Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
5 Май 2023, 06:40

Етегән йондоҙлоғо Повесть (3) Рәсүл Байгилдин

– Әсәй үҙе башҡортҡа кейәүгә сыҡҡан да, шул басурмандан һалдырта инде. Бер балыҡ башы, – тине Валентин. – Һуғыштан һуң башҡортҡа түгел чучмекка ла сығыр инең. Ирҙәр булмағас ней, – Евдокия һүҙен бирмәне.

Етегән йондоҙлоғо  Повесть (3)  Рәсүл БайгилдинЕтегән йондоҙлоғо  Повесть (3)  Рәсүл Байгилдин
Етегән йондоҙлоғо Повесть (3) Рәсүл Байгилдин

6

 

Кәбисә йылы ҡарһыҙ ҡаты һыуыҡ ҡыштан, ҡыҫҡа яҙ аша һикереп, ҡапыл көйҙөргөс эҫе йәйгә күсте. Мәскәү тарафтарында яҙ булманы ла тиерлек. Март уртаһына һыйпалам ҡар иреп тә бөттө. Ҡояшҡа иркәләп, йылынған ерҙән тиртеп сыҡҡан йәшеллек ҡыҫҡа ғына  ваҡытҡа гөлт итеп ҡалды ла, буйға етә алмай ҡатты, баш ҡоҫорға ашыҡты. Ә йәшәү өсөн һәр йәһәттән уңайлы таш йортло, асфальт юллы ҡалаларҙа тәҡәт ҡылыу әмәле бөтөнләй юҡ: ҡыҙған һауа ипкене үпкәне ҡура, тамаҡты киптерә, тәнде өтә.

– Тын алғыһыҙ бит. Бөгөн дә утыҙ алты градус!.. Әллә Башҡортостанға тайырғамы икән... Атайҙың туғандарын да барып күрер инем, – Мәскәү авиация институтының икенсе курсын тамамлаған Валентин, экзамендарын ослап, зачеттарын тапшырып бөтөп, өйҙә ике көн аңҡы-тиңке ятҡандан һуң, шулай һүҙ башланы.

Аш бүлмәһендәге әсәһе уны ишетмәне, ахыры. Сүкеп, еҙ ҡалайға болан һыны төшөрөп ултырған Александр ағаһы, диванда бер трусикта ғына ҡалып, яланғас әлһерәп ятҡан ҡустыһына ҡарап ҡуйҙы ла өндәшмәне.

Тынлыҡты тоноҡ тимер сыңы ғына боҙа. Биҙәү- ҡулланма сәнғәте училищеһынан ювелир һөнәре алып сыҡҡан Александар бына инде өс йыл нығынып эшләп китер урын тапмай. Күберәк ҡалым һуға йә сит ил туристары яратып һатып алған әйберҙәр эшләй ҙә, Ҡыҙыл майҙанда тороп, итәк аҫтынан уларҙы яҡшы хаҡҡа осора.  

– Валя, миңә шәп ҡалым тәҡдим иттеләр... Шатурала. Латундан ҙур панно сүкергә кәрәк. “Шатураторф” тигән шарашкаға ҡырҡ йыл икән. Бай организция. Заказ хәтәр аҡсалы... Киттек минең менән, байып ҡайтабыҙ, валлаһи, – Александар, эшен ҡуйҙы ла ҡустыһының эргәһенә барып ултырҙы.  

Валентин яуап биреп өлгөрмәне, ишек асылды. Атаһы эштән ҡайтҡайны.  

– Мә, хат... Шул басурмандарың русса яҙырға өйрәнмәне инде... – Евдокия иренә асылған конверт һуҙҙы.

– Шулай, ти ҙә ҡалаһың. Беҙ ҙә шул басурман Байдәүләтовтар инде. Ана, Сашка торғаны бер Салауат, – Валентин тороп ултырҙы, трикоһын кейеп алды.

– Тағы ниндәй Салауат? Нишләп басурман булаһығыҙ  ти. Сиркәүҙә суҡындырылғанһығыҙ... Христиандар һеҙ Александар менән, – әсә улының һүҙенә оторо асыуланды.

– Ҡан бит башҡорттоҡо . Илһамовичтар беҙ. Байдәүләтов Валентин Илһамович – бик тә хәтәр христиан исем-шәрифе инде былай...

– Алығыҙ минең фамилияны, тип тылҡыйым һеҙгә гел.

– Ә атай исемесе?

– Иванович, тип яҙҙырт. Илһам – Иван, тап килеп тора...

– Тағы ниндәй бәхәс? – Ҡулын сайып ванна бүлмәһенән сыҡҡан Илһам өй эсендәгеләргә күҙ йүгертте.

– Әсәй үҙе башҡортҡа кейәүгә сыҡҡан да, шул басурмандан һалдырта инде. Бер балыҡ башы, – тине Валентин.

– Һуғыштан һуң башҡортҡа түгел чучмекка ла сығыр инең. Ирҙәр булмағас ней, – Евдокия һүҙен бирмәне.

– Ҡара атайҙың ул саҡтағы фотоһына, ҡыйғыр бөркөткә кейәүгә сыҡҡанһың бит, – Валентин стеналағы түшенә Хәрби Ҡыҙыл Байраҡ ордены, миҙалдар таҡҡан офицер формаһандағы ирҙең ҙур фотоһүрәтенә ымланы.

Хатта ҡустыһы Ҡыяметдин Матрай хәлдәрен теҙгәйне. Көндәр эҫе торһа ла, май ямғырына нығынып өлгөргөн ашлыҡҡа өмөт бар, ә бына үлән насар, малдың тешенә эләкһә лә, бесән наҡыҫ булмаҡсы, шуға халыҡты урманға япраҡ бәйләргә йөрөтәләр, тиелгәйне унда.

Александр менән Валентин Шатураға тиклем электричка менән барып етте.

– Бында юбилей ҡайғыһы юҡ шикелле, – тине Валентин, эшелонда торған хәрби техникаға, уны бушатҡан һалдаттарға, перронда улай-былай сабыулаған хәтһеҙ погонлы кешеләргә ымлап.

– Ҙур учение бара әллә... – Александр ҙа, елкәһен тырнанап, тирә яҡҡа тезерәйеп баҡты.

– Шатура егеттәре, беҙҙә ғәләмәт торф яна, тип һөйләй ине институтта...

– Ваҡытһыҙ килдек, ахыры, – ағай кешенең кәйефе ҡырылды.   

Ағалы-ҡустылы Байдәүләтовтарҙың юлы уңманы, ысынлап та. “Шатураторф” тресында, әйтерһең, улар – күктән төшкән кешеләр, сәйерһенеп ҡабул иттеләр.

– Ниндәй панно тағы? Еҫ һиҙмәйһегеҙме әллә, ә?.. Янабыҙ бит!.. Ут бына-бына ҡалаға етә. Районда өс ауылдан торонбаштар ғына  ятып ҡалды... Ун кеше эҙһеҙ юғалды... Торф янғыны нимә икәнен беләһегеҙме?.. Ер убылып китә лә тамуҡтың үҙенә, ут өйөрмәһенә, осаһың. Кеше яңы ғына бар ине, унан көл дә ҡалмай. Юҡҡа сыға... Ә һеҙ, панно... – Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, трест хужаһын эҙләп тә торманылар, кире боролдолар.

– Доброволецтармы?.. Давай, тиҙерәк машинаға, – егеттәрҙе кеше тейәлгән асыҡ машина кузовына әйҙәне олпат бер ир.

Александр менән Валентин бер-береһенә ҡарашып алдылар ҙа, күрһәткән урынға менеп ҡунаҡланылар. Аңһыҙ, ҡапыл килеп сыҡты был.  

– Нишләп ултырҙың да киттең ул аңра һарыҡ шикелле? – Тәғәйен урынға барып еткәс, Александар ҡустыһына екеренде.

– Үҙеңсе...

– Үҙеңсе... – Ҡустыһын эләкләне Александар. – Әйләнеп тә ҡарамай һин баштан төштөң!..

– Ярай, нимә ҡаңғыраһың. Мәскәүгә төтөн ошонан килә бит, күреп ҡайтайыҡ торф яныуы нисек икәнен, – Валентин халыҡ артынан эйәрҙе.

Бына ни өсөн хәрбиҙәр килеп тулған икән Шатураға: насостар менән һыу ағыҙалар төтәп ятҡан ер ҡуйынына, траншеялдар ҡаҙалар, ут юлын быуыр өсөн, ағастарҙы йығалар.

– Валя, ҡарәле, ҡара!.. Бетоновоз!.. Был ни ғәләмәт? Утты цемент менән һүндерәләр әллә?

– Аптыраған өйрәк арты менән сума, тигәнде ишеткәнең юҡмы әллә, – был асышҡа Валентин да аптыраны. 

Егеттәр көнө буйы башҡалар менән траншея ҡаҙҙы. Кискеһен, электричкаға ултырып, кире Мәскәүгә ҡайтып киттеләр.

 

7

 

1972-се кәбисә йыл Совет иле өсөн бигерәк ауыр килде: 24 февралдә атом һыу аҫты кәмәһендә янғын сыҡты, 28 моряктың ғүмере өҙөлдө; 10 мартта Минск радиозаводында шартлау һөҙөмтәһендә 104 кеше һәләк  булды, 300 эшсе тән йәрәхәттәре алды. Халыҡ был фажиғәләр тураһында яҙа-йоҙа йүкә телефоны аша ғына ишетеп белде. Сөнки гәзиттәр яҙманы, радио һөйләмәне, телевизор күрһәтмәне. Баш ҡаланан Волгаға тиклем ятҡан төбәктәрҙә апрелдән алып тамсы ла ямғыр күҙе төшмәүе лә хафаға һала коммунистар партияһының генераль секретарын.

Береһе артынан икенсеһе килгән күңелһеҙ ваҡиғалар сылбырын АҠШ президенты Ричард Никсондың Мәскәүгә визиты өҙҙө. СССР-ҙың ярты быуатлыҡ тарихында Америка башлығы, донъя империализмын әйҙәп барыусы ил етәксеһе, коммунизм идеологияһы еңгән дәүләт тупрағына беренсегә аяҡ баҫты. Совет дипломатияһының триумфы булды был сағыу май ваҡиғаһы. Ныҡ тырыштылар ата империалисты өңөнән сығарыр өсөн. Таптылар республиканец Никсондың йомшаҡ урынын – милли хәүефһеҙлек буйынса ярҙамсыһы Генри Киссинджер, халыҡ-ара көсөргәнеште кәметеү идеяһын алға һөргән сәйәсмән булараҡ билдәле кеше аша эш иттеләр. Өс йыл элек СССР-ҙың Америкалағы илсеһе Анатолий Добрынин уның ҡылын тартып ҡараны һәм аңлау тапты. Вьетнам һуғышында хурланған Американың ҡайһы яғына һуҡтырырға кәрәклеген яҡшы беләләр ине. Һалдаттары Сонгми ауылы халҡын, балаларҙы, ҡарт-ҡороно, ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла йәлләмәй, барлығы 504 кешене, ҡырып һалған дәүләт барлыҡ кешелек донъяһы алдында ғәйепле ине шул. Йәшерен һөйләшеүҙәр оҙаҡ барҙы һәм, ниһайәт, Америка Ҡушма Штаттары президенты Никсон менән Советтар Союзы коммунистар партияһының генераль секретары Брежневтың күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеүе ике яҡ өсөн дә отошло буласаҡ, тигән фекер өҫкә сыҡты. 1972 йылдың апрелендә Киссинджер Мәскәүгә йәшерен визит ҡылды һәм шунда осрашыуға әҙерлеккә нөктә ҡуйҙылар. 

Май шул мәшәҡәттәр менән үтеп китте. Июндә осрашыу һәм һөйләшеп-килешелгән мәсьәләләр буйынса баш күтәрмәй эшләне Леонид Ильич. Стратегик ҡоралды сикләү (ОСВ-1) тураһында документ ҡына ла күпме ваҡытын алды.  

Нисек кенә булмаһын, Леонид Ильич ныҡ ҡәнәғәт. Америка менән һыйышып йәшәү тураһында сәйәсәтте Сталин башлағайны. Шунан Хрущев дауам итте. Тик нисек кенә тырышһалар ҙа, быға тиклем ниндәйҙер килешеүгә өлгәшә алманы улар. Ниәттәр әйтелде, ә аныҡ эш булманы. Көсөргәнеш арта ғына барҙы. Куба өсөн низағ барышында атом ҡоралы ҡулланыуға бына-бына ҡалғайны. СССР ҡораллы көстәренең Берлин, Венгрия, Чехословакия ваҡиғаларында төп роль уйнауы, АҠШ-тың Корея, Вьетнам һуғыштарында туранан-тура ҡатнашыуы һөйләшеүҙәр өҫтөле артына ултырыуға әленән әле кәртә булып ҡалҡты. Һалҡын һуғыш көсәйгәндән көсәйҙе генә, ҡыҙыу ҡоралланыу иҡтисадты ҡаҡшатты. Шуға ҡарамай, көнбайыш илдәрендә тормош яҡшырҙы, ә социалистик лагерь был йәһәттән ҡыйынлыҡтар кисерҙе. Ике системаның көрәше ябай кеше күҙлегенән ҡарағанда социализм файҙаһына түгел ине. Шуға халыҡ-ара көсөргәнеште баҫыу, оборона сығымдарын кәметеү, бюджетты халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға йүнәлтеү үтә лә мөһим мәсьәлә булараҡ алға килеп баҫты. Сейәлгән был төйөндө сисә башлау уға – иптәш Брежневҡа тейҙе. Хәҙер тарихҡа ул үҫешкән социализм төҙөгән лидер булараҡ ҡына түгел, ә ҡоралһыҙланыу сәйәсәтендә уңышҡа өлгәшкән сәйәсмән исеме менән дә инеп ҡаласаҡ. Ошо уйҙарҙан коммунистар партияһының генераль секретары ләззәт кисерҙе. 

Леонид Ильичтың күңелендә уға тиклемге совет етәкселәренә хас көнбайыш демократияһынан көнләшеү, унан бер аҙ ҡурҡыу ҙа юҡ түгел. Берлин стенаһын төҙөгәнгә тиклем өс миллионға яҡын кеше социалистик Германиянан капиталистик яҡҡа ҡасып сыҡты. СССР-ҙың сиген асайыҡ әле, ни булыр икән?.. Икмәкте лә бит Американан, Канаданан һатып алабыҙ хәҙер. Улар менән килешеп йәшәмәй сара юҡ шул. Коммунизм төҙөйбөҙ, тип лаф өрәбеҙ ҙә ул, тик уның ысын күңелдән быға ышанған кешене күргәне юҡ әле.   

Июль уртаһында Леонид Ильич, ниһәйәт, ялға йыйынды.  Арығайны. Өҫтәүенә, төтөнлө монар йонсотто, күкрәк тултырып тын да алып булмай. Мәскәүҙең тирә яғында урман, торф яна, төтөн шунан.

Ялда эш тураһында иҫенә төшөрөргә яратмай ул. Ярҙамсыһы биргән ҡағыҙҙарға күҙ генә йөрөтөп сыға ла, кәрәк урынға ҡул ҡуя һәм шунда уҡ онота. Әле Ялталағы «Глициния» дачаһында уйҙарынан тынғы тапмай. Террасалағы сатыр аҫтында диңгеҙгә ҡарап еләҫләнеп ултырғанда ла, кипаристар, пальмалар, магнолиялар аллеяһы буйлап йөрөгөндә лә, һыу төшкәндә лә башынан ил хәстәре китмәй. Көн һайын өҫтәленә ятҡан докладта урмандарҙың яныуы, Урал тауҙарына тиклем ҙур ҡалалар халҡының төтөндән тонсоғоуы, күп урында сәсеүлектәрҙең ҡоролоҡтан һәләк булыуы тураһында хәбәр итәләр. Урмандарҙың яныуы, төтөн ярай ҙа ул, ә бына игендең үҫмәүе – бигерәк ҡурҡыныс. Аслыҡты күп күрҙе Рәсәй. Сталин заманында репрессия менән ас халыҡты баш баҫып эшләргә мәжбүр итһәләр, хәҙер замана башҡа. Көнбайыш менән уҙышып үҫешкән социализм демократияһы шәхес хоҡуҡтарын боҙоуға юл ҡуя алмай. Совет кешеһе туҡ, маҡсатлы, көр күңелле булырға тейеш. Әлбиттә, иң элек – өҫтәленән икмәк өҙөлмәһен.

Ричард Никсон менән иген һатып алыу тураһында ла килештеләр. Ялға йыйынғанда «Экспортхлеба» ойошмаһы Америка компаниялары менән  8 миллион тонна иген алыу тураһында контракт төҙөп ҡайтты. «Экспортхлеба»1923 йылда сит илгә икмәк һатыу маҡсатында төҙөлһә, төғәйенләнешен үҙгәтреп, 1972 йылда импорт менән булаша башланы. Ирония һымаҡ та был хәл. Ҡалайтаһың, хәҙер, ас халыҡтың ауыҙынан өҙөп алып, индустриализация заманындағы шикелле станоктар, технологияларға алмашҡа икмәк һатып булмай. Аллаға шөкөр, нефть, газ бар уның  урынына.  

– Киләһе аҙнаға кәңәшмә йыйырға кәрәк , Виктор Андреевич. Ҡоролоҡ... Уңыш насар булмаҡсы... Шул турала, – Брежнев, саф һауала йөрөп килгәс, иртәнге сәй ваҡытында ярҙамсыһы Голиковҡа бойороҡ бирҙе.

Кәңәшмәне Симферополь өлкә комитетында үткәрергә килештеләр. Саҡырылыусылар араһында Үҙәк Комитеттың ауыл хужалығы буйынса секретары Кулаков, ауыл хужалығы бүлеге мөдире Карлов, Украина Үҙәк Комитетының беренсе секретары Щербицкий һәм республиканың министрҙар советы рәйесе Ляшко, РСФСР министрҙар советы рәйесе Соломенцев бар ине.

8

Брежневтың кәйефе көр күренде арҡадаштарына. Нисек кенә булмаһын, ял, диңгеҙ һауаһы үҙенекен эшләй инде, тип уйланы улар.

Тәүҙә һүҙҙе генераль секретарь Михаил Сергеевич Соломенцевҡа бирҙе, сөнки ҡоролоҡтан иң ҙур зыянды Рәсәй төбәктәре күргәйне.

Төндә генә Саратовтан Мәскәүгә ҡайтҡан һәм ял итеп тә өлгөрмәй Ҡырымға осҡан Соломенцевтың күҙ алдында һаман да саңға әйләнеп ятҡан ҡыҫыр баҫыуҙар, ярынан тартылып ныҡ һайыған Волга, төтөн япҡан ҡалалар, ут ялмаған Мордовия урмандары тора ине. Урынынан ауыр ҡуҙғалды Рәсәй Федерацияының Министрҙар Советы рәйесе, йоҡоһоҙлоҡтан ҡурғаштай ауыр йонсоу ҡарашында сараһыҙланыу сатҡылары сағылып ҡалғандай. Ете йәшкә кесе булһа ла, Брежнев алдында олораҡ һымаҡ күренде ул был минутта.

Хеҙмәт юлын һуғышҡа тиклем инженер булып башлаған һәм оборона заводы директорына тиклем үрләгән, аҙаҡтан Силәбе һәм Ростов өлкәләрендә, Ҡаҙағстанда партия органдарын етәкләгән, 1966 йылда Үҙәк Комитетта юғары вазифаға тәғәйенләнгән Михаил Сергеевичты былтыр әлеге урынға күсерҙеләр. Был мәсьәлә тураһында күҙгә-күҙ һөйләшкәндә Леонид Ильич: “Союз республикаларҙағы кеүек, Рәсәй Федерацияһының айырым коммунистар партияһы юҡ. Шуға Рәсәй партия ойошмаларын етәкләү генераль секретарь иңенә ятҡан. Рәсәй Федерацияһы буйынса минең урынбаҫарым итеп күрергә теләйем һине”, – тип, әлеге вазифаның ни тиклем яуаплы икәнен һыҙыҡ өҫтөнә алғайны.  

– Ҡоролоҡ эҙемтәләре үтә лә ауыр, Леонид Ильич. Волга буйы төбәктәрендә иген баҫыуҙары ҡара ер булып ята... Бигерәк тә Саратов өлкәһендә һәм уға күрше тарафтарҙа хәл аяныслы. Урал аръяғында, Себерҙә әлхәмерәк. Тик унда ла  дәүләткә икмәк һатыу заданиеһының үтәлеүенә өмөт самалы, – тине докладсы, һүҙен йомғаҡлап.

Залда ауыр тынлыҡ урынлашты. Брежнев башын эйә биреп уйланып ултырҙы ла:

– Ә Украинала нисек һуң? – тип Щербицкийға төбәлде.

Беренсе булып сығыш яһаусы генераль секретарҙың күңелен төшөрөп өлгөргәйне.  

Украина Үҙәк Комитетының беренсе секретары ла ҡыуаныслы хәбәр әйтмәне. Волга буйындағы ҡәҙәр ҡурҡыныс булмаһа ла, ҡоролоҡ уларҙа ла күҙәтелә икән. Нисек кенә тырышҡанда ла, планға алынған тиклем иген әҙерләп булмаясаҡ, тип белдерҙе Владимир Васильевич.

Уның һуңғы һүҙҙәре һауала эленеп ҡалды гүйә. Шомло тынлыҡ аша “булмай, булмай” тип шаңдау үткән, стенанан стенаға бәрелеүҙән зыңлап тора биреп, саҡ юғалған һымаҡ тойолдо. Аслыҡ шипкерте бит был! Артында 248 миллион халҡы торған ил башлығының ултырып сыҙар әмәле ҡалманы – ҡайҙалыр ашыҡҡан кешеләй ҡапыл торҙо ла, бер өнһөҙ өҫтәл тирәләй кәләп һалырға кереште. Шунан кинәт туҡтаны һәм, бер арауыҡ өҫтәлдәге документтарға текләп торғас, урынына кире ҡунаҡланы. Әллә ашыҡты инде, иләмһеҙ тән хәрәкәте яһап, бөксәнләп барып йәлпәште ултырғысҡа, әйтерһең, хужаһын тыңламай – һул ҡулы өҫтәл ситендәге ҡағыҙҙарҙы иҙәнгә ышырып төшөрҙө. Был хәл залдағыларҙың иғтибарынан ситтә ҡалманы. Голиковтың йөҙө ағарынды, һораулы ҡарашы генераль секретарҙың һаҡ начальнигына төбәлде.  

1968 йылдың авгусында Чехословакиялағы халыҡ күтәрелешен хәрби көс менән баҫыу мәсьәләһе буйынса йыйылған кәңәшмәлә, көсөргәнешле бәхәстәр һәм фекер алышыуҙар мәлендә, Леонид Ильичтың теле ҡапыл көрмәлде, күп тә үтмәй, хәлһеҙләнеп, ҙур кәүҙәһе бөтөнләй бөгөлөп төштө. Шул өйәнәге ҡабатлап тотто тип ҡото осто ярҙамсыһының. Бушҡа булған икән ҡуҙғыуы.

– Һеҙҙең әйтерегеҙ бармы? – Үҙәк Комитет ағзаларына өндәште Брежнев. Тауышы баштағы кеүек көр булмаһа ла, теле ҡәҙимгесә шыма ине.  

– Дөйөм алғанда, сығыш яһаусылар менән килешәбеҙ. Тик килтерелгән һандарҙы аныҡларға кәрәк, – тине улар.

– Михаил Сергеевич, һеҙ мине, ысын әйтәм, оло хафаға һалдығыҙ. Ерле юҡҡа кеше ҡурҡытып ултырмағанығыҙҙы беләм. Ямғырҙар үтһә, хәл бер аҙ ыңғайлар ине лә, тик тәбиғәткә бойора алмайбыҙ. Ләкин афәткә ҡаршы аҡылды, ойошҡанлыҡты, инициативаны ҡуйырға була ла баһа. Үҫкәнде юғалтыуһыҙ йыйып алыу, уны тәләфләмәү һәм мөмкин тиклем күберәк дәүләткә һатыу бик мөһим. Малды һаҡларға, һалам-бесән әҙерләүгә бөтә көстө ташларға, партияны мобилизацияларға, ҡала халҡын ауылға ярҙамға ебәрергә – былар беҙҙең көстән килә бит. Косыгинға иген балансын шутларға ҡушырмын. Бик булмаһа, эйе, сит илдәрҙән фураж  импортларға ла тура килер, – Леонид Ильич үҙен тиҙ ҡулға алды, фекерҙәрен бер төйөнгә туплап, яуаплы вазифалы кешеләргә аныҡ бурыстар ҡуйҙы.

Хәҙер ил элекке кеүек ГУЛАГ тотҡондары сығарған Колыма алтынына ҡарап тормай, ә Көнбайыш Себер киңлектәрендә табылған “ҡара алтынға” – нефткә таяна. Валютаға ҡытлыҡ юҡ шуға – икмәккә генә түгел, ә уға һылап ашарлыҡ һары майына ла етерлек ул. Леонид Ильичтың төшкән күңеле ошо уйҙарҙан күтәрелеп китте. Алтын да бар илдә – ирекле старателдәр зектарға ҡарағанда уны хатта күберәк таба.

Оҙаҡламай Ялтаға госплан иҫәпләп биргән һандар менән Косыгин килеп төштө. Әгәр өҫтәп тағы иген һатып алмаһаҡ, илдә икмәккә ҡытлыҡ буласаҡ, тине ул, генераль секретарҙы тағы шомға һалып. Бәхәс ҡороп ултырыр мәл түгел, сәйнәп сүбәк булған инде ул мәсьәлә.

– Тағы күпме кәрәк һуң? – хужа тура текләне премьер-министрға.

– 11 миллион тоннанан да кәм түгел...

–  Экспортхлеб иртәгә үк Америкаға осһон...

– Хаҡ бесеп йонсотһаларсы?..

– Икмәк тураһында һүҙ барғанда валюта йәлләп тормаҫбыҙ инде...  Самотлорҙан торбаны тиҙләтергә кәрәк... Алексей Николаевич, төҙөүселәрҙән удар темп талап итәм!.. Эйе, удар темп!..

9

Дауамы бар.

Фото: Бәйләнештә. 

Автор:
Читайте нас