Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
26 Апрель 2023, 15:47

Таня-Таңһылыу Роман (13 өлөш) Ринат КАМАЛОВ

Ниһайәт, һинән – хат... Һаумы, ҡәҙерлем, яҡыным минең!

Таня-Таңһылыу Роман (13 өлөш) Ринат КАМАЛОВТаня-Таңһылыу Роман (13 өлөш) Ринат КАМАЛОВ
Таня-Таңһылыу Роман (13 өлөш) Ринат КАМАЛОВ

2

 

Һаумы, Фәнисәкәйем!

Шөкөр, яңы урынға килеп төпләндек, буғай. Йән баҫылып ҡалды. Хәҙер ҡайһы бер нәмәләр тураһында һөйләргә лә мөмкин.

7 ноябрҙе өйҙә ҡаршыланыҡ. Вәлимә һеңлем балалары менән килгәйне. Табын мул ине, күршеләрҙе лә әйттек. Шундай күңелле булды! Тирәмдә – туғандарым, ауылдаштарым. Ошо йәшемәсә ундай байрамды күргәнем дә, кисергәнем дә юҡ.

Бер аҙнанан һуң, буғай, Петрик килде. 13 ноябрҙә Степнойға сығып киттек.

Ишемьярҙар күп йәшәгән совхозға эләктек. Зәңгәр күҙле, һап-һары сәсле техничка Федоровнаны беләһең бит? Уның оло ҡыҙы кейәүҙә ине. Кейәүе үлгән, ике малайы ҡалған. Хәҙер икенсегә сыҡҡан, бында тора. Әсәһен дә үҙенә күсереп алған.

Беҙгә ике ҡатлы йорттан бер бүлмәле фатир бирҙеләр. Петрикты механизатор итеп ҡабул иттеләр, тик ҡышын фермала эшләп тора; мин (көлөргә әҙерлән) – диспетчер. 70 һумға. Дирекцияла, пульт артында рация аша төрлө белешмәләр алып ултырам. Күнегәм. Әле ҡул ҡаушырып, иҫнәйем дә ул, сәсеү мәлендә өлгөрә алмам микән?..

Степнойға килеп төшкәндә ҡулыбыҙҙа сумаҙандар ғына ине, шуға фатирыбыҙ буп-буш, футбол уйнарға мөмкин. Тәүләп совхоздан карауат, матрац, өҫтәл, ултырғыстар алдыҡ. Ҡашығаяҡта иң кәрәкле һауыт-һаба ғына. Уныһына түҙелер, бына... Хәйер, белмәйем, Фәнисәкәй, Петрик менән беҙҙең нимә килеп сығыр?

Үҙеңдең хәлдәрең нисек? Бәпес үҫәме? Улың уға нисек ҡарай? Һаулығың арыумы? Мин Николай Григорьевичтар тураһында бер ни ҙә белмәйем. Полина Сергеевна яҙмай. Теге ваҡытта Ишемьярға барып булманы.

Фәнисә, зинһар, ваҡыт табып хат яҙ, йәме? Һинән өҙөлөп-өҙөлөп хаттар көтөрмөн. (Башҡортса дөрөҫ яҙҙыммы? Көлмә.)

Хуш-һау бул. Үбәм. Көтәм. Мин һәм Петр Алексеевич. Степной, ноябрь, 1981 йыл.

Р. S. Һеңлем Вәлимә лә яҙға декретҡа йыйына.

 

 

* * *

 

Фәнисә, шатлығым минең!

Ниһайәт, һинән – хат... Һаумы, ҡәҙерлем, яҡыным минең!

Нимә генә уйлап бөтмәнем, әллә нисә рәт яҙырға уҡталдым... Һинең хәлең арыулана икән, яҡшы. Балам өҙлөкһөҙ илай, тиһең; көймә, яйлап баҫылыр. Сабыйҙың бүҫере ҡалҡһа, мыжый... Үтә ул.

Фәнисә, әллә һиңә берәй әбейгә барып ҡарарға микән, ә? Вәлимә һеңлем дә шулай яфаланды, бер имсе әбейгә күрһәткәйнеләр, арыуланды. Ул да һинең һымаҡ, йоҡа. Миңә уның һомғоллоғо оҡшай ине, ә баланан һуң бәлә: ҡоро һөйәккә ҡалды. Хәҙер йәнә йөклө, аборттан ҡурҡа. Ҡыҫҡаһы, ике ҡустымдың йәнә бер туғаны була, Алла бойорһа, башҡорттар арта. Дөрөҫ яҙҙыммы? Күпме сабыйҙар эстәре менән интегә... Был һүҙҙәрем йыуатыу өсөн генә инде, бальзам түгел. Шулай ҙа, үҙең яҙғанса, бөтәһе лә уң булыр. Ышан, капитан!

Борһан... Улыңдың исеме... Нимәне аңлата ул? Минең исем дә сәйер, боронғоса яңғырай: Таң-һылыу. Элек әсәйемдәргә асыулана торғайным иҫкесә атағандар тип. Һуңынан күнектем, ахырыһы. Тик кеше һәр ваҡыт үҙенең исем-атын аҡларға тейеш. Ә миңә был исем яңылыш эләккән. Таңһылыу. Таң һылыуы... Тағы... Ярар инде, хәҙер барыбер бер нимә лә үҙгәртеп булмай.

Фәнисәкәйем, киләһе хатың күңеллерәк булыр, һинән һөйөнөслөрәк хәбәрҙәр алырмын, тип өмөтләнәм. Килештекме, капитан?

Ишемьярҙан бер ниндәй ҙә тауыш-тын юҡ. Яңы йыл байрамы алдынан техничка Федоровнаның туғандары килгәйне. Улар артынан Марфа әбейгә ике әсмуха һинд сәйе ебәрҙем. Ҙур байлыҡ түгел түгеллеген, шулай ҙа хәҙер һинд, хатта грузин сәйе дефицит. Ҡырыҫ йәшлегемдең моңһоу әхирәте сәй янында бер иҫкә төшөрөр... Ишемьярҙар әйтеүенсә, беҙҙең яғымлы дуҫыбыҙ өнһөҙ-тынһыҙ көнөн төнгә ялғап йәшәп ята. Йәнә өйөнә ҡыҙҙар кереткән. Уҡытыусылар.

Техничка Федоровнаның ҡыҙы магазинда һатыу итә. Ҡайһы бер нәмәләр алам, яҡташ бит. Тик иң ҡыҙығы шул: бөтә тапҡан-таянғанды тамаҡҡа тығып торабыҙ, хатта бурысҡа баттыҡ. Ике айҙа икебеҙгә өс йөҙ алдыҡ, мин – 146 һум. Әҙ, бик әҙ, әлбиттә. Мин хатта илап та алдым. Артабан нисек булыр? Әгәр ҙә тамаҡ ялы өсөн генә эшләһәк, бик шәп тә түгел. Бер тапҡыр йәшәйбеҙ бит ерҙә... Степнойҙа төпләнеүебеҙгә ике ай, ә бер нимә лә алғаныбыҙ юҡ. Спартандарса көн итәбеҙ: тәҙрә ҡорғандары юҡ, шаршау, келәм, балаҫ тураһында әйтәһе лә түгел. Ҡоро буш бүлмә. Йә футбол уйна, йә шар тәгәрәт. Стеналарҙы ла аҡлай алманыҡ: йә аҡбуры булмай, йә синькаһы, йә көнө һыуыҡ, һуңғы ваҡыт сатлама һыуыҡтар торҙо, өйҙә эт араны һымаҡ. Теш тешкә теймәй, тән ҡалтырай, һауыт-һабаны йыуыштырам да, йылыныр өсөн, матрац эсенә сумам. Уныһы ла үҙебеҙҙеке түгел бит: әсәйем өйҙәгеһен ебәрҙем тигәйне, алған юҡ әле. Ярай сумаҙаныбыҙға одеял тығырға баш еткән... Иң элек диван алырға кәрәк: унда йоҡларға ла, ултырырға ла мөмкин. Әлегә ҡаҙна әйберен тотонабыҙ, йыһаздар алыу – алда. Алла бирһә, бөтәһе лә булыр. Пландар, өмөттәр ҙур, алаһы әйберҙәр, биҙәйһе, буяйһы, ҡырып йыуаһы урындар бихисап, аҡсаһы ғына булһын. Тәҙрәлә простыня эленеп тора, покрывал урынына – одеял, өҫтәлгә газета йәйгәнмен. Теләһә нимә элгем килмәй тәҙрәмә, капрон тюль хәстәрләйәсәкмен: улар оҙаҡҡа етә.

Беҙҙең ике тәҙрәбеҙ бар. Алла бирһә, аҡса тапһаҡ, эш йәйелдерәсәкмен... Әлегә, дуҫҡайым, аяҡты юрғанға ҡарап һонорға тура килә. Үҙебеҙҙең хужалығыбыҙ ҙа юҡ бит әле. Сусҡа тоторға хыялланабыҙ.

Ашты төрләндерергә тырышам. Ҡашығаяҡта гел рецептарға текәлеп тороуыма Петя мыйыҡ аҫтынан көлөмһөрәһә лә, бешергәнде яратып ашай. Әллә нимәләрен ҡыландырып бөтәм инде. Петрик менән мөнәсәбәттәребеҙ, күҙ теймәһен, Аллаға шөкөр. «Заяц мой ласков и спокоен, не нарушал еще моего покоя». Мин унан ҡәнәғәтмен. Шуға кәйефем дә арыу. Әҙерәк сырхайым, тик түҙерлек...

Ярай, иҫәнлек-һаулыҡ һиңә, дуҫҡай! Яҙ. Көтәм. Үбәм. Мин һәм Петр Алексеевич. Степной, ноябрь, 1981 йыл.

 

 

* * *

 

Фәнисәкәйем!

Яңыраҡ Петя кәйефемде ҡырҙы.

Вәлимә һеңлемә «үтек ҡараштыр әле» тип яҙғайным, тотҡан да үҙенекен һалған. Үтектәре икәү икән. Петя: «Ян-яҡтан һоранып ятма», – ти. Уныңса, мин теләнсе булып сығам. Күҙемә йәштәр эркелде. Ишемьярҙан киткәндә донъябыҙ бөтөн ине; үҙебеҙ уны таратып бөткәс... Әлбиттә, минең ике сервизым бар, төрлө ҡалаҡтар, тәрлинкәләр, тик уларҙың барыһын да бында килтерергә кәрәк. Күп нәмә кәрәк хәҙер беҙгә! Элек, исмаһам, тюль, шаршауҙар ҙа алып ҡалмағанмын... Тағы алдан барыһын уйлайһыңмы. Абынырымды белһәм, ергә һалам түшәр инем. Тағы минең, тәрбиәсенең, аҡсаһы менән... Хәҙер тағы әҙерәк алам. Ярай, шул әйбер тип... Донъя малы – үгеҙ ҡаны, тиҙәрме әле? Степнойҙа тәүҙә эшләмәй нығынып алырға ла уйлағайным, шулай ҙа 70 һум да аҡса бит әле. Иш янына ҡуш.

Иртә йоҡларға ятам, унда уҡ. Сәғәт алтыла торам, сөнки Петруша төнгө сменанан ҡайта. Ул аҙна аша фермала төнгөлөктә йөрөй. Аяҡ остарына баҫып ҡына инһә лә, уянам. Эшемдән ҡайтҡас та, һауыт-һабаға тотонам, ашарға ҡуям. Ҡайһы берҙә китапҡа текәлеп ултырам йә бәйләйем. Ҡулым һыҙлағас, яй ғына бәйләйем. Көҙҙән үк Вәлимә һеңлемә кофта башлағайным, осона сыға алмайым. Петяға ла шарф өлгөртәм тип йыйынғайным, нисек булыр.

Әсәйемдәр Түбәгә саҡырҙы. Көллө туғандарҙы. Барып булманы. Ҡурҡтым. Саҡ сирҙән ҡотолдом. Юл алыҫ, көндәр сасҡау тора. Эшкә лә яңы ғына төштөм... Тағы совхоз директоры Иванов оҙаҡҡа ебәрер тиһеңме! Бирһә, йәмғеһе өс көн инде – ул арала барып өлгөрәһеңме, ҡайтыпмы?

Йәнә хатымды юҡ-бар менән тултырҙым, шикелле. Айырыла алмайым ҡәләмемдән. Шундай рәхәт миңә, аҡыллым. Эшем яман: гел ултырам. Көнләп түгел, сәғәтләп йыуанаям кеүек. Был шөғөлөмдән – диспетчерлығымдан йәм тапмайым, балаларҙы һағынам. Риганан баҡсала тәрбиәләнеүселәрем бер ҡосаҡ открытка ебәргән – улар ҙа мин тип яманһыулана. Ишемьярҙан элекке өсөнсөләрем – хәҙер 8 «а» класында уҡыусылар ҙа ҡыҙыҡлы ҡотлау һалған, һағындыра улар. Әммә шуныһы ғәжәп: нишләптер хәҙер Ишемьяр мәктәбенә тартмай. Уның менән бәйләүсе ептәр өҙөлдө. Ниңә шулайҙыр, әйтә алмайым, һин нисек уйлайһың? Нимә теләгәнемде, ҡайҙа ашҡынғанымды үҙем дә белмәйем.

Мин дә машинкала баҫырға өйрәнәм. Өлкән улың кескәй туғанына нисек ҡарай? Үбәм. Көтәм. Таңһылыуың. Степной, декабрь, 1981 йыл.

Р. S. Онота яҙҙым: Петянан сәләм. Ул һиңә яҡшы ҡарай?

Р. S. Һинең туның ни төҫтә? Миңә лә киләһе ҡышҡа нәҡ шундай тун кәрәк булыр.

 

 

* * *

 

Фәнисәкәйем!

Һаумы, ҡәҙерлем минең. Үҙемдең туған телемдә яҙҙым да шикләнә төштөм: хата-фәлән ысҡындырманым микән? Хатаһын тапһаң, әрләмә. Ой Хоҙайым, ниндәй шатлыҡ ул һинең хаттарың! Күпме йылылыҡ, наҙ! Барыбер мин бәхетле: минең Фәнисәм, Полина Сергеевнам бар. Донъяла һыналған дуҫтарың бар икән, ауыр саҡта уларҙың ярҙамға килерен тояһың икән, һин бәхетле. Ҡыйын мәлдә һүҙ ярҙамы ишетһәң дә, күңелгә йылы, еңел булып китә.

Беләһеңме, һинең сәләмеңде бүлмәгә үтеп тормай, аяҡ өҫтө көйө уҡыным. Юл өҫтөндә, бер тында, һыуға барырға йыйынғайным (хәҙер шундай «эшкә керҙем»). Теүәл ике бит! Артыҡ та, кәм дә түгел!

Тағы ла тол ҡалдым. Егетем уҡырға китте. Ҙур тракторҙар йөрөтөү курсына. Уҡыуын ослап ҡына ҡайта күрһен, тип теләйем. Уҡыуына ҡурҡмайым, берәй нимә ҡырып ҡуймаһын! Ул бит... Шулай тынысһыҙ бәпесем өсөн көйөп ултырған көн. Һыуға ла үҙем йүгерәм хәҙер. Барлы-юҡлы 300-400 метр ара инде, әммә минең йөрәк ишаратын беләһең. Ауыр күтәрһәң, өҙгөләнергә тотона. Ситлегендә һикерә башлай ҡошсоғом.

Быларҙы һүҙ юҡта һүҙ булһын тип кенә яҙам, асыуланма. Хаттарымдың ҡайһы бер урынында әхирәтеңде пыр туҙҙырып та алаһыңдыр әле, беләм һинең холҡоңдо.

Инде аҙналап егетемдән өн дә, тын да юҡ. Ҡайтһа, ҡолағын борам.

Улар – етәү. Алтауһы – буйҙаҡ, минеке генә – ишле. Үҙе үтенде. Курстар ике айлыҡ. Бер ай уҡыһалар, икенсеһе – үҙебеҙҙә практика. Ә миңә ул күптән-күптән киткән төҫлө. Әллә ҡасандан бирле ҡашымда юҡ, исмаһам, ҡош телендәй генә хат-хәбәрен алһамсы. Нимә эшләй ул унда, ниндәй хәлдә?

Беләһеңме, курсҡа китә-киткәнсе борсолдом. Мәшәҡәт өҫтөнә мәшәҡәт, шарфын саҡ өлгөрттөм. Эй ҡыуанды малай, минең бөркөтөм, эй һөйөндө! Шундай ныҡ итеп ҡосаҡлап үпте. Әлбиттә, ул әле эсмәй, түҙә. Тик оҙаҡҡа барыр микән? Һәр төн тик ошо уй менән йоҡларға ятам, ошо хәүеф менән уянып китәм. Шайтан-фәлән алыштырып ҡуймаҡайы тип юрайым. Ошолай йәшәйбеҙ.

Ярты ай тирәһе булыр. Был эштән ҡыҙмаса ҡайтты. Төҫөмдө боҙоуымды күрепме, унда берәү өйләнгән – шул һыйланы, тип аҡланды.

Ярай. Идараға барһам, совхоз директоры Иванов саҡырта. Мин уға көн дә һөт буйынса белешмә тултырам. Шуны көтәлер, тиһәм, иремде һораша. Петялар, эсеп, киске һауынды өҙгән! Бөгөн уларҙы иптәштәр суды ҡарай!

Өйҙәгеләргә был хаҡта береһенә лә яҙманым, һиңә генә... Эх, нимәһен иҫләп торорға!

Оҙаҡламай ошо курсҡа кеше йыя башланылар. Был шундуҡ ғариза яҙҙы. Батып барыусы һаламға тотона. Тәүҙә ебәрерҙәренә ышанмай ҙа ине: фермала кеше етмәй. Бында совхозда халыҡ күп булһа ла, эшләүсе һирәк.

Ғаризаһын директор Ивановҡа үҙем илттем. «Ебәрегеҙ уны», – тим. Петяны эшкә механизатор итеп алыуҙарын әйтәм. Теге: «Ярар, ярар, уйлашырбыҙ», – тип ышандыра.

Ебәрҙеләр. Мин ни бөтөн түрәләрҙе йөрөп сыҡтым. Баш инженерға ла барҙым, партком секретарына ла ялындым. Әгәр ҙә мәгәр Петя мине тағы яндырһа, ышанысты аҡламаһа... Мин ул түрәләрҙең күҙенә нисек күренермен? Ни йөҙөм менән! Шулай ҙа яҡшыға юрайыҡ.

Ҡайһы берҙә бер үҙемә бигерәк күңелһеҙ. Әллә һөйөклө иремә үтә эҫенеп киттем, әллә яңғыҙ тормоштан еләү ғилләһе. Тәүҙә ашарға бешереүҙән ҡотолдом тип йыуанғайным, хәҙер яманһыулайым. Бер нимәгә ҡулым бармай, аҙнанан ашыу үтте, эш – муйындан. Петяға йәнә свитер башлағайным, ҡултығына еттем, шул көйө ята. Өҫтәүенә, бында ҡыҙҙар бәйләнә. Тегене тек тә быны бәйлә – өлгөр генә. Мин, әлбиттә, улай мастерской аса алмайым. Кемдер мине оҫта тип һүҙ таратҡан. Шуға ябырылалар. Әкәмәт! Тапҡандар тегенсе. Йәнәһе, мин алтын ҡуллы ҡатынмын.

Бөгөн Вәлимә һеңлемдең тыуған көнө, ә мин – постамын. Берәү ҙә эфирға сыҡмай, үле тынлыҡ. Әләйһә, «икенсе бүлексәгә сварка кәрәк, дүртенсегә – электрик...» Көнө буйы шулай; бөгөн, Петя әйтмешләй, байрам! Ҡайһы берҙә баш инженер ғына белешеп ҡуя: «Яңылыҡтар юҡмы? » – «Яңылыҡтар юҡ!»

Ишемьярҙан да өн-тын сыҡмай. Бер нисә хат яҙғайным, яуап юҡ, шуға ҡотлау открыткаһы ғына һалам. Ҡайһы берҙә Риганан Маргарэтам яҙа. Барыһы ла иҫкесә, ти. Ышанмайым. Кемгә – иҫкесә, кемгә – яңы. Тормош тиҙ үҙгәрә, яңы кешеләр килә, яңы мөхит. Хәҙер, яңғыҙым ҡалғас, йыш ҡына Ишемьярҙы, Риганы уйлайым.

Беләһеңме, был хатты өсөнсө сәғәт яҙам. Әйҙә, шунда епте өҙәйек. Дөрөҫ, мин яҙмайым, ә һинең менән әңгәмәләшәм. Күҙмә-күҙ. Беҙ шулай ҡара-ҡаршы ултырып алғанбыҙ ҙа... Күңелгә шундай еңел булып китте, аҡыллым. Йәнем бөтөн ығы-зығынан, мәшәҡәттән арынды ла һауаға ашты. Бейеккә, бейеккә! Бәләләр, ыҙалар аҫта ҡалды, томан эсенә йотолдо. Ваҡ мәшәҡәт – ерҙә, ә мин – аҡ болоттар араһында! Шундай яҡты, йылы бында. Шундай аяҙ, иркен, тын алыуҙары еңел. Рәхмәт һиңә шундай яҡты, моңһоу, хисле хаттарың, шундай юғары күңел осошо өсөн!

Арыным да инде. Ҡыҫҡаса ғына әйткәндә, эшемә мин күнектем. Буш ваҡытымда, түрәләр юҡта бәйләйем. Ураҡ, сәсеү мәлдәрендә генә йонсоу, тиҙәр, һин «Шагреновая кожа»ны уҡыным, тиһең. Молодец. Мин дә уҡығайным... Киләсәккә бер ниндәй ҙә пландар юҡ, әлбиттә, бында, Степнойҙа, оҙаҡҡа ҡалырға иҫәп юҡ.

Ярай. Үбәм. Көтәм. Таңһылыуың. Степной, декабрь, 1981 йыл.

Р. S. Әлбиттә, бында миңә лә күңел өсөн бер нимә лә, бер кем дә юҡ. Бары хаттар ғына... Яҙ!

 

 

* * *

 

Ҡәҙерле кешем, Фәнисәкәйем!

Хаттарың, яҡлауың өсөн мең-мең рәхмәт.

Бөркөтөм дә ҡайтып төштө. Бер аҙна уҡып бөтөрә алмаған. Етәүҙән дүртәүһен ҡыуғандар. Йәш әтәстәр, саялашҡандар, ә был, ҡартлас, араларына барып кергән. Йәнәһе, көсһөҙҙө яҡлай. Уйындан уймаҡ сыға: барыһын да ҡыуалар. Быны ишеткәс, түҙмәй иланым. Ул да кәйефһеҙ, төшөнкө ине, урамға сығып китте.

Хәҙер үҙемде насар тоям. Һыуыҡ тышта, шыҡһыҙ көндәр. Дебет шәлгә бөркәнгәнмен. Урамда – дала еле.

Фәнисә, Алла бойорһа, был айҙа һиңә бурысымды ҡайтарам. Әгәр ҙә барыһы ла уң барһа... Һин асыуланмайһыңмы? Ярай, асыуланма инде, яҡыным минең, минең ҡотҡарыусым.

Полина Сергеевнаға быны яҙма. Ҡыйын бит. Ул да Петя кеүек «бөтөн яҡтан һоранып ята», тип уйлар йә.

Өйҙә әсәйем ауырый икән. Уның ҡулдары ойой. Көс-хәл ыуып рәтләп ала торған. Минең дә быйыл нишләптер быуындарым шешенә. Арыным, һәр көн иртүк тороп ялҡтым. Ҡайһы берҙә үҙемде ирекһеҙләп, елкәмдән һөйрәкләп тиерлек торғоҙам. Тиҙерәк ял алғым, әсәйем ҡашына, Түбәгә осҡом килә. Отгулдарым йыйыла былай. Хыял инде, хыял... Ярай, күҙ тейҙермәйек.

Күпме иламһыраным. Көлкө. Әгәр шулай итһәм, хәлем еңеләйәме? Бары кешеләрҙең кәйефен ҡырам. Гонаһтарымды ярлыҡаусы бул, Фәнисәм!

Әгәр Түбәгә ҡайтһам, бурысымды шундуҡ һалырмын, Фәнисә. Әрләмә, юғалтма мине, аҡыллым, минән өмөтөңдө өҙмә. Төңөлмә минән, дуҫым!

Бында китапхана насар. Яңыраҡ Коптяевтың «На Урал-реке» китабын уҡыным. Ырымбур яғы тураһында. Ҡыҙыҡ. Казактар тормошо...

Фәнисә, ҡайҙан дебет табаһың? Күпмегә? Һин асыуланма, тик әсәйеңдән миңә дебет һуҡҡыс һора әле.

Әгәр берәй серең булһа, башҡортса яҙ. Ярай, капитан.

Капитан, капитан, улыбнитесь!..

Мин һәм Петр Алексеевич. Степной, декабрь, 1981 йыл.

 

 

* * *

 

Фәнисәкәйем, сәләм!

Туғандарым минән бөтөнләй баш тартты, хат та яҙмайҙар, хатҡа яуап та юҡ. Кесе һеңлем ире менән көньяҡҡа сәфәр ҡылған, ә беҙгә гел – некогда. Көньяҡты, йылы диңгеҙҙәрҙе күрмәй үлеп китермен, ахырыһы... Ҡайҙан, нисек аҡса таба улар? Яңы өйләнешкәйнеләр, әйбергә тейенеп тә өлгөрҙөләр: һыуытҡыстары ла, телевизор, серванттары ла, диван, китап шкафтары ла, бер түгел, зиннәтле ике балаҫтары ла бар. Тағы ете тәҙрәгә лә йылтыр шаршауҙары, капрон тюлдәре, тағы әллә нәмәләре – тулып ята. Вәт әй! Нисә йыл эсендә! Дөрөҫ, уларҙың туйға һалынған аҡсаһы бер муҡса ине; беҙ, моғайын, мәңге шулай фәҡир булырбыҙ. Әле лә Петя менән бер ни ҙә ала алманыҡ: фатирҙа шар тәгәрәтеп йөрөһәң дә була. Бөтә аҡсаны ашап торабыҙ. Бәлки, беҙгә Ырымбурға сыҡҡансы, Себергә генә олағырға булған. Унда аҡса – һәйбәт. Барыбер Башҡортостанда түгелбеҙ, Ырымбур ни, Себер ни.

Өйҙә арып китһәм, бөркөтөм көлөмһөрәй. Ышанмай: «Эй бахырҡайым, ер һөргән», – ти. Ҡыҙыҡ. Беҙҙең тормош бер көйө аға. Әлбиттә, минең идеалым идеальный түгел бер ҙә. Нишләйһең: үҙем һайлап алған яҙмыш. Тәҡдиргә һылталау ҙа килешеп бөтмәҫ. Шулай йәшәйбеҙ. Тормоштоң үҙ боролоштары, үҙ тупһалары, хәтәр шарлауыҡтары етерлек. Үҙең беләһең, һинең, исмаһам, бәпестәрең бар, һөйөнөсөң, байлығың, ә мин... Петрик – ни тиһәң дә, донъяла берҙән-берем. Ул, ниндәй генә булмаһын, – берәү! Беҙ барыбер ата-әсәйҙән айырылдыҡ. Был – ысынбарлыҡ. Уларҙың үҙ донъяһы, беҙҙең – үҙебеҙҙеке... Ярты ғүмер үтеп киткән, тағы шул саҡлы йәшәйбеҙме – юҡмы. Нисек тиҙ үтте йәшлек, ҡартлыҡ етте. Киләһе йылда һинең юбилейыңды билдәләйбеҙ, ә миңә 33 тула. Христос йәше. Шәпме!

Йәшләй үлгән батырҙар тураһында уҡыһаң, тәндәр семерләп китә. Кешеләр иң ҡәҙерлеһе – ғүмерҙәрен ҡорбан иткән. Ә беҙ ваҡсыллыҡҡа баттыҡ, ығы-зығыға күмелдек, үҙебеҙҙең танау осонан арыраҡ күҙ ташларға ҡыймайбыҙ. Бына Зоя, Матросов... Әле кешеләрҙә, тормошта күпме хаслыҡ. Күпме әшәкелек, хәсислек... Ғәҙеллек юҡ. Тамсы ла! Ахырыһы, ул Ерҙә бер ҡасан да булмаҫ та! Ҡайһы берәүҙәрҙең өҫтөндә кейеме, ашарына ашы юҡ, икенселәр – ҡотора. Бөтөн байлыҡты үҙҙәре менән ҡәбергә алып китерҙәр инде. Ни өсөн тормош шулай ҡоролған? Ниңә шулай яратылған Ерҙә булмыш? Кем тарафынан? Кем тарафынан ҡарғалған хаҡлыҡ?.. Революциянан һуң беҙ яңы, тигеҙ тормош төҙөнөк, тинек. Ҡайҙа ул? Буржуаз, социалистик революциялар еңде. Нимәгә бөтәһе лә? Бәлки, мин яңылышамдыр. Шулай ҙа йән әрней: һаман тиң, бәхетле ҡоролош юҡ. Ысынын әйткәндә, һаман фәҡирлектә ыҙа сигәбеҙ. Ҡайҙа ҡарама, тәртипһеҙлек, ярлылыҡ, бахырлыҡ. Мин Балтика буйында йәшәнем, беләм, унда тормош беҙҙәге ише генә түгел. Унда – цивилизация, Европа! Унда бөтөнләй икенсе донъя... Кешеләр ҙә байыраҡ йәшәй, үҙҙәрен иркенерәк тота, иреклерәк һымаҡ күренә. Улар – азат. Күңелдәре азат, белемлерәктәр, киңерәк ҡарашлылар, байыраҡ рухлылар, нескәрәк зауыҡлылар. Унда йәшәйҙәр... Улар үҙҙәренең баһаһын, бәҫен белә, үҙҙәрен кеше итеп тоя. Тағы үҙҙәренекенә йәбешеп яталар, бер ҙә ситтәргә, яттарға табынмайҙар. Үҙ культуралары; уны һаҡлайҙар, яҡлайҙар, үҫтерәләр. Үҙҙәренекенә тотоналар. Ғорурҙар, аҡыллылар, юғарылар. Беҙҙән күберәкте күрәләр, тәрәнерәк кисерәләр, нескәрәк тоялар. Беҙҙән аҡыллыраҡтар. Ҡайҙа беҙгә уларға етеү!

Мин көнсөллөктән йә үҙемде уйлап ҡына әйтмәйем. Йән көйә. Үҙем өсөн йән көйә. Туғандарым өсөн, туған булмағандар өсөн. Хөрт йәшәйбеҙ. Ысынлап та, фәҡирлектә үткән тереклек... Йән көйә, ниҙелер үҙгәртке, тормош ағышын борғо, ташҡындарға, ағымға ҡаршы ташланғы килә. Өйөрмә ҡосағына!

Әммә был беҙгә яҙмаған. Беҙ быға һәләтле түгел. Бәлки, ҡасандыр беҙҙең балалар әҙәмсә йәшәр. Тормошто үҙҙәре теләгәнсә ҡорорҙар. Тормошто йәмләрҙәр. Ә әлегә... Беҙгә яҙмаған, бәлки, киләсәк быуындарға яҙыр. Бирһен Хоҙай!

Фәнисәм, әллә нимәләргә барып төшәм бит, әй. Баш осонда аяҙ күк булһын да тыныс йәшәһәк ине. Йән тыныслыҡтары тапһаҡсы. Башҡа ни хәжәт! Зәңгәр күктәр торһон, тормоштоң тәмен тойоуҙан яҙмаһаҡсы, Хоҙайым. Полина Сергеевна ҡабатлауынса, «надо бы довольствоваться малым»; «радуйся, что видишь это голубое небо, смеешься солнышку, что все это видишь и чувствуешь, ощущаешь дыхание земли, трав, озер, цветов и пшеницы...»

Әйе, мин һинең менән риза. Беҙ ғүмерҙе буш хәбәр, йәмһеҙ әрләшеү менән үткәрәбеҙ. Бушты бушҡа ауҙарабыҙ. Моғайын, быны аңларға, тойорға кәрәктер, ә беҙ – һуҡыр...

Кисә генә Петяға ла ошо турала әйттем. Бер һүҙ ҙә өндәшмәне.

Ярай. Хуш. Был яҙмаларымды үтә оҙонға һуҙҙым. Көтәм. Үбәм. Мин һәм Петр Алексеевич. Степной, ғинуар, 1982 йыл.

 

 

* * *

 

Фәнисә, аҡыллым!

Хәҙер ҡыҫҡа ғына хат сыймаҡлайым да почтаға йүгерәм: һеҙгә бәләкәй генә күстәнәс төрнәнем. Бәпәйгә тип... Сәй эскәндә иҫкә төшөрөрһөгөҙ, яраймы!

Әле бер нимә лә бәйләмәйем, ныҡ арыйым – бәйләү ҡайғыһы юҡ. Көс тә, теләк тә юҡ... Әлбиттә, бәйләйһе, тегенәһе эш етерлек.

Әйтәм бит: эштән ҡайтам да йығылам, ни үле, ни тере түгелмен. Арлы-бирле йыйыштырам, йыуам, көс-хәл менән ашарға бешерәм. Бөтәһе лә үҙенән-үҙе эшләнә. Уйым ойой, ҡулдарым эшләй. Бөтә теләгем – был бәләнән тиҙерәк ҡотолоу!

Ҡайһы берҙә китапҡа тотонам. Өйрәнелгән бит... Ҡулға нимә килеп юлыға, шуны уҡыйым, һайланып торор хәл юҡ.

Бисура, Петриктың свитерын һаман бәйләп бөтә алмайым. Ҡултығынаса еткәйнем, шунда туҡтап ҡалдым. Юмор!

Дебет ҡайҙан алаһың? Ниндәй хаҡҡа? Һин дебет эшен беләһең, миңә лә өйрәт. Мин дә дебет шәл бәйләргә хыялланам.

Ярай, хуш, һау булығыҙ.

Күп сәләмдәр менән мин һәм Петр Алексеевич. Степной, ғинуар, 1982 йыл.

 

 

* * *

 

Ҡәҙерле дуҫҡайым!

Хатың өсөн рәхмәт. Шөкөр, һиңә лә бурысымды түләп ҡуйҙым. Оҙаҡҡа һуҙыуыма асыуланма инде, шулай килеп сыҡты, һеҙгә өй һатып алырға кәрәк. Ярай, аңлаштыҡ һымаҡ.

Тәңрекәйем! Хатым тиҙерәк етһә ине һиңә! Үҙемдең яфаларым хаҡында һөйләргә ашығам. Тормошомдоң аҫты-өҫкә килде. Бөркөтөм йыш эсә башланы. Үҙенә иштәр ҙә табып алды. Күп... Ялыныу-ялбарыуҙарым да, янау-өркөтөүҙәрем дә, күҙ йәшем дә ярҙам итмәй. Хәйер, Степнойҙа тормош хәтәр. Яңғыҙаҡ бисәләр, берәҙәктәр, эскесе имгәктәр туп-тулы. Америка ҡалаһы биҫтәләрендәге һымаҡ, беҙҙең ике ҡатлы йорт эргәһендә бөтәһен дә күрергә мөмкин: эске, әр-талаш, һүгенеү, бысаҡҡа бысаҡ килеп һуғышыу, өҙгөләшеү, аҙғынлыҡ-туҙғынлыҡ...

Әгәр кешенең ихтыяр көсө юҡ икән, һин уға әйт ни, бынауы стенаға төрт ни – барыбер. Күҙ йәштәрең дә, һыҙланыуҙарың да сүп кенә. Көн һайын, эҙләп булһа ла эсә. Ахырыһы, аптырап, бер бөтә авансын ҡулына тотторғайным... Ни эшләне тип уйлайһың: күҙен дә йомманы – эсеп бөтөрөп ҡайтҡан... Әйләнгән һайын әрләшә башланыҡ, сәбәп сығып ҡына тора бит. Һүҙе табыла... Белмәйем, бөтә хафаларымды нисек кенә һөйләп аңлатайым. Йөҙәп бөткәс, яҙам... Тағы кемгә яҙайым, кемгә белдерәйем хәлемде? Әсәйемдәрҙе борсоғом килмәй. Әлдә һин бар, берҙән-берем. Һиңә ышанам. Вәлимә һеңлемә лә әҙерәк яҙғайным... Ул да аңлап бөтмәй.

Ярай, был турала... Барыбер һиңә ҡыҙыҡ түгел. Көндәр йылыта төшкәс, Түбәгә ҡайтып әйләнгәйнем. Отгулдар иҫәбенә. Былай ғына ҡайттым. Әллә нишләп күңелем тулышты ла кинәт кенә сыҡтым да киттем... Эй шәп, күңелле булды: йәнем баҫылып, хафаларым юйылып ҡалды. Йөрәгемә лә еңелерәк кеүек... Тәңрем, ниндәй рәхәт Башҡортостаныбыҙҙа!

Ярай, пока. Яҙ. Өҙөлөп-өҙөлөп көтәсәкмен хаттарыңды! Бөтәгеҙгә лә сәләм. Таңһылыуың. Степной, ғинуар, 1982 йыл.

 

 

* * *

 

Фәнисәкәйем минең!

Кеше нисек шулай тиҙ тормош төпкөлөнә ҡолай икән. Ошо йәшемә етһәм дә (оҙаҡламай 33, Христос йәше тула), үҙемдең һаман да һәләтһеҙ, тормошҡа яраҡһыҙ, тар ҡарашлы булыуыма, яраҡлаша-яйлаша белмәүемә, һуҡыр рәүештә мәғәнәһеҙ донъя көтөүемә аптырайым. Ун һигеҙ йәшлек ҡыҙ кеүек, мөхәббәт ҡөҙрәтенә генә ышанып, ҡабат уның ҡосағына ташландым. Әйтерһең дә, мине яҡты көмбәҙле хан һарайҙары көтә. Әйтерһең дә, миңә ун һигеҙ, саҡ-саҡ баҫам тормош тупһаһына... Өҙлөкһөҙ бысраҡ һүҙҙәр сәпәй йөҙөмә. Уның фантазияһына иҫем-аҡылым ҡорой. Сама тигәнде күптән онотто, хаттиндарҙан ашты түҙемем. Хәҙер «әллә ул мине, ысынлап та, бер ҡасан да яратманы, мине үҙенә тамсы ла тиңһенмәне микән», тип уйлай башланым. Бәлки, ул мине бөтөнләй һанламайҙыр, һанламағандыр?

Ул – христиан, ул-рус кешеһе; мине мусульманка, түбән раса тип һанай микән? Гел кәмһетеүле һүҙҙәр һөйләй. Йәшерәк саҡта бер ҙә милләт айырған кеүек түгел ине...

Аҙҙы бөтөнләй, әҙәп-сама тигәндәрҙе онотто. Әйләнгән һайын битәрләй, төрлө ҡушамат таға, ғәйбәт һөйләй. Уйнашсы ла икәнмен мин, дикарка ла. Ҡырымын да ҡалдырмай, Ригаһын да... Ригала мин өйһөҙ йөрөгәнмен, урам фәхишәһе булғанмын. Фәнисәкәйем, мин шул саҡлы ытырғаныс, шаҡшы бәндәмен икән. Яңы белдем. Улайһа ни өсөн минең менән йәшәп ята, ниңә ҡабаттан ҡауышты? Тәңрем, фәрештә түгелмен мин, түгелмен; мин – шул уҡ әҙәм заты. Әҙәм затының бар кәмселектәре, ыңғай яҡтары миңә лә хас.

Ой, Фәнисәкәйем! Быны үҙ күҙҙәрең менән күрергә, үҙ ҡолаҡтарың менән ишетергә кәрәк... Эй-й, бәлки, мин артығыраҡ ҡуйыртамдыр буяуҙарҙы? Хисле бисәмен бит. Яңғыҙлыҡтан, хәсрәтемдән ҡастым, ә нимәгә килеп юлыҡтым? Айыу ҡосағынан ҡасып, бүре тамағына килеп ҡаптым. Хоҙайым, Аллам һаҡлаһын был бәләнән!

Уҙған йылдар эсендә ул үҙгәргәндер, арыуланғандыр тип юраным. Шул уйыма ышанғым, инанғым килде... Кешене ҡайтанан тәрбиәләп була тип өмөтләндем... Айырылышҡас та, ул яңғыҙы йөрөнө, өйләнмәне. Мине алиһә һымаҡ күрә, минең менән иҫәпләшә, мине әллә кем итә, тип уйланым.

Нишләп тормошом килде-киттеле? Нишләп бөтә нәмә пыран-заран килә, упҡынға табан ҡолай? Минеңсә, ул шул тиклем ахмаҡ түгел бит. Бары башын этлеккә һала...

Бер нисә кеше йөҙөмә бәреп әйтте: «Ул – насар...», «Ул – алйот», «Уның етмәй бит, күҙҙәреңде асыбыраҡ ҡара!..» Кемгә ҡырт киҫәм, кемде әрләп ебәрәм... Ҡайһы берҙә ҡыҙарынып башты ситкә борорға тура килә. Уның арҡаһында нисә ҡат совхоз директорынан, баш зоотехниктан шелтә ишеттем. Директор (Иванов) бигерәк һөмһөҙ: ҡаңғыртып йыҡты, соҡоп-соҡой, тырнаҡ аҫтынан кер эҙләй. Үҙ яғымдан былай мин яуапһыҙ ҡалмайым. Шулай ҙа был ҡасанғаса дауам итер?

Бына һуңғы көндәрҙәге ваҡиғалар. Ҡыйыш тейәп ҡайтҡайны... Өйгә инеп өлгөрмәне, иштәре тағы эсергә алып сығып китте. Баш тарта алмаймы ни ул?

Төн уртаһынаса көттөм дә яттым, теге һыуға баттымы ни. Уңарсы ул эсеп, һуғышып йөрөгән, милицияға эләккән... Иртән уянһам – юҡ, дирекцияла, етмәһә, ҡабартып-сурытып һөйләп торалар. Күҙҙәремә йәш тулды. Бынан алда ғына һыйырҙарҙы ҡарамаған өсөн айлыҡ эш хаҡының өстән бер өлөшөн тотоп ҡалғайнылар... Минән 40 һум һорап алды. Милицияға шылтыратҡайным, 30 һум ғына, тиҙәр.

Утлы тәгәрмәсте, гүйә, тау үренән төшөрөп ебәрҙеләр. Нәҡ өҫтөмә килә... Теге милициянан иҫерек ҡайтты. Ишекте асып инеү менән тегегә ҡатамды атып бәрҙем дә күҙ йәштәремә төйөлдөм. Әрнеү, үкенес үҙәгемде өҙҙө... Теге күҙҙәрен аҡайтты, һүгенә-һүгенә йөрөнө лә: «Тәҙрәнән ташлайым, дикарка», – тип ҡурҡытты, ҡабат сығып олаҡты.

Йәшемә төйөлөп, һулҡылдап-иңрәп ятһам, коридорҙан тауыш килә. Һүҙҙәре ап-асыҡ ишетелә.

– Һин, Петя, улай ҡаты бәрелмә! – Был – иптәше.

– Пустяк! – Быныһы – Петя. Әйе, ул! – Подумаешь жена! – тип ебәрә.

– Таняңды уйла! – Тағы иптәше.

– «Таняңды уйла...» Һе, Таня. Кем ул Таня? Жена? Танхы-лу? Ан нет, басурманка-а! Ишеттеңме, ба-сур-ман-ка-а! И точка!

Фәнисә, миңә, бәлки, ҡолағымды ҡаплап-томалап ятырға кәрәк булғандыр, үҙемә теймәгәнде тыңлағансы? Нисек? Бәлки, миңә тәүҙә ҡата бәрмәҫкә, өндәшмәҫкә, тешемде ҡыҫырға, телемде тешләргә кәрәк булғандыр, ә? Тик ул ваҡытта асыуымдан, нәфрәтемдән тәнем бер ни тоймай, күҙҙәрем бер ни күрмәй, ни ҡылғанымды ла аңғармай инем. Бер-беребеҙгә әллә нәмәләр әйтеп бөттөк. Хатта милләттәребеҙҙе, диндәребеҙҙе тикшереп сыҡтыҡ. Хоҙайым, ниндәй сиккә еттек! Ул минекен, мин уныҡын ҡарғайым. Миңә әсерәк тейә, ул мине тиңһенмәй, кәмһетә кеүек; уға нисектер...

Иртән эшкә барманы был. Дирекция алдында управляющийға әллә нимә тип аңлата, оноттом инде. Мин, «алдай», тим. Теге, ярһып, минең яҡҡа әйләнде лә битемә һуҡты. Ярай, янтайып ҡалдым, сәсрәтә ине. Иң ҡыҙығы: был бүтән миңә йомолманы, ҡул һелтәне лә, «басурманка» тип һүгенеп, фатир яғына ыңғайланы. Ҡайтып, эстән бикләнгән, индермәй. Үҙенең бер дуҫы ярҙамында форточканан саҡ төштөм. Комедияһы ла, трагедияһы ла шунда бергә!

Йәшереп ҡуйғанын табып эскән.

Бөгөн әҙерәк баҫылды. Себергә китәм, ти. Автобус туҡталышына барып, өс сәғәт тороп ҡайтты. Сусҡа балаһын һуйып һатайыҡ та, әйҙә, икәүләп китәйек: яңы ерҙә яңыса йәшәй башларбыҙ, булғанды онотайыҡ. Аҡсабыҙ бер муҡса булыр, ҡайғы-хәсрәтһеҙ йәшәрбеҙ, йәнәһе. Өйҙәге әйберҙәрҙе һатып ҡуйыуынан шөрләйем.

Бына шулай ул бәйҙән ысҡынды. Артабан ҡайһылай ҡыланыр? Кисә һеңлеһенә телеграмма һуҡҡайным, килһен, оялтһын тип. Нишләр? Бөгөн әҙерәк тынысландым.

Тағы йәшәп ҡарайым әле. Ары шулай битемә сәпәй башлаһа, ҡулдарымды ҡайырһа, күҙ күрер... «Мин һине ултыртам», – тигәйнем, үпкәләне, ғорур бөркөт! Нәҡ шунда, Себергә китәм тип бөттө... Ҡырымды ла, йоҙаҡты ватып, форточка аша үрмәләп йөрөгәнемде лә ҡалдырманы.

Хәҙер көлкө, әммә ул ваҡытта бер ҙә ирмәк түгел ине. Тағы ла шундай ғауғалар ҡупһа, минең йөрәгем күтәрмәйәсәк.

Ярай, иламһырағаным өсөн ғәфү ит, нишләйем һуң. Хуш, һау бул. Үбәм. Көтәм. Таңһылыуың. Степной, ғинуар, 1982 йыл.

Дауамы бар.

Автор:
Читайте нас