Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
8 Май 2023, 04:05

Етегән йондоҙлоғо Повесть (6) Рәсүл БАЙГИЛДИН

– Бараһыңмы интернатҡа? Әсәйеңә аҙыраҡ ярҙам булыр ине. Унда хөкүмәт ашата, кейендерә... Ыҙалайһығыҙ бит, ана, ҡайһылай, – тип тура һорау бирҙе Зәйтүнә апаһы, ярлы өй ҡаралтыларын күҙҙән кисереп сыҡҡас, малайҙың ас яңаҡтарына ымлап.

Етегән йондоҙлоғо Повесть (6) Рәсүл БАЙГИЛДИНЕтегән йондоҙлоғо Повесть (6) Рәсүл БАЙГИЛДИН
Етегән йондоҙлоғо Повесть (6) Рәсүл БАЙГИЛДИН

15

 

Нуретдин Матрайға 1973 йылдың йәйендә ҡайтып төштө. Армиянан һуң, эшкә ситкә китәм, тип ярһыған егет, өс йыл тигәндә, былтыр декабрҙә, ниһайәт, Самолор – Әлмәт нефть үткәргесе төҙөлөшөнә юл алды. Был ваҡытта монтажсылар ҡорос торбалар билбауын Силәбе өлкәһе менән Башҡортостан сигендә Уҡ тарлауығы, Сим һырты, Ташлы тауы аша тарта ине. Аҡсалы ҡайтты ул ҙур ерҙҙән, тик уның бәрәкәте булманы – бер ай тигәндә дуҫтары менән туҙҙырып бөттө көсәнеп тапҡан болон. Аҙаҡтан әсәһенә биргәнен дә кире алып эсеп ҡуйҙы.

Һөнәре булмағас, төҙөлөштә төрлө эшкә ҡуштылар: ер ҡаҙыу, бетон һалыу, ағас ҡырҡыу, йөк тейәү, бушатыу – барыһы ла төштө иңенә. Хайран ҡалып ҡайтты: армияның стройбатында офицерҙарҙың ҡаты ҡулы аҫтында ла, нефть үткәргесе һалғандағы кеүек, төптән егелеп, дөйөм йөктө дәррәү тартҡанды күрмәгәйне. Кешенең шулай тырышлығына, дәртенә, ауырлыҡтарға түҙеүенә, түрәләргә  бер һүҙһеҙ буйһоноуына иҫ-аҡылы китте. “Две нормы в смену!.. Успеть раньше срока!.. Призыв партии – закон!.. Дадим стране черное золото!..” – тип эште емереп алып баралар. Хай-хай... Ундай мөхиткә тәүләп эләкте Нуретдин һәм, ярты йыл шул кәйеф шауҡымы аҫтында йөрөнө. Елек майын, күңел нурын һурып алдылармы ни, ҡорғаҡһып, хәлһеҙләнеп ҡайтып ауҙы тыуған ауылына. 

Бер мәл эштәре һүрәнләнде. Торбаға ҡытлыҡ килеп сыҡты. Заводтар тәгәрләтеп өлгөрмәйме уларҙы, әллә башҡа участкаларға күберәк ебәрәләрме, белмәҫһең. Тәүҙә мастер-прорабтар саң ҡаҡты, шунан коммунистар ҡор йыйып шаулашып алды, артабан барлыҡ төҙөүселәр: “Ҡайҙа торбалар? Дәүләт заданиеһы боҙола, эш планы графигы селпәрәмә килә!..” – Тип яу һалырға кереште. Траншеяла йәнәшәһендә йөрөгән, уҫлаптай көрәк менән ер ҡаҙыған Степандың: “Государство нам доверило, а из-за поставщиков мы срываем план”, – тиеп хәбәр һөйләүенә бот сабып аптыраны Нуретдин. Ундай һүҙҙәрҙе белмәй ҙә, әйтергә теле лә әйләнмәй уның. Матрайҙа ла бер кем эш хаҡында улай һөйләшмәй. Был кешеләргә әҙерәк етешмәй шикелле, торба булмаһа ни, ят та ял ит, ашауҙан өҙмәйҙәр ҙә баһа, тип уйланы.

Өс көн шаулашыу оло бер ваҡиға менән тамамланды – төҙөлөш майҙанына Косыгин менән Шакиров килде. Уларға тағы әллә кемдәр эйәргәйне. Нуретдин Аҡназаровты сырамытып таныны, һүрәте гәзиттәрҙә сыҡҡылай уның. 

Армияла йөрөп ҡайтҡандан һуң ауылынан бер ҡайҙа ла сыҡмаған егеттең  был тиклем ҙур түрәләрҙе тәүләп шулай яҡындан күреүе. Ике аяҡ, ике ҡул, һын-һыпат, күҙҙәр, танау, ауыҙ – ғөмүмән, ҡәҙимге әҙәми заттан айырылып торған ерҙәре юҡ. Косыгин буйсаныраҡ буғай, башҡаса мөмкин дә түгелдер инде – ул, ана, ҡайҙан-ҡайҙа ятҡан Мәскәүҙән килгән бит. Шулай ҙа айырыла ине был кешеләр үҙҙәрен уратып алған халыҡтан. Бигерәк тә ике иң ҙур түрә – Косыгин менән Шакиров.

Баҫҡан аяҡтарҙың ҡуйылышында, ҡул, яурын хәрәкәттәрендә, баштың ҡайҡы ултырышында, сырайҙарында баҙыҡ көс һәм ғәййәр ихтыяр ярылып ята, бар ҡиәфәттәрендә – олпат һәм сабыр етдилек. Яҙа-йоҙа иҫендә ҡалған атаһы Райманды шулай хәтерләй Нуретдин. Өй эсендәге иң ҙур, иң төп кеше ине ул: бирһә лә, тартып алһа ла, иркәләһә лә, ҡайыҙлап ебәрһә лә – уның иркендә... “Юҡ, былар башҡасараҡ барыбер. Иркәләткәндәйҙән түгелдәр. Хәлеңде белә була, атай шикелле һинең ҡаршыңа килеп ултырмаясаҡтар”, – тип уйланы егет. Мәктәп йылдарын күберәк урамда үткәргән, гәзит уҡырлыҡ, аҡса һанарлыҡ ҡына белем алырға өлгәшкән Нуретдин властың кешене үҙенсә әүәләүен, төҫ-һынына айырым бәҫ ҡундырыуын ҡайҙан белһен инде. Түрәләр нисектер башҡаса ярала һәм тыуа һымаҡ уға. Матрайҙа ла бит директор Ҡаҙнабай ситтән килеп ултырып алды ла, ул белә-белгәндән ауылдың хужаһы булып йөрөй. Урамда осраһа, әйләнеп тә ҡарамай.

– Алексей Николаевич беҙҙең эштәр менән танышырға үҙе килде, – тип башланы һүҙҙе Шакиров. – Тартынмағыҙ, нимә борсой, ниндәй проблемалар бар – барыһын да әйтегеҙ.

– Утыҙ градус һалҡында ла удар хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт, монтажсылар. Эйе, илгә ҡара алтын кәрәк. СССР бөгөнгө көндә энергетика державаһы булараҡ та донъяны яулай. Европа беҙҙең нефткә, тәбиғи газға мохтаж... Ватаныбыҙ данын күтәреүҙә фронттың һеҙ алғы һыҙығында бараһығыҙ. Сөнки нефтте табыу ғына аҙ, уны эшкәртеүсе заводтарға, сит ил һатып алыусыһына алып барып еткерергә лә кәрәк. Ә һеҙ, нефть үткәргес төҙөүселәр, ошо миссияны үтәйһегеҙ... Эш шарттары нисек бында? Жалобалар юҡмы? – СССР хөкүмәте рәйесе эшселәргә ихлас өндәште.

Косыгиндың һул сикәһендәге ҙур миңенә иғтибар итте Нуретдин. Йонсоу, нимәгәлер йәне көйгәндәй сырайлы, йылмайһа ла күҙҙәре моңһоу, уйсан. Күпте күргән, күпте кисергән икән был кеше, тигән һығымтаға килде егет.

– Нормально... Бөтәһе лә һәйбәт, – тип яуапланылар һорауға монтажсылар.

– Алексей Николаевич торбалар менән килеп тыуған проблемалар тураһында белә. Хәлде үҙем аңлатып бирҙем, – республика етәксеһе һүҙҙе үҙе теләгән юҫыҡҡа борҙо. 

Шакиров тураһында кеше, уҫал икән, тип һөйләй. Ҡуйы ҡаштар аҫтындағы күҙҙәрендә, ысынлап та, һалҡынлыҡ бар шул – алдындағы түрәләрҙе һынамсыл күҙҙән кисереүен дауам итте Нуретдин.

– Эйе, әҙер траншеяларға һалырға беҙҙең  торбалар юҡ кимәлдә. Ике-өс кәндән эшебеҙ бөтөнләй туҡтаясаҡ, – тине алда торған кемдер хужаның һүҙен ҡеүәтләп.

Миҙхәт Зәкир улы, әгәр май айына тиклем ошо таулы-ҡаялы иң ауыр участка аша торбаларҙы һуҙып өлгөрмәһәк, быйыл трассаны тапшырыу ауырлаша, тип СССР хөкүмәте рәйесенә аңлатты аҙаҡ. Косыгинды ғинуар һыуығында Урал тауҙарын артылған монтажсыларға алып килеүе, торбалар мәсьәләһен хәл итергә өлгәшеүе Шакировтың ҙур еңеүе ине.

 

16

 

Өйҙә шау-шыу баҫылғас ҡына, кәртә арты буйлап йәшеренә-боҫа ҡайтты Рөстәм. Ныҡ ҡурҡты ул. Их, шул ҡәләмде ҡулына алмаған булһасы...

Гөрөлдәк уйнайыҡ, ти ҙә торалар шул Зәлиә  менән Зарифа. Шунан Зәлиә һамаҡлай ҙа башлай:

– Ике балыҡ һуғышҡан,

Уның ҡанын кем эскән?

Аҡ суҡ, ҡара суҡ,

Бында торма, бар сыҡ!

– Юҡ, әйҙә ошоно әйтәйек, – тип Зарифа апаһын бүлә:

Бер бабай юлға сыҡҡан,

Тәгәрмәсе боҙолған,

Уны йүнәтеү өсөн,

Нисә сөй кәрәк булған?

Рөстәм оттормай, гөрөлдәү ҡыҙҙарҙың береһенә тейә гел. Йәшенергә лә оҫта ул – таба алмай бер булалар.

 Зәлиә:

– Гөр - гөр, гөрөлдәк,

Ике тауыҡ, бер әтәс!

Йәшенегеҙ тиҙерәк... – тип алғы яҡта һамаҡлап тора, үҙе ишектең асҡыс егенән төп бүлмәне күҙәтә.

Ултырғыс ҡуйып, ишектең өҫтәге тәҙрәһенән дә ҡарап тора ул ҡайһы саҡ  хәрәмләшеп. Быяла аша башы күренмәгәс, Зәлиәнең хәйләһен һиҙеп ҡалды Рөстәм. Йүгереп барып этажерканан ҡәләм алды ла асҡыс егенә төрттө һәм сәрелдәп ҡысҡырған тауыштан ҡото осоп ҡатып ҡалды.  

– Әсә-ә-әй! Күҙемде һытты-ы-ы, –  яу һалып илап, ҡулы менән күҙен баҫҡан һеңлеһе иҙәндә ултыра ине.

Тиҙ төшөндө малай хәлгә: бының өсөн әсәһе аяп тормаясаҡ – өрлөккә ҡыҫтырылған сыбыҡтың яндырғыс әселеген татығаны бар. Тауышты ишетеп хафаланып өйгә инеп килгән әсәһе менән төкөшә яҙып тышҡа уҡталды Рөстәм. Тәүҙә кәртәлә боҫоп ятты, асыҡҡас, ҡартәсәһенә сапты, табандары ғына ялтырап ҡалды.

Осло ҡәләм төртөлөүҙән Зәлиәнең күҙе ҡыҙарып шешеп сыҡҡайны. Гөлйыһан, күҙ ауырыуын үҙе үткәргәс, уның биҙаһын белә. Ныҡ көйәләнде шуға ҡыҙының былайтып зәғифләнеүенә.

– Ах, шул малайҙың ҡулсырлығын! – тип Рөстәм улын битәрләне.

Фельдшер Сәмсинур, эш көнөн тамамлап, йортона ҡайтып киткәйне. Баланы был хәлдә ярҙамһыҙ ҡалдырып булмай – өйөнә барҙылар.

– Елһенеп аҙып китмәһен өсөн генә дарыу һалып бәйләйем. Тиҙ генә Баймаҡҡа күҙ балнисына алып барып еткерергә кәрәк... Хәҙер үк юлға сығығыҙ, әтеү күҙһеҙ ҡала бала. Ҡыҙ бит... Кейәүгә бара алмай ултырыр аҙаҡ, – тип ҡағыҙ яҙып бирҙе ул.

Көн кисләүгә тартҡайны, машиналар һирәк үтә шуға. Сабыр шул Зәлиәһе – биҙаланмай тыныс ҡына тора. Бәйләнгән күҙен баҫып ҡына ҡарай ҙа, көрһөнгәндәй итә.

– Күҙем һытылмағанмы, әсәй? – Нисәнсегә  һорай инде бахырҡай.

– Юҡ, ҡыҙым, шешкән генә. Ҙур врашҡа күрһәтергә кәрәк... Бер нәмә килә, бәлки, алыр, – Гөлйыһан өмөт менән саң өйөмө күтәреп яҡынлашҡан йәшел машинаға баҡты. – “ЗИЛ” шикелле. Уның эсе иркен ул...

Һаҡ ҡына ҡулын күтәрҙе. Белеп булмай, кемдең руль артында ултырыуын. Сараһыҙҙан, кәрәккәнгә сығып баҫҡан, былай булһа, кисләтеп юлға йыйыныр инеме ни ҡурҡмай. Туҡтаһа ғына ярар ине бала хаҡына, тип теләне үҙе  эстән, шиктәрен ҡыуып. Ике сәғәт торалар бит, быныһы ла алмаһа инде...

Туҡтаны машина. Малайлыҡтан саҡ үткән йәш кенә егет булып сыҡты изге шофер. Аптырарһың, ышанып, кем уны шул тиклем дәү техникаға ултыртҡандыр инде. Кисләтеп юлға сығарып ебәргәндәр бит әле өҫтәүенә. Аҡъярҙан Ишмырҙалағы Фрунзе исемендәге колхозға тоҡом тәкәләре тейәргә китеп бара булыр, әйтеүенә ҡарағанда. Ул тәкәләр  кемгә хәжәт икән шул тиклем ашығыс? Хәйер, Гөлйыһандың үҙ ҡайғыһы, үҙ хәсрәттәре башынан ашҡан. Хоҙай биргән икән, шөкөрана ҡылып ҡына тик ултыр, ҡосҡан балаңды наҙлап.

Ишмырҙаға килеп етеүгә тамам ҡараңғыланды, ә Баймаҡҡа тиклем тағы егерме саҡрымдай ара ята. Гөлйыһандың был ауылда туғаны ла, таныш-белеше лә юҡ, ҡалайтһын, бала менән оло юл буйында төшөп ҡалды. Дауаханаға барып етергә өмөтөн дә өҙмәгәйне.

Юл аръяғындағы ағаслыҡ шомло шаулап ҡуя. Текләберәк китеп ҡараһаң, унда ниндәйҙер шәүләләр улай-былай ҡуҙғала, ҡарасҡылар боҫоп ята һымаҡ. Гөлйыһандың йөрәген яңғыҙлыҡ, ғажизлыҡ тойғоһо телеп үтте. Төндә, юлда бала менән тора. Уның хәсрәттәрен белгән, тойған, уларҙы уртаҡлашҡан кеше юҡ. Аяҙ күктәге йондоҙҙар ғына, баҙыҡ яҡты нөктәләр булып, алыҫтан сәләмләй кеүек. Ҡайһылай күптәр бит әле! Ана, Етегән йондоҙлоғо ла, емелдәп, ергә баҡҡан.  

Гөлйыһан ни ҡылырға белмәй тапанды, икеләнеп, төрлөсә уйланды: “Төндә ул балнисты нисек табаһың. Барыу менән хәҙер враш та юҡ инде урынында”, – тип ниндәйҙер ҡарарға килергә кәрәклеген үҙ-үҙенә тәҡрир ҡылды. Төн ҡараңғыһы ҡуйыра барған һайын, Зәлиә әсәһенә нығыраҡ һыйынды.

– Әсә-ә-әй, ә беҙ ҡайҙа йоҡлайбыҙ?.. Киске сәйҙе лә эсмәнек, – тине ипләп кенә.

Ҡыҙының һүҙҙәре һиҫкәндереп ебәрҙе. Эйе, былайтып тороуҙың бер мәғәнәһе лә юҡ.

Нәҡ шул мәлдә, өмөт сатҡылары уятып, алыҫта ут көлтәһе күренде. Эргәләренән шәп үтеп киткән еңел машина ҡапыл яйланы ла тормоздарын сыйылдатып барып, арыраҡ туҡтаны.

– Девушка, айда к нам… – тип ҡысҡырҙы артҡы ишектән күренгән баш.  

Гөлйыһан машина яғына ынтылды. Тик һағайып аҙымын яйлатты. Ҡолағына машинанан хахылдашҡан тауыштар ишетелгәндәй булды.

– Ну, давай же быстрей, – тип ҡабаландырҙы баяғы тауыш.

– Әсәй, ҡурҡам, – тине Зәлиә.

Гөлйыһан туҡтаны. Машина тулы иҫерек ирҙәр бит, тигән уй башынан үтте. Ҡото осоп, Зәлиәне күтәреп алды ла шоссейка аҫтына эләгә-абына йүгереп төшөп китте.

– Ну вот, сорвалась рыбка, – тигән тауыш ишетелеп ҡалды артынан.

Күҙ йәштәренә сәсәп, баланы ҡурҡытып ҡуймайым, тип быуылып илаған ҡатын ауылдың осона тиклем йүгерҙе. Ут күренгән тәүге йорттоң ишеген шаҡыны.

Йәш ғаилә тора икән унда. Ауырыу бала менән шундай хәлгә тарыған юлаусыны ҡайнар сәй менән һыйланылар, йоҡлар урындары ла табылды. Талсыҡҡан Зәлиә шунда уҡ ойоп китте. Ә Гөлйыһан оҙаҡ болоҡһоп ятты. Үҙен, балаларын йәлләп күҙҙәре йәшләнде, “ЗИЛ” машинаһы шоферы, йорт хужалары тураһында уйлап, күңеле ирене, машиналағы теге кешеләр ҙә, бәлки, насар булмағандыр, тип уларҙы ла ярлыҡаны.

Иртә таң менән автобусҡа сыҡтылар. Дауаханала табип, Зәлиәнең күҙен ҡарағас, ҡурҡыныс бер ни ҙә юҡ, шулай ҙа ике аҙнаға һалып дауаларға кәрәк, тине. Яңғыҙы ҡалған бала әүрәп ятһын тип, магазинға сығып, ҙур ҡурсаҡ һатып алды әсә. Бер аҙна тотонорлоҡ алты һумын да йәлләп торманы. Алдаштырып, Зәлиәне палатала башҡа балалар менән ҡалдырҙы ла, Матрай аша йөрөгән берҙән-бер автобустан тороп ҡалыуҙан ҡурҡып, йәһәтләп вокзалға китте. Ике аҙна тигәндә Баймаҡҡа кире килде.

Дауахана алдында уйнаған балалар араһында Зәлиәне күрмәне. Ҡыҙ эстә лә булмай сыҡты.

– Хафаланмағыҙ, балалар ҡапҡанан сығып та киткеләй ул. Йылға буйын байҡағыҙ, шунда төшөргә ярата улар, – тине аҡ халатлы өлкән бер апай.

Дауаханаға терәлеп тигәндәй аҡҡан Таналыҡ йылғаһының һөҙәк яры аҫтында йырлаған бала тауышын ишетте Гөлйыһан.

– Аҡ пароход йөҙә һыуҙа-а-а,

Алып китте минең әсәйемде-е-е, атайымды ла-а-а...

Аҡ пароход йөҙә-ә-ә...

Зәлиә йырлай-йырлай ҡурсағын йылға һыуында ҡойондора ине.

Һағышланған балаһына оҙаҡ текләп торҙо Гөлйыһан.

 

17

 

Зәйтүнә менән ныҡ ҡатышып йәшәй Гөлйыһан. Баймаҡҡа күсеп китһәләр ҙә, ике туған һеңлеһе Матрайға йыш килеп йөрөй.

– Ҡарале, апай, мин шуны уйлап килдем әле. Рәсимең быйыл дүртте бөттө бит. Баймаҡ интернатына кәкрәс биштән алалар... Шул тиклем һәйбәт мәктәп. Дитдум түгел, ә интернат ул. Шунда эшкә  төштөм яңыраҡ, иҙән йыуам ... Ашау яҡшы, кейендерәләр баштан-аяҡ, йылы, таҙа түшәктә йоҡлайҙар, эй, күңелле итеп уйнайҙар урамда күмәкләп, шунда йәшәп уҡыһаң ине, тип минекеләрҙең күҙҙәре ҡыҙа. Унда бит бөтәһен дә түгел, мохтаждарҙың балаларын ғына алалар. Һинән дә мохтаж кем бар, ә? Хәҙер үк барып урын белешергә кәрәк, унда эләгергә теләүселәр күп ул... Шуны әйтәйем әле тип  йәһәтләп килдем, – тип хәбәр һалды ашъяулыҡ артында.

Балаларының ҡайһыныһындыр ситкә ебәреү уйы башына инеп тә сыҡмағас,  Гөлйыһан ҡапылғарай бер ни әйтә алмай ултырҙы.

– Әлләсе, үҙе риза булһа...

– Кит инде, бала нимә тиһен.. Уларҙы үҙ ыңғайына ҡуя башлаһаң, белмәйем... Етәүһе ете яҡтан өҙгөләйҙәр... Ай-һай, ҡасанға тиклем түҙемең етер икән?.. Еткән хәлдә лә, һинән ни ҡалыр? Үҙеңде уйла тәүҙә!..

– Илатып, баланы ситкә нисек ебәрмәк...

– Рәсим ҡайҙа әле? Үҙем һөйләшәм хәҙер. Ожмахтан баш тартһа, йүләр булыр...

Зәйтүнә малайға, ысынлап та, үтә матур, үтә мауыҡтырғыс, үтә татлы, үтә танһыҡ тормош хаҡында бәйән ҡылды.

– Бәхет һинең үҙеңә йылмая. Мәмдүҙә апайыңдың йәше үткән, ә Рөстәм үҫеп етмәгән. Һин тап-тамам дүртенсе класты бөтөп тораһың....  Унда... Баймаҡ интернат-мәктәбендә, беләһеңме, инде-е-е шәп... – Ҡоя белә шул Зәйтүнә һүҙҙән һәйкәл.

Имештер, интернатта балалар бер минутты ла бушҡа үткәрмәй: иртән тороп, көндө физзарядканан башлайҙар, теҙелеп баҫалар ҙа, команда аҫтында төрлө күнекмәләр эшләйҙәр, ә дәрестәр бөткәс, төшкө аштан һуң, кемеһе йүгерә, кемеһе футбол уйнай, ә ҡышҡыһын конкиҙа шыуалар, сәкән һуғалар, саңғыла йөрөйҙәр... Апаһының һөйләгәндәренән Рәсимгә иң оҡшағаны ошолар булды. Их, көслө булып ҙурайырға, спорт менән шөғөлләнергә ине, тип гел хыялланып йөрөй бит ул. Үҙ алдына бик үк килеп сыҡмай, ә тегендә вис бер тәртипкә һалынған, тей бит апаһы. Малайҙың күҙе ҡыҙҙы, тик кисерештәрен тышҡа сығарманы.

– Бараһыңмы интернатҡа? Әсәйеңә аҙыраҡ ярҙам булыр ине. Унда хөкүмәт ашата, кейендерә... Ыҙалайһығыҙ бит, ана, ҡайһылай, – тип тура һорау бирҙе Зәйтүнә апаһы, ярлы өй ҡаралтыларын күҙҙән кисереп сыҡҡас, малайҙың ас яңаҡтарына ымлап.

Уны ғына Рәсим аңлай, тик ҡалайтһын, бер ни ҡыла алмай, эстән генә һыҙа ун бер йәшлек ғәрсел малай. Әле, кеше рәтле булһын тип, атаһынан ҡалған һайғау ҡойма урынына, электән ятҡан гәрбил таҡтаны ҡатып йөрөй. Балтаһы тупаҫ, сүкешенең башы ысҡына ла китә, аҡса булмағас, иҫке кәкре ҡаҙауҙарҙы төҙәтеп ҡаға, улары ҡаты ҡайын ағасҡа инмәй ҡаҡшата – көсһөҙлөктән илар хәлгә етһә лә, күрерһегеҙ, барыбер эшләп бөтәм, тип ҡәһәтләнә. Тыҡрыҡ аша йәшәгән атаһы мәрхүмдең дуҫы Генка үткер балтаһын, йәпле сүкешен сығарып биргәс, ҡаҙау алырға әсәһе бер һум аҡса ла тоторғас, эше яйланды былай.   

Апаһының һорауына яуап ҡайтарманы Рәсим.

– Ҡуй, Зәйтүнә, баланың маҙаһына теймә. Хоҙай биргәненә шөкөр, йәшәрбеҙ әле үҙ ыңғайыбыҙға, – тип әсәһе аралап алды әрһеҙ туғанынан уны.

Кискеһен, һыйыр һауғанда, Рәсим әсәһенең янына килде.

– Зәйтүнә апай һөйләгән ысынмы икән, әсәй? – Тип һораны тартынып ҡына. 

– Уларҙың өйө интернатҡа яҡын ғына бит ул. Баймаҡҡа барғанда былай күрә йөрөйөм ундағы балаларҙы. Ысын шулай һәйбәт... Әллә бараһыңмы, улым? – Гөлйыһан, биҙрәһен ситкә ҡуйып, яҙылып баҫты.

Был ни булды, тигәндәй, һыйыр башын борҙо эҙелдәп, хужаһына аптыраулы ҡараш ташланы.

– Белмәйем, – тине лә ҡапыл кәртәнән сығып китте Рәсим.

Малай ныҡ икеләнә ине. Әгәр Баймаҡҡа барһа, тормошо бөтөнләй башҡаға төрләнәсәк – быны ул белә, тик нимәлер ҡурҡыта. Көнө буйы уйланып йөрөһә лә, бер ҡарарға килә алманы.

– Интернатта түләүе ҙурҙыр инде? 

– Ғаиләнең хәленә ҡарап ҡуялар хаҡты. Бөтөнләй бушлай уҡығандар ҙа бар...

– Ашатып, кейендереп... Бушлаймы?!..

– Һуң, хөкүмәт өсөн бер баланы аҫрау ҡыйындыр шул... Ана, армияла күпме ғәскәр, бер ҙә бөлгәндәй түгел бит дәүләт, – әсәһе Зәйтүнә апаһы менән төнгә ҡарай оҙаҡ һөйләшеп ултырҙы.

Иртәгеһенә ҡунаҡ юлға йыйынды, Рөстәм менән Зәлиәне лә Баймаҡҡа алып ҡайтырға булды ул.

– Ә һин, ҡустым,  уйла. Бигерәк тә әсәйеңде уйла. Ҙурайғанһың инде, ир булғанһың. Тик һуҙма, документтар юлларға ла ваҡыт кәрәк, – тине ул хушлашҡанда Рәсимгә.

Улының икеләнеүен, һүҙ башларға ҡыймай ыҙаланыуын күреп йөрөй Гөлйыһан. Һеңлеһе әйтмешләй, уны үҙ иркенә ҡуйып яңлышалыр, бараһың интернатҡа, исмаһам өҫтөң бөтөн, тамағың туҡ йөрөр, тип өҙә һуғырға ла ҡуйырға кәрәктер, бәлки.

Ҡойманың һуңғы таҡтаһын ҡатып, күләгәлә ял итеп ултырған Рәсимдең эргәһенә сүгәләне әсә.

– Ҡайһылай һәйбәт булды. Ишек алды хәҙер ышыҡ, баҫҡан һәр аҙымыңды урамдан ҡарап тормайҙар. Эшкә аштың шул, улым... Ҙурайҙың... Интернат, тип уйланма... Теләмәһәң, ней, бер кем дә һине ирекһеҙләмәй...

– Былай ҡыҙыҡтыра... Әллә барайыммы икән, әсәй?

– Үҙең ҡара, улым, мин көсләшмәйем.

– Барайым да ҡуяйым. Унда вис икенсе төрлө, тип һөйләй бит Зәйтүнә апай... Ҡыҙыҡ, рәхәт, тей ҙә баһа... Физзарядка яһайҙар... Аҡсабыҙ юҡ бит, бәлки, түләтмәҫтәр ҙә әле... – һүҙһеҙ ултыра биргәс шулай тине Рәсим.   

18

Фото: Бәйләнештә.

Дауамы бар. 

Автор:
Читайте нас