

* * *
Фәнисәм, һауғынамы!
Хәбәремде оҙон-оҙаҡҡа һуҙып тормайым. Рәхәтләнеп һинең һуңғы хатыңды уҡыным, әммә ҡайһы бер башҡорт һүҙҙәрен аңлауы ҡыйын. Ҡотлауың өсөн дә рәхмәт. Был юлы мин үҙем берәүҙе лә ҡотламаным, кисер.
Ваҡыт һиҙҙермәй үтте лә китте, тағы кире юлға әҙерләнергә кәрәк. Йәнә бер аҙналап торам әле өйҙә: әсәйемдәрҙе күргән һынлы булайым. Ригаға ла бер ҙә аяҡ тартмай. Декабрҙә – эшкә!
Һин, ниңә үҙебеҙҙең Башҡортостанда ҡалмайһың һуң, тиерһең. Мин һинең эргәңдә Өфөлә йәшәргә йыйынғайным бит... Беләһеңме, тормошта бөтәһе лә һин уйлағанса барып сыҡмай шул. Документтарым Ригала. Хәҙер ноябрь һуңы, декабрь башы, тағы ла ярты йылдан йәнә май, йәнә отпуск... Мин ошо йылымды һөйөклө ҡаламда йәшәп, йәй Өфөгә бөтөнләй ҡайтам. Әле уҡыу йылы уртаһы, Өфөлә мин ҡайҙа урынлашам, кем мине эшкә ала? Фатир эҙләйһе бар... Һеҙ ҙә аҙ яфаланманығыҙ.
Шулай, мин йәнә үҙемдең яғымлы һәм ҡәһәрле ҡалама осам. Нишләйһең, донъя шулай ҡоролған, һәр саҡ киреһенсә...
Аҙна буйы Вәлимә һеңлемдә ҡунаҡта яттым. Улар өй һалып ингән, донъялары етеш. Вәлимә эшләмәй әле: бала ҡарай. Ғәжәп малай ул! Ҙур тос кәүҙәле, һимеҙ. Ҡуңыр тәнле, һорғолт күҙле. Минекенә оҡшаған. Айсыуаҡ тип атағандар. Ҡыҙҙары ла йүгереп йөрөй инде. Шуҡ. Тел төбөңдө аңлап тора, төп башына ултырта алмаҫһың.
Юл ыңғайы һеҙгә һуғылырға уйлайым. Сибайҙан Өфөгә, унан Ригаға осам. Инергә тырышырмын, әлбиттә. Алдан телеграмма һуғырмын. Киләһе йылға, валлаһи, Өфөлә төпләнәм, һинең эргәңә. Тик һаулыҡ ҡына булһын, донъялар имен торһон. Түңәрәкләйем. Өфөлә осрашҡанға тиклем.
Өфөнән һуң хаттар ғына йөрөр араларҙа. Хаттар көтөрмөн. Тик «до востребования» тип яҙ. Бәлки, икенсе фатирға күсенермен.
Кто знает, где я буду,
На каком берегу...
Кто знает, где я буду,
На какой сторонке...
Иреңә, улыңа күп сәләм. Үбәм. Өфөлә, һиндә осрашҡанға тиклем. Таңһылыуың. Түбә, ноябрь, 1980 йыл.
Р. S. 232043, 43-е отделение связи. До востребования.
3
Эштән ебәреүҙәрен үтендем. Директор ҡаршыһына баҫып, тубыҡланып, башты иҙәнгә генә орманым инде... Теге «яһил»: «Мин РОНО мөдире алдында яуап тотам», – тип күҙҙәрен таҫрайта.
Ҡул һелтәп, йәнә шөғөлөмә тотонам: директор РОНО-ға ҡайтҡан яңы дәреслектәрҙе мәктәп өсөн айырып алырға ебәргәйне. Төшкәсә бөтәм дә фатирыма йүгерәм, йәнәһе. Иптәшем дә ашыға. Башты ла күтәрмәйбеҙ...
Ҡайҙа ул: төшкә ослай алманыҡ, бер башлағас, түңәрәкләйек тип, тырышабыҙ. Сәғәт көндөҙгө ике, өс тулды. Үҙемде эстән йыуатам: бына-бына теүәлләйбеҙ. Кис бар, олоғара бер буш көн – Таңһылыу менән серләшергә, күгәрсендәр ише гөрләшергә өлгөрөрбөҙ. Етәксенән һүҙ ишеткәнсе...
Дүртенсе яртыла ҡайтып инһәм, фатирҙа берәү ҙә юҡ. Әллә килмәне микән, тим, шатланырға ла, көйөнөргә лә белмәй. Өҫтәлдә – ҡағыҙ киҫәге. Таңһылыуҙың кисәге телеграммаһы бит. «Уфа. 10.15 часов буду у вас. Ждите. Тансылыу...» Телеграмманы өҫтәлдә ҡалдырып киткәнбеҙ.
Телеграмма эргәһендә, тәрилкәлә – ҡарбуз ҡабыҡтары. Телеграмманы әйләндереп-тулғандырып ҡарайым. Икенсе яҡ биттә – яҙыу... Таңһылыуҙың ҡулы!
Йөрәк тибешем туҡтарға итә төҫлө. Үҙем менән ни булғанын абайламайым. Юҡ, ышанырға ла, ышанмаҫҡа ла белмәйем. Ул әле генә бында булған!
Ҡулдарым ҡалтырана, йөрәгем күкрәк ситлегемдән атылып сығырҙай дарҫлап тибә. Усымдағы ҡағыҙ киҫәге тибрәнә. Хәс тә усым яна; гүйә усымда – утлы күмер...
Таңһылыуымдан елдәр иҫкән. Ошо ҡағыҙ киҫәге генә ҡалған унан!
«Сижу и думаю: «Пора... Скоро истечет время, отведенное судьбой для этой встречи...» И, действительно, остается очень мало времени и я, уже в последней надежде, хотя бы на бумаге излить свою тоску – серьезно берусь за ручку.
Извини, пишу на обратной стороне телеграммы – нет бумаги. Фаниса, я ждала тебя очень долго – сразу нашла дом, и вот почти с самого начала сижу и жду тебя. Видать, нам не суждено было встретиться на этот раз, ну что поделаешь – бывает...
Мир так широк и так тесен,
Судьба обманчива и упряма,
Мир так широк и так жесток,
И не найти нам друг друга.
Очень жаль, очень жаль и обидно, конечно... Ведь очень хотелось встретиться: обниматься, покружиться, поплясать... Очень хотелось вспомнить и жалеть. Очень хотелось... Поговорила бы с тобой о том, о сем вдоволь.
Вот я сижу и пишу, и такая тоска в душе. Может это от той обиды, что я у тебя в комнате, а тебя – нет! Мы так близки и мне так хочется тебя видеть. Мы так близки, мы в одном городе и так далеки друг от друга и от нашего счастья. И сейчас у меня остается очень мало времени.
Скоро истечет время, отведенное судьбой для нашей этой встречи, и я... Билет в кармане, все готово – ничего не поделаешь.
Фаниса, пишу... последние строки... и слезы наворачиваются. В глазах уже туман, глаза полны слезами. А знаешь, так хотелось встретиться. Все хорошо было, надеялась, прилетела, нашла и... вот тебе! Все хорошо было и только в последний момент... Извини, очень мало времени остается. Пишу, слезы падают как снежные комки – крупные на бумагу (ты их, наверное, узнаешь – слезы останутся на бумаге). Видать не надо было нам встретиться на этот раз. Иль судьба, иль Аллах так наказал. Что ж – воля Всевышнего. До свидания. Всего хорошего.
Я узнала у хозяйки, что у тебя руководство ругается. Знаю, мне это известно... Что ж, ладно уж. Так жаль, что тебя не встретила и обидно, конечно... Но мы крепки, капитан мой. Капитан, капитан, руля держи крепче, капитан... Только смелым покоряются моря, как ты сама любила петь.
Извини, съела весь арбуз, потому что делать было нечего. И вот бумага кончилась – больше не на чем писать. Кончаю. Пока, Таңһылыу».
Ҡағыҙ киҫәге ҡулымдан төшөп китә. Уның артынан кәүҙәм дә, үлән һабағылай, бөгөлә, йәнһеҙ кешеләй, һынһыҙ булам.
– Таңһылыуым...
Һулҡылдап илайым. Ҡулбаштарым, бөтә тәнем ҡалтырай, күҙ йәштәрем ҡойола, тыйыла алмайым.
Ниңә былай килеп сыҡты һуң әле? Ниңә, нишләп түрәләр мине ситлектәге ҡош ише тоталар, ҡанаттарымды ҡайыралар, йәнемде ҡыялар?
– Таңһылыуым...
Мин әхирәтем йәнәшендә генә йәшәгәнмен, бер нисә саҡрымдарҙа ғына. Ул яңыраҡ ҡына ошо урындыҡта ултырған. Ошо өҫтәл артында яҙышҡан...
– Таңһылыуым... – һулҡылдап илайым, тәнем ҡорошҡан, тыйыла алмайым.
Ниңә, нишләп ҡайтып әйләнмәнем икән? Ниңә күреп кенә булһа ла китмәнем? Шул ҡотһоҙ китаптар менән булашам, донъяның эшен бөтөрәм...
Бахырҡайҙар, иң тәүҙә эш тибеҙ. Тәүҙә – йәмәғәт тормошо, унан – үҙеңдеке... Шулай өйрәнгәнбеҙ. Эш тибеҙ, сәсәйбеҙ, тормош һиҙҙермәй йәнәштән үтә. Үҙебеҙҙе бөткөһөҙ мәшәҡәттәр, ваҡ ығы-зығы биләй, ә ысын эшкә ваҡыт юҡ. Гел йәмәғәт йөгө, гел уның йомошо... ә йәндәй дуҫтарыбыҙға, яҡындарыбыҙға ғүмер ҡалмай. Йәнәһе, эшемде теүәлләйем, йәнәһе, Таңһылыу көтә, ҡуна ҡала була.
Үрһәләнәм. Ниңә шул саҡлы ла аяуһыҙ был донъя? Бер йәм, бер ҡот юҡ, тормоштоң ҡыҙығы юҡ!
Урамда ла шыҡһыҙ. Әле иртән генә салт аяҙ, күктәр шундай бейек, донъялар шундай иркен ине. Хәҙер ҡояш нуры һүрелде, ел ҡуҙғалды. Ҡойма төптәренә түшәлгән һары япраҡтарҙы, иманһыҙ, туҙҙыра ғына. Яланғасланып ҡалған ағас олондарын ян-яҡҡа иңкәйтә, кешеләрҙе бөркәнергә, плащ, пальто яғаларын күтәрергә мәжбүр итә. Шыҡһыҙ, йәнде өшәндергес көн.
Иртән генә донъя көлә ине, әле көйһөҙ, өмөтһөҙ көҙ.
Күҙ йәштәрем ағып бөттө, буғай. Бер нимәгә лә ҡулым бармай. Шунда көҙгө эргәһендәге фотоны шәйләйем. Бәй, дуҫымдың һүрәте! Таңһылыу фотоһын ҡалдырған!
Ялтыр фотонан моңһоу сырайлы һылыу ҡарай. Гөлйемеш ише оҙонсай йөҙө, шеш күҙ ҡабаҡтары, ҡалын ирендәр... Күҙҙәре лә бите һымаҡ дәү, оҙонсай. Моңһоуҙар. Был һүрәтендә лә модалы кейенеп төшкән. Өҫтөндә – платье-костюм. Күҙҙәре бер аҙ ҡурҡынған да һымаҡ. Өркәк кейек. Аҡыллы, тыйнаҡ... Юҡ, барыбер был тормоштағы Таңһылыу түгел. Таңһылыу йәнлерәк, теремегерәк. Һүрәтендә бойоҡ, әллә ниндәй уйҙарына батҡан.
Күҙҙәремдә – йәш... Йәш пәрҙәһе аша инде әхирәтемдең йөҙөн сырамыта ла алмайым. Ҡаршымда дуҫымдың сырайы иреп тарала башлай.
Тышта донъяға әсе ел хужа. Һарғылт, ҡыҙғылт япраҡтарҙы ҡосоп ала ла һауаға аша; унан тағы, ергә төшөп, ян-яҡҡа һуғылып йөрөй башлай. Иманһыҙ, үкһеҙ йәтим япраҡтарҙы ҡайһылай теләй, шулай быраҡтыра. Тышта – ел, өйҙә – мин яңғыҙым. Тышта ла, бүлмәм эсендә лә – шыҡһыҙлыҡ хөкөм һөрә.
4
Фәнисә, аҡыллым!
Һинең әрнеү-иңрәүҙәр менән тулы хатыңды алдым. Бер ни ҙә ҡылып булмай: яҙмыш бүләк иткәнде ҡулдан ысҡындырҙыҡ. Бик тә, бик тә ауыр. «Остановись, мгновенье!.. Ты прекрасно!» Гүзәл илаһи мәл туҡталманы. Күрәһең, ул беҙҙең, кешеләрҙең, иркенә буйһонмайҙыр.
Яҙмыш беҙҙән хәтәр көлдө. Ул беҙҙең баш особоҙҙа торған, – иҫкәрмәгәнбеҙ. Беҙ еңелдек, тәҡдир тантана итте. Күрәһең, беҙ бахыр йәндәрбеҙҙер, көнөбөҙгә, үҙ тормошобоҙға баш түгелбеҙҙер. Үҙебеҙсә йәшәй алмайбыҙ.
Осрашыуға алдан әҙерләнергә булған. Араларҙа ҡалҡыр убаларҙы, ташыр кисеүҙәрҙе иҫтән сығарғанбыҙ. Өфөнән Ригаға осор ваҡытты ла яҙмағайным бит.
Ярай, үткән эштән төш яҡшы, тиҙәр. Башты ташҡа ороп булмай. Насип итмәгәндер.
Минең һөйөнөслө бер яңылығым бар. Кем әйтмешләй, донъя – ҡуласа, әйләнеп тора, яҡты көндәрен, алмашлап ҡараларын килтерә. Минең дә шундай бәләкәй шатлыҡтарым була. Шунһыҙ нисек йәшәмәк кәрәк... Хәсрәт, бәлә, һыҙланыу кешене бөтөрә, тормошто ҡотһоҙ итә.
Бер генә көнгә Мәскәүгә, әхирәтемә барып ураным. Ул мине «София» ресторанына саҡырҙы. Иптәштәре менән... Биниһая-бихисап тәмле-татлы ниғмәттәр ейҙем, ҡара, ҡыҙыл ыуылдырыҡтарына тиклем. Ҡиммәткә төштө, әлбиттә. Әммә, иң мөһиме, унда үҙемдең кумирым – йырсы Евгений Мартыновты осраттым. Йәп-йәнәш ултырҙыҡ.
Өҫтәл аша ғына... Ҡыҙыҡ! Әлбиттә, әллә нәмәһе юҡ, һылыу ҡатыны бар.
Фәнисә, элек мин һиңә ебәргәнгә оҡшағаныраҡ күлдәк бар. Тик һорғолт меланж, һул яғында – декоратив биҙәк. 75 һумға. Теге ҡатын һата. Бик матур, күрһәң, күҙең ҡыҙыр. Минекенән саҡ ҡына ҡайтыш (бәләкәйерәк). Комиссион магазинға тапшырырға уйлаған икән дә, проценты ҙур, ти... Бәлки, алырһың? Йә берәйһенә?.. Нисек? Вәлимә һеңлемә ярамай шул... Хатыңа яҙырһың, йәме? Теләһәң, ебәрермен.
Ялдан һуң әллә ни яңылыҡтар юҡ. Вәлимә һеңлемдәрҙә бәләкәстәр менән булаштым, бәпәйҙе бәүеттем. Туйғансы уйнаным шулар менән...
Фәнисәм, дүрт күҙ менән һинең хатыңды көтөрмөн. Зинһар, яҙ, яҙ! Ташлама мине. Таңһылыуың. Рига, декабрь, 1980 йыл.
* * *
Фәнисәкәйем, яҡыным!
Тормошомда әллә ни яңылыҡтар юҡ. Фатир эҙләргә кәрәк. Эшкә тип килдем, ә торор урыным юҡ. Берәүҙең дә эше юҡ миндә. Урамға сығып бүре булып олоһаң да, бер бәндә ишетмәҫ.
Беләһеңме, Фәнисәкәйем: ошолай ҡаңғырып, башты стенаға бәрерҙәй булып йөрөгәндә хәтәр уйҙарға ла тарып ҡуям. Валлаһи, тим, ошо фатир хаҡына хәҙер шайтандың үҙенә лә кейәүгә сығырға әҙермен кеүек... Тик тағы, тағы үҙемде тыям, берәүгә лә күтәрелеп ҡарамайым. Бер партия ла минең өсөн түгел, береһе лә күңелемә ятмай. Теге көйһөҙөмдө уйлап тик йөрөйөм.
Беләһеңме, йәшерәк саҡта мине берәү ҙә (һинең менән Полина Сергеевнанан башҡа) сибәр тимәне. Ә хәҙер ҡартая килә ян-яҡтан комплименттар яуа, түҙ генә. Борсаҡ менән ҡойондоралармы ни! Тәңрем... Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та. Мин әлегәсә үҙемдең шул саҡлы шәп икәнемде лә белмәгәнмен! Эсемдән генә көлөмһөрәйем. Ә йөрәк туң, күңел тибрәнмәй, миңә – барыбер.
Фәнисә, (асыуланһаң да) мин теге эскесемде онота алмайым. Һәр ваҡыт ул уйҙарымда... Был әллә берәй хөрәфәт микән? Әллә мин уның өсөн, ул минең өсөн яратылғанмы? Галлюцинациямы был? Яңғыҙлыҡҡа мин күптән күнектем, теләһәм, сибәрҙәр – аяҡ аҫтымда... Әммә ул, ул ғына! Был әллә тәҡдир ҡушыуы микән? Аллаһы Тәғәлә, Тәңрем шулай бойорамы? Башыма һыймай.
Дөрөҫ, Петрик мине ҡылансыҡланырға ла өйрәтте. Мин саф, ғәҙел, аҡ булырға тырышып ҡараным... Бәлки, мине көнбайыш боҙғандыр, цивилизация донъяһы. Был хаҡта ҡурҡа-ҡурҡа уйланам. Бәлки, аҡыллана ғына төшкәнмендер? Әрләшергә барыбер өйрәнә алманым, һаман да шул асыҡ ауыҙ ҡыҙыҡаймын. Үҙ-үҙемде яҡлай алмайым, бәлешмен.
Бөкрөнө ҡәбер генә төҙәтер, тиҙәрме әле? Хәйер, хәҙер бик көйөп тә китмәйем: «не зову, не плачу, не рыдаю», шағир әйтмешләй. «Что ни делается – все к лучшему». Бында бер ҡатын шулай ти. Күрәсәктән ҡотолор әмәл юҡ. Ни булһа ла, булыр, бөтәһен дә кисерербеҙ. Ҡояш батһа ла, ай ҡалҡһа ла, беҙгә барыбер. Ни күрһәк тә, күрербеҙ... Яҙмышҡа бойора алмайбыҙ.
Һин мине әрләйһеңдер әле: башына нимә килә, шуны яҙа, тип. Яңылыштым, буталдым мин. Башымды юғалттым... Һин мине үҙгәрмәгән тип уйлайһыңдыр әле. Үҙгәрҙем, үҙгәрҙем мин: һөйләнсеккә, ҡылансыҡҡа әүерелдем. Мискә шикелле йыуанайҙым, олоғайҙым. Больница карауатында тәгәрәп йомроландым.
Полина Сергеевна күптән яҙмай. Миндә ҡайғыһы юҡтыр. Улар, ҡарт менән ҡарсыҡ, килештерәләр инде, әүеш-тәүеш донъя көтөп яталарҙыр. Әбей менән бабай, ҡаңғыр-ҡоңғор киләләрҙер. Бәлки, ауырыйҙарҙыр... Йәш түгелдәр бит. Улар йәшенә етһәк, беҙ ниндәй булырбыҙ икән? Күҙ алдына килтерәһеңме? Аяҡ-ҡулдары һыҙламаһын. Исмаһам, ҡарттар хәүеф-хафа кисермәй йәшәһендәр.
Ярай, хуш-һау бул, минең яғымлы вә хөрмәтле ханым!
..Капитан, капитан, улыбнитесь...
Таңһылыуың. Рига, декабрь, 1980 йыл.
* * *
Фәнисәкәй, иҫәнме!
Һуңғы ҡат кем кемгә яҙғанын оноттом инде. Моғайын, ғәйеп миндәлер.
Ауырыуым тураһында яҙғайныммы, юҡмы? Ҡыҫҡаһы шул. 17 декабрҙә йөрәгем тотто, «ашығыс ярҙам» машинаһы менән больницаға илттеләр. Көнө буйы иҫһеҙ ятҡанмын, врачтарҙың ҡото осҡан.
Өс аҙна больницала, унан бер аҙна өйҙә яттым. Шулай итеп эшкә 13 ғинуарҙа ғына сыҡтым. Мөдирәм Дарья Павловна: «иҫке стиль менән яңы йыл бүләге», – тип, ҡаршы алып тора. Көлгөм дә, илағым да килә.
Тамсы ла кәйефем юҡ, донъям түңкәрелеп бара төҫлө. Үрһәләнәм, ярһыйым, йөрәгем тулай. Иҫәр бер бисә инде мин. Иҫәр, башһыҙ, һаман да ниҙер көтәм, нимәгәлер өмөт итәм. Күктән бәхет, диңгеҙҙән тыныслыҡ юрайым. Яҡты көн көтәм, йылы ямғыр ҡойор тип өмөтләнәм.
Ниндәй тормош был? Был донъяла бәхет бармы ул, юҡмы? Кешенең көлөргә, шатланырға, һөйөргә, һөйөлөргә, йырларға, кинәнергә хаҡы бармы? Минең күргәндәрем хәтәр төш, нәжәғәй уйыны ғына. Ялт-йолт итә лә һүнә, йылыһы ла, яҡтыһы ла юҡ. Күңелемдә – зилзилә, йөрәгем – буш, йылдарым ҡош һымаҡ оса, ә тормошта һаман тәғәйен урынымды тапманым. Хәйер, тапмам да инде... Бәхет тигәнең юҡтыр ҙа, булмаҫ та. Аптыраш! Бисара башҡайым, Тәңрем алдында мин ниндәй гонаһ ҡылдым икән? Ниндәй бурыстарға баттым?
«Ҡулдарың алтын», – ти баҡсала иптәшем. Маҡтай ғына. «Өҫ-башыңды үҙең бөтәйтәһең», – ти. Ғәләмәт инде... Ул алтын ҡулдарҙан ни файҙа! Өс тапҡыр алтын булһам да, ни фәтүә!
Хәҙер, иғтибар юҡ тип, зарланмайым. Зар-интизар итмәйҙәр егеттәр. Ҡартая барған һайын, баһам арта. Ләкин мәңгелектең яһил бер ҡануны бар: кем миңә кәрәк, мине күрмәй; кемгә мин кәрәкмен – күңел тартмай, һаман, ҡартлыҡ тупһаһына баҫһам да, мөхәббәт эҙләйем, үҙемдең идеалымды табаһым килә. Әлбиттә, бер нимә лә булмаясаҡ! Мин, ахырыһы, шул берҙән-беремде, шул эскесемде генә һөйгәнмендер ҙә әле.
Дөрөҫ, эргәңдә тайғанда таяныр кешең булһа ине. Ул ҡыйын мәлдә ташлап китмәһен, бәләләрҙән аралаһын! Ҡайһы берҙә, аҡса тип тә, йән көйә. Эш хаҡым түбән, уҙған йыл больницанан башым сыҡманы. Гел аҡса етмәй... Итектәрем туҙҙы, ҡышҡы яңы пальто кәрәк, плащым да юҡ. Ярай әле яҙын көҙгө пальтомды тышлатып ҡалғанмын, уныһына баш еткән.
Фәнисәкәйем, һиңә хафа һалғаным өсөн ғәфү ит инде. Көйөк-хәсрәт менән тулы бының хаттары, тип, асыуланма.
Яңыраҡ Полина Сергеевналарҙан хат алдым. Бер ай элек яҙған хаты саҡ килеп еткән. Улар Николай Григорьевич менән беҙҙе һағыналар. «Бүтән беҙҙең ундай дуҫтарыбыҙ булманы ла, булмаҫ та», – тип яҙа Полина Сергеевна. Әлбиттә, үткәндәр һәр саҡ күркәм һымаҡ тойола. Үткәндәр беҙҙе үҙҙәренә саҡыра, ымһындыра... Гел яҡты көндәр генә иҫкә төшә. Үткәндәр беҙҙе үҙ ҡосағынан ебәрмәй.
Әлбиттә, был кәрәк, был – күңел шатлығы; әлбиттә, бөгөнгө көн артылышынан үткәндәр көйөк-хафаһыҙ, ыҙаһыҙ ғына булған һымаҡ күренә... Уҙған көндәрҙә яҡшыһы ла, яманы ла, һөйөнөсө лә, көйөнөсө лә булды бит. Үткәндәргә сәфәр ҡылғанда беҙ быны онотабыҙ, тик ыңғайын ғына иҫләйбеҙ. Тормош – ауыр, хәтерләүҙәр – еңел. Хәтерләгәндә көйөнөргә, ҡайғырырға, нимәгәлер ынтылырға кәрәкмәй. Тик сәпәкәй итергә генә, моңһоуланырға ғына мөмкин.
Үлгән һыйыр һөтлө була, тиҙәр. Ә, бәлки, иҫән-һау сағында ул һөтлө лә булмағандыр. Шулай ҙа беҙ үткәндәргә сәфәр ҡылабыҙ, унан йәм-тәм табабыҙ, бәхет кисерәбеҙ. Ул беҙгә кәрәк.
Полина Сергеевна өсөн дә беҙҙең бергә булған саҡтар ожмах һымаҡ. Ожмах... Әйе, ул саҡта беҙ ысындан да бәхетлерәк тә, ғәмлерәк тә инек кеүек. Ысынлап та, Ишемьярҙа беҙ бергә инек, беҙ йәш һәм бәхетле инек. Ҡабатланмаҫ Ишемьяр!
Миңә «до востребования» тип яҙ. Иреңә, улыңа сәләм.
Үбәм. Көтәм. Таңһылыуың. Рига, ғинуар, 1981 йыл.
* * *
Фәнисәкәйем!
Ҡабалан-ҡарһалан ғына яҙам был хатты, һеңлем Вәлимә заочно уҡыуын ослай, һеҙгә инергә теләүен яҙғайны. Ләкин ҡыйынһырай, «бер тапҡыр ҙа күрешмәгәс, килешмәҫ», – ти. Мин уны үҙем дә ҡотортҡайным... Һин шуға нисек ҡарайһың? Һеҙ ҙә быйыл ауылға китәһегеҙме? Ирең уҡыуын тамамлай бит. Минең һине туғаным менән таныштырғым килә. Әйҙә, күрешеп-танышып ҡалығыҙ! Бәлки, уның аша һиңә минән ниндәйҙер туғанлык ептәре барып тоташыр ине? Минеңсә, ул һиңә оҡшаясаҡ... Күрешеп-танышып ҡуйыу ҡамасауламаҫ ул, ә?
Көлкө. Ҡартайған һайын тирәмдә күберәк егеттәр өйөрөлә. Күбәләк ише, тура утҡа йомолорға әҙерҙәр, йүнһеҙҙәр. Белгең килһә, ниндәй комплименттар әйтәләр! Ғәжәп.
Йәш саҡта ул тиклем түгел ине. Ҡартайған көнөмдә үҙемдең сибәр икәнемде белдем.
Әлбиттә, улар менән киноға барырға, урам буйлап кәләп һалырға мөмкин. Улар яғымлы, алсаҡ, хатта аҡсаларын да йәлләмәйҙәр, һәр хәлдә, яңғыҙ түгелһең инде, тик... Мин, латыштар кеүек, уларҙың татлы һүҙҙәренә иҫем-һушым китеп бармай, хатта ялҡам да. Больницала миңә: «һин үҙең экзотика», – тиҙәр. Йәғни, башҡорт булһам да, ап-аҡмын, аҡһыл йөҙлөмөн. Нишләп мин донъяға ҡаранан килешле булып яралмағанмындыр инде? «Һин ниндәйҙер үҙеңә бер башҡа, һирәк осрай торған башҡорт экзотикаһы», – тиҙәр.
Шулай йәшәп ята һинең «экзотикаң» Балтика диңгеҙе буйында. Үҙе башҡорт, үҙе ап-аҡҡай, үҙе ниндәйҙер кәртинкә – Европа мадоннаһы. Иҫәпһеҙ-хисапһыҙ сирҙәре менән яфаланыусы бер «экзотика»! Йөрәгендә уның бушлыҡ, сүл бурандары ҡотора күңелендә, йәнендә бер кемгә лә, бер тамсы ла мөхәббәт юҡ.
Шулай, дуҫҡай. Ярай, етер. Хат яҙ! Һеңлем Вәлимәгә яҙам – барһын, әйҙә. Нисек?
Сәләм менән Таңһылыуың. Рига, февраль, 1981 йыл.
Дауамы бар.