Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
12 Апрель 2023, 15:32

Еләк һәм күҙ йәше

Ни өсөн уның маңлай тире тамған ошо изге ерҙә көсө менән йыйған ике биҙрә еләген һатырға ла хаҡы юҡ?

Еләк һәм күҙ йәшеЕләк һәм күҙ йәше
Еләк һәм күҙ йәше

Биҙрә менән емеш-еләк һатып тороусыларҙы күрһәм, хәтеремдә бер хәл яңыра. Инде байтаҡ йылдар үтһә лә, ул әбейҙең яңаҡтары буйлап ағып төшкән ике тамсы йәше һаман күҙ алдымда.

Матур йәйге иртә. Урамдарҙы әле генә йыуҙырып киткәндәр. Юл ситендәге күләүектә күгәрсендәр рәхәтләнә – һыу ҡойоналар. Сәскә таждарында ысыҡ тамсыһында – ҡояш нуры! Мин, бәләкәс ҡыҙымды етәкләп, баҙар буйлап киләм. Әлегә халыҡ аҙ. Һатыусылар өлгөр үҙе: тауарҙарын теҙеп ҡуйырға ла етешкән. Юлым еләк-емеш рәте аша. Алма-әфлисун, өрөк-күрәгә һатыусыларҙың бында хужа икәнлеге әллә ҡайҙан күренеп тора – урындары түрҙә. Һатып тороусы ҡыҙҙары үҙебеҙҙеке булһа ла, тауарҙары ситтән ҡайтҡан. Хужа тейешле кешеләр ҙә сит халыҡ. Былар алдында икенсе рәт булып үҙҙәре үҫтергән ниғмәттәр менән һатыу итеүселәр теҙелешкән. Арыраҡ биҙрә менән еләк һаталар. Аяҡтарым ирекһеҙҙән шулар яғына табан атланы.

Еләк һатыусылар күп түгел, өс-дүрт бөртөк кенә. Ауыл апалары! Һәр-береһенең алдында еләк менән тулы икешәр-өсәр биҙрә. Рәттең иң ситендә сәскәле ситса күлдәкле, аҡ яулығын тартып бәйләгән бер апай ҙа урынлашҡан. Уның да эргәһендә ике биҙрә. Был апайҙы күреүгә, йөрәк һулҡылдап куйҙы: ойәше менән дә, кейенеүе менән дә ныҡ әсәйемә оҡшаған. Ул да шундай бәләкәй генә ине оҙон буйлы. Уның да бәйләгән яулыҡтары аҡ, кейгән күлдәктәре сәскәле ине. Беҙҙең әсәй был йәштә еләк йыйып йөрөй алмай ине инде. Был апай үҙе йыйҙы микән шул хәтлем еләкте? Янында туҡтатыуымды күреп, еләк алырға ниәтләй тип уйланы һәм минең әсәйем кеүек, йомшаҡ итеп: «Ҡыҙым, еләгем бик эре. Көтөү ҡайтҡас ҡына йыйып төштөк. Ал, ҡыҙым», – тип, еләген маҡтап ҡуйҙы. "И-и, инәй! Мин үҙем дә ауылдыҡы бит. Еләкте беҙ үҙебеҙ йыябыҙ", – тип әйтергә ауыҙымды ғына асҡан инем, түрҙәге сауҙа рәтенән ике йәш егет килеп сыҡмаһынмы! Нисек булғанын аңларға ла өлгөрмәнек, ҡысҡыра-ҡысҡыра йүгереп тә килделәр ҙә әбейҙең бер биҙрә еләген тибеп осорҙолар. Аяҡ аҫтында ҡып-ҡызыл еләк сәселде. Аҡ яулыҡлы әбейем, "аһ" итеп, икенсе күнәген ҡапланы. Юҡ, ҡысҡырманы, беркемгә лә асыуланманы ул. Уның елдән кипшегән ирендәре бер генә һүҙҙе ҡабатланы: «Туҡта, улым, туҡта!»

Бөтәһе лә аптырашып ҡалды. Ни булды? Ни өсөн әбейҙе рәнйетә был егеттәр? Ул беркемгә лә насарлыҡ ҡалманы бит! Барыбыҙға ла әбей алдында бик уңайһыҙ булып китте. Кемдер биҙрәһен килтереп бирҙе, кемдер рәнйетеүселәргә ҡысҡыра башланы. Бәләкәс ҡыҙым ерҙә сәселеп ятҡан еләктәрҙең бернисәүһен әбейҙең күнәгенә алып килеп һалды ла, ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына, уның ҡулын һыйпап ҡуйҙы. Үҙенсә йыуатмаҡсы була. Аҡ яулыҡлы яғымлы әбейҙең яңаҡтары буйлап ике күҙенән ике тамсы йәш тәгәрәп төштө. Баҙар сыу килде: «Ниндәй хәл был? Нимә, беҙгә бында һатырға ла ярамаймы?!» Теге егеттәрҙе белмәйем, әллә тажик, әллә әрмәндәр ине улар, күкрәкте ныҡ киргәндәр. "Беҙ бында урын өсөн аҡса түләйбеҙ. Һеҙ беҙгә ҡамасаулайһығыҙ. Бик һатаҡығыҙ килһә, баҙарҙың ситендә тороғоҙ», – тип, ауыл апаларын ҡыуа башланылар.

Был ниндәй башбаштаҡлыҡ! Был әбейҙең атаһы, туғандары һуғышта ҡан ҡойған. Әсәһе, илдең тамағын туйҙырыу өсөн, көнө-төнө колхозда бил бөккәндер. Ул үҙе лә кескенәнән ауыр эшкә егелгәндер. Ни өсөн уның маңлай тире тамған ошо изге ерҙә көсө менән йыйған ике биҙрә еләген һатырға ла хаҡы юҡ? Ни өсөн беҙҙең баҙарҙарҙа килмешәктәр күкрәк киреп, хужа булып йөрөй. Улар йәшәгән ергә барып, уларҙың апаларын шулай рәнйетеп ҡара һин – ботоңдо һуғып һындырасаҡтар. Ә беҙҙе, сал сәсле апайҙарыбыҙҙы кем яҡлар?

https://syumka.ru/news/otkrovenie/ilk-m-kz-yashe

Автор:
Читайте нас