

Донъя төн ҡараңғылығына сумған. Ҡуйы урманға барып юлыҡҡан Гөлйыһан аунай-абына бәләкәй генә аҡланға килеп сыҡты ла, өҙөк болоттар араһынан йондоҙҙарҙы күрергә теләп, күккә баҡты. Етегәнде тапһа, гәүһәр таштай балҡып торған уттарын барлап сыҡһа, ҡайҙа атлап китергә юлды белеп алыр ине. Юҡ, таба алмай йондоҙсоҡтарҙы. Баш осондағы сикһеҙ көмбәҙ, тәҙрәгә тартылған шаршау менән ябылған тиерһең – йә тегендә, йә бында асылып китә лә, шунда уҡ кире ябыла. Ҡарурманды төндә яңғыҙ үҙе гиҙеүҙән хәле бөткән, ҡурҡып ҡото алынған ҡатын сараһыҙланыуҙан асырғанып ҡысҡырып ебәрҙе...
Тәүҙә бер ни аңламай миңрәүләнеп ятты. Шунан күҙе ай яҡтыһынан күкшелләнгән тәҙрәгә төштө, уң яғынан йәнәшәһендә мышнап йоҡлаған баланың тын алышын ишетте. Күтәрелгән ҡулы һауала бер мәл генә эленеп торҙо ла, хәстәрле йылы устар өҙлөкһөҙ ҡағылыуҙан шымарған сәңгелдәктең йомро буй ағасына ятты. Был хәрәкәт, ихтыярынан тыш, үҙенән-үҙе эшләнде. Түбәләге ҡаҙаҡҡа баулап эленгән сәңгелдәктең һалмаҡ тослоғо тамам тынысландырҙы Гөлйыһанды.
– Төш икән, – тине иләүһерәп уянған ҡатын, битен һыпырып.
Тороп баланы тәрбиәләне: аҫтын алмаштырҙы, имеҙҙе, кире сәңгелдәккә һалды.
Рәткә шулай һаташа хәҙер Гөлйыһан. Шомло уның төштәре. Бөгөн, ана, күк йөҙөндә Етегән йондоҙлоҡтоң ете йондоҙон таба алмай ҡурҡып уянды. Ҡара болот береһен аса ла, икенсеһен ҡаплай ҙа ҡуя. Етәүһен дә күрмәгәс, ҡайһы тарафҡа китергә, ни ҡылырға белмәй, ҡото алынып, ҡарурманда зар илап ултырҙы.
Таң атмаған әле. Тырышып ҡараһа ла кире йоҡлап китә алманы ҡатын. Берһенән-береһе ауыр уйҙар баҫты уны.
Атайҙарын улар һуғыштан көтөп алды. Һирәктәргә тейгән бәхет ине терәк-таяныслы ҡыҙ булып үҫеүе. Ун туғыҙ йәшендә кейәүгә сыҡты, ирле ҡатын дәрәжәһен йөрөттө. Етенсе балаһы тыуғанда ла Ғәләүетдине зимагор холҡон ташламаһа ла, арҡаланыр кешеһе бар ине. Йорт хужаһыҙ булманы. Ә хәҙерсе? Итәк тулы бала менән яңғыҙ үҙе. Кем инде ул был хәсиәттә?
Уйлап-уйлай ҙа, уйылып китерҙәй була.
– Гөлйыһан, көтөүгә һуңлайһың... – Тәҙрәгә ҡаты шаҡыуҙан уянып китте.
Раузаның тауышын таныны. Таңға йоҡо баҫҡан икән барыбер.
Урайғош шишмәһе Быҙаулыҡҡа ҡойған тапҡырҙа, йылға аръяғының тау битләүендә туплана ауыл мал. Көтөүсе Шәрифулланың сыбыртҡыһы, йәшен күкте йыртҡандай, көслө шартлай. Үләнгә ынтылған һыйыр-һарыҡты өйөрөп ярһыған ирҙең ауыҙынан эт еймәҫ һүҙҙәр ишетелеп ҡала ара-тирә.
– Ошо йоҡосо бисәләрҙе ҡайыҙларға ине мал урынына, – тип сыбыртҡылы ҡулын көтөүгә һуңлаған ҡатындар яғына иҙәп ала үҙе.
Көтөүсенең холҡон белгәнгә күрә, үҙенән саҡ ҡына алдараҡ барған Мәрфүғәгә етә була, Гөлйыһан малын ҡабаландырҙы. Бергәрәк алып барып ҡушһалар, исемләп ҡысҡырып тормаҫ Шәрифулла ағай, тип уйланы.
Тирә яҡта – һиллек. Уны һыйырҙар мөңрәүе, сыбыртҡы шартлауы, көтөүсенең асыулы тауышы ла боҙа алмай. Мал тояғы күтәргән саң, йылғаның беленер-беленмәҫ быуы, бергә ҡатышып, үҙәндә күкшелләнеп эленеп тора. Йылға ятыуының тын йөҙөн сирып, сабаҡтар ҡарпып ҡуя. Тау һыҙаты аша тәүге иренсәк нурын ташлаған ҡояштың йомшаҡ йылыһы битте иркәләй.
Көн дә ҡабатланған ғәҙәти ауыл иртәһе.Тәбиғәт тә, кешеләр ҙә төн шомлоғонан арынып бөтмәгән әле. Шуғамылыр айырылышырға, таралышырға ашыҡмайҙар. Яр башында икешәр-өсөшәр булып өйкөлөшкәндәр ҙә талғын ғына ғәп һаталар. Тауыштарын музыка белгесе, ярты октаванан да юғары булмаҫ, тип баһалар ине, моғайын.
Көтөү ҡуҙғалып китте. Кемдер иң ығыш һыйыр күҙҙән юғалғанса торасаҡ әле. Бигерәк тә ирҙәр.
Гөлйыһан тәүгеләрҙән булып ҡайтыу яғына ыңғайланы.
– Көтөңкөрәсәле, әхирәт, бергәләйек, – ауыр кәүҙәле Рауза, туйтаңлап, ҡыуып етте. Тынын яйлай алмай ыһылдап барҙы ла, һүҙен башланы. – Утын-бесәнде ҡалайтырһың икән, мәйтәм. Ғәләүетдин, ҡыуалатып эсеп, ҡыран-ғәләмәт булып йөрөүҙе хилаф күрмәһә лә, тыракторҙа йөрөгәс ней, ул яҡтан нужа күрмәнең. Ҡыш бауыры ай-һай бит...
Гөлйыһан ҡапылғарай яуап бирмәне. Көрһөнгәндәй һымаҡ итте лә:
– Әллә инде, – тип ҡуйҙы, күҙен ерҙән алмай. – Атайым, ағайым ташламаҫ ул...
– Юлдыбайға күсеп ҡайтып китһәң йәтешерәк булыр ине лә. Ни тиһәң дә, үҙ тыуған ерең, туғандарың... Бында әбейҙәр аҡсаһына ҡарап торған Сәбилә ҡарсыҡтан башҡа кемең бар? Нуретдин кәйнешең дә, ана, шешәнән айырыла алмай, ә Мөхәмәт ҡайнағаң, үҙең күреп тораһың, апһыныңдан үтеп бер аҙым баҫырға ҡыймай...
– Атайым ҡайтарып алам, тигәйне лә ул Юлдыбайға. Һатлыҡ өйҙәр ҙә бар, ти ине ауылда...
– Йәтешерәк булыр ине лә, тиеп икеләнеүем шунан инде: Фатима апайым буй бирмәҫ, тип ҡурҡам. Ҡатҡыл бит ул. Туғаным булһа ла әйтәм инде, ысыны шул булғас. Ете балаһы беҙҙән сыҡмаҫ, ыҙалатыр ҡарт көнөбөҙҙә, тип Хисмәт еҙнәне был уйынан дүндерер ахыр сиктә. Былай насар кеше түгел апайым. Йән сығарып бала тапмағас ней, биҙәү бисәнән ни көтмәк кәрәк...
Гөлйыһан башҡаса өндәшмәне.
Үҙенән биш йәшкә өлкән Рауза әхирәте шулай барыһына ла етешә белә. Теле лә шыма. Уның алдына килгәнде таҫлап еренә еткереп теҙеп һала алыуына ныҡ аптырай Гөлйыһан. Ул нисек инде һүҙҙе гел раҫҡа сығарып була икән? Юҡ улай түгел, тип бер нисек тә кире ҡағып булмай Раузаның әйткәндәрен. Унан ишеткәндәргә күнә лә ҡуяһың.
Сепараторын ҡорғанда шулай уйлап йөрөнө Гөлйыһан.
Осрашҡан һайын һүҙ уның яҙмышы тирәһендә әйләнә ошо осор. Хәҙер һөт тартҡанда дауам итәсәк әле хәбәрен өлкән әхирәте. Һәйбәт тарта сепараторың, тип уға йөрөй был йомошҡа ул.
– Ете баланы кеше итеүҙәре-е-е... Миндә бишәү, Ғәлиәхмәт менән тапҡан шуларға китеп тора. Таҡа-тоҡа саҡ булып ҡуя. Ә һиндә яңғыҙ үҙеңә етәү!.. Бер ултырып ашарҙарына ғына ла ике магазин икмәге кәрәк... Ә кейемесе?.. Сентябрҙә дүртәүһе мәктәпкә бара... Уныһы мына ғына. Килеп еткән дә инде. Формаһы, дәфтәре, китабы... Ох-ох-х-х, уйлап баш етерлек түгел, әхирәткәйем, – Рауза сепаратор тотҡаһын әйләндергән ыңғай теҙҙе лә теҙҙе шулай.
Гөлйыһан өндәшмәй тыңланы. Рауза, бер аҙ тымып, уйланғандай ултырҙы ла:
– Мәйтәм, икәү-өсәүһен диттумға тапшырһаң яҡшыраҡ булмаҫмы? Ҡараһын әйҙә хөкүмәт, – аҡыллы һүҙемде әхирәтем нисек ҡабул итте икән, тигән уйҙа башын борҙо.
Гөлйыһан юғалып ҡалған ҡиәфәттә күҙҙәрен һөрткөләй ине.
– Китсе, күҙен бескелдәтеп буҙлап торған була әллә...
– Үҙ баламды нисек диттумға бирәйем... – Гөлйыһан ярһып аласыҡҡа инеп китте.
Ағас ҡалаҡ тотоп, айыртылған һөт күбеге яларға тип өйҙән сығып килгән Рәсим Рауза инәһенең һүҙҙәрен ишетте. Шаҡ ҡатып торҙо ла, әсәһенең илағанына түҙмәй, кире инеп, иҙәнгә йәйелгән урынына ауҙы, йомарланып йоҡлаған Рөстәм ҡустыһын ҡосаҡланы. Тауыш сығармай тыйылып илауҙан оҙаҡ ҡына һулҡылдап ятты шунан.
2
Ғәләүетдин үлгәне бирле өй эсенә инеп оялаған шомға өйрәнә алмай Гөлйыһан. Аяҡ аҫтында бер туҡтауһыҙ сыуалышҡан, шау-шыулы уйын ҡорған, талашҡан, һуғышҡан ете бала, әйтерһең, берәү-икәүгә ҡалды. Ҙурҙарына ҡатыраҡ өндәшһәң, илай ҙа ҡуялар. Уларға ҡарап, кеселәрҙең ауыҙҙары бәлшәйә, күҙҙәренә йәш эркелә. Урамға ла сыға һалып бармайҙар.
– Атаң эсеп үлгән, тип үсекләшә Әлфиә, – тип илап ҡайтты бер көн Мәмдүҙә.
Ҡалайтаһың, ятып ауырыманы шул Ғәләүетдин. Гөлйыһан үҙе лә ишеткеләй артынан әйтеп ҡалған төрлө һүҙҙәрҙе. Рәхәт түгел. Ҡайҙа барһа ла, һынамсыл күҙҙән үткәрәләр, йәлләп тә, бер ҡатлы ҡыҙыҡһыныу менән дә, хатта үсәп тә тексәйеп текләп торалар. Оялмайҙар ҙа. Ҡайтарып яуап бирмәҫен, йыуашлығын беләләр шул.
Ысынлап та, Раузаның һүҙҙәре раҫҡа сыҡты. Атаһы Юлдыбайға күсереп алыу тураһында Гөлйыһандың алдында һүҙ ҡуҙғатманы бүтән. Ҡалай ҙа ошонда, Матрайҙа, йәшәргә инде уға, тимәк.
Үҙ алдына шулай уйлап алғас, артабан атлап китер юлы асыла биргәндәй булды тол ҡатындың. Тыныслана төштө. Һыйыры бар, хөкүмәт пенсия сығарҙы аҫыраусыһын юғалтҡан тип, балалар аҡсаһы алып тора – астан үлмәҫтәр...
– Иртәгә мин, ҡыҙым, Юлдыбайға барам. Бесән йүнләргә. Ҡәрсәйең менән донъяны ҡарап тороғоҙ. Бәләкәстәр һыу буйына китеп бармаһын, – тип ҙур ҡыҙы Фаризаны иҫкәртеп ҡуйҙы кистән.
Хөрмәт ағаһы, Күстәнә үрендә совхоз еренән урын бүлдереп, бесәнде саптырып та ҡуйған икән. Хәҙер тырматып, күбәләп алырға кәрәк. Механик кешенең техника үҙ ҡулында булғас ней, рәхәт шул.
– Бала менән ыҙалап йөрөмәһәң дә булыр ине. Алып барып ауҙартыр инем бесәнде, – тине ул төшкә ҡайтҡанда Гөлйыһанды күреп аптырап.
– Әллә инде, килгәйнем шул. Толҡа таба алмай тик йөрөйөм. Нимәгә тотонорға ла белеп булмай. Исмаһам бесәне ҡайтып ятһа, тигәйнем...
– Хафаланма, ҡәрендәш, бесәне лә, утыны ла булыр! Әйткәйнем бит һуң...
Гөлйыһан был һүҙҙәрҙән иланы ла ҡуйҙы. Әсәһе, Төхвәт ағаһы, инде ире лә был донъяларҙан киткәс, ул үҙен үкһеҙ йәтим итеп тоя ине. Яҡлаусыһы, хәстәрләүсеһе бар икән дә баһа. Шуға күңеле тулды.
Хөрмәт ағаһы өйләнгәндә өс балаһы бар ине инде Гөлйыһандың. Рәсим тыуғанда, ул матур ҡапҡа һалынған йүргәк-юрған комплекты алып килеп аптыратҡайны. Быға тиклем күрмәгән нәмә булғас, ғәжәпләнде лә, ҡыуанды ла бүләккә. Сите сигелгән ап-аҡ йүргәкте тотонорға ла йәлләп йөрөнө. Рөстәмен дә, Зәлиәһен дә биләүгә етте әле улар аҙаҡтан.
– Мәүлит ҡусты буш бөгөн. Тәштән һуң “Алтай”ы менән тырматырға ебәрәм. Иртәгә йүнен табып тейәтермен. Кире ҡайтырға кәрәк һиңә, ҡәрендәш, бушатырға урын әҙер булһын, – тине Хөрмәт ағаһы, кейенә башлап.
Күстәнәнән Матрайға күп тә ҡалмай инде, Мәүлит менән барып етәм дә, юлда берәй ылауға һарығырмын, тип Гөлйыһан да йыйынды. Ағаһы ҡаршы төшмәне.
Ғәләүетдин эшләгән “Беларус”, “ДТ-75” тракторҙарында аҙ йөрөмәне Гөлйыһан. Был “Алтай” тигәндәренә тәүгә ултырыуы. Тиҫкәре үгеҙҙең үҙе икән ул – шәп атлаған йәйәүлене лә ҡыуып етә алмаҫһың. Ә юлдағы һәр соҡорҙо, һәр сутырмаҡты һанап үтеүе, ҡалтыранып үкереп барыуы – үҙе бер тән һәм йән ғазабы. Ҡулындағы етенсе ай менән барған Илшат, ҡурҡып, тәүҙә ярһып китте. Шунан тымды. Киң йылмайып йә ул, йә был тимер таяҡты тартҡан ағайға ҡарап барҙы ла, тауыш тип тормай, йоҡлап китте. Гөлйыһан бесәнде тырматып бөткәнсе тракторҙа йөрөнө. Шунан ҡустыһы, оло юлға сығарып, машинаға ултыртып, Матрайға ҡайтарып ебәрҙе.
Әсәләрен улай тиҙ көтмәгән балалары Гөлйыһандың ҡапыл ҡайтып инеүенә ғәжәпләнеп ҡалды.
– Уй, сарсаным... Фариза, самауырҙы яңырта һал әле, – тип өндәште ҡыҙына нисектер күтәренке, хатта ҡыуаныслы һымаҡ та тауыш менән әсә. Үҙе Фәүзиә еңгәһе биргән күстәнәстәрҙе сумкаһынан алып өҫтәлгә һалды ла, һәр береһенә тигеҙ өлөш сығарҙы. – Юлым уңды, балалар, иртәгә бесән алып килә Хөрмәт олатайығыҙ. Һыйырҙы һауҙығыҙмы? Һарыҡтар теүәл ҡайттымы? – әсәләре байтаҡтан бирле былай һүҙсән булғаны юҡ ине.
Балаларҙың олораҡтары һағайып ҡалһа, кеселәр шунда уҡ күңелләнеп китте, тауыштары сыңғыр шишмәләй сылтыраҡ төҫ алды.
3
Дауамы бар.