

Беҙҙән һуң беҙҙең турала хужа менән хужабикә араһында әңгәмә буласағы, әлбиттә, башыбыҙға ла һыймай. Хәйер, һуңынан был хаҡта Полина Сергеевна үҙе миңә өҙөк-һурыҡ ҡына әйтә биреп ҡуйҙы ҡуйыуын. Улар бик сетерекле мәсьәләләр тураһында бәхәсләшкән бит.
Полина Сергеевна, беҙҙе оҙатҡас, арыу уҡ тынып ултыра ла иренә көтмәгәндә былай ти:
– Николай Григорьевич, ә нишләп беҙҙең мәктәпкә, рус мәктәбенә, уҡытырға гел башкиркаларҙы ебәрәләр ул?
– Һе, Полина, һин дә ҡыҙыҡ кеше, – тип көлә хужа. – Беҙгә Башҡортостанда уларҙы ебәрмәй, кемде ебәрһендәр? Улар мәктәптә беренсе кластан уҡ русса уҡый, унан училищеға, институтҡа инә, унда ла русса, һуңынан да. Улар, башҡорт булһалар ҙа, башҡортса уҡымаған бит. Русса уҡып сыҡҡан, уҡытыусы булған, уҡытыусылыҡҡа һәләте булған башкирка ҡайҙа барһын?
– Ә башҡорт мәктәбенә?..
– Башҡорт мәктәбенә бара алмай, улары әҙ ҙә... – Үҙе лә ҡыҙыҡһынған темаға юлыҡҡандай, Николай Григорьевич йәйелеп-йәнләнеп китә. – Бына Таняны ғына ал. Үҙҙәренең түбәһендә бер нисә рус ғаиләһе бар, ти. Мәктәп тә – русса. Таня беренсенән үк русса уҡый. Педучилищела ла русса – ул ҡайҙа барһын?!
– Русса романстарҙы шәп йырлай...
– Эһе, «Матроска»ны етеҙ бейей... – Көлә Николай Григорьевич. – Алыҫҡа ла йөрөйһө түгел. Шул уҡ Фая (йәки мин – Фәнисә инде). Беҙҙең райондан. Бишенсегәсә ауылдарында үҙҙәренсә уҡыған, артабан күрше ауылда – русса, институтта – русса. Әле яңыраҡ ауылдарындағы шул башланғыс мәктәпте лә ябып ҡуйғандар. Ул бөтөн ерҙә шулай, беҙҙә генә түгел, Рәсәй буйлап шул хәл.
– Фая, күрше ауылда тәүге йылын берәү менән дә һөйләшмәнем, ауыҙ асһам, тиҫтерҙәрем телемдән көлә, тип иҫләй ине шул.
– Шунан һуң рус мәктәптәрендә лә башҡорттар уҡыта инде. Ҡайҙа барһындар улар үҙ ерҙәрендә?.. Ана, почтаны, медпунктты, сельсоветты, магазинды ал. Бөтөнөһөндә – башҡорттар. Ни өсөн? Сөнки Ишемьярҙа – центр, Ишемьярҙа – сельсовет. Тирә-яҡта бихисап башҡорт ауылдары. Ваҡ-ваҡ ҡыналар. Уларҙа сельсовет, почта асып булмай ҙа инде. Беҙҙең хөкүмәт, үҙебеҙҙең славян хөкүмәте беҙҙе ҡайғырта, Полина. Рәхмәт уныһына! Әүәл-әүәлдән колхоз, совхоз үҙәктәрен, сельсовет, поссоветтарын эрерәк рус ауылдарына урынлаштыра киләләр. Элекке фермалар ҙа, келәттәр ҙә, леспромхоздар ҙа яйлап шул центрҙарға күсерелә. Уларға эйәреп, ян-яҡтағы рус булмаған халыҡтар ҙа рус ауылына күсенә. Халыҡ болғана, Таисия Алексеевна әйтмешләй, ҡан ҡатыша. Йәки асси-ми-ля-ция! Ил буйлап тотош шундай кам-па-ния!
– Эйе, Коля, ысын кампания!
– Ишемьярҙы ҡара... Беҙҙең мәктәптә лә башҡорт балалары күберәк бит, ә уҡыу – русса. Мин уйлап сығарған политика тип ҡарама, Поля. Ул өҫтән, юғарынан килә. – Николай Григорьевич баш бармағын һауаға төртә, сырайы һытыла, ҡараштары серле, ҡурҡыныс төҫкә инә. Гүйә, ҡатынына шомло хәбәр еткерә. – Тирә-йүндә – башҡорт ауылдары, уларҙа мәктәп асмай хөкүмәт, мәктәп – Ишемьярҙа, славян ауылында. Әйҙә, улар беренсенән үк бында килһендәр! Белем алһындар азиаттар, кеше булһындар, славян культураһына, цивилизацияға ылыҡһындар! Ҡараңғылыҡ – бәлә, цивилизация – ҡотолоу юлы. Беҙ ҙә, Поля, һинең менән аҡлыҡ илтәбеҙ, цивилизация! Бына беҙҙең тарихи миссия!
– Миссия, миссия... – тип ҡабатланы Полина Сергеевна, был сәйер һүҙҙең мәғәнәһенә төшөргә теләгәндәй. Ире иһә, бер башлағас типме, дауам итте:
– Төпкә төшкәс, төшәйек инде. Бына хәҙер Татьяна Владимировна Петяға кейәүгә сығырға йыйына. Нишләй ул? Һантыйлана! Ысын, иҫәрләнә. Тик нишләһен ул? Ҡайҙа барһын? Бүтәнсә юлы юҡ уның! Русса уҡыған, белем алған, рус культураһы, юғарыраҡ, байыраҡ культура нигеҙендә тәрбиәләнгән. Воспитанная! Юғары зауыҡлы кеше! Русса тәрбиәләнгән зат бөтә руссаны ыңғай ҡабул итә, бөтә русса нәмәгә табына. Шуға уның русҡа барыуы тәбиғи.
– Ә ни эшләп беҙ Таняның был партияһына ҡаршы?
– Ҡаршы, сөнки Петя йүнһеҙ, эскесе, кеше булараҡ Таняға тиң түгел. Берҙән-бер достоинствоһы – русич! Һин дә русич булған өсөн миңә сыҡҡанһың бит, ха-ха, мордова. Николай Григорьевич рәхәтләнеп көлгәс, Полина Сергеевнаның алһыу ирендәренә лә йылмайыу билдәләре сыҡты. Иренең шаяртыуын аңлай, кисерә ине баҫымса холоҡло ҡатын.
– Мин бит яртылаш рус...
– Яртылаш – мордва!
– Ә Таня... исключение?
– Эйе-эйе, исключение, Поля! – Николай Григорьевич йәнләнде, сәсәне, хатта урынынан тороп уҡ китте. – Бөтә кеше лә үҙен, мин – исключение, берҙән-бер яңылыш осраҡлыҡмын, тип уйлай. Ә күпме ул – хорошое исключениелар! Ил буйлап... Таня ла, һин дә исключение, Фая ла, бәлки, исключение булыр.
– Юҡ, Коля, Фая, моғайын, был исключениеға инмәҫ!
– Ҡарап ҡарарбыҙ! – Николай Григорьевич үсләште.
– Ҡарап ҡарарбыҙ...
5
Мин Таисия Алексеевна арҡаһында элек тә директор менән телләшкәйнем инде. Николай Григорьевич шәп завучтан өйрәнергә ҡуша.
– Таисия Алексеевна иң тәүҙә һәйбәт методист. Уны тыңлау, унан өйрәнеү – файҙа ғына. Мин уның нисек дәрес биргәнен дә, бүтәндәрҙең дәресенә нисек анализ яһағанын да беләм.
Мин дә ҡуймайым – әсе телләнәм:
– Шулай ҙа һеҙ уның йәштәргә ҡандалалай ҡаҙалғанын белмәйһегеҙ ҙә, күрмәйһегеҙ ҙә...
– Һәр кемдең етешмәгән яғы була.
– Николай Григорьевич, завучығыҙ яһилыраҡ икән, һеҙгә яҡшы, һеҙгә эш әҙерәк ҡала, нервығыҙ туҙмай. Сөнки коллективты завуч тота, завуч йөктө тарта. Тәүҙә һөжүмгә уны ташлайһығыҙ, үҙегеҙ – артта, команда нөктәһендә. Уның аша ғына уҡытыусылар менән етәкселек итеүе яйлы. Шуға уға тел тейҙермәйһегеҙ.
– Ярай, уның кире яҡтары бар икән, ти, һеҙ ҙә фәрештә түгел. Ни әйтһәң, төкөрөк сәсеп әрләшергә тотонаһығыҙ.
– Телем минең берҙән-бер ҡоралым, берҙән-бер яҡлаусым. Беҙ тел менән эшләйбеҙ, Николай Григорьевич.
Быны мин уҡытыусы атайымдың һүҙҙәрен ҡабатлап әйттем. Ул гел: «Ҡыҙым, беҙ аҡсаны тел менән эшләйбеҙ, телең үткер булһын!» – тип өйрәтте. Уҡыусыны тел менән өйрәтергә, шуҡты тел менән урынына ултыртырға мөмкин.
Директор хәҙер миңә аптырамай инде, әммә ҡабат үҙенә саҡыртҡан.
– Николай Григорьевич, һеҙ мине Таисия Алексеевнаға эләктергән өсөн тағы шелтәләргә саҡырҙығыҙмы? Бының иманын уҡытайым әле, тиһегеҙме?
– Уныһы ла барҙыр инде, тик теләгем олораҡ минең. Таисия Алексеевна менән тағы эләгешкәнһең-салағышҡанһың икән. Дәрәжәңде онотма, һин – завуч! Ваҡланып китмә. Сабырыраҡ, иплерәк бул. Бик ҡыҙыуһың. Ошолай барһаң, дуҫҡай, күпкә сыҙамаҫһың. Кешенең тормошо оҙон, яҙмышы ҡатлаулы, бындай ғына бәрелештәрҙе күп кисерерһең әле. Үҙеңде, нервыңды һаҡла. Әрләшмә! Кәңәш итеп, ҡыҙым кеүек күреп әйтәм. Мин үҙем дә йәш саҡта нәҡ һинең шикелле яндырай инем. Тормош өйрәтә, хәҙер баҫылдым.
Көлә хәйләкәр ҡарт.
Тағы Николай Григорьевичтың шул һүҙҙәре дөрөҫкә сығыр тип кем уйлаған: «Балалар уҡытыу – үҙе нервылы һөнәр», «Беҙҙең эштә үҙеңде тиҙ яндырырға мөмкин».
Теге һөйләшеүҙән һуң аҙна-ун көн үттеме-юҡмы, алтынсыларҙа дәрестә Таңһылыу йығылды. Уҡыусылары тәүҙә ныҡ шаярғандар. Таңһылыу уларҙы тыйып ялыҡҡан да, аптырағас, күнегеүҙе таҡтаға яҙа башлаған. Уҡыусылары, инде шымып, артынан күсерергә тотонған булалар ҙа ни... Шунда аҡбур иҙәнгә төшөп китә: уҡытыусы үҙе стена буйынан шылып барып ҡына тубыҡлана ла ҡаҡ иҙәнгә ауа. Уны күмәкләп күтәреп уҡытыусылар бүлмәһенә индерәләр.
Беҙ тәнәфескә сыҡҡанда ла, ул диванда ята ине әле. Төҫө ҡасҡан, йөҙөндә ҡан әҫәре юҡ. Яйлап ҡына тороп ултырҙы. Ҡулдары хәлһеҙ, күҙ ҡабаҡтары, ирендәре дерелдәй. Йөҙө лә шул тигәнсе тартылып киткән – егерме өс йәшлек ҡыҙ илле йәштәрҙәге кеүек. Усы менән һул түшен ҡаплап ҡына ултыра.
Йөрәге тотҡан икән. Саҡ-саҡ аңлата алды. Бөтәбеҙ ҙә телһеҙ ҡалғанбыҙ. Ул, көсәнеп, әйтте:
– Үтә ул...
Тағы бер аҙ торғас:
– Әҙерәк ебәрҙе, буғай, – тине, тәрән һулап. – Еңел булып китте.
Бүлмәләге тынлыҡты боҙорға ҡыймайбыҙ һаман. Полина Сергеевна:
– Түшеңде яйлап ҡына ыу шулай, – тип өйрәтә. Таңһылыу өнһөҙ генә апаһы әйткәнде үтәне. Шулай эшләгәс, уға, ысынлап та, еңелерәк һымаҡ.
Был хәлде өйгә ҡайтып һөйләгәс, Марфа әбейҙең иҫе-аҡылы ҡороно.
– Йә инде, йә, балаҡайымды... – тип һөйләнде ул, ҡыҙы эргәһенә сүгәләп. Әҙерәк ултырғас, йәнә ялғаны. – Тағы теге иманһыҙыңдыр, шул ғына ошо көнгә төшөрҙө һине.
Мин әхирәтемде яҡларға булам:
– Юҡ, әбей, урамда түгел, дәрестә йығылды ул, – тим. – Уҡыусылары йәненә тейгән.
– Ә... шулай тиң. Бәндәне бәндә нисек язалай. Кешеләргә ни етмәй инде...
– Кешеләр түгел, әбей, уҡыусылары, тим...
– Һуң, уҡыусылар кеше түгелме һиңә? Әллә улар күктән төшкән фәрештәме? Шул уҡ кешеләр, бер-береһенә үсле, аяуһыҙ, рәхимһеҙ заттар. Бер-береһен ҡырып-эсеп бөтөрөргә, бер-береһен өҙгөләргә әҙерҙәр. Йә, ни етмәй? Был Петяһына ни кәрәк?.. Шуға борсола Таня, шул уның башын ашай. Күпме әйтәм: «Килмә, йөрөмә», – тип, күпме туҡыйым, һаман ҡуймай. Башы бар тиң уның, иманы бар тиң. Әҙәмде аяһа, ирек бирер, юлына арҡыры баҫмаҫ ине. Рәхимһеҙ зат был Петя. Баланы бөтөрә.
Мин Марфа әбейемде аңламайым. Таңһылыуҙы Петрик түгел, уҡыусылары ҡыҙҙыра. Петриктың ни ҡыҫылышы бар?
Ләкин әбейем тынманы ла, ҡуйманы ла:
– Йә инде, йә, нисек була, ти. Тиктомалдан йығылып киттеңме? Күкрәгең ҡыҫтымы?
– Эйе, бөтә тәнемде хәтәр тимер ҡоршау һығып алды. Ебәрмәй ҙә ҡуя.
– Йә...
Сәйҙе лә күңелһеҙ генә эстек. Әүәле булһамы, сыр-сыу килешер инек. Таңһылыу ҙа күҙҙәренән йәше атылып сыҡҡансы көлә, Марфа әбейем әкәмәт хәлдәр һөйләй... Был юлы шып-шым. Марфа әбей тора ла шул уҡ бер һүҙен башлай:
– Ай, Таня, абай бул, абай... Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлармын тигән. Һин гонаһһыҙ йән, изге фәрештәләр затынанһың. Хоҙай, эйе, һеҙҙең Тәңрегеҙ, һинең ишеләрҙе аяр, ярлыҡар, игелегенән мәхрүм итмәҫ. Ышан һин үҙегеҙҙең Тәңрегеҙгә, ышан! Уның ҡөҙрәте киң, изгелегенән ҡалдырмаҫ.
Марфа әбейем иңрәне, өҙгөләнде генә, гүйә үҙе йығылған, үҙе яраланған. Ҡарт ҡарсыға бәпкәһен ҡурсалап зарыға, һыҙлана.
– Ҡуй инде, ҡуй, ни хәлгә ҡалдың. Берүк тип әйтәм: шул һаулығың менән Петяға бараһы булма. Ул эт һине кәкрәйтер. Былай ҙа таҙалығың юҡ, ул барын да бөтөрөр. Ауырыу йөрәгең шул эскесе өсөн дә һыҙлай башлаһа, күпкә сыҙамаҫ. Ишет һүҙемде, берүк әйткәнде йыҡма: яҡын юлайһы булма шулар затына. Бик ҡараңғы кешеләр. Утыҙынсы йылды олаталары атайымды, кулак яһап, Себергә һөрҙөрттө. Бик аҫтыртындар, ҡаршыңда ҡояш кеүектәр, артыңда – ер биттәр. Ышанма шуларға, алданма уның таҫма теленә. Телгә бөткәндәр улар, йомшаҡ йәйәләр... Берүк айбана күр шунан, ҡыҙым. Ышанма уға, яҡын юлама. Ҡәберең йәнәш булмаһын шуларға!
Марфа әбей сеңләне лә сеңләне. Гүйә, күрше ҡыҙын алыҫ яҡҡа, яһил затҡа кейәүгә оҙата.
– Берүк йыҡма һүҙемде, берүк аяҡ аҫтына һалып тапама ҡарғышымды. Игелек күрһәтмәҫ улар. Иманым камил. Мына крест, мин әйтте, тиерһең.
Дауамы бар.