Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
21 Апрель 2023, 13:12

Таня-Таңһылыу Роман (8) Ринат КАМАЛ

Был ҡара көндәрҙә үҙ-үҙемә урын тапмайым, бер сиктән икенсе сиккә һуғылам. Ялыҡтым, яфаландым...

Таня-Таңһылыу Роман (8) Ринат КАМАЛТаня-Таңһылыу Роман (8) Ринат КАМАЛ
Таня-Таңһылыу Роман (8) Ринат КАМАЛ

* * *

 

Фәнисәкәйем, әхирәткәйем!

Һинең хатың миңә оло шатлыҡ. Гүйә, шул арала тыуған яҡтарыма ҡайтып әйләндем. Рәхмәт яуһын үҙеңә! Әгәр ҙә шул кинәнесем дә булмаһа, нишләр инем?

Йыш ҡына хафалы уйҙарға тарыйым. Йөрөйөм-йөрөйөм дә үкенеп тә ҡуям. Нишләп йөрөйөм мин бында? Ниңә илемде ташлап киттем? Ни өсөн, ни бысағыма мин бында? Кем саҡырҙы, кем ҡолас йәйеп көтөп торҙо?

Үҙ-үҙемде аңлағым, үҙемдең кемлегемде белгем килә. Ишемьяр, Петрик, әүәлге тормошом менән бәйләүсе ептәрҙе өҙөп дөрөҫ эшләнемме? Кемгә әүерелдем, ҡайҙан аҙашып килеп сыҡтым бында? Әсәйемдәр гел: «Үҙебеҙҙең тирәлә эшкә төш, Сибайҙа ла ярай», – тип туҡынылар – тыңламаным. Киреһенсә, тоттом да Ригаға остом. Алыҫҡараҡ. Йәнәһе, ирем етмәҫ ерҙә яңыса йәшәй башлайым. Кемдән ҡасып ҡотолдом мин: унанмы, үҙемдәнме?

Май һуңында ял алам, тура әсәйемдәргә Түбәгә ҡайтам. Күп әйберҙәрем уларҙа. Бәлки, һеҙгә лә инермен.

Ишемьяр хаҡында йыш уйланам. Унда беҙҙең яҡын кешеләребеҙ ҡалды. Хәтерләйһеңме, Фәнисә, уларҙы? Иҫеңә төшөрәһеңме ?

Тәүге йылымда Балтика яҙын тасуирлағайным. Балтика яҙы бик иркәләмәй әле мине. Томанлы, дымлы һауа һаулығымды ҡаҡшата; отпускым алдынан ғына сирләп китмәһәм тип шомланам. Яҙ, ғөмүмән, минең өсөн түгел – яҙҙа гел ауырыйым. Пушкин әйтмешләй, яҙ – минең сазым түгел, һәр йыл яҙҙы ҡурҡып, шик-шөбһә менән ҡаршылайым. Быйылғыһы ла көйһөҙ булмағайы, ялым больницала уҙмағайы.

Былай май айынан Балтикала ысын йәй башлана, диңгеҙҙең дымлы яҙы үтә. Мин дә шуны теләйем. Майҙы көтәм, Фәнисә, майҙы... Май етһә, ҡотоласаҡмын. Май ыҙалы уйҙарымды таратыр, һыҙланыуҙарымды баҫыр. Май һауаһы миңә шифа... Башҡортостаныма ҡайтам, һинең менән осрашырға ла яҙыр, Алла бойорһа. Эх, ысынында, осрашырға, күрешергә ине, капитан. Ныҡ, ныҡ итеп ҡосор инем үҙеңде.

Майҙы көтәм, майҙы... Май тыуһа, ҡотоласаҡмын. Алдан телеграмма һуғырмын, йәме, капитан.

Таңһылыуың, Рига, март, 1980 йыл.

 

 

* * *

 

Алыҫтағы яғымлы дуҫым минең!

Фәнисәкәйем, оло ҡалалар беҙҙе тиҙ генә ҡабул итергә йыйынмай икән. Үпкәләүҙәреңә лә иҫе китмәй, күҙ йәштәреңә лә ышанмай. Шулай инде, беҙҙең бәхетһеҙ башҡа. Саҡырылған ҡунаҡ түгелбеҙ, әйҙә, күҙ йәше түкмә! Фатирын да эҙлә, тамағын да йүнлә, өҫтөңдө лә бөтәйт, аҡсаһын да тап.

Мариэтталар әле ҡыумайҙар ҡыуыуын, тик уларға ла ҡыйын. Ике бүлмәле фатирға дүрт кеше һыйған. Фатир юллау киләсәктә минең иң оло хафам булмаҡсы... Хәйер, теге бәлә алдында был нимә? Сүп кенә!

Беләһеңме, һуңғы ваҡытта әллә нисек иләҫ-миләҫ йөрөйөм. Күк менән ер араһында кеүек. Кәүҙәм бәүелә, кәйеф хөрт, өҫтәүенә, йөрәк сәнсә, йүткерәм-сөскөрәм. Юҡҡа ғына ҡыҙып-туҙып барам. Ахыры, ҡан баҫымым күтәрелде. Бөтәһенә ҡул һелтәп, бюллетенгә йыйынып бөткәйнем, тағы бәләкәстәремде йәлләнем – 30 майҙа баҡсала сығарылыш кисәһе. Мәшәҡәт – муйындан. Бигерәк тә характеристикалар яҙыу йонсотто: уныһы Ишемьярҙа һигеҙенселәргә яҙғандан да былайыраҡ. Шул бот буйы бәләсниктәргә ниндәй характеристика, тиерһең. Көлкө. Яфаландым ғына. Был май әллә ниндәй: ике көн йылы торҙо ла һыуытты, хатта ҡар ҡатыш ямғыр яуа башланы. Ер бите ап-аҡ булды, төшкә иретте. Уҙған йыл был ваҡытта эҫе ине. Бәлә аяҡ аҫтында. Иртә уңмаған кис уңмай, кис уңмаған һис уңмаҫ, тип ебәрер ине әсәйем шундай саҡта. Полина Сергеевна менән хат алышабыҙ. Тәүҙә йыш яҙа ине, хәҙер һүлпәнәйҙе. Уның да, Николай Григорьевичтың да хәл-әхүәлдәре бер көйө. Кинйә ҡыҙҙары кейәүгә барған. Шул яҡты күңелле заттар менән мәңге бергә йәшәһәң ине...

Яңы йылдан бирле Полина Сергеевнанан ҙур хат көтәм. Яҙам да яҙам тип вәғәҙәләр яуҙыра ғына. Петрик тегендә ниндәйҙер бәлә ҡуптарған, ахырыһы. Уны бер ҡайҙа ла эшкә алмайҙар. Иптәштәр суды булған. Полина Сергеевна, ул ғәйепле түгел, тип яҙа. Йә Хоҙай! Йәштәр һуғышҡан ергә барып ҡыҫылған. Тағы дөрөҫөн Хоҙай үҙе генә белә. Шулай ҙа иптәштәр суды халыҡ суды түгел бит әле.

Эләгеп кенә тора унда минең йәтимемә. Үҙем генә ғәйепле: сабыйымды яҙмыш ҡосағына ташлап киттем, кәкүк кеүек остом алыҫтарға. Туҙҙырып киттем оямды. Хәҙер берәү ҙә уны йәлләмәй.

Р. S. Фәнисәкәйем, ғәфү ит, хатымды яҙып бөтөрөргә әллә нимә ҡамасауланы. Ҡабат ултырғансы ике-өс көн үтеп тә киткән.

Быйыл һеҙҙең бөтәгеҙ менән дә күрешкем килә. Отпускым 7 июлдән башлана. Тура ауылыма ҡайтам, унан... Унан Хоҙай үҙе генә белә.

Бик тә, бик тә осрашҡы килә, Фәнисә. Үлеп һағындым... Ошо хатты алыу менән, зинһар, үҙең яҙ. Зар-интизар иттермә. Дүрт күҙ менән көтәсәкмен. Беләһеңме, Фәнисәкәйем, беҙҙең осрашмағанға өс йыл тулып килә бит инде. Онотманыңмы?

Сабыйҙарымдың 30 майҙағы кисәһе шәп үтте. Хатта мөдирә Дарья Павловна ханым да маҡтаны.

Бәпесең үҫәме? Үҙеңдең таҙалығың нисек?

Өҙөлөп-өҙөлөп хаттар көтөрмөн (һинең һүҙҙәрең). Ха-ха, – башҡортса яҙҙым. Килешәме? Йыр кеүек яңғырай һымаҡ.

Бөтәһенә лә күп сәләм. Көтәм. Үбәм. Таңһылыуың. Рига, 6 июнь, 1980 йыл.

 

 

* * *

 

Фәнисәм, дуҫҡайым!

Был ҡара көндәрҙә үҙ-үҙемә урын тапмайым, бер сиктән икенсе сиккә һуғылам. Ялыҡтым, яфаландым...

Ҡара, хатымды тәүҙән үк зар илауҙан башланым. Көйһөҙ бәндә!

Бәпесеңдең үҫеүен белеп бик тә һөйөндөм. Молодец, Фәнисәкәй. Үҙеңдең дә, бәләкәсеңдең дә ғүмерен бирһен! Иреңдән оҙаҡ хәбәр-хәтер юҡҡа көйөнәһең... Бирешмә, капитан, дауыл баҫылыр, диңгеҙ кире ярҙарына ҡайтыр. Күктәр асылыр, донъя яңыса яҡтырып, балҡып китер. Бирешмәйек! Хәйер, инде хат та алғанһыңдыр, һөйөнөсөңдө кемгә еткерергә белмәй, ҡанатланып-осоноп та йөрөйһөңдөр әле. Дөрөҫмө?

Минең дә һөйөнөстәрем көйөнөстәр менән алмашынып тора. Ай башында, ял алам тип, ашҡынып йөрөгәйнем, барып сыҡманы. Мөдирә, яһил Дарья, күҙ йәштәремде ҡоя. Бәлки, июлде ослап та ҡуйырмын әле, кем белә. Унан тыуған яҡтарға юл төшә! Врачтар, климатты алмаштырырға кәрәк һиңә, тиҙәр. Бөтөнләй эштән ебәреүҙәрен һорап ғариза яҙырмын, ахырыһы.

Полина Сергеевнанан ҙур хат алдым. Вәғәҙә – иман. Иманына хыянат итмәгән Полина Сергеевна, ниһайәт, һүҙен тотто. Ишемьяр яңылыҡтары тураһында күп-күп итеп яҙған. Түбәндә Петрик хаҡындағыһын һиңә лә еткерермен әле.

Бәлки, оҙаҡламай осрашырбыҙ ҙа... Ни генә булһа ла, быйыл мин Башҡортостанға ҡайтам, һағындырҙы. Үткән йәй ялға ла ҡайтып урай алманым бит, ауырыйым тип. Ҡайтам, Алла бойорһа. Ерҙә тыныслыҡ-именлек кенә булһын, валлаһи, тим.

Быйыл, сирләп, бурысҡа баттым. Хәҙер иҫәп-хисап өҙөргә кәрәк. Хәлем барҙа икенсе сменаға ла ҡала инем әле...

Әҙерәк ял итәйемме тип, көньяҡҡа йыйынғайным, суҡынғыр, аҡсаһы юҡ. Нишләйһең, был хыялымдан да ваз кистем.

Бына ошолар минең хәстәрем. Ауырыу, аҡса, хыял...

Беләһеңме, Фәнисә, минең Вәлимә һеңлемдең дә улы тыуҙы бит. Түбәнән телеграмма һуҡҡандар... Көнө буйы осоноп-талпынып йөрөнөм. Үҙем бала тапҡанмынмы ни! Беләһеңме, рәхәт тә, үкенесле лә. Һеңлем өсөн һөйөндөм, үҙем хаҡында уйланып көйөндөм. Мин дә һеңлем кеүек бәхетле була алмайыммы ни?

Ер йөҙөндә беҙгә алмашҡа һеңлеләребеҙ үҫә. Беҙҙе ҡабатларҙар, беҙҙең хаталарҙы яһарҙар микән улар ҙа? Кәрәкмәй! Исмаһам, улар бәхетле булһын, беҙҙең өлөшкә төшкәнде кисермәһендәр...

Оҙаҡламай миңә 30 йәш тула. Ҡартлыҡ етә. Хатта ышанғы ла килмәй... Ҡасан ғына әле кейәүгә сыҡҡайным... Йылдар ҡайһылай елә, дуҫҡай.

Йыш ҡына Петрикты төшөмдә күрәм. Никахыбыҙҙы рәсми өҙҙөк. Бөтәһе лә закон нигеҙендә эшләнде... Тик шунда, ҡағыҙҙарҙы тултырғанда ғына, мин уны мәңгегә юғалтыуымды аңланым. Ысынлап та, үткәндәргә юл юҡ. Хуш, иҫәр йәшлек! Һин бүтәнсә ҡабатланмаҫһың... Йәшлегебеҙҙе, үткәндәребеҙҙе һис кире ҡайтара алмаясаҡбыҙ.

 

Как на солнце не вытравить пятна,

И в дальний отправившись путь, –

Никогда не вернуться обратно –

 

тип яҙған Новиков.

Бөтәһе лә үткәндәрҙә ҡалды. Шул саҡ миндә ниҙер өҙөлгәндәй тойолдо. Әйе, үткәндәр менән бәйләүсе еп өҙөлдө. Мин уны мәңгегә юғалттым.

Фәнисәкәй, ғәфү ит инде. Үтә сөсөләндем, буғай, һиңә Петя тураһында уҡыу оҡшап та бөтмәйҙер... Тик ауыр миңә: кәйефем юҡ, бөтә донъям баш түбән әйләнгән кеүек.

Ярай, хуш, аҡыллым. Әсәйеңдәргә, туғандарыңа бөтә өй эстәре менән күп сәләм.

Үбәм. Көтәм. Таңһылыуың. Рига, 20 июнь, 1980 йыл.

Р. S. Зинһар өсөн, миңә шундуҡ яуап яҙ. Күңелемде нығыт минең, кәйефемде күтәр. Үтенәм. Бер-ике-өс һүҙ булһа ла сыймаҡла!

Әгәр июлгә саҡлы эшләһәм, хатыңды алып өлгөрәм.

 

 

* * *

 

Фәнисәкәйем!

Ниһайәт, хатыңды килтерҙеләр.

Үткән аҙнала өйгә шылтыратһам, хат бар, тиҙәр. Рәхмәт, әхирәткәйем! Шунда хатта арҡаларым йылынып, бөтә быуындарым йомшарып китте. Йөрәгем кинәнеп-кинәнеп тибә. Бисара, хәс тә сәңгелдәктәге бәпес бала. Эй һөйөнә, эй ҡыуана ул, бахыр. Ә үҙе, йүнһеҙең, әүәл мине ни саҡлы интектерҙе!

Һин, әлбиттә, минең больницала ятыуымды һиҙенгәнһеңдер. Әле сығарырға уйламайҙар ҙа. Ярай тип, донъяһына ҡул һелтәнем дә яҙмышыма буйһондом. Ни хәл ҡылаһың? Барыбер һау кешене тотмаҫтар. Әндерәй ҡаҙнаһы юҡ, бушҡа ашатып ятҡырырға. Хәлем яңынан хөртәйеп китмәгәйе тип шөрләйем.

Больницаға хужабикәнең ҡыҙы ғына килеп китте. Ике ҡат. Ярай әле күрше ҡалаға имтихан тапшырырға киткән Марта шылтырата. Ә былай... Берәүҙең дә бахыр Шәрифовнала эше юҡ. Хәҙер йәй, отпускылар ваҡыты. Шуның өсөн япа-яңғыҙым ятам онотолоп.

Больницала саҡта гел генә тыуған яҡтарымдан алыҫта йәшәүемә үкенәм. Яҡын туғандарым юҡ эргәмдә, шуға берәү ҙә килеп баҫмай тупһама... Дуҫтар тураһында әйтмәйем дә... Уларҙың һәр береһенең үҙ донъяһы, үҙ ҡайғыһы... Ярай, эш унда түгел. Марфа әбей әйтмешләй, «да Бог с ними со всеми».

Әллә нишләп тағы балауыҙ һыға башланым, ахырыһы.

Хатың кәйефемде күтәрҙе, күңелемде нығытты, рәхмәт. Бигерәк тә «капитан, капитан, улыбнитесь, только смелым покоряются моря» тигән девизың күңелде күтәрә. Рәхмәт, дуҫҡай.

Беләһеңме, йәй был яҡтарҙан бөтөнләй китергә йыйынам. Бер ниндәй ҙә өмөт юҡ. Ғүмерҙә лә фатир бирмәйәсәктәр; климат ярамай; һаулығым юҡ; йөрәгем эшкинмәй. Һеҙ август башында уҡ ауылға ялға китәһегеҙме? Быйыл да осраша алмабыҙ микән ни, ҡәҙерлем? Көтөп-көтөп тә көтөк булдым. Ҡыш буйы, яҙ буйы көттөм мин. Ҡайтам тип кенә йөрөгәндә...

Бәлки, һуңыраҡ осрашырбыҙ? Мин Өфөгә урынлаша алһам, йәнәш булабыҙ бит. Хәйер, бөтәһе лә Хоҙай иркендә... Яҙмыш тулҡындары ҡаялы ярынамы, әллә һөҙәк яғынамы сығарып ташлар беҙҙең баштарҙы. Ҡайһы тарафтарға илтер юлдарыбыҙ.

Өйҙәгеләр, улың хаҡында төпсөрләп яҙ.

Бына һиңә еткерәһе уйҙар шул ине.

Үбәм. Һинән ҡабат рухландырғыс хаттар көтәм. Таңһылыуың. Рига, июль, 1980 йыл.

Р. S. Бөтәһенә лә күп сәләм. Полина Сергеевна менән тағы күрешә алманығыҙмы? Ҡасан ауылдан кире киләһегеҙ? Яҙ!

Р. S. Әгәр Өфөлә төпләнһәм, сентябрь, октябрь айҙарында осрашырбыҙ ҙа әле, кем белә.

 

 

* * *

 

Ярай хат бар донъяла. Кеше хыялының тиңһеҙ емеше. Ҡөҙрәтле вә илаһи көс. Араларҙы яҡынайта, һағыныуҙарҙы баҫа, йөрәктәрҙе бергә тибергә мәжбүр итә... Таңһылыу менән мин дә шул арҡала йәнәш кенә йәшәйбеҙ, бергә тын алабыҙ төҫлө. Бының өсөн рәхмәт һиңә, мәрхәмәтле Хат!

 

 

2

 

Фәнисәм, яҡыным!

Күптән һиңә яҙғаным юҡ, әммә мин ғәйепле түгел.

Был хаҡта һиңә яҙҙым микән? 12 июлдә больницаға һалдылар, 1 августа операция яһанылар, ә 8 сентябрҙә өйөмә ҡайттым. Фатирыма... Бары 26 сентябрҙә генә эшкә сыҡтым. 11 октябрҙә Риганан остом, ә 13-дә кис Түбәлә инем... Хатта ышанғы ла килмәй: мин тере, мин тағы өйҙә! Тупһаны ашатлау менән әсәйем: «Фәнисәңдән хат бар», – ти. Эй һөйөндөм инде! Башҡортса дөрөҫ яҙҙыммы? Хатаһы булһа, үпкәләмә, беҙҙә, Түбәлә, рус мәктәбе генә бар ине. Хаталарын үҙең төҙәтеп уҡы! Хәйер, Ригалағы ҡыҙыҡ хәлде иҫләнем әле.

Марталарҙа телевизор ҡарап ултырабыҙ. Цирк күрһәтәләр. Мартаның атаһы филгә төртөп, был хайуандың башҡортса нисек аталыуын һорай. Телемде тешләйем. Русса «слон» инде. Слон, слон тип өйрәнгәнбеҙ бит инде беҙ. Мәктәптә гел «слон» тип төртөп күрһәтәләр, һүрәттә генә күргән нәмәне! Йә ул беҙҙең ауыл тирәһендә осрамай. Ҡурабыҙҙа һыйыр тора. Мин башҡортса уның «һыйыр» тип аталыуын беләм, һарыҡты, ҡаҙҙы, быҙауҙы беләм, ә слон... Иренемде тешләйем. Әйтә алмайым да ҡуям. Йә иҫкә төшмәй. Хәйер, мин слондың башҡортса әйтелешен дә белмәйем бит! Нисек була ул, Фәнисә? Марта ла, атаһы ла миңә текәлеп ҡатҡандар, бер ни әйтә алмайым. Йөҙөм ағарынғандыр инде, Мариэтта көлә. Һыны ҡатып көлә. Бахыр ҡарт та йылмайған булды. Ғәйепле төҫтә баш эйәм, «белмәйем», тим. Мариэтта тағы яңғырата. Ахыры мин дә уға ҡушылған булам... Шулай оятҡа ҡалдым бит, эй, Фәнисә. Слондың башҡортса әйтелешен дә белмәйем. Шунда ер тишеге лә юҡ – исмаһам, мәсхәрәмдән төшөр ҙә юғалыр инем.

Ә Латвияла, беләһеңме, туған телгә, үҙҙәренекенә иҫ киткес иғтибарлылар. Өйҙә гел латышса һөйләшәләр.

Кеше бишектән алып үҙенсә генә ишетеп үҫә. Яслеләр латышса, руссаһы аҙ. Ясленән мәктәпкә килгәс, уҡытыу тағы тик үҙҙәренсә генә. Рус теле предмет булараҡ ҡына инә! Теләһәң, рәхим ит! Тик былай бөтөн ерҙә – латышса. Хатта магазинда ла, автобуста ла. Магазинда латыштар ғына һатыусы, латышса һөйләшмәһәң, сауҙаға, транспортҡа, етәкселеккә, больницаға эшкә алмайҙар. Магазинда латышса һорамаһаң, һиңә арттары менән әйләнеп баҫалар. Хәтәр! Ә беҙҙә... Аңлайһыңмы? Автобуста латышса өпдәшмәһәң, урын юҡ. Аяғыңда тораһыңмы, ҡултыҡ таяғына таянғанһыңмы, эштәре юҡ, латышса өндәш! Латышса өндәшһәң, донъя һинеке, Латвия һинеке. Бөтәһе лә ҡоласын аса, йөҙөн балҡыта, үҙҙәренә әйҙәй. Мин дә хәҙер әҙерәк латышса һупалайым... Шулай хәлдәр бында, әхирәткәйем. Уйын эш түгел. Латвияла латышса ғына бара донъялар. Ә беҙҙә, төпкөлдөң төпкөлө Түбәлә, сабыйҙар бишектән төшкәненән, күте менән шыуғанынан алып атҡа атланғанына, унан таяҡҡа таянғанына тиклем русса һупалай... Башҡортса һорама икмәкте; башҡортса һораһаң, тәғәм ризыҡты, бер йотом һыуҙы бирмәҫтәр, валлаһи; русса һора, русса үтенһәң, лутсы алдыңа ҡуйырҙар. Әле Түбәләмен, Ер менән күк араһы. Рига, Түбә... Түбәлә тик үҙебеҙсә фәстерәләр, бишектә ятҡанынаса «мамма», «паппа» тип кенә өҙҙөрә. Ха-ха, Фәнисәкәй, мин националистка булып барам, буғай. Ригала йәшәп, латыштар араһында боҙолам. Кем әйтер хәҙер, һинең Таня-Таңһылыуың үҙгәрмәгән тип. Попробуй, әйтеп ҡараһындар! Үҙгәрҙем, европалаштым, диңгеҙ һәм цивилизация һауаһын һулап боҙолдом.

Эй юл аша йәшәп, йәй буйына бер барып урай алмағанһың Ишемьярға! Оят! Һинең урыныңда булһаммы, йәйәүләп тә етер инем. Ысын!

Хәҙер бысраҡ, ер-һыу һүл саҡ. Бер ҡайҙа ла сыға алмай өйҙә ултырам. Хәйер, аяғымда ла юҡ инде, Риганан туфлиҙар ғына эләктереп ҡайтҡайным, бында – мәхшәр... Көҙгө итегем юҡ. Ғәҙәттә, мин яҙҙы-көҙҙө туфлиҙа сығам. Үҙемсә экономиялайым... Нишләйһең. Минең эш хаҡым менән бик фәстереп булмай.

Көҙгө итегем дә, көҙгө плащым да, көҙгө пальтом да юҡ. Алғым килә лә ни, бигерәк ҡиммәт шул. Быйылға ярар инде, киләһе яҙға ҡайғыртырмын, яңыртырмын өҫтөмдө. Һин әйтмешләй, Хоҙай бирһә, байығырбыҙ.

Сепрәк-сапраҡ табылыр ул, бына һаулыҡ юҡ. Ҡыш буйы ауырыным. Әсәйем дә киҫәтә: «Үҙеңде ҡара!» – ти.

Ярай, Фәнисәкәй, пока. Хат яҙ. Мин өйҙә оҙаҡ ятам әле. Ял итәм рәхәтләнеп тыуған илемдә. Алда ваҡыт күп, икенселәй үҙеңә ҙурыраҡ хат яҙырмын. Хуш, һау бул. Яҙ. Сәләм менән Таңһылыуың. Түбә, октябрь, 1980 йыл.

Дауамы бар.

Автор:
Читайте нас