыға, – тигәс, Асияның асыуы килеп:
– Индермәгеҙ, мин рөхсәт итмәйем, – тине.
– Тыңлармы икән, бигерәк үҙ һүҙле.
Йыраҡ юлдан килеү арытҡан, инеү менән улын йыуындырҙы ла икәү йоҡларға яттылар. Ҡыҙҙар өйҙә юҡ, “пятачок”ка киткәндәрҙер. Тәмле итеп йоҡоға китеүгә шау-шыу тауышҡа уянып китте. Коридорҙа тауышланалар, ятаҡтың шул инде – тынғылыҡ юҡ, урынынан тороп, коридорға башын тығып ҡараны.
– Шауламағыҙ, бала йоҡлай. – Ҡыҙҙар тынып, уға текәлеп ҡалдылар. Күрше бүлмәләге Камилә:
– Бәй, һин килдеңме ни? Ана, тегендә ҡара әле, – тип балкон яғына төртөп күрһәтте.
Асия үрелеп ҡараны. Унда Самат йәшен ҡайтарғыс сыбығы буйлап икенсе ҡатҡа менеп маташа. Тышта ямғыр һибәләп үткән, аяғы тая ла йығылып төшә. Асияның йөрәге жыу итте. Был хәҙер инер юл тапҡан, нисек ҡотолорға һуң? Бүлмәгә бикләнеп кенә ҡотола алмаясағын да аңлай. Бер типһә, ишек төбө-тамыры менән сығып осасаҡ. Баланы ҡурҡытып харап итер. Был ни менән бөтөр тигән шикелле ҡыҙҙар ҙа тынып ҡалдылар. Күп тә үтмәне, балкон ишегендә Самат пәйҙә булды: күлдәгенең ең төптәре умырылып төшкән, иҙеүҙәре асыҡ, үҙе тирләп бешкән, йыш-йыш һулай. Тура Асия янына атланы.
– Индермәҫкә ҡуштыңмы? Һин әле мине белмәйһең. Ух, нисек һағындым үҙеңде, – тине, ҡосағына ҡыҫып. – Әллә уның, әллә үҙенең һөйәктәре шытырҙаны. Әйтерһең, тирә-яҡта бер кем юҡ! Яңаҡтарын усына алып, ҡурҡынған күҙҙәренә ҡараны. – Һағындым, үлеп һағындым, ҡыума, стенаны емереп инәм, – тине аҡрын ғына, үҙенең еүеш күкрәгенә ҡыҫып. – Йәшәй алмайым һинһеҙ, аңла шуны.
Асия был көтөлмәгән хәлдән өнһөҙ тора бирҙе.
– Шаулама, баланы уятаһың, – тине йомшаҡ ҡына.
– Юҡ, мин уның йоҡоһон ул егет булғансы һаҡлаясаҡмын. – Йоҡлап ятҡан бала янына теҙләнеп, уның йомшаҡ ҡулдарынан үпте.
Ҡараңғы тынлыҡта Асия башына беренсе килгән уйҙы ярып һалды:
– Йә өйлән, йә бүтән килеп йөрөмә! – Һәм күҙҙәрен шытырҙатып йомдо. Әйткән һүҙ атҡан уҡ, бөткән баш бөткән. Әйтте лә үҙе тынһыҙ ҡатып тора бирҙе. Самат урынынан ашыҡмай ғына күтәрелде лә Асияның эйәгенән тотоп:
– Ҡабатла! – тине.
– Мин ике ҡабатламайым! – тине Асия.
– Ҡурҡыр, тиһеңме? Юҡ, ҡурҡмайым, өйләнәм!
– Тик, ярата алырмын тип вәғәҙә бирә алмайым, – тине Асия аҡрын ғына.
– Ә мин һине һин яратырлыҡ итеп яратасаҡмын, бына хәҙерҙән, һәм, үлгәнсе.
Ҡалған мәлдәр томан эсенә инеп юғалды кеүек. Самат Асияның йөрәген яулар өсөн бөтә оҫталығын, бөтә йөрәк йылыһын биреп иркәләне, наҙланы. Әйтерһең, хәҙер ысҡындырһа, тағы юғалтыр, Асия ла, башы әйләнеп, ҡарыша алманы, наҙына наҙ менән яуап бирмәһә лә, кире лә ҡаға алманы. Улар иртән генә, таң һыҙылып килгәндә, көс-хәл менән айырылыштылар. Бүлмәлә ҡыҙҙарҙың юҡлығын Асия, ул сығып киткәс кенә, абайлап алды. Тәҙрә янына килеп урамға күҙ һалһа, унда Самат, йыртыҡ күлдәген болғай-болғай, һикерә-бейей үҙенең ятағына саба ине. Асия өнөммө-төшөммө был тип, һыҙылып атҡан таңды күҙәтте. Ер ситенән аҡрын ғына ҡояш нурҙары һуҙылды – яңы өмөттәр менән яңы көн тыуа. Уларҙың ташҡын хистәренә ай шаһит булды. Ҡояш яндырып бөтөрмәҫме ай аҫтында биргән вәғәҙәләрҙе? Кем көслөрәк: аймы, ҡояшмы, һинме, минме? Иртәнгә ҡыҙыуы баҫылыр ҙа кискә үҙе лә юҡҡа сығыр тип уйлап, әллә ни күп өмөттәрҙән тыйып торорға тырышты үҙен Асия. Кис менән ишек шаҡыуға тертләп китте. Ишектә май ҡояшылай йылмайып торған Саматты күреп тағы юғалып ҡалды. Бер уға, бер Арыҫланға ҡараны, ә бала шатлыҡтан сәпәкәй итеп йылмайып ебәрҙе. Самат бала алдына килеп теҙләнеп: “Ну, иҫәнме, улым, кил әле бер яратайым”, – тип, ҡосаҡлап алды, пакеттан уйынсыҡ машина тартып сығарҙы: “Бына һиңә бүләк”. – Асия һаман да ҡыл кеүек тартылып тора бирҙе.
– Килмәҫ, тинеңме? Киләм, Асия! Был аҙнала беҙҙең ауылға ҡайтабыҙ, минән ҡотолормон тимә, кирегә бөткән ҡатын, – тине йылмайып, шул арала күкрәгенә ҡыҫып, бер үбергә лә өлгөрҙө.
Киләһе ялда, ысынлап та, иртән иртүк ауылға ҡайтырға сыҡтылар. Лифт эшләмәй, йәйәү төшкәндә шаулашып-көлөшөп ингән егеттәрҙе күргәс, Асия юғалды ла ҡалды – баҫҡыста хәрби кейемдән Алмас менән Айзат тап булдылар. Кинәт осрашыуҙан улар стенаға һырыҡтылар, ә Самат Асияны, егеттәр ҡағыла күрмәһен тип, алдан төшөрөп юл бирҙе. Асия үҙен бурлыҡта тотолған кеше кеүек тойҙо: “Ниңә иҫәнләшмәне, ниңә таныштырманы, ауыр саҡта улар уны ташламанылар бит. Аһ-һ, яҡшы түгел. Алмастың уҡыуын бөтөрөү шатлығы менән уртаҡлашырға килеүе булғандыр. Их, туҡтайһы булған, тик ул Саматты ла белеп бөтөрмәй шул – ни уйлар ине...” Ул саҡта бик оҙаҡҡа кәйефе ҡырылды. Ауылдан килгәс тә әле ул: “Алмас килер, күрешеп һөйләшербеҙ”, – тип көттө, тик улар Айзат менән икеһе лә бүтән килмәнеләр, күренмәнеләр ҙә. Шул осрашыуҙан һуң ун йыл үткәс, үҙҙәренең подъезд төбөндә Алмасты осратып аптырап ҡалды.
– Алмас, һин түгелме һуң?! – тине шатланып. – Ни эшләп йөрөһөң был яҡтарҙа?!
– Дуҫ, һин нисек, бәхетлеме? Рәнйетмәйҙәрме? Малай нисек?
– Барыһы ла яҡшы, яҡшы йәшәйем, кем рәнйетһен мине, ниңә улай тип һорайһың?
– Шуны ғына белгем килгән ине, ҡыйырһытһалар, әйт үҙемә, – тине лә китеп барҙы. Асия аптырап тороп ҡалды: “Ни булды инде был? Һөйләшмәне лә, Айзатты ла һорап өлгөрмәнем”.
Дауамы бар.