Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Әҙәбиәт һәм ижад
17 Апреля 2023, 14:46

Таня-Таңһылыу Роман (4) Ринат КАМАЛ

Юҡ, аңламайым мин Таңһылыуҙы, зиһенем етмәй. Үҙенә кемде иш иткән! Ниндәй кеше ул, ҡайҙа, нисек тәрбиәләнгән? 

Таня-Таңһылыу Роман (4) Ринат КАМАЛТаня-Таңһылыу Роман (4) Ринат КАМАЛ
Таня-Таңһылыу Роман (4) Ринат КАМАЛ

Аңламайым мин Таңһылыуҙы: бер ҡараһаң, етди, аҡыллы кеүек, икенсе ҡарағанда йүләрлек ҡыла ла ҡуя. Кеше, күрә-баға тороп, шул эскесегә ҡараймы? Марфа әбей менән Полина Сергеевналарҙың «был Таняның күҙе юҡтыр ул» тигәндәре лә дөрөҫтөр. Улар инде әйтмәне түгел, әйтте, хатта кәрәгенән артығын.

Аңламайым, кисерә алмайым мин Таңһылыуҙы. Әгәр ҡөҙрәтем етһә, уны сихырлар ҙа ҡуйыр инем.

Ҡара, Николай Григорьевич та киҫәткән бит әле, тыйған хатта, күҙенә тура ҡарап: «Аҡылыңа кил, ҡыҙый, бәхетеңде аяҡ аҫтына һалма!» – тигән. Кем менән сәсен бәйләргә йыйына! Һәр хәлдә, мин директор һүҙен тыңлар инем. Николай Григорьевич – Петриктың элекке уҡытыусыһы. Петрик, эш һөймәҫ йән, етенсене теүәлләгән дә уҡыуына ҡул һелтәгән. Өҫтәүенә, һуңынан директорға үпкәләп, өйөнә эсеп килеп: «Һин мине уҡытманың, һин – буржуй, мәктәпкә хужа булдың», тип тәмһеҙләшеп йөрөгән.

Ярай, Петрик бөркөт егет тә, ти. Ҡараштарын бер һирпеүгә ҡыҙҙарҙың йөрәге янып көлгә әйләнһен, ти. Кеше шулай, бер сибәрлеккә генә әүрәп, ғаилә ҡорамы? Минең дә уның һымаҡ ут егеттәрҙе күргәнем бар. Армиянан ҡайтҡас, улар ҡашына яҡын барырлыҡ түгел: ғорурҙар, баһадирҙар... Беҙҙең физрук Ғәйфулланы ла әйтер инем! Шунда Таңһылыу менән иш килгәндәр бит инде, ишкә ҡуш, мискәгә ҡапҡас, ишеккә тотҡа... Ғәйфулла – бөркөт егет, Уралтау ҡарағайы; шәмдәй буй-һын, осҡор күҙҙәр. Таңһылыу – һыу һөлөгө, усҡа һалып ҡына йотмалы. Икеһе лә өлгөргән: Таңһылыу – гөлйемештәй бешкән, Ғайфулла – армиянан ҡайтҡан, икеһе лә – башҡорт... Юҡ бит, юҡ. Тегеһе быныһына әйләнеп тә ҡараманы, быныһы өсөн егет бар ни, юҡ ни; унда егет аҫылы тора ни, ҡарағай ағасы һерәйә ни. Ғәйфулла ағайың тотто ла икенсе йылына Ишемьярҙың бухгалтершаһына әүрәне, мәрйә менән өйләнеште, ә Таңһылыу-гөлйемеш эскесе Петрик өсөн бешеп етеште.

Ғәйфулла кеүек бөркөттәр армиянан ҡайтып бер-ике йыл үттеме, кикректәре төшә: йә мәрйәгә бәйләнә, йә эскегә һабышалар, йә өҫ-баштарын да ҡарап йөрөтмәй башлайҙар. Иң аяныслыһы: ундайҙарҙың арҡа-һөйәге, ихтыяр көсө юҡ сама. Ғәйфулла шундайҙар нәҫеленән. Әле мәрйәһе менән эт менән бесәй һымаҡтар, ти, башы ла эскенән сыҡмай.

Юҡ, аңламайым мин Таңһылыуҙы, зиһенем етмәй. Үҙенә кемде иш иткән! Ниндәй кеше ул, ҡайҙа, нисек тәрбиәләнгән? Ҡайһылай ул Таңһылыуҙан Таняға, Татьяна Владимировнаға әйләнгән? Кем тыуҙырған уны, кем үҫтергән, тәрбиәләгән? Ҡайҙа тыуған ул? Ниндәй күктәр аҫтында йәшәгән?..

* * *

Марфа әбей менән мин әйтеү менәнме ни? Таңһылыу бер кемгә лә ҡараманы, бер кемде лә тыңламаны.

Октябрь байрамы көндәрендә уларҙың туйы булды. Ишетеүемсә, туй ҡыҙ яғында ғына үткән. Петриктың туғандарынан берәү ҙә Түбәгә бармаған.

 

 

Икенсе бүлек

Ҡоштар кеүек алыҫтарға китмәй,

Ерҙә генә осоп йөрөй һары япраҡ.

(Йомабикә)

1

Таңһылыу өсөн борсолоу күңелгә тынғы бирмәне. Сырмалсыҡ төйөн һаман һүтелмәгән көйө ҡалды. Билдәһеҙлек, аңлашылмаусанлыҡ яфаланы, йөрәкте тимер ҡоршауҙар эсендә һығып торҙо.

Диплом яҡлағанда ла, өйөмдә лә уның хаҡында ғына уйланым. Яҙған хаттарыма яуап булманы. Ишемьярҙан да, Түбәнән дә бер ниндәй хәбәр ала алманым.

Яңы уҡыу йылы башланғас ҡына хат килеп төшә. Конверт тышында – Рига штампы.

«Һаумы, Фәнисәкәйем, ҡәҙерлем минең – иң яҡын әхирәткәйем!

Ни хәлдәрҙә йәшәп ятҡан көнөң, диплом яҡланыңмы? Алдан ҡотларға рөхсәт ит! Хәҙер бөтә ыҙаларың артта ҡалды, тырышлығың емеше – ҡулыңда. Игелеген күрергә яҙһын.

Көнләшәм һинән. Ул яҡҡа, был яҡҡа сабыулап йөрөп, томана наҙан ҡалдым инде.

Айырылышҡаныбыҙға ни саҡлы ғүмер уҙған! Һин һаман тәүәккәллегемә ышанып етмәйһеңдер. Һин түгел, мин үҙем дә – өнөммө, төшөммө был, тим. Әгәр Полина Сергеевна өтәҫләмәһә, бәлки, өлөшөмә төшкән көмөшөмә күнеп ятҡан булыр инем Ишемьярҙа. Шулай ҙа, нисек кенә сәйер тойолмаһын, һуңғы нөктәне Петрик үҙе ҡуйҙы. Әйе, әйе, Петрик! Бәлки, мин был аҙымды бер ҡасан да яһай алмаҫ инем – Петрик үҙе... Ә мин уға нисек ышана инем!

Хәйер, бөтәһен дә теҙеп һөйләйем.

Һин диплом яҙырға киткәс, үҙемә урын, йәнемә толҡа тапманым. Гүйә яңғыҙымды ҡарурман төпкөлөндә ҡалдырып киттеләр, гүйә бер бесәй балаһы һанап, ете күл аръяғына илтеп аҙаштырҙылар. Ташланған, ҡыйырһытылған, онотолған бәндәләй хис иттем үҙемде.

Яңғыҙым аңҡы-тиңке йөрөй инем, миңә бәхетле көн бүләк иттеләр. Ул һөйөнөстө, ул бәхетте һис онотаһым юҡ. Ул хәс тә ҡараңғы даръя уртаһындағы маяҡ – яҡтылыҡ осҡоно мине тарта, әүрәтә. Ымһынып уға табан атлығам. Ул көндө миңә ҡәҙерлеләрем бүләк итте.

8 мартта етенселәргә дәрескә инһәм, өҫтәлемдә – тере сәскә. Ҡына гөлө ине, буғай. Эргәһендә – открытка. Ҙур грамотаға оҡшаған, табаҡ битле. Ҡайтҡас ҡына открыткалағы һүрәткә, яҙыуҙарға күҙ төшөрҙөм.

Открыткала ла – сәскәләр гөлләмәһе. Киң күкрәкле һорғолт көршәк эсенә ҡуйылған улар. Һүрәт тирәләй – егерме дүрт уҡыусымдың ҡул тамғаһы... Төрлө төҫтәге ҡара менән, ручка, ҡәләм менән ололарға оҡшатып төрлөсә сыймаҡлап бөткәндәр. Шилмалар. Имзалары ла сәскәләр кеүек.

Бер ваҡытта ла ошондай эскерһеҙ бүләк алғаным юҡ ине. Был бүләккә баһа – дүртенсенән бирле уҡытҡан балаларымдың ихлас теләктәре!

Шул Надя менән Валяны әйтәм. Дүртенселә уҡыған саҡтарында уҡ эс-бауырыма инеп барырҙар ине. Мәктәптә лә ул алдыма, ул артыма сығалар: «Татьяна Владимировна ла Татьяна Владимировна» тип ялҡытып бөтәләр. Бәләкәйҙән шулай булдылар.

Өйҙәренә ҡайтып әсәләренә маҡтап һөйләйҙәр, апайҙы ҡунаҡҡа саҡырайыҡ, тип йөҙәтәләр икән. Тәүге партала ғыналар, дәрес буйы күҙҙәрен күҙҙәремдән алмайҙар, шуҡтар... Быйыл һуңғы йылдарында аҡыллыларымды уҡыта алмам инде.

Ситкә киттем, ахырыһы. Яңы йыл байрамы алдынан булған һөйләшеүебеҙҙе иҫләйһеңдер. Ул заманда ныҡ икеләнә инем. Һаман да шул Петрикты йәлләйем. Ул тормош төпкөлөнә тәгәрәй, көндән-көн нығыраҡ боҙола, эскегә һабыша. Мин иһә уны иң ауыр мәлендә ташлап китәм яҙмыш ҡосағына.

Ах, Петя, Петя... Мин уға нисек ышана, хатта табына ла инем, буғай.

Киске аш бешерәм. Ишеккә артым менән баҫҡанмын да бәрәңге әрсейем. Был ҡайтып инде. Ишекте асты ла эскә уҙмайынса, ят кеше төҫлө, тупһа төбөндә ҡатты.

Әйләнеп ҡарамай эшемде дауам итәм. Бының кәйефе шәп, тоям, күҙҙәре майланған, йөҙөндә йылмайыу уйнай. Шулай ҙа эскәнгә оҡшамаған. Торҙо-торҙо ла уйламаған-нитмәгән ерҙән әйтә ҡуйҙы: «Арттан шәп тә ни, алдан юҡ шул...»

Шулай тине лә түр яҡҡа уҙҙы; өҫтөн һалып, ихатаға мал ҡарарға сығып китте. Мин ултыра төштөм: шундуҡ бөтәһен дә аңланым. «Ах», – тим үҙ-үҙемә... Ниңә шунда йөрәгем ярылмай икән йә ер уйылмай. Уйылһа, шунда төшөр ҙә китер инем. Бындай мәсхәрәгә түҙеп йәшәгәнсе, йәшәмәүең... Күнеп йәшәгәнсе был Ер йөҙөндә...

«Ыҙаланып, интегеп йәшәмә!» – тинем дә сығып киттем Балтика буйҙарына. Ташлап киттем Тыуған илемде.

Минең латыш Марта, Мариэтта әхирәтемде беләһең бит. Ригаға шуның эргәһенә килдем. Хәҙер уларҙа (әсәләрендә) фатирҙамын. Балалар баҡсаһына урынлаштым, мөдирәмде лә бел – Дарья Павловна, Дарья батша (шулай атай ҡыҙҙар). Бөтәһе лә уң, әҙәмсә кеүек. Ә теге тойғо һаман йәнемде тырнай. Әрнеүҙән ирендәремде тешләйем, күҙҙәремде сытырлатып йомам. Үҙәктәрем өҙөлә генә, әхирәткәй. Фәнисә, Ишемьярҙа һин мине матур тип атай торғайның. Әллә йыуатып, әллә ысынлап та сибәр күрергә теләп, әллә ихлас яңылышып... Петрик хаҡлы. Оҙонса битле, киң маңлайлымын. Үҙ йәшемдән күпкә олораҡ күренәм. Һиҙәм: һин тыяһың. Әммә, дуҫҡайым, алдымда – ҙур көҙгө. Мин диҡҡәт менән йөҙөмдө күҙәтәм. Бәхәсләшмә! Ҡулымда – көҙгөм, бер ни барып сыҡмаҫ!

Шулай, Фәнисә. Ниһайәт, бер көн килеп Петрик нисәмә йылдар эсенә йыйғанын әйтеп һалды. Күрәһең, ул мине яратмағандыр. Өйләнгәндә лә өйләнергә кәрәк булған өсөн генә өйләнгән. Ҡасан да бер, кемгә лә булһа өйләнергә кәрәк тәһә! Бүтәндәр ек күрмәгәндә мин осрағанмын. Донъяла үҙен бер Таня (аңра!) иш иткәс, ни эшләһен.

Шундай хәлдәр, әхирәткәйем. Әлегәсә үҙ көнөмә үҙем күнегә алмайым. Эй-й... Ярай, артыҡ күп һөйләндем, буғай, етер. Икенсе хатҡа ла ҡалһын хәбәр. Күп һүҙ китапҡа яҡшы. Хат яҙ. Бөтәһе, бөтәһе хаҡында ла, түкмәй-сәсмәй! Энәк буйындағы ғәмһеҙ көндәрҙе хәтерләйһеңме? Моғайын, беҙ ул саҡта күпкә бәхетлерәк булғанбыҙҙыр.

Ярай. Үбәм. Көтәм. Таңһылыуың. Рига, сентябрь 1977 йыл».

* * *

Эй Тәңрем! Иҫләйем ул көндәрҙе, Энәк буйҙарын...

Күҙ алдына килтерәм.

Ул, бинахаҡҡа рәнйетелгән ҡыҙ балалай, иңрәй ҙә иңрәй. Гүйә тәтәй ҡурсағын тартып алғандар. Энәк яры ситендә бөрөшөп кенә ултырған да башын аҫҡа һәлендергән... Энәк буйында беҙҙе фотоға төшөргән шаталаҡ ҡыҙ ҡайҙа?

Нисек кенә йыуатайым, афәт-хәтәрҙәрҙән аралайым һине, дуҫҡайым? Ниндәй һүҙҙәр табайым, нисек ярҙам ҡулы һуҙайым яҡыныма? Ер, Һыу, Һауа, нисек итеп баҫайым мин уның әрнеүҙәрен... Ҡайһылай итеп, ҡайҙарҙан, ниндәй сараларын табайым? Ете ят ерҙәрҙә нисек йәшәрһең, нисек көндәрең уҙыр, аҡыллым? Бойоҡмаҫһыңмы, йәнең тыныс, күңелең бөтөн булырмы Ригала, алыҫ ярҙарҙа?

Ә үҙем күңелем менән йәнә алыҫта ҡалған Ишемьяр донъяһына ҡайтам.

2

Һалҡын, өшәндергес көн. Кластарҙа ла һалҡынса – мәктәпте йылыта алмайҙар әле. Мин дәрестә үк өшөй башланым; өйгә ҡайтып еткәнсе бөтөнләй туңам инде. Ишектән йүгереп инәм дә, ҡабаланып, тура мейес башына үрмәләйем. Марфа әбей күптән өйҙө йылытып ҡуйған. Бөтә тәнем ирей. Шундай рәхәт донъя! Оҙаҡ-оҙаҡ йәшәге килә.

Онотолоп, тын алырға ла ҡурҡам. Марфа әбейем дә ләм-мим; бары усын арҡама килтереп һала. Уның ҡытыршы устары шундай йомшаҡ, шундай наҙлы тойола. Бөтә донъям, хәүеф-хафаларым онотола, мәктәптәге көйөнөстәрем дә булмаған төҫлө.

* * *

Ҡышҡы оҙон төндәрҙә лә өйҙә икәүҙән-икәү генәбеҙ. Ҡурҡыштан бер-беребеҙгә һыйынышабыҙ. Тышта буран ҡотора, беҙҙең бәләкәй генә өйөбөҙҙө күтәреп алып китер төҫлө. Яландарҙа, туғайҙарҙа тулап, яңы көс туплап йөрөй ҙә ҡабат ябырыла. Ошо мәлдә өйөбөҙ ҡабыҡ менән генә көпләнгән, тишек-тошоҡ һымаҡ – һәр мөйөшөнән ел өрә. Ҡашығаяҡ мөйөшө хәс тә тыш һымаҡ. Стена ашаһында ғына олой.

Бер-беребеҙгә иш килгәнбеҙ инде: оҙон кистәрҙә икәүләшеп, өләсәй менән ейәнсәр һымаҡ, бер-беребеҙгә һырығышабыҙ. Беҙгә шулай рәхәт. Ярай әле икәүбеҙ, өйөбөҙ йылы, ишегебеҙ ныҡ. Хәтәр буран имәнесле ауаздарын сығара. Әйтерһең дә, өй тирәләй бихисап бүреләр урала. Эстән беребеҙҙең сығыуын көтәләр, ахырыһы.

Бер-беребеҙгә һыйынышып шымғанбыҙ. Тын алырға ла ҡыймайбыҙ. Саҡ ҡына ҡыймылдаһаҡ та, бүреләр түр яҡҡа килеп инерҙәр ҙә өҫтөбөҙгә ябырылырҙар.

Ҡашығаяҡта стена буйына эленгән тәрилкәләр, ҡалаҡтар шалтырай. Ҡоштабаҡтарҙы сиртәләр, биҙрәләрҙе ҡағалар: «Сың-сың...», «Доңғор-доңғор... дың...» Һулыш алмайбыҙ. Йәнәш йылышып-йылынып ятабыҙ.

– Ел йылыны ала инде, – тип уфтана әбейем.

Көләм:

– Утын етерлек, яғырбыҙ.

– Төн заманында күмер үрсетергә ни. Мөрйәнән сыҡҡан төтөнгә ен килә. Әйҙә, утты һүндерә һалайыҡ. Бәләнән баш-аяҡ.

Әбейем: «Яраббым, бер үҙем нишләр инем икән был төндә?» – тип уҡына ла суҡына.

Таңһылыу кейәүгә сығып киткәс, икәүҙән-икәү генәбеҙ. Игендәр – бурала, бәрәңге – баҙҙа, кәбеҫтә – сапсаҡта. Тышта буран олоһа ла, өйҙә тыныс. Бөтәһе лә урынында, көҙгө мәшәҡәттәр теүәлләнгән. Утынды кистән үк индереп ҡуйғанбыҙ – ике-өс көнгә етер. Ул арала көн дә асылыр, буран да баҫылыр.

Күңел өмөт менән тулы. Талсыҡҡан тән яҙыла, күҙҙәр үҙҙәренән-үҙҙәре йомола.

...Ҡар соланға тулған, күтәрмә өҫтөн, текмә буйҙарын бөтөнләй күмеп киткән. Төнгө мәхшәрҙән һуң тып-тын. Әйтерһең, бөтә ғаләм шымған. Инде ҡышҡа бер ни ҙә – дауыл да, ҡалын көрт тә, олоу ҙа кәрәкмәй. Ер йөҙөндә, йыһан киңлектәрендә мейене зыңҡытырлыҡ тынлыҡ.

Һиңә лә бер нимә кәрәкмәй. Бер ни ҙә теләмәй күңел. Ошо һиллек уртаһында таш һындай ҡатҡанһың.

Бөтә урам яғын тәрән һырынты баҫҡан. Алға бер аҙым атлаһаң да, атламаһаң да хуп. Ҡалын көрт ҡатламы ғаләмдең бар шауын, бар өнөн үҙенә йотҡан. Ҡар мамыҡтай йомшаҡ, өнһөҙ. Ошо аҡлыҡ, наҙ эсендә мәңгегә ҡалғы, онотолғо килә...

Ҡайһылай иркә, наҙлы бөгөн көн. Ял көнө! Мин, ҡайтам, тип ашҡынманым – көндәр буранға тартҡас, әбейем янында ҡалдым, – барыбер юлдарҙы күмеп бөткәндер. Әле күтәрмә алдын йырып үтергә лә ҡыймай торам. Кисәге буран ҡотороуын мейес башында ғына тыңлағайныҡ та ул. Буран төнө буйы олоп, бары таң алдынан ғына, ишекте астырыуҙан тамам төңөлгәс, тынды.

Оҙағыраҡ йоҡлап киткәнбеҙ – тышта күптән яҡтырған. Тирә-әйләнәлә – тынлыҡ, именлек. Ишек яңағына һөйәлгәнмен дә ҡымшанырға ла иренәм. Ҡапҡаны этәләр. Кем йөрөй? Таңһылыу!

Әхирәтем билдән кире көрткә сумып тора, алға ла, артҡа ла бара алмай.

– Ой-й... – Бит алмалары алһыуланып бешкән, тыны ҡурылған. Мине ҡосаҡлап ала ла, үҙенә ҡыҫып, зыр өйөрөлтә башлай. Эре һөйәкле, оҙон буйлы зат көслө: елтерәтеп алып бара; ынйылай тигеҙ тештәрен күрһәтеп йылмая; аҡһыл ҡалын ирендәре тештәренә тейеп йәйелгән.

– Туҡта, шаталаҡ, туҡта!

– Юҡ...

– Әллә тыуған көнөңмө?

Һөрлөгөшөп өйгә инәбеҙ. Марфа әбей күптән ҡашығаяғы тирәһендә.

– Марфа әбей, бөгөн Таңһылыуҙың тыуған көнө!

– Нисек?..

Мин ҡабалан-ҡарһалан ғына битемде һыпырам да таҫтамалға тотонам.

– Ой, ҡайһылай итеп ышҡыйһың?! Өҫтәүенә, шаҙра таҫтамал менән... – Таңһылыуҙың ҡобараһы оса. – Һин ышҡыма, ҡорот ҡына. Битеңә буҙра яҡҡандай, таҫтамалды тейҙереп-тейҙереп кенә ал. Әләйһә, тирең ҡороша, ярыла. Унан иртә ҡартаяһың, битең йыйырсыҡлана бит.

– Ҡыҙҙар, күп ләстит һатмағыҙ, әйҙә табынға!

Сәй янында Марфа әбей Таңһылыуҙың хәлен белеште. Әхирәтем иһә бер нимә лә йәшермәне.

– Ҡаңғырҙым мин, Марфа әбей, әле лә башымды күтәрә алмайым.

– Эй-й, балаҡай. Шулай улар, шулай... Заттары менән. Әсәләр, тағылышып йөрөп. Әйттем дә инде, киҫәттем дә... – Марфа әбей йәнә үҙенекен һамаҡларға тотондо. – Атаһы улы менән, ҡыҙы әсәһе менән етәкләшә...

– Төндө үтә генә сығалар, мин – аяҡ өҫтө. Әсәһе улы яҡлы, ҡарт башына... Етмәһә, ете төн уртаһында Петрик, араҡы таптырып, урамға ҡыуа: йәнәһе, уның тыуған көнө... – Таңһылыу буҫығып илай. – Киленен яҡларға маташҡан ҡартты ҡысҡыртып ҡына ҡуялар: «Ҡыҫылып ятма, ҡарт тәре! Килен икән, ирен ҡараһын!»

Таңһылыу һаман баҫылмай. Күҙҙәре тонған, аҡ-ҡараны абайламаған Петрик сәстәренән ялмап ала ла соланға этә. Тышта һалҡын, нәҡ көндөң боҙолған мәле. Таңһылыуҙың теше тешкә теймәй, бөтә тәне ҡалтырана. Шунда ишек асылып китә лә соланға калуш оса. Таңһылыу уны эләктерә һалып, исмаһам, берәй шешә алып ҡайтмаммы, тынысланыр тип, күршеләргә йүгерә. Тапмай. Ҡайтышлай ғына техничка Федоровналарға инә.

– И-и, балаҡайым...

– Марфа әбей, ялыҡтым мин былай, башҡа сығырға ине. Һин кемдеңдер өйө буш ултыра тигәйнең бит. Яҙға энеһе лә ҡайта. Ул да мине күрә алмай. Петяға армиянан «шул башкирка-басурманкаға өйләнһәң, «ағай» тип һанамайым» тип яҙып ятҡан...

– Булыр, булыр... – Марфа әбей ҡул ғына һелтәй.

– Яҙға саҡлы нисек тә фатир табырға ине...

– Фатир ни... – Марфа әбей тәҙрәгә төртөп күрһәтә. – Анау Митя зимагорҙың өйө буш тора. Ихатаһына әҙәм аяғы баҫҡаны юҡ. Туғандары менән килешергә лә...

– Мәктәп арендаға алһа, мин уның эсен-тышын һылап, әҙәм рәтле итер инем.

– Николай Григорьевичҡа әйт. Фәнисә менән икәүләп өндәшһәгеҙ, тыңлар.

– Әллә, аптырайым инде, Марфа әбей... Башҡа сыҡһаҡ, арыуланмаҫ, әсеүен ташламаҫ микән, тим?

Ишек алдында шат йылмайып, мине билемдән ҡосоп өйөрөлткән әхирәтем хәҙер яманһыулап ултыра. Шатлығын гүйә ай күрҙе, ҡояш алды.

Дауамы бар.

Автор:
Читайте нас