

8
Һаумы, Фәнисәкәйем, ҡәҙерле әхирәткәйем! Һин ни генә тимә, мин барыбер һаман Петрикты ғына уйлап йәшәйем. Шул иҫәрем башымдан сыҡмай.
Һин көлөрһөң, мине йомшаҡай, йүләр, тип атарһың. Бер ҡатлы, хыялый бәндәләрҙе бик өнәп бөтмәгәнеңде лә беләм. Шулай ҙа уны онота алмайым. Йыш ҡына бергә йәшәгән йылдарыбыҙҙы күңелемдән кисерәм. Бөтәһе лә насар булмаған бит, күңелле, һөйөнөслө көндәребеҙ ҙә бар ине.
Үҙемде тыйып та, киҫәтеп тә ҡарайым, тағы... Бөтәһе лә үткән, кире ҡайтмаҫ ярҙарҙа ҡалған бит инде, тим; шулай ҙа йөрәк тыңламай – болоҡһой ҙа болоҡһой.
Һиңә тәүге хатымда Ригаға китеүемә Петриктың үҙенең сәбәпсе булыуын яҙғайным, буғай. Был юлы Ҡырымдан ҡайтҡас булған хәлдәрҙе бәйән иткем килә.
Ҡырымдан ҡайтышлай юл ыңғайы һеҙҙең ауылға кергәс, әллә нишләп күңелем тулышты ла китте. Ошо мәлдә, үҙемде нисек кенә шелтәләһәм дә, ғорурлыҡ хисем уяныуын тойҙом. Мин – кеше, берәүҙең ғәзиз балаһы, һис тә Петриктан кәм түгелмен! Мусульманка булһам да, икенсе сортлы зат түгелмен! Өйөмә әллә нишләп сәмләнеп, бәҫем-баһамды тойоп ҡайтып индем. Ҡайтһам... Ҡәҙерле, һөйөклө кешем мин юҡта араҡы эсендә йөҙгән. Бөтә донъямдың аҫты-өҫкә килтерелгән. Минең арттан уҡ кеше йыя башлаған... Өйгә инерлек түгел. Ун бер банка ғына варенье ҡайнатҡайным, береһе лә ҡалмаған. Ҡайһыһын түккән, ҡайһыһын араҡыға алмаштырған.
Бының түҙемдәрен ахыр сиккәсә һынайым, тине микән? Артымдан «донъя көтәм, малдарҙы ҡарайым» тип ҡалғайны; донъяны ла көткән, һыйырҙы ла һыуалтҡан. Өҫтәүенә, үҙен ферманан ҡыуғандар. Аҙна буйы эсеп ятҡан.
Аптырап, өйҙө ҡабат аҡлап, ҡырып-һепереп, йыуып сығарҙым. Мәйтәм, ҡасып китһәң дә, сәсеп кит. Донъям артымдан ташландыҡ хәлдә ҡалмаһын... Ни генә тимә, ныҡ икеләндерә. Йә эргәмдә, исмаһам, һин юҡһың. Һинән кәңәш һорар, эс серҙәремде түгер инем. Марфа әбейҙән – ҡыйынһынам. Тағы унан һорамаһаң да була. Полина Сергеевна ла хуплай. Барыһының да һүҙе бер – китергә кәрәк һиңә, Таңһылыу! Айырылырға кәрәк Петригыңдан!
Эй, Фәнисәкәйем, ни хәл итәйем инде? Һеҙ бөтәгеҙ ҙә, бөтәгеҙ ҙә ҡаршы! Берегеҙ ҙә уны яҡламай...
Һаман шомланам, һуҙам. Үҙемә: «ярай, киттең дә, ти... Унан ни эшләрһең, унһыҙ ни ҡылырһың?» тим. Башым ҡайнай. Петригымдан башҡа көнөмдөң ни йәме ҡала? Ул, үс иткәндәй, һаман туҡтамай эсер. Кем тыйыр, кем киҫәтер уны? Төпһөҙ упҡындан кем йолор?
Башымды ҡайҙа ҡуйырға белмәй оҙаҡ ҡаңғырҙым. Бер ни ҡыла алмайым; епте өҙөп кенә ҡуйырға ла көсөм етмәй. Аңҡы-тиңке баҫам. Гүйә, йәшәмәйем, ә ике ут араһындамын. Ваҡыт ағышын, тәнемде бөтөнләй тоймайым да... Ахыр сиктә күңелемдән Ишемьяр менән бәйләүсе бөтә ептәрҙе өҙөп бөтөрҙөм. Полина апайҙарға, Марфа әбейгә, хушлашайым тип, һуңғы ҡат барҙым. Әллә нишләп мәктәпте лә күрәһем килмәй, ҡапылдан ауылдан да, кешеләрҙән дә биҙҙем. Бөтәһе лә шул көйһөҙ арҡаһында.
Ер менән күк араһында һымаҡмын. Табандарым аҫтында ҡатыны тоймайым, тирәмдәге кешеләрҙе шәйләмәйем. Партком секретары кабинетынан (ул мине, Петя ферманан ҡыуылғас, саҡырып алғайны), Ишемьярҙан китәм тип, үҙемде нығытып сыҡтым. Күтәрмә төбөндә тапанам, һауа етмәй, башым әйләнә. Мурҙа эсендәге балыҡтай, тонсоғоп барам. Ҡайҙа баҫып торғанымды абайламайым. Иҫерек һымаҡ ҡыланам инде, кешенән оят.
Эстән үҙ-үҙемде йыуатҡан булам. Түҙ, түҙ, йәнем, бөтәһе лә үҙ урынына ултырыр. Бындай көнөң тәүге тапҡыр ғынамы ни, тим.
Әлегә саҡлы былай тулағаным юҡ ине, Фәнисә. Был тиклем бер ҡасан да икеләнгәнем юҡ ине. «Бына бөгөн, йәнә эсеп ҡайтһа, валлаһи, китәм!» – тим үҙ-үҙемә. Анттар бирәм. Өҫтөмдән Ҡырымдан ҡайтҡан сарафанымды ла һалғым килмәй – үҙемде хәс тә юл кешеһеләй хис итәм. Ултырһам да, хәл йыйырға ғына ултырған кеүекмен. Ятһам да, йөрәгем тибешен тигеҙләү өсөн генә ятҡан төҫлөмөн. Күңелем ныҡлап ҡупты. Мәктәпкә лә әйләнеп ҡарағым килмәй, һин киткәс, хәҙер ул таискаларҙан ғына торған һымаҡ.
«Шулай ҙа һин, барыһын да өҙөп, тыныс ҡына китергә теләмәгәнһең», – тиерһең. Бик икеләндем, үкенмәм микән тип ҡурҡтым, һаман шул һөмһөҙҙө, эскесе башты йәлләйем. Уны иң ҡыйын ваҡытында, тайғанында ташлап китәм! Эшенән ҡыуҙылар, бисәһе ташлай. Тайғаныңда таян дуҫтарға, тип йырлайҙар. Ә йәнәшәңдә улар булмаһа?..
«Эй, Таңһылыу, Таңһылыу, һин мәңге шулай китап буйынса йәшәнең инде. Үҙең уҡыған китаптарҙағы героиняларҙың фиҙаҡәрлеген, ҡаһарманлығын үҙеңә күсерҙең», – тиерһең. «Ярай, бәлки, һине улар урынына күсереп ҡуйып булалыр ҙа ул, ә уларҙы һинең хәлеңә ҡуйып ҡарарға мөмкин микән?» – тип һорарһың. Беләм мин һинең ни әйтереңде. Һин шулай уйлайһың. Тағы: «һин үҙең яҡтылыҡҡа, игелеккә инанған бер бәндә булһаң да, Петригың улай түгел бит. Күктән ергә төш, Ер ҡыҙы бул! Һин Петрикты хыял күгендәге йондоҙ-образыңа яҡынлаштырырға ынтылдың, ә ул ҡарыша, хыялыңдағы образың менән ҡатышырға теләмәй», – тиерһең, һин хаҡлы, Фәнисәм.
Ярай, хуш. Һүҙем бөтмәне. Эшемә ашығам. Ана, Дарья батшам саҡыра. Үбәм, Таңһылыуың. Рига, сентябрь, 1977 йыл.
* * *
Яҡыным!
Фәнисәкәйем, һинең яҙғандарыңдан күңелем бер йылына, бер туңа. Әллә нисек миңә. Мин хәҙер ни уйларға ла, ни ҡылырға ла белмәйем. Петригымды ташлап, Ишемьярҙан китеп, дөрөҫ эшләнемме? Ҡайһы берҙә, аңлайһыңмы, бөгөндән үк Ригаға ҡул һелтәп кире Ишемьярға уҡталырға әҙермен төҫлө. Тик нисек итеп? Ниндәй йөҙөм менән? Иҫ-аҡыл юйырлыҡ! Бөтәһенән нисек, нисек ҡотолорға? Бөтәһен дә нисек яңынан башларға?
Фәнисәкәйем, нисек тырыштым мин донъяны емермәҫкә! Нисек тә Петяны үҙемдеке иткем килде. Уның менән ғүмер йомғағын бергә тәгәрләтергә тырышманым түгел – тырыштым. Барып сыҡмағас, барып сыҡмай икән. Эй, Фәнисәкәйем... Ошолай хат яҙып булһа ла йәнемде баҫам бит. Ишемьярҙы иҫләһәм, мәсхәрәләүҙәр, йәберләүҙәр, Таискалар алдыма баҫа. Ҡабаттан мин Ишемьяр мәктәбендәмен кеүек. Йәнә ҡурҡына, бөтә тәнем менән ҡалтырана башлайым. Үҙемдең йүнһеҙлегемдән, бер ҡатлылығымдан, йыуашлығымдан ҡурҡам.
Фәнисәкәйем, зинһар, хатымдан көлмә инде. Кемлегемде электән беләһең, аптырама.
Ысындан да, тәүҙә мине билдәһеҙлек өркөттө. Ул, төпһөҙ упҡын ише, тыны менән үҙенә һурып алырға самалай, ә мин ҡарышам. «Бөгөн минең тауыҡ кетәгендәй генә өйөм бар, ошо күнегелгән донъям бар, ә иртәгә ни булыр һуң?» – тим. Хафаланам... Нисек кенә борма, Петриктың тәүге хатымда яҙған ҡылығы һуңғы осҡон булды. Мин шартлар сиккә еттем.
Хәҙер ошо «батырлығыма» аптырайым. Минме, минме ҡылдым уны, тим. Ышанғым килмәй.
Балтика буйында ғәжәйеп аяҙ көндәр. Бындай мәлдәр һирәк ул, тип ҡурҡыталар, белмәйем – нисектер. Балтиканы үтә ҡырыҫ тараф, үтә дымлы яҡ, тиҙәр. Әлегә мин уның матурлығын да, ҡырыҫлығын да тоймайым, үҙ ҡайғым башымдан ашҡан, көн оҙоно ҡала урамдарын тапайым. Осонан осонаса йәйәү сығырға ашҡынған кешеләй ҡыланам, тик бер урамдың осон ослағаным юҡ. Марта дуҫым миңә алсаҡ, үҙ туғаным кеүек. Ул булмаһа, нишләр инем, ошо ҙур, ят ҡалала кемгә барып морон төртөр инем. Оло ят ҡала үҙ ғәмдәре менән шаулай, миндә эше лә юҡ. Һин бар ни, юҡ ни уға.
Марта менән нисек дуҫлашыуыбыҙ хаҡында һөйләгәйнем шикелле. «Пионерская правда»лағы адрестар аша хатлашып дуҫлаштыҡ та киттек бит.
Ригала әйбер тулып ята, тик бер нимәгә лә күҙем, күңелем төшмәй. Хатта сәсемде лә, Марта етәкләп тиерлек индергәс кенә, бөҙрәләттем... Йөҙөмә лә буҙра яҡҡаным юҡ тиерлек, онотҡанда бер генә. Ишемьярҙағы һымаҡ, фигура һаҡлайым тип, диета тотмайым инде. Әлегә аҡса яғы ла наҡыҫ, цивилизациялы әҙәмдәр төҫлө ҡыланып булмай. Ярай, шунан да әллә ни һимермәм әле. Киреһенсә, дымлы һауа кешене ябыҡтыра, тиҙәр.
Өҫтөмдө тотош яңыға алмаштыра алманым әле, шунда ваҡ-төйәк кенә эләктерҙем; иҫкеләрен кейәм. Ҙур ҡалала аҡса яғын үҙең беләһең. Түҙергә кәрәк. Яйлап берәй төрлө ҡулай модель табырмын, тим. Латыш манерына... Бында халыҡ кейемгә иғтибарлы, беҙҙәге ише түгел, һәр көн, һәр һауа торошона үҙенсә бер вариант. Латыштар – нескә зауыҡлылар... Арттарынан ҡыуып ҡына өлгөр. Шулай ҙа минең хыял бар инде ул, һин мине яҡшы беләһең. «Ағас күрке – япраҡ, кеше күрке – сепрәк» тип беҙҙең халыҡ бик тапҡыр әйткән. Йәшәгәс, матур итеп кейенеп ҡалырға ине. Петрик әйтмешләй, йөҙөң дә ямаҡ булһын, өҫтәүенә, кейемең дә йәмһеҙ булһа, ниндәй тормош, ти, ул?
Беҙ йыш ҡына Марта менән ҡала буйлап йөрөйбөҙ. Шулай ҙа яңғыҙлыҡҡа ынтылам. Яңғыҙым ҡалһам, үҙем генә уйҙарымдың осона сыҡҡым, үҙемдең хәлемде үҙем аңлағым килә.
Ярай, Фәнисә, эшемә ашығам. Бер нәмәне тылҡыным да тылҡыным.
Көтәм. Үбәм. Таңһылыуың. Рига, декабрь, 1977 йыл.
* * *
Мин әхирәтемде яңы аңлай башлаған һымаҡмын. Элек Петрик менән Ишемьярҙа шулай тырышып-тырмашып донъя көтөүенә иҫем-аҡылым ҡорой ине, хәҙер бүтәнсәрәк уйлайым. Кеше Ишемьярҙан шулай ҙа китә алмай аҙапланыр икән, тип көлә инем, хәҙер башҡа фекерҙәмен, хатта үҙемде әхирәтем, уның яҙмышы менән сағыштырырға ҡыйынһынам. Кешеләр, хатта дуҫтар бер-береһенән ер менән күк кеүек айырыла икән. Ерҙә ни саҡлы әҙәм бар, шул саҡлы донъя.
Күҙ алдыма тағы Ишемьяр килеп баҫа. Таңһылыу менән хушлашыуыбыҙҙы хәтерләйем.
Ул төндө күҙгә төртһәң дә шәйләмәҫлек ине. Ишемьяр тәҙрәләрендә күптән ут алған. Марфа әбейем дә ятырға әҙерләнәлер. Полина Сергеевна менән Николай Григорьевич ни менән мәшғүл икән? Таңһылыуҙың Петя-Петрушаһы ҡайҙа олағып йөрөйҙөр? Минән һуң да өйөнә ҡайтмай ҡалғайны.
Ишемьяр урамдары тын. Бер ауаз ишетелһәсе, ҡаршыма берәү сыҡһасы. Яманһыу хистәргә тарығанмын. Ҡасан ғына шулай Ишемьяр урамдарынан үтергә яҙыр икән, тим. Уйлап-бойоғоп барам. Алда ниндәйҙер үҙгәрештәр булыр һымаҡ. Ишемьярҙан миңә барыбер китергә тура киләсәк, ә Таңһылыу? Таңһылыуым, моңһоу йәнем, нишләр икән? Ишемьяр килене булып мәңге-мәңге шунда көн итерме?
Мин Таңһылыуҙан ҡайтып киләмен, әхирәтем менән булған һөйләшеүҙе яңынан кисерәм. Уның һағышлы өндәре ҡолаҡ осомда ғына сыңлай.
– ...Хәҙер ауылыңа ҡайтаһың, тура институтҡа, диплом яҡларға китәһең... – Ул тәрән көрһөнә. – Тел төбөнән аңлауымса, Ишемьяр мәктәбенә бүтән әллә киләһең, әллә юҡ. Кейәүгә сығырһың...
– Белмәйем, Таңһылыу, бәлки, сығып та аҙапланмам. Һинең һымаҡ «эсә», «араҡы таптыра» тип, ҡаңғырып йәшәгәнсе, яңғыҙыңа мең артыҡ.
Мин шарҡылдап көләм, әхирәтем йылмая ғына. Ул кискегә аш-һыу өлгөртә, һүренке сырайлы.
– Ниңә көйһөҙһөң? Терелгәнһең бит инде...
– Эй, Фәнисәкәйем, көйөгөм йөҙөмә сыҡҡанмы? Бынау Петям кисә йәнә эсеп ҡайтҡайны – шуға йөрәгем һыҙлап-һыҙлай. Бөгөн әнә тағы оҙаҡланы.
Шымам. Әхирәтем һүҙҙәрендә һаҡлыҡ бар шул: Ишемьярға ҡабат әллә киләм, әллә юҡ. Миңә барыбер китергә, ә Таңһылыу? Ул бында нишләр икән?.. Петригы менән ҡала!
Үҙемде шулай йыуатҡан булам... Петрикка асыуым ҡабара. Тегене, хәлемдән килһә, иҙеүҙәренән матҡып һелкетер инем. «Эх, Петрик, Петрик, – тим, асырғанып. – Аңламайһың һин уның күңелен, тоймайһың. Ундағы ыҙғышты, моң-наҙҙы тоймайһың, баһаламайһың, һаҡһыҙ бер зат бит ул һинең ҡатының. Гәлсәр һауыт шикелле йөрәге. Саҡ ҡына ҡағылһаң да, төшөп ватылыр. Ә һин алабарман ҡыланаһың, һөмһөҙ, йәпһеҙ итеп тотонаһың, рыяһыҙ. Эх, Петя-Петруша, аңламайһың да, тоймайһың да һин уның ынтылыштарын, яҡтылығын, үҙеңә сикһеҙ бирелгәнлеген. Талпыныр ҡанаттарын ҡайыраһың, зифа, нәфис тәнен тотоп бысратаһың, һанламайһың, тиңһенмәйһең; буғай, дала ҡыҙын. Әгәр тағы ла шундай бер тоғро зат таба алһаң, бар тап. Табып ҡара, Петя-Петруша!..»
– Һин китәһең инде...
Мин тертләйем. «Эйе», – тим, ашығып баш ҡағып.
– Хәҙер беҙҙең Ишемьярҙы оноторһоң микән?
– Юҡ, Таңһылыу, мин киләм әле. Бөтә документтарым бында, әйберҙәрем... Мин Ишемьярҙа эшләйем тип иҫәпләнәм бит.
– Иҫәпләнәһең дә ул... – Таңһылыу йәнә көрһөнә. – Барыбер бүтән килмәйәсәкһең.
– Кем белә, бәлки, диплом алғас...
– Ышаныуы ҡыйын һиңә, шаян ҡыҙ. Ярай, иҫән-һау йөрө, беҙҙе онотма, дипломыңды матур итеп яҡла. Беҙ бында нисек тә бирешмәҫкә тырышырбыҙ.
– Хуш, Таңһылыу!
– Хуш!
Өсөнсө бүлек
Япраҡ өсөн хыял түгел осоу тәме,
Осоп йөрөй осҡанына үҙе аптырап.
(Йомабикә)
1
Һауғынамы, Фәнисәкәйем, әхирәтем минең!
Ни хәлдәрҙәһең, эштәрең уңмы? Кейәүеңә сәләм.
Бында ысын Балтика яҙы: томанлы, дымлы һауа, әсе елдәр елеккә үтә, тик ара-тирә генә көн аяҙытып ебәрә. Беләһеңме, Фәнисәкәйем, бына шул ҡырҡа ғына аяҙ мәлдәрҙә икән Балтика яҙының йәме! Шул мәлдәрҙә бар донъя нурға ҡойона. Йылы нурҙар бейек йорттарҙың һорғолт, көрәнһыу, йәшкелт таштары йөҙөнә төшә. Риганың боронғо таш һырттары бындай ваҡытта биниһая төҫтәргә мансылып, бихисап төҫтәрҙә сағылып ялтырай, баҙлай, күҙҙе ҡамаштыра.
Был көндәрҙә бигерәк тә яр буйҙары хозурлы: һыу өҫтөндә иҫ китмәле төрлө тәңкәләр емелдәй. Улар бергә йыйыла, бар тирә-әйләнәгә таралып ялтырап-йылтырап ята. Рига ярҙары шау йәшкелт мәрмәрҙән инде ул. Һыу ана шул мәрмәр ярҙар түшендә бигерәк тә серле төҫтәргә инеп ята. Ул, әйтерһең, йәшел һыу, тулғынып, дәү тере януар тәнеләй тибрәлеп, дерелдәп тора. Мәрмәр яр-януар һырты һыуҙа әллә нисәмә йәйғор төҫтәренә инә. Шул ярҙарға һыйынып онотолғо, талған быуындарҙы ял алдырғы килә. Шул мәрмәр биттәрендә серлелек, донъяның ығы-зығыһынан айырыр ғәмһеҙлек бар.
Мин күбеһенсә ял итергә киләм. Иртә яҙҙың һирәк көндәрендә бында үтә аяҙ, үтә хозурлы. Балтикаға яҙ бик иртә килә, һуң китә. Ҡояш юғарыраҡ күтәрелгән һайын даръя ла таша. Ара-тирә гәлсәр боҙҙарҙың йылтырап китеүе яҙҙың көс туплауын иҫкәртә.
Һирәк аяҙ көндәрҙә бында халыҡ тула. Латыштар үҙ ҡалаларын, Балтиканы сикһеҙ һөйә, көн оҙоно өйҙәренә ҡайтып әйләнмәйҙәр. Киләһе хатымда Рига тураһында айырып яҙырмын әле. Ғәжәп ҡала бит ул. Эх һиңә лә күрһәтергә!
Диңгеҙ сите, кеше күмәк йыйылғанғамы, һәр саҡ йәнле. Миңә лә күңелле. Бында яңғыҙлыҡ тиҙ онотола. Бик иртә һәм бик һуң сәғәттәрҙә генә кеше әҙ. Ләкин мин нәҡ шундай саҡтарҙы үҙ итәм. Яратҡан урыным – ике арыҫлан һыны эргәһе. Яңғыҙым ҡалһам, Башҡортостаным хәтергә төшә. Ишемьярҙағы тормошомдо уйлайым. Йыш ҡына Марфа әбейҙе күҙ алдыма баҫтырам. Петригым да шунда (көлмә!).
Полина Сергеевна менән Николай Григорьевичтар ҙа ифрат матур кешеләр ине. Ни хәлдәләр икән? Бөтәһе лә, бөтәһе лә иҫемдә, бөгөнгөләй ҡаршымда ғына һымаҡ. Ҡайһы берҙә мин үҙемде һаман Ишемьярҙамын тип хис итә башлайым. Бер ни үҙгәрмәгән, барыһы ла әүәлгесә. Ишемьярҙа һәүетемсә йәшәп ятам... Мин – Ишемьяр кешеһе. Унда тыуғанмын, унда тәрбиәләнгәнмен. Нишләптер бөтә нәмәгә уның күҙлегенән, ундағы үлсәүҙәр аша ҡарайым. Һиңә нисектер, минең өсөн Ишемьяр онотолмаҫ инде. Мин, күрәһең, уны ғүмеремдең иң яҡты, иң аҫыл бер киҫәге тип һағынырмын. Кеше тәүләп эшләй башлаған ерен онотмай.
Фәнисәм, артыҡ сөсөләнеп киттем, ахырыһы... Ярай инде, эшкә лә ваҡыт. Әлегә иҫән-һау бул. Оҙаҡламай яҙырмын. Үҙеңдән хат-хәбәр, ҡыуаныслы яңылыҡтар көтәм. Үбәм ҡыҫып-ҡыҫып.
Таңһылыуың. Рига, апрель, 1978 йыл.
* * *
Фәнисәкәйем, аҡыллым!
Хатыңды алдым, ҙур рәхмәт. Беләһеңме, эй ҡыуандым, эй һөйөндөм: иңдәремә ҡанаттар үҫкән һымаҡ. Бына-бына осоп китермен дә һауаларға ашырмын!..
Рәхмәт, әлдә һин йыуатаһың. Әйе, миңә бында еңелдән түгел. Бигерәк тә әлеге ошо хәлемә күнегә алмай йонсойом. Ҡайһы берҙә йәнем һыҙлай ғына, бөтә нәмәне күтәреп һуғып, кире илемә, Башҡортостаныма, атлыҡҡым килә. Кирегә юлдарым киҫелмәне микән?
Әсәйем хаҡлы, ситтә ситәнгә элеп ҡуймағандар, һине майлы ҡалъя менән ҡолас йәйеп көтмәйҙәр. Шулай ҙа Ригала мин дуҫтарымды, эшемде таптым, бындағы кешеләр, йорттар мине үҙҙәренә һыйындырҙы. Рәхмәт уларға! Улар өшөгән йәнемде йылытты, күҙҙәремде асты.
Марта менән йыш ҡына киноға, театрға барабыҙ. Латыштар, йәш балалы ҡатындар, ирҙәр киноға, барға йөрөргә әүәҫ. Барҙа төрлө кисәләр ойошторола, күңелле. Ҡайһы саҡта үҙеңде ниндәйҙер серле донъяға юлыҡҡанмын икән тип хис итәһең. Барҙа – оркестр, эсемлектәр, төрлө-төрлө кешеләр, егеттәр, ҡыҙҙар. Йәштәр бейергә, йырларға ярата, иҫеректәре күренмәй.
Үҙеңә бер ҡыҙыҡ та һөйләйем әле, әлеге лә баяғы шул дуҫҡайыңдың провинция ғәҙәттәре инде... Көлкөгә ҡалдым. Барға ингәйнек. Мин ни, ала ҡарға ишемен, бер рәт белмәйем. Беренсеһен, икенсеһен ауыҙ иттек. Официантка тәрилкәләрҙе килтереп тора, бушағандарын алып китеп тора. Сәй генә ҡалды. Латыштар сәйҙе шоколад менән эсә, ә беҙ икмәк менән шылдырып өйрәнгәнбеҙ. Официантка икмәкле тәрилкәне алып китеп бара, мин ҡалҡын да: «Туҡтағыҙсы», – тип, ике телем икмәкте эләктереп ал. Ҡомһоҙ! Туймаҫ тамаҡ! Беҙҙең халыҡ һәр нәмәне самалап тотонорға өйрәнгән бит, ә латыштарҙа – иркен... Улар ҡалған ризыҡҡа иҫтәре китмәй.
Барыһы ла миңә карап ҡатҡан. Күҙҙәрендә – аптыраш, ҡурҡыныу! Мин дә ҡойолоп төштөм, эстән: ниндәй эш боҙҙом һуң, тим. Бит алмам, ҡолаҡ остарым яна... Марта әхирәтем ҡайтҡас, беҙҙә улай итмәйҙәр тип, әҙәпкә өйрәтә.
Шулай оятҡа ҡалдым мин, Фәнисәкәйем. Зауыҡһыҙ, мәнһеҙ бәндә! Мине, провинциалканы, шулай оят иттеләр. Былай латыштар рус булмаған халыҡтарға иғтибарлы. Минең башҡорт икәнемде һиҙгәс, йырлатып маташтылар. Башҡортса нисә йыр беләм инде мин? Көлкө. Ошолай язаланғансы, русса ғына ҡушһалар... Ишемьярҙа мине маҡтай торғайнылар. Матрос бейеүенә төшһәм, һин һының ҡатып көлөргә тотонаһың. Был беҙҙең кисәнең иң шәп сығышы тип, әллә мыҫҡыллап, әллә ысынлап маҡтар инең. Иҫләйһеңме? Әйт әле, һин шунда ихлас әйттеңме, әллә юрый ғынамы? Тәгәрәп ятып көлә торғайның бит.
Эй хәтерләр нәмәләр күп инде, капитан. Ишемьярҙы онотоу мөмкинме? Һинең өсөн дә шулайҙыр. Бөтәһе лә артта, ҡабатланмаҫҡа ҡалды.
Ярай, ҡәҙерлем. Хуш хәҙергә.
Таңһылыуың. Рига, май, 1978 йыл.
Дауамы бар.