

3
Йыш ҡына Таңһылыу янына барып ултырам. Әлбиттә, Петрик өйҙә булмаған мәлде һайлайым.
Бындай саҡтарҙа беҙгә күңелле. Гүйә бөтә донъябыҙҙы онотҡан сабыйҙарбыҙ. Гүйә Таңһылыу ҙа тормошта түгел, ә бер елбәҙәк ҡыҙ-ҡырҡын.
Хәҙер, Таңһылыуҙар Митя зимагорҙың йортона күсенгәс, яйлы, барам да етәм. Петрик минең менән ипле һөйләшә, үҙен әҙәпле күрһәтергә тырыша. Килештерә. Сит-ят алдында ул тотанаҡлы, мәҙәниәтле. Интеллигенттарса мөғәмәлә итә. Үҙен тотошона, теленең үткерлегенә, тыйнаҡлығына иҫең-аҡылың китер. Мәғлүмәтле, уҡымышлы бәндә, тип торорһоң... Киң күкрәкле, таҙа кәүҙәле. Йөҙө асыҡ, яңаҡтары шыма, күҙҙәре яҡты. Ысын артист бер егет.
Ахыры эстән: «юҡҡа ғына Таңһылыу уны һайламаған икән», тип ҡуям. Үҙе әхирәтем тирәһендә өлтөрәп торған була: әле был, әле теге әйберен ала, йүгереп һыуын индерә. Кеше күҙе өсөн генә түгел микән, тим.
Уларға барған һайын Таңһылыуҙың зауығына хайран ҡалам. Тыштан ҡарағанда, өй тиһәң, хәтере ҡалыр, – тауыҡ кетәге. Ә эскә инһәң – ялт итеп тора. Таңһылыу иҙәндәрен балауыҙҙай асыҡ һарыға буятҡан, стеналарын ағартҡан, аҡлаған, тәҙрәләрен йыуған. Оло мейесе лә фәрештәләй аҡтан ғына кейенеп ултыра. Гүйә ул аҡҡош: саҡ ҡына ҡағылһаң да осоп китер. Эй был Таңһылыу, шул лапаҫ түшәменән дә тәпәш өйөн ҡурсаҡтай итеп йыйыштырып ҡуйған. Ҡасан килмә, карауатын, өҫтәлен, комодын яңыса ултырта – шулай өй эсенә яңы төҫ бирә. Өй эсе лә инде: төпкөлдә бер карауат ултыра, йәнәшендә – өҫтәл, икенсе башта – комод... Үтеп йөрөр өсөн тар ғына ара. Таңһылыу барыбер ҡәнәғәт. Һөйөнөсөнән башы түбәгә тейгән кеүек.
– Ике башыбыҙға ни... – ти, йылмайып.
Таңһылыуҙың кинәнестәренең сиге юҡ. Мәктәпкә лә дәртләнеп килә, күңелсәкләнеп йөрөй. Ҡулына бер эш сыҙамай. Әле пионерҙар менән сборға әҙерләнә, әле концерт ҡуя. Мәктәптә үткәрелгән бер саранан да ҡалмай. Ҡыҫылмаған ере юҡ.
– Вот наша Таня, вот молодец! – тип маҡтай директор.
...Мин Таңһылыуға текләберәк ҡарап киткәнмен, ахырыһы. Ул да, сәйерһенеп, аптырап миңә төбәлә. «Ни булды? Күҙ тейҙерәһең бит», – тип әйтергә йыйына һымаҡ.
– Фәнисә, нишләп мәктәптә «мәғариф министрына оҡшағанһың» тип әйттең әле? – Тәүләп ул телгә килә.
– Өҫтөңдә өп-өр яңы платье-костюм күргәс, әйткәйнем шул...
– Ниңә, минән министр сыҡмаҫ, тиһеңме? Буй тиһәң, буйым; эс тиһәң, эсем; икенсе эйәк тиһәң, икенсе эйәгем бар...
– Эй... Эс, тиһең, эйәк, тиһең. Хәсрәт!
– Ҡара! – Таңһылыу юрый кирелеп, кәүҙәһен турайтып күрһәтә.
– Үҙеңдең буйыңа күрә тулы ғына, йомро ғына кәүҙәле сибәр ҡатынһың.
– Ой, үлтерҙең. Ауыҙыңа бал да май. Рәхмәт!
– Амин!
– Матурҙар һинең шикелле нәҙек була. Мин, исмаһам, әҙерәк кенә ябыҡһамсы. Йәйен һыу ҙа инеп ҡараным...
– Ябыға алмай ниндәй генә мофталаларға төшә, ниҙәр генә ҡылмай, бисараҡай! – тим, үсекләп. – Һин, ҡыҙый, гөлйемеш ише оҙонсай йөҙлө ҡатынһың. Һәр хәлдә, ирҙәр йомро, тығыҙ тәнлеләрҙе ярата, ә таҡта һымаҡтарҙы түгел. Һиндә уларҙы ымһындыра торған тартыу көсө, ниндәйҙер илерткес наҙ бар.
Әхирәтем һаман өндәшмәй.
– Ҡыҙарып бешкән һутлы гөлйемешһең һин, Таңһылыуым.
– Шыттыраһың алай...
– Һуң ирҙәр һиңә асыҡтан-асыҡ «һылыу» тип әйтеп йөрөмәҫ инде. Улар әйтмәй, улар ошолай уйлай, ошолай итеп күрә.
– Фәнисә, үлтерәһең, туҡтал!
– Әләйһә, әйҙә, бәхәсләшәбеҙ. Хәҙер мәктәп фатирындағы ҡыҙҙар эргәһенә барабыҙ ҙа...
– Юҡ, Фәнисә. Минең бөгөн бер ҙә кәйефем юҡ. Анау зоотехник ағай ҙа йән үртәп...
– Улайһа, әйт. Платье-костюмыңды ҡайҙа тектерҙең? Әллә әҙер килеш алдыңмы? Тәнеңә һылашып тора.
– Яҙ буйы шуны тегеп мәж килдем дә. Петрик әрләшә. Былай тегенең ауыҙын тиҙ яптым ябыуын. Вельветтан үҙенә куртка тегеп бирҙем. Шәп килеп сыҡты. Бына! – Әхирәтем байлығын күрһәтә. – Минең Петрушты беләһең инде, үҙемә оҡшап, фырт кейенергә ярата.
– Ә зоотехник ағай нишләп һинең йәнеңде үртәй ул?
Таңһылыу ауыр көрһөнә.
...Кисә мәктәптән ҡайтышлай уны колхоз зоотехнигы туҡтата. «Татьяна Владимировна, ирегеҙҙе әҙерәк тыйһағыҙсы, бигерәк бәйһеҙләнде лә, – тип шелтәләй икән был. – Элгәре төн йәнә ике быҙауын үлтергән. Котельныйҙа эсеп ятҡан».
Зыянды ҡаплау өсөн, акт төҙөп, малдарҙың хаҡын Петрик өҫтөнә күтәрткәндәр. Уныһы ярай әле, Таңһылыу бигерәк тә зоотехниктың «ирҙе ир иткән дә, хур иткән дә ҡатын, тиҙәр, әҙерәк тыйырға кәрәк» тигән һүҙҙәренә ғәрләнгән.
Петриктың эсеүенә өйрәнеп бөтһә лә, сит кешенең шулай киҫәтеп тороуына күнә алмай. Өйөнә ҡайтып, сисенмәй-нитмәй карауатҡа ауа. Ире ҡайтҡансы ҡымшанмай. Өйҙә олоғара ғауға ҡуба...
Һаман да тыныслана алмай, йәш аралаш үҙ алдына һөйләнә:
– Бына Ҡырымға барам әле, барам. Бәлки, шифаһы тейер. Петрушаға ул табып бирәм. Балаһы тыуһа, баҫылыр ул, баҫылыр. Йәш, бәйһеҙ тай-тулаҡ һымаҡ ҡына бит әле.
Таңһылыу Полина Сергеевна менән Ҡырымға барырға килешкән икән. Унда, Полина Сергеевна әйтеүенсә, гинекология ауырыуҙарын дауалаусы шифахана бар. Барһындар. Кем белә, бәлки...
4
Таңһылыу ҡысҡырып һөйләшә, яңғыратып көлә генә белә – уҫаллыҡ та, аҫтыртынлыҡ та юҡ үҙендә. Тормош шулай ҡоролған: һыуҙан әҙерәк әскелтем тәм дә килергә тейеш. Таңһылыу иһә ун алты йәшлек ҡыҙ бала төҫлө донъяла тик яҡшыға, яҡтыға ғына ышана; уның өсөн әйләнә-тирә аҡлыҡ, сафлыҡтан ғына тора. Әйтерһең дә, тормошта яһиллыҡ та, хаслыҡ та, ҡәһәр ҙә юҡ. Тормош иңе шау сәскәле түңәрәк аҡланды хәтерләтә, ә һин күҙҙе ҡамаштырырлыҡ нурҙарға ҡойонған ошо аҡланда иҙрәп йүгерәһең. Бөтә ғаләм зәп-зәңгәр, бөтөн әйләнә матур; һулыш алыуы еңел, йәшәүе күңелле, кешеләр сибәрҙәр, игелеклеләр, изгелеккә изгелек менән генә яуап ҡайтаралар.
Хәс тә ун алты йәшлек инде. Тормошта яҡшыға ғына инана, бер ҡайҙан да, бер ниндәй ҙә хаслыҡ көтмәй; бөтә бәндәләрҙе иплеләр, игелеклеләр тип уйлай. Ул донъяла яҡшыны ғына күреп өйрәнгән. Берәй этлеккә тарыһа, ерҙә тәү көн йәшәгән һымаҡ, ҡото оса... Оҙонсай гөлйемеш бите тағы ла оҙонсайыбыраҡ китә, күҙҙәре дәү алмалай ян-яҡҡа тәгәрәй, сырайы ҡар төҫөндәй ап-аҡ.
– Таисия Алексеевна мине эсеп йөрөй тип һөйләгән... Йәнәһе, мин уҡытыусы башыма ирем менән ҡушарлап эсәм, өй беренсә йөрөп араҡы эҙләйем...
– Ул ҡайҙан ишеткән?
– Белмәйем... Техничка Федоровналарға ингәйнем. Ул еткерҙе микән?
– Петрик ебәргәйнеме араҡыға?
– Кем тиһең, шул инде. Һеҙгә бер башым ҡаңғырып, төндө үтәнән-үтә сыҡтым, тип барғайным да. Теге иманһыҙ ни араҡы таптырып йәнемде ҡыя. Ете төн уртаһында эт олотоп урамға ҡыуа.
– Эй, Таңһылыуҡайым, ниңә генә шулай хитланаһың икән... – тим әрнеп.
Әхирәтем иһә, оҙаҡ ҡына тынып ултыра ла әйтеп ҡуя:
– Тағы, Фәнисә, мин уны ғәйепләмәйем дә... Ҡайғыһынан эсә бит ул.
– Ниндәй ҡайғы?
– Көн дә эсеүе көйөгөн баҫа алмауынан ғына. Бына йылдан ашыу, ә балабыҙ юҡ. Петрик шуға эсә. Үтә лә бала йәнле зат бит ул, бала тип үлә. Мин врачтарға ла күренгәйнем...
Телемде тешләйем, Таңһылыу хәбәрен теҙә генә:
– Врачтар һыуындырһа ла, сигенмәйем, көн дә көтәм. Көн дә теләйем, кис ятҡан һайын доғаларымды уҡып ятам. Тәңремдән һорайым. Иртә менән дә шул уй менән уянам. Ауырға ҡалһам, донъяла үҙемде иң бәхетле кеше һанар инем. Петрик үҙе лә тирәмдә бөтөрөлә, өтәләнеп-төртәләнеп тора. Айыҡ сағында гел көньяҡта дауаланып ҡайтырға өгөтләй. Быйыл йәй Ҡырымға барырмын, тим. Кем белә, бәлки...
Өндәшмәйем. Тағы ни тип әйтәйем, ниндәй кәңәш бирәйем инде дуҫыма. Был хаҡта Марфа әбей менән дә гәпләшкәйнек – ни ғиллә сығарайыҡ һуң? Бына Таңһылыу үҙе лә шул турала һүҙ ҡуҙғата.
– Алабарман ҡыланһа ла, йәлләйем мин Петрикты. Уның бәхетһеҙлегендә үҙемде ғәйепле һанайым: мине осратмаһа, һемәймәҫ ине.
Ул һөйләй, мин тыңлайым.
Икәүҙән-икәү кис ултыралар. Таңһылыу кер үтекләй, Петрик иҙәндә бесәйе менән булаша. Таңһылыу башын ҡалҡытһа, теге илап ултыра. Хәс тә мал кеүек өнһөҙ генә илай. Тауышы юҡ, ә бите буйлап йәше тәгәрәй. Бер ни ҙә юҡ, бары керпек остарынан йәштәре иҙәнгә тупылдап тама. Бөтә һыны-ҡиәфәте йәнһеҙ ҡаяны хәтерләтә. Тирә-йүн дә, хәрәкәттәр ҙә тынған, бары устары ғына тере: өнһөҙ килеш өҙлөкһөҙ рәүештә бесәйҙең арҡаһын һыпыра. Көрәктәй дәү устары кескәй генә бесәйҙе тотошлай ҡаплай ҙа ҡуя. Бесәй ҡәнәғәт: үҙен иркәләүсе ҡырыҫ ирҙең күҙҙәренән бөрсөк-бөрсөк йәштәр ҡойолоуында эше лә юҡ... Таңһылыу: «Һиңә ни булды?» – тип һорай, теге өндәшмәй.
Тағы Таңһылыу ары төпсөшөп маташмай, ирен үҙ иркенә ҡалдыра. Петриктың теле үҙенән-үҙе сиселә, әҙерәк торғас, үҙе һүҙ башлай: «Шулай бесәй һыйпап ултырғансы, берәй рус малайы һөйһәм...»
– Бөтәһе лә аңлашылды. Донъямдың аҫты-өҫкә килде, – тип һыҡранып теҙә әхирәтем. – Йәшәгән, йәшәйәсәк көндәрем мәғәнәһеҙ, төҫһөҙ һымаҡ тойолдо. Нәҡ ошо мәлдә тәү ҡат донъяла ары йәшәгем килмәй башланы. Ә Таиска хаҡында педсоветта барыбер әйтәм.
Әхирәтемә бер ниндәй ҙә кәңәш бирмәнем. Ни тиһәң дә, килешмәҫ кеүек. Шулай ҙа, ул ҡуйманы – педсоветта барыбер һүҙ алды.
Таисия Алексеевна, әлбиттә, яуапһыҙ ҡала торғандарҙан түгел. Был юлы ла ул ныҡ баҫып алға үтте. Таңһылыу һымаҡ, тура ярып һалманы, уратып башланы һүҙен. Йәнәһе, уны тәүҙә сирек йомғаҡтары, уҡыусыларҙың өлгәше ҡыҙыҡһындыра. Шул турала бер-ике кәлимә һүҙ әйтә. Ул янъялсы түгел, күберәк эш хаҡында ҡайғырта.
Мин Таисия Алексеевна һөйләгән арала теге ваҡиғаны хәтерләп ултырҙым.
...Нисектер уҡытыусылар бүлмәһендә Таисия Алексеевна менән әрләшеп киттек. Уның завуч сағы әле. Таиска телгә маһир, үткер ҡатын. Дәғүәсеһенең ауыртҡан урынын һайлай белә. Әле лә йөҙөмә:
– Һине мәктәптә берәү ҙә яратмай, – тип сәпәне. – Һөттән аҡ, һыуҙан пак һымаҡ йөрөйһөң, һиңә тиң кеше юҡ. Һин генә асыҡ дәрес бирәһең, һин генә институтта уҡыйһың...
Мин ни, иҫәр, ҡул һелтәү урынына, оторо еңешәм:
– Хатта Таня ламы? – тим, асырғанып. Саялыҡ – һантыйлыҡ, сапсанлыҡ – йүләрлек икәнен белмәйем шул. Көлөмһөрәп кенә тораһы мәлдә саялашам, уҫаллашам:
– Таня ламы?
– Эйе, Татьяна Владимировна ла! Ул да һинең ише дыуамалды яҡламай.
– Таня, әйт әле: һин дә мине яратмайһыңмы?
Мин һис тә икеләнмәй ыңғай яуап көтәм. Таңһылыу инде ишек тотҡаһына ла үрелгәйне; тағы төбәп һүҙ ҡатҡас, туҡтап ҡалды. Ни әйтергә лә белмәй бер урында тапана. Мин көтәм. Таисия Алексеевна ла көтә. Мин түҙемһеҙләнеп әхирәтемдең мине яҡлауын, хәҙер, ошо минутта уҡ Таисканы урынына ултыртыуын теләйем. Таңһылыуым һуҙа. Миңә лә, Таисия Алексеевнаға ла күтәрелеп ҡарамай. Йәһәтләп өнһөҙ-тынһыҙ сығып китер ине, ҡыйынһына. Мин көтәм, Таисия Алексеевна ла көтә. Таңһылыуым урынында тапана.
Таня. Татьяна! Таня, Таңһылыуым минең, нишләйһең һин, ни ҡылаһың? Ник өндәшмәйһең?
Ул ваҡытта Таисия Алексеевна еңде мине. Үҙемә мине мәктәптә берәүҙең дә яратмауын иҫбат итте. Таңһылыуым, әхирәтем... Хатта ул да... Шунда Таңһылыу, Таисияның завучлығынан ҡурҡты микән, киҫкен генә боролдо ла: «Йә, ярай, миңә дәрескә», – тип, бүлмәнән сығып китте. Өндәшмәү – хуплау билдәһе. Таиска шунда тантана итте!
Был юлы ла ул Таңһылыуҙы тетте-тетте лә, башын юғары тотоп, ғорур баҫып, урынына ыңғайланы. Ә мин – һаман икеләнеү һаҙлығында. Уйланам. Теге ваҡытта Таңһылыу мине яндырғайны, әле мин уны яҡлап сығыш яһарға тейешмен. Таңһылыу өсөн урынымдан ҡубырға бурыслымын! Әхирәтемдең өмөтлө, ялбарыулы ҡараштарын да тоям. Таңһылыу көтә, Таңһылыу ышана.
Мин – таш һындай, ҡатҡанмын. Әхирәтемдең бөтә ышанысы – мин. Ул көтә, ялбара. Мин ҡалҡынырға, алға ынтылырға тейешмен! Таңһылыуымдың ирендәре дерелдәүен, ҡулбаштары ҡалтырауын күрәм; күп йәш ҡойоуҙан күҙ төптәре елһеп бөткән.
Мин ҡымшанмайым. Мин ҡон ҡайтарам. Дошманымды һис ғәфү итмәйем. Моғайын, шулай уҫал, яһил булмаһам, Николай Григорьевич та завуч итеп ҡоҙаламаҫ ине. Завуч – икенсе директор, ҡоро администратор, уҡытыусылар өҫтөнән хакимлыҡ ҡылыусы. Бер уйлаһаң, хәс тә әкиәттәгесә: әле генә мин Таисия Алексеевна ҡулы аҫтында инем – хәҙер ул минең иректә. Донъя – ҡуласа, әйләнә лә килтереп бер баҫа. Күрәһең, донъя шулай алмаш-тилмәштер.
Яһил, сәмсел заттанмындыр инде. Кем ипле, тыйнаҡ, Таңһылыу ише ебегәнде түрә итһен? Начальник – бүтәндәрҙе үҙ ихтыярына буйһондороусы. Хәҙер Таисия Алексеевна ла, педсоветта дәресе хаҡында әйтһәм, «Я уж стараюсь, стараюсь», – тип устарын күкрәгенә ҡыҫып ҡына ултыра, өнө-тыны сыҡмай. Белә: әгәр өндәшһә, ҡаршы күтәрелһә, мин элгәре көн дәрескә планһыҙ килеүе тураһында бөтә педсоветҡа фаш итәсәкмен!
Хәҙер Таисия Алексеевна: «Бына Фәнисә менән кәңәшләшәм», «завуч менән ошолай килештек әле» тип һөйләп йөрөй.
5
Ҡан тәмен бер татыған бүре таныш өйөргә эйәләшә. Ғәҙәттә, бер түпәләгән бисараны ҡоштар тубында ла суҡып-суҡыйҙар. Бер туҡмалғандың битенән күк китмәй. Биҙрәгәнде биҙрәтеп биҙрәтәләр. Таиска ла, бер өҫтөнлөгөн тойғас, бисара Таңһылыуға ҡанығып ҡаныҡты. Элек уның дәрестәренә инеп йөҙәтте, хәҙер бүтәнсә тешләй. Әүәл дәресен яманлар, класында стена аҡбуры төшһә лә, киҫәтеү яһар ине, әле башҡа сәбәп таба. Ә ул теләгән кешеһенә яйы сығып ҡына тора.
Таңһылыу үҙенә килен кеше лә бит әле. Шул гонаһһыҙ затты ла соҡоп-соҡой, ыҙалап-ыҙалай.
Каникулға таралышыр алдынан, бер көнөн тура килтереп, уҡытыусылар күмәкләшеп Энәк буйына сыҡтыҡ. Әйҙә, бер ултырып, иркенләп күңел асып алайыҡ әле! Оҙон уҡыу йылынан һуң...
Энәк буйында усаҡ яғабыҙ, усаҡ өҫтөнә ҡаҙан аҫабыҙ. Был – беҙҙең йола! Йыл да шулай йыйналышабыҙ, айырылышыр алдынан бер-беребеҙгә ҡарашып, шаярып-көлөп ултырабыҙ.
Энәк яҙғы ташҡындан һуң тулыланған, ҡеүәтләнгән. Шулай ҙа моңһоу, яманһыу һымаҡ. Үпкәсел ҡыҙға оҡшап, талғын ғына аға ла аға. Баҫылып эшләй сараһыҙ килен, алыҫ-алыҫ яҡтарға һыуын ташыуын белә. Берәү белешмәй, аңламай, ярҙам итә алмай көйһөҙ балаға. Һәр кем, һәр тереклек үҙ ғәме, үҙ яйы-самаһы менән йәшәй шул. Һәр кемдең үҙ донъяһы, үҙ хәстәре, үҙ көйө.
Беҙ Таңһылыу менән яр башында аяҡтарыбыҙҙы һәлендереп ултырабыҙ. Усаҡ дөрләп яна, усаҡ өҫтөнә аҫылған ҡаҙанда балыҡ һурпаһы бешә. Петриктар балыҡ тотоп килтерҙе. Тәмле аштан, хуш еҫле мәтрүшкәле сәйҙән һуң уйын башланасаҡ. Кем етеҙ – шул алдан, кем отҡор – шул ота.
– Өшөйһөң, Петрик! Сыҡ инде!.. – Таңһылыу, көйәлән бәндә, ире өсөн хәүефләнә. Тегеһе тағы бер сума ла яр башына күтәрелә. Шәмдәй һомғол һын ҡояш нурҙарында бронза йөҙөләй ялтырай, күҙҙәрҙе ҡамаштыра. Ҡойоп ҡуйған баһадир! Тәнендәге һәр һыҙаты, һәр мускулы үҙенә килешле, гүзәл! Бер артыҡ йөй, бер артыҡ мускул юҡ. Аполлон!
Мин дә һоҡландым... Таңһылыу, бахырҡайым, бөркөтө алдында бөтөнләй ебеп төшә. Тегеһе ғорур, яуҙарҙан еңеп ҡайтҡан аллалай, һауалы ғына тора, киң итеп йылмая.
Таңһылыу Петригына ҡаршы барып ап-аҡ йомшаҡ таҫтамал һона. Шул мәлдә Николай Григорьевичтың командирҙарса ауазы аҡланды яңғырата:
– Барығыҙ ҙа – табынға!
Нишләптер минең ҡараштарым күмәк араһынан Таисия Алексеевнаны эҙләй. Таисия Алексеевна ла, аҡлан ситенә баҫып, энеһен күҙәтә икән. Ғәжәп! Таисия Алексеевна ҡустыһының, килененең һәр аҙымына абай.
Николай Григорьевич менән Полина Сергеевна шат.
Усаҡ тирәһендә уралғанғамы, бит алмалары алһыуланып киткән, күҙҙәрендә нурҙар уйнай. Тышҡы ҡиәфәттәре, үҙҙәрен тотоштары хужаларса. Әйтерһең дә, бөгөн беҙҙе улар табынға саҡырған, улар һыйлай. Хужа менән хужабикә ихласланып ҡыҫтай, алға төрлө ниғмәттәрен теҙә. Полина Сергеевна табындан һуң дилбегәне бөтөнләй үҙ ҡулына ала:
– Хәҙер банк һалыу уйынына, иптәштәр!
Беҙҙеңсә йөҙөк һалышыу була инде.
Таня-Таңһылыу ҙа Полина Сергеевнанан ҡалышмай: арала буталып, уйынды ҡеүәтләп йөрөй. Полина апай әҙерләнгән билеттарҙы йәһәтләп таратып сыға. Унан ике әхирәт ситкәрәк китеп, бер-береһенә шыбырлашып, кәңәш-төңәш ҡоралар.
Барыһы ла әҙер, буғай. Полина Сергеевна башлай:
– Беренсегә ни наказ?
Арты менән әйләнеп баҫҡан Таня-Таңһылыу наказ әйтә:
– Һандуғастай һайраһын, күңелдәрҙе ойотһон!
– Яратҡан шиғырын ятлаһын!..
– Әйҙә, уртаға сыҡһын, әтәс булып ҡысҡырһын!..
– Тыпырҙатып бейеһен, баҫҡан ерен һелкетһен; өйөрөлөп-сөйөрөлөп йөрәктәрҙе елкетһен!..
– Һөйгәне алдына баҫһын – ете ҡат башын эйһен!..
– Эйелә-бөгөлә йөрөһөн, айыу булып тулаһын; бейеп-осоп күрһәтһен, аҡҡоштарға оҡшатһын!..
– Шыуышып-шыуышып алдырһын, йылан ише ҡыланһын; ҡыйғыр ҡарсығалай ҡыйылһын, һауаларға атылһын!..
– Хәтәр бер йомаҡ ҡойһон, үткер көләмәс әйтһен; таҡмаҡ һалһын, бейеп-йырлап күрһәтһен!
– Иң татлыһы, иң асыһы ни тиер?
– Йырлай белһә, йырлаһын; бейей белһә, бейеһен; бейей, йырлай белмәһә, үгеҙ төҫлө үкерһен; мөгөҙҙәрен ослайтып, көтөү өйөрөп йөрөһөн!..
Полина Сергеевна моңһоу ғына рус романсы башҡарҙы. «Тыпырҙатып бейеһен – йән тартҡанын түңәрәккә әйҙәһен!» тигәс, Таисия Алексеевна ялындырып торманы, уртаға төштө, үҙе менән йән тартҡаны – Николай Григорьевичты ла төшөрҙө. Йән тартҡаны баш баҫып ситкә ҡаса – Таисия ла йылғыр: барыбер ҡуймай – ишен кире уртаға тарта.
Таңһылыу еңелерәк ҡотолдо, буғай:
Не жалею, не зову, не плачу,
Все пройдет, как с белых яблонь дым;
Увяданья золотом охваченный,
Я не буду больше молодым.
Ты теперь не так уж будешь биться,
Сердце, тронутое холодком...
Николай Григорьевич ҡысҡыра, бер ҙә әтәскә оҡшата алмай.
– Булмаһа, Полина Сергеевна, үҙең ярҙамлаш, – ти ул, йылмайып. Улар икәүләшеп, төн һиллеген һиҫкәндереп, әтәс булып һуҙалар.
– Кука-ре-ку-ук... Кука-ре-ку-ук...
Урман иңе яңғырап, һелкенеп торған кеүек.
– Еңел ҡотолдоғоҙ, еңел, Николай Григорьевич! – тип үсекләй Таңһылыу битенә тир бәреп сыҡҡан ҡарт кешене.
Мине айыу иттеләр, сират Петрикка етте. Ситтә торған ир-ат дәррәү сәпәкәй итә:
– Һай, афарин! Быныһына молодец!
– Әйҙәле, Петя, һынатма!
Бер мәлгә аҡлан эсе тынып ҡалды. Гүйә барса ауаз, барса хәрәкәт тынды, бары мөһабәт ирҙең йыш-йыш һулыш алыуы ғына ишетелде.
Кешеләр, бөркөт егетте уртаға ҡалдырып, артҡараҡ тайшандылар. Офоҡтар киңәйҙе, һауа көмбәҙҙәре бейегәйҙе. Кешеләр ҙә, ағастар ҙа ҡымшанмайынса торҙо. Бөтә тирә-яҡ әйләнә, бөтә ғаләм ниҙер көтә, ниҙер теләй.
Һомғол һынлы ир, ахырыһы, үҙенең йондоҙло мәле тыуыуын аңланы: дәрәжәһен һаҡлап, ҡабаланмайынса баҫып ҡатыны Таңһылыу ҡаршыһына килде. Бөтәһе лә һулыштарын тыйып торҙо. Ел иҫеүенән туҡтаны, ҡоштар һайрауынан яҙҙы, япраҡтар шыбырларға ҡыйманы. Барыһының да күҙе – Петрикта. Петрик оло майҙан уртаһында япа-яңғыҙы (һынаулы ҡараштарҙан ғына ла һығылып төшмәле!). Башҡа бөтә батырҙар ҙа ошо майҙанды ташлап китеп бөткән. Батырҙарҙың батыры – Петрик.
Кемдер арттан:
– Петрик, молодец! – ти.
Петрик ашыҡмайынса башын эйә. Таңһылыуҙың туфли йөҙлөгөнәсә! Бер тапҡыр, ике, өс, дүрт тапҡыр... Биш... Алты...
– Кланяйся, кланяйся... – Ах, тыны ҡыҫылған Таисия сыҙай алманы: энеһенең был хурлығын күтәрә алманы.
Ах, Таиска, Таиска! «Кланяйся, кланяйся» тигән һүҙҙәрен ҡайһылай көсәнеп, ыҫылдап әйтте ул. Иң сәйере – быны берәү ҙә көтмәгәйне. Бөтә ҡор, бөтә аҡлан «ах» итеп, тын ала алмай торҙо.
Башым һыҙлап китте. Гүйә мейемде ярып электр уты үтте: «Таиска – яһиллыҡтың аръяғына сыҡҡан зат! Таиска – алабарман!..» Саҡ аңыма килдем: «Туҡта әле, – тим эсемдән. – Бында һинең өйөңмө, һин бында ҡунаҡҡа саҡырҙыңмы? Нишләп гел һин кәмһетәһең? Һиңә бер сик тә юҡ. Туҡта әле, нишләп гел һин язалайһың?»
– Таисия Алексеевна, Таня башҡорт булып тыуғанына ғәйеплеме ни?
– Һин тик тор! Ҡыҫылма!
– Нишләп?
– Ҡыҫылһаң – дура!.. – Теҙеп китте-китте Таиска, теле телгә йоҡмай, һүҙе араһына һүҙ ҡыҫтырып булмай. – Уны кешегә һанайһың. Уны – һатлыҡ йәнде! Иманын онотҡан, диненә төкөргәнде? Иблескә йәнен дә, тәнен дә һатҡан. Уны үҙ әсәһе, үҙ зат-ырыуы ҡарғай... Һатлыҡ йән! Үҙ илендә үҙенекен тапмаған, сит-ят дин кешеһенә ҡапланған. Арыу булһа, үҙенекеләр алыр ине.
Ҡолаҡ төбөмдә сыңлай ғына, зәһәр һүҙҙәр мейемде һеңкетә генә. Айный, зиһенемде туплай, һаман яҙыла, телемдең ҡоршауҙарын сисеп ырғыта алмайым.
– Ә һин шуға ҡыҫылаһың, шуны яҡлайһың! Һин тик тор, исмаһам, буялма! – Һаман тыйылмай, ҡуймай яһил.
– Мин дә – башҡорт, был һүҙҙәр миңә лә тейә! – Ниһайәт, айныйым, һуңғы һүҙҙәрем ҡор эсенә ташланған бомбалай ярыла.
Тәүләп директор телгә килде:
– Фәнисә, кәрәкмәй!
– Николай Григорьевич, мине генә тыяһығыҙ, ә Таисия Алексеевнаға – ләм-мим!
– Таисия Алексеевна, ысынлап та, һеҙ хаҡлы түгел. Фәнисә дөрөҫ әйтә! – Был Полина Сергеевна ине. Тик ни хәл: Таиска өҫтөнә тереһыу ҡойҙолармы ни, был һүҙҙәрҙән оторо терелеп, теле сиселеп китте:
– Ярай, ул ғына хаҡлы! Минең шаярыу ҡатыш әйткәндән олоғара ғауға ҡуптарырға әҙер. Уҫалмын тигәс тә...
– Таисия Алексеевна! – Николай Григорьевичтың тауышы ҡалтыранды. – Әгәр үҙегеҙҙе тыя алмаһағыҙ, мин тыйырмын!
Күңелле уйындың йәме китте. Кешеләр төркөмдәргә бүленеште; ҡайһылары ҡайтыу яғына ыңғайланы. Полина Сергеевна, Николай Григорьевич менән беҙ ҙә оло юлға сыҡтыҡ. Арттан Таңһылыуҙар ҡыуып етте. Күмәкләшеп Ишемьярға табан йүнәлдек.
Ҡайтып еткәнсе бер кем ләм-мим һүҙ ҡатманы.
Дауамы бар.