Шоңҡар
+24 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
9 Апрель 2023, 04:44

ЯРАЛАРЫҢ МЕНӘН ЯРАТЫРМЫН Повесть Зифа ҠАДИРОВА (9)

– Кеше балаһын бәхетһеҙ итә күрмә, балам. Һинең бәхетһеҙлегеңдә уның ғәйебе юҡ, бары үҙең...

ЯРАЛАРЫҢ МЕНӘН ЯРАТЫРМЫН Повесть Зифа ҠАДИРОВА (9)ЯРАЛАРЫҢ МЕНӘН ЯРАТЫРМЫН Повесть Зифа ҠАДИРОВА (9)
ЯРАЛАРЫҢ МЕНӘН ЯРАТЫРМЫН Повесть Зифа ҠАДИРОВА (9)

ЯРАЛАРЫҢ МЕНӘН ЯРАТЫРМЫН

Повесть

Зифа ҠАДИРОВА

(9)

***

Самат менән улар ике ятаҡ араһында осраштылар, төнгә саҡлы урамда йөрөнөләр, унан һәр ҡайһыһы үҙ ятағына ҡайтып ятты. Өйләнешеү тураһында башҡа Асия һүҙ ҡуҙғатманы, Саматтың үҙенән көттө. Көҙ көнө Самат әллә ҡайҙа “шабашка”ға китеп юғалды. Асия үҙенең ауырға уҙғанын тойоп ҡото алынды. Ни хәбәр итеп булмай, ҡайҙа киткәнен дә белмәй. Көттө-көттө лә, көтмәҫкә булды. “Тағы алдандым, ниндәй ебегән һуң мин?... – тип үҙ-үҙен һүкте. – Һәр кемгә ышанырға, мин йүләр, мин йүләр”, – тип нисек кенә иламаһын, ваҡыт үтә торҙо, Самат ҡайтманы. Абортҡа барырға булды. Табип ҡарағас: “Һуңға ҡалғанһың бит, ниңә иртәрәк килмәнең?” – тине. Асия ҡурҡыуынан ҡысҡырып илап ебәрҙе, быныһын таба алмаясаҡ, юҡ, булмай... Ярҙам итегеҙ, – тип ялынып ҡараны. Юҡ, юллама бирмәнеләр. Инде ни эшләргә? Берәй әбейгә булһа ла барырға кәрәк, тик ҡайҙан табырға һуң уны... Башын элмәккә тығырҙай булды. Һораша торғас, ҡыҙҙар уны ҡасандыр акушер булып эшләгән бер ҡарт ҡатынға ебәрҙеләр. “Һала торған” апайҙы күргәс, Асия ҡурҡып сығып та ҡасмаҡсы ине лә аяҡтары ниңәлер атламаҫ булды – гипнозланған кеүек, ни ҡушһалар, шуға буйһондо. Апай кеше үҙ эшен эшләгәс: “Төндә скорый саҡыртырһың да шунда таптырырҙар”, – тип ҡайтарып ебәрҙе. Төндә, ысынлап та, ашығыс ярҙам машинаһы килеп алып китте, уны ҡараған оло йәштәге табип эшен бөтөрөүгә: “Эх, сибәрем, өс малайҙы харап иткәнһең бит!” – тине. Асия, яңылыш ишетәмме әллә тип, ятҡан еренән башын ҡалҡытып ҡараны.
– Берәүҙәр берҙе лә алып ҡайта алмай, ә бында – өсәү! Ҡыҙғаныс, малайҙар бит... – тип ҡабатланы табип.
Асия ике ҡулы менән битен ҡаплап илап ебәрҙе. Беренсенән, ҡурҡыныс, икенсенән, балалар ҡыҙғаныс ине. Уколдар яһап, эсенә боҙло грелка ҡуйғас, ул ике көн йоҡланы. Уянды ла тағы йоҡоға китте. Ҡатындар тәҙрә төбөнә теҙелгәндәр ҙә кемделер күҙәтәләр: “Ҡара, өсөнсө көн бит инде, килә лә көнө буйы баҫып тора. Кемдеңдер ире инде был”, – тиҙәр. Асия бер кемгә ҡатышманы, бер кем менән һөйләшмәне. Йәнендә – бушлыҡ. “Ниңә дөрөҫ йәшәй белмәй һуң ул? Нимәгә ышанды, улын атайлы итәһе килдеме? Теге ваҡыт ауылға ҡайтҡас, Саматтың атайҙары бик матур ҡабул иттеләр. Бала менән өсөһөнә бергә урын йәйҙеләр. Яңы тормош, яңы ғаилә... Юҡ, бер булмаһа, булмай икән шул”.
– Ҡара әле, ул, а-а-ана унда, һинеке түгелме? Йоҡлайһың да йоҡлайһың, – тине бер ҡатын уға яҡын килеп.
– Юҡ, минең килер кешем юҡ, – тине Асия урынынан ҡуҙғалмайынса ғына.
– Бында килеп эләккәс, бар, тимәк. Өс көн тора бит инде, ҡатып үлмәһен тағы, – тип көлөштөләр. Асия бәҙрәфкә барышлай шулай ҙа тәҙрәгә үрелеп ҡараны, йөрәге жыу итте: “Самат”, – тине аҡрын ғына. Һуң инде, көтмәһәң дә була, тигән уй йөрәген телгеләп үтте. Ә ул бүреген һалып болғарға тотондо. Ниҙер ҡысҡыра, ишетелмәй, алтынсы ҡат бит. Асия аҫҡа ымлап күрһәтте. Самат шунда күрешеү урынына йүгерҙе. Һурылып ҡалған ап-аҡ сырайынан да аңларға була ине... Дөрөҫөн әйткәндә, Асияның күрешәһе лә, һөйләшәһе лә килмәне.
– Бер кем бер ни аңлатмай. Ни булды, ни эшләп ятаһың бында? – тип ҡосаҡлап алды уны Самат.
– Һин яһап киткән малайҙарыңды алып килдем, – тине Асия, күтәрелеп ҡарамай ғына.
– Нимә? Ниндәй малайҙар? – Самат Асияны бер ситкә тартты, эйәгенән күтәреп күҙҙәренә ҡараны. Асияның күҙҙәренә мөлдөрәп тулған йәштәре ирекһеҙ ағып киттеләр. Ул тауышһыҙ ғына, йөрәге менән үкһей ине.
– Мин һине көттөм, – тине тағы ла нығыраҡ үкһеп. – Хәҙер һуң инде, башҡа килмә, – тине лә китергә боролдо.
– Юҡ, йәнем, мин бер ҡайҙа ла китмәйем! Тыныслан, һәм аңлат: ни булды? – Самат уны пальтоһы эсенә төрөп алып, ҡыҫып ҡосаҡланы. Ауыр булды аңлашыу. Өс малайҙы юғалтыу Саматҡа ла, берҙән, көтөлмәгән хәл булһа, икенсенән, уға балалар ҡыҙғаныс ине. – Ниңә? Ниңә тағы бер көн көтмәнең? Ниңә минең яратыуыма ышанманың? – тине ул, Асияны дер һелкетеп, аптырауҙан күҙҙәрен ситкә борҙо: ул илай ине. Кәрәкмәгәнде эшләп ташламайым, типтер, бәрелә-һуғыла урамға сығып китте. Аҡырып илағыһы килде уның. “Эх-х, ошо ахмаҡ донъя: ваҡытында кешесә аңлаша алмау, етмәгән мал... Ҙур бер клубты алғандар ине, яңы йылға эшләп бөтөрәйек-бөтөрәйек тип тырыштылар – аҡса менән ҡайтып һөйөндөрәһе килде. Өс малай! Был бит... һүҙ юҡ, их, йүләр, кирегә бөткән ҡатын...” Самат бәргеләнде, үҙ-үҙенә урын таба алмай, ысҡынған пальто иҙеүҙәре менән, ҡайҙа барғанын белмәй барҙы ла барҙы... “Бала... Туҡта, Арыҫланды баҡсанан алаһы бар бит. Ә ниңә әле ул уға: “Башҡа килеп йөрөмә, һуң инде”, – тине. “Юҡ, йәнем, хатаны төҙәтергә бер ҡасан да һуң түгел, тормош башлана ғына әле. Мин һеҙҙе башҡа бер ҡасан да яңғыҙ ҡалдырмаясаҡмын”.
Тағы ике көндән Асияны сығарҙылар. Ул тура балалар баҡсаһына килде, ә унда: “Балағыҙҙы атаһы алды инде”, – тиҙәр. Асия бер аҙ аптырап ҡалды. Ҡайтып инһә, Самат ашарға әҙерләп йөрөй... Арыҫлан ҙур машина менән уйнап ултыра. Әсәһен күргәс, һикереп тороп килеп ҡосаҡлап алды. Самат бер ни булмағандай:
– Әйҙә, йыйын тиҙ генә, ЗАГС-ҡа ғариза бирергә барабыҙ.
Асия бер аҙ уйланып торҙо ла:
– Бармайым, хәҙер инде кәрәге юҡ, – тине. Бүлмәлә тынлыҡ урынлашты. Бала бер әсәһенә, бер Самат ағаһына ҡарап алды. Ул сабый ҙа һиҙә, күрәһең, дауыл сығырға торғанды, шым ғына Самат янына барып баҫты – икәүләшеп уның күҙенә ҡарап баҡҡандар. Самат күреп тора: Асияның күҙҙәрендә – бушлыҡ, йөҙө ап-аҡ булып тартылған. Уға ҡурҡыныс булып китте: “Ул бит ир кеше, оҙаҡҡа һуҙмайынса, бындай кире хәлдән сығыу юлын табырға тейеш”.
– Улым, бар, һин ана тегендә уйнап тор әле, әйҙә, машинаңды ла ал. Унан урамға сығырбыҙ. Әйҙә әле, һин ҙур егет бит, – тип баланы коридорға сығарып ебәрҙе.
– Асия, ғәйеп миндә лә бар, һиндә лә бар. Һин миңә рәнйейһең, мин – һиңә. Эште бөтөрөп, Яңы йылға аҡса эшләп ҡайтайыҡ тип тырыштыҡ, хәбәр итә алманым. Минең башыма ла килмәне бындай хәл булыр тип. Беҙ бит вәғәҙәләшкән, һинең ни хаҡың бар ине көтмәҫкә? Ышанмаҫҡа? Өс малай, тиһең. Ниндәй бәхет булыр ине! Аңлайһыңмы һин, кирегә бөткән ҡатын? Тотоп ярам инде мин һине бер. – Үҙе Асияны ҡыҫып ҡосаҡлап алды ла, ауыр һулап, эсен ярып һалғандай булды: – Миңә ышанмауың рәнйетә мине, мин һеҙҙе шул тиклем яратам. Арыҫлан менән икегеҙ бер бөтөн, ул бит аҡыллы бала, ул нығыраҡ аңлай, шикелле, минең хәлде. Их, Асия, йәнем, харап иткәнһең малайҙарҙы...
Асия бик арыған, уны сараһыҙлыҡ биләп алған, ике ҡуллап башын ҡыҫып тотҡан хәлдә бер нөктәгә ҡарап һөйләй:
– Бер янғас, һалҡын һыуҙы ла өрөп ҡабаһың икән ул. Үҙеңә тиң ҡыҙҙар бөтмәҫ, ҡалдыр һин беҙҙе. Һиңә түгел, үҙ-үҙемә асыуым килә минең. Йәшәй-йәшәй аңлайһың: кешегә түгел, үҙ-үҙеңә лә билдән түбән ышанма, тигәнгә. Ә мин һаман ышанам, ышанам да... абынам. Ышаныстан тик яралар ғына ҡала, ә яраларҙы бәйләр кеше юҡ. Яралаусылар – бар, бәйләүсе – юҡ. Мин ғәйепле, мин – әсә, барыһына әсә ғәйепле. Беренсе яңылышыуымда сабыйымдың ғүмерен һаҡлап ҡалырға ниндәй көстәр ярҙам иткәндер, ә быныһында... ҡурҡтым, көсөм етмәне. Гонаһы ғүмерем буйы бимазалар, ғүмерем буйы шул өс бала шәүлә булып янымда йөрөр.
– Мин һине ғәйепләмәйем, яратмауыңды ла беләм, тик бер ни эшләй алмайым. Сихырланған кеүек, һинән, Арыҫландан айырыла алмайым. Иртәгә Яңы йыл, әйҙә шул яңы йылды бергә башлайыҡ. Үткәндәр үтһен, һәр кемдең үткәне бар. Үткәндә ҡалған яралар асылмаһын. Ҡыҫып бәйләйек тә яңы тормош башлайыҡ. Асия, матурым, ҡара күҙҙәремә, яңы тормош башлайыҡ тим. – Ул Асияның яңаҡтарын усына алып, уның йәшле күҙҙәренә ҡараны. – Ышан, мин һеҙҙе башҡа бер көнгә лә ҡалдырмам, ишетәһеңме, ҡалдырмам. Бына күр ҙә тор, бер ваҡыт килеп, һин дә мине яратырһың, мин ул көндө көтөрмөн, – тине аҡрын ғына һәм үҙ-үҙенә генә әйткән кеүек: – Килмәй ҡалмаҫ ул көн! – тип ҡабатланы. Самат Асияны тағы ла ҡыҫыбыраҡ ҡосаҡланы.
Дөйөм ятаҡтың шул инде, шаҡып тороу юҡ, ишектә Ҡәҙриә күренде.
– Нимә, баланы ишек артына сығарып баҫтырҙығыҙ? Тора меҫкен, машинаһын ҡосаҡлап... – Самат һикереп торҙо ла баланы күтәреп алды.
– Әйҙә, улым, урамға сығабыҙ. Әсәйең аҙыраҡ ял итһен, беҙ һинең менән Ҡыш бабай яһарбыҙ.
Кинәт Ҡәҙриә ҡысҡырып ебәрҙе:
– Ҡара әле, Асия, һөйөнсө алырға онотҡанмын бит! Һөйөнсөгә ни бирәһең?
– Ниндәй һөйөнсө булһын, ти, миңә...
– Һинән бер плиткә шоколад. Һиңә бүлмә биргәндәр, конторға килергә ҡуштылар. – Асия Ҡәҙриәне ҡосаҡлап алып әйләндерә башланы, һөйөнөс сиктән ашҡан ине.
Самат та сығып барған еренән туҡтап ҡалды.
– Ысынмы? Ысын күңелдән ҡотлайым һине, Асия! Әйҙә, улым, остоҡ шоколад алырға!

***

Бына шунан башланды уларҙың тормошо. Дүрт бүлмәле фатирҙан туғыҙ квадратлы бәләкәй генә бер бүлмә. Һалҡын. Тәҙрәнең бер ҡат быялаһы ватыҡ. Шулай ҙа был әйтеп бөтөргөһөҙ бәхет ине. Самат дөйөм ятаҡтан бер матрас урлап алып килгән: “Быныһы минең “приданный”, – тине. Уныһы ла мамығы ике башында ғына ҡалған, уртаһында сепрәк кенә булып сыҡты. Асия ла: “Ә быныһы минең “приданный”, минең бирнә – бала карауаты менән балаһы! – тине. Бер айҙан атай-әсәйҙәре килде, шунда бригада ҡыҙҙарын йыйып, гөрләтеп туй яһанылар ҙа матур ғына йәшәп киттеләр.
Асияның әсәһе бик мәғәнәле генә итеп һорау бирҙе:
– Егет шәп, егет – ут, күҙ теймәһен, тик, яратаһыңмы һуң, балам?
Асия күҙ ҡарашын йәшерҙе, алдағыһы килмәне, тик дөрөҫөн дә әйтә алманы:
– Яратмаһа, яратылыр, – тип мығырҙаны.
– Кеше балаһын бәхетһеҙ итә күрмә, балам. Һинең бәхетһеҙлегеңдә уның ғәйебе юҡ, бары үҙең...
Ә Асияның уйында был мәлдә лә Рифат ине: “Кил, күр, мин юғалманым”, – тип ҡысҡыраһы килде уның. Ниңәлер йөрәгенең бер мөйөшөндә өмөт тигән шайтан ултыра ине шул: килер, уны түгел, улын ғына күрәһе килеп булһа ла килер.

***
Тормоштоң төрлө сағы булды: көлгән, илаған саҡтары ла... Еңел түгел ине ир тигән кешегә буйһоноу. Әллә атайһыҙ үҫкәнгә, бәләкәйҙән өйҙә ир-ат булмағас, нисегерәк йәшәргә, ир-атты нисек көйләргә? Ундай төшөнсәләр ят ине Асияға. Самат ҡойоу заводына эшкә инде – фатирҙарҙы унда тиҙерәк бирәләр икән. Парлы булып йәшәүҙең үҙ ҡыҙығы: һауыт-һаба йыяһың, өй эсенә ҡайтҡан һәр әйбереңә һөйөнәһең, сиратлап бер-береңә кейем алаһың, уға һөйөнәһең, бер-береңдең әллә ниндәй бығаса белмәгән яҡтарын асаһың... Асия иркәләнеүҙең ни икәнен, ир наҙын ҡабаттан ауырға уҙғас аңланы. Ире итектәрен, пальтоһын кейҙерҙе, ауыр әйбер күтәртмәне. Беренсеһе менән сағыштырғанда, был юлы тормош ер менән күк араһы ине: Асия ҡорһағын киреп уңайһыҙланмайынса, башын ғорур тотоп йөрөнө. Иренә әллә ни мөкиббән китмәһә лә, кеше араһында парлы булып йөрөү рәхәтлек, йән тыныслығы бирә ине уға. Ә шулай ҙа һәр яңғыҙ ҡалған минуттарҙа Рифатты уйланы. Уйланы ғынамы, уға күңелдән көнлөк ваҡиғаларҙы һөйләне. Рифат, Рифат! Ул уның көндәлек тормошонда күңел түренә йәшерелгән тағы айырым бер ғаилә булып йәшәй ине, буғай. Киске хәлдәрҙе Асия уға иртән эшкә барғанда һөйләне, иртәнгеһен – кис эштән ҡайтҡанда. Күңелендә беренсе мөхәббәтенә ҡарата бер ниндәй үпкә, бер ниндәй асыу ҙа тойманы, тик күңеленән Рифаттың: “Ебегән, эш белмәй, – тигән һүҙҙәре бер ҡасан иҫенән сыҡманы. Уны: “Йәшәргә, үс итеп яҡшыраҡ йәшәргә, уның ғаиләһе ҙур, татыу булырға тейеш, мин юғалмам, кешенән кәм йәшәмәйәсәкмен”, – тигән үжәтлек алға һөрҙө. Саматты янып яратмаһа ла, кешелек сифаттарын күрергә, хөрмәт итергә тырышты.


Дауамы бар.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас