Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Әҙәбиәт һәм ижад
19 Апреля 2023, 16:00

Таня-Таңһылыу Роман (6 өлөш) Ринат КАМАЛ

Донъяла бер Петрик ҡына түгел! Шул бер эскесе менән донъя түңәрәк түгел!.. Ошондай дәрестәр бирҙе миңә Полина Сергеевна диңгеҙҙә. Бер уйлаһаң, ул хаҡлы ла кеүек.

Таня-Таңһылыу Роман (6 өлөш) Ринат КАМАЛТаня-Таңһылыу Роман (6 өлөш) Ринат КАМАЛ
Таня-Таңһылыу Роман (6 өлөш) Ринат КАМАЛ

6

 

Ҡайтышлай юл ыңғайы Николай Григорьевичтарға индек. Бик һуң булһа ла, ҡарышһаҡ та, Полина Сергеевна ай-вайыбыҙға ҡуйманы.

– Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ, бер тәгәс сәй эскәндән эсегеҙ күпмәҫ. Һеҙ башҡорттар бит. Әнә, Фәнисә Таисия Алексеевнаға нисек һеңдерә әйтте. Шартлатты тегене. Башҡорттар сәй ярата инде ул!

Көлгән булабыҙ.

– Ярай, – ти Полина Сергеевна, беҙҙе тынысландырырға теләп. – Бик көйөнөп китмәгеҙ. Таисия Алексеевна бәйелһеҙ кеше инде ул. Һуңынан үҙем уның менән ипләп кенә һөйләшермен әле. – Ихлас күҙҙәрен тултырып ҡарай ул. – Ярай...

Полина Сергеевнаның Таңһылыуға һүҙе лә бар икән.

– Таня, быйыл ныҡ һыҙланам бит, аяҡтарым ҡата ла ҡуя. Шул ҡартайта мине. Тағы көлөшәбеҙ.

– Таня, «Ҡырымға барабыҙ, барабыҙ», тип йыйындыҡ та оноттоҡ. Күпме бер балыҡ башын сәйнәргә – сығайыҡ та китәйек. Николай Григорьевич, Петя, ни әйтерһегеҙ? Шулай түгелме? Таня, һиңә лә файҙаһы тейер, билләһи, тим. Әҙерәк дауаланып ҡайтырбыҙ, әйҙә! Николай Григорьевич?

– Мин ҡаршы түгел.

– Петя?

– Мин дә.

– Таня, бер-беребеҙгә иптәш тә булырбыҙ. Килешербеҙ ул беҙ, эйе бит?..

Таңһылыу баш ҡаға.

 

 

* * *

 

Энәк буйындағы ваҡиға иҫтән сығып та бара ине инде. Тормош бит: һыуҙар аға, көндәр алмашына, кисәгеһе онотола, яңы хәстәр, ығы-зығы биләй кешене.

Каникул, дөрөҫөрәге, йәйге сессия алдынан, хушлашырға тип, әхирәтемә һуғылғайным. Яңылыҡ бар. Полина Сергеевна Таиска менән һөйләшкән икән.

Таиска бына ни тип ауыҙын яба Полина Сергеевнаның:

– Һин дә славянка, һин дә йүләр. Тағы әйтер инем... Һәләк, Татьянаны ҡайғыртып йөрөгән көнөгөҙ! – Ул бисәнең алдына сығырлыҡмы ни?! Үҙенекен һыпырта ғына икән. – Бел, йүләркәйем, ул һинең яҡының да, бер ниндәй Татьяна ла, Татьяна Владимировна ла түгел, ә башкирка!..

Шул басурманка беҙҙең ҡанды боҙа, нечистый дух менән ҡатыштыра. Аңлайһыңмы? Аңламайһың! Һаман башыңа барып етмәй, – тип тылҡый икән. – Ул, йүнһеҙ, үҙенең тоҡомон ҡоротоуы, былай ҙа аҙ һанлы халҡы һанын кәметеүе, үҙенең дә ассимиляциялашыуы етмәгән, беҙҙең, рустарҙың, нәҫел-ырыуын зәғифләй. Шундайҙар бит беҙҙең дә електе имә, шулар арҡаһында беҙ ҙә рус рухын юғалтабыҙ. Аңлайһыңмы? Аңламайһың! – тип ҡул һелтәй һуңынан. – «Твоя хата с краю». Үҙеңә теймәгәс... Бына минең итәгемә ут ҡапҡас, үрһәләнәм. Бер туғаным бит, бер туғаным шундайҙы иш итә. Әҙәм мәсхәрәһе! Мин бит уҡытыусы, рус филологы, телде, әҙәбиәтте уҡытам. Ә туғаным кемде йылыта ҡуйынында, кемде тибрәтә күкрәгендә? Ул – иҫәр, малсы бер ни ҙә аңламай.

Шулай тиеп бәрә Таиска Полина Сергеевна йөҙөнә. «Һин мине барыбер аңламаҫһың, – ти. – Сөнки һиңә теймәй. Һинең киленең басурманка түгел». Полина Сергеевна илай. «Ана, ҡыҙың үҫә, – тип йөрәген телгеләй һаман Таиска. – Шул балаң берәй мусульманинға кейәүгә сыҡһын әле. Шул азиаттарға биреп ҡара ғәзизеңде!»

Полина Сергеевна илай, иңрәй генә. Шул яһилға ник барған, шул мәғәнәһеҙгә ник һүҙ ҡушҡан көнөнә төшә. Эй үкенә апайың, ти Таңһылыу, эй һыҙлана, әрней, ти.

Аңлашыла: Таиска, иманһыҙың, Полина Сергеевнаның күңелен аҫты-өҫтөнә килтергән инде. Уға эләкһәң, шулай ул! Тарыма, тарыһаң – арыма, тиҙәр бит беҙҙең яҡта.

 

 

* * *

 

Йыйына торғас, ниһайәт, Полина Сергеевналар Ҡара диңгеҙгә сығып киттеләр. Полина Сергеевна өҫтөндә эшмәкәр ҡатындар кейә торған пинжәк. Эстән кофта; муйынында – ботинка бауылай нәҙек оҙон галстук.

Таңһылыуҙы иһә танырлыҡ та түгел. Юлға һарынан яңы сарафан тегеп өлгөргән. Өҫкө яғы тар ғына, кәүҙәһенә һылашып тора – былай ҙа йыуан икәнен нығыраҡ белендерә. Ул, киреһенсә, нәҙегерәк күренергә теләгәндер. Әйбер ҡыҫып торһа, һәлпәшмәһә, кеше йәшәргән һымаҡ була бит. Хәйләкәр! Салбары ла йыуан боттарын ҡыҫып тора. Был уны бер аҙ йәшәртә, әммә мин уның урынында салбар тип ҡапланмаҫ инем. Әгәр ҙә Таңһылыу йәйге йоҡа күлдәген кейһә, ябығыраҡ та, сибәрерәк тә, йәшерәк тә күренер ине. Нәҙек оҙондарға ғына салбар килешә ул.

Былай әхирәтем үҙе бик ҡәнәғәт. Ул – яңы сарафанында, әйтерһең, күктең етенсе ҡатында. Бисара, шартына килтерә лә инде. Ишемьярҙы шаҡ ҡатырмаһа, берәй яғы менән айырылмаһа, ул Таңһылыу булмаҫ ине. Үҙенә үҙе хыянат итмәй Таңһылыу, Ишемьярҙың мода батшаһы.

Ситтән ҡарап торғанда ла, был икәүҙе һис төпкөл ауыл ҡатындары тип уйламаҫһың. Икеһе лә фырт, заманса биҙәнгән. Ғөмүмән, цивилизациялы йәмғиәт кешеләре. Бер-береһенә иш килгәндәр.

 

7

 

Әлегеләй күҙ алдымда: Таңһылыу Ҡырымдан ҡайтышлай беҙҙең ауылға һуғылғайны. Хәбәрҙәре күбәйгән, тулҡынланған. Бигерәк тә Полина Сергеевна тураһында һоҡланып һөйләй.

– Хәтәр ҡатын икән ул... Ишемьярҙа йәшәгәндә уны белмәгәнмен тиерлек, Ҡырымда үҙем өсөн яңынан астым. Ул өйҙә ире янында ғына тыныс, яй, наҙлыбикә. Бөтөнләй ҡартайған, өҙлөкһөҙ һыҙлана... Ә иң ҡыҙығы: Полина Сергеевна мине Ҡырымға дауалар, ял итер өсөн генә алып бармаған...

Таңһылыу әҫәрләнеп хәбәрен теҙә, мин ҡыҫылмайым.

– Полина Сергеевна тәүҙән үк миңә, донъяла бер Петрик ҡына түгел, ә башҡалар ҙа бар, һин әле йәшһең – һиңә ир-ат ҡарай, тип тәҡрарланы. Әлбиттә, ул миңә яҡшылыҡ ҡына теләй инде. Ул мине нисек тә диңгеҙ буйында егеттәр менән аралаштырырға тырышты. Йәнәһе, минең күҙҙәремде аса, тирә-яҡта оло донъя шаулауын күрһәтә, уның моң-ауаздарын, йырҙарын, ярһыулы аһәңдәрен ишеттерә. Уның сағыу төҫтәре, алһыу офоҡтары, бихисап өндәр, биҙәктәр, ынйы-мәрйендәр менән семәрләнгән төпһөҙ көмбәҙҙәре барлығын белдерә. Был оло, серле һәм икһеҙ-сикһеҙ киң донъя минең үҙемдән, ошо аласыҡ өйөмдән, Ишемьярҙан ғына тормауын төшөндөрөргә уйлай. Мин Ишемьярҙан да башҡа, Петриктан да башҡа йәшәй алам! Донъяла бер Петрик ҡына түгел! Шул бер эскесе менән донъя түңәрәк түгел!.. Ошондай дәрестәр бирҙе миңә Полина Сергеевна диңгеҙҙә. Бер уйлаһаң, ул хаҡлы ла кеүек.

– Полина Сергеевна аҡыллы ҡатын. Үҙенең ни эшләгәнен, ни теләгәнен яҡшы беләлер, – тим икеләнмәйенсә. Хуплайым, йәнәһе, илгиҙәрҙәрҙе.

– Мин дә күҙле бүкән түгелмен. Диңгеҙ пляждарында мин дә мәрмәрҙәй ялтыр тәнле, киң күкрәкле, мөһабәт ирҙәрҙе күрҙем. Уларға ҡарап тороуы ғына ла һөйөнөс. – Таңһылыу туҡтала, минең яҡҡа күҙ атып ала. – Эх, Фәнисәм, һин минән көләһеңдер инде...

– Көлһәң дә, һөйләйем, бер башлағас. Мин шул ирҙәр менән танышып та ҡараным, бергә киноларға барҙым, төнгө аллеяларҙа ла йөрөнөм. Бына шулай эскәмйәлә хискә тарып, наҙға тулышып ултырам. Күңелем әллә ҡайҙарға талпына, йәндәрем күктең етенсе ҡатында. Әллә ниндәй сихри донъя өҫтөнән осоп ҡына барамын... Шул мәл иҫкәрмәҫтән Петригым ҡаршыма килә лә баҫа. Ул иҫерек, кепкаһын ҡырын һалып алған, ауыҙы йырыҡ. Һаман да шул, йүнһеҙ, алабарман... Хатта ят ирҙәр менән гәпләшкәндә лә шул көйһөҙ Петригым башымда. Ул һыуыҡтан кәкрәйеп, бөрөшөп бөткән, күп эсеүҙән күҙ ҡабаҡтары шешенгән, бөтә тәне ҡалтырана. Эй йәл ул миңә!

Таңһылыуым һөйләй генә, мин ғәҙәтемсә бүлдермәйем, ҡыҫылмайым.

– Эскесе булһа ла, үҙен минән өҫтөн итеп күрһәтергә тырышып ятҡан көнө. Миңә мыҫҡыллы йылмайып ҡарай. Ошолай тора-тора ла теш араһынан һауалы малайҙарса төкөрөп ҡуя. Асыуланмайым: уның хаҡы бар! Оҙаҡламай ул, үпкәләп, танауын төшөрә, йөҙөн ситкә бора. Юҡ, башымдан сыҡмай, күҙ алдымдан китмәй шул эскесем.

Әхирәтем хәбәрен теҙә генә, өндәшмәйем. Әйҙә, бисараң, күңелен бушатып, йәнен язалаған хафаларынан ҡотолһон.

– Сибәр ирҙәр үҙҙәренекен тылҡый, ә мин Ишемьярҙа ҡалған эскесемде уйлайым. Йәнәшемдә, күҙ алдында ғына кеүек. Үҙемде тыйып та, әүрәтеп тә ҡарайым. Эскәмйәлә ошолай ултырғанмын, ә күңелем – Ишемьярҙа... Мин диңгеҙ буйында кинәнеп һыу ҡойонам, ҡояш нурҙарында иҙрәйем, төнгө сихри аллеяларҙы айҡайым, алтын табаҡ ай менән серләшәм, наҙға сорналам. Ҡолаҡ төбөндә иһә төнгө диңгеҙҙең ҡурҡыныс ауаздары менән бергә Петригымдың яфалы тауышы сыңлап киткәндәй итә. Иҫергән еремдән айныйым; ойоп киткән урынымдан, йоҡоларым осоп, һыҙланып-һыҡрап ҡубам... Диңгеҙ буйы, сихри хистәр, наҙлы ла, шомло ла даръя тилертә, хискә-моңға урай. Иркә тулҡындарҙа бәүеләм, онотолоп, бронза тәнле ирҙәр ирененән бал тамыуын кисерәм, тик күңелем генә алыҫта, теге көйһөҙөм ҡалған Ишемьярҙа.

– Һай, Таңһылыуым, һин шағирә! Ысын шағирә! – тим мин дә әҫәрләнеп.

– Санаторийҙа данлыҡлы врачтарға ла күрендем. Тикшерҙеләр ныҡлап, диагноз ҡуйҙылар. Өмөт юҡ миндә, Фәнисәм. Бала табыу хаҡында ҡайғыртҡансы, һаулығыңды уйла, тиҙәр. – Әхирәтемдең күҙ төптәре йәшләнә, башы түбән эйелә. – Юҡ, Фәнисәкәйем, мин бер ҡасан да бала таба алмаясаҡмын. Бер ҡасан да!

Ул һыҡтай ғына, мин өнһөҙмөн. Мин таш һындай ҡатҡанмын, быуындарым тыңламай ҙа ҡуя.

Мин нисек итеп йыуатайым, тынысландырайым һине, Таңһылыуым? Ниндәй һүҙҙәр табайым, нисек ярҙам ҡулы һуҙайым? Ер, Һыу, Һауа, нисек итеп баҫылдырайым мин әхирәтемде? Ҡайһылай итеп, ҡайҙарҙан, ниндәй сараларын табайым? Эй, Таңһылыуым!

Таңһылыуым, бинахаҡҡа рәнйетелгән ҡыҙ балалай, бөрөшөп кенә ултырып алған да, иңрәй ҙә иңрәй.

– Фәнисә, ғәфү ит инде, бәпес кеүек балауыҙ һығам да балауыҙ һығам. Һис шулай ебегәнем юҡ ине; һинең менән осрашҡас, әллә нишләп... Бөтә ыҙаларым иҫкә төшә. Ҡырымда саҡта, өмөттәремде өҙөп, тынысланып ҡуйғандай иткәйнем, әле тағы...

– Йә, ҡатын-ҡыҙ илағандан ни була, ти. Күңелең бушап ҡалыр.

– Врачтар, ауырыуың етди, тинеләр. Ревматизм, йөрәк ревматизмы. Абай бул, һалҡындан һаҡлан, тинеләр. Бер оло ғына врач күҙҙәремә тура ҡарамай, үҙ алдына һөйләгән һымаҡ әйтеп ултыра. Тауышы шундай тыныс, йомшаҡ. Үҙе минең усты устарына һалған да... Ир кеше, миңә атай тейешле кеше. Әллә мине үҙенең һеңлекәше итеп күрҙе инде. Шунда ағайҙың һүҙҙәренән ҡурҡтым да ҡуйҙым. Ҡотом ғына алынды. Йөрәгем былай ҙа һәр ваҡыт үҙен һиҙҙерә. Ҡайһы берҙә быға күнеккән дә һымаҡмын. Бына оло доктор менән һөйләшкәс, ҡойолдом та төштөм. Үҙ-үҙемә, әллә сирем шул саҡлы етди микән, тим. Әллә инде, Фәнисәкәйем, нимәгә юрарға ла белмәйем. Ул докторҙар Ҡырымдан тамам өркөтөп ҡайтарҙылар, бүтән хатта бармаҫлыҡ итеп.

– Ярай, Таңһылыу, юҡҡа-барға күңелеңде төшөрмә. Йәшһең әле, көслөһөң, төҙәлерһең. Врачтар ни ҡурҡытырҙар ҙа, өркөтөрҙәр ҙә – эштәре шул. Үҙеңде ҡарап йөрөтһәң, йөрәгең һыҙлауы ла баҫылыр, ул тиклем төшөнкөлөккә бирелмә. Бирешмә!

– И-и, Фәнисәкәйем, күрәһең, шулай яҙғандыр инде: бөтә бәләләр ҙә бер башыма. Бала табыу һөйөнөсөнән төңөлдөм, һаулығым юҡ, йәнә Петригым да эсә...

– ...

– Минең өсөн күктәге йондоҙҙар һүнә, йәшәүҙең бер ҡыҙығы ла ҡалмай. Эх, Петрик, Ишемьяр, Полина Сергеевна...

Таңһылыу Ҡырымға кейеп киткән модалы сарафаны менән йөҙөн ҡаплап илай. Яланғас ҡулбаштары дерелдәй, беләктәрендә, арҡаһында ҡаҙ бәпкәләре ҡалҡа. Сәстәре күҙҙәренә төшкән, сәс остары ирененә, күҙҙәренә тейеп сыланып бөткән.

– Таңһылыу, тыныслан! Әнә, күлдәгеңде кей – өшөйһөң. Һалҡын ел иҫә башланы, хәҙер ҡайтырбыҙ. Әсәйемдәр көтәлер, «һыу буйында оҙаҡламағыҙ» тип ҡалғайнылар.

Ул мине тыңламай, һаман үҙенекен ҡыуа. «Таңһылыу, Таңһылыу!» – тим, башҡа һүҙ тапмай. Әхирәтемде йыуатыр, тыйыр әмәлдәрен белмәйем. Ул кинәт минең яғыма ҡайырылып ҡарай ҙа шешенеп, алһыуланып-бүртенеп киткән ирендәрен ҡыбырлата:

– Ысынлап та, Николай Григорьевич, Полина Сергеевна дөрөҫ тә әйтәләрҙер...

– ...

– Бәлки, улар хаҡлылыр. Мин – ҡыҫыр, нимәгә Петрикка йәбешеп ятам? Ҡыҫырмын, ауырыумын – ниңә һау-сәләмәт Петрикка мин тип интегергә? Ул да башҡалар ише бәхетле булырға, әҙәмсә йәшәргә хаҡлы лаһа! Был донъяға ике тапҡыр тыумай. Әйҙә, бүтәнгә өйләнһен дә бала бәүетһен! Донъяһы түңәрәк, бөтөн булыр – минең менән шулай ярты йән булып, күңеле кителеп йәшәгәнсе. Илдә бисә бөтмәгән. Йән биргәнгә, йүн бирер әле...

Мин йәнә аптырап:

– Таңһылыу, Таңһылыу, ҡуй, – тим. Ул мине тыңламай ҙа, ишетмәй ҙә.

– Мин ҡайһылай эгоист кешемен ул. Гел үҙем хаҡында ғына уйлайым! Донъяла Петрик та бар бит әле, уның да бәхете бар. Ҡайһылай эгоисмын!

Әйтерһең дә, мин бында юҡ. Таңһылыу үҙ-үҙе менән һөйләшә, миңә иғтибар ҙа итмәй. Ахырыһы, күңеле тулышҡандыр, ярһыуының сигенә еткәндер.

Хәҙер генә аңланым. Ул ваҡытта мин уға кәрәк булғанмын. Таңһылыу күңелендә ташҡан хистәрен тыя алмайынса Ҡырымдан ҡайтышлай миңә тейгән. Бүтәнсә ул әллә инер, әллә инмәҫ ине. Ул Ишемьярҙа ла баҫымса ғына йөрөнө һымаҡ – эсендәге кисерештәрен әллә ни тышҡа сығарып барманы. Өйҙәге, мәктәптәге хәлдәрен дә, Петрик менән мөнәсәбәттәрен дә әллә ни һөйләмәне.

Фото: Китап

Автор:
Читайте нас