Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
10 Май 2023, 16:05

ТОЛ ҠАТЫНДАР ҺӘМ АЯҠҺЫҘҘАР БЕЙЕҮЕ

Ах, күрмәһәм ине шул бейеүҙе, Ах, күрмәһәм ине яңынан!

ТОЛ ҠАТЫНДАР ҺӘМ АЯҠҺЫҘҘАР БЕЙЕҮЕТОЛ ҠАТЫНДАР ҺӘМ АЯҠҺЫҘҘАР БЕЙЕҮЕ
ТОЛ ҠАТЫНДАР ҺӘМ АЯҠҺЫҘҘАР БЕЙЕҮЕ

Күргәнем бар минең
Тол ҡатындар бейегәнен
45-тә – Еңеү көнөндә.
(О ул бейеү! Ул дауыллы бейеү
Күҙ алдымда минең бөгөн дә.)
Сәсрәп тора улар бейегәндә,
Күктә түгел, залда ут-йәшен.
Күңелдәре – ярты-йорто бәхет,
Етем яҙмыш өсөн тулышҡан,
Бейей улар арып йығылғансы,
Ләғнәт уҡып ҡанлы һуғышҡа.
Күргәнем бар минең
Аяҡһыҙҙар бейегәнен
45-тә – Еңеү көнөндә.
(О ул бейеү! Ул ажарлы бейеү
Күҙ алдымдан китмәй бөгөн дә.)
Матур баҫа белмәй улар, ләкин
Күр, уларҙа күпме ут яна!
Йөҙҙәрендә – шатлыҡ, күҙҙәрендә
Әле булһа нәфрәт һаҡлана.
Ышанмайым: өҙөлөп ҡалған аяҡ
Онотолалыр яйлап, тигәнгә.
Туҡ-туҡ – гүйә, шулай раҫлай улар
Еңә барыу көсөн тормоштоң.
Күргәнем бар... сығып киткәнем бар,
Ауыр һулап байрам залынан.
Ах, күрмәһәм ине шул бейеүҙе,
Ах, күрмәһәм ине яңынан!

Рафаэль САФИН.

Фото: kiziltan.ru

 

 

Автор:
Читайте нас