Шоңҡар
+21 °С
Облачно
Әҙәбиәт һәм ижад
23 Апреля 2023, 09:44

Таня-Таңһылыу Роман (10) Ринат КАМАЛ

Беләһеңме, йәнемде эттәр талай, олоп илағым килә. Үҙемә был тормошта толҡа тапмайым...

Таня-Таңһылыу Роман (10) Ринат КАМАЛТаня-Таңһылыу Роман (10) Ринат КАМАЛ
Таня-Таңһылыу Роман (10) Ринат КАМАЛ

* * *

 

Фәнисәм, һағындым һине!

 

Яҙ көндәрендә, оло ям өҫтәп,*

Аҡҡоштар ҡайтты һин йөрөгән яҡтан;

Сәләмдәреңде улар әйтмәйҙәр –

Миңа йыраҡтан – һин йөргән яҡтан.

 

* Авторҙың һорауы буйынса, йырҙың тексы хаталар менән бирелде. (Мөхәррир.)

 

Беләһеңме, йәнемде эттәр талай, олоп илағым килә. Үҙемә был тормошта толҡа тапмайым... Йәнем һыҡраған мәлдә ошо йырҙы иҫкә төшөрҙөм. Сабый саҡта, Түбәлә ишетә торғайным. Хаталары күптер инде, ғәфү ит. Һин минең башҡорт теленән «шәп» икәнемде беләһең бит! Өйрәнергә һис ҡул теймәй. Бында латыштар ҙа мине оялтып бөтөрҙө. Улар ул яҡҡа иғтибарлы.

Беләһеңме, бер йыйылышты хәтерләнем. Ошо мәсьәләгә (проблемаға) ҡағылышлы. Тыңла.

Яңыраҡ Рига ҡалаһының балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре йыйылышында ҡатнаштым. Шунда партия ҡала комитетының беренсе секретары ла сығыш яһаны. Беләһеңме (ҡолағыңды ҡарпайт, иғтибарлы бул), шул түрә тас латышса ғына һөйләне. Бер урыҫ һүҙе!.. Ярты зал-рус яслеләре мөдирҙәре, тәрбиәселәр. Мин дә рус яслеһенән, минең Дарья Павловна Спиридонова ла шунда. Улар геүләшә башланылар: ахыр берәүһе, тос кәүҙәле ҡалҡыу күкрәкле ҡатын (гром-баба) рөхсәтһеҙ-ниһеҙ урынынан тороп: «Беҙ бер ни ҙә аңламайбыҙ, русса һөйләгеҙ», – тине. Ни тип яуапланылар тип уйлайһың? Тәүҙә залдағылар шаулашты, «гром-баба»ны һүкте, унан теге секретарь нимә, ти? «Бында, латыш ерендә, йәшәйһегеҙ икән, латыш һыуын эсәһегеҙ, икмәген ашайһығыҙ, уның тупрағына баҫып йөрөйһөгөҙ икән, уның телен дә ихтирам итегеҙ, ул илдең учреждениеһында эшләйһегеҙ икән, уның һөйләшен дә белегеҙ. Был – мотлаҡ, был – тәбиғи. Әгәр ҙә теләмәһәгеҙ, уның учреждениеларында эшләмәгеҙ, уның һыуын эсмәгеҙ, икмәген еймәгеҙ, ерендә йәшәмәгеҙ», – ти. Һеҙҙе бер кем дә тотмай, ирекһеҙләмәй, береһе лә бында саҡырып килтермәгән, йәнәһе. Ҡала комитеты секретары башына шулай тип әйтте лә һалды. Иҫебеҙ-һушыбыҙ ҡороно, асҡан ауыҙҙарыбыҙҙы яба алмайбыҙ.

Ә мин үҙем, Фәнисәкәйем, сирләйем. Өсөнсө аҙна инде түшәктәмен. Исмаһам, больницаға һалһалар ҙа... Аҡылдан яҙам инде. Йәй буйы больницанан башым сыҡманы, хатта отпускымда ла врачтар ҡулына эләктем. Ярай унда, өйҙә, еңелерәк ине. Эштә саҡ ҡына көйгәйнем, йөрәгем тотто. Приступ! Һаман шул Дарья Павловна. Иптәшем «ашығыс ярҙам» машинаһы саҡыртты. Иҫтән яҙғанмын. Врачтарҙың һүҙҙәрен өҙөк-өҙөк ишетеп ҡалам. Участка врачы килеп дарыуҙар тәғәйенләне, бюллетень асты. Ике көндән үҙем поликлиникаға барҙым. Ә өсөнсө көн – йәнә... Температурам утыҙ биштән кинәт утыҙ һигеҙгә һикерә. Хәтәр! Аҙаҡ һыҙланыуым быуындарға төштө. Хәҙер аяҡтарыма баҫа алмайым, өй эсендә айыу балаһы төҫлө ауа-түнә йөрөйөм. Ҡайһы берҙә бөрөп ала, түҙ генә. Үткән төн һул ҡулым тынғы бирмәне, төнө буйы яралы бүре һымаҡ, ыуылдап сыҡтым. Хатта түҙмәй врачыма шылтыраттым. Гүйә һөйәктәремде борғолайҙар, шартлатып-ирекһеҙләп ҡайыралар... Бахыр йән, ете төн уртаһында килеп еткән! Нишләп кеше яфалайымдыр. Әлегә тиклем операция үткәрҙем, түҙҙем, әле илап ятам.

Ахырыһы, мин был еүеш Балтикала сереп бөтөп барам, һуңламаҫ борон ысҡынырға ине. Ысынлап та, серейем. Өҙлөкһөҙ сир. Һуңғы ике йылда больницаларҙан ҡайтып кермәйем. Әллә шул ҡәһәр һуҡҡыр гландаларым язалай? Шуларҙы алдырып ташлатҡайным... Бөтә бәләм шунан һуң башланды... Врачтар иһә сиремдең асылына төшөнә алмай интегә. Ниндәй сәйер ауыртыу ул?

Кисә поликлиникаға, ревматологка барырға тейеш инем, сыға алманым. Хәҙер бына карауатымда әйләнеп-тулғанып ятам. Тубырсыҡтай тулайым, иңрәйем, һыҙланыуҙан түҙмәй беләктәремде тешләп-күгәртеп бөтөрҙөм. Хурлыҡлы рәүештә Балтикала үлеп ҡалмаҫ борон, китергә тип, ныҡлап ҡарар ҡылдым. Йөрәк хөрт, бер нимәгә лә ярамай; фатир бирмәйҙәр; ир юҡ, балам булманы. Аптыраш. Хәйер, ҡасан да бер мин бәхетле булырмын микән, ҡасан да бер тормош шатлығы, һөйөнөс кисерерменме? Аптыраш, йөҙәш. Күпме генә ғүмерем ҡалды икән был яҡты донъяла? Хоҙайым миңә ни саҡлы бүлде өлөшөн?

Былар хаҡында уйламаһаң, түҙәһең әле; әгәр уйлай башлаһаң, Хоҙайым, Тәңрем, Матка Боска, күңел болғана, баш әйләнә, ҡобараларың оса, сәстәр үрә тора. Бөгөнгө көнөңдән, был тереклегеңдән бер йәм, тәм тапмайһың.

Әле минең кәйефем арыу. Һин, был гел төшөнкө йөрөй икән, тип уйлама. Бар, була ул минең дә һөйөнөс-кинәнестәрем, яҡты көндәрем. Була. Шунһыҙ, бәлки, түҙеп тә булмаҫ, донъя тынсыу бер зинданға оҡшап ҡалыр ине. Түҙеп торғоһоҙ саҡтар була, әлбиттә. Сирләп ялҡтым; фатир тип күҙем тондо; көндәр, аҙналар буйы япа-яңғыҙым ултырам. Берәүҙең дә бахыр Таняла эше юҡ. Бигерәк тә өйҙә бюллетендә ятҡанда ҡыйын. Берәү килеп баҫһасы буҫағама. Мартам да юғалды (күрше ҡалала уҡый).

Ҡайһы берҙә шайтанға ла кейәүгә сығырға әҙермен, тип яҙғайным да әле. Исмаһам, үҙемдең йылы мөйөшөм булыр ине. Дүрт яғымда – стена. Бер кем юҡ. Бер кем белмәй, күрмәй бахыр Шәрифовнаны! Ә шайтан... Исмаһам, иптәшем булыр, арҡамды терәп ултырырмын уға. Күҙҙәрем шарҙай атылып сығырға етешкәндә ул тәрбиәләр; тештәремде ҡайырып асыр ҙа тамағыма йылы һыу ҡойор. Эй шайтаным-яҡыным, йән киҫәгем!

Эргәмдә ипле, һалмаҡ иптәшем булыуын юрайым. Ышаныслы, тайғанда таяныр зат! Ул минең ыҙаларымдың бер өлөшөн дә үҙенә алһа, сирләгәндә лә мине ҡәҙер күрһә ине. Мине тотошлай, бар яфаларым, сирҙәрем, бәләләрем менән ҡабул итһә ине. Кәмселектәремде лә кисерһәсе. Мин шат, көләс, һау саҡта кемгә лә ярайым, ә сирле, хафалы көйө...

Хәҙер мин үҙемдең бәләкәй генә һөйөнөстәремде лә күрергә – ҡәҙерләргә өйрәндем. Полина Сергеевна әйтмешләй, һин зәңгәр күккә һөйөн, ҡояшҡа һөйөн, ғөмүмән, ошо ерҙә йәшәп ятыуыңдан йәм тап! Минеңсә, ул хаҡлы.

Мин, ахырыһы, һине моң-һағышҡа сорнаным, ғәфү ит. Нишләйһең, күңелем болоҡһоп тора, нескәреп-ебеп киттем. Кемдең ни ере ауырта, шуны тылҡый. Мин дә шулай.

Р. S. Ғәфү ит, кисә был хатты бөтөрә алмағайным – бөгөн дауам итәм.

Ауырып-көйөп ятҡанымда: ҺӨЙӨНСӨ! Һинән хат, аҡса бар. Вәт әй! Ҡәҙерлем минең, минең ҡотҡарыусым!

Врач күп дарыуҙар яҙғайны, ә аҡсам юҡ. Бәлә. Шул мәлдә һинән – хат! Ҡайһылай шатландым мин: түбәм күккә тейгәндәй булды. Беләһеңме, ҡайһылай һөйөндөрҙөң! Һин артығыраҡ та һалғанһың бит... Капитан, аҙҙыраһың матросыңды!

Алла бирһә, быйыл Балтиканан китәм, етте. Һеҙҙе лә үлеп һағындым: күрешке-осрашҡы килә. «Хыялый ҡыҙыҡай» тимә; хыялланмай ҙа булмай, дуҫҡай.

Балтиканан ҡайтҡас, ҡайҙа төпләнеремде белмәйем әле. Өфөләме, башҡа ерҙәме... Киләсәгем томан эсендә. Томан таралырмы-юҡмы, әллә мәңге мин унда быҫлығып, тонсоғоп йәшәрменме? Тәүҙә, моғайын, Өфөгә һуғылып, һине Ишемьярға алып китермен. Килештекме?

Иреңә, улыңа сәләм. Минең дә ҡустыларым үҫә бит. Улар Ерҙә беҙгә алмашҡа килә. Беҙҙән һуң Ерҙә беҙҙең урынды аласаҡтар.

Теге ваҡытта минең менән күрешергә ебәрмәгән директорыңды урынына ултыртыуың бик мәслихәт. Шул ғына төҫ ундайҙарға! Ярай, осрашҡанға тиклем! Көтәм. Үбәм. Таңһылыуың. Рига, март, 1981 йыл.

 

 

* * *

 

Фәнисәкәйем, ҡосаҡ-ҡосаҡ сәләмдәр Риганан!

Тыңла, минең шатлығым, һин быға үҙең дә ғәйепле түгелһеңдер. Юҡ, бөтөнөһөнә лә яҙ ғәйепле! Яҙ ыҙалай, язалай, яҙ йәнеңде ала. Әле һөйөнөс, әле кинәнес йылмайһа, йәнә һағыш, тағы ниҙер етмәй, һәр ваҡыт кешегә (бәхет өсөн) ниҙер етмәй! Ни өсөн? Быны берәү ҙә әйтә алмай. Хатта үҙең үҙ хәлеңде белмәйһең. Сит-яттар һине аңламай, һин яңғыҙһың. Барыһы ла үтер, аҡыллым.

Бына күрерһең, бөтәһе лә урынына ултырыр. Үҙең әйтмешләй: «Капитан, капитан, улыбнитесь!..»

Бәлки, яҙ сәбәпселер, бәлки, теге директорың йәнеңде ҡыялыр, аҫтан ғына ҡырҡалыр... Үтер, дуҫым, ышан миңә.

 

Все пройдет, как с белых яблонь дым...

 

Тағы шиғыр яҙҙым... Иң ҡыҙығы шул: яңыраҡ Марта ла һинекенә оҡшаш хат яҙҙы. Әле ул уҡыуҙа. Йыш ҡына мин дә шундай көнгә тарыйым. Әллә был үткәндәрҙе һағыныу микән? Әллә йылдың ошо миҙгелендәге билдәһеҙлекме? Безвыходность? Хоҙай ғына белһен!

Кисә ҡоштарҙың төньяҡҡа осҡанын күҙәттем. Торналар. Күңелде аңлатып бирә алмаҫлыҡ моңһоу хис сорнаны. Был ҡайғы ла түгел, әйтә алмайым, әллә һағыш, әрнеү, әллә үкенес – бөтәһе лә бергә буталған, буғай. Ул мәлдәрҙә мин – мин түгел инем. Шундай яманһыу булды: хатта үҙ-үҙемә урын тапманым, башымды ҡайҙа олаҡтырырға белмәнем. Әллә ул үткәндәрҙең хәтирәһе, әллә кисергәндәрҙе һағыныу, әллә билдәһеҙ һәм аяуһыҙ киләсәк тыуыуын тойоу? Унан өркөү...

Ниндәй тойғо икән ул? Күктәргә бағып, төньяҡҡа юлланған ҡоштар сылбырын оҙатып, әллә ниндәй кисерештәргә тарыным. Шулай үткәндәрме ҡаршымдан үтте, бөгөнгөммө тыуҙы? Киләсәк тураһында уйларға ла мәжбүрмен. Эх, Хоҙайым, ни көтә беҙҙе алда? Ни яҙған? Бәндәләргә, беҙгә, тағы ни етмәй? Беҙ, түҙемһеҙҙәр, туймаҫ, тынмаҫ йәндәр, тағы ни эҙләйбеҙ, ни даулайбыҙ?

Моғайын, беҙ генә түгел, барыһы ла ауырыйҙыр ошо сир менән, Фәнисә, һәр кем ошоға оҡшаш тойғо кисерәлер. Шулай уҡ уйлайҙыр, ә? Минең өлкән дуҫым, тәрбиәсем Полина Сергеевна ла тәҡрарлай торғайны: «Страсти и переживания – это хорошо. Это значит – мы живем. Отсутствие их – вот что плохо!..»

Ҡайһы берҙә үҙемде ошо уйҙа туҡтатам. Ҡаршылыҡлы тойғолар ҡосағында ҡалам... Үҙең әйтмешләй, ҡыҙыҡ был донъя. Ҡыҙыҡ та, серле лә. Сәйер ҙә.

Ярай, яҡты киләсәккә өмөт бағлайыҡ, әхирәткәйем. Ҡайһылай ғына әсе тойолмаһын яҙмыш, өмөт, ышаныс, хыял тигәнең генә әүрәтә күңелде. Хуш. Был юлы үҙем тураһында яҙып тормайым, эшкә ваҡыт етте. Яҙырмын. Тағы больницала аунаным. 8 Мартты ла шунда ҡаршыланым. Ярай. Көтәм. Үбәм. Таңһылыуың. Рига, апрель, 1981 йыл.

 

 

* * *

 

Фәнисәкәйем!

Ниһайәт, хатыңды алдым.

Больницала яттым, 8 Мартты ла шунда ҡаршыланым, тип яҙғайным бит. Мариэттаға рәхмәт инде; ал ҡәнәфер килтергән – бигүк күңелһеҙләнмәнем... Белмәйем, дуҫҡай, ошо ҡыҙҙан башҡа мин бында ни эшләр инем икән? Ул дарыуҙар, хаттар ташыны, больницала яңғыҙымды тилмертмәне. Донъяла игелекле кешеләр бөтмәгән икән әле. Уларһыҙ тормош ҡотһоҙ, йәшәү күңелһеҙ булыр ине... Бәндәнең игелеккә, яҡтыға, үҙ иштәренә ышанысы ҡаҡшар ине... Дуҫтар ауырлыҡта һынала. Алыҫ ерҙәрҙә мине Марта иркәләне, ул йылытты туңған йөрәгемде, ул һыйындырҙы күкрәгенә... Унһыҙ нишләр инем ете ят был тарафтарҙа! Изгелек изгелек булып әйләнеп ҡайтһын, әйҙә, үҙенә! Әсәйем юрағанса, аяҡ-ҡулы һыҙлауһыҙ, күңеле бөтөн булһын, бәхетенән айырмаһын.

Ихтимал ошо кешеләр, Атланттар ише, Ерҙе, Ерҙәге хаҡлыҡты үҙ иңдәрендә күтәреп тораларҙыр. Ерҙең, именлектең, выждандың, намыҫтың яҙмышы уларға бәйләнгән. Ошо заттарҙан башҡа ҡайһылай төҫһөҙ булыр ине тормош...

Больницанан һуң ике аҙна бюллетендә ултырып эшкә барһам, мөдирәм Дарья Павловна ҡашын емереп тора: артабан да ауырырға йыйынһағыҙ, беҙҙән китеүегеҙ хәйерлерәк, йәнәһе. Эй Хоҙайым, сирлеләр, имгәктәр кемгә хәжәт инде!

Ныҡ ыҙаланам мин шул ауырыуым арҡаһында, күп йәбер-золом күрәм. Тиремде йыртып сыға алмайым бит инде...

Әле эшләп йөрөһәм дә, аяҡтарым һыҙлай, ҡулдарым шеш. Ике ай дауаланыу шулмы? Ҡара: 17 декабрҙән 13 ғинуарға тиклем, унан 20 ғинуарҙан 6 апрелгә ҡәҙәр бөтөнләй баҡсала күренмәнем. Ярай, ялҡытты, буғай – пластинканы әйләндерәйек.

Һин теге директорыңды арыу өшкөргәнһең кеүек. Ҡарәле, һаман, әлеге ваҡиғанан һуң да, ҡуймай икән. Ну үҙең дә зәһәр, бирешмәгәнһең. Ундайҙар уҫаллыҡты, ҡатылыҡты ғына аңлай, шуға ғына ыңғайлай шул! Һәр коллективта иң мөһиме: етәксе менән мөнәсәбәт. Етәксе менән килешеп эшләһәң, – уң; килешә, яраша, яраҡлаша алмаһаң... Ул һине барыбер онотмаясаҡ, барыбер яйын табасаҡ...

Тағы гел баш эйеү ҙә килешмәй! Ирем дә буйһонмаҫ холоҡло, директорға ярай алманы, тиһең. Аңлашыла: һине өнәмәгәс, уны нисек үҙ итһен?! Ҡыҙыҡ: һеҙҙең алыштың ахыры ни менән бөтөр икән? Уҡытыусылар шулай үҙ-ара низағлашмай йәшәй алмай ул. Берәүҙәр директорға ҡаршы, икенселәр директор тирәһендә өймәгешә...

Һин – молодец, әммә, минеңсә, гел генә хаҡлы ла түгелһеңдер. Нисек? Әлбиттә, ситтән тороп әйтеү ауыр, һин яҙғандарың буйынса ғына... Шулай ҙа бер нәмәгә иманым камил: һин бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла, бер кемгә лә елкәңә менеп ултырырға мөрхәт бирмәҫһең. Киреһенсә, бүтәндәрҙе үҙеңде тыңларға, аҡыллы һүҙгә ҡолаҡ һалырға мәжбүр итерһең. Мин һиңә ысын күңелдән көнләшәм, һинең менән ғорурланам. Мин генә ул бәлеш: үҙемде яҡлай белмәйем. Моғайын, аҡтыҡ көндәремәсә шулай йүләр көйө ҡалырмын.

Беҙҙеке лә бигерәк холоҡһоҙ бер бисә Дарья! Уны берәү ҙә еңә алмай. Нисәмә ҡыҙ-бала ҡан-йәш түкте, ә нисәмәһе «үҙ (администрация) ирке менән» эшенән бушатылды! Осона сығырлыҡ түгел. Уның менән айҡашып алйып бөткәндәр инде, ул ғына арымай, утта янмаҫ, һыуҙа батмаҫ ҡурсаҡ һымаҡ.

Коллективта берәү ҙә уға ҡаршы сыҡмай тиерлек. Минең турала һөйләп тораһы ла юҡ. Мин – һарыҡ бәрәсе. Ул минең ише бешмәгәндәргә төкөрмәй ҙә.

Һин институт тамамланың, юғары белемле уҡытыусыһың, кейәүҙәһең, балаң бар, ә мин... йолҡош! Был донъяла бер нимәгә лә ирешә алманым: уҡыманым, ирҙән уңманым, балам булманы. Был йәмғиәттә үҙ урынымды таба алманым. Әллә иртә, әллә һуңыраҡ тыуғанмын яҡты донъяға, эт белә. Үлеп уҡығым килә ине: әллә нисә ҡат имтиханға тип тә йыйынып бөттөм, булдырыр ҙа инем, моғайын. Хәҙер инде һуң, башым да эшләмәй. Наҙан көйө генә үлеп китермен инде.

Ҡартлыҡ шатлыҡ түгел. Күңелемдә бер осҡон, йөрәктә йылы, ғәм юҡ. Ғөмүмән, һуңғы мәлдәрҙә тормоштоң бер ҡыҙығын күрмәйем. Ерҙә йәшәүҙең тәмен дә юғалта башланым төҫлө. Ҡайһы берҙә ятам-ятам да: «Ни өсөн бынауынса ыҙаланып йәшәйем, нимәгә ул миңә тормош, бөтәһе лә ҡаҙалып китмәгәйе», – тип ҡуям. Ни өсөн, ни тип йәшәйем мин? Бер йәме, бер тәме... Гел ыҙа, сир, бәлә-ҡаза, хәсрәт-хәстәр...

Күк йөҙөндә остоҡ ҡына яҡтылыҡ хасил итһәсе, бер осҡон-нур төшһәсе тәҙрәмә! Донъямды аҡһыл томан, ҡуйы болоттар сорнаған, юлдарым бикле, хатта хыялым да, хистәрем дә бикле, бығаулы. Идеал тигәнең дә бары нәжәғәй уйыны, алдаҡ ҡына. Идеал юҡ, буш нәмә; мөхәббәт – ҡыланыу; хыял – аҡһыл томан шаршауы. Хәйер, минең хыялым да, идеалым да юҡ хәҙер, бер нимәм дә ҡалманы. Хатта минең вариҫым да ҡалмаясаҡ, Ер йөҙөндә. Минән Ерҙә остоҡ бер ут та, бөртөк тамсы ла, хатта туҙан бөртөгө лә ҡалмаҫ... Ни өсөн, ни хаҡына йәшәнем мин? Кемдәр өсөн ғазаптар татыным? Ни өсөн килдем мин был Ергә?

Хәйер, был уйҙар бөтәһе лә бушҡа... Бер кемгә лә кәрәкмәй. Донья, кешеләр өсөн, ахырыһы, мин артыҡ йөк кенә. Мәғәнәһеҙ булды тормошом! Тирә-яҡта – мәғәнәһеҙлек, шыҡһыҙлыҡ. Бөтәһе лә бушҡа ғына. Хәҙер:

 

Уж не жду от жизни ничего я,

И не жаль мне прошлого ничуть... –

 

тип ҡабатлайым. Тағы шиғыр... Ишемьярҙа: «Шул есениндарың менән һаташаһың», – тип көлә торғайның. Былар хаҡында яҙыу еңел түгел миңә, Фәнисә. Ауыр, әммә кемгәлер әйтергә лә кәрәк бит. Ауыр, ләкин күңелде кемгәлер бушатҡы, кем менәндер серләшке лә килә. Ни тиһәң дә, мин әле йәшәйем, тын алам.

Ғәфү ит инде, дуҫҡайым, әллә ни булды миңә. Башҡа теләһә ниндәй уйҙар тула. Уларҙан айбанып та, ҡотолоп та булмай. Онотолғом, ойоғом килә. Ҡапыл юғалһам, юҡҡа сыҡһам ине, тип тә ҡуям. Бөтә нәмәнән – ыҙаларымдан, сирҙәремдән, уйҙарымдан, үкенестәремдән – бер юлы ҡотолор инем.

Ярай, асыуланма, Фәнисәм. Хуш-һау бул. Һинән сәләмдәр көтөрмөн (йырҙан). Таңһылыуың. Рига, май, 1981 йыл.

 

 

* * *

 

Һаумы, Фәнисә!

Һеңлем Вәлимә апрелдә уҡыуын тамамлап ҡайтып киткән. Нишләп һеҙгә инмәгәндер, аңламайым. Уның шул кирегә бөткән холҡо бар инде. Ятһынамы, – кешеләрҙән тайшанып тик йөрөй. Минең ише «компанейский» түгел.

Ҡырағай! Минең һеҙҙе таныштырып ҡуйғым килгәйне. Ихлас ул былай, һеҙ барыбер бер-берегеҙҙе оҡшатыр инегеҙ. Мин, ул тип, йәй начальниктары менән һөйләшеп йөрөнөм. Эшенән ҡыуырға маташтылар. Етәксеһе – минең тиҫтер, бергәрәк уҡығайныҡ. Заманында күҙ атып та йөрөнө – йәнем һөймәне... Бына хәҙер, һеңлем хаҡына шуға баш эйергә яҙҙы. Йөрәгем уртаға ярылыр хәлдә, телем хәбәрен теҙә.

Әҙерәк үҙем хаҡында. Больницанан һуң Мариэтта менән театрҙар буйлап сабабыҙ. Драмтеатрҙың репертуары алмашынды, арыу ғына әйберҙәр бар... Спектаклдәр, концерттар ҡарайбыҙ. Ригаға төрлө билдәле кешеләр килә. Үҙҙәре йырлай, үҙҙәре уйнай, үҙҙәре көлдөрә. Allq gop! Был яҡтан, Фәнисә, ауыл барыбер ҡалаға етмәй инде. Ха-ха... Мин ғүмерем баҡый ауылда йәшәнем, ә бөтә булмышым менән ҡала кешеһемен икән дә... Шуны яңы аңланым.

Ҡарәле, Петрик хат яҙған. Көлөрһөң дә, иларһың да.

Малайың үҫәме? Һөйләшә, тиһеңме? Үҙеңдең дә, иреңдең дә мәктәптәге эштәрегеҙ көйләнә төштө, тип һанайһыңмы? Яҡшы! Мин һеҙгә уңыштар теләйем, изге уй-теләктәр юрайым. Йәнегеҙ тыныс, күңелегеҙ ныҡ, күктәрегеҙ аяҙ булһын, көнөгөҙ, тормошоғоҙ уң барһын. «Шағирә», тип көлмә, ысын. Тәнегеҙ һыҙламаһын, йәнегеҙ әрнемәһен! Бирешмә, капитан!

 

Капитан, капитан, улыбнитесь,

Только смелым покоряются моря...

 

Теге күлдәк оҡшанымы? Яҙ. Тағы ниндәй үтенестәрең бар? Яңы модалы берәй нәмә алдыңмы? Өфөлә хәҙер ниндәй күлдәктәр модала? Сәсте лә элеккесә йөрөтәләрме? Яҙ! Бөтәһен дә, бөтәһен дә...

8 мартта ишемьярҙар мине ҡотланы. Петянан, Николай Григорьевичтан открытка, Полина Сергеевнанан хат алдым. Полина Сергеевнаға ғына яуап яҙҙым да, вәссәләм. Әлегә өндәре-тындары сыҡмай.

Ошонда түңәрәкләйем, Фәнисә. Был юлы ҡыҫҡараҡ тотам. Күп тә ҡалманы бит инде. Үҙең яҙ, өлгөрөрһөң. Таңһылыуың. Рига, июнь, 1981 йыл.

Р. S. «Өрөп ҡап!» – тигән башҡортса әйтем нимәне аңлата?

Дауамы бар.

Автор:
Читайте нас