Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
10 Май 2023, 03:05

Етегән йондоҙлоғо Повесть (8) Рәсүл БАЙГИЛДИН

Класына барып етте лә, ишекте асҡыһы килмәй, туҡтап ҡалды Мәмдүҙә. Итек тотоп барып инеүен, класташтарының аптырашып текләүен, шунан һорай башлауҙарын, хәйер биргәндәр икән быға, тип ауыҙ йырыусы малайҙарҙың  да табыласағын уйлап, ишек тотҡаһына үрелеүҙән тыйылды. М

Етегән йондоҙлоғо Повесть (8) Рәсүл БАЙГИЛДИНЕтегән йондоҙлоғо Повесть (8) Рәсүл БАЙГИЛДИН
Етегән йондоҙлоғо Повесть (8) Рәсүл БАЙГИЛДИН

22

 

Ике балаһы ситкә уҡыуға киткәс, өй эсе бушап ҡалған һымаҡ. Хәҙер ишек алдында хужа булып ун бер йәшлек Рөстәм йөрөһә, йорт эштәре Мәмдүҙә иңенә ятты.  

Уларҙың холҡо икеһенә ике башҡа. Мәмдүҙә тыныс, ипле, шул уҡ ваҡытта үҙ һүҙле булһа, Рөстәм – урам яратҡан шаталаҡ  малай. Шуға ҡайһы саҡ малды ла Гөлйыһанға эш араһында үҙенә ҡарарға тура килә.

Быйыл ауылда яңы мәктәп асылды. Балалар, бүленеп, төшкә тиклем йә төштән һуң уҡымай шуға. Берәүҙәре китеп, икенселәре ҡайтҡан саҡта өй эсе йәмлерәк ине, хәҙер иһә иртән этешә-төртөшә кейенеүҙән, йыуыныуҙан, сәй эсеүҙән башлана көндәре. Ике бәләкәйҙе балалар баҡсаһына алып барырға ла кәрәк булғас, күмәкләшеп зыҡ ҡубалар.

– Әсә-ә-әй, минең гөлфөм ҡайҙа-а-а? – Илар хәлгә еткән Зәлиә улай-былай төрткөләнеп йөрөй.

– Ҡана, тәүҙә сәсеңде тарап үрәйем...

– Зарифа, ҡайҙа гөлфө? – Зәлиә һеңлеһенә һуғып алды. – Кисә һин кейеп ҡарап ултыра инең.

– Әсә-ә-әй, һуҡты, – Зарифа илап та ебәрҙе.

– Мәмдүҙә, ҡарап бирһәңсе...

– Үҙе тапһын, бәләкәс түгел хәҙер. Мин быларҙы алам да, йүгерәм. Һуңлатаһығыҙ, – Мәмдүҙә Илшаттың өҫтөнә кейҙерҙе лә, ишек төбөндә көтөп торған Зарифаны етәкләне.

– Мине кө-ө-т, – Зәлиә илай башланы.

– Илатма инде шул баланы, – Гөлйыһан Зәлиәнең сәсен үреп бөтөп, өҫтөн ҡараштырҙы.

Мәмдүҙә, өс туғанын эйәртеп, тупһа аша атланы. Ә Рөстәм, бер һыныҡ икмәкте кеҫәһенә тығып, әллә ҡасан өйҙән сығып олаҡҡайны.

Ишек ябылыу менән йорт, мәйет сыҡҡандай, шыҡһыҙ тынлыҡҡа сумды, ә балалар тауышы, ҡуҙғалып киткән машина геүләүен ара йотҡан кеүек, Гөлйыһандың ҡолағында әле лә зыңлап торһа ла, ҡапҡа артында юҡ булды. Төш еткәнен белдереп, ҡояш тәҙрә аша сағыу нурҙарын урындыҡҡа, иҙәнгә, хатта мейескә тиклем мул һирпкән мәлдә берәм-берәм ҡайтып инәсәк улар.

 Гөлйыһан үҙе ырҙынға ашыҡты. Унда, ураҡ бөтһә лә, элеваторға иген тейәйҙәр, складтҡа бер ыңғай индерәләр – эштең һүлпәнләнгәне юҡ шуға.

Класс етәксеһе Татьяна Михайловна, дәресте өҙөп, кабинетҡа килеп инде лә, кемделер эҙләп, шым булып ҡалған уҡыусыларҙы күҙҙән үткәрә, барлай башланы.

– Байдәүләтова, һине эҙләйем дә баһа. Боҫоп ултыраһың... Әйҙә, сығайыҡ әле...

Көтөлмәгән был хәлдән ҡыҙ аҙап ҡалды. Класс етәксеһе дәрес уртаһында былайтып юҡҡа саҡырып тормауы билдәле. Эш боҙған малайҙарҙы шулайтып директорға алып китәләр, ғәҙәттә.

– Йә инде, ҡуҙғала һал, – Татьяна Михайловна сабырһыҙланып алды. 

Мәмдүҙәне эйәртеп, мәктәп директорына инде. 

– Беҙҙең кластан иң мохтажы Байдәүләтова, Әкрәм Валиевич. Атаһыҙ үҫәләр, симйәлә ете бала, – тип ҡарашын директорҙан Мәмдүҙәгә күсерҙе. 

– Беләм, Татьяна Михайловна. Беҙҙә өсәүһе уҡый. Был юлы күберәк ҡыҙҙар кейеме алынған. Исемлеккә индерәйек Байдәүләтовнаны, – тине Әкрәм Вали улы.

Бер ни аңламаған Мәмдүҙәне класс етәксеһе кабинеттан сығыуға әйҙәне. Лаборант Әминә апай биләп торған бүлмәгә килделәр.

– Байдәүләтова, һиңә пәлтә кәрәкме, әллә йылы итекме? Нимәң нығыраҡ туҙған? – Татьяна Михайловна тәҫләп һалынған йылы өҫ кейеменә, теҙелеп иҙәндә торған итектәргә ымлап күрһәтте.  

Ҡапыл килеп тыуған был хәлдән, класс етәксеһенең улай-былай елтерәтеп алып йөрөүенән аҙап ҡалған ҡыҙ бер ни аңламаған төҫтә башын эйеп телһеҙ тора бирҙе.

– Пәлтәһе лә, итеге лә эт алғыһыҙ инде былай, – урам аша Гөлйыһанға күрше йәшәгән Әминә уның балаларының нимә кейеп йөрөгәнен, нимә ашағанын белеп тора шул.

– Ике әйбер ярамай...

– Әтеү, итек ал, Мәмдүҙә. Пәлтә иҫке булһа ла ел үткәрмәй, ә тишек итек менән йөрөүе ҡыйыныраҡ, – тине Әминә.

Мәмдүҙә, ризалығын белдереп, башын ҡаҡты.  

– Ведомосотҡа яҙып, ҡул ҡуяйым да, Әминә Насиповна, дәресем өҙөлдө әтеү. Размерын ҡарап бирегеҙ, – тип Татьяна Михайловна ҡабаланып китеп барҙы. 

Класына барып етте лә, ишекте асҡыһы килмәй, туҡтап ҡалды Мәмдүҙә. Итек тотоп барып инеүен, класташтарының аптырашып текләүен, шунан һорай башлауҙарын, хәйер биргәндәр икән быға, тип ауыҙ йырыусы малайҙарҙың  да табыласағын уйлап, ишек тотҡаһына үрелеүҙән тыйылды. Мыҫҡыл итергә теләүсенең Сафия, Илзидә, Әлфиә, Гөлсәсәк әхирәттәре һабағын тиҙ уҡытыр ҙа ул, тик барыбер әйбер күтәреп барып инергә оялды. Йөҙөнә сыҡҡан ҡыуанысын да йәшерә алмай ине ул. Әсәһе ҡалай шатланасаҡ  бит. Ошонда коридорға ғына ҡалдырып, сумкаһын инеп алып, ҡайтып китергә уйланы ла, итеген ҡыҙғанды – инеп сыҡҡан арала берәйһе тотоп китеп бармаҫ тимә. 

Икеләнеп торҙо ла, кире лаборант бүлмәһенә йүгерҙе.

– Әминә апай, итекте ошонда ҡуйып торайым әле. Сумкамды алам да, апайҙан һорап,  өйгә донам, – тине.  

 

23

 

1975 йыл ҡоро килде. Апрель айынан алып бер бөртөк ямғыр тамсыһы төшмәүен иҫәпкә алғанда, Көньяҡ Уралда һуңғы йылдарҙа күрелмәгән ҡаты ҡоролоҡ башланғайны. Матрай халҡының малы утлаған Олайыр йылғаһының үҙәне июнь айына ҡара ергә әйләнде. Һыйырҙарҙың ауыҙ-мороно ҡап-ҡара булып тупраҡҡа буялып ҡайтып инә, ҡарынына таш тулған һарыҡтар, көйшәй алмай, ятып үлә. Көскә ҡайырып алып ҡайтҡан ас мал, аҙбар башындағы серек һаламға ымһынып, кәртәне емерә яҙып үрһәләнә, теле менән бер-ике услам булһа ла ялмап алырға ныҡыша, аларған күҙҙәре башҡа бер ни күрмәй. 

– Мал үлеп бөтә инде. Баҫыуҙа бер ни юҡ бит, үҫмәне. Сабынлыҡтарҙағы үләнде, бесән, тиһәң, әү тиер. Көтөүҙе Урайғош буйына, Мөстәнғойоға ҡыуырға кәрәк...  – тип көн дә шаулашҡан халыҡтың был һүҙҙәре, ниһайәт, аныҡ фекер булып нығынды.

– Йәмәғәт, иртәгә көтөүҙе зыярат яғына ҡыуабыҙ, – тине  фронтовик Сәфәрғәле. – Малһыҙ тороп ҡалабыҙ шунһыҙ. Йәшәп ҡара унан аҡһыҙ, һуғымһыҙ... Силсәүиттә, ней, кеше ҡайғыһымы, ултыра шунда башынан себен осороп.

– Эйе, Сәфәрғәле ағай, дөрөҫ, – тип, геү килеп, хупланы уны халыҡ.

– Шулайтмаған да... Минең бесәнлегемде ни тип уйлайһығыҙ, – таяғын болғап, Мәймүнә әбей тауыш күтәрҙе.

– Сабырлыҡ бер ни юҡ унда... – күмәк кешегә уҫаллығы менән дә ҡаршы тора алманы әбей. “Күрәне һуң... Күрәне бар ҙа баһа”, – тип ҡысҡырыуын ишетеүсе булманы.

Бер кем менән дә ҡатышмаған, кейәүгә сыҡмай ултырып киткән ҡыҙы менән генә көн иткән, һыйырына, ураҡ менән урып, тоҡлап ташып бесән әҙерләгән, ярҙам итер кешеһе булмаған Мәймүнә әбей бындай ғәҙелһеҙлеккә түҙеп тора алмай ине. Кисләтеп ауыл советы рәйесенең өйөнә барҙы, илауҙы әллә ҡасан онотҡан күҙҙәренән йәш сығарып, иртәгә ҡылынасаҡ баш-баштаҡлыҡ тураһында бәйән ҡылды.

Малды халыҡ иртәгеһенә, ысынлап та, Быҙаулыҡ аша сығарманы, Урайғош шишмәһе аръяғында ятҡан тигеҙ урынға ҡыуҙы. Көтөүсе  Шәрифулла көн дә мал тупланған урында яңғыҙы тора бирҙе лә: “Әһә, потрава өсөн яуап бирәһем юҡ инде”, – тип, ҡаты һүгенеп, атын сыбырҡыланы ла, өйөнә ҡарай сапты. Ас малды ҡайырып ул былай ҙа йонсоғайны, айҙы тултырам да, көтөүҙе ташлайым, тип йөрөй ине.

Ирҙәр, малды көскә өйөрөп, үҙҙәре араһынан ике көтөүсе тәғәйенләп, Урайғошо үренә ҡуҙғалып китергә генә торғанда “Урал” мотоциклында ауыл хужаһы Айытҡолов килеп етте. Участка милиционеры Сатюков та уның менән ине.

– Тә-ә-әк, – тине ауыр кәүҙәһе менән матайын һеңдерә ултырған ир, урынынан саҡ ергә төшөп баҫҡас. – Потрава өсөн кем яуап бирер, ә? Николай, аристуй, давай, смутьянов...

– Кем бында смутйән әле... Халыҡты ас ҡалдырырға уйлайһыңмы? Совет власы шуның өсөнмө һиңә? – мал киткәнен көтөп торған ҡатын-ҡыҙҙар рәйестең үҙен битәрләргә тотондо.

– Егерменсе йылғы йотто күрҙем мин. Айытҡолов улым, халыҡҡа ҡаршы төшмә, – тине Ғәйзулла бабай, уйсан ҡарашын рәйескә төбәп.

Милиционер Сатюков бер Айытҡоловҡа, бер күмәк кешегә ҡараны. Органдарҙа байтаҡ хеҙмәт иткән капитан быға тиклем  эскеселәр, ғаилә ғауғасылары, урам хулигандары менән айҡашты, халыҡ бунтын баҫтырғаны булманы.

– Иптәш капитан, әйҙә инде, – тине йыуашлана төшкән рәйес.

– Был, ней, халыҡ та баһа... – тип яурынын йыйырҙы участковый.

– Булһасы...

– Һуң...

Көтөү ҡуҙғалып китте. Ә дәүләт хеҙмәтендә булған ике олпат ир  инде ни ҡылырға белмәй тора бирҙе.

Хәбәр совхоз хужаларына барып еткәйне. Бүлексә управляющийы Сөләймәнов килеп еткәндә, мал, шоссе юлын сығып, тапалмаған үләнгә талпан булып йәбешкәйне инде. Һыйыр теле ялмаған үләндең  һыршылдап өҙөлгәне, һәүкәштәрҙең ҡарһаланыуҙан уфылдап тын алған тауыштар ғына ишетелә ине.

– Дә-ә-ә, власть йомшаҡ хәҙер. Йыуашланды. Элек булһамы... Ярай, йөрөһөн мал шунда. Директорға хәлде аңлатырмын, барыбер списать итә торған баҫыуҙар, – тине управляющий, Урайғошо үҙәненә һуғып ятҡан иген баҫыуҙарының яҙмышын хәл итеп.

Көтөүлек мәсьәләһен шулай систеләр. Ә бесәнде ни эшләтергә? Был һорауға бер кем яуап бирә алмай ине. 

 

24

 

“Башҡорт” совхозы, иген баҫыуҙарын иҫәптән сығарып, урғысҡа эләккәнен сабып алды ла, башҡаһын бесән әҙерләү өсөн халыҡҡа бүлеп бирҙе. Гөлйыһанға өлөш ауылдан алты саҡрым алыҫлыҡта  ятҡан Ҡараһаҙ буйы тип аталған бәләкәй генә баҫыуҙан тейҙе. Ҡайнағаһы Ғизетдинға ла ерҙе шунан бүлделәр. Бында ҡасандыр ауыл булған, тиҙәр.

Совхоз осоронда сигенә еткереп тәләфләнгән Быҙаулыҡ, Олайыр йылғалары, уларҙы туйындырып торған шишмәләр буйҙары ни ғәжәп менәндер кес кенә ысын тәбиғәт утрауҙарын һаҡлағайны әле. Олайыр йылғаһына ҡойған инеш башында таш ярып сыҡҡан йөҙйәшәр дәү ҡарағас күккә ашҡан. Уның эргәһендә ҙур булмаған сауҡалыҡ, ә өҫкө тарбаҡ ботаҡтарында ҡарағош оя өсөн үҙенә тыныс урын тапҡайны. Ошо хозурлыҡтан бер тотам ғына ятҡан убалсыҡтар урауындағы ҙур булмаған уйпатлыҡты ла, унан файҙа күрә була, һөрөп сәсеп ҡуйғайны совхоз. Әйтерһең, ошо ус аяһындай ғына ерҙең уңышына мохтажлыҡ бар, әгәр ул булмаһа, дәүләт бураһы тулмай ҡала инде. 

Бөгөн дә бесәнгә, һөтөн айыртып, йорт эштәрен ослағас ҡуҙғалдылар. Өйҙә ике бәләкәй ҡыҙ менән Фариза ҡалды. Әсәһе ҡаршы булһа ла, мин дә барам, тип илаулаған дүрт йәшлек Илшатты ла етәкләп алды Рәсим. Тиҙ арыны бала. Ағай кеше уны, Быҙаулыҡ үрен күтәрелгәс тә, йөкмәп алды. Шуға яй атланылар, баҫыуға барып еткәнсе ике сәғәттәй ваҡыт үтеп китте.

Игендең һабағы бер ҡарышҡа ла етмәгәйне – салғыға ла эләкмәй. Хәйер, Гөлйыһандың йорт хужалығында салғының булғаны ла юҡ. Мәрхүм Ғәләүетдин, тракторҙа эшләп, кәкре таяҡ тотоп йөрөмәҫмен инде, тип кенә ебәрер ине һүҙ бесәнгә ҡағылһа. Совхоз сыҡҡаны бирле ерҙә эшләгән бүлексә кешеләренә бесәнде яҙып бирҙеләр, ә һаламға сикләү бөтөнләй булмай торғайны. Уңышлы йылда, тейәп түгел, кәбәне менән һөйрәтеп алып ҡайтып ҡуйырҙар ине уны.

Һарғайып, йәй уртаһына баш ҡоҫҡан буш башаҡлы сибек игенде тамыры менән йолҡалар. Саңға әйләнгән ерҙән ул, тамырына бер семтем дә тупраҡ эләкмәй, һурылып ҡына сыға. Көс һалырға бөтөнләй кәрәкмәй.

– Эләккән урынын сабып сыҡтым инде. Шуның менән тамам булыр. Әмир улым, берәй рәтен табып, Баймаҡтан һалам булһа ла алып килер, тим. Һеҙҙең кеүек тубыҡланып йөрөр быуын юҡ шул ҡарт кешелә, – тине Ғизетдин ҡайнағаһы  төшлөккә сәйгә туҡтағанда, ҡарағас тубырсығын усаҡҡа өҫтәп һалып.

– Бер-ике көн йолҡһаҡ, беҙҙеке лә бөтә инде. Бер айлыҡ та булмаҫ. Ырамай... Ҡышты нисек сығырбыҙ, аптырайым. Әмир ҡәйнеш Баймаҡта глаунай аграном булғас, ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ атаһын. Урман яғында аҙ-маҙ үлән бар. Мин дә атайыма, Хөрмәт ағайыма ҡарап торам инде, – тип йөпләне Гөлйыһан ҡайнағаһының һүҙен.

– Түбәндәрәк игене буйсан күренә. Төштән һуң шул тирәһен салғы менән сабып бирәйем, килен. Былайтып эҫелә балаларҙы ыҙалатҡансы...

– Әллә инде, үҙеңә ауыр булмаһа, ҡайнаға...

Шулай итеп, бесәнде тамамлап ҡайттылар. Кискеһен Гөлйыһан трактор һөйләшеп ҡуйҙы ла, иртәгеһен ире мәрхүмдең элекке дуҫы Ким менән Рәсим улы ике күбәләй йә һалам, йә бесән түгел нәмәне тейәп тә ҡайтты.

– Яңы һуйған ит алып килделәр. Трактаристар ябырылмаҫ борон яҡшыраҡ еренән алып ҡалығыҙ, – кладаущик Жәләй ҡарт төш етеп килгәндә ҡойма аша ырҙында эшләп йөрөгән ҡатындарға ҡысҡырҙы.

– Үҙең кеүек бер яшыҡ үгеҙҙе йыҡҡаннарҙыр инде. Әллә инде, бушлай бирһәң әгәр... – төртмә телле Мөғлифә семетеп алмай түҙә буламы.  

– Ҡара ер кимереп йөрөгән мал һимеҙ түгел инде. Шулай ҙа ит арыу ғына күренә... Өс һумдан...

– Ыста-а-а, башмаҡты 80 тиндән йыйып алдығыҙ, ә беҙгә өс һумдан кире һатаһығыҙ. Хәтәр алыш-биреш, әй...

– Һикһән тин живой вис бит. Баҙарҙан ал һуң әтеү итте. Унда биш һумдан, – Жәләй ҡарт асыуланған һымаҡ ҡул һелтәне лә, келәте яғына атланы.  

Ҡатын-ҡыҙҙар ҙа инәлтеп торманы, складҡа табан ыңғайланы.

Гөлйыһан башҡалар шикелле ҡулындағы көрәген торған еренә ташламаны, ышыҡ урынға йыйып ығышланды, өҫ-башын төҙәткеләп торҙо. Ит төҫөн күрмәгәндәренә, һурпа эсмәгәндәренә арыуыҡ булып китте шул. Ҡаҡланған ите йәй башына бөткәйне. Ҡана һуң, туҡмас бешереп ашатҡанда балаларына. Ике килолай алһа, алты һум булып китә. Бесән тип йөрөп, ике аҙна эшкә сыҡмағайны, дебитор ҡалыр шул.

– Гөлйыһан еңгә, ит алмайһыңмы ни? – артта барған Салиха боролоп ҡысҡырҙы.

– Ул тешен кәштәгә һалған. Хи-хи-хи, – апһыны өндәшмәй ҡалманы.

– Хәҙер, – тине лә Гөлйыһан әхирәттәре яғына атланы.

Аҡсаны тамаҡҡа бик тотмаҫҡа тырыша ул. Ҡорһаҡты икмәк менән дә алдаштырып була, Аллаға шөкөр, хөкүмәт унан өҙмәй. Ә бына өҫ-башыңды ҡарамай, урамға нисек сығаһың хәҙерге заманда? Ана бит, уҙышып, яңының өҫтөнә яңы кейем алмаштыра кеше. Уның да балалары үҫә, ҡупшыраҡ кейенгеләре килә.

Магазиндан сәй-шәкәр, он бөтөп киткәндә – икмәк, ярма, вермишель, шыйыҡ май, бик һирәкләп туң балыҡ, кәнфит-печенье ала. Ите, һөтө, йомортҡаһы үҙенеке. Уларын да, өйҙәгелерҙең ауҙынан өҙөп, аҡсаға әйләндергеләй – көн аша һөт тапшыра, йомортҡаны магазинда ризыҡҡа алыштыра. Быйылғы ҡоро  йәйҙә һыйыры биргән аҡ үҙҙәренә таҡай-тоҡай ғына, бер ни арттыра алмай.

“Бигерәк асығып киттек, алайым аҙыраҡ. Уҡыу башланыуға башмаҡ аҡсаһын бирер ул совхоз”, – тип уйланы Гөлйыһан. Ул да һуғымға тигән үгеҙен үлсәтеп тейәтеп ебәргәйне кисә. Ике йөҙ илле килограмм тартты. Ике йөҙ һум аҡсаһы сыға. Һыуытҡыс алһам, бәлки, тип йөрөй ине. “Ярай, тағы кредит юллармын”, – тигән булды ҡатын, үҙен йыуатып.

Һыуытҡыс хәҙер ауылда өй һайын тигәндәй бар. Гөлйыһан да алырға хыяллана, тик аҡсаһын арттыра алмай. Быйылғы эҫе йәйҙә ҡайһылай килешер ине ул. 

Йәй ямғыр яумаған кеүек, ҡыш та ҡарһыҙ башланды. Малын ныҡ ҡыҫҡартты Гөлйыһан. Атаһы Хисмәт, ҡышлатып бирәм тип, һарыҡтарын Юлдыбайға алып ҡайтып китте. Балаларыңды ас итәһеңме, тип быҙауҙы һуйҙы. Йәлләһә лә, риза булды. Бесәне лә бит бер һыйырға ғына саҡ.

Дауамы бар.

Фото: Бәйләнештә. 

 

 

Автор:
Читайте нас