

Дүртенсе бүлек
1
Марфа әбей ҡышын да, йәйен дә ҡалын итеп кейенә. Ҡышын һыуыҡтан өшәнә, йәйен иһә ҡояштан ҡаса, күләгәлерәк урын эҙләй. «Кеше туңып та, эҫе ҡабып та үлә», – ти ул етди итеп. Ҡалын кейеме, ҡатлы-ҡатлы күлдәктәре ҡышын һалҡындан, йәйен эҫенән, ҡояштың аяуһыҙ нурҙарынан һаҡлай. Шулай яйлыраҡ уға.
Ҡасандан бирле шул ул. Мин тәү күргәндән һаманғаса тамсы ла үҙгәрмәгән. Шул уҡ Марфа әбей: кәүҙәһе бер аҙ алға бөксәйә төшкән, ирендәре ҡымтыулы, ҡараштары үткер, сырайы етди. Үҙе һаман да иҫке оҙон ҡара күлдәген һалмаған. Гүйә, өйө ҡаршыһындағы ҡарама ағасы. Уның һымаҡ ҡарт, сырайы әрһеҙ елдәрҙән ҡарайған, йырмасланып-йыйырсыҡланып бөткән. Уның ише ел ыңғайына иңкәйә, һыҙлана, ләкин бирешергә самаһы юҡ. Әйтерһең дә, әсе елдәр, йылдар, көҙгө ямғырҙар уға тәьҫир итмәй. Ғүмере өҙлөкһөҙ һуҙыла ла һуҙыла... Ихтимал, бының осо-ҡырыйы булмаҫ. Ҡарт өйәңке мәңге шулай тәҙрә ҡаршыһында торор. Олондары уҫал елдәргә иңкәйер, япраҡтары иңрәп шыбырлар. Ул бирешмәҫ.
Марфа әбей бик-бик боронғо кеше. Ул оҙон-оҙаҡ дәүерҙәр йәшәй. Әйтерһең, гел генә шулай ҡарт булған.
Күтәрмәһендә ҡасандыр ойоп киткән дә һаман ошо йоҡоһонан айырыла алмай. Алға табан бөксәйеп, түмәр шикелле ҡатып ҡалған. Абайламайыраҡ килһәң, күтәрмәнән айырырлыҡ та түгел. Үҙенең өйө, ихатаһы, ҡаралтылары менән ҡатышып бөткән. Беҙ уны көс-хәл менән шәйләнек. Ҡарсыҡ башын аҫҡа эйгән, урамдан үтеүселәргә иҫе лә китмәй. Әллә йоҡлай, әллә үҙ алдына уҡынып аҙаплана.
– Марфа әбей, эҫе ҡаба лаһа, нишләп ҡояшта кибәһең?
– Әйттең һүҙ. Хәҙер эҫе ҡаба тиме ул? Июль ҡояшының ҡайнарлығын да ташҡа үлсәйем. – Әбейем яҡындан ҡарағанда бирешеп киткән кеүек: кәүҙәһе дуғалай бөгөлгән; күҙҙәре кесерәйеп эскә батҡан; өҫтө лә ҡарая, уңа төшкән һымаҡ. Бына ул ҡалҡына биреп ҡуйҙы. Һаман да теремек, әүәлгесә телсән, шаян икән. Һай, беҙҙең Марфа әбей!
– Марфа әбей!..
– Бәй, минең ҡыҙҙарым килгән! Таня! Фәнисә! – Ҡарсыҡ яҙыла. – Онотмағандар... – Әүәлге бөкрәйгән ҡарсыҡ йәһәт кенә һынын турайта, йөҙөн һыпыра. – Хуш йөрөйһөгөҙ, балаҡайҙар, хуш... – Алыштырып ҡуйҙылармы ни әбейеңде! – Әйҙәгеҙ, түрҙән...
Марфа әбей үҙенә урын тапмай, ата ҡаҙҙай шунда тыпыслап-тыпыслай. Беҙ ҙә осрашыу шатлығынан шаңҡығанбыҙ.
– Әбей, һин шәп... – тим, һүҙҙе ялғар өсөн генә.
– Ҡуй инде, ҡуй, шәп, тип... – Ҡарсыҡ ҡул ғына һелтәне. – Һеҙҙән һуң ныҡ бирештем, һеҙ барҙа шәп инем... – Ҡыҙҙары көлөштө. – Ҡана, ник улай Ишемьярға килергә йыйынып киттегеҙ?
– Ана, Таняң инде, – тим, әхирәтемә төртөп. – Риганан ҡайтҡанда миңә тейгән. «Ишемьяр ҙа Ишемьяр» тип быуынға ғына төшә.
– Ха-ха... Марфа әбей, көскә өтәҫләп килтерҙем үҙен, тыңламай ҙа ҡуя. «Минең ир, бала», – ти, саҡ-саҡ күндерҙем.
– И шилма, Ишемьярҙы онотҡан шул...
Икәү минең кәрәкте бирергә тотона.
– Ишемьярға хыянат итә! – Әхирәтем бармаҡ янай.
– Шилма, бәләсник, – ти Марфа әбейем. Таңһылыуға етә ҡала.
Әбейем Таңһылыуҙың өҫтөнә ымлай:
– Матур ғына салбар тектергәнһең икән...
– Юҡ, салбар түгел дә, сарафан тип атала, – ти әхирәтем көлөп. Сарафаны үҙенә килешеп тора. Ул шул сарафандарын, салбарҙарын кейергә ярата бит.
– Миңә ни... – Ҡарсыҡ ҡул һелтәй, Таңһылыу һыны ҡатып көлә.
Таныш күтәрмә, таныш өй! Йәнгә танһыҡ донъя... Нисә йылдар ошонда көн сигелде. Ғүмеремдең бер киҫәге ошо йортта, ошо хужабикә менән үткән! Өҫтөмә хәтирәләр ябырыла. Хәс тә бындағы һәр әйбер изге.
– Һөйрәкләп-өҫтөрәп алып килдем үҙен, тиһең инде, Таня. Молодец! Онотмайһың беҙҙе, ташламайһың... – Марфа әбей үҙенекен һамаҡлай. – Фәнисәгә шул төҫ ул, шул төҫ. Иҫләйем мин уны: шымый, кирегә бөткән, үҙенекен генә ҡайыра. Арҡыры бәндә: өндәшмәй-тынмай, аҫҡа ғына ҡарап йөрөй ҙә эшен ҡыла.
– Ҡырыҫ, терәпес, Марфа әбей, был ҡыҙың... – Таңһылыу ҙа ҡарсыҡтың һүҙен йөпләй.
Сәй янында ла хәбәр өҙөлмәй. Яңылыҡтар бигерәк күп йыйылып киткән икән. Һөйөнөстәр-кинәнестәр күбәйгән.
– Йә, һөйлә, Таня, Ригала нисек тормош? Ата-әсәйеңдәр иҫәнме?
– Иҫәндәр, сәләм әйттеләр, күстәнәс ебәрҙеләр.
– И-и, берәй нимә килтермәһәң, һин Таня булмаҫһың инде ул.
– Нимә, Марфа әбей, – тим, урынында өйөрөлөп-сөйөрөлөп йөрөгән ҡарсыҡты ҡыҙғанып.
– Башым әйләнеп китте, ҡана, ҡыҙым, ҡар мөгәрәбенән бәрәңге сығар. Һин бөтәһен дә беләһең бит инде унда, үҙ донъяң.
– Беләм.
– Бар. Ҡунаҡтар килгән – ҡуҙғалмаҫ ерҙән ҡуҙғалырһың. Тик ҡарап йөрө, осоп төшмә!
Шул арала Марфа әбей бөтә Ишемьяр яңылыҡтарын теҙеп сыҡты. Полина Сергеевна менән Николай Григорьевичтар ҡыҙҙарында ҡунаҡталар. Пенсионерҙар ни, хәҙер... Таисия Алексеевна ла күптән ялда. Петрик ауылда. Әсәһе, эскесе ҡарсыҡ, яңыраҡ гүр эйәһе булып ҡуйған.
– Шулай, донъялар бер көйө генә тормай – үҙгәрә, алмашына. Ана, һеҙҙән һуң миндә лә күпме ҡыҙ йәшәне. Күпмеһен Ишемьярға кейәүгә биреп, баштарын ашаным, эх... Ищу бөтөнөһө лә националкалар! Хуп! – Ҡарсыҡ уфтаныпмы, һөйөнөпмө бот сабып ултыра. Күҙҙәрендә – моң, һағыш, эсендә – хистәр, хәтирәләр ташҡыны. Ауыр ҙа, яманһыу ҙа, һөйөнөслө лә, һағышлылыр ҙа уға, моғайын. Эргәһендә – дуҫ ҡыҙҙары. Янына балаҡайҙары ҡайтҡан. Ҡасандыр ошо ояла талпынған, ошонда ҡанаттарын нығытып алыҫ тарафтарға юл алған ҡошсоҡтар...
Хужабикә ҡарсыҡ һаман әүәлгесә ҡыҙҙарын-балаҡайҙарын:
– Йә, йә, сәйегеҙ һыуый, етешегеҙ! – тип киҫәтеп-ҡыҫтап ултыра.
2
Ишемьяр һаман да шул Ишемьяр икән. Беҙҙең йәшел бишегебеҙ. Тәбиғәттең ҡырағай бер төбәге. Ул урман менән ҡатышҡан тиерлек. Әйтерһең дә, бындағы өйҙәргә, аласыҡтарға кеше ҡулы теймәгән дә, ауыл тәбиғәт ҡөҙрәте менән генә яралған да ҡуйған. Өйҙәре һалынмаған, мунсалар буралмаған, ә шул көйөнсә үлән, ҡыуаҡлыҡтар менән бергә үҫеп сыҡҡан. Улар, өйҙәр, аласыҡтар, аҙбарҙар, кетәктәр, үлән менән бергә үрелеп йәшәй. Ишемьяр ҡомалаҡ һабаҡтарынан, үләндәрҙән үрелгән бишек.
Мин бары ауылға килеп ингәс кенә уны нисек һағыныуымды аңланым. Уны күреү күптән күңелем теләге булған. Мин был осрашыуҙы көткәнмен, уға оҙаҡ әҙерләнгәнмен... Ишемьяр урамдарында ҡапылдан бөтә хәтирәләрем терелделәр ҙә ҡуйҙылар. Улар, таш аҫтында баҫырылып ятҡан, шулай ҙа һаман үҫеп маташҡан йәшел үлән шытымдары ише, яҡты донъяға ихлас күҙҙәре менән бағалар.
Алыҫта ҡалған ғүмер, иҫкәрмәҫтән, шулай кешене шаңҡыта, уйҙар тулҡынына һала икән. Мин әхирәтем менән Ишемьяр урамдары уртаһына баҫҡанмын да, шулай йөҙәп, иләҫ-миләҫ көйө торамын. Тирәмдә – Ишемьяр донъяһы. Ишемьярҙа уҙған йылдар ҡапыл ғына терелделәр ҙә ҡуйҙылар һымаҡ.
– Беҙ – һаман да Ишемьяр балалары! Һаман да уның уҡытыусы ҡыҙҙары! Ишемьяр мәктәбе, Ишемьяр өйҙәре таныш тиҫтерҙәребеҙҙәй күҙҙәребеҙгә текәлә, үҙҙәренә инергә саҡыра, буғай.
Юлыбыҙ – мәктәпкә табан. Марфа әбей, ғәҙәттәгесә, ҡайтыуыбыҙҙы бешеренеп көтөп торасаҡ!
Быуындар өҙөлә, һулыштар ҡыҫыла. Бөтәһе лә таныш, ҡәҙерле бында. Бәхеткә ҡаршы, берәү ҙә осрамай. Көпә-көндөҙ ел ҡыуабыҙ, бушты бушҡа ауҙарабыҙ. Көн үҙәге, ә йән эйәһе күренмәй.
Мәктәп тышында – Николай Григорьевичтың Совет власы тураһындағы һүрәте. Художник, ысын художник инде ул. Хәҙер, ялға киткәс тә, мәктәптә уның рухы йәшәй. Стеналарҙа, кластарҙа ла уның һүрәттәре.
Мәктәп буш. Бына уҡытыусылар бүлмәһе асылыр ҙа унан хәрбиҙәрсә оҙон буй-һынлы етди, йыйнаҡ кеше – һөйкөмлө Николай Григорьевич килеп сығыр төҫлө. Ул әҙерәк тотҡарлай. Кабинетында ниндәйҙер эше сыҡҡан, саҡ ҡына көттөрөп килер. Ул бында... Эйе, был мәктәптә уның рухы йәшәй.
Ул әүәлгесә шунда, йәнәштәге бүлмәләрҙең береһендә йөрөйҙөр. Бына ҡаршыға килеп баҫыр ҙа:
– Ҡыҙҙар, мин һеҙҙе күптән көтәм, һуңлаңҡырайһығыҙ... – тиер һымаҡ.
Директор кеше ғәҙәтенсә кластарҙағы тәртипте, эш барышын тикшерәлер. Ҡанына һеңгән инде.
Мәктәптә техничка Федоровна апайҙан башҡа йән эйәһе юҡ. Бөтәһе лә ялда. Мәктәп тә, ауыл да бушап, етемһерәп ҡалған. Әллә нисек ҡыйын булып китә, тын ҡыҫыла, ирендәр кибә. Мәктәп артыбыҙҙан моңһоуланып, яманһыулап оҙата.
Үпкәһе ҙур уның. Ул ҡартайып, ҡарсыҡтар шикелле ергә сүгеп, йәнә мине ташлап китәһегеҙ инде тигәндәй, моңайып ултырып ҡала.
Мәктәптәге уҡытыусыларҙы ла, Николай Григорьевич менән Полина Сергеевналарҙы ла күрмәгәс, яманһыу. Ишемьяр бушаған, көҙгө урман ише яланғасланған; ауылда Марфа әбей ҙә бер нисә ҡарт-ҡоро ғына.
Мин шулай тип уйлап өлгөрмәйем, алдыбыҙҙа оҙон бер ир пәйҙә була. Тәүҙә абайламайым да әле. Петрик бит! Петрик яй ғына баҫып беҙгә табан яҡынлаша. Суҡынғыр, ғорур бәндә: башын юғары күтәреп, күкрәген киреп ебәргән, ергә хужамы ни?! Эйе, ул, нәҡ үҙе – ике күҙе! Оҙон, матур һомғол буй-һынлы. Ҡойоп ҡуйған бөркөт!
Мин ҡурҡынып әхирәтемде күҙәтәм. Ҡаушар, ҡойолоп төшөр микән, тим, шөбһәләнеп. Гүйә мин уны үтәнән-үтә күрәм. Ул, мурҙалағы балыҡтай, сәбәләнә, бөтә тәне көҙгө япраҡ төҫлө дер-дер ҡалтырай. Быуындары ҡата. Нишләргә? Был мәлдә мин ни ҡылырға, әхирәтемде нисек яҡларға, афәттән араларға тейешмен? Ер, һыу, һауа, ярҙам итсе! Ҡайһылай итеп, ҡайҙарҙан, ниндәй сараларын табайым хәҙер?
Петрик үҙен ғәҙәтенсә интеллигенттарса тыйнаҡ тота. Йомшаҡ итеп һөйләшә, йәнәштән һаҡ баҫып атлай. Бер яңылыш ишара яһаһасы, бер артыҡ һүҙ ысҡындырһасы... Бәлә! Артислығын, ҡупылығын һаман ташламаған: алтылағы – алтмышта, кешеләр араһында ҡайһылайыраҡ ҡыланырға, ни әйтергә белә.
Мин үҙ-үҙемә бикләнәм, улар бер-береһенең хәл-әхүәлен белешә.
– Эйе, ауылдамын... Ҡәйнәм әйтмешләй, ситтә лә ситәнгә элеп ҡуймағандар...
– Дөрөҫ...
– Ҡайһы берҙә генә күңел тулышып китә. Ауылда күңелһеҙерәк бит, ҡалалағы ише ығы-зығы юҡ.
– Хәҙер Марфа әбейҙәргә бараһығыҙмы?
– Эйе...
Марфа әбей ихатаһына ингәс, мин өйгә ашығам, улар тышта ҡала.
Марфа әбей өлтөрәп йөрөй, йәһәтләп ашын өлгөртөргә тырыша.
– Ите бешеп сығып килә, хәҙер...
– Уғата сәсәп барма, Марфа әбей, ваҡыт күп бит әле.
– Һин сабыйым тип ҡабаланаһың инде...
– Эйе. Былай ҙа өйҙәгеләрҙе саҡ-саҡ күндерҙем.
– Күпмелек әле?
– Өсө тула...
– Яраған... Игелеген күрергә яҙһын.
Аш янында ла һүҙ донъя хәлдәре хаҡында. Күңелем болоҡһой, Марфа әбейгә лә, Таңһылыуға ла еңел түгел. Тағы айырылышабыҙ, тағы төрлөбөҙ төрлө тарафтарға юл ала. Күрәһең, кеше тормошо шулай осрашыуҙарҙан һәм айырылышыуҙарҙан ғына торалыр. Ҡыҫҡа ғына күрешеү мәлдәре – ғүмер миҙгеленең илаһи осоро, ҡояштың яҡты бер балҡышы, йыһан иңенең күҙ асып йомған араһы ғына. Гүйә беҙ бары ошо осрашыуҙар менән айырылышыуҙар араһында ғына йәшәп ҡалабыҙ. Бер ваҡытта ла танһығыбыҙ ҡанмай.
Таңһылыу менән кис үк юлға сығырға килештек. Марфа әбей ҙә сәбәләнә: әллә ниндәй төргәктәрен төрә, әллә ниндәй өгөт-нәсихәттәрен туҡый. Беҙ баш баҫып моңһоу ғына ултырабыҙ, бер-беребеҙҙе, һөйөклө хужабикәбеҙҙе йыуатып маташабыҙ.
Петрик, күпме генә ҡыҫтаһаҡ та, ашҡа инмәне. Таңһылыу уны оҙатып керҙе. Әллә шуға хәҙер үҙе бойоҡ; ауыҙына һыу уртлағанмы ни, ләм-мим.
Марфа әбей әллә ниндәй өгөттәрен тылҡый, әллә ниндәй хәтирәләрен иҫләй. Төргәктәрен ҡыштырлата, сәбәләнә, бушамай, өлгөрә алмай бер була... Уға ла ҡыйын инде. Ҡарт бисара! Ҡәҙерле ҡунаҡтары ла аяуһыҙ: күҙгә күренгәндәй иттеләр ҙә тағы юҡҡа сығалар. Ай күрҙе, ҡояш алды.
Беҙ ҙә, Марфа әбейҙең ҡошсоҡтары, бойоҡбоҙ. Юл алдынан тынғанбыҙ.
Ихатаға сығабыҙ ғына тип торғанда, солан ишеге шығырлап асылды. Бәлә – Таңһылыу юлдашым терт итеп ҡалды! Әллә нимәнән өрктө, бынағайыш. Йөҙө ағарынды, күҙҙәре ҙур асылып китте; биленләгән ҡурҡаҡ ат. Ул ауыр сумаҙанын дөңк итеп кире иҙәнгә ҡуйҙы, үҙе лә ағас карауатҡа лыпын ултырҙы.
Петрик йөрөй икән. Мин быға һөйөнөргә лә, көйөнөргә лә белмәнем... «Петрик Таңһылыуы, элекке ҡатыны менән хушлашырға килгән! Йәне бар икән әҙерәк», – тип уйлайым эсемдән.
Шунда әхирәтем тынлыҡты боҙҙо:
– Юҡ, Фәнисә, мин бер ҡайҙа ла бармайым. Мин хәл иттем! – Үҙе ҡараштарын туфли йөҙлөктәренә төбәп ҡатҡан, миңә лә, Марфа әбейгә лә, Петрикка ла күтәрелеп ҡарарға ҡыймай. Мин бер ни ҙә аңламайым.
– Нимә хәл иттең? – тим, аптырап.
– Мин күп уйландым, Фәнисә, әбей, ахырыһы, яҙмышым шулдыр. Мин Петя менән ҡалам! Беҙ һөйләштек инде.
– ?..
– Фәнисәкәйем! – тип миңә уҡтала был. – Марфа әбей! Асыуланмағыҙ, йәме! Кисерегеҙ мине! Мин башҡаса булдыра алмайым, башҡаса юлым юҡ минең!
Улар – Таңһылыу менән Петрик – икәүләшеп мине ауыл осонаса оҙата баралар. Таңһылыу ҙа, Петрик та өндәшмәй, бары мин генә, ыҙалы тынлыҡтан ҡурҡып, өҙлөкһөҙ тәтелдәйем, телемә килгән тәүге һүҙҙәремде теҙәм. Мин уларҙы аҡларға ашҡынам, улар, йәш иштәр, – минең алда һынау тотамы ни! Йәштәрҙе өркөтмәҫкә, баҙатмаҫҡа, йәмһеҙ ҡыланып, ҡыйырһытмаҫҡа тырышам. Өлкән еңгәсәй, пүнәтәй мин хәҙер уларға.
Улар, оялсан егет менән елбәҙәк ҡыҙ һымаҡ, етәкләшеп алғандар ҙа миңә ҡул болғайҙар. Араларыбыҙ йырағайған һайын нығыраҡ болғайҙар, нығыраҡ яманһыуланалар, нығыраҡ ҡурҡалар төҫлө. Ғәжәп: ошо мәлдән алып улар, ҡыҙ менән егет, икәүҙән-икәү, күҙмә-күҙ ҡаласаҡтар бит. Оло донъя уртаһында икәүҙән-икәү генә, күҙмә-күҙ ҡарашып...
Мин шулай көтмәгәндә, тәҡдир ҡушыуына буйһонопмы, әллә йәштәрҙең йөрәк тибешенә эйәрепме, әхирәтемде ҡабат Ишемьярҙа ҡалдырып киттем. Икенсе ҡат. Ҡабат дуҫымды уның ҡосағына ташланым. Абайламаҫтан ҡәҙерлемдең оло еңгәсәйенә әйләндем, уның яҙмышын хәл итеүсегә әүерелдем түгелме?..
Дауамы бар.