Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
16 Апрель 2023, 06:12

Көтөп йәшәү

Уны алдауҙа, хыянатта ғәйепләнем. Ул бит миңә ҡатыным менән күптән икебеҙ ике бүлмәлә йоҡлайбыҙ, күршеләр кеүек кенә йәшәйбеҙ тип әйтә ине.

Көтөп йәшәүКөтөп йәшәү
Көтөп йәшәү

Ғаиләнән ирҙе алып китеүсе яуыз һөйәркәләр тураһында күп тапҡыр ишеткәнем бар ине. Әммә үҙем шул хәлгә ҡалырмын тип уйламаным. Бәхетле ғаилә ҡороу тураһында хыялланып йәшәнем. Әммә бөтә хыялдар ҙа ысынға ашамай икән ул...


Айҙар менән автобуста таныштыҡ. Дөрөҫрәге, шыпа тулы автобуста барғанда ҡараштар осрашып, бер нисә секунд бер-беребеҙгә ҡарап итеп торған инек. Үҙ туҡталышымда төштөм дә өйгә табан атланым. Шул ваҡыт автобустағы «күҙҙәр хужаһы» мине ҡыуып тотто һәм өйгә тиклем оҙатып ҡуйырға тәҡдим итте. Ризалаштым. Шул көндө үк беҙҙең арала осҡондар ҡабынды. Ул белемле, интеллигент, нәфис ине. Һәм бик йомарт. Уны әсәй менән дә таныштырҙым. Әсәй уны яратты. Ул яратмаҫлыҡ түгел ине шул. Айҙарҙың ғаиләле икәнен өс айҙан һуң ғына белдем. Ул үҙе серен систе.

– Ни өсөн уны башта уҡ әйтмәнең? – тинем асыуым килеп.
– Һине осратҡас, малайҙар кеүек ғашиҡ булдым. Бары һинең менән генә булаһым килде. Башҡа нәмә мөһим түгел кеүек тойолдо. Дөрөҫөн әйтһәм, юғалтырмын тип уйланым...
Яратҡан кешеңде башҡа ҡатын менән булғанын белеү иҫәрлек кеүек тойолдо. Уның ҡатыны менән йоҡларға ятыуын белеү – әйтеп бөтөргөһөҙ ауыр. - Ҡатыны декрет ялынан сығыуға уҡ айырыласағын әйтте. Әле уның сабыйына бер йәш тә тулмаған ине. Ул – ғәиләһенең терәге, ашатыусыһы. Айҙар ҡатыны менән баланан башҡа бер нәмә лә бәйләмәгәнен әйтә ине. «Беҙҙең ғаилә – тормошомдағы иң ҙур хатам», – тип әйтә  ине ул. Мин уны ғәйепләмәнем дә, беҙҙе яҙмыш осраштырасағын ҡайҙан белһен ул?! Алдағы бәхетебеҙ өсөн сабыр итергә һәм көтөргә булдым. Әкренләп уның бар ялдарҙы һәм байрамдарҙы өйөндә үткәреүенә лә күндем. Уның менән ял итергә бара алмағанымды, хатта магазинда етәкләшеп йөрөй алмағаныбыҙҙы ла йоторға тура килде. Осрашыу көндәрен һанап йәшәнем. Билдәле, көн һайын күрешә алмай инек. Әммә ул осрашыуҙар дәрт һәм ялҡынды арттырҙы ғына. Бәхетле миҙгелдәр өсөн сабыр итергә кәрәктер тип йыуаттым үҙемде.

Өс йыл үтеп китте. Ул ваҡытта Айҙар карьера баҫҡысы буйынса күтәрелде. Дәүләт хеҙмәтендә уны етәксе итеп 3уй7ылар. «Ҡаҙаныштарым бары һинең арҡала ғына. Һин минең талисман!» – тип әйтә  ине ул миңә. Шундай оло вазифала эшләй башлағас ғаиләһенән китеүе тураһында һуҙҙе туҡтаттым. Ул уның абруйына һуғыр ине. Уның киләсәге минең дә киләсәк бит.

Тағы бер йылдан ауырға уҙғанымды аңланым.
– Әлегә ваҡыты ул түгел, йәнем – тип әйтте яйлап ҡына был хәбәрҙән аптырашта ҡалған һөйөклөм. – Әйҙә, бер ни тиклем көтәйек. Тағы бер-ике йылдан законлы рәүештә яҙылышҡас, үҙең кеүек матур ҡыҙ табып биреүеңде бик тә теләйем, йәнем. Тик хәҙер түгел...

Уға ҡыҙҙы ҡатыны табып бирҙе. Был хәбәрҙе ишеткәс, беренсе тапҡыр иреш сығарҙым. Уны алдауҙа, хыянатта ғәйепләнем. Ул бит миңә ҡатыным менән күптән икебеҙ ике бүлмәлә йоҡлайбыҙ, күршеләр кеүек кенә йәшәйбеҙ тип әйтә ине. Айҙар, әлбиттә, аҡланырға тырышты, ә мин беҙең мөнәсәбәттәргә нөктә ҡуйылғанын әйттем. Башҡа минең өйгә килмәүен үтендем. Мин һинһеҙ тормош башлайым тип анттар әйттем үҙенә. Айдар башын эйеп сығып китте. Ул төнде илап үткәрҙем. Бөтә хыялдарҙың буш булыуын аңланым. Айҙарҙы оноторға тип, үҙ-үҙемә күп тапҡыр һүҙ бирҙем, әммә... бер аҙнанан һуң үҙем шылтыраттым.

Балаларының үҫеп етеүен көтә башланым. « Улым  үҫмер сағын ауыр кисерә. Холҡы насарланды, әсәһе минһеҙ генә уны еңә алмаясаҡ. Аҡылға килеүен көтәйек», – тип өмөтләндерҙе һөйөклөм. «Ә мин һиңә малай тапҡан булһам, ул бик аҡыллы булған булыр ине», – тип әйтеп һалғанымды һиҙмәй дә ҡалдым. Айдар миңә ҡарап алды ла башын аҫҡа эйҙе: «Әле түгел. Бер аҙҙан...» Ҡасан да булһа яҡшы ғаилә ҡороуыбыҙға ышандым.

Шулай 15 йыл уҙғанын һиҙмәй дә ҡалдым. Был йылдар эсендә балаларына, ҡатынына бүләк һайлауҙан башлап, ҡала ситендә ғаиләләре менән йәшәргә өй ҙә ҡараштым. Улын ҡайһы институтҡа уҡырға индереү буйынса ла минең менән кәңәшләште. Ул һәр ваҡыт фекеремде һораны. Ә мин ысын күңелдән кәңәштәремде бирҙем. Ғаиләләренә яҡшылыҡ ҡына теләнем. Әлбиттә, уларҙан көнләштем, бик көнләштем, ул йылдарҙа үҙ ғаиләмде төҙөү тураһында ла уйландым. Бик аҡыллы коллегам артымдан йөрөй башлаған ине. Уның менән осрашып ҡараным. Шулай ҙа уны мәңге Айҙар менән сағыштырыуыма, Айҙар кеүек яҡын итә алмауымды, Айҙарға булған хистәремде уға күсерә алмағанымды белә-күрә, донъяла тағы ике бәхетһеҙ булдырыуҙан баш тарттым. Минең йөрәктә Айҙарҙан башҡа бер кешегә лә урын юҡ ине. Ул миңә һауа кеүек кәрәк ине. Ә мин уның өсөн йыуаныс булдым микән? Уның мәхәббәте, дуҫы һәм кәңәшсеһе. «Яныңда миңә ҡайһылай рәхәт икәнен белһәң ине һин. Беҙҙе осраштырған өсөн яҙмышыма рәхмәтлемен. Һин булмаһаң, нисек йәшәр инем», – ти осрашҡан һайын миңә Айҙар. Айҙарҙың миңә әйткән был һүҙҙәре  күңелемде күтәреп ебәрә ине. «Һөйәркә һүҙе лә бушҡа ғына һөйөү һүҙенән яһалмаған. Һөйәркә – тимәк, мәхәббәт, шатлыҡ. Ә кем ул ҡатын? Бертөҫлөлөк, һаҙлыҡ-көнкүреш, зарланыуҙар», – тип уйланым. Айҙар ҙа ҡатыны менән күңелһеҙ булыуын, һөйләшергә һүҙҙәре булмауын гел әйтеп килде. «Ҡатыным менән йәшәгән һәр көн минең өсөн яза», – тип әйтә ине.

Инде балалары үҫеп етте, ниһайәт, бергә буласаҡбыҙ тигәндә генә, Айҙарҙың ҡатыны ауырый башланы. Етди ауырыу ине. Сит илгә алып китеп, ҡиммәтле операцияләр яһаттылар. Операциянан һуң да бик оҙаҡ дауаланды. «Хәҙер уға ҡайғырырға ярамай», – тине Айҙар. Мин бит инде бөтөнләй  йөрәкһеҙ һөйәркә түгел. Бергә булырға уңайлы ваҡыт килгәнен көтөүемде дауам иттем...

...Айдар инде бабай булды. Улы өйләнеп, бәпес алып ҡайттылар. Ҡыҙы ла кейәүгә сыҡты. Ул да бына-бына әсәй буласаҡ. Һөйөклөм  балаларына ейәнсәрҙәренә ярҙам итә. Хәҙер элекке кеүек йыш осраша ла алмайбыҙ. Ғаилә мәшәҡәттәренән алйый. Айдар киң күңелле шул, ә ғаиләһе шунан ҡуллана. Асыуым ла килә ҡайһы саҡ. Ә шулай ҙа мин Айҙарҙың дуҫы, кәңәшсеһе. Һәм уны ҡасан килһә лә ҡосағыма алып наҙлаусы. Ҡасандыр бер уның килеп бөтөнләйгә миндә ҡалыуына өмөтләнеп йәшим әле. Ғүмер көҙөндә булһа ла...

https://syuuike.ru/news/otkrovenie/ktep-yash

Иркинә.

Фото: https://ru.freepik.com/premium-photo/beautiful-couple-in-love-hugging-glowing-lights_4692760.htm#query=люовница%20муж%20жена%20темно%20разлука&position=44&from_view=search&track=ais

Автор:
Читайте нас