Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
25 Апрель 2023, 15:51

Таня-Таңһылыу Роман (12 өлөш) Ринат КАМАЛОВ

Фәнисәкәйем, мине бер нәмә генә борсой. Ахырыһы, һин күңелемдең бер ҡаяһы, таянысылыр.

Таня-Таңһылыу Роман (12 өлөш) Ринат КАМАЛОВТаня-Таңһылыу Роман (12 өлөш) Ринат КАМАЛОВ
Таня-Таңһылыу Роман (12 өлөш) Ринат КАМАЛОВ

Бишенсе бүлек

 

Үҙе теләп осмай япраҡ, ел осора,

Ел күтәрә, ел төшөрә, ел уйната.

 

(Йомабикә)

 

1

 

Фәнисәкәйем, һаумы!

Ишемьярҙан ҡайтыуыма ла аҙналап ваҡыт үтте. Әммә һаман шунда һымаҡмын, һаман айнып бөтә алмайым. Әлбиттә, һинең алдыңда ҡыйын. Кәйефеңде ҡырҙым, күңелеңде төшөрҙөм һымаҡ, һаман үҙемде ғәфү итә алмайым, үҙемде һине ҡыйырһытҡан төҫлө тоям... Зинһар, хыянатсы, алдаҡсы, тип уйлама. Мин – бер бисара бәндә. Нишләйем һуң инде, ни ҡылайым. Әгәр ҙә һинән айырылмаһам, уны мәңгегә юғалтырмын, мәңге-мәңге юлдарыбыҙ киҫешмәҫ кеүек тойолдо.

Һин китеп ике көн торғас, Полина Сергеевналар ҡайтты. Мин уларға йыйынғайным, Петрик ебәрмәне. «Ҡырымда йөрөтөп апҡайтҡаны ла еткән», – ти. Кире сигендем, киләсәгем, Петригым хаҡына дүндем. Шул уҡ көндө юлға сыҡтым. Йән тартҡан заттарым менән осраша алмағас, был ерҙән, был илдән тиҙерәк алыҫҡараҡ ҡасҡым килде.

Ишемьярҙан үкһеп киттем.

Ишемьяр ҙа, мәктәп тә, Марфа әбей ҙә, Ишемьярҙағы тормошобоҙ ҙа артта ҡалды. Хушлашҡанда Ишемьярға ҡайырылып-ҡайырылып ҡарайым. Ул шулай башын түбән эйеп, күҙҙәрен күрһәтмәҫкә тырышып, әсе йәштәрен түгә, һыҙлана, буғай.

Әйе, беҙҙең күпме ғүмеребеҙ унда уҙҙы, унда ғәмһеҙ йәшлегебеҙ тороп ҡалды.

Хәтерләйһеңдер. Урамда Петрикты күргәс, әллә нишләнем. Нисек уны әлегәсә аңламағанмын, баһаламағанмын, тим. Уның хаҡында ҡайһылай итеп насар уйлай алдым икән?.. Йөрәгем дарҫлап тибә, ни ҡылырға белмәйем. Үҙем был осрашыуҙы көткәйнем дә, уға әҙерләнгәйнем дә кеүек, тик былай уҡ кинәт булыр тип башыма ла һыйҙырмағайным.

Һин алдан уҡ, һүҙ ҡуйышҡанһығыҙҙыр ул, тип әйтерһең. Ни тиергә инде. Вәғәҙәләшеү булманы, бары Ишемьярға йыйыныуым хаҡында яҙғайным.

..Аптырайһыңдыр инде. Мин үҙем дә ер менән күк араһында кеүекмен. Был өнөммө, төшөммө, тип ҡаңғырам, бөтәһен дә аңларға башым етмәй. Күрәһең, яҙмыштыр... Ул үҙ яйына алға ағыла. Бары мин юлына арҡыры төшмәйем. Ни хәл итәһең... Быны яҙып ҡына төшөндөрөрлөк түгел.

Р. S. Хатымды кисә ослай алмағайным.

Һин өйгә ингәс, Марфа әбей соланында әллә ни саҡлы һөйләшеп торҙоҡ. Эҫенешеп китеп ҡосаҡлаштыҡ та, буғай. Нисә йылдарҙан һуң әле килеп ҡайнар хистәр ташҡыны күңел күнәктәре ситенән эркелде...

Ишемьярҙан һуң күпме йылдар уҙған, күпме һыуҙар аҡҡан. Арала – йылдар, дәүерҙәр. Бихисап көндәр... Беҙ бер-беребеҙҙән ҡайһылай алыҫ инек. Икебеҙ ике тарафта донъя көттөк. Ер аяғы, ер башы яҡ. Артта нисә йылдар... Ошо йылдар хәтирәһе, һағыныу, әрнеү, ыҙа, моғайын, бер юлы тышҡа бәреп сыҡҡандыр. Был ынтылышта хыялдарҙың селпәрәмә килеүе лә, бер-беребеҙгә уҡталыу ҙа, ҡауышырға ашҡынып йәнә аймылышып ҡуйыу ҡурҡынысы ла бар ине. Хафалы ла, үкенесле лә, рәхәт тә.

Хистәр даръяһы ҡосағында кеше бәләкәй генә кәмә: уны тулҡындар үҙ ыңғайына әйҙәй, ирекһеҙләй. Мин дә тойғоларым иркенә эйәрҙем...

Кисер, Фәнисәкәйем. Әллә нисек килеп сыҡты. Ахырыһы, шулай яҙылғандыр маңлайыма. Петрик ныҡышҡас, ҡарышманым. Бирелдем, ҡабат еңелдем мин, Фәнисә. Күрәһең, ғорур заттар нәҫеленән түгелмендер. Тормош бәндәне үҙенсә бөгә, үҙ яйына ыңғайлата. Ары яҙмышҡа ҡаршы сәбәләнеп маташыуҙан фәтүә юҡтыр, тип уйлайым. Ҡасан да булһа, үҙ көнөңдө хәстәрләргә, үҙ ояңды үрергә, ерҙә үҙ урыныңды табырға кәрәктер.

Туғандарым ҡаршы. Бер теленгән икмәк йәбешмәй, йәнәһе. Улар шулай уйлай. Ситтән ҡарап әйтеүе еңел... Йәһәннәм төпкөлө Ригала кеше тупһаһында йөрөп ялҡтым мин, Фәнисә, һәр ваҡыт, исмаһам, ташландыҡ ҡына үҙ өйөм булһа ине, тип юрай торғайным. Ишемьярҙа ла Петрик менән хан һарайҙа йәшәмәнек, тик күңел бөтөн ине.

Һәр кемгә үҙенеке бит. Нисә йыл буйы үҙемә иш тапманым. Хоҙай, моғайын, беҙҙе бер-беребеҙ өсөн яратҡандыр. Петрик та яңғыҙы, өйләнмәгән, бәлки, төҙәлер. Оҙон дүрт йыл аҙмы ни – уйланғандыр, самалағандыр. Уның ишеләр генә аҡылға ултырамы? Ерҙә бөтә бәндәләр ҙә матурлыҡҡа, яҡтылыҡҡа ынтыла. Бары уларға ярҙам итергә кәрәк. Уларҙы ҡыйырһытырға, ситкә тибергә ярамай. Аңларға кәрәк! Кеше ғүмер баҡый камиллыҡҡа атлыға. Өҫ-башын төҙәтергә, матур күренергә теләй. Яҡшыраҡ эшләргә, арыуыраҡ йәшәргә, бүтәндәргә игелек ҡылырға ашҡына. Ярҙам итәйек!

Мин барыбер уны бөтөнләй юлдан яҙған бәндә тип һанамайым. Ул да кеше. Мин уға ярҙам итәсәкмен, уны аяғына баҫтырасаҡмын. Тәрбиәләйәсәкмен! Әйҙә, был бурысым булһын. Эшем, ҡорбаным... Изгелеккә изгелек кенә иш. Игелек ут һымаҡ изгелек үрсетер әле.

Петрик та ҡыйырһытылған етем бала ул. Сабый, насар тәрбиә алған, этелеп-төртөлөп үҫкән. Тормош язалаған, йәберһеткән. Эскесе әсәһен генә ал! Ниндәй өгөт биргән тиһең инде улына... Арыуыраҡ кешеләргә юлыҡһа, абынмаҫ-һөрлөкмәҫ ине. Күңеле, уйҙары саф уның. Уға ышанам. Етешһеҙлектәре, йомшаҡ яҡтары бар барлығын.

Теләһәм, Ырымбур яғына барып урынлаша алам, дала совхозында фатир бирәсәктәр, ти. Унда ул яҡтан иркен икән. Степнойға күп ишемьярҙар барып төпләнгән, ҡурҡып тораһы юҡ. «Ҡылған далала әсе елдәр иҫә лә ас бүреләр олой» тип йырлайһың да...

Тағы бер ҡат бөтә яҡтан үлсәп-самалап ҡарайым әле, Фәнисә. Нисек? Ваҡыт бар. Петрик Ырымбурҙан урап ҡайтҡас, Түбәгә үҙе тейә. Шулай килештек.

Ярай, оҙонға һуҙҙым. Үҙең яҙ. Көтәм. Үбәм. Таңһылыуың. Түбә, август, 1981 йыл.

 

 

* * *

 

Фәнисәкәйем, яғымлы вә яҡты күңелле кешем!

Аптырағас, түҙмәй йәнә үҙем яҙам. Бәлки, яуап та һалғанһыңдыр, тик уй-хистәрҙе тыйыр хәл ҡалманы. Бында фекерҙәштәрем юҡ. Бөтәһе лә ҡаршы. Ә миңә хәҙер Түбәлә йәшәһәм дә, Ырымбур далаларына сығып китһәм дә барыбер. Ҡайҙа ла үкенмәйәсәкмен. Эй Тәңрем, донъяға битараф була башланым, буғай. Ҡартайыла, дуҫҡай, ҡартайыла.

Хәҙер әсә итәгенә йәбешеп ятыр йәштән уҙғанбыҙ, үҙ йүнебеҙҙе үҙебеҙ күрергә тейешбеҙ. Тағы атай ҙа, әсәй ҙә мәңгелек түгел, гел улар эргәһендә ултыра алмайһың.

Фәнисәкәйем, мине бер нәмә генә борсой. Ахырыһы, һин күңелемдең бер ҡаяһы, таянысылыр. Минең ҡарарым хаҡында ни уйлайһың? Был минең өсөн бик мөһим... Йәһәтерәк яуап яҙып ебәр әле! Мин йәнә ун һигеҙҙә кеүекмен, йәнә тулҡынланам, яусылар көткән төҫлөмөн. Үҙең беләһең, минең яусыларым күп түгел – шул Петриктан ғына инде. Өлөшөмә төшкән көмөшөм.

Белһәң ине, мин нисек тулҡынланам! Хәлемде аңлайһыңдыр. Миңә һинән яҡлау, йылы һүҙ кәрәк. Ни тиһәң дә, икенсе ҡат кейәүгә йыйынам. Көлгөм дә, илағым да килә. Ысын! Шул уҡ кейәү, етмәһә...

Ҡайһы берҙә икеләнеп тә ҡуям. Ниндәй бәлә һалам икән, тим. Нишләйем мин, ни көҫәйем. Исмаһам, хат яҙ әле: дөрөҫ эшләйемме, юҡмы?

Үҙеңдең хәлдәрең нисек? Бәләкәсең ауырымаймы? Ҡасан декретҡа?

Ярай, асыуланма. Был юлы әллә нимәләр яҙып бөттөм. Аптырарһың, һәр саҡ минең хәл ителмәгән мәсьәләләрем була, һәр ваҡыт мин дүрт юл сатындамын, тормошта гел күсенәм – үҙемә, күңелемә йән тыныслығы тапмай йөҙәйем.

Ҡасан мин азат, ирекле зат булырмын, ҡасан мин йән тыныслыҡтары табырмын?

Ярай, хат яҙ. Һорауҙарыма түҙемһеҙләнеп яуап көтәм. Белһәң ине, әхирәткәйем, йәнем ҡуҙғалған. Үҙем хәс тә вулкан өҫтөндә һымаҡмын.

Р. S. Тағы бер хәбәрем ҡалған. Марта тураһында һөйләргә теләгәйнем. Ригалағы хәрби училищены тамамлаусы элемтәсе менән дуҫлашҡайны. Уҡыуын түңәрәкләгәс, егетен Харьковҡа ебәрҙеләр. Татыуҙар ине улар, йыш хатлашып торҙолар. Марта хатта уның эргәһенә ҡунаҡҡа ла барып йөрөнө, ә ул әле тотҡан да икенсегә өйләнгән. Аңлайһыңмы? Хәтәр бит: бына туй тип торғанда...

Төҫкә-башҡа ла ямаҡ түгел ул Марта. Аҡыллы күҙле, ипле холоҡло, бик тә таҙа, иң мөһиме – тоғро. Уның нәҡ кейәүгә барыр мәле. Шундай ҙур бәлә! Һиҙәһеңме? Мариэтта вәғәҙәһен гел үтәр ине, һүҙен ергә һалмай, ҡыланмай, ике йөҙләнмәй. Ябай, әҙәпле, ғөмүмән, шәп ҡыҙ. Егеттәр ҡайҙа ҡарай икән?

Уның менән бергә театрҙарға йүгерер, концерттарға барыр инек. Бергәләп яратҡан шағирҙарҙың шиғырҙарын ятланыҡ, кумир артистарҙың йырҙарын йырланыҡ – айырылышмаҫ әхирәттәр инек. Ригалағы минең бөтөн рухи тормошом уның менән бәйләнгәйне тиһәң дә ярай... Ул иғтибарлы, ихтирамлы зат. Больницаға 8 мартҡа ал розалар килтергән. Улар ҡиммәт тора. Бигерәк тә байрам алдынан... Һуҡранһам: «Эй, Шәрифовна, бөтәһенең дә сәскәһе бар, бер һинеке генә юҡ», – тип көлә. Үҙе педагогия институтының киске бүлегендә уҡый, өлгөрә алмай. Өҫтәүенә, минең арттан да сап.

Үҙ илемдән алыҫта, ете ят ерҙә ул күңелем нуры ине, шуғалырмы, йөрәгемдә тәрән эҙ ҡалдырған. Бахырҡайым, түгелеп иланым уның өсөн.

Һин минең теләһә нисек сыймаҡлауыма ҡарама инде, тулҡынланам. Ярай, пока, беҙгә ҡунаҡтар килде. Вәлимәләр!..

Үбәм. Көтәм. Таңһылыуың. Түбә, август, 1981 йыл.

 

 

* * *

 

Фәнисәкәйем!

Бәлки, һин шатлыҡ бөркөп торған хат көтәһеңдер. Хоҙайҙың ирке үҙе менән, тиҙәр.

Тормошомда бер ниндәй ҙә ҡыуаныс юҡ, хәлем хөрт. Кисә генә Риганан әйберҙәремде ебәрҙеләр, ә документтарым әллә ҡайҙа.

Өс айлап Петриктың өнө-тыны сыҡмай, әллә үлеп кенә ҡуйҙы. Әлегәсә унда ҡайғым булманы. Өйҙә эш күп. Ниһайәт, йөрәк ауырый башланы, 25 сентябрҙә больницаға һалдылар. Белмәйем ниндәй йүнһеҙ кеше булдым мин? Башыма һыймай. Хатта эшкә урынлашып өлгөрмәнем. Бәхетһеҙ ҡатын.

Бәлки, миңә шул Риганан китмәҫкә кәрәк булғандыр? Хеҙмәт кенәгәм ҡайҙа икән? Әгәр стажым өҙөлһә? Бөгөн теге Дарья Павловнаға тағы яҙҙым.

Фәнисә, Ишемьярға ҡасан барыуымды белмәйем. Барырмынмы әле? Мин үҙем менән иртәгә ни булырын да... (Һин бындай һүҙҙәрҙе яратмайһың инде.) Белмәйем, белмәйем, туғанҡайым, ни ҡылырға ла.

Һеңлем Вәлимә бер нисә көнгә килеп китте, һөйләшеп һүҙҙәр бөтмәне. Теге ваҡыт, икенсе көн, ул һеҙгә ингән икән. Ныҡ оҡшатҡан, һине маҡтап ауыҙ һыуҙары ҡорой... Танышыуығыҙ өсөн шатмын. Уға көнләшеп тә ҡуям: һау-сәләмәт, йүгереп йөрөй, бала ла, ир ҙә ҡарай, эшенә лә етешә. Тик тәүҙәрәк кейәүенең эсеп боларыуына ғына зарлана ине. Ә мин, бисура – больница түшәгендә...

Ярай. Хуш. Иреңә, сабыйыңа сәләм. Хатыңды ауылға яҙ, капитан. Таңһылыуың. Түбә, сентябрь, 1981 йыл.

 

 

* * *

 

Фәнисәкәйем!

Ашығып ҡына яҙам. Янам, иңрәйем. Бөтә донъям арҡыс-торҡос килде, хыял һарайҙарым емерелә. Уйҙарымда төҙөгән әкиәт күперҙәре ысынбарлығыма барып тоташмай. Күрәһеңме, хана. Бөтә нәмә селпәрәмә килә. Бисара, икенсе ҡат яңы тормош ҡора. Харап!

Р. S. Кисә система ҡуйғайнылар, бөгөн әҙерәк хәл керҙе, яҙмаларымды дауам итәм.

Теге Дарья Павловна һаман документтарымды ебәрмәй, һаман һуҙа. Берәй этлек уйланы микән? Үсләшеп, теләһә нимә яҙып бөтмәһә ярар ине.

Эй, әхирәткәйем, ниңә шул саҡлы аяуһыҙ икән донъя? Ниңә тормош буталсыҡ, төҫһөҙ, ҡотһоҙ? Бер нимә лә үҙ яйына, үҙ ыңғайына бармай. Тормош ебе төйнәлгән, сейәлтеп бәйләнгән... Уны сисеп аҙапланырғамы, әллә ҡырҡып ташларғамы, әллә упҡынға ғына атып бәрергәме? Яҙмыш бәндәһенә рәхимһеҙ: язалай, күҙәтә, эҙәрлекләй.

Был икһеҙ-сикһеҙ ғаләм иңдәрендә бәләкәстәргә, ғәриптәргә аяу юҡ. Мәрхәмәт юҡ донъяның күҙҙәрендә, рәхим юҡ. Бары көслөләр, яһилдар ғына ни теләй, шуны ҡыла. Улар ғына язаһыҙ, күктәге гонаһһыҙ фәрештәләрҙәй һөттән аҡ, һыуҙан пак.

Аяуһыҙҙар, бәғерһеҙҙәр хужа был илдә. Хаслыҡ ҡына тантана итә... Фәнисәкәйем, мин дә бәләкәй кеше. Кешеләрҙән хәҙер ярлыҡау, яҡты сырай көтмәйем, игелек тә, хәйер ҙә һорашырға йыйынмайым. Туйҙырҙы. Яҡтылыҡ, изгелек кешенең телендә генә. Кешеләр ҡырыҫ, ваҡсыл, һаран. Яттың ҡайғыһы төштән һуң... Тирә-йүндә лә ығы-зығы, ваҡ, әһәмиәтһеҙ донъя.

Һинең менән килешәм, һәр кем аяҡтарында ныҡ баҫып торорға, яҙмыш туҡмаҡтарын түҙемле кисерергә тейеш. Мин дә үҙ көнөмә өйрәнеп барам, буғай. Хәҙер тормоштан, киләсәктән бер ни көтмәйем. Кешеләрҙән, донъянан, мәрхәмәт юрамайым. Иларға итһәм дә, күҙ йәштәрем күптән ҡойолоп бөткән. Тормошто алһыу, яҡты итеп күрергә ярамай – тормошта шыҡһыҙлыҡ, ҡараңғылыҡ ҡына хөкөм һөрә. Киләсәктә лә бер ни ҙә булмаясаҡ, сөнки ғаләм үҙе ҡараңғылыҡ, өнһөҙлөк ҡосағында. Киләсәктә бәндәне, йыһанды ахыр заман көтә. Кешенең өмөттәре, хыялдары емереләсәк.

Шулай ҙа, Фәнисәкәйем, беҙ, кешеләр, бер ҡатлыбыҙ. Ошоларҙы белә, күрә-баға тороп, һаман да яҡтыға, яҡшыға инанабыҙ. Бар ундай хыялыйҙар арала. Алһыу таңдар атыр, ҡояш көлөр, ҡоштар һайрар, бөрөләр шартлап ярылыр тип өмөтләнәбеҙ. Сафлыҡ, паклыҡ биләр донъяны... Киләсәктә бөтәһе лә ыңғай хәл ителер, ыҙалар бөтөр, сырхауҙар баҫылыр, яралар уңалыр... Әлбиттә, әҙәмгә өмөт, иман, инаныу кәрәк. Шунһыҙ ул йәшәй алмай. Әйҙә, инан, өмөтлән, тырыш, бәндә! Быуындарыңды ҡатыр, рухыңды нығыт! Әммә шул иман, хыял, шул инаныу ғына беҙҙе, йыһанды ҡотҡара алырмы?..

Был һорауҙарға яуап биреүе ҡыйын, хатта мөмкин дә түгел, дуҫҡай, һин ошоларға нисек ҡарайһың? Кеше яһиллыҡтан, алдау, бер-береһен ҡыйырһытыуҙан арынырмы? Һаман үҙебеҙҙең Дарья Павловна хаҡында уйлайым. Ул документтарымды ебәрмәй, әллә бының стажы өҙөлһөн, ти микән? Ул ҡайһы яғы менәндер беҙҙең Таисия Алексеевнаға тартҡан.

Фәнисә, әллә нимәләр яҙып бөтөрҙөм, иҫәр баш менән.

Был йүнһеҙ башҡа, зәғиф аҡылға ни килмәй. Аптырап, көлөп ултырма, йәме. Кисер. Бәлки, килешмәгәндер ҙә, тик сараһыҙҙан яҙҙым. Хәҙер йәнем әҙерәк баҫылып, күңелем бушап ҡалды. Көйөнөстәремде һиңә һөйләп ҡотолам... Эргәмдә фекерҙәшем юҡ. Һиңә хаттар яҙып йыуанам.

Һин дә ошолар тураһында уйламайһыңмы ни? Минеңсә, саҡ ҡына йәне бар кеше көнө, киләсәге хаҡында уйланалыр ул, хыялланалыр...

Әйтсе, Фәнисәм, һыу буйылай оҙон хаттарымды ахырынаса уҡыйһыңмы, юҡмы? Ха-ха, былар хаҡында мин тағы кемгә һөйләр инем? Гүйә мин һинең менән бәхәсләшәм. Ҡара-ҡаршы ултырып алғанбыҙ ҙа гәпләшәбеҙ... Эй ҡыҙыҡ, әй рәхәт!.. Аҡыллым, рәхмәт һиңә. Йәп-йәнәш кенә йәшәйбеҙ, бер-беребеҙҙе ярты һүҙҙән аңлайбыҙ.

Хуш-һау бул. Көтәм. Үбәм. Таңһылыуың. Түбә, октябрь, 1981 йыл.

 

 

* * *

 

Фәнисәм, яҡыным!

Хаттар көтә-көтә көтөк булып бөткәнһеңдер... Бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр, яңылыҡтар юҡ, һәүетемсә йәшәп ятҡан көн. Билдәһеҙлек ҡосағында ыҙаландым, хат яҙҙым, хат көттөм, ә хәҙер... Барыбер кеүек.

 

Листья желтые над городом кружатся...

 

Хыялый булырһың! Больницала ҡаҡланыуыма ике аҙна. Ҡәһәр һуҡҡыр йөрәк! Яңынан өйәнәк тотто... Белмәйем, әллә теге документтарым өсөн көйөү аяҡтан йыҡты, әллә билдәһеҙлек йөҙәтте? Дарья ханым үсен ала бит әй! Дарья батшам! Әйберҙәрем килде, ә документтарым... Юғалды микән ни, юлда конверт эсенән төшөп-фәлән киттеме? Вәт һау башҡа – таяу! Бүтән ҡайғы юҡ ине... Стажым өҙөлөр, тип кенә көйәм.

Белмәйем, Фәнисә, былай һауығып киләм. Алла бойорһа, оҙаҡламай аяғыма баҫырмын. Тырышам-тырмашам. Ҡаяға үрмәләйем, батҡыл упҡын (сир) тырнағынан ҡотолорға маташам. Хәҙер ҡоро теләк кенә ярҙам итмәй. Артабан нисек йәшәремде күҙ алдына ла килтерә алмайым. Ул тиклем ҡарт та түгелмен әле, ә бына...

Тәүҙә Петрик менән Ишемьярға ла барырбыҙ әле тип уйлағайныҡ. Хәҙер белмәйем, нисек булыр. Иләнмәгән-һуғылмаған, ҡайным, һиңә бер ыштан, тигән һымаҡ. Мин үҙем менән иртәгә ни булырын да белмәйем.

Ни өсөн мин бәхетһеҙ бәндәмен? Кем алдында шул саҡлы гонаһ ҡылдым һуң? Мәңге мин зарлы, мәңге кемделер көтәм. Мин генә шулай, минең генә әҙәмсә түгел! Моғайын, Хоҙай алдында баштан-аяҡ гонаһҡа батҡанмындыр, үҙем генә ғәйеплемендер.

Ярай, кисер, ҡабат күҙ йәштәре түгә башланым.

Таңһылыуың. Түбә, октябрь, 1981 йыл.

 

 

* * *

 

Фәнисәкәйем!

Һиңә Петрик менән икенсе ҡат тормош ҡорорға самалауыбыҙ тураһында яҙғайным бит. Телеграф аша һөйләшеп булманы, телеграмма һуҡтым – яуап юҡ. Эй йәнем көйҙө инде... Ике көн үткәйне, үҙе килеп төшкән! Үҙе, минең Петригым! Үҙ күҙҙәремә үҙем ышанмай торам... Һау-сәләмәт, көләс! Ауыҙы ҡолағына еткән! Мин тип, нисәмә саҡрымдар үткән. Эйе, эйе, мин тип!

Ҡосаҡланым мин уны, үҙем барып ҡосаҡланым да супылдатып үбеп тә алдым... Һөйөнөсөм, кинәнесем минең, бөркөтөм! Бүтән минең бер кешем дә юҡ бит, юҡ һәм, моғайын, булмаҫ та! Петрушам йәнә больницаға эләгеүемә көйөп киткән булды. Шунан Сибайға эш белешергә юлланды. Белмәйем, хәҙер ни эш ҡыйраталыр. Ырымбурҙа миңә кәсеп юҡ, ти.

Белмәйем, алда мине ни көтәлер. Шуның өсөн күңелемде тынысландырам, яҙмыштың теләһә ниндәй туҡмаҡтарына ла әҙер булырға тырышам. Бәндә яҙмышы көҙгө көн төҫлө: әле генә аяҙ, ҡояш көлә ине; оҙаҡламай күк битен болот баҫа, быҫҡаҡлап ямғыр һибәләй башлай. Шуға үҙемде иртәгәһе көнгә әҙерләйем.

Фәнисә, бәләкәстәрең нисек, үҙеңдең кәйефең? Яҙ! Хаттарың – минең әхирәттәрем, мин уларҙы түҙемһеҙләнеп көтөрмөн. Улар – минең фекерҙәштәрем, улар менән серләшәм, улар аша һинең менән һөйләшәм.

Тегендә Полина Сергеевналар ни хәлдә икән? Үҙҙәре яҙмай. Петрик менән киткәс, һырттарын борҙолар. Һиҙенәһеңме, Петя теге ваҡытта уҡ: «Ҡарттар хуп итмәне, буғай», – тип ҡуйғайны. Белмәйем, мин нишләргә тейеш инем һуң? Хәҙер миңә нисек ҡыланырға? Хат яҙам, открытка ебәрәм, тындары сыҡһасы. Хәҙер көҙ, мәшәҡәт, Полина Сергеевнаның ваҡыты ла юҡтыр. Һинең теге эштәр нисек? Бәпесең? Ығы-зығы, мәшәҡәттән айнымайһыңмы? Бында мин генә, балаһыҙ, ирһеҙ ҡатын, эшһеҙ, бер үҙем. Әйе, мин генә хәстәрһеҙ, ғаиләһеҙ, бер ғәмһеҙ. Оло донъя менән бер бәйләнешем юҡ. Бер үҙем бер уйһыҙ. Азат ҡош!

Мин бары һиңә йән өшөткөс моңһоу романдар яҙырға ғына һәләтле. Шағирә! Әгәр ҙә, аҡыллым, улар һинең йәнеңде ҡыя икән, ғәфү ит.

Таңһылыуың. Түбә, ноябрь, 1981 йыл.

Дауамы бар.

Автор:
Читайте нас