

3
Каникулдан һуң директор йәнә кабинетына саҡыртты.
Николай Григорьевич хәйләкәр инде: йомшаҡ йәйеп, ҡатыға ултырта. Теле – май, эс-бауырыңа инеп бара... Мин һаман ҡарышып маташам.
– Тыңларҙар. Таисия Алексеевна ла тыңлар. Бөтәбеҙ ҙә ярҙам итербеҙ.
– ...
– Белемең етерлек: институттың өсөнсө курсын тамамланың. Тулы булмаған юғары белемле уҡытыусы тигән һүҙ!
– ...
– Таисия Алексеевна олоғая бит, ныҡ арыны...
Мин өҙөп бер һүҙ ҙә әйтә алманым. Биҙгәк тотҡан кешеләй дер-дер ҡалтыранам ғына. Ҡурҡам. Таискалағы һымаҡ ни буй, ни һын юҡ.
Башым ҡайнап, аңҡы-тиңке баҫып барһам, артымдан Таңһылыу ҡыуып етте. Уны ла көтөп тормай һыпыртҡанмын.
– Фәнисә, Фәнисә! Ниңә көтмәйһең? Ҡарәле, аҡса муҡсаһын юғалтҡан кешеләй ҡыланасы. Башыңды күтәр, күҙҙәреңде ас! Ҡара, донъя ниндәй йәмле!
– Ҡояш йылмая, ҡоштар һайрай... – Үсекләйем.
– Күктәр ниндәй зәңгәр, һауа саф... ысын алтын көҙ тыуған!
– Көҙ тыумаған әле, белгең килһә – йәй дауам итә.
Таңһылыу сер бирмәй:
– Йәйҙең һуңғы балҡышы, һуңғы наҙҙары... Йәй киленсәктәй һылыуланып, матурланып киткән, үкенескә ҡалмаһын тигәндәй, биҙәкле күлдәктәрен кейеп сыҡҡан тышҡа.
– Эй, хыялый шағирә! Һиңә сәскә лә биҙәкле күлдәк инде. Миндә башҡа ҡайғы...
– Һи, тапҡанһың хәсрәт. Беләм: директор һине завучлыҡҡа өгөтләй. Ризалаш та ҡуй. Һинең урыныңда булһам... – Таңһылыу шат, ғәмһеҙ. Йәй түгел, ул үҙе гүйә яңы күлдәк эләктереп алған ҡыҙ бала. Шуға кинәнеп һикерәнләп йүгерә, болон буйлап күк, ҡыҙыл, аҡ, көрән, ал күбәләктәрҙе баҫтырып ҡыуа.
– Фәнисә, ҡуй, турһайма, һиңә һүҙем бар. Әхирәтем, директорыбыҙ Николай Григорьевичтың ҡатыны Полина Сергеевна ял көнөнә үҙҙәренә саҡыра, алма йыйышырға. Барабыҙмы?
– Һин бар, мин...
– Фәнисә...
– Ярай һин уларҙа үҙ кеше.
– Полина Сергеевна ғәжәп итәғәтле ул. Алсаҡ. Һине ныҡ оҡшата. «Берүк килтер Фәнисәне», тине.
– Йә, ярай ул турала... Каникулды нисек үткәрҙең?
– Һөйләһәң – һүҙ, төртһәң – күҙ, тигәндәй. Килде-киттеле үтте лә китте. Бер эшемдең осона сыға алманым, йәй буйы ер менән күк араһында йөрөнөм. Хәс тә мине диңгеҙ аръяғына алып барып ташлағандар ҙа ҡайтыр юлымды бикләгәндәр. Ары һуғылам, бире бәреләм, шул тоҡандан ҡотола алмайым. Ҡая битендәге ҡоралайҙай, әле бер тарафҡа, әле икенсе яҡҡа уҡталам... Уйҙарым сыуала, юлым билдәһеҙ...
Таңһылыу Петрикты үҙҙәренә, Түбәгә, алып ҡайтҡан икән. Ата-әсәһе һис тә ыңғайламай. «Юҡ, егетең беҙҙең зат-ырыуҙан түгел, килешә-яраша алмаҫһығыҙ, туғандары ла тиңһенмәҫ, – тигәндәр. – Динебеҙ ҙә, ғәҙәттәребеҙ ҙә башҡа, бер ҙә генә йәбешмәй, юҡ менән булышмайыҡ, килешмәгәнде», – тип торалар, ти. Әсәһенең: «Һөймәгәнгә һөйкәлмә, ҡыҙым», – тиеп өгөтләүенә, Таңһылыу: «Ул мине ярата, мин дә унан башҡа йәшәй алмайым», – тип өҙә һуға. Бахыр әсә ауыҙын баҫып илай башлай. Петрик буш ҡул менән ҡайтып китә. «Береһе лә яҡламай мине, берәү ҙә йылы һүҙ әйтмәй. Бөтәһе лә өйҙә арттары менән әйләнеп торалар», – тип балауыҙ һыға Таңһылыу. Үҙе лә ауылынан әрнеп, ҡанаттары ҡайырылған ҡоштай, йәберһенеп китә.
– Ҡағылып-һуғылып йөрөргә яҙған микән ни беҙгә? Тегендә – әсәйемдәр ҡаршы, бында – Петриктың туғандары. Ҡырын ҡарайҙар, бер ҙә ризалыҡтары юҡ кеүек. Әсәйем күрәҙәселәй дөрөҫ әйткән икән... – Таңһылыу йәнә танауын тартып ҡуя.
Мин ни тиәйем инде, өндәшмәйем, башымды аҫҡа эйгәнмен. Дуҫҡайымды нисек йыуатайым, уға нисек ярҙам итәйем? Ниндәй һүҙҙәр табайым? Хуплаһам, килешерме, йәне баҫылырмы?.. Үҙ-үҙемә ҡаршы барайыммы, үҙ инаныуҙарымды ашатлайыммы? Риза булмаған еремдән ризамын, һин хаҡлы, һин дөрөҫ ҡыланаһың, тиәйемме? Үҙ-үҙемде алдау, Таңһылыуымды әүрәтеү, ҡыланыу килешерме? Файҙа бармы унан? Ер, Һыу, Һауа, нисек итеп баҫылдырайым мин әхирәтемде? Ҡайһылай итеп, ҡайҙарҙан, ниндәй сараларын табайым?
Өндәшмәйем. Хәҙер үҙемдең теге хафам да юҡҡа сыҡҡан кеүек. Бер төрлө көйөк-көйөнөсөм дә ҡалманы инде. Мин – азат кеше, бына – Таңһылыуым...
– Бөтәһе лә ҡаршы, бөтәһе лә, Фәнисә! Фәнисә, һин мине тыңлайһыңмы?
– Эйе...
– Ә һин нисек ҡарайһың?
Мин бәлтерәп төшәм. Уйҙарымды белдереүҙән генә берәй фәтүә сығырмы? Әхирәтемә кәрәкме улар? Улар уға еңеллек килтерерме? Бәлки... Бәлки, мин, киреһенсә, уны оторо язалармын, яфаға һалырмын, бәғеренә өҫтәп тоҙ һибермен... Ҡулбашымды ғына һикертеп ҡуям.
– Эсем яна, үҙ-үҙемә урын тапмайым. Бары... – Ул минең юлымды ҡыйып баҫа. – Беләһеңме, мин бары кеше күҙенә күренмәһен өсөн генә шулай шат, көләс йөрөгән булам. Әйҙә, анау Таискалар һөйөнмәһен, был бисара көйә-яна, бәрелә-һуғыла, тип уйламаһындар. Һиҙҙермәйем уларға. Әйҙә, һин һуҙма: риза бул! Гел генә Таискаға танау сөйөргә тимәгән. Ул да беҙҙең ҡул аҫтында эшләп ҡараһын. Һуҙма, Фәнисә, ризалығыңды бир завучлыҡҡа! Мин дә ярҙам итермен.
Дуҫҡайым һүҙҙәрен хупларға ла, кире ҡағырға ла белмәйем. Ул хаҡлы ла, түгел дә кеүек. Һәр хәлдә, ул шулай әйтергә тейеш.
– Ярай, Таңһылыу, ҡайтайыҡ. Марфа әбей ҙә көтәлер... Һөйләшербеҙ әле.
Ул, туҡталып, минең терһәгемдән тартҡандай итте. Тағы ниндәйҙер бик мөһим һүҙен әйтергә самалай тип уйлайым.
– Полина Сергеевналарға барабыҙ, йәме? Әллә нишләп күңелем болоҡһоп тора.
Теләкһеҙ генә баш ҡағам. Әхирәтемдең ялбарыулы ҡараштарынан ҡотолоу өсөн генә, дуҫҡайымды үпкәләтмәҫ, уның һуңғы өмөт ебен өҙмәҫ өсөн генә...
4
Таңһылыу мине ирекһеҙләй генә. Ҡырыҫ, ҡырағай затты, төпкөлдәге ауыл ҡыҙын яҡтыға алып сыҡмаҡсы, юғары нескә зауыҡлы кешеләр менән ҡатыштырмаҡсы.
– Николай Григорьевич менән Полина Сергеевна иш килгәндәр инде, бер-береһе өсөн үлеп баралар. Барайыҡ, Фәнисә, бер эсте күптереп алма ашарбыҙ. Алмалары күп. Һары, ҡыҙыл алмалар тулышып, бал тамыҙып ултыралар. Әйҙә, ирмәккә.
Кирегә бөткән бәндәмен. Таңһылыу тағы керешә:
– Яңғыҙ башыбыҙ саҡта йөрөп ҡалайыҡ, аҙаҡ та өй һаҡлап ултырырға өлгөрөрбөҙ. Марфа әбей ҙә түҙер, берәү ҙә урлап алып китмәҫ.
Таңһылыу шулай ай-вайыма ҡуйманы, барыбер алып китте бит. Ул ярай, Полина Сергеевналарға өйрәнеп бөткән. Улар өйөндә үҙ кеше. Мин арала ала ҡарға ише ултырырмын. Таңһылыу үҙе Полина Сергеевна менән ишкә ҡуш: осрашһалар, һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Полина апай ҙа, Таңһылыу ҙа ҡул эшенә оҫталар. Икеһе лә музыка ярата. Әллә ниндәй концерт, пьеса, прелюдияларҙы, фугаларҙы беләләр. Полина апай пианинола уйнай, Таңһылыу баянда һыҙҙыра, мандолина сиртә. Таня-Таңһылыу, һәр хәлдә, мин түгел инде: башҡорт булһа ла, әллә ни саҡлы рус романстарын белә, моңло итеп йырлай... Ни тиһәң дә, пар килгәндәр улар – Полина Сергеевна менән Татьяна Владимировна, башҡортса әйткәндә, Таңһылыу Шәрифовна.
Полина Сергеевна беҙҙе һөйөнөп ҡаршыланы. Николай Григорьевич та өйҙә – баҡсаһында булаша. Уның эргәһенә ыңғайлағайныҡ, Полина Сергеевна ҡаршы төштө:
– Ҡайҙа, боролоғоҙ – етешерһегеҙ. Тәүҙә сәй эсәбеҙ. Әйҙә, Николай Григорьевич, ташла ҡайсыңды, ҡунаҡтарҙы тупһа аша атлат.
Ҡыйынһыныуым һис үтмәй, шым ултырам. Таңһылыу инеү менән ҡашығаяҡҡа үтте, Полина апайға аш-һыу әҙерләшә башланы.
– Хәҙер, осрашҡас, берәй нәмә сығаралар улар, – ти Николай Григорьевич, күҙ ҡыҫып. – Мин хәҙер... – Ул, йәһәт кенә ҡалҡынып, эшләпәһенә үрелә. Еңел һөйәк.
Яңғыҙым ҡалам.
Николай Григорьевичтарҙың йорто ҡаланыҡынан һис кәм түгел. Түшәмдәре бейек, тәҙрәләре киң. Шуғалыр өй эсенә ҡояш нурҙары йәһәт кенә тула ла ҡуя. Мейестәре ыҡсым ғына, ап-аҡ итеп аҡланған. Өй быу менән йылытыла; әллә ни ҙур булмаһа ла, бүлмәләргә бүленеп бөткән. Шкафтар, тәҙрәләр башына шаршауҙар эленгән, ванна эсенә, ҡашығаяҡ стеналарына кафель йәбештерелгән. Иҙәндә – стена битенән саҡ ҡына ҡайтыш балаҫ. Аяҡтарың иҙәнгә теймәй ҙә тиерлек... Бүлмә йөҙҙәре шундай тигеҙ, әйтерһең дә, өй бүрәнәнән түгел, ә яҫы кирбестән һалынған. Ҡаршы яҡта – китап кәштәләре, оҙон шкаф, сервант. Бөтәһе йәнәшә теҙелгән, бер иштән, бер төҫтән. Уны икенсе төрлө «гарнитур» тип тә атайҙар. Минең бындайҙы бер ауыл өйөндә лә күргәнем юҡ. Башҡаларҙа, нисектер, тығыҙыраҡ, шаулыраҡ, тынсыуыраҡ кеүек. Бында тыныс, яҡты, яҙыу өҫтәлендә лампалар ултыра. Стеналарҙа – Николай Григорьевичтың үҙ ҡулы менән төшөрөлгән һүрәттәр. Май, гуашь, ҡәләм, буяу менән яҙылғандар, матур итеп рам эсенә ҡуйылғандар. Магазиндан һатып алынған, тиерһең.
Затлы әйберҙәр күп, әммә һәр урында тәртип, бөхтәлек күҙгә ташлана. Бында артыҡ нәмә юҡ. Бөтәһе лә Николай Григорьевичса, хәрбиҙәрсә – һәр тапҡырҙа ҡәтғилек, йыйнаҡлыҡ, киҫкенлек. Өй үҙенең хәрби кешенеке, рәссамдыҡы, өҫтәүенә, директорҙыҡы икәнен әллә ҡайҙан ҡысҡырып тора.
Николай Григорьевич – офицер кеше, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, оҙаҡ йылдар армияла хеҙмәт иткән. Бөтә холоҡ-фиғеле шунан килә. Өйөндә лә, эшендә лә шундай. Мәктәп эсен дә үҙе биҙәп ҡуйҙы. Тиктормаҫ йән. Тәртип, бөхтәлек, матурлыҡ ҡанына һеңгән. Йорто ла ҡурсаҡ кеүек. Хәйер, хәҙер балалары ҙурайып ситкә таралышып бөткәс, өйҙәрен туҙҙырыусы ла юҡтыр.
Шулай ҙа бында үҙемде ят, яңғыҙ итеп хис иттем. Гүйә бында алма йыйышырға түгел, ә ниндәйҙер мөһим әңгәмәгә саҡырылғанмын. Мин ҡасан да булһа шул рәсми һүҙҙең башланыуын көтәм.
– Фәнисә, әйҙә, беҙҙең эргәгә! – Полина Сергеевнаның түбән, әммә асыҡ йомшаҡ тауышы йәнемде баҫылдыра. Улар ҡашына йүнәләм.
– Һине оноттоҡ та, һүҙгә мауығып... Николай ҙа юғалған. Әйҙә, беҙҙең ҡорға! – Полина Сергеевна урындыҡҡа ымлай. – Ултыр. Әнә, Таняға тылҡыйым-тылҡыйым, ыжламай, бәлки, һине тыңлар. Йәштәштәрһегеҙ ҙә.
Петрик хаҡында икән һүҙҙәре. Полина Сергеевна «бөркөт егет»кә ҡаршы:
– Петяны беләбеҙ инде, өсөнсөлә, дүртенселә үҙем уҡыттым. Бәләкәйҙән ялҡау ине. Диктант яҙҙырһаң, башын баҫып ҡына ултырған була. Дәфтәрен алып тикшерһәң, диктант юҡ. Баҡһаң, ул дәфтәр өҫтөнән ҡулын ғына йөрөтә икән. Ярты йыл шулай этләне. Йә тағы... Шиғыр ятларға ҡушһаң, яртыһын ғына ятлай ҙа, вәссәләм. Эшенең осона сығып ҡуймай... Шунан үҙен бик яҡшы итеп күрһәтергә тырышып ятҡанын да әйтәйем. Көндәлегендәге «икеле», «өслө»ләрҙе «дүрт»кә йә «биш»кә төҙәтә лә ҡуя. Йыйылышта насар уҡыуын әйтһәм, атаһы аптырай...
– Һе-һе... – Рәхәтләнеп көлөшәбеҙ.
– Көлкө түгел был, ҡыҙҙар, ә кешенең бәйһеҙлеге, ҡатлы-ҡатлы булыуы. Әнә, хәҙер ҙә йүнләп эшләмәй, эсә.
Һыу уртлағандай ултырабыҙ, Полина апай ҙа, аптырап, ҡоластарын йәйә:
– Исмаһам, шул эсеүе булмаһа ла... – Полина Сергеевна өгөт-нәсихәтен туҡый ғына. – Иҫәр күбәләк төн заманында бер осҡон күрһә, шуға йомола. Имгәнермен, ебәк төҫлө йоҡа, үтә күренмәле ҡанаттарымды көйҙөрөрмөн, тип уйламай. Ҡабаланып-тоноп бара. Һин дә үҙеңде һәләк итә күрмә, Таня. Петяны ғына түгел, ата-әсәһен дә, бөтә нәҫел-нәсәбен дә беләбеҙ. Улар заты менән һағыраҡ булыуың хәйерле.
– Уларға яҡын юлама, тиһең инде, Полина Сергеевна?
– Нәҡ шулай тим, Таня. Һынап, күрә белеп әйтәм. Ҡыҙ кеше бигерәк тә һаҡланырға тейеш.
– Һеҙ ҙә ҡаршы, Полина Сергеевна!
– Ҡаршымы, түгелме, үҙеңдең дә башың етергә тейеш. Сабый бала, аҡылһыҙ кеше түгелһең. Һинең йәштә аҡты ҡаранан, йәшелде ала-ҡоланан айыра белергә ваҡыт.
Николай Григорьевич ҡайтҡас, һүҙ өҙөлдө. Хәйләкәр ҡартың, шампанский юллап йөрөгән.
– Әйҙәгеҙ, ҡыҙҙар, етешеп ултырығыҙ! – Полина Сергеевна ҡыҫтай ғына, голубцыларын, гуляштарын, салаттарын алдыбыҙға теҙә. Телеңде йоторлоҡ. Уңған хужабикә менән ихлас хужа өлтөрәп тора. Таңһылыуҙың да әҙерәк йөҙө асыла төштө. Мин йылмайырға ла, иларға ла белмәйем. Шулай ҙа был алсаҡ кешеләрҙә күңелле. Һине әрһеҙ ауыр ҡараш эҙәрләмәй, ниҙер ыҙаламай, рәхәтләнеп, ирәйеп тын алырға мөмкин. Николай Григорьевич эш тураһында ләм-мим өндәшмәне. Рәхмәт уға, рәхмәт ихлас кешеләргә!
Дауамы бар.
* * *