Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Әҙәбиәт һәм ижад
9 Май 2023, 05:35

Етеген йондоҙлоғо Повесть (7) Рәсүл БАЙГИЛДИН

Ай, Лариса Петровна, улай сер һатыу ярай торған эшме ни?.. Һин бит телеңде тыя белгәнгә генә был урында нисәмә йыл ҡуҡырайып ултыраһың . Никифоров йәлп итеп ҡатындың йөҙөнә ҡараны:

Етеген йондоҙлоғо    Повесть (7)    Рәсүл БАЙГИЛДИНЕтеген йондоҙлоғо    Повесть (7)    Рәсүл БАЙГИЛДИН
Етеген йондоҙлоғо Повесть (7) Рәсүл БАЙГИЛДИН

18

 

Ырҙын табағына ашлыҡ килә башланы. Уңыш быйыл мул булмаҡсы – бойҙай бер тигән тос, эре, орлоҡҡа тип тәү сиратта таҙартып келәткә индерелгәне, гәрәбәләй тубырлашып, күҙҙең яуын алып ята. 

Һыртҡы урамда оло юлға терәлеп торған ырҙын биләмәһендә быға тиклемге һиллектең эҙе лә юҡ хәҙер. Тейәлгән машиналар, саң борхотоп, бер-бер артлы килеп-китә, иген айыртҡыстар геүләй, кешеләр ҡайнаша, ара-тирә ҡысҡырып һөйләшкән, көлөшкән тауыштар ишетелеп ҡала. Сәсеү үткәс, йәй урталарынан алып, складтарҙы йыйыштырып, ағартып, ерҙе үләндән таҙартып, башҡа күҙгә салынмаған эштәр менән булашып, Гөлйыһан менән ике-өс ҡатын ғына йөрөгәйне. Әле өлкән синыф уҡыусылары, студенттар  килеп тулды. Урып-йыйыу ҡыҙған мәлдә клуб, ауыл советы хеҙмәткәрҙәре, уҡытыусылар ҙа төнгө сменаға сыға – нәҡ шул осорҙа ауыл халҡы берҙәй геү килеп күтәрелеп ҡала. Комбайнерҙарҙың, шоферҙарҙың ҡасан серем итеп алғанын да белмәҫһең, гел баҫыуҙа улар. Көндәр йонсоуға тартһа инде – бәлә. Күңелдәр төшә, эштең ҡыҙығы китә, ул биҙаға, йән көйөгөнә әүерелә, бригадир-управляющийҙар, кешеләр артынан сабып, уларҙы тыңлата алмай арманһыҙ була. 

Август аҙағында күк йөҙөн ҡурғаштай ауыр болот япты, көндәр һыуытып ебәрҙе. Ямғырға тиклем асыҡ һауала ятҡан игенде Сибай элеваторына оҙатырға, ауылдағы заготзерно складттарына индереп ҡалырға, яҫмаға һалынған ашлыҡты һуғып алырға тип зыу-ғәләмәт килде матрайҙар. Йыл да ураҡҡа хәрбиҙәр автоколоннаһын ебәрә торғайнылар, быйыл, нишләптер, һалдаттар урынына Краснодар крайынан “ЗИЛ”дарҙа ябай водителдәр килеп төштө. Совхоздың унлаған машинаһы бер ни ҡыйрата алмаҫ ине бындай хәлдә – краснодарҙар ҡотҡарҙы.

Ошондай ҡыҙыу мәлдә Гөлйыһан Баймаҡҡа йыйынды. Рәсимде интернатҡа алып барырға кәрәк ине уға.

Улы ризалығын биргәс, айыш-тойошон барып белеште. Интернат ишеген асып, ҡайҙа үтергә, кемдән һорашырға тип торғанында мәктәптең завучына юлыҡты. Таҡта иҙәндән бейек үксәләрҙә сыҡылдатып баҫып килгән торна аяҡлы, ҡаҡса йөҙлө, ҡарсығалай үткер ҡарашлы, муйылдай дөм ҡара сәстәрен артҡа төйнәгән бөхтә ҡатын: “Балағыҙҙы юллап йөрөйһөгөҙмө?” – Тип һораны. Ыңғай яуап ишеткәс, кабинетына саҡырҙы, ниәтенең сәбәптәрен төпсөрләп белеште. “Йылайыр Матрайынан беҙҙә уҡығандар булғаны юҡ әле. Унда бит урта мәктәп... Хәлегеҙ ауыр икән... Особый случай, тиергә мөмкин”, – тине лә Гөлйыһынды директорға индереп алып китте.

Завучтың исем-шәрифен хәтерләп өлгөрмәне ҡатын, ә директорҙыҡы шунда уҡ иҫенә һеңде лә ҡуйҙы – Юнир Саматович. Бигерәк бәҫле ир шул: бейек буйлы, киң яурынлы, сибәр йөҙлө, яғымлы тауышлы, ипле телле, бөхтә өҫ-башлы. Кабинетына ингәндә йәшел бәрхәт буҫтау тартылған ҙур өҫтәл артында яҙышып ултыра ине ул.

– Документтарығыҙ бармы? – Тип һораны, завуч Руфа Харрас ҡыҙы Бикберҙинаны тыңлағас.

– Белешергә тип кенә килгәйнем, – тине, ҡаушап, Гөлйыһан.

– Сложное семейное положение... Алырбыҙ, тик тиҙ арала документтар килтерегеҙ. Беҙгә нигеҙ кәрәк... Теләүселәр бик күп, исемлек тулған, тип әйтһәң дә була. Эйе, һеҙ – особый случай... Алырбыҙ, борсолмағыҙ, – өҫтөл артынан тороп, ишеккә тиклем оҙатып ҡуйҙы Гөлйыһанды директор.  Балаң яҡшы уҡыймы, тәртиплеме, тип һорап та торманы һөйләшкән саҡта.

Баймаҡ уртаһындағы ҙур һыу, уның ярынан ослайып күтәрелгән ҡап-ҡара бейек текә тау Рәсимдең һушын алды. Ҡара пирамида!.. Был ни ғиллә?.. “Машзаводтың шлагы ул”, – тип кенә ҡуйҙы Зәйтүнә апаһы иҫе китмәй.

– Ошо инде интернат, – тине әсәһе, Баймаҡ осонда йәшәгән Зәйтүнә туғандары картуфлығының ҡоймаһынан саҡ ҡыра арыраҡ аркалап эшләнгән тимер ҡапҡаға барып еткәс, башындағы яҙыуға ымлап.

Бер яҡҡа күтәрелә торған итеп ҡулайланған тимер ҡапҡа япмаһы янында кеше үтеү өсөн дүрт ҡанатлы өйөрлтмәк ултыртылған. Атлаған ыңғай әйләндереп үтәһең дә китәһең. Ике аяҡлы әҙәм өсөн килешле, ҡулай, ә дүрт тояҡлы малға – кәртә. “Хәтәр!” – Тине Рәсим, ҡыҙыҡ күреп, уны ике ҡат өйрөлтөп ҡарап. Оло юлдан айырылып, мәктәп ихатаһына инеп киткән шоссеның ике яғында ла күккә ауалап тополь ағастары, ара-тирә акация ҡыуаҡтары тығыҙ ҡойма булып теҙелгән.

Атлайҙар, ә мәктәп күренмәй. Юл уңға тартылды, һул яҡта ике ҡатлы йорт, уға ҡыялап, арыраҡ, түмәләстә, тәпәш аҡ бина күҙгә ташланды. Тағы аҙ ғына барғайнылар, һул яҡлап ағастар һирәгәйҙе, бәшмәккә оҡшатып эшләнгән өҫтәлле ял итеү урындарының  дүрт яҡлы эскәмйәләрендә малай-ҡыҙҙар күңелле ғәпләшеп ултыра. Берәү, икәү, өсәү...  Тағы ҡуйырып киткән тополдар артындағы ыҡсым таш ҡоролма ышығына дүртенсе бәшмәк һыйынған икән.

Тополдар аллеяһы өҙөлдө һәм Рәсим менән әсәһе алдында буҙ кибрестән һалынған өс ҡатлы дәү бина хасил булды. Эзбиз менән аҡланған ҡыйыҡһыҙ тәпәш өс ҡанаты килгән ыңғайға ҡарап тырпайып тора. Ялтырап баҡҡан ҙур тәҙрәләре, көләкәс күҙҙәр шикелле, ҡиәфәтенә йылылыҡ бөркмәһә, болотло йонсоу көндә мәктәптең төҫө бигерәк шомло ине.

Ҙур колонналар артындағы стенаға иҙәндән алып түбәгә тиклем майлы буяу менән төшөрөлгән космонавт, ғалим, табип, уҡытыусы һынына текләп торған Рәсимгә:        

– Һине ҡайһы класҡа яҙҙылар? – тип өндәште йәнәшәһендә торған малай.

– Белмәйем әле, – тине Рәсим.

– Галстуғың бармы?

– Эйе.

– Беҙ яңы интернаттың магазинынан һатып алдыҡ... Бер һум илле тин тора... Ҡиммәт икән... 

Әсәләре документ тултырырға инеп киткәйне төпкә, сыҡҡандарын көтөп тороуҙары. Үҙең менән пионер галстугы, теш таҙартҡыс, ручка алып килергә ҡушылғайны – интернатта танышҡан тәүге малай шуны белмәгән килеп сыға.

– Фамилияғыҙ нисек, малайҙар? – Оҙон буйлы, көмөрөрәк танаулы, киң яңаҡлы, бейек буйлы алсаҡ апай эргәләренә килде.

– Байдәүләтов...

– Байзигитов...

– Минекеләр бит һеҙ... Бишенсе “б” класында уҡыясаҡһығыҙ... Бер ҡайҙа ла китмәгеҙ, хәҙер мин һеҙҙе үҙебеҙҙең кабинетҡа алып барам, – тине лә төпкә үтте һәм әсәйҙәре менән кире килеп сыҡты. – Ата-әсәләр йыйылышы сәғәт өстә була. Икенсе ҡаттағы алтынсы кабинетҡа килерһегеҙ. Ә малайҙар хәҙер минеке...

– Беҙҙекеләрме, Рима Харрасовна? – түңәрәк йөҙлө, күҙлеге аша йылмайған ҙур күҙле, еҙ тимер саңындай сағыу тауышлы, ҡупшы һын-буйлы, ҡыйып ҡарағыһыҙ һылыу апай, биргән һорауына яуап та көтөп тормай, Рәсим менән Айсаны етәкләп алды. Болоҡһоп торған Рәсимдең  күңеле күтәрелеп китте, йомшаҡ устарҙан килгән йылынан иреп, рәхәт кисерҙе.

Малайҙарҙы яңы тормошҡа әйҙәп алып инеүселәр  5 “б” класы тәрбиәселәре Рима Харрас ҡыҙы Бикберҙина менән Йондоҙ Абуталип ҡыҙы Иҫәнова ине.

19

 

– Сашка, все, амба... Солженицына выгнали из страны, – институттан ҡайтып ингән Валентин асыу менән сумкаһын диванға ташланы.

– Туда ему и дорога, одним жидом меньше, – Александрҙың иҫе китмәне.

– Я же давал тебе самиздат «Архипелаг ГУЛАГ»а... Не читал, что ли?

– Продал я твой “Архипелаг”... Иностранцам... За хорошие деньги...

– Ну и жук же ты, братан... Я же должен его вернуть...

– А ты знаешь, Валя, в Таллине открыли варьете. Показывают программу "Путешествие старца Юлемисте во время отпуска"... Подкоплю деньжат, съезжу поглазеть...

Ҡыштың бер көнөндә Мәскәүҙең төньяғында, ВДНХ-нан алыҫ түгел ятҡан Касаткин урамындағы фатирҙарҙың береһендә, ағалы-ҡустылы Байдәүләтовтар араһында шундай һөйләшеү булып алды. Ә ике көндән үҙәк гәзиттәрҙә ТАСС белдереүе баҫылды: “Указом Президиума Верховного Совета СССР за систематическое соверщение действий, не совместимых с принадлежностью к гражданству СССР и наносящих ущерб Союзу Советских Социалистических Республик, лишен гражданства СССР и 13 февраля 1974 года выдворен за пределы Советского Союза Солженицын А.И.

Семья Солженицына сможет выехать к нему, как только сочтет необходимым”, – тиелгәйне унда.

– Ә... Ҡалай яйлы килеп сыҡты... Бик әҙәпле, иң мөһиме – корректно! “Кәрәк тапҡан осраҡта, ғаиләһе шунда уҡ уның янына сыға ала...” Рус теле бай, һығылмалы шул. Теләһә ниндәй ваҡиғаны ҡолаҡҡа ятышлы итеп яңғыратып була. Йә, кем әйтер инде, СССР-ҙа кеше хоҡуҡтары боҙола, тип?.. Ә бит, социалистик законға таянып, төрмәгә ултыртырға, һөргөнгә ебәрергә нигеҙ бар ине. Бикләмәнек, хоҡуғын сикләмәнек –  “ирекле” көнбайышта йәшәп ҡараһын, әйҙә. Күпкә барыр тиһеңме, тағы бер-ике тапҡыр әтәсләнеп ҡысҡырыныр ҙа, кикереге шиңер. Кемгә хәжәт ул унда? Хатта шәп булып, ебәрегеҙ, ҡабул итәм, тигән Брандтың башы ауыртһын хәҙер...  Шулай түгелме ни, Юра? – Брежневтың, сыйҡаны һытылып, һыҙланыуҙан арынған кешеләй, “Правда” гәзитендә баҫылған ТАСС белдереүен ирәбеләнеп уҡып ултырыуы.

– Шулайыраҡ, – тип кенә ҡуйҙы Андропов.

Үҙенең башынан ниндәйҙер эске бер йәлләү менән: “Генсек күҙгә күренеп насарлана. Бала кеүек, ҡайһылай бушҡа ҡыуанып ултыра... Диссиденттар булды һәм буласаҡ әле. Илдән дә бер Солженицын ҡыуылманы, унан алда Бродскийҙы олаҡтырҙыҡ... Ә ул шуны ҙур еңеүгә алып ултыра...” – Тигән уй үтте. “Эх, Леонид Ильич...”  – Тип, уйына ниндәйҙер тәрән мәғәнә һалып, белгертмәй генә уфтанып ҡуйҙы шунан.

Генераль секретарь менән уны дуҫтарса йылы мөнәсәбәт бәйләй. Ләкин ипле, үҙенең өлкән иптәшенән күпкә зиһенлерәк, белемлерәк  Юрий Владимирович бер ваҡытта ла билдәле бер сикте үтмәй. Леонид Ильич та быны таный һәм шуға ла Андроповтың ул яратҡан һунар мажараларында, күңелле табындарында, башҡа ял һәм күңел асыу ғәләмәттәрендә ҡатнашмауын кисерә.

Солженицындың яҙмышын Үҙәк Комитетта хәл иттеләр. Брежнев, Косыгин, Подгорный, Шелепин, Громыко, ҡулға алырға, тигән фекер әйтте. Ә Андропов баштан уҡ, совет власын яманлаған диссидентты сит илгә оҙатырға, киң билдәле тағы бер сәйәси тотҡон исемен байраҡ итеп күтәреп сығыу өсөн дошмандарға юл асмаҫҡа, тип ныҡышты. Тәүҙә Брежнев уның яғына ауышты, бүтәндәр, әҙәп һаҡлап, бер аҙ ҡарышҡан булдылар ҙа, буй бирҙеләр. Хәҙер килеп, тел төбөнә ҡарағанда, Леонид Ильич ошо уңышлы операцияны үҙ иҫәбенә яҙып та ҡуйған, ахыры.

– Юра, нимәгә саҡырҙым мин һине... Теге, ней... Никсондың хәле мөшкөл бит. Палаталары импичмент башланы, тигәнһең комитеттың аҙналыҡ докладында. Хәйер, бөтә донъя шаулай ул турала... Ричард менән ҡалай һәйбәт дуҫлашып алғайныҡ. Бик йәл... Беҙгә Америка  менән яҡшы мөнәсәбәтте һаҡлау үтә лә мөһим. Шуға үҙгәрештәргә алдан әҙерләнергә кәрәк, – генераль секретарь, етдиләнеп, дөйөм һүҙҙән эшкә күсте.

Дәүләт хәүефһеҙлеге комитеты 1972 йылда, Уотергейт шау-шыуы ҡупҡас та, материал тупларға кереште, хәлде төрлө яҡлап анализлай башланы. Был турала Андропов өндәшеп торманы.

– Мотлаҡ эшкә алырбыҙ был мөһим поручениены, Леонид Ильич, – тип, ҙур хужаның бойороғо ни тиклем ваҡытлы һәм урынлы булыуына баһым яһарға кәрәк тапты.

– Тағы ла, Юра... Ғәрәптәр артабан нефть стратегияһын нисек ҡороу тураһында үҙ-ара һөйләшеүҙәр алып бара бөгөнгө көндә. Унда беҙҙең рәсми вәкилдәр бар булыуын. Шулай ҙа разведка нимә ти был хаҡта?.. Ни әйтерһең?..

– Беҙҙә булған мәғлүмәткә ярашлы, нефткә хаҡтар күтәреләсәк. Америка менән Европа энергетик яҡтан хәүефһеҙлекте нығытыу маҡсатында ҙур запас тупламаҡсы. Тимәк, нефткә һорау арта, ә ул, һис шикһеҙ, хаҡтарҙы күтәреүгә килтерәсәк...

– Яҡшы, бик яҡшы... – йөҙөнә ҡәнәғәтлек билдәһе сыҡҡан Брежнев ирендәрен татлы шапылдатып ҡуйҙы.

“Ысынлап та бала кеүек”, – тигән уйҙа тағы тотто үҙен Андропов, генераль секретарҙың йөҙөнә текләп китеп. 

 

20

 

Сираттағы шишәмбе. Күмәк кешенең ипле һөйләшеүенән хасил геүләүҙе ҡыҫыҡ ишектән тыңлап ултырған  Йылайыр райкомының беренсе секретары Никифоровтың  күңеле урынында түгел. Бюроға саҡырылыу – ул Беренсенең алдына баҫыу, уның сираттағы һынауын тотоу, тигән һүҙ. Был хәлдә осраҡлыҡ булмай. Ни өсөн саҡырҙы һуң?.. 

Ике тәҙрә араһында урын алған зиннәтле ағастан ҡоршалған көҙгөләй ялтыр шыма тубалға бикләнгән туҫтаҡ ҙурлы сәғәттең оҙон теле туралап баҫыуға өлкә комитеты бюроһына йыйылған ғәм халыҡ шым ҡалды. Сәғәт иртәнге унды күрһәткәйне. Сәркәтип Лариса, урынынан тороп, кабинет ишеген еткерә ябып ҡуйҙы.

– Нимәгә саҡырҙы икән? – Тип һораны унан Никифоров.

– Ниндәй саҡырҙы?.. Бюро ултырышы ла баһа. Саҡырҙылар, тиң... Көн тәртибендә күрһәтелгән барыһы ла, Андрей Трофимович, – ҡатын район етәксеһенә аптырағандай ҡараш ташланы.

Хәйер, бындай хәлгә өйрәнеп бөткән инде Лариса Петровна. Шакировтың ҡабул итеү бүлмәһенә үҙ иркенән тыш ингән һәр кем шулай өндәшә, йә һүҙһеҙ ҡарашында шул һорауҙы уҡый был эштә теше ҡойолған сөркәтиб.

“Башҡорт АССР-ы Йылайыр районында туғыҙынсы биш йыллыҡ планы үтәлеше темпы һәм урында ауыл хужалығы производствоһын үҫтереү мәсьәләһе тураһында” тип ҡуйылғайны бюроға сығарылған мәсьәлә саҡырыу телеграммаһында. Был дөйөм һүҙҙәр артында нимәләр ятыуын Беренсе үҙе генә белә инде ул.

Никифоровтың  ярайһы тос күренгән ҡара-көрән портфелендә райондағы эштәр торошона ҡағылышлы бөтә күрһәткестәр тупланған отчет ята. Сығыш өсөн яҙылған айырым доклады ла бар.

Тау-урманлы районда кинәндереп иген үҫтереп тә, малсылыҡты алға ебәреп тә булмай. Хәйбулла далаһына терәлеп ятҡан “Башҡорт” совхозы, “Юлдыбай” совхозының Быҙаулыҡ йылғаһы башына һуҡҡан ерҙәре генә, йылына ҡарап, тос бирә. “Һүрәм”дә, ташҡа үлсәйем, ике центнер орлоҡ сәсеп, дүрт центнер уңыш алалар. Сәбәп итһәң, тырнаҡ аҫтынан кер эҙләһәң, ары йөрөргә лә түгел – тот та шуны битенә бәр, йығылғас инде, ергә һалып тапала ла урамға сығарып быраҡтыр. Ҡалай ҙа дөрөҫлөк улар яғында булыр. Хәйер, “Көньяҡ Урал” совхозы малсылыҡта матур күрһәткестәр менән ҡыуандыра. Былтыр Ауыл хужалығы министрлығының Ҡыҙыл Байрағы менән бүләкләнде. Бик булмаһа, шуны терәк итер, батып барыусы һаламға йәбешкән кеүек.

Уйҙарынан сыҙай алмай, Андрей Трофимович урынынан тороп китте, йөҙө бурҙаттай ҡыҙарынды. Әгәр хәл шулай торһа, уны яҡлап һүҙ әйтер кеше табылмаясаҡ бит. Икмәк үҫтермәгән райондың хужаһы ла шул сама – бәҫһеҙ. Йылайырҙа, үҙ өңөндә, барин булып йөрөһә, алдына бер кемде лә сығармаһа, бында, баш ҡалала, ул – меҫкен, яҡлауһыҙ ике аяҡлы, ике ҡуллы ҡәҙимге әҙәми зат. Иҙән һөртөп йөрөгән анау ҡатын ни ҙә, үҙе ни! Уйлай китһәң, яҙмышы тулыһынса Миҙхәт Закировичтың ҡулында – ярлыҡаһа ла, яҙалаһа ла, уның иркендә. Ул – хөкөмдар.

Ҡайҙа абынды һуң?.. Уйлап-уйлап ҡарай ҙа, сеймәлгән төйөндөң осон таба алмай.  

Ир, өҙгөләнеп, ары-бире йөрөп алды.

– Андрей Трофимович, нишләп улай хафаланаһығыҙ? Һуң, рядовой мәсьәлә бит...

– Әллә инде, әллә...

– Мин белер инем...

Ай, Лариса Петровна, улай сер һатыу ярай торған эшме ни?.. Һин бит телеңде тыя белгәнгә генә был урында нисәмә йыл ҡуҡырайып ултыраһың . Никифоров йәлп итеп ҡатындың йөҙөнә ҡараны:

– Ә?!.. Нимә тинегеҙ?..

Һорау яуапһыҙ һауала эленеп ҡалды. Лариса Петровна уны ишетмәмеш булды – ашығып алдындағы ҡағыҙҙарын аҡтарырға тотондо.

Никифоров бюронан күтәренке кәйеф менән сыҡты.

– Рәхмәт, Лариса Петровна, – тине сәркәтип өҫтәле эргәһенән үткәндә, ирәбеләнеп. – Халыҡтың йәшәйешен яҡшыртырға кәрәк!.. Кешеләрҙең тормош кимәле, социаль мәсьәлә!.. Партия шулай ҡуша, – тип өҫтәне хуш күңел менән, залда әйтелгән фекерҙән арына алмай.

Ысынлап та, юҡҡа хафаланған икән. Мәктәп директорына саҡыртылған эш боҙған малай шикелле бөтөрөнөп ташлауынан үҙе ояла хәҙер. Вазифала тәүге йыл түгел дә баһа улайтып ҡойолоп төшөргә. Нервылары ҡаҡшай, ахыры. Беренсе тураһында ла төрлө һүҙ йөрөй хәҙер, уғата уҫалланды, башҡаларҙы танымаҫ-күрмәҫ булды, тиҙәр. Бәлки, шуға ҡуҙғып киткәндер. Матрайҙа мәктәпте быйыл уҡ тапшырырға кәрәк, әгәр шуға өлгәшһә – тос показатель менән Беренсенең алдына шик-шөбһәһеҙ барып баҫыр тағы саҡыра ҡалһалар, йә үҙе районға килеп төшһә. Ә ауыл клубына быйыл аҡса бүлдертә алмаҫ инде, мәктәбеңә биргәс тә рәхмәт әйт, тиерҙәр хөкүмәттә. Бигерәк ҙурҙан башланылар шул, осо-ҡырыйына сығам тимә.  

Никифоров юл буйы шулай уйланып ҡайтты.

 

21

 

Баланы оянан айырыуы еңел түгел. Рәсимде Баймаҡ интернатына биргәс, Гөлйыһан, үҙенә урын тапмай, оҙаҡ ҡаңғырғайны. Бына хәҙер һигеҙҙе тамамлаған Фариза, Сибайға уҡырға барам, тип дәртләнеп йөрөй. Гел “5”кә өлгәшкәндәрҙе педучилищегә экзаменһыҙ алалар, килеп һөйләнеләр, ти.

Почтальон Зоя, ире үлгәндән бирле хөкүмәт түләгән пенсияны, уға ҡушып, балалар аҡсаһын да индергәс, өҫтәлдәге һумдарҙы улай-былай шылдырғылап, алда торған ҡыҙының тотоноуҙарына, Сибайҙа йәшәүенә күпме арттырып булыр икән, тип самаланы Гөлйыһан. Аҙыраҡ үҙенең эшләп алған аҡсаһы ла бар. Шулай ҙа наҡыҫ. Ҡалайтһын, тамаҡты тағы ла ҡыҫыуҙан башҡа әмәле юҡ. Балаларҙың ауыҙынан өҙөп, әле йомортҡаһын да, магазинға тапшырып, сәй-шәкәр ала. Икмәктән, аҡтан өҙмәһен инде Хоҙайым, тип теләй.

Тырыш, сәмсел уның баш балаһы. Биләүҙән үҙенә башҡа булды инде ул. Үҙе үткер, үҙе бер кемде лә алдына сығармай, бәләкәйҙәрҙе мәктәптә лә, урамда ла ҡурсалап алып йөрөй. Әминәнең ҡыҙы Әлмирә менән йән дуҫтар, уҙышып уҡыйҙар. Былтыр, ана, отличник, тип, Ырымбурға сәйәхәткә алып барҙы мәктәп, ер-һыу күреп, ҡыуанып ҡайтты. Бүләккә яулыҡ алған булған, таҡа-тоҡа аҡсаһынан арттырып.

Матрай аша Сибайға йөрөгән берҙән-бер автобусҡа былай көндәрҙә лә ултырыуы бер бәлә, ә балалар уҡыуға киткән осорҙа ул, лыҡа тулып, туҡтамай ҙа үтеп китә. Баймаҡтан каникулға ҡайтып-китеп йөрөгән Рәсим күрә инде ул михнәттәрҙе. Йәйге каникулға быйыл Юлдыбайҙан йәйәүләп ҡайтты.

Уҡыуына яңы төшкән Фаризаны бер нисек тә һуңлатырға ярамай. Ятаҡтан урын эләкмәй ҡуйһа, уҡыр уҡымай ҙа кешелә фатирҙа ятып – илап кире ҡайтып килер бахырҡайы.

Гөлйыһан, һыйырын һауғас, кисләтеп Фәйзулла ҡоҙаларына китте. Ҡустыһы Мәүлиттең ҡайнағаһы ул, мискәле машинаһы менән көн аша яғыулыҡ артынан Сибайға йөрөй. 

Борондан килгән күркәм ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ йолаһы, уйламаған кешеләр менән ҡапылдан туғанлаштырып, яҡындан ҡатышып йәшәүгә сәбәп итә. Ағай-энелек ҡандан килһә, бында барыһы ла икенсерәк: күберәк әшнәлеккә, ҙур дуҫлыҡҡа тартым. Туғаның, ысын дуҫың менән талашып та китһәң, ҡоҙа-ҡоҙағыйлыҡ үҙ-ара тәмһеҙләшеүҙе күтәрмәй, ара шунда уҡ һыуына, кире бер-береңә сит кеше була ла ҡуяһың. Шуға мөнәсәбәттәр, үтә нескә епкә теҙелеп, үҙенә күрә бер тәртиптән сыҡмай. Көнкүрештә ярҙамлашыу, өмәләр, һуғым мәлдәрендә мотлаҡ ҡатышыу, шаян һүҙ менән күңел күтәрмәкләү, уйынлы-ысынлы төрттөрөп, кинәйәле мәрәкәләү, өйгә ҡайғы ингәндә, уны күтәрешеү – ғөмүмән, донъялыҡты матурлар кеше ул ҡоҙа ла, ҡоҙағый ҙа.

– Маҡтап ҡына йөрөйһөң, ҡоҙаса. Әйҙә, түрҙән үт. Ҡоҙаң, ней, шулай һуң ҡайтҡас юлдан, сәйгә лә төнләп саҡ ултырабыҙ, – Мәрйәм ҡоҙағыйы шат йылмайып ҡаршыланы Гөлйыһанды.

Матрайға килен булып төшкәне бирле белә уны Гөлйыһан. Ошо ауыл ҡыҙы, Йәрмөхәмәтовтар тоҡомо, бейеменә сыбыҡ осо туғанлығы ла бар, төҫтәре лә оҡшап тора. Ҡоҙағыйы буйға ғына бейек. Ҡәйнеше Мәүлетдин менән почтала эшләне, хәҙер ҙә хеҙмәте шул тирәлә.

– Инде алыҫ йәшәйһегеҙ, саҡ килеп еттем. Ҡоҙа, мәйтәм, түрәләргә яҡын булайып, тип контор урамына һалғандыр инде өйҙө, – тип мәрәкәләп алды Гөлйыһан.

– Өҫтөнә баҫтың, ҡоҙаса, йоҡмаҫмы икән тигән булам шул, – аласыҡ урындығында ҡырын ятып сәй һемергән Фәйзулла, тороп ултырған ыңғай, шулай яуапланы.

Йомошо ҡоҙаһын уйға һалды.

– Ошо тирә вис сиратҡа баҫан бит әле, ҡоҙаса, – тине елкәһен тырнап. – Тә-әк, ни ҡылып ҡарарға икән. Йомошоңдо ҡоро итә алмайым... Иртәгәнән һуң Иҙрискә вәғәҙәләп ҡуйғайным... Малайы Өфөгә самолетҡа билет алған. Тә-әк... 

– Иртәгәнән һуң Сибайҙан почтаға машина килә. Һөйләшеп, Иҙрис малайын шуға ултыртып ебәрһәксе... – Мәрйәм иренә текләне.

– Самолетҡа һуңлатыр ул. Әләйһә былайтайыҡ... ГСМ еткереп булмай уборкаға, тип зыҡ ҡуба инжинер, мин иртәгә өҫтәмә рейс алайым. Бәләкәй ҡоҙаса бер көн алдан барһа, еще лучше лә баһа. Һуңлаңҡырап сығырбыҙ. Иртәнге туғыҙҙарҙа... Моғайын, йыйынып өлгөрөрһөгөҙ... – хәбәр ыңғайында шыуа килеп, урындыҡтың ситенә етеп, аяҡтарын һәлендереп ултырған Фәйзулла Гөлйыһанға һораулы ҡараны. 

– Эйе шул, ятағына иркенләп урынлашыр, – тип риза булды Гөлйыһан.  

Әсәһенең ҡайтыуын әхирәте менән урамда көтөп ултыра ине Фариза. Хәбәрҙе ишеткәс, Әлмирә өйҙәренә йүгерҙе. 

Төйнәрлек артыҡ әйберҙәре лә юҡ инде – берәр ҡат кейем генә. Ҡапыл тамаҡланырға тип, бешеренеү генә ваҡытты алды.

Сумаҙандарҙы бензовоз мискәһе ҡырындағы яҫы тимер тупһаға ултыртып бәйләнеләр.

– Нисауа, ҡоҙасалар, бирнәләрегеҙ төшөп ҡалмаҫ. Хафаланмағыҙ, – тип йылмайҙы Фәйзулла, әллә йорттан айырылғанғамы, әллә юлдан ҡурҡҡанғамы мөштәйеп торған ҡыҙҙарға ҡарап.

Училищегә еткереп ҡуйҙы буласаҡ уҡытыусыларҙы ир.

Ҡабаланыраҡ килде шул улар, ятаҡҡа иртәгә генә индерә башлайбыҙ, тип шаңҡыттылар. Сумаҙан күтәргән ҡыҙҙар, бер-береһенә текләшеп,  телһеҙ ҡалды. Барыр урындары юҡ ине уларҙың был ҡалала.

– Гәстиницә ҡыйбат буламы икән? – Фариза бышылдап ҡына Әлмирәгә өндәште, тапанып тор биргәс.

– Һорайыҡмы икән?

– Теге апай уҫал бит әле...

– Нишләп тораһығыҙ, балаҡайҙар? – Яулығын ауылса бәйләгән апай яғымлы ғына өндәште. – Бөгөн ҡағыҙ ҡарамайҙар шул. Тәүләп килеүегеҙҙер инде...

– Беҙ ней, теге... Апай, ә гәстиницала төн йоҡлап сығыу ҡыйбатмы икән? – Фариза ҡыуанып китте хәлдәренә ингән кеше табылғас.

– Әллә инде, ундай ерҙә йоҡлаған булмағас, әйтеүе ҡыйын... Арыуҙыр ул...

– Шулайҙыр шул... – ни хәл итәһең, тигән һымағыраҡ уфтанып ҡуйҙы ҡыҙҙарҙың кемеһелер.

– Эй-й, балаҡайҙар, барлы-юҡлы аҡсағыҙ менән гәстинисә тип тормаһағыҙ инде. Миндә ҡунып сығырһығыҙ. Бер төнгә иҙән дә ярап торор. Ошонда каридур йыуам, бүлмә бирҙеләр, шунда йәшәп ятыуым. Зөлфиә апайығыҙ булам... Хәҙер эшемде бөтәм дә, миңә барырбыҙ. Анауында эскәмйәлә ултырып тороғоҙ, – бер ҡулына тулы биҙрә, икенсеһенә йыуғыс алған ҡатын үҙ эшенә тотоноп китте.

Ауылдан үҙҙәре генә ғүмерҙәрендә тәүгә сығып киткән ҡыҙҙар бер туғандары, таныш-белештәре булмаған ят ерҙә ҡайҙа барырға, кемдән ярҙам һорарға белмәй аҙап, ҡурҡыуға ҡалғайны. Ярҙам уларға  ҡыҫынҡы бүлмәлә йәшәп ятҡан иҙән йыйыусы изге күңелле апайҙан килде. 

 

22

 

Автор:
Читайте нас