Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
27 Апрель 2023, 15:13

Таня-Таңһылыу Роман 14 (аҙағы) Ринат КАМАЛОВ

...Беҙ китәбеҙ, һин ҡалаһың. Һиңә – йоҡларға, беҙгә – йөрөргә. Һин – юҡ, беҙ һаман Ер йөҙөнән барабыҙ... Ҡасан осланыр юлыбыҙ, ҡасан осрашырбыҙ унда?

Таня-Таңһылыу Роман 14 (аҙағы) Ринат КАМАЛОВТаня-Таңһылыу Роман 14 (аҙағы) Ринат КАМАЛОВ
Таня-Таңһылыу Роман 14 (аҙағы) Ринат КАМАЛОВ

* * *

 

Фәнисәкәйем!

Ниңә шулай оҙаҡ, өндәшмәүемдең сәбәбен хәҙер аңларһың. Был көндәрҙә хатта өйгә лә яҙманым.

Иң тәүҙә, онотмаҫ борон – Марта әхирәтем тураһында. Һөйөклө дуҫҡайым, ниһайәт, кейәүгә сыҡҡан. Инженерға. Улар Ригала түгел, ә икенсе ҡалала дөйөм ятаҡта торалар. Фатир көтәләр. «Ирем һәйбәт, эсмәй», тип яҙа Мариэтта. Мине туйына саҡырғайны, нишләйем, нисек итеп сығып китәйем?

 

Йүгерепкәй генә барып етер ер түгел...

 

Дөрөҫ яҙҙыммы? Марта туйҙа төшкән фотоһын һалған. Матурайған, һылыуланған, танып та булмай ханымды. Киң тирәсле эшләпә һәптергән, оҙон буйлы, Анна Каренинаға оҡшабыраҡ киткән. Уның менән айырылышҡандан һуң күпме һыуҙар аҡҡан... Эй ваҡыт ҡайһылай елә генә, артынан өлгөрөп тә булмай. Беҙ ҡартаябыҙ, илһам да, көс тә, һаулыҡ та, хыял да, мөхәббәт тә беҙҙән алыҫая бара төҫлө. Бөтәһе лә артта ҡала...

Майҙа Мартаға утыҙ йәш. Нәҡ мәле!

Һиҙәһеңме, әллә мин әхирәтемә көнләшәм инде? Ысынлап та... Хәҙер мин был ауылдарҙан ғүмерҙә лә сыға алмам инде, ҡотола алмам был дала төпкөлөнән. Йәшәремде йәшәгәнмен, эсәремде эскәнмен...

Теге хатымда илаулағайным бит, шунан һуң яраштыҡ. Нишләйһең, бер ҡыйыҡ аҫтында ғүмер сигәбеҙ. Эштә – директор, өйҙә был игәне, оҙаҡламай түшәккә ауҙым. Шундуҡ больницаға һалдылар. Ун көндән һуң эшкә сыҡҡайным, Иванов ҡаштарын төйөп тора. Хәс тә Ригалағы мөдирем Дарья Павловна! Хоҙайым, бөтә ерҙә лә бер үк кешеләр, бер үк тәртиптәр. Директорым: «Эскесе иреңә үс итеп ятҡанһың», – тип ысҡындырҙы. Шунан китте, китте бәйләм-бәйләм сынйыр дүңгәләге кеүек... Ысын ҡотҡо башланды. Башҡаларҙы эт шикелле беҙгә ҡаршы һөсләйҙәр, мине урынымдан алып ташларға яҫҡыналар. Бөтә был тартышты яҙырға хәлем дә, теләгем дә юҡ; Алла бойорһа, осрашҡанда бер һөйләрмен әле – оло бер повесҡа торошло.

Дүрт-биш көн һуҙылды был. Мин прокурорға барып еттем, әммә ярҙам итмәне. Бында улар бөтәһе лә бер сыбыҡ менән ҡыуылған, һатлыҡтар... Төпкөлдә, торғон һыуҙағы ләмдәй, һаҫып ултыралар, ни теләйҙәр, шуны ҡылалар. Совхоз директоры Ивановтың ағаһы – райкомдың өсөнсө секретары. Мәхшәр, ҡайҙа морон төртһәң дә, серле ҡуласа – өйрөләһең, сөйрөләһең, бер нәмә лә килеп сыҡмай.

Мин йәнә дирекцияла йығылғанмын, иҫһеҙ көйө больницаға оҙатҡандар. Өс көн, өс төн аңыма килә алмағанмын. Невропатолог әйтеүенсә, нервым ҡуҙғалған (стресс). Невропатолог баш врачтың урынбаҫары, өсөнсө секретарь ҡатыны туғаны икән. Ул, мине мыҫҡыллап, дирекцияға «диспетчер булып эшләй алмай», тип белешмә биргән. Ивановҡа шул ғына кәрәк – медицина комиссияһына ҡыуалай. Мин, эштең айышына төшөнөп, сат баш тарт: «һеҙгә кәрәк икән, һеҙ барығыҙ!» Шуның менән эш тә бөттө.

Фенита ля комедия.

Оҙаҡламай яңынан больница... Сирем оторо көсәйгән.

Мине больницаға һалыу менән Петрикты эҙәрлекләй башлағандар. Ул, ни, фәрештә түгел: гонаһтары биниһая-бихисап, эскәне лә, эш ҡалдырғаны ла бар. Шулай ҙа совхозда унан былайыраҡтары тулып ята, әммә берәү ҙә тырнаҡ осо менән ҡағылмай. Улар ҡуштанлана, ярай белә. Фермала малсылар етешмәй, ә директорға барыбер. Рабочком ултырышында шул Иванов, төкөрөгөн сәсеп, бер үҙе ҡысҡырына, ти. Ярай, рабочком уның ыңғайына төшмәгән.

Петригым ябыҡҡан, ҡартайған. Шулай ҙа, молодец, өй эсен тәртипләп тотҡан. Ҡайтыуыма иҙәндәр таҙа, һауыт-һаба йыуылған, карауат йыйыштырылған. Бер башлаһа, эш сыҙатмай ул. Өлгөр, етеҙ. Больницаға ла килеп йөрөнө. Көн аша булмаһа ла, өс көнгә бер. Өйҙә ятмай бит... Эсмәһә, бына тигән кеше. Үҙенә ҡарап туйғыһыҙ. Эсһә – бөттө.

Унан башҡа мин был дала ҡосағында нишләр инем икән? Яңғыҙым һарғайып үлермен... Теле лә осло инде. Эсеп алһа, кәмһетеүҙәрҙең иге-сиге юҡ. Түҙәм, эсемдәген һиҙҙермәҫкә уйым. Эскеһе килһә, барыбер һыҙырып ала аҡсаны, барыбер ҡуймай. Больницанан сыҡҡас, ике-өс ҡат һуғышырға өлгөрҙөк. Тфү-тфү. Мин быны барыбер иҫенә төшөрәсәкмен, барыбер! Айнығас, үҙенә лә әйттем. Ҡыҫҡаһы, дуҫҡай, янар вулкан өҫтөндә һымаҡ йәшәйем.

Ярай, был туралағы хикәйәмде ошоноң менән тамамлайым. Ҡалғанын берәй ваҡыт ҡолағыңа ғына һөйләрмен. Хәҙергә иҫән-һау булып тор. Хаттар битендә киләһе осрашҡанға тиклем, ҡәҙерлем.

Көтәм. Үбәм. Таңһылыуың. Степной, февраль, 1982 йыл.

Р. S. Бөтәһенә лә күп сәләм. Бирешмә, капитаным!

...Капитан, капитан, улыбнитесь...

 

 

* * *

 

Фәнисәкәйем, ҡәҙерле кешем, туғаным минең!

Беләһеңме, кешеләр йылан икән! Элек белмәгәнемде яңы белдем: мин уйнашсы бер ҡатын! Үҙең белмәһәң, күршеңдән һора хәлеңде!

Бында ишемьярҙар күп, тигәйнем бит. Шуларҙың береһенән, әлеге лә баяғы техничка Федоровнанан, үҙемдең Петрик өйҙә юҡта ирҙәр менән йөрөүемде белдем. Мәсхәрә! Һиҙәһеңме, был нахаҡ берәүҙән дә түгел, ә совхоз аристократияһының үҙенән сыға. Ул мине шулай бысратырға, кеше күҙенән төшөрөргә маташа.

Аллам һаҡлаһын!

Петрик былай ҙа Ҡырым менән тәҡәтемде ҡорота, хәҙер яңы бәлә... Әле ул ишетмәгән, әммә барыбер алып барып еткерәсәктәр.

Хатта теге ирҙең исемен дә атанылар. Мин уның йөҙөнә төкөрөргә йыйынғайным... Ысынлап та, ҡармаҡ һалып маташҡайны, кире борҙом. Теге, шуға үс итеп, итәк аҫтынан ут ебәрә. Йүкә телефон шәп эшләй ауылда.

Беләһеңме, баштан уҡ шуның хаҡында яҙайым тип ҡулым ҡысыта, тик һаман етә алмайым. Беҙ Ишемьярға барып ураныҡ бит! Ҡыҙыҡмы?

Ә миңә унда ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та булды. Ни өсөн, тиһеңме, хәҙер һөйләйем.

Ишемьярҙа, төп йортта, Петриктың ҡустыһы йәшәй бит хәҙер. Теге армиянан ҡайтҡаны. Шул тыуған көнөнә бөтә нәҫел-нәсәбен йыйған. Мин ризалашманым, Петрик өҙмәй ҙә ҡуймай. Йәнәһе, уның отгулдары бар. Һөйрәкләп тиерлек алып китте был. Бер ҙә аяғым тартмағайны. Өҫтәүенә, больницанан һуң...

Ишемьярға төнгө ун икелә йәйәү барып индек. Ял көнө, машина түгел, ат йөрөмәй. Полина Сергеевна Николай Григорьевичты район больницаһына алып киткән. Беҙҙең алсаҡ дуҫыбыҙ, ҡарт директорыбыҙ ҡаты сирләй, ә Полина Сергеевна йәнәшәһендә ултыра.

Былар түңкәрелгәнсе эсте, ғауға ҡуптарып, өйҙөң аҫтын-өҫкә килтереп бөттө. Ярай уныһына... Аҙаҡ мине соҡорға тотондолар. Төкөрҙөм мин уларҙың ғәйбәтенә! Милләтемде лә, динемде лә ҡалдырманылар. Таискаһы һаман бер балыҡ башын сәйнәй. Һин ят-яман рух, беҙҙең араны бысратаһың! Беләһеңме, йөҙөмә бәреп әйтә. Эсеп-иҫереп алған да өҫтөмә менеп килә. Һин – һатлыҡ йән, ти. Йәнеңде генә түгел, тәнеңде лә һатып, иманыңды онотоп, динеңә төкөрөп, икенсе динлегә кейәүгә сыҡҡанһың, ти. Һине мин генә түгел, әсәйең дә, туған-тыумасаң да ҡарғай, ти. Үҙ илеңдә үҙеңдекен таба алмағанһың да беҙгә ылығырға иҫәбең... Йоғонма, ти шул. Нәҡ Ишемьярҙа урманға сыҡҡандағыса... Унда, исмаһам, тура ярып һалмай ине, хәҙер асыҡтан-асыҡ, күҙемә ҡарап ебәрә...

Әлбиттә, ныҡ үкендерҙе. Белгән булһам, ике аяғымдың береһен баҫмаҫ инем. Петяға ла екеренә. Ниңә икенсе ҡат алдың шул нимәне, ти. Өҙөлгән, киҫелгән – ниңә икенсе ҡат йоғонаһың шул азиатшаға, тисе. Иҫем-аҡылым ҡороно. Тегеһе, эскесе, малҡай кеүек башын һалындырып тора, яҡлап, бер һүҙ өндәшһәсе. Илаһым, күрәһеләрем бар икән! Әрнеп, иңрәп киттем Ишемьярҙан.

Марфа әбейҙе күрҙем. Ғәҙәттәгесә сәй һемерҙек, гәпләшеп ултырҙыҡ. Әүәлгесә йәшәп ятҡан көнө. Һаман уҡытыусы ҡыҙҙар тота. Элеккесә алсаҡ, теремек. Донъям, Петрик тураһында һораша, һине иҫләп ултырҙыҡ. Яҡшы яҡтан ғына... Яғымлы, алсаҡ, илгәҙәк өләсәйебеҙ! Ғүмерен бирһен инде, һау-сәләмәт булһын!

Быныһын һиңә белдергем килмәгәйне. Ярай, ауыҙымда һүҙ ятмай, осоп сығып бара хәбәрем-ҡошсоғом. Йөрәгемә шундай ауыр булды... Ул, тик ул һүҙ башланы туғандары араһында. Таискаһы түгел (ул аҙаҡ...). Әтәс кеүек ҡанаттарын ҡағынып миңә осоп ҡуна, йәнкәйем. Туғандары алдында батырайҙы ла китте. Әйтерһең дә, уның бөтә бәләләрендә мин ғәйепле. Эскесе булыуына ла, фермала йүнләп эшләмәүенә лә, яҙмышынан уңмауына ла... Ҡара эт бәләһе – аҡ эткә! Шулай инде: беҙ күршебеҙҙең генә гонаһын күрәбеҙ, бөтә бәләләребеҙҙе уға япһарабыҙ. Ул – ғәйепле, сөнки ул – күҙ алдында! Уға ябырға, уға бармаҡ менән төртөп күрһәтергә мөмкин. Шундай ҡыйын булды... Үҙе менән аслыҡ-яланғаслыҡ татыған, ярты телем икмәген бүлешергә әҙер кешене... Ул башлағас ҡына, Таискаһы тотондо. Гүйә, хәлһеҙ, хәрәкәтһеҙ йылан өҫтөнә тере һыу ҡойҙолар. Петрик үҙе аҙаҡ ауыҙына һыу уртланы уртлауын. Инде апаһы сираты, ул тыйнаҡ, ул ғауғаға ҡыҫылмай. Шулай: береһе башлай, икенсеһе түпәләп ҡуя. Армиянан төрлө шикәйәттәр яҙып ятҡан ҡустыһы ғына был юлы өндәшмәне. Ҡунаҡҡа саҡырған бит!

Степнойға әйләнеп ҡайтһаҡ, эшемә ултыртмайҙар. Больницанан һуң, бер ниндәй прогулһыҙ көйө... «Заправкаға бар!» – ти Иванов, мин ҡарышам. «КЗОТ статьяһы менән ҡыуам!» – ти. Мин әйтәм: «Хаҡың юҡ!..» Теге заправкаға эшкә күсергә бойороҡ яҙҙы, мин барманым. Комедия!

Һуңынан дирекцияға ғариза илтеп ташланым. Петрик: «Өйҙә ултыр әйҙә!» – ти. Мин ғариза һонам, ә директор Иванов статья менән ҡурҡыта.

– Статья менән ҡыуырға хаҡығыҙ юҡ, – тим тағы.

– Нишләргә уйлайһығыҙ һуң? – тип ҡыҙыҡһына үҙе.

– Өйҙә ултырам!

Аҙна үтеүгә Петриктың үҙен ошо статья менән ҡыуалар. Бына һиңә мә! Бер эскесе менән эләгешкән. Теге директорға: «Йә мин, йә ул!» – ти икән. Иванов, ни, шат...

Әгәр ҙә эшкә сыҡмай ятһа, шуға ҡыуһалар, тағы бер хәл. Асыуың да килмәҫ ине. Күптәр беҙҙе йәлләй, әммә директорҙан уттан ҡурҡҡандай ҡурҡалар. Һәр кемгә үҙ йәне ҡәҙерле, һәр кем үҙ тәне өсөн дер ҡалтырай. Шулай йәшәйҙәр инде төпкөл төбәктәрҙә бәләкәй батшалар... Бөгөнгәсә көн итәләр, типтереп тә, теттереп тә.

Улар хаҡында, уларҙың ҡараңғы биләмәләре һәм өнһөҙ ҡолдары хаҡында яҙып ялыҡтым мин. Арыным, хәҙер ослайым. Ҡасан да бер тулыраҡ итеп тасуирлармын әле Ырымбур далалары уртаһында онотолоп ҡалған был совхоз тураһында. Тик ҡайҙа туҡтағанымды ғына иҫемә төшөрөрһөң, йәме?

Полина Сергеевнанан күптән бер нәмә лә юҡ, хәл-әхүәлдәрен белмәйем.

Берәй ере килешмәһә, һуҡранма инде, аҡыллым. Буталсыҡ килеп сыҡты. Үҙең, ир-аттарың ни хәлдә? Таҙалығың яҡшымы? Фатир һатып алдығыҙмы? Бөтәһе, бөтәһе хаҡында ла түкмәй-сәсмәй яҙсы. Һин бит минең берҙән-берем. Һинән башҡа бер яҡыным да ҡалманы.

Икенсе бер ваҡыт үҙем, үҙемдекеләр хаҡында тулыраҡ итеп яҙырмын.

Фәнисә, һин миңә дебет һуҡҡыс таптыңмы? Иҫләнеңме? Мин үҙем иләргә, үҙем үҙемә дебет шәл бәйләргә хыялланам.

Ярай, хаталарын ғәфү ит инде. Хәҙер яңынан уҡып сығырға хәлем дә, теләгем дә юҡ. Яраймы?

Үбәм. Көтәм. Таңһылыуың. Степной, февраль, 1982 йыл.

 

 

* * *

 

8 Март байрамы алдынан алыҫтағы әхирәтемдән йылы ҡотлау открыткаһы алып һөйөндөм.

 

Фәнисәкәйем!

Милая моя!

Поздравляю тебя с первым весенним праздником, с первыми подснежниками и ясным солнышком.

Напишу скоро, сильно болела, Полина Сергеевна не пишет совсем.

Поздравляю, родная моя! Будь здорова и счастлива!

Таңһылыуың, Степной, март, 1982 йыл.

 

 

3

 

Ә 9 Май байрамынан һуң мәңге өнһөҙ Полина Сергеевнанан шундай йөкмәткеле хат килде.

 

Һаумы, Фәнисә!

Иң изге теләктәр менән хат яҙыусы Полина Сергеевна тип белерһең. Үҙеңә, яҡындарыңа күп сәләм күндер!

Беренсе хатым бик ҡыҫҡа һәм буталсыҡ булды, буғай. Бәлки, һин бөтәһен дә аңлап та бөтмәгәнһеңдер. Таняны Түбәлә ерләнеләр. Николай Григорьевич менән беҙ ҙә барҙыҡ. Тетя Марфа ла йыйынғайны, тик бара алманы. Ҡарт бит инде, шул саҡлы араға... Мин үҙем дә саҡ-саҡ йөрөнөм. Танюша хаҡына ғына инде...

Түбәгә килеп кенә төшкәйнек, йөк машинаһында Татьянаны килтерҙеләр.

29 апрелдә ул больницанан өйөнә ҡайта. Сәсен йыуа. Магазинға тейеп, ҙур таш һауыт менән көҙгө ала. Бөтә әхирәттәрен йөрөп сыға. 30 апрелдә миңә хат яҙған. 5 майҙа йәнә – йөрәген өйәнәк тота. Ата-әсәһен саҡырталар.

Әсәһе килеп еткәндә, ул һөйләшеп ятҡан була әле. Ҡустыһы менән әсәһе совхозға 7 майҙа килеп төшә. 9 майҙа иртәнге 10-да ул үлә. Янына бер кемде лә индермәйҙәр. Әсәһен күреү менән Таня:

– Әлдә лә һин килгәнһең әле, әсәй, рәхмәт инде, – ти. – Миңә шундай рәхәт хәҙер, тәнем дә еңеләйеп ҡалды...

Һуңынан:

– Һинд сәйе килтерҙеңме, әсәй? – тип һорай.

– Килтерҙем, килтерҙем, ҡыҙым, – тип йыуата әсә. Ике тапҡыр шул сәйҙе ҡайнатып эсәләр. Иң һуңында туғанының усын алып усына һала ла: «Дай лапу мне», – ти, есенинса итеп. Һуңғы һулышынаса шулай үҙ-үҙен йыуатып, һөйләшергә тырышып ята.

Больницала үҙенә күлдәк бәйләгән – бөтөрә алмаған. Шуның өсөн хат аша минән бәйләм һорап ятты.

Хәҙер, әлбиттә, бик ауыр. Әйтерлек тә түгел инде... Ләкин мине, күпте күргән, күпте кисергән кешене, бер нәмә аптырата. Тағы был турала һөйләге лә килмәй. Ытырғаныс нәмә. Ләкин һөйләмәһәң, Таня тураһындағы хикәйә тулы булмаҫ кеүек, һиңә лә күп нәмә аңлашылып бөтмәҫ.

Петрик менән икенсе ҡат бәйләнгәс, мин уның менән аралашманым тиерлек. Әлбиттә, ул быны ауыр кисерҙе.

Фәнисә, эш принципта ла түгел, әммә... Әлбиттә, мөхәббәт принциптарға, анттарға, аҡылға буйһонмай, һин минең был ҡауышыуға ҡәтғи ҡаршы булыуымды беләһең. Ул мине тыңламаны...

Һуңғы көндәрҙә, Таня больницала саҡта, Петрик эсә, ҡатыны янына барып урамай. Бер ҡайҙа ла эшләмәй, бушты бушҡа ауҙара. Уны бер ергә лә ҡабул итмәйҙәр.

Күҙ алдына килтерәһеңме? Ошо көсһөҙ сырхау ҡатын үҙен тотошлай уға арнай ине бит. Тереһыуҙың тамсыһын да сайпылтмай һөйөклөһөнә һона. Теге көршәгенең төбөнәсә эсеп ҡуя... Петрикка ғына булһын, ул ғына сарсамаһын!

Ҡатынының әсәләре килгәс тә күҙгә-башҡа салынмай: өйөнә инеп кенә сыға. Ишемьярҙағы туғандары: «Ҡайғыһынан эскәндер», – тигән булалар, ышанмайым мин. Бәлки, көйгәндер ҙә... ләкин барып күренергә, йәнәшенә инеп ултырырға кем ҡамасаулай?

Таняны больницанан өйөнә алып ҡайтырға булалар, ә Петрик туғанҡай – юҡ. Беҙҙең Танюша дәү кәүҙәле бит ул, тос; уны күтәрергә көслө, таҙа ирҙәр кәрәк. Мәйет кеше тәненән ауырыраҡ та була. Сит-ят ирҙәр ярҙамлаша: носилкаға һалалар, машина юллайҙар, өйөнә илтәләр. Был мәлдә хәләл ефет донъя ҡыҙыра, ҡайғыһын тарата ҡырҙарҙа... Бындағы – онотолған, ташланған, берәүгә лә кәрәкмәй.

Төштән һуң ғына ҡайтып керә: өшөгән-туңған, танауы төшкән тап-таҙа ир, «һылыу бөркөт», эшһеҙ, бер ниндәй хәсрәтһеҙ. Уның үҙен күтәрергә, ултыртырға, йылытырға кәрәк. Бәлә! Ләкин йылытыусы ул кеше юҡ инде. Юҡ! Бүтән ул күтәрмәҫ, ултыртмаҫ, ашатмаҫ... Хәҙер ул үҙе, ана, тыныс ҡына ята. Ҡотолған!

Һөйөклө ир, яғымлы кеше хаҡында ҡайғыртыусы юҡ. Уның хужабикәһе, әсәһе, тәрбиәсеһе юҡ – «бәләкәй сабыйын ҡалдырып әллә ҡайҙа киткән. Хафа! Кем ҡарар, кем яҡлар, йылытыр хәҙер? Бәлә!

Өйгә оло ҡайғы килгән.

Кешеләр, Петрик ҡайтып инде лә Таняның түшенә ҡапланды, тип һөйләйҙәр. Сабый бала ише түгелеп илай, иңрәй генә, ти. Шулай оҙаҡ иҫенә килә алмай ятҡан. Аяҙ көндә күк күкрәгәнме ни! Ул, ысынлап та, быны көтмәгәндер, ышанам. Ләкин һин нилектән Петрик шулай түгелеп илай, тип уйлайһың? Нилектән иңрәй, тыйыла алмай ул? Минеңсә, ул бөтөнләй яңғыҙ, ҡарауһыҙ хәҙер.

Хәҙер туйындырып, өгөт-нәсихәт туҡып тороусы юҡ. Ул – етем бала.

Фәнисәкәйем, һин минең ни хаҡында яҙыуымды аңлайһыңмы? Һүҙҙе нимәгә борам мин? Ләкин мине иң аптыратҡаны был да түгел.

Күршеләре, туғандары Танюшаны рәтләргә, кейендерергә йыйынғас, Петрик урынынан ҡалҡынып соланға сыға. Шунан тура әүен артына ыңғайлай, унан һуң бөтөнләй күҙҙән юғала.

Күҙ алдына килтерәһеңме? Ошонан һуң Петрик бөтөнләй юғала, бүтән өйөндә күренмәй. Уның әүен артына сығыуын ғына шәйләп ҡалалар, ә ҡайҙа йүнәлеүен, ни уйлауын, ни көҫәүен берәү ҙә белмәй, һөйөклө ир, «ҡыйғыр бөркөт» шулай олаға. Ер тишегенә кереп киткәнме, әллә берәй соҡорға ҡолағанмы – берәү ҙә белмәй.

Петриктан елдәр иҫә... Ул ҡатынын өйөнән оҙатырға ла ҡайтмай, Таняны ҡуйырға Түбәгә лә барып тормай. Шуныһы ғына асыҡ, Фәнисәкәй: ул ҡасҡан! Ҡуян кеүек, күҙенә ҡуш күренгәс, ҡойроғон һыртҡа һалған.

Был, әлбиттә, тәүбә итеү ҙә, таҙарыныу ҙа түгел. Петрик иҫән-һау, үгеҙ ише шапшаҡтай. Юҡ, ул быға һәләтһеҙ! Ҡыйыуҙар, саялар рухы ят уға. Ул ни бары тынысыраҡ урынға, ығы-зығы, мәшәҡәттән алыҫыраҡҡа һыпырта.

Бер ус тупраҡ һалыу... Был иң-иң изге йола! Бөтә халыҡтарҙа ла...

Кем өсөн, ни хаҡына тырышты, асырғанды, түҙҙе ул? Зиһенем етмәй. Был, моғайын, минең оҙон ғүмеремдә кисергән иң ыҙалы, иң үкенесле тарихымдыр. Әлбиттә, уны ябай алданыу, сәйер хаталаныу тип тә атарға мөмкин. Ләкин, минеңсә, был олораҡ, ғәжәберәк. Был ниндәйҙер аңлашылмаусанлыҡ, хәтәр тәҡдир...

Фәнисә, бәлки, һин икенсе төрлөрәк уйлайһыңдыр, үҙеңсә, бүтәнсәрәк ҡабул итәһеңдер. Әгәр ҙә сер булмаһа, яҙ. Һеҙ – йәштәр, һеҙ үҙегеҙсә. Белмәйем. Ярай! Иң мөһиме, яҙ, дуҫҡайым. Зинһар өсөн, онотма! Ни хаҡында уйлайһың, борсолаһың – барыһын да. Хаттарымды яуапһыҙ ҡалдыра күрмә. Әйҙә, исмаһам, ошо ауыр көндәрҙә бер-беребеҙҙе ташламайыҡ! Йөрәк ыҙа, һағыш менән тулы... Был көндәрҙә йышыраҡ аралашайыҡ. Хәсрәтебеҙ уртаҡ.

Һинең турала бер ни ҙә белмәйбеҙ тиерлек. Ниндәй яңылыҡтарың бар?

Сәләм менән мин, Полина Сергеевна. Ишемьяр, май, 1982 йыл.

Р. S. Үкенес, әрнеү – йөрәктә, күҙ йәштәре үҙҙәренән-үҙҙәре төйнәлә... Тамаҡҡа әллә ниндәй төйөр торған, йотоп булмай ҙа ҡуя.

Р. S. Николай Григорьевич та ауырый, һиңә күп сәләм күндерә.

 

 

* * *

 

Һаумы, Фәнисә!

Күп сәләмдәр менән хат яҙыусы Полина Сергеевна.

Яуабыңды алдыҡ, ҙур рәхмәт. Мин бер нәмә хаҡында уйланам әле. Беҙ быйыл йәй осраша алмайбыҙмы ни? Һинең балаларың бәләкәс инде... Онотоп торам, һеҙ Таняның ҡырҡына йыйынаһығыҙ икән. Беҙ бара алмайбыҙ инде, Николай Григорьевич йыш сирләй хәҙер. Теге сәфәрҙән ныҡ йонсоно.

Фәнисә, йәнә йәйҙәр етә. Йәйҙәр тыуған һайын мин һеҙҙе уйлай торғайным. Һәр йәшел йәйҙе ҡаршылаған һайын Таняны, уның менән осрашыуҙы көтә инем. Үҙ алдыма, сабый бала кеүек, тик юҫыҡҡа һөйөнә башлайым. Уға бит бер үҙенә Ишемьярға килеп етеүе барыбер еңелерәк. Үткән йәй ул килгән, әммә мине тап итмәгән; ҡыш ҡайтҡан, – тағы... Һин күҙ алдыңа баҫтыра алмайһың. Уның яғымлы һүҙҙәренән һуң йәнемә нисек еңел, рәхәт булып ҡала торғайны. Ул йыуата ла, тынысландыра ла. Килһә, күңелгә шатлыҡ, һөйөнөс. Артынан йәнең баҫылып ҡала. Ҡошсоҡ һымаҡ, ҡурҡаҡ, йомшаҡ зат. Баш осонда талпынып-талпынып торҙо ла алыҫтарға уҡталды. Мәңгегә юғалды күҙҙәрҙән... Офоҡтар артына китеп, һауалар иңенә һеңде. Юғалды, юҡҡа сыҡты беҙҙең ҡошсоғобоҙ.

Әйе, беҙ үҙебеҙҙең иң яҡын дуҫыбыҙҙы юғалттыҡ. Уны, ахырыһы, бер кем дә алмаштыра алмаҫ. Бүтән бер ҡасан да ундай хыялый, илгәҙәк дуҫыбыҙ булмаҫ. Бөтә аңлы ғүмеребеҙ буйы уны онота алмабыҙ, һуңғы һулышҡаса, йөрәктә яҡтылыҡҡа, игелеккә урын ҡалғансы уны хәтерләрбеҙ.

Үлгән артынан үлеп булмай, тиҙәр бит. Бик ҡыйын. Күңел төбөнә ауыр юшҡын ултырҙы. Тормош беҙҙе төп башына ултыртты, арабыҙҙан иң ҡәҙерлебеҙҙе тартып алды. Ни өсөн?

Мин яҙмыш бер гонаһһыҙ кешеләрҙе шулай язалар тип башыма ла килтермәгәйнем. Беҙ уның алдында ни ғәйеп ҡылдыҡ икән?

Николай ҙа ҡайғыра. Таня ауырыны инде, ыҙаланды. Тик был шулай тиҙ булыр, тип һис кенә уйламағайныҡ. Туғандарына бөтәһенэ лә телеграмма һуҡтылар – улар килеп өлгөрҙө. Вәлимә һеңлеһе лә, башҡалары ла шунда ине. Мин Таняның туғандарын, илен тәүләп күрҙем. Гүзәл халыҡ, ихлас кешеләр, ғәжәп яҡ. Башҡа һыйҙырырлыҡ түгел: ошо сихри даланың ҡыҙы юҡ һәм бүтән булмаясаҡ та! Бүтән ул көлмәҫ, йырламаҫ, өйрөлөп-сөйрөлөп бейемәҫ. Мәғәнәһеҙлек! Ахыр сиктә был Кеше Тәбиғәт алдында ғәҙел түгел.

Ни әйтәһең инде? Күҙ алдына килтерерлекме? Йәп-йәш көйө...

Юҡ, Фәнисә, мин быны аңлай, бының менән килешә алмайым. Был тәҡдир – вәхшилек!

Ярай, һин ғәфү ит. Йәнем баҫылмай, үҙ-үҙемә урын тапмайым. Николай Григорьевич әйтмешләй, минең ише меланхолик, сентименталь ҡатын да сығырынан сыҡҡас... Ошо бәлә алдында бөтә нәмә ваҡ, буш һымаҡ. Үҙем яңы бер нәмәгә төшөндөм. Элек елбәҙәк ҡыҙыҡай булғанмын икән. Хәҙер генә донъяны, уның рәхимһеҙ йөҙөн аңлай-таный башланым. Ошо йәшемәсә бер ҡатлы көйө йөрөгәнмен.

Ярай, үҙеңдең хәлдәрең, һаулығың нисек? Балалар үҫәме? Бөтәһе хаҡында ла айырып яҙ. Исмаһам, ошо ҡараңғы айҙарҙа бер-беребеҙҙе йыуатайыҡ, хаттарҙы өҙмәйек. Шулай саҡ ҡына еңелерәк кеүек...

Сәләм менән мин, Полина Сергеевна. Ишемьяр, июнь, 1982 йыл.

Р. S. Тетя Марфа тыйыла алмай, бисараң. Ул, бахыр, әрәм булып ятҡанса, үҙем генә китһәм, ти хатта. Күрәһең, балаҡайын онота, йәнен баҫа алмайҙыр. Бигерәк өйрәнгәйнеләр шул бер-береһенә... Үҙ ҡыҙы кеүек итә ине.

...Танюша ғына йәл. Әгәр ҙә теге хәсис менән икенсе ҡат сәсен бәйләмәһә, бәлки, оҙағыраҡ та йәшәр ине был яҡты донъяла... Теге уны ҡайһылай итеп туҡмаған! Ҡайһы берҙә ул өсәр көн түшәктән тора алмай ятҡан. Уның һаулығы менән туҡмау түгел, уға тырнаҡ осо менән дә тейергә ярамай бит. Уны хатта яман һүҙ ҙә үлтерә ала ине...

Ярай, хуш. Әлдә Таняның һеңлеһе Вәлимә ваҡытында иренән китеп өлгөргән.

 

 

Эпилог

 

Ел иркенә осоп йөрөгән үлгән япраҡ,

Көйгән япраҡ – әллә ниндәй уй уйлата.

 

(Йомабикә)

 

Таңһылыуҙың ауылын күргәнем юҡ ине. Нисектер тура килмәне. Ишемьярҙа эшләгәндә лә, былай ҙа әллә нишләп юл төшмәне. Түбәне әхирәтемдең һөйләүе буйынса ғына күҙ алдына баҫтырам.

Ҡырыҫ, көйһөҙ сырайлы төбәк. Поселокка ла, ҙур ауылға ла тартҡан. Тотошлайы менән оло хафаға тарыған төҫлө. Беҙҙе лә ятһынып-сәйерһенеп ҡаршылай. Эреле-ваҡлы, ҡалай башлы, ҡалайһыҙ ҡыйыҡлы өйҙәре лә сәләмләргә ашыҡмай. Улар араһында – Таңһылыуҙарҙың өйө. Шул йорттарҙың береһендә минең әхирәтем донъяға килгән. Бынан теүәл утыҙ өс йыл әүәл...

Кем уйлаған...

Мин уның ғәзиз тупрағы өҫтөндә баҫып торам. Бихисап дәүерҙәр, борон-борон замандар буйы уның ата-бабалары йәшәгән, хәләл тирен, ал ҡанын түккән ер битендә...

Мейемде ярып үткән уйҙан иҫһеҙ-һушһыҙмын. Бөтәһе лә уға әйләнеп ҡайта бит. Бөтә нәмә ошо изге тупраҡҡа әүерелә кире. Әхирәтем дә инде ата-бабалары, төп төркиҙәр, янындалыр йә уларға етер юлдалыр...

Мин ҡымшанырға ла, ҡыймылдарға ла ҡыймайым. Ҡәҙерлемде тыуҙырған һәм кире үҙенә алған ер...

Кем уйлаған...

Алдымда өнһөҙ, ҡобараһы осҡан Түбә. Ҡайҙа, ҡайһы тәңгәлдә һуң әхирәтемдең өйө?

Бихисап илдәр гиҙеп, иҫәпһеҙ-һанһыҙ ер-һыуҙарҙы күреп-кисереп, ярты донъяны айҡап сыҡһа ла, Балтика ярҙарына – Ер сигенә етеп, аяҡтарын һәлендереп ултырһа ла, яҙмыш уны барыбер һиңә алып ҡайтҡан, Түбә. Барыбер һиндә башланып, һиндә килеп осланып ҡуйған юлдары ғәзиз балаңдың. Быныһы – иң мөһиме!.. Иҫләйһең микән: ниндәй ҡыҙың, ниндәй затың ине ул? Һиндә тыуған, һиндә тәрбиәләнгән. Нишләп, ҡайһылай ул Таңһылыуҙан Таняға әйләнгән? Һин тәрбиәләгәнһең, ошо күктәр аҫтында тыуған ул... Һине яҡын күрә, кисерә белә, ярата инеме ул? Уны аңлай, кисерә алаһыңмы һуң һин үҙең? Әллә...

Дала өнһөҙ. Барыбер яуап ҡайтармаясаҡ. Ян-яғымды байҡайым. Ҡайһы тапҡырҙа икән, тим, һөйөклөмдөң бишеге-биләүе, тәү тәпәй баҫҡан йәшел сиҙәме?

– Үтегеҙ, үтегеҙ! – Таңһылыуҙың әсәһе. Нәҡ – ул... Әсә былай ҙа шешенеп-бөтәшеп бөткән күҙҙәрен яулыҡ остары менән ҡаплай. Гөлйемештәй оҙонса аҡһыл йөҙлө, оҙонса күҙле... Шул уҡ тулы, оҙон таҙа кәүҙә. Аҡһыл һорғолт сәстәре лә йоҡарған. Күҙ ҡабаҡтары өшөгән лимон һымаҡ бөрөшөп бөткән, битен тотошлай йыйырсыҡтар йырғыслап йәмһеҙләгән. Хәрәкәттәре яй, күҙҙәре бойоҡ, йөҙө һүренке. Иҫкәрмәҫтән мейемә һуға: «Таңһылыу ҙа ҡартайһа, шулай булыр ине...»

Кем уйлаған... Әсәһенә тартһа ла, әсәһе яҙмышын ҡабатламаны. Әсәһе ише, үҙ илендә үҙ ояһын үреп, ҡошсоҡтар осорманы.

...Шәриғәт буйынса ҡатын-ҡыҙға тыйылһа ла, эскә үтәм. Яңы балсыҡлы, яңы ғына буялған рәшәткәле... Тышындағы һүрәттән (Ригаға осҡанда фатирыбыҙҙа ҡалдырған фотоның ише!) моңһоу-болоҡһоу йөҙлө ҡатын ҡарай. Минең яҡыным...

Бына ҡайҙа килеп осланған уның юлы.

– Таң-һы-лы-уым...

Өнөм бүтәндәргә ишетеләме-юҡмы, эсемдән генә бышылдайым, әллә оран һаламмы?

– Таң-һы-лы-уым, мин килдем...

Фотонан гөлйемештәй оҙонса аҡ йөҙлө, оҙонса һорғолт күҙле, киң маңлайлы, моңһоу сырайлы ҡатын ҡарай. Әҙерәк тантаналыҡ та, еңелсә яманһыулау ҙа һиҙелә. Әллә уйҙар даръяһына батҡан. Бер кемдә эше лә, уйы ла юҡ. Гүйә, ул был донъялыҡтан, уның ығы-зығыларынан өҫтөн. Уға хәҙер бер ни ҙә кәрәкмәй: торор йорт та, эш стажы, больница ла, Петрик та, хатта мин дә, Полина Сергеевна ла. Беҙҙән, беҙҙең был шау-шыулы көнитмешебеҙҙән, ынтылыштарыбыҙҙан юғары. Уны хәҙер бер ни ҙә алдай, әүрәтә алмай. Затлы балаҫтар, капрон тюлдәр, түрәләр – «бәләкәй батшалар», хатта ер тормошо уға бер ни түгел. Ул, донъялыҡтан айырылып, әхирәттәге мәңгелек йортона ҡайтҡан.

Башым әйләнеп китә, күҙҙәремде сытырлатып йомам.

Мәңгелек донъяһы. Бәй, нәҡ Энәк буйындағыса бит бында... Беҙ, Ишемьярҙың уҡытыусы ҡыҙҙары, һыу сәсрәтешеп уйнайбыҙ. Сыр-сыу киләбеҙ, баҫтырышабыҙ... Һыу өҫтөндә – бөрсөктәр ҡойоно, йәйғор шаршауы, ҡыҙҙарҙың ғәмһеҙ көлөшөүҙәре... Яр буйҙары яңғырап тора... Бына бер заман яланғас Таңһылыу алға йүгереп сыҡты ла шарт-шорт фотоға төшөрә башланы. Килештерә! Беҙ уны: «Кил беҙҙең янға», – тип саҡырабыҙ, ул ҡарыша...

Шул фото күҙ алдымда ғына. Энәк ярында күмәкләшеп төшкәнбеҙ. Ярым шәрә ҡыҙҙар һыу ҡойона, ҡомда ҡыҙына. Иң бәхетлеһе, иң шаяны, иң көләсе – Таңһылыу. Таңһылыу ирәйеп йылмайып төшкән. Йөҙөндә – ҡояш нурҙары...

Күҙ алдымды йәш пәрҙәһе ҡаплай. Быуындарым ҡалтырай, йәнем иңрәй. Әхирәтем йәнәшемдә генә бит.

Юлдашыбыҙ тағы әллә ниҙәр хаҡында теҙә: «Тимер ҡойма», «фото», «буяу» тигән һүҙҙәре генә ҡолағыма салынып ҡала... Мин иһә уны ғына тыңлайым. Ул миңә ҡарай, мин – уға. Шулай бер-беребеҙгә төбәлгәнбеҙ ҙә сихырланғанбыҙ. Әхирәтем миңә нимәлер аңлатып маташа, буғай. Үҙенең серен аса.

Мин ҡурҡа ла башланым. Беҙ Таңһылыу менән ысынлап серләшергә тотондоҡ. Икәүҙән-икәү, күҙмә-күҙ...

– Мине бында ла «экзотика», тиҙәр, Фәнисә...

– Китсе?..

– Ысын! «Экзотик гөл» тип йөрөтәләр. «Таня» йә «Таңһылыу» тигән исемдәрҙе оноттолар. «Экзотик гөл», бөттө китте! Башта ғына берәүһе ҡап-ҡара, йәп-йәш сибәре генә, «Таңһылыу», тип йөҙәтте, унан тағы «Таня»ға әйләндем; аҙаҡ бөтөнләй «экзотика»ға күстеләр.

Уны туҡтатырға ла ҡыймайым. Һуң да бит инде... Ҡараштарымды нишләптер ситкә күсерә алмайым. Ул мине ебәрмәй: терһәгемә сатырман йәбешеп алған да ысҡындырмай, бер үк һүҙҙәрен ҡабатлай. «Экзотика», «экзотика...» Йәки берҙән-бер, серле, сәйер, тәбиғи түгел! Шундай ауыр ҡарашы; шундай ыҙалы йөрәгемә. Әллә үпкәләне микән, берәй рәнйеттемме әллә?

Ғаләмдәргә төбәләм.

Ер, Һыу, Һауа, ҡайһылай итеп баҫылдырайым мин әхирәтемде? Дуҫҡайым, нисек итеп йыуатайым, тынысландырайым һине? Ҡайһылай итеп, ҡайҙарҙан, ниндәй сараларын табайым? Эй, Ер, Күк иңе, Ҡояш, әйтегеҙсе! Үләндәр, сәскәләр, шымһығыҙ. Әйтегеҙсе, ҡайындар! Ғәзиз тупраҡ, өндәшмәйһең. Ниңә шулай донъя?

Тора торғас, уның ҡараштары йәнә йомшара, төҫһөҙләнә... Ул битараф килеш ҡайҙалыр алыҫҡа, минән аша, убалар тарафына баға. Хәҙер миндә эше лә юҡ. Был донъя ғәмдәренә иҫе лә китмәй.

Мин әүәлге әхирәтемде һағынам, бында ла «экзотика»мын тигәнде аңлай, ҡабул итә алмайым.

...Беҙ китәбеҙ, һин ҡалаһың. Һиңә – йоҡларға, беҙгә – йөрөргә. Һин – юҡ, беҙ һаман Ер йөҙөнән барабыҙ... Ҡасан осланыр юлыбыҙ, ҡасан осрашырбыҙ унда?

Хуш, бәхил бул! Кешеләр барыһы ла Ергә бәхет өсөн киләләр, хафалар кисерәләр, эҙләнеп-ымһынып йөрөйҙәр, төңөлөп китәләр. Бәхетте кеше тапҡан да һымаҡ, табып юғалтҡан да кеүек... Һин дә Ергә бәхет өсөн генә тыуғайның...

...Беҙ китәбеҙ, һин ҡалаһың, яҡын кешем. Тағы яҙҙар килер ергә... Сәскәләр атыр, үләндәр йәшәрер тупрағың өҫтөндә. Һин хаҡлы уларға! Һин үҙең дә ошо гөлдәй инең, ғүмерҙәрең дә гөл ғүмереләй ҡыҫҡа булды: иртән сәскә атты, ә кисен инде шиңде.

Ҡырау һуҡты ул бисара сәскәне. Ят тарафтың, сит рухтың ҡырауы...

Автор:
Читайте нас