

«Таңһылыуҙар айырылышҡан! Петрик Ишемьярҙа ҡалған, ә Таня Ригаға осҡан. Осҡанмы, ҡасҡанмы шунда...»
Был хәбәр мине шаңҡытты. Әлегеләй хәтеремдә: Таңһылыу әхирәтем туй көнөн ҡайһылай ашҡынып-осоноп көткәйне. Ниндәй бәхетле ине ул! Ике бит алмаһы айҙай балҡый, күҙҙәре осҡонлана, кәүҙәһе гүйә аҡҡош һыны: аҡ оҙон күлдәге хәс тә аҡ ҡаурыйҙарҙан ғына теҙелгән тиерһең. Үҙе лә әллә ҡайҙа осоп китерҙәй талпына. Шул кеше Петригынан айырыла, ҡаса була тиме ни?..
Әлбиттә, мин һуңғы йылымда майға саҡлы ғына уҡыттым, Ишемьярҙағы хәлдәрҙе бигүк белеп тә бөтмәйем. Ҡышҡы каникулда, диплом яҙырға тип, йәйгәсә ял алдым. Ул йылда институт тамамланым – Ишемьярға барырға форсат тыуманы. Ишемьяр ҙа, ундағы иптәштәр ҙә, Таңһылыу ҙа ҡалды. Ишемьяр мәктәбе – тәүге эш урыным, үҙ аллы тормошомдоң юл башы.
Хәҙер, бөтәһен иҫләһәм, күҙҙәрем йәшләнә, йәнем болоҡһоп, йөрәгем тирбәнеп китә, яманһыу, һағышлы, ыҙалы кисерештәргә тарыйым.
Ишемьяр ҙа, ундағы көндәрем дә, Таңһылыу әхирәтем дә оноторлоҡмо ни!
Беренсе бүлек
1
Мин Ишемьяр һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә өсөнсө йыл эшләй инем инде. Таңһылыу барыбер шул Петригына кейәүгә сығып ҡуйҙы бит.
Быға тиклем Ишемьяр егеттәре беҙҙең арттан йөрөргә бик ҡыйышып ҡараһалар ҙа, сер бирмәйбеҙ. Уҡытыусы ҡыҙҙарбыҙ ҙа баһа! Дәрәжәне төшөрмәйбеҙ. Ауылда беҙҙән башҡа ҡыҙҙар бөткәнме ни? Уҡытыусы ҡыҙҙарҙың ишемьярҙыҡыларҙан алдын ни ере бар? Арттан ҡорт күсе кеүек өйөрөлөшөп йөрөйҙәр. Ысын, ҡойон баш өҫтөндә: гөжләйҙәр, алға, артҡа сығалар, бәйләнсектәр.
Марфа әбей атайым алдында: «Ярай, ҡалһын ҡыҙың, бик иплегә оҡшаған, әйҙә, төклө аяғың менән! Беҙгә килгән ҡыҙҙар таш төҫлө бата ла ҡуя ул. Һәр береһенә иш табыла Ишемьярҙа. Фатирыма төшкәндәрҙе башлы-күҙле итеп торам», – тип кеткелдәгәйне шул тәүге көндә үк. Атайыма, ҡырыҫ бәндәгә, был оҡшаманы, буғай: ауыҙ эсенән мығырлап торҙо ла ҡырт киҫте:
– Минең Фәнисә ҡыҙым урыҫта ҡалмаясаҡ! Уға ары уҡырға кәрәк! Кейәү ҡайғыһы түгел.
Мин өндәшмәнем, башымды эйеп, күҙҙәремде табан йөҙлөгөнә төбәп ҡатҡанмын. Марфа әбей иһә шаяртыуын белә:
– Хи-хи... Ҡарап ҡарарбыҙ, знакум, ҡарап ҡарарбыҙ.
– Ҡарап ҡарарбыҙ!
Марфа әбей бөтә ҡарсыҡтар кеүек һөйләнсек ине, һаман тынманы:
– Теләгең изге, знакум, уҡыу кәрәк, тик ул бәләсниктәр тыңлаймы ни? Егет тиһәң, һикереп төшәләр.
– Минеке һикереп төшмәҫ, тетя!
– Бирһен Хоҙай, бирһен Хоҙай... – Марфа әбей бик дини ҙә ине, шулай үҙ алдына һөйләнде.
Атайым ҡаты киҫәтһә лә, күмәкләп киноға барабыҙ, төрлө кисәләрҙә, концерттарҙа ҡатнашырға тура килә. Марфа әбейем һәр кис киҫәтә. Беләм инде – шаярта ул. Үҙендә фатирҙа торғандарҙың холҡона күнегеп бөткән.
Беҙ, уҡытыусы ҡыҙҙар, күмәк кенәбеҙ. Таңһылыу менән беҙ икәү, тағы өс ҡыҙ мәктәп фатирында тора. Бер звено! Ишле булғас, ҡурҡмайбыҙ, кистәрен дә ныҡ баҫып йөрөйбөҙ. Таңһылыу менән йыш ҡына мәктәп фатирына йүгерәбеҙ. Бергәләшеп-гөрләшеп кис ултырыуҙары күңелле... Хәбәр һөйләйбеҙ, уйындар уйнайбыҙ, үҙебеҙсә күңел асҡан булабыҙ. Ҡыҙыҡ та, танһыҡ та бындай кистәр. Ялға ҡаршы булһа, донъябыҙ онотола, ҡайғы-хәстәр юҡ. Бергә күмәгебеҙгә ниңә шулай рәхәт икән? Күңелдәр бушап, йөҙҙәр асылып ҡала шул кис ултырыуҙарҙа... Шулай ҙа мин атай һүҙен тотам: егеттәр хаҡында уйлаған юҡ. Хәйер, уҡыйым бит. Тырышырға кәрәк миңә. Әле көндөҙгө бүлеккә эләкмәгәс, атайымдан күпме әр ишеттем.
Марфа әбейҙә аулаҡ, тыныс. Кинәнеп дәрескә әҙерләнәм, институттан ҡайтҡан контроль эштәремде теүәлләйем. Миңә уҡырға кәрәк! Марфа әбейҙең өй эсе йыйнаҡ, бөхтә. Әбей үҙе лә таҙа, ипле ҡарсыҡ. Күрәһең, йәштән шулай әҙәпле, аҡыллы булғандыр. Алабарман зат бер үҙе матур итеп донъя көтөп ята алмаҫ ине. Һөйләүе буйынса, ирҙән иртә ҡалған. Ҡарты һуңғы һуғыштан ҡайтмаған. Ике-өс хаты килгәнме, юҡмы. Хәҙер бисараң ни ғүмер япа-яңғыҙы. Еңел түгел уға, шулай ҙа әбейем йор һүҙле, күңелсәк, шаян кеше. Уның менән һис бойоғоп ултырмаҫһың. Кәйефеңде күтәрә, хәсрәтеңде тарата белә. Илаһи йән!
Оҙаҡ бергә йәшәгәндәр бер-береһенә эйәләшә, бер-береһенә эйәрә, тиҙәр. Уның ыңғайына яйлап мин дә суҡына башланым. Әбейем көлә: «Суҡынма, доға ҡыл, үҙеңдекенән айбанма!» – ти. Көләм, әбейем менән килешәм. Ул ҡул ғына һелтәй, ихлас йән. Беҙ бер-беребеҙгә өйрәнешеп, күнегешеп бөткәнбеҙ. Таңһылыу менән мин – Марфа әбейҙең йылы ҡанаты аҫтындағы бәпкәләрбеҙ. Ул беҙҙе үҙенең ҡыҙҙарылай, беҙ уны өләсәйебеҙҙәй күрәбеҙ. Донъябыҙ, ашаған-эскәнебеҙ уртаҡ. Атайым ҡышҡа етерлек бәрәңгеһен, онон тоҡлап ташып ҡуйҙы, ҡайғы юҡ. Утын яғы ғына ауырыраҡ. Мәктәп директорын, утын килтерегеҙ тип, ҡаңғыртабыҙ. Николай Григорьевич ҡабаланмай. Эй йәнебеҙ көйә. Бер шулай башҡа аҡыллы уй төштө. Мәктәп фатирындағы ҡыҙҙарға кис ултыра барғайныҡ, һуңлап киткәнбеҙ. Тышта айлы төн. Көпә-көндөҙ кеүек. Аяҡ аҫты ялтлап ята.
– Әйҙә, – тим Таңһылыуға, – интернат утынын урлайбыҙ.
– Әйҙә!
Алан-йолан ҡаранышып интернат һарайына яҡынлашабыҙ. Бәхеткә ҡаршы, бөгөн ял көнө, уҡыусылар ауылдарына таралышҡан.
Ҡосағыбыҙҙа – утын, ҡарға бата-сума һыпыртабыҙ ғына. Берәйһе күреп кенә ҡалмаһа ярар ине. Бәләһенән баш-аяҡ. Әләйһә, «уҡытыусылар урлаша» тип бөтә ауылды тултырырҙар. Әҙәм мәсхәрәһе! Ул саҡта мәктәпкә барып күренмәһәң дә хуп.
Сәсәп, бышлығып тәүге юлды алып ҡайтып еткерәбеҙ. Гүйә йөк аттары. Бышҡырып, өҙөк-өҙөк һулыш алабыҙ. Килтергәнебеҙ ни саҡлы!
– Әйҙә, тағы, – тим Таңһылыуға. Теге өнһөҙ генә арттан эйәрә. Тағы көрткә бата-сума йүгерәбеҙ. Быйма ҡуңысына ҡар тулып бөтә, тын ҡыҫыла. Туҡтарға ярамай: берәйһе шәйләп ҡалһа...
Әллә нисә юлланыҡ инде. Саҡ ҡына тын алабыҙ ҙа, мут йылмайышып, йәнә – интернатҡа! Нәфсе!
Ҡосаҡ-ҡосаҡ утын ҡайта әбей ихатаһына, ҡосаҡ-ҡосаҡ утын ташый уҡытыусы ҡыҙҙар. Һуңғы юлында саҡ ҡына «эләкмәнек» бит әй.
Утын йөкмәп сыҡҡайныҡ инде. Берәүҙең ихатаһында һөйләшәләр бит. Туҡтап ҡалдыҡ. Утынды көрткә аттыҡ та юл өҫтөнә һуҙылышып яттыҡ. Дүрт тағанлап ҡына шикле текмә эргәһенән үтмәксебеҙ. Таңһылыу алдан төштө, мин – арттан. Тауыш көсәйгән һайын ергә нығыраҡ һеңәбеҙ. Инде лә шул тәңгәлдән үттекме тиһәк, арттан ҡапҡа шығырлауы ишетелде. Таңһылыу, түҙмәй, ҡурҡышынан торҙо ла йүгерҙе. Алйот, фаш итте, бөтә эште селпәрәмә килтерҙе! Уны күргәс, йәшенеүҙән фәтүә юҡ: мин дә – уның ыңғайына.
Елдерәбеҙ генә. Артҡа ҡарау ҡайҙа?! Сабыш аттары! Ҡолаҡ осонда ел һыҙғыра, табан аҫтында ҡар ғына шығырлай. Аҡты-ҡараны күрмәй Марфа әбей өйөнә яҡынлаштыҡ. Мин етеҙерәкмен икән әле: алға сыҡҡанмын. Етмәһә, Таңһылыу ҡапҡа алдында һөрлөгөп китте. Бисара. Көрт тәрән, Таңһылыу тора алмай аҙаплана. Аяғына баҫа алмай, мүкәйләп булһа ла ҡапҡаға етергә маташа.
Мин ихатала инем инде. Арттан кемдер ҡапҡаға килеп һырлыҡты. Ер һелкетә баҫа. Берәй ир кеше, ахырыһы, бышлыҡҡан. Таңһылыуҡайым, көйһөҙ, харап булды.
– Таня, был мин – Петя!
– Пе-тя! Ой-й!.. – Был – Таңһылыуҙың тауышы. Әллә илай инде, бахырҡайым.
Мин дә шатлығымдан саҡ ҡына: «Петя!» – тип ҡысҡырып ебәрмәнем. Ярай, апаҡайым, телемде тешләп өлгөрҙөм. Әләйһә, Петяның да, уның ҡосағына ташланған Таңһылыуҙың да ҡотон ала инем. Тегеләр бер-береһенә һыйынғандар ҙа тынғандар. Ҡапҡа ярығы аша бөтә нәмә күренә. Тын алырға ла ҡурҡып шымғанмын. «Ярай, – тим эстән. – Петяға осрағанбыҙ, бәхетебеҙ. Ҡотолдоҡ».
Петрик беҙгә килә ятҡан еренән иптәшенә тейгән. Ихатала улар гәпләшеп торған икән. Урамға сыҡһа, Марфа әбейҙәр яғына икәү елдерә. Петя, эште һиҙеп, арттан төшә.
Нәҡ уның үҙенә тап булыуыбыҙҙы әйт әле!
Бынан һуң да интернаттан утын урланыҡ, хатта Петрик та ярҙамлашты, тик теге ваҡыттағы ҡотобоҙ алыныуы...
– Уҡытыусы башыбыҙға урлашып йөрөйбөҙ инде, – тиһәк, Петрик нимә ти:
– Ниңә директор башына Николай Григорьевич утын ҡайтартмай? Кресло биләргә белә лә, утынын да юллай белһен!
Эй директорҙы яратмай һөйләй ул, эй уны күрә алмай...
Таңһылыу менән Петрик күптән дуҫлашалар. Бер-береһе өсөн өлтөрәп торалар. Ситтән ҡарағанда ла, былар бер-береһе өсөн генә яратылған, тиерһең.
Петрикты колхозсы тип уйламаҫһың да. Уның, шундай нәзәкәтле ҡыланышлы, ипле тотоношло кешенең, хатта фермала эшләүенә ышанғы килмәй. Юҡ, ул крәҫтиән түгел, ҡупшы бер интеллигент затынан. Ул зәңгәр күҙҙәр, ул аҡһыл сәс, киң яңаҡ, яҫы тар маңлай, эйәгенең уртаһында ғына өйөртмәле һыу сөңгөлөләй соҡор хасил. Башын күтәреп ҡарауы ғына көс – һин инде еңелдең тигән һүҙ... Ә ирендәре ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡы кеүек алһыу, ҡурай еләгеләй һутланып-өлбөрәп тора. Ҡараштары һауалы, мәғрур тауҙар һыны ише тәкәббер. Торғаны менән кино артисы!
Юҡҡа ғына, Марфа әбей әйтмешләй, Петрикты әсәһе «бөркөтөм минең» тип йөрөтмәй. Ысын бөркөт! Осор ҡанаттары ла булһа...
Шулай ҙа мин Петрикты өнәп бөтмәйем. Йәнем һөймәй. Уның бөтә булмышы ҡыланыу, ике йөҙлөләнеү һымаҡ тойола. Ул үҙен нисек тә сибәр итеп, дан егет итеп күрһәтергә тырышып ятҡан көнө. Аптырайым: Таңһылыу үҙе шуны һиҙмәй микән?
Һәр хәлдә, миңә Таңһылыу үҙ баһаһын үҙе белмәй һымаҡ. Минеңсә, ул мәктәптәге бөтә уҡытыусыларҙан да һылыуыраҡ. Унда ниндәйҙер сәйер сибәрлек бар. Боҙ битендә кәмәгә оҡшатып уйылған мәке төҫлө тулы һорғолт күҙҙәре оҙонсай гөлйемешкә тартым аҡһыл йөҙөнә һөйкөмлөлөк өҫтөнә һөйкөмлөлөк өҫтәй. Күҙҙәре ҡыҫынҡы, күҙ ҡабаҡтары ҡабарынҡы шеш. Күҙҙәре шундай моңһоуҙар, шундай уйсандар, сабырҙар. Хәс тә иңһеҙ күл төбө. Моң, наҙ, һағыш ҡына үҙҙәрендә.
Мин Таңһылыуҙы арабыҙҙа иң сибәре тип һанайым, Марфа әбей килешмәй. Таңһылыу йөҙгә олораҡ күренә, ти. Ярай, шулай ҙа икән, ти: кейәүҙә ундай ҡатындар һурыла, тағы ла йәшәрә төшә бит. Моңһоуланалар, үтә сабыр заттарға әүереләләр.
Кейем буйынса ла ауылда уға еткергән кеше юҡтыр. Таңһылыу – Ишемьярҙа мода батшаһы. Ишемьярҙа моданы ул ҡанунлаштыра! Һәр миҙгелгә килешле итеп кейенә, аҙна һайын кейемендә яңы бер биҙәк уйлап таба. Шуға мәктәптә ҡатын-ҡыҙ уның менән ярышмай ҙа тиерлек – барыбер Таңһылыуға еткерә алмаясаҡтар! Бер заман сәсте башҡа күбәләй итеп өйөп ҡуйыу ғәҙәте таралғайны. Ишемьярға уны тәүләп Таңһылыу килтерҙе.
– Ай-һай, модница ла инде беҙҙең Таня! – тип баш сайҡай Марфа әбей. Мин көләм генә.
2
Эй, көн тиксе көндөң теләгеңә раҫ килеүе! Һорап алғанһыңмы ни! Йә әйт инде: үҙе нурлы, үҙе моңло, салт аяҙ. Гүйә, һылыу Көнһылыу, иҙрәп, ғаләм иңдәренә йөҙөн асып ебәргән... Иртәнге еләҫ елдәр иркенә ҡуйған яҡты сырайын. Иркә сабый бала: яңы тыуып, бер ҡатлы рәүештә ғаләмгә төбәлгән. Бер серен дә йәшермәй. Яҡты ҡараштарынан бар тарафҡа нурҙарын ҡоя ғына.
Йөҙөн ваҡыт-ваҡыт аҡһыл селтәр ҡапларға итә. Әйтерһең дә, ғаләм уны йәшерә, күҙ тейҙереүҙән ҡурҡа. Һаҡла, яҡла, арала, батыр! Күҙ ҡараһылай итеп күр сибәреңде, әрһеҙҙәрҙе, хафаларҙы яҡын юлатма уға!
Тар булһа ла, Энәк мул һыулы. Тулҡындары бер ҡалҡына, бер күҙҙән юғала. Ярҙары текә, өҫтөнән быу боҫрай. Ҡайнар йылға ул. Иртәнге мәлдә бигерәк тә ғәмһеҙ, ялҡау булып ҡылана: ҡайһы берҙә ағыуынан да туҡтап ҡалған һымаҡ.
Тирә-йүндәрҙә, йылға әрәмәлектәрендә йәмле йәй башлана. Йәй килә, йәшел балаҫын йәйеп...
Бөгөнгө көндөң үҙенең генә төҫө, айырым биҙәге бар кеүек. Һауаһы ла йомшаҡ.
Иртәгә мин институтҡа йәйге сессияға юлланырға тейешмен. Һуңғы уҡыу көнө тип, уҡытыусы ҡыҙҙар Энәк буйына сыҡтыҡ.
– Быйыл мин дә институтҡа уҡырға инәм әле, – тип һала Таңһылыу көтмәгәндә. – Фәнисә һымаҡ ситтән тороп уҡыу бүлегенә!
– Ысынлап та, әйҙә, Таня! – Әхирәтем менән бергә уҡыу – миңә буй етмәҫ хыял. – Бергә-бергә химиянан мәсьәләләр сисербеҙ.
Ҡыҙҙар ҡаршы:
– Юҡ-юҡ, Таня, һин былай ҙа универсал. Теләһәң, геометрияны, черчениены, арифметиканы, йыр, рәсем дәрестәрен уҡыта алаһың. Әҙәбиәт – үҙ фәнең... Нимәгә һиңә уҡыу? Фәнисә һымаҡ баш ҡатырырға...
– Ҡыҙҙар, мин педучилище менән наҙан көйө ҡалам бит.
– Ха-ха-ха... – Барса һыу буйы яңғырап тора, барса Энәк буйы тетрәнә.
Ҡояш аяуһыҙ ҡыҙҙыра, һыу йылы; кейемдәребеҙҙе бәреп, йылғаға сумабыҙ. Һыуҙа рәхәт, һыуҙа сихәт. Унан тағы уттай ҡом өҫтөнә тәгәрәйбеҙ. Кем шулай кинәнә, кем Энәк буйын яңғыратып сабый балаларҙай сыр-сыу килә?! Энәк һыуында көмөш тәңкәләр сәсрәй, Энәк буйында бихисап ауаздар яңғырата хыялыйҙар.
Таңһылыуҙың белмәгән эше юҡ. Беҙ ҡомда тәгәрәгәндә фотоаппаратын шаҡ та шоҡ килтерә, алдан да, арттан да төшөрөп ала. Эх, бихая, хәс тә ысын фотограф!
– Ҡайҙа үҙеңде лә һәптерәйем...
– Давай! Бына шул тапҡырына ғына баҫ!
Мин Таңһылыу менән ҡосаҡлашып төшәм. Әйҙә, был рәсемдәр бер иҫтәлек булып ҡалһын. Энәк буйындағы сәхрә көндөң хәтирәһе.
– Ҡыҙҙар, элек мин ҡайһылай баҫылып йәшәгәнмен! – Тағы Таңһылыу. – Таисия Алексеевнаның ҡулы аҫтында... Тын да ала алмағанмын. Фәнисә килгәс кенә, күҙем асылды. – Сая зат мине билемдән ҡармай. – Рәхмәт һиңә, Фәнисәкәйем!
– Ниңә?
– Фәнисә килгәс, ҡайһылай ҡыуандым мин! Ул килгәс, ял итә башланым: Таиска хәҙер миңә түгел, уға тона. Ә Фәнисә... Фәнисә – молодец, бирешмәй! Ул әрләшкән һайын, шул Таисканың кәрәген биргән һайын һөйөнәм.
– Ха-ха-ха... – Энәк буйын яңғыратып көлөшәбеҙ.
– Ҡайһылай насар бәндә һин, Таня, кешеләрҙең әрләшеүенән йәм табаһың...
– Мин эсемдән «Фәнисә, бирешмә, Фәнисә, сигенмә!» тип теләнәм бит, ҡыҙҙар...
– Ха-ха-ха... Тәңреһенән юрай...
– Дини бәндә, мусульманка!
Мин иһә эсемдән үҙемдекен уйлайым. Йәнем көйә. Бынау Таиска элгәре көн Таңһылыу менән Петрик тураһында нимә тигән була: «В сельсовет пойдешь, начальник – башкир, на почте – башкир, в магазин заглянешь – башкирка, в школе – опять башкиры. К матери зайдешь – опять башкирка с братом родным в обнимку...»
– Яһил... – Ҡыҙҙарҙың өҙөк-өҙөк хәбәре ҡолағыма салынып ҡала. – Үҙе, исмаһам, бер йылмая ла белмәйсе...
Энәк бер нигә лә иҫе китмәй тыныс ҡына ойоп, боҫрап ятыуын белә. Томра көн үҙәгендә ғәме бер генә: ерҙе һуғарыу, һауаға дым таратыу.
Ултыра-ултыра моңһоу булып китә. Күңел бындай көндә әллә ҡайҙа елкенә, әллә ниндәй сихри киңлектәргә етерҙәй була. Бөтәһе лә алда, киләсәктә һымаҡ. Унда, алыҫ алһыу офоҡтар артында, беҙҙең өсөн әле башланмаған, асылмаған донъя ята. Ҡыҙҙар йәйҙе нисек үткәрергә йыйыныуҙары хаҡында һөйләй. Урман һауаһы күкрәктәргә тула, һулыштарҙы иркенәйтә. Донъя шундай йәмле, хозурлы кеүек. Йәйҙең башында ғына, иртәләрҙә генә кеше тормоштоң рәхәтлеген, ғүмерҙәрҙең оҙонлоғон тоя, үҙен азат тип хис итә. Йәй, йәй башлана алда, алда – азатлыҡ, каникулдар осоро!
– Таня, ҡарәле, ней... Һин Петригың тураһында – ләм-мим!
Бына һиңә иҫке ауыҙҙан яңы хәбәр! Бисуралар, ҡайҙа барып төштөләр. Тағы ни һөйләрҙәр, ниндәй һүҙ ҡуҙғатырҙар икән?
Ниһайәт, мин дә серемде сисергә баҙнат итәм. Эстә ята буламы ул: беҙ ише тишеп сығып килә. Тағы нисек итеп уны бынан үҙем менән алып ҡайтып китәйем!
Ҡыҙҙар күтәреп алдылар яңылыҡты, сәпәкәй итергә тотондолар. Хәс тә себеш бәпкәләре – һөйөнөшөп, ҡанаттарын ҡағып емгә табан ябырылдылар.
– Ысынмы?
– Ҡасан әйтте?
– Юрый шаярта...
– Юҡ, ҡыҙҙар, мин ышанам! – тине Таңһылыу етди ҡиәфәттә. – Николай Григорьевич Фәнисәнең дәрестәрен гел маҡтай. Фәнисәнән завуч сыға ул!
– Мин уға: «Йәшмен, Таисия Алексеевнаның үҙе шикелле булдыра алмам», тинем...
– Һи, алйот! – Ҡыҙҙар шаулашты.
– Туҡтағыҙ, ҡыҙҙар! – Таңһылыу алға сыҡты. – Ҡарәле, Ниса-Фәнисә. Хәҙер һин директорға бар ҙа: «Мин уйланым, мин – риза!» – тип әйт.
– ...
– Әләйһә, беҙ үҙебеҙ директорға барабыҙ. Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар!
– Ю-юҡ! – Минең ҡобарам осто. – Кәрәкмәй, ҡыҙҙар. Эсендә һүҙ ятмай, тиер...
– Һи, алйот. Теге әтәстең кикреге төшөр ине.
Фото: Башҡорт Википедияһы.
Дауамы бар.