

9
“Икенсе Баку” тип нарыҡланған Башҡорт автономиялы республикаһы даны фонтан булып урғылған Себер нефте күләгәһендә тоноҡланып ҡалды. Самотлор үҙе генә хәҙер йылына 20 миллион тоннанан ашыу “ҡара алтын” бирә. Башҡортостанда ер майын һығып алып бөтөп баралар, асылған яңы ятҡылыҡтар мөсһөҙ, Ишембай татлы төштәрҙә, матур иҫтәлектәрҙә генә ҡалды. Өлкә комитетының беренсе секретары Миҙхәт Зәкир улы Шакиров, күп йылдар газ сәнәғәте өлкәһендә эшләгән кеше булараҡ, тәбиғәт байлыҡтарының сикһеҙ һәм мәңгелек түгел икәнен яҡшы белә. Балы айыртып алынған кәрәҙҙән тамған һуңғы тамсы булмаһа ла, ныҡ бүҫкәрҙе башҡорт нефте батманы. Муллыҡ шулай кәмей барған мәлдә республика етәксеһе булып килеүе үкенесле, әлбиттә. Совет илендә бит һандар, күрһәткестәр түбәнгә тәгәрләргә тейеш түгел – тик үҫеш кенә төҫ уларға. Сәбәптәрен барыһы ла аңлай, барыбер Кремлдең юғары трибунаһынан яңғыраған докладтарҙа, Башҡорт АССР-ында нефть сығарыу һуңғы биш йылда 19 процентҡа кәмене, тип әйтелеүе, керештән ысҡынып осҡан уҡ йөрәккә килеп ҡаҙалған кеүек. Эргәһендә ултырған илдең төрлө тарафтарынан йыйылған партия әһелдәренең һораулы, йәлләүле ҡараштарын күтәреүе лә еңел түгел.
Быйыл ауыл хужалығында ла хәлдәр ҡыуандырмай. Былтыр юғары уңыш, малсылыҡтағы ҡаҙаныштар өсөн Ленин ордены таҡҡайнылар түшенә, быйыл, мыҫҡыл иткәндәй, киреһе сығып тик тора. Болоҡһоп ултырған Миҙхәт Зәкир улының уйҙарын телефон сыңлауы өҙҙө.
– Линияла Алексей Николаевич Косыгин, – тине лә сәркәтибе, ни әйтерен дә көтөп тормай, абонентты тоташтырҙы. Һушын да йыйып өлгөрә алманы.
– Миҙхәт Зәкирович, иҫәнлектәме? Һүҙҙе оҙаҡҡа һуҙып ултырырға ваҡыт бик самалы. Ғәфү ит, әгәр үҙеңдән оло кешенең былай ҡыланыуын мәнеһеҙ тип тапһаң ... XXIV съезд директиваларына ярашлы, туғыҙынсы биш йыллыҡта нефть сығарыуҙы 480 – 500 миллион тоннаға еткерергә тейешбеҙ. Башҡортостандың да өлөшө бар бында, әлбиттә. Шулай ҙа бағлаған өмөтөбөҙ – Себер... Самотлор – Әлмәт нефть үткәргесе төҙөлөшөнә удар темп бирергә, тигән установка төшөрөлдө. Сафҡа индереү срогын ике-өс тапҡырға ҡыҫҡартырға, тип ҡарар ҡабул иттек политбюрола. Башҡортостан участкаһында торбалар һалыуҙан тыш, Нөрлө нефть насос станцияһы ла төҙөлә. Һеҙҙең өҫтә, Миҙхәт Зәкирович, үтә ҙур яуаплылыҡ ята шуға. Эштәрҙе тиҙләтеүҙе даими контролгә алыу кәрәклеге хаҡында үтенәм. Оҙаҡҡа һуҙмай активты йыйып алығыҙ был мәсьәлә буйынса... Тағы ла бер ауыр хәл – быйыл үҙәк төбәктәрҙә ашлыҡ бөтөнләй юҡ. Ҡоролоҡ... Һеҙҙә хәл әлхәмерәк. Шуға игендең бер бөртөгөн ҡалдырмай йыйып алырға, уны дәүләт бураларына мөмкин тиклем күберәк һалырға кәрәк. Был да архи мөһим партия заданиеһы. Политбюроның йәшерен циркулярын уҡығанһығыҙҙыр, – СССР Хөкүмәте рәйесе шулай тура һәм аныҡ һөйләшә инде ул.
Шакиров “ярай”, “эйе”, “булыр”, “эшләрбеҙ” тип кенә яҙа-йоҙа һүҙ ҡыҫтыра алды. Премьер-министр, ысынлап та, әйтерен әйтте лә телефонды кинәт кенә һалып та ҡуйҙы.
– Тиҙләтәбеҙ, тисәле... Һы... – төбәк хужаһы уйға батты.
Тимәк, республика был йылдарҙа ла Мәскәү иғтибарында буласаҡ. Насар ҙа түгел бит был. Союз төҙөлөшө менән бер ыңғай башҡа йомоштарҙы ла хәл итеп була ла баһа. Башҡортостан башлығы йәнләнеп китте. Беҙҙә ни нефттең ни икәнен беләләр, торбаһын да һалған бар, эш ҡалмаҫ. Уйлай китһәң, Самотлорҙы ла беҙҙекеләр гөрләтә. 63-сө йылда “Башнефть”тан өс йөҙгә яҡын белгес яңы ғына булдырылған «Тюменнефтегаз»ға китте. Уны ла ҡоҙалағайнылар. Ныҡ ҡыҙығып та йөрөгәйне Себерҙең “ҡара алтынын” асыусылар рәтендә булыу перспективаһына, тик Нуриев ебәрмәне, Өфө горкомына беренсе секретарь итеп ҡуйҙы. Юлын табып китеп бармаһын, тип уйлағандыр инде. Аҙашы, башҡорт егете Миҙхәт Сәмиғуллин “Тюменнефтегаз” главкаһында начальник урынбаҫары булып бынамын итеп эшләп йөрөй. Быйыл СССР дәүләт премияһына лайыҡ булды. Туймазы быраулау идаралығында эшләгәненән белә уны.
Ҡорҙашҡа ҡатар Стәрлебаш егете Афзалетдин Иҫәнғолов менән былтыр Кремелдә Ленин орденын бергә алдылар. «Тюменнефтегазразведка» тресының 3-сө эксплуатация быраулауы контораһы директоры ул. Ундайҙар аҙ түгел Себерҙә. Эйе, уның данын башҡорт егеттәре күтәрә.
Самотлорҙан Татарстанда ятҡан Әлмәткә йыуанлығы 1 метр 42 сантиметр булған 1850 саҡрым торба һуҙылырға тейеш. Уны “Дуҫлыҡ” нефть үткәргесенә тоташтырғас, Себер нефте сит илдәргә йылға булып ағасаҡ. Проект буйынса төҙөлөшкә 48 ай ваҡыт бирелгән, тигәйнеләр башта, тимәк, тиҙләтергә булғандар икән. Башҡортостан участкаһынан үткән 333 саҡрымды ла йәһәтләргә кәрәк килеп сыға. Тәжрибә бар, Бохара – Урал газ үткәргесен һуҙыуҙа үҙе туранан-тура ҡатнашты, «Нефтепроводмонтаж»да баш инженер булды. Йылғаһын да кистеләр, тауын да артылдылар. Шуға, еңелдән булмаһа ла, был юлы ла сал Урал аша тимер торбалар билбауын тартыу ҡурҡытмай уны.
Миҙхәт Зәкир улы Шакировҡа ошо уйҙарынан күңел хушлығы ҡайтты. “Есть еще у нас порох в пороховницах!” – тип алдында ятҡан ҡағыҙҙарҙы ҡарарға тотондо.
10
Ишембай быраулау контораһының Иҫәнғол участкаһы геологтары Тәүәкән-5 майҙансығында икенсе йыл инде разведка скважиналары быраулай. Нефть эҙләйҙәр. Быраулаусы Мәүлетдин Байдәүләтов бригадаһының вахтаға баҫыуына бишенсе көн.
Үҫмер сағында көтөүсе икмәге ашаған, армиянан һуң Матрай почтаһы начальнигы вазифаһын биләгән, оҙон аҡса юллап, быраулаусы һөнәрен үҙләштергән Мәүлетдин ете йыл инде нефетсе-разведчик исемен йөрөтә. Быраулаусы ярҙамсыһынан быраулаусыға күтәрелеүенә өсөнсө йәй. Эшкә сапсан ир был тормошта шулай үҙ урынын тапты булыр. Яҙмышы ошо һөнәренә дәл итте уны.
– Ирназаров, нишләп төштөң? Верховой ҡайҙа? – Ер ҡуйнынан шламға буялып сыҡҡан торбалар бысрағына өҫтө эт алғыһыҙ булған егеткә төбәлде Мәүлетдин.
– Сайып алырға ине. Свечаларҙы ҡасан кире төшөрә башлайбыҙ икән, ағай? – Производство практикаһы үтеп йөрөгән студент, быраулаусының һорауын ишетмәгәндәй, комбинезонын улай-былай сирҡанып ҡарап торған ыңғай шулай тине лә, Байдәүләтовҡа текәлде.
– Ҡустым, институтты уҡып бөткәс, һин кем булып сығаһың?
– Инженер-нефтсе!.. – Студенттың яуабында ғорур маһайыу сатҡылары сағылды.
– Беҙҙең ише батҡаҡҡа, мазутҡа буялып йөрөмәйһең инде әләйһә...
– Э-э-э... Бурильщик разведкала иң беренсе тора былай...
– Ярай... Беләһең икән... Өҫтөңдө йыу ҙа, сушилканан икенсе спецовка ал. Ярты сәғәттән спуск башлайбыҙ...
Ул арала верховой Николай өҫтән һөрәнләне:
– Райманыч, түрәләр килә... Ике ҡара “Волга”!..
– Инәңде... Кемдәр булыр икән?.. Сергей Петрович, нишләп алдан әйтмәнең? – Эргәһендә торған мастерға екерҙе быраулаусы.
– Рациянан хәбәр булмағайнысы... – Мастер ҡойолоп төштө.
Ул арала машиналар разведчиктар йәшәгән вагончиктар янына барып туҡтаны. Тәүгеһенән Күгәрсен районының беренсе секретары Вәлиев төштө. Йыуантаҡ тәпәш буйынан таныны уны Мәүлетдин. Икенсе “Волга”ның ҡапыл-ҡара ишеге асылманы.
– Секретарь кемде алып килде ул? – Байдәүләтов мастерға өндәште.
Уныһының һорауға яуап ҡайтарыу ҡайғыһы юҡ ине. Ҡунаҡтар яғына йүгерә-атлай йәһәтләп китеп барған ыңғай ҡул ғына һелтәне.
Ниһайәт, серле кешенең башы күренде. Һонтор буйлы ине ул. Шуға тәүҙә уң аяғын ергә ҡуйҙы ла, ишеккә тотоноп, бөкләнеп ултырған килеш һыпырылып ҡына машинанан килеп сыҡты һәм турайып баҫты. Бик етеҙ эшләне урта йәштәрҙәге ир быны.
Хәҙерге түрәләр ҡалпаҡ ярата, ә был – яланбаш. Артҡа таралған сәсе киң маңлайын тағы ла яҫыртҡан. Түңәрәк йөҙөндә ҡалмыҡ һыҙаттары сағылып ҡалғандай. Мәүлетдин шулай сырамытты. Аҡ күлдәк кейгән, галстук таҡҡан.
Ир таныш түгел ине.
Вәлиев алдан төштө. Быраулау вышкаһына күрһәтеп, һонтор иргә нимәлер һөйләй, әйтерһең, эргәһендәге мастер түгел, ә ул нефтсе.
– Хәҙер заводҡа һыу ныҡ ҡатнашҡан нефть килә. Айырып алыуы бер бәлә... Ишембайҙы әйтеп тораһы ла түгел, Саҡмағош, Кушнарен скважиналары ла ҡартайҙы, тоҙло һыу менән саҡ ҡыуып сығаралар нефтте пластан... Яңы ятҡылыҡтан сырье килһә, ҡалай шәп булыр ине... – Ҡунаҡтың һүҙҙәре Мәүлетдиндең ҡолағына салынып ҡалды.
– Йә, бурильщик, ҡасан фонтан урғылтаһың? Һин бит разведчик!.. Разведчик, туғаным!.. Яҡшы сифатлы нефть кәрәк беҙҙең заводҡа... –Эргәһенә килеп еткән галстуклы һонтор, ҡулын ҡыҫып, шулай тип өндәште уға. – Ә был ниндәй ҡарасҡы тағы?
Йәйге селләлә өҫтөнә көпө ыштан, яланғас тәненә фуфайка кейгән Ирназаровты күреп, ҡунаҡ хахылдап көлөп ебәрҙе.
Кейем киптергес будканан сығып килгән егетте Мәүлетдин күҙ ҡырыйы менән күреп ҡалғайны. Башы эшләр, түрәләр янына яҡынламаҫ, тигән өмөтө аҡланманы. Студент ғәмһеҙерәк кеше, ахыры, туп-тура галстук таҡҡан ағайҙар яғына ыңғайланы.
– Унда, ней, башҡа кейем юҡ, – тине Мәүлетдингә ғәйепле төҫтә.
– Верховойға ярҙамсы булып торғайны. Бысранған, өҫтөн йыуып элде, алмашҡа булмағас, кейгән инде тапҡан нәмәне, – тип хәлгә аныҡлыҡ индерҙе бурильщик. – Студент... – быныһын да өҫтәп ҡуйыуҙы кәрәк һананы.
– Ҡайҙа уҡыйһың, ҡустым? – Ҡунаҡ ҡыҙыҡһынып Ирназаровҡа текләне.
– Нефтянойҙа...
– Нисәнсе курс?
– Дүртенсе.
– Эшкә беҙгә кил, үҙебеҙҙең егеттәр бик кәрәк.
– Ә ҡайҙа ул һеҙҙең эшегеҙ?
– КПСС-тың XXII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводы.
– О-о-о... Тик мин Самотлорға тип торам бит әле...
– Ситтә һиңә бер кем дә ҡалъя әҙерләп ҡуймаған. Где родился, там и пригодился! Шуны белеп ҡуй, ҡустым. Әрәсәһенә төшөнһәң, Мортаза ағай әйткәйне, тип иҫләрһең, – тип был һөйләшеүҙе осланы оҙон тороҡло ир.
Аңҡайып вышканы күҙҙән үткәрҙе, ҡеүәтле дизелдәргә баһалы ҡараш ташланы һүҙ ыңғайында үҙен Мортаза тип таныштырған ҡунаҡ.
– Тегендә, – ҡулын төньяҡҡа табан иҙҙәне. – Левин тигән бурильщик айына 14 мең метрҙан ашыу проходка бирә икән. Беҙҙә, заводта, портреты эленеп тора. Ә һеҙ күпме сығараһығыҙ?
Мәүлетдин, э-э-эй, белемсе, сағыштырҙың һары майҙы маргарин менән, тигән һымаҡ ирен осо менән генә йылмайғандай итеп, һорау биреүсегә текләй китеп торҙо.
– Бында бит Урал тауы... – Тине һаран һүҙҙәренә тәрән мәғәнә һалып. – Тегендә бурение нимә ул: тиҙәккә тимер ломды ҡаҙап индергән һымаҡ... Ә беҙ ярты метр һайын долото алмаштырабыҙ. Өс мең ярым метр колоннаны күтәреп төшөрөп ҡара әле смена һайын... Һы, 14 мең... Бында килһендәр, шәп булғастары...
Шуның менән әңгемә тамамланды.
КПСС-тың XXII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводы баш инженерының яңы производстволарҙы көйләү һәм эшкә ебәреү буйынса урынбаҫары Мортаза Гөбәйҙулла улы Рәхимов тыуған ауылы Тәүәкәнгә ялға ҡайтҡанда район түрәләренә һуғылмай ҡалмай. Кендек ҡаны тамған төйәктең тын алышын белеп тороу, унан айырылыу, юҡһыныу кисерештәрен баҫа һымаҡ. Был тирәлә әүҙем нефть разведкаһы барғанын белгәнгә күрә, уның барышы менән гел ҡыҙыҡһына, эш өсөн дә, үҙе өсөн дә, тигәндәй.
11
Тоноҡ геүләгән тауыш, көсәйә барып, тәҙрәгә саң булып бәрелде.
– Вирталүт, ҡәртәс! – Рәсим сәй һемергән сынаяҡ аҫтын ашъяулыҡҡа ҡуйҙы ла тышҡа атылды.
Ауыл өҫтөнән осоп үтеп барған вертолеттың хатта түңәрәк тәҙрәләре лә күренә.
– Вирталүт- вирталүт, посади меня в полет, – тип һамаҡланы малай.
Сәбилә лә сығып баҫҡайны:
– Мәүлетди-и-и-н, ҡайт, улым, ҡайт! – Усын ҡаш өҫтөнә ҡуйған оло ҡатын, уң ҡулын болғап, алыҫтағы кемделер саҡырҙы.
– Ҡәртәс, шулайтып ҡысҡыра ла тораһың вирталүтҡә. Мәүлетдин ағай унда ултырһа ла ишетмәй ҙә баһа...
– Тыуған өйөм тип ҡарап барһа, күрер ул беҙҙе...
– Их, ултырып осоп ҡарарға ине. Вәт-дә-ә-ә, малайҙарҙың ҡалай күҙе ҡыҙыр ине.
– Осорһоң да әле...
Вертолет Быҙаулыҡ йылғаһы үре артына инеп юғалды. Ә әбей менән малай күккә текләп тора бирҙе. Ни кисерә, ниҙәр уйлай инде ололар рәтенә баҫҡан ҡатын һәм балалыҡтан сыҡмаған Ғәләүетдин мәрхүмдең ун йәштәге өлкән улы? Зәңгәр офоҡ артындағы билдәһеҙлек, уның сикһеҙлеге арбаймы уларҙы? Ҡапыл пәйҙә булған һәм шулай уҡ тиҙ күҙ уңынан юғалған вертолетта ла – серле тимер ҡош эсендә лә – кемдер ултыра, төбәп кенә ҡайҙалыр осоп бара бит. Ниндәй көс уларҙы һауаға күтәрелергә мәжбүр иткә, ниндәй маҡсат, йортонан айырып, юлға әйҙәгән? Матрай ауылы халҡын иләҫләтеп үтәсәктәрен белгәндәрме икән? Күрҙеме улар ерҙәге хыялына бирелеп торған малайҙы, улын көткән һағышлы әсәне? Эй, кеше, байғош та, бөйөк тә әҙәми зат, нишләп юҡтан бар булдың һәм ҡыжранып ғүмер кисерәһең был ерҙә?
Елһеҙ июль көнө ҡояшлы һәм сағыу ине. Ҡаҙ үләне япҡан ишек алдында, тәгәрәп кенә китеп, ҡолас ташлап тик ятырлыҡ һиллек. Бер генә япраҡ ҡымғырлаһасы. Картуфлыҡта яңғыҙ сиңерткә сырылданы, сыуылдашып турғайҙар тубы осоп үтте, эҫенән ҡанаттарын һәлендерә биргән тауыҡ, тибенеүҙән туҡтап, аҙбар һалҡынына йүнәлгән ыңғай үҙ көйөн көйләне. Бәлки, ошо хозурлыҡ тоталыр ике аяҡлы бәндәне фанилыҡта.
– Мәүлетдиндең өгөрсөһө өлгөргәндер инде. Юлға йыйына башларға кәрәк... Яңылбикә инәйең йөн иләгән аҡсаны иртәгә бирәм тигәйне. Юллығы ла бар... – тынлыҡты Сәбилә боҙҙо.
– Мин дә Иҫәнғолға барам, ҡәртәс...
– Фариза апайыңды алырмын... Ул ҙурыраҡ бит... Күберәк әйбер алып ҡайтырбыҙ... Мәүлетдиндең ҡыҙҙары бер-ике кейеп ташлаған кейем күп, юҡ нәмә юҡ унда... Өсәүләп барһаҡ, килен яратмаҫ. Бер нәмә лә эләкмәҫ шунан үсектерһәк...
Ысынлап та, Сәбилә менән Фариза оҙаҡламай юлға сыҡты. Кискеһен Юлдыбайға барып, Хисмәт ҡоҙаларында йоҡланылар ҙа таң менән Сибай – Һарыҡташ автобусына ултырҙылар.
Автобус туҡталышы Һаҡмар күперенән алыҫ түгел ерҙә урынлашҡан. Ситтәрәк – юл участкаһы йорто, уға терәлеп, ышыҡ табырға теләгәндәй, ике ҙур трактор туҡтаған. Улар, йорт та, тракторҙар ҙа, хужаһыҙ мөлкәт кеүек, етемһерәп ултыра. Саң баҫҡан тәҙрәләрендә, көнгә янып ҡарайған, бысранған тотош ҡиәфәттәрендә бахырлыҡ, үкһеҙлек ярылып ята. Иртәнге ҡояш нурҙары ла ул мөхиткә нур сатҡыларын ҡундыра алмаған.
– Ҡәртәсәй, анау өйҙә кеше йәшәй микән? – Фариза, юл буйындағы яңғыҙ йортҡа текләй биреп торҙо ла, һорамай түҙмәне.
– Ҡарауылсы ғына булмаһа... Кеше йәшәй торған өй түгел бит ул, – автобус көткән сит ҡатын менән гәпләшкән Сәбилә, бүленеп, ейәнсәренә яуап бирҙе.
Туҡталышта торған кешеләр ҡапыл хәрәкәткә килде.
– Фариза, аңшайма, ана, күренде... – Ҡәртәсәһенең хәүефле тауышы ҡыҙҙы һиҫкәндереп ебәрҙе.
Тау иңкеүендә ҡабырғаһына алһыу буй һалынған ҡупшы һары автобус күренде. Бына ул, саң борҡотоп, килеп тә туҡтаны. Тик водитель ҡапыл ишекте асманы. Ынтылып, кондуктор менән ни тураһындалыр ғәпләшеп алды.
– Ҡәһәр һуҡҡыр, әллә ултыртмаҫҡа итә инде, – автобусҡа инергә ашҡынған кешеләрҙең береһе шулай, һүҙгә һалып, солғап алған дөйөм хәүефте яңғыратты булыр.
– Рәткә шулайта ул ошо йыуан урыҫ... Ул ғына булмаһа ярар ине тип торғайным да...
– Тауҙа туҡтаған һымаҡ күренгәйне, юлдыбайҙарҙы шунда төшөрҙө инде...
Ишек асылғас та кем уҙарҙан эскә уҡталырға йәтешләнеп баҫҡан ете-һигеҙ кеше, хафаланып, шулай ыуаланды. Тик ризаһыҙлыҡ белдерергә ҡыйманылар, ишек-тәҙрәне төймәнеләр, водитель яғына сығып, хәлде асыҡларға уҡталманылар. Ҡала кешеләре менән бәхәсләшеү ғәләмәт сигеүгә бәрәбә инде ул, тип сабыр ҡылдылар, ахыры.
Ҡыймылдай биреп яйлап ҡына асылған ишеккә ынтылған халыҡтың юлын кондуктор быуҙы.
– Берем только до Зилаира, – тине ул бойороҡло ҡәтғи тауыш менән.
– Дә-дә, Йылайыр, район-район, – тип күңелле шаулашты ерҙәгеләр.
Иртә менән район үҙәгенә барып, йәһәтләп йомоштарын йомошлап, кискә кирегә әйләнергә тип юлға сыҡҡан юлдыбайҙар ине улар.
Сәбилә сит лөғәтте аңламаны.
– Нимә тине ул, ҡыҙым? – Фаризаға өндәште.
– Йылайырға тиклем генә алабыҙ, тисе...
– Уй, Аллам... Нимә эшләйбеҙ инде?..
– Йылайырға, тип әйтәйек, шунан унда Иҫәнғолға билет алырбыҙ, – Фариза, ҡыйыу атлап, ҡәртәсәһенән алда автобусҡа инеп китте.
Терәлер урын юҡ ине. Юл алыҫ, шуға иң артҡа үттеләр. Әбейгә урын биреүсе булманы. Быға өмөт тә итмәне Сәбилә. Юл йөрөү кемгә лә анһат түгел – йәшенә лә, ҡартына ла. Автобусҡа арттан инеү урыны тапҡырында иҙәнде усы менән һыпырҙы ла, бисмилла, тип шунда сүгәләне. Ҡәртәсәһенең шулай ипһеҙ ҡыланыуынан оялған Фариза, тимер бағанаға тотоноп, ҡарашын тәҙрәгә төбәне.
Ә унда – ботаҡтары юлға һәленгән бейек ағастар. Йәшеллек күҙҙе ҡамаштыра. “Э-э-эй, бигерәк ямаҡай, һыуһыҙ, ағасһыҙ ерҙә ултыра шул Матрай. Их, ошо урман беҙҙә булһа ине”, – тип уйланы ун өс йәшлек ҡыҙ, сит тәбиғәткә күҙе ҡыҙып.
Йылайырға килеп еттеләр. Халыҡтың яртыһы һыпырылып автобустан сығып китте. Фариза бушаған урынға ултыра һалды.
– Ҡәртәсәй, кил йәһәтерәк бында. Әтеү хәҙер кешеләр инеп тула, – ҡыҙ хафаланып борғоланды.
Тик ҡыуаныстары оҙаҡҡа булманы.
– Та-а-а-к! А что это вы сели на наше место. Может еще и вещи украли... Будет с вас, – тигән тауышҡа баштарын күтәрҙеләр. Эргәләрендә алһыу бантлы ҡыҙын етәкләгән асыулы ҡатын баҫып тора ине. Йылайырҙа пассажирҙарҙы ял иттереп ала икән водитель. Былар, тышҡа сығып, һауа һулап ингән, имеш.
Бәләләре бының менән генә бөтмәне, кондуктор килеп етте.
– А вы почему не вышли? А ну-ка, марш с автобуса! – Тип бойорҙо булған уҫаллығын йөҙөнә сығарып.
Ҡото алынған Сәбилә, ни ҡылырға белмәй, Фаризаны етәкләп алды, моҡсайына үрелде.
– Мы в Исянгул едем, – тине Фариза, алға сығып. – Мой брат там разведчик, – тип өҫтәне.
Был тиклем ҡыйыу ауыл ҡыҙынан, уның ажарланып үҙенә төбәлгән күҙҙәренән кондуктор аҙап ҡалды. Һүҙһеҙ тора биргәс:
– Разведчик?! – тип һораны аптырай биреп.
– Разведчик! – тине ҡыҙ ҡаты итеп.
– Билет возьмите тогда, – йыуашланған кондуктор йәһәтләп сумкаһын асты. – Садитесь вон туда, там свободно, – тип урын да күрһәтте.
Автобус ҡуҙғалып китте.
– У-у-у-й, ҡыҙым, ҡайһылай ҡыйыуһың... Бәпесемде, мәрйәне еңде бит әле, – Сәбилә Фаризаны арҡаһынан һөйөп ҡыҫып ҡосаҡланы ла ҡолағына бышылданы быны. Үҙе күҙҙәрен яулыҡ осо менән һөрткөләне.
12
Фото: Бәйләнештә.
Дауамы бар.