Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
4 Май 2023, 06:20

Етегән йондоҙлоғо Повесть (2) Рәсүл БАЙГИЛДИН

Ә хөкүмәт былай-алайым йәсләне нишләп төҙөп ултыртты һуң? Башҡа бисәләр өс айҙан эшкә сыға бала тапҡас. Ана, сәркәтип Нәсимә өс тапҡыр барып имеҙеп килә эш ваҡытында. Әле лә шунда йөрөй, урынында юҡ. Ә һеҙ, трахтарис бисәләре,  бер-бер арты балайһығыҙ ҙа, өйҙә рәхәтләнеп тик ятаһығыҙ...

Етегән йондоҙлоғо     Повесть (2)    Рәсүл БАЙГИЛДИНЕтегән йондоҙлоғо     Повесть (2)    Рәсүл БАЙГИЛДИН
Етегән йондоҙлоғо Повесть (2) Рәсүл БАЙГИЛДИН

Ҡыш һалҡын килде. Өйҙөң алғы яҡ тәҙрәһе бер ҡатлы булғанға күрә, күкшел боҙ, ширлектән өҫкә табан буйлап, ҡатлы-ҡатлы булып, ҡарт ҡайын олоно сутырмағы кеүек уҡмашып туңып киткән. Ҡояшлы көндә өлгөләрҙе баҫҡан ҡалын бәҫ йоҡара. Уның аша тышты үтә күреп булмаһа ла, ҡулдан һуғылған сыбар балаҫ, ҡорама буй юрған түшәлгән урындыҡ йәмләнеп ҡала. Ә бына ҡаршы яҡтағы турбаш тирәһенә бөләңгерт яҡтылыҡ барыбер ҙә барып етмәй. Яғылған мейестән килгән йылы ғына толҡа бирә ул мөйөшкә.  

Тәҙрә төбөнә аҡҡан боҙ һыуын йыйып торһон өсөн һалынған сепрәкте ишек төбөнә ҡуйылған тасҡа һығып алды Зәлиә. Ете йәше лә тулмаған баланың үҙенсә шулай эш бөтөрөп йөрөүе инде.  

– Урындыҡтан төшмәгеҙ, һыуыҡ бит, – Фариза һеңлеһенең ҡулынан һыулы сепрәкте алып, ширлекте ҡоротҡансы һөртөп ҡуйҙы.

– Апай ҡарале, ошо сәскәнең тотҡосон ҡәртәс, белмәгән баш, әллә ҡайҙа тегеп ҡуйған, – буй юрған ҡорамаһы биҙәктәрен диҡҡәт менән парлап маташҡан Зарифа бәләкәс ҡулдарын сағыу ике туҡыма киҫәгенә һалған килеш бер килке көйһөҙләнеп ултырҙы ла, ҡолап китмәһен тип яҫтыҡтар менән ҡамалған Илшат ҡустыһына әйләнеп, битенән үбеп алды. – Ялатам мин бәпесемде, матулымды, – тип ҡуйҙы шунан.

Яратмаҫтан яратырһың шул ул баланы: тулы аҡ йөҙлө, зәңгәр күҙле сабый – магазин ҡурсағының үҙе инде. Ана, Миңзифа апаһы, уны һөйәм тип, хатта аҫҡы урамдан көн дә килеп етә йыбанмай. 

– Зарифа, кил әле бында. Ялап ҡара, ҡарлы ере тәмлерәк ивит, – быяла боҙон теле менән иретеп, тышты күҙәтеү өсөн күҙ уйыу менән булашҡан Зәлиәнең яңғыҙына күңелһеҙ булып китте, ахыры, һеңлеһен саҡырып алды.  

– Ох, ошоларҙы... Бармағыҙ тәҙрәгә!.. Серек рам менән бергә тышҡа осоп төшәһегеҙ, тыңлауһыҙҙар...

Фариза, ҡартәсәһе Сәбиләгә оҡшап, һарғылт сәсле, йәшкелт күҙле. Уға ун өс йәш. Алтынсы класта уҡый. Тырыш, тик “бишле”гә генә өлгәшә. Әсәһе өйҙә булмағанда  йортта хужабикә – ул. Шуға бар нәмәгә етешеп йөрөүе.

Төш яҡынлашып килә. Оҙаҡламай мәктәптә барырға уға, шуға ҡабаланып сәй әҙерләй. Рәсим менән төштән һуң уҡыйҙар, ә Мәмдүҙә менән Рөстәм иртәнән йөрөй дәрескә. Әсәләрен нишләптер ауыл советына саҡырғайнылар, һаман ҡайтмай ҙа ҡуя. Илшат асығып мыжый башланы. Рәсиме лә кәртәнән инә һалмай, һуңлата инде уҡыуға.

Былтырғы быҙауы менән һыйырҙы, дүрт баш һарыҡты бағыу – ун йәшлек малайҙың иңенә ятҡан хәстәр. Бесән һала, һыу эсерә, аҫтарын таҙалай. Әсәһе быйыл саңғы алып биргәйне, шуның менән мауығып китеп, бөгөн дә мал һуғарыуҙы һуңлатты. Саңғыны аяғына кейеп алһа, шыуғыһы килеп тик тора. Саманы онотоп ташлай. Бөгөн Марат дуҫы менән Мөстәнғойоға тиклем барып еттеләр ярыша-ярыша. Ҡояштың төшлөккә менгәнен дә абайламай ҡалғандар. Маратҡа ней рәхәт, уның ике ағаһы тыштағы бөтә эште бөтөрөп ҡуя, ә Рәсимдең һалыныр кешеһе юҡ. Рөстәм ҡустыһын тыңлатырмын тимә. Хәйер, унан файҙа ла юҡ инде – һәнәк-көрәккә лә көсө етмәй.

Тирләп-бешеп ҡайтып етте лә, саңғыһын солан ишеге артына ҡәҙерләп кенә һөйәп ҡуйғас, кәртәгә уҡталды. Юл ыңғайында биҙрәне эләктереп алды, санаға атаһы мәрхүм тракторға һыу йылытып ҡарайтып бөткән фләгте ултыртты.

Һыйырҙы ҡабаланып ҡыуаланы. Быҙаулыҡ мәкеһенән уға һыу эсерҙе лә йүгертеп ҡайтыуға ыңғайлатты. Фләгте тултырманы, ауыр йөк менән  шәп китеп булмай. Башмаҡ менән һарыҡтарға өс биҙрә лә баштан ашҡан.  

Көҙгөһөн атаһы менән Кинйәбулат ҡустыһы, Юлдыбайҙан килеп, кәртәне йүнәткәйне. “Ғәләүетдин, кәртәм емерек, тип ҡайғырып эсеп үлеп китте бит”, - тип, аҫҡы урамдағы Мәхмүзә әбейҙең, әсе шаяртҡан мыҫҡыллауын да ишетергә тура килгәйне Гөлйыһанға. Хәҙер инде ауыҙы ябылыр. Малға нимә ашатырмын икән, тип хафаланыуы ла бушҡа булды. Хөрмәт ағаһы ултыртҡан кәбән эргәһенә Түш ауылынан Баязит ҡайынеҙнәһе килтереп бер йөк ҡаулан бесән ауҙарҙы, совхоз да күп балалы йәтим ҡатынды иҫкә төшөрҙө – һалам бирҙе.

Утынды ла Хөрмәт ағаһы хәстәрләне – ҙур трактор менән һөйрәтеп алып килде, бер ыңғай бысып та бирҙе. Рәсим менән ярҙылар. Ара-тирә Нуретдин ҡәйнеше ярҙамлашты.

Ризыҡ өҫтәлдә мул булмаһа ла, ас та түгелдәр. Һуғымлыҡ башмағы хатта көр булды. Бойҙайҙы ырҙындан аҡса түләп яҙҙыртып алды. Михайловкаға тирмәнгә йөрөгән Ғәләүетдин мәрхүмдең тракторсы дуҫтары Гөлйыһанды урап үтмәне, игенен тейәп алып китеп, ондо артығы менән ҡайтарып бирҙеләр. Аҡсаһын да алманылар.

–  Һинең өсөн тирмәнсегә хөкүмәт түләне. Күп бала тапҡан, зәслүжил, тисе, – тип ауыҙ йырҙы майлы фуфайкаһына ап-аҡ булып он саңы ҡунған Салих.

– Эйе-эйе, Брижнив үҙе әйтте. Тирмәнсе Иванға, ычтубы хаҡын алма, хәҙер развытый сәциәлизм, оят булыр ете балалы тол бисәнән икмәк өсөн аҡса таптырыу, тине лә ҡуйҙы перәме тилифундан, – аҫта тоҡтарҙы алып ергә ҡуйып торған Зәбихулла, хахылдап көлөп, иптәшенең шаян һүҙҙәрен йөпләне.

Улар ярайһы төшөрөп алғайны. Михайловкала өс көн он тарттырып ят та айыҡ ҡайтсәле. Ирмен тигән ир өйҙән ситтә һуҡмышламай булмаҫ. 

Балаларҙың өҫтөн бөтәйтеүе ныҡ ауыр Гөлйыһанға. Өс бәләкәсе, нимә бар шуны кейә, ә уҡырға йөрөгәндәренә, мәктәп формаһынан тыш, башҡа кейемдең дә һәйбәте кәрәк. Рөстәм ошоға тиклем гел ағаһынан ҡалғанды кейә ине, беренсегә барғас, баштан аяҡ өҫтөнә алмай булманы. Мәмдүҙәнең башы асылған йылы итеген капрон ойоҡто иретеп тә йәбештереп ҡаранылар, юҡ, тормай, айырылып сыға ла ҡуя. Аптырағас, үткән айҙа яңынан алды. Ун ике һум түләне. Ҡыш һыуыҡ булғас, ике ҡыҙға ла ҡалын гамаши алып кейҙерҙе, тағы ун һумы сығып китте. Шулай айҙың-айы расходлана. Сәй-шәкәргә, башҡа кәрәк-яраҡҡа  таҡай-тоҡай ғына ҡала ла ҡуя аҡсаһы.

 

4

 

Нужа бесән ашата, тип юҡҡа әйтмәгәндер халыҡ. Гөлйыһан элек магазин тирәһендә, мәктәпкә балаларының йыйылышына барғанда ғына күрһә Матрайҙың бәҫле кешеләрен, Ғәләүетдиндең мәрхүменән һуң, ауыл советында ла, совхоз конторында ла әллә нисә тапҡыр булды. Тәүҙә ҡыйын ине түрәләргә, бейек тағалы туфли кейгән бөхтә йөҙлө ҡатындарға һүҙ ҡатыу, улар аша йомош йомошлау. Һоранып та, меҫкенләнеп тә өйрәнмәгән шул. Йыуашлығы, таныш булмаған кешегә күтәрелеп ҡарарға ҡыйынһыныуы ла юҡ түгел инде. Ире тере саҡта, булғанына мөрһәтһенеп йәшәп тик ятты. Ә хәҙер йөрөмәй хәле юҡ.

Силсәүит  Хәмитйән Айытҡолов ҙур кәүҙәһе менән ултырған бүлмәнең яртыһын биләп алған кеүек тойолдо уға тәүҙә. Табаҡтай бите, һәленеп торған икенсе эйәге шул тиклем ҙур ине. Ауыл ирҙәре араһында Айытҡолов һымаҡтарҙы башҡа күргәне юҡ Гөлйыһандың. Ауырыйҙыр бахыр, тип уйлағайны уны яҡындан тәүгә күргәс.

– Байдәүләтова, нисек йәшәп ятаһың? – тип һораны ҡатын ишектән атлап үткәс тә Айытҡолов.

– Әлләсе, йәшәйбеҙ, – тине Гөлйыһан ҡыйыуһыҙ ғына.

– Йәшәйһеңдер инде, ҡайҙа бараһың башҡаса, – әллә мыҫҡыл итте, әлә былай ғына әйтеп ҡуйҙы быныһын түрә кеше, аңламаҫһың.

Гөлйыһан ишек төбөндә ҡатып тора бирҙе. Ҡулындағы йөн бейәләйен бер кеҫәһенә тыҡты, бер кире алды. Өҫтәл артында тауҙай булып ултырған кешегә яҡыныраҡ барырға ҡурҡты.

Шул ваҡыт телефон шылтыраны. Рәйес, уҫлаптай ҡулын шыуҙырып, трубканы һыйпағандай ғына итте лә, ниндәйҙер ғәжәип сослоҡ менән уны усына һалды. Гөлйыһан айыуҙай кешенең бәләкәй генә ул әйберҙе шундай етеҙ эләктереп алыуына хайран ҡалып текләп торҙо.

– СССР-ҙың илле йыллығы буйынса гәзиттән киләләрме? Совхоз парткомы инде... Әлбиттә, силсәүит тә ситтә ҡалмай... Халыҡ дәүләтенең тыуған көн бит... Ер шарының барлыҡ алдынғы кешелек донъяһы менән түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ уны, Миңләхмәт Хажыевич... – трубканы урынына һалды Айытҡолов. – Райсоветтан  Әхмәтов... Өфөнән хәбәрселәр килә ята, тей... Һерәйеп торма әле, Байдәүләтова, ана, ултырғыс, ултыр... – Алдында кем торғаны, уны нишләп саҡырғаны иҫенә төштө шикелле, тауышы йомшарҙы. – Асыҡмайһығыҙмы? – тип һорай ҡуйҙы.   

– Юҡсы-ы-ы, – Гөлйыһан хәҙерге заманда кеше асығамы ни тигән төҫтә аптырай биреп һуҙҙы быны.

– Ете ауыҙ бит... Кем белә... Үҙең менән – һигеҙ... Эйе, заман башҡа хәҙер. Беҙ күргәндәр яҙмаһын балаларға. Партияға, совет власына рәхмәт, кешене хәстәрләй... Ана, илле йыллыҡҡа әҙерлек бара... Барыбер ҙә ҡыйындыр пенсийәгә, балалар аҡсаһына ғына ҡарап ултырыуы. Эшкә сығырға кәрәк һиңә, – Айытҡолов май бөргән ҡыҫыҡ күҙҙәрен Гөлйыһанға төбәп тынып ҡалды.

– Имсәк балам бар бит...

– Ә хөкүмәт былай-алайым йәсләне нишләп төҙөп ултыртты һуң? Башҡа бисәләр өс айҙан эшкә сыға бала тапҡас. Ана, сәркәтип Нәсимә өс тапҡыр барып имеҙеп килә эш ваҡытында. Әле лә шунда йөрөй, урынында юҡ. Ә һеҙ, трахтарис бисәләре,  бер-бер арты балайһығыҙ ҙа, өйҙә рәхәтләнеп тик ятаһығыҙ...

Түрәнең һүҙенән Гөлйыһан ҡып-ҡыҙыл булды. Башын түбән эйҙе.

– Беҙ бында кәмиссийә йыйып кәңәшләштек тә, һиңә, Байдәүләтова, ырҙынға эшкә сығырға кәрәк, тип килештек. Әҙ булһа ла аҡса килер, иш янын ҡуш, тигәндәй. Әтеү бигерәк миктәп китерһегеҙ. Бәләкәстәреңде балалар баҡсаһына бирерһең. Һөйләшелгән, урын бар, – Айытҡолов тағы тауышын йомшартты. – Партия, совет власы бөтө яҡлап хәстәрләй халыҡты, ҡәҙерен беләйек, ҡәрендәш. Әле күпме аҡса алаһың?

– Аталары өсөн 54 һум килә, балалар аҡсаһын 10 һум бирәләр...

– Һигеҙ кеше өсөн аҙыраҡ шул... Икмәккә генә һалһаҡ та 15-20 һумы сығып китә. Шәптән түгел... Эшләргә кәрәк, эшләмәй булмай, Байдәүләтова... Балаларҙың асығыуына юл ҡуя алмайбыҙ...  

– Мин, ней, эшләр инем... Баяғы балалар бәләкәс шул...

– Садикка бирәһең , әйттем бит инде... Утын-бесән бармы һуң? Ҡыш бигерәк һыуыҡ килде быйыл. Ҡар ҙа юҡ иҫәбендә, ер ярылып бөттө бит.

– Аллаға шөкөр, туғандарым ярҙам итә...   

Гөлйыһан үҙе лә әллә ҡасандан эшкә сығырға уйлап йөрөй ҙә ул. Балалар баҡсаһы тураһында ла белә. Тик унда йөрөтөр өсөн дә бит баланы баштан аяҡ кейендерергә кәрәк. Ямаулы ыштан менән алып барып булмай. Алмашы ла булырға тейеш, керле кейем менән алмайҙар, кире бороп ҡайтаралар. Барып белешеп, һөйләшеп йөрөргә лә тартынды. Эйе, һинең бетле маңҡа балаң ғына ҡалмағайны, тип битенән алып ҡуйырҙар, тип ҡурҡты. Таҙа ерҙә эшләгән бисәләрҙең бигерәк дорфа ҡыланыуын аҙ татыманы ошо һуңғы арала. Шулай ҙа силсәүиттән күңелләнеп ҡайтты. Исмаһам балалар баҡсаһы тураһында үҙенә һөйләшеп йөрөргә кәрәкмәй бит.

Түрә алдында һыр бирмәһә лә, быйылғы ҡыштың һыуығы үҙәгенә үткәрҙе Гөлйыһандың. Иҙәндә йоҡлаған малайҙар өшөмәһен тип, төпкө яҡтың мейесе эргәһенә өс кеше ятып йоҡларлыҡ бәләкәс һәндерә эшләтте. Хөрмәт ағаһы алып килгән утынды яғып бөткәс, Ғәләүетдин мәрхүм таҡтаға быстырырға тип йәй әҙерләгән шалҡандай ҡайын ағасын утынға бысып яғалар хәҙер.

 

5

 

“Совет Башҡортостаны” гәзитенең Урал аръяғы буйынса үҙ хәбәрсеһе Фәрит Ильясовтың мәҡәләһен тура мөхәрриргә индерҙеләр.

– Ах, ошо юлдарҙың юҡлығы. Грузтакси менән дә ике көн йөрөй ҙә ҡуя корреспонденция. Әйтерһең, Сибай беҙҙең республикала түгел, ә Ҡазағстан далаларында ята... Совет власына илле йыл, тип яу һалған булабыҙ... Тиҙ генә таҙаға баҫып бир ҙә, обкомға сабам мин, – Абдулла Ғиниәт улы тын алырға ла ирек бирмәй ҡабаландырҙы сәркәтипте.   

Урта буйлы, пеләшләнә башлаған маңлайынан алып сәстәрен артҡа тигеҙ итеп тараған, тыныс һәм шул уҡ ваҡытта етди ҡарашлы үтә егәрле, үҙенә лә, бүтәндәргә лә талапсан етәксе ул Исмәғилев. Башҡортса сыҡҡан республиканың төп гәзитен алты йыл етәкләй инде. Яуаплы вазифа, тип кенә әйтһәң, бик өҫтөн баһа булыр ине уның эшенә. Расстрельная должность, тиҙәр, ғәҙәттә, руссалап, төп баҫмалар мөхәррирҙәре биләгән урынды. Юғары етәкселәр алдында һәр хәреф, һәр өтөр өсөн яуап бирә улар. Һәр кем алып китә алмай шуға ла был эште.

– Илле йыллыҡҡа ҡағылышлы материалдарҙы үҙе ҡарай бит, беләһегеҙ...

– Бик ҡабалан, полосаға китеп бара...

– Юҡ-юҡ, яуаплылыҡты үҙ өҫтөмә ала алмайым, – обкомдың пропаганда  һәм агитация бүлегенә ҡараған матбуғат, радио һәм телевидение секторы етәксеһе Мәхмүтов, ҡулын һелтәп, Исмәғилев һуҙған ҡағыҙға күҙ ҙә һалманы, инеүсене тиҙерәк  кабинетынан сығарып ебәрәреү яғын ҡараны.  – Үҙенә! Таһир Исмәғиловичҡа!..  – тине киҫкен генә.

 “Ҡыҙыл таң” гәзитен етәкләгән осорҙа, тығыҙ аралашып, бер йыл эшләп алғайны Ахунйәнов менән. Юғарыға үрләһә лә, тәүҙә мөнәсәбәттәре үҙгәрмәне, хәҙер һалҡынайҙы, рәсми төҫ алды.

– Пафос юҡ, Абдулла Ғиниәтович. СССР-ҙың илле йыллығы!.. Үҫешкән социализм принциптары нығынған, Ер йөҙөндә тәүге пролетарийҙар һәм крәҫтиәндәр ҡорған, ғәҙеллек һәм демократия принциптарында нигеҙләнгән дәүләт!.. Бөйөк датаға ҡағылышлы яҙылған һәр гәзит юлы йөрәктәргә үтеп инергә, бөйөк эштәргә әйҙәргә тейеш. Мин – юғары партия мәктәбен, һин КПСС Үҙәк Комитеты эргәһендәге Ижтимағи фәндәр академияһын бөткән кеше. Марксизм-ленинизм тәғлимәтен яҡшы беләбеҙ. Ә нишләп шул белемде эшкә ҡушмайбыҙ, халыҡ күңеленә йәшен сатҡыһы шикелле үтеп инерлек итеп ябай ғына әйберҙәрҙе еткерә алмайбыҙ? – Ахунйәновҡа Йылайыр районы “Башҡорт” совхозы эшсәндәренең алда торған ярты быуатлыҡ юбилейҙы нисек ҡаршыларға йыйыныуҙарын һүрәтләгән мәҡәлә оҡшаманы.

– Бер редакторҙың башы етмәгәс, икәүҙеке, бәлки, эшкә ашыр. Мин дә бит элекке редактор, онотмаһаң, Абдулла Ғиниәтович. Тимәк, былайыраҡ булырға тейеш мәҡәлә. Яҙ!

Кабинет хужаһы бүлмәнең иң-буйын үлсәп тегеләй, былай кәләп һалды, бер ыңғай тексҡа өҫтәмәләр индерҙе.

– Ер шарының барлыҡ милләттәре һәм совет халҡы менән бергә Матрай ауылы кешеләре лә Совет Социалистик Республикалар Союзының ярты быуатлыҡ алтын юбилейын түҙемһеҙлек менән көтә. “Башҡорт” совхозы малсылары, ошо бөйөк тарихи ваҡиға айҡанлы хеҙмәт вахтаһына баҫып, 1972 йылдың март айында дәүләткә 115 центнер ит  һәм 1000 центнер һөт тапшырырға йөкләмә алды. Удар айлыҡ тәүге көнөнән үк... XXIV съезд ҡарарҙары...  Үткән биш йыллыҡтың лайыҡлы ҡаҙаныштары һәм яңы биш йыллыҡтың грандиоз маҡсаттары рухландыра, яңы хеҙмәт үрҙәренә әйҙәй... Бына ошоларҙы өҫтәп ебәрһәк, мәҡәлә нурланып балҡып китәсәк. Ҡабаланыраҡ инде. Мин бит республикала сыҡҡан барлыҡ гәзит-журналдарҙағы материалдарҙы редакторлап ултыра алмайым. Шымартырһығыҙ, Абдулла Ғиниәтович, – Ахунйәнов үҙенең эше менән бик ҡәнәғәт ҡалды.

– Эшләрбеҙ уныһын ғына, Таһир Исмәғилович, – “Совет Башҡортостаны” гәзите мөхәррире хужанан тиҙерәк сығып китеү ниәте менән ултырған урынынан йәһәтләп күтәрелде.

Ильясовтың мәҡәләһендә Коммунистар партияһы Башҡортостан өлкә комитетының идеология буйынса секретары  Ахунйәнов Таһир Исмәғил улы индергән мәғәнә лә, пафос та, асылда, бар ине. Тик саҡ ҡына башҡаса әйтелгәйне. Аллаға шөкөр, тел байлығынан, сәйәси һиҙгерлектән мәхрүм түгел гәзит хәбәрселәре. Урын биләүсе һәр кем шулай түрәлеген, мин-минлеген, өҫтөнлөгөн күрһәтеп алырға тейештер инде. Ярар, хилафлыҡ юҡ, тормош шуға ҡоролған, өн сығармай ғына түҙмәй әмәлең юҡ.

Коридорҙа  шағир Сәйфи Ҡудаш осраны.

– Үҙендәме? – тип һораны сәләмен алғас.

– Эйе, үҙендә, – тине Исмәғилев.

– Тыңлап ҡара әле, нисек яңғырай, – партияны һәм совет власын данлаған яңы шиғырын уҡып ишеттерҙе.

Дауамы бар. 

Фото: Бәйләнештә.

 

6

Автор:
Читайте нас