

25
– Дәүләт көслө хәҙер. Сәүит власы ныҡлап аяғына баҫты. Бер нәмә үҫмәһә лә, икмәктән яҙҙырмай... Һай, еҫе ҡандай! Телеңде йоторлоҡ... Егерменсе йылдағы йотта беҙ эт-бесәйҙе ашап бөттөк астан үлмәҫ өсөн. Балаларға күрергә яҙмаһын ундайҙы, берүк. Ас кешенән дә ҡурҡыныс йән эйәһе юҡ был ерҙә. Аллам һаҡлаһы... – ҡулындағы оликмәкте ҡәҙерләп сепрәк моҡсайына һалған ыңғай магазиндағы халыҡҡа төбәпме, әллә үҙ алдынамы хәбәр һатты Ғәйзулла бабай.
Оло кеше бар нәмәнән дә мәғәнә сығара шул.
– Ҡуйһаңсы, уныһын да күрҙек шул. Э-э-эй, ул заманды уйлаһаң, уйылып китерлек инде... Асыя һылыу, анау кәнсирҙәреңдән дә бер-икәүҙе бир әле. Улым һалам бәйләргә китә. Юлына һалырмын, – Сәбилә, икмәккә ҡушып, балыҡ консервалары ла алды.
Алыҫ юлға әҙерлек был ваҡытта бер Сәбиләнең йортонда ғына түгел, ә Матрай һәм “Башҡорт” совхозына ҡараған тирә яҡтағы тиҫтәләгән башҡа ауылдарҙа ла бара ине.
Өс көн элгәре совхозы директоры Ҡаҙнабаев райком бюроһынан хужаһынан туҡмалған эт шикелле бәҫһеҙләнеп ҡайтҡайны. “РСФСР Министрҙар Советының 17 сентябрҙә сыҡҡан 513-сө постановлениеһын беләһегеҙме? – тип екерҙе беренсе секретарь район хужалыҡтары етәкселәренә. – Белмәһәгеҙ, тыңлағыҙ: “В создавшейся обстановке для колхозов и совхозов, испытывающих недостаток кормов, особо важное значение имеет заготовка и перевозка соломы из Краснодарского края, Украинской ССР, Белорусской ССР, Молдавской ССР, Прибалтийских республик и Сибири. Однако установленное задание по ее заготовке и вывозке выполняется неудовлетворительно...
В ряде автономных республик и областей советские и сельскохозяйственные органы не принимают должных мер по обеспечению своевременной погрузки и разгрузки вагонов. На некоторых железнодорожных станциях Краснодарского края, Украинской ССР из-за плохой организации работ значительное количество поданных вагонов в течение суток остается непогруженным. Большие простои вагонов допускаются под выгрузкой. На станциях назначения ежедневно остается по 700-1000 неразгруженных вагонов. Систематически простаивают вагоны в Волгоградской, Саратовской, Пензенской, Курганской областях, Калмыцкой АССР и Башкирской АССР”... И в Башкирской АССР!.. Ояты ни тора, – ултырып сыҙамай, Никифоров, һуҡ бармағын түбәгә төртөп, өҫтәл артынан сығып уҡ китте.
Урынға нығынып ултырған, элек тә, хәҙер ҙә маҡталып эшләгән, дәүләт наградалары алып өйрәнгән, өҫтән булһынмы, аҫтанмы, тәнҡитте ҡабул итеүҙән инде уҙған Шакировтан кисә генә инәһенән алып һүгелгән партияның урындағы етәксеһе оторо ярһыны.
– “Башҡорт” совхозы... Орденоносец Әнис Йәүҙәтович, һин дә планды үтәмәйһең... Күпме һалам бәйләнең Украинала? Күпмеһе ҡайтып етте? Ә?.. Ығыш ҡуҙғалаһығыҙ... Өс көн ваҡыт – тағы бер бригада әҙерлә! Сираттағы состав менән китһендәр... Миҙхәт Зәкирович был эште үҙе контролгә алды. Постановление нимә ти һуң? “Направить в кратчайшие сроки на заготовку соломы необходимое количество людей и техники для полного завершения заготовки кормов до 1 ноября 1975 года и отгрузки их в соответствии с утвержденным графиком”. Бөгөн нисәһе? Бер айҙан саҡ ҡына күберәк ваҡыт бирә хөкүмәт. Кәрәк икән, үҙегеҙ барып ятығыҙ Украинаһына ла, Краснодарына ла, – тип туҙынды райком секретары.
– Тимер юлсыларҙа ла ғәйеп бар бит. Вагон биреп еткермәйҙәр, юлда тотҡарлайҙар... – тип тауыш бирҙе кемдер урындан.
– Ауыҙыңды йүнһеҙ һүҙ өсөн асма!.. Тимер юлдың бар линияларында ла мал аҙығы өсөн йәшел ут асылған. Сәбәп эҙләмәгеҙ. Партия заданиеһы нимә икәнен оноттоғоҙмо әллә? Ас-яланғас урман ҡырҡып, һыйырҙар менән ер һөрөп, еткерелгән планды үтәй торғайныҡ. Ә хәҙерсе... Ҡеүәтле техника, яғыулыҡ һыу булып аға, ашау – алдығыҙҙан ҡалғанса, ҡайырып аҡсаһын алаһығыҙ... Эшлә лә эшлә генә...
“Эшлә лә эшлә генә...” – тип мығырҙаны директор үҙ алдына. “Волга”һы сираттағы соҡорҙа елле генә сойорғотоп ебәргән ыңғай:
– ДРСУ... Петров, инәңде... Уның соҡор ямауға планы юҡ шул. Бүленгән аҡсаны тиненә тиклем тотоноп бөтһә, афарин... Ә беҙгә, давай, план... Игенен, итен, һөтөн... – тигән тирада менән бушлыҡты яңғыратты.
Ошо кәйеф менән совхоз белгестәре, бүлексәләр управляющийҙары алдына килеп баҫты Ҡаҙнабаев. Райондан ҡуҙғалыр алдынан секретарына, мин ҡайтыуға барыһын да йыйып ҡуй, тип шылтыратҡайны.
– Тыңлағыҙ һәм ҡолағығыҙға киртеп ҡуйығыҙ: Сибайға килгән вагодарҙың бер минут простойына ла юл ҡуймаҫҡа!.. Ә һеҙ, управляющийҙар, иртәгә үк унар кеше бирәһегеҙ. Тағы бер бригада ебәрәбеҙ һалам бәйләргә. Күндерегеҙ кешеләрҙе... Һалам-бесән, фураж вәғәҙә итегеҙ, утын ташып бирегеҙ... Юғары эш хаҡы, командировочный, бушлай ашатыу, яҡшы күрһәткес өсөн премия – барыһы ла совхоздан. Быны ла еткерегеҙ. Бер тюк һаламды, бер ус фуражды ситкә ебәрһәгеҙ, башығыҙҙы ашармын!.. Ҡарағыҙ уны... – ҡаты киҫәтте шулай аҙаҡтан.
26
Магазин кәштәһенә оҙаҡ өнһөҙ текләп торҙо ирҙәр. Һатыусы ла аҙап ҡалғайны, күрәһең. Төртһәң, ҡаны атылып сығырҙай алһыу тулы йөҙлө ҡатын: “Башҡорттар һаламға килә тиҙәр ине, ошолармы икән әллә? – тип үҙенә үҙенә һорау бирҙе, йөҙҙәренә Азия сырайы ятҡан һаҡал-мыйыҡлы ҡарасман ят был кешеләргә текләп китеп.
– Былар әллә башҡа илдә йәшәйе?.. Индий сәйе теҙелеп ултырасы...
– Шешәләренә ҡарале, саң баҫҡан!.. Араҡы эсмәйҙәрме әллә бында?..
– Анау йомро ҡыҙғылт һары йомғаҡ нимә ул? Лимон оҙонсараҡ була ла баһа... Төҫө лә...
– Әфлисун!?..
– Китсе... Юҡты... Ул Мәскәүҙә генә һатыла... Ағайым вднхыға барғанында алып ҡайтты...
Украинаның Полтава өлкәһенә ҡараған Кременчук районына килеп төштө “Башҡорт” совхозының һалам бәйләүселәре. Техникалары тейәлгән тауар составына тағылған теплушкаларҙа аҙна буйы сәфәр гиҙгән ирҙәр, йыуынып-ҡырыныуҙы онотҡайны. Техниканы платформаларҙан бушатҡас, төркөм-төркөм булып, тимер юлдың тауар станцияһы тирәһен ҡыҙырырға таралыштып бөттөләр. Уйҙарында берәй ярты алып, юл ғазаптарының осланыуын йыуыу ине.
– Аҡсаны Толяға бирәйек, ул һөйләшһен мәрйә менән, – тип араларындағы урыҫ егетен уратып алдылар һалам бәйләүселәр.
– Минең дә русса икмәк-тоҙлоҡ ҡына инде, – тине уныһы.
– Китсе, үҙеңдең ҡан-ҡәрҙәшеңдән тартынып тормаһаң инде...
– Телде боҙоп бөттөгөҙ бит инде үҙегеҙ, – тип ҡаршылашты Анатолий. Шунан, шыбырҙауға күсеп: – Хохлушка бит ул, урыҫ түгел. Ҡарағыҙ, ҡайһылай былай-алайы. Ҡосам, тиһәң, ҡолас еткеһеҙ, – тине.
Ҡалай ҙа араҡы һатып алдылар. Украина ерендә декабргә тиклем һуҙылған тормоштары шулай башланды.
Урындағы халыҡтың сәйгә ҡарағанда кеүәҫ, еләк-емеш компотына өҫтөнлөк биреүен, араҡы менән бысранып тормай, өйҙә ҡыуған үҙҙәренең горилкаһын эсеүен белделәр. Бер ил булһа ла, Советтар Союзының сикһеҙ киңлектәрендә тормоштоң, магазиндарҙағы муллыҡтың, көн итмештең айырылып тороуынан асыш яһанылар.
– Бында лучше йәшәйҙәр, – тип һығымталанылар, алған шешәләрен бушатып ҡуйғас.
Шунан, был нишләп улай әле ул, тигән һорауға яуап эҙләгәндәй, уйға батып, бер ауыҡ тын ултырҙылар.
Беҙҙә булһа, былтырҙан ҡалған һаламға ут төртөрҙәр, ялҡынланып яныуына кинәнеп ҡарап торорҙар ине. Бында һаҡсылдар икән – серегәнсә ул эҫкерттә ултыра бирә, имеш.
– Тю-тю-ю... Һала-а-ам... Кәнишнә, хохол һыҡмыр була инде ул, – ямғырҙан өҫтө ҡарайып бөткән эҫкерттәрҙе күргәс, ғәжәпләнеүҙән хатта һыҙғырып ебәрҙе Анатолий.
– Һыҡмыр түгел, ә һаҡсыл, – тип төҙәтте уны һалам бәйләүселәргә етәксе итеп ебәрелгән агроном Аллабирҙин.
Эҫкерт янына ҡуйылған преслау агрегатына һалам биреп тора Нуретдин. Әҙер тюктарҙы ҡабул итеүселәр, агрегатты көйләүсе һәм тракторсы менән улар – ун ике кеше. Шундай уҡ тағы ике төркөм арыраҡ торған һалам өйөмдәре эргәһендә мәж килә. “Беларус” тракторы көсө менән эшләгән агрегат, эҫкерттәге һаламды йота ла, шаҡмаҡ һандыҡ итеп төкөрөп сығара. Эш ырамлы бара.
– Нуретдин, әҙләп бир, тағы һыҡый, – тип ҡысҡыра агрегаттың көсәнә башлауын абайлаған Мөхтәр.
– Тимер боғаҙға ни булһын. Һин түгел ул майлы ҡалъяға ла ҡарлығып ултырырға, – Нуретдин һәнәген һелтәй бирә.
– Туҡтат!.. – был юлы Мөхтәр тракторсыға әмер бирә. Пресс, яман геүләп, тештәре менән шаҡылдай башлағайны.
– Әйттем мин һиңә!..
– Ярай, батырға ла ял кәрәк...
– Тегенең янына инде иҫәбең тайырға, агрегатты боҙоп...
– Ысынлап та, барып киләйем әле, – Нуретдин башын алйотҡа һалып, өҫтөн ҡағыштырҙы ла, алыҫ түгел күренеп ятҡан фермаға ыңғайланы.
Наташа менән танышлығы осраҡлы килеп сыҡты. Көн дә туҡланып йөрөгән совхоз ашханаһына, киң йылмайып, арбалы мотоциклда бер ҡатын килеп туҡтаны ла, фләгте өҫтөрәтеп һөйрәп төшөрә лә башланы. Ҡулын йыуып торған Нуретдин уға ярҙамға ашыҡты.
– Гарна хлопэц, мене допомогти пидвести сино увечери, – тип йылмайҙы һөт ташыусы егеткә.
– Пумыщ надо, да? – Нуретдин ҡатындың тел төбөнә төшөнһә лә, һүҙҙәрен аңлап етмәне.
– Да, да. Сено надо пидвести, – тип руссаға яҡыныраҡ әйтте үтенесен Наташа.
Иренән айырылған, алты йышлек ҡыҙы менән йәшәй икән ул. Эш эшләнде. Ҡаймаҡ менән бирелгән галушканы, вареникты, һимеҙ итле борщты кинәнеп ашаны, аралаштырып, горилканы төшөрҙө Нуретдин. Һил көҙгө кискә кинәнеп, тәмәке тартырға ултырҙы шунан тупһаға. Эргәһенә Наташа сүгәләне.
– Арыныңмы, хлопец, – тине ул.
– Бар аҙыраҡ, – тигән булды Нуретдин, тәмәке төтөнөн кинәнеп һурып.
Градуслы эсемлектән тәне яҙылып киткән, күңеле хушланған егет йән рәхәте сигә ине. Эргәһендәге һылыу уҡ булмаһа ла һөйкөмлө ҡатындан килгән йылылыҡ, татлы аңҡым, ҡайҙалыр әйҙәгән серле күҙҙәр былай ҙа иләмһерәп ултырған кешене тамам илертте. Ерҙә бәхет булһа, ул – ошолор, тип һығымталар ине Нуретдин, әгәр шул мәлдә уны зиһене ташлап китмәһә. Ир ғәменән бигерәк, күңел ашҡыныуы, эргәһендәге ҡатын менән тән һәм йән яҡынлығы аңын томаланы. Мөмкин булһа, ҡымшанмай ултырыр ҙа ултырыр ине ул. Мәңгелеккә, сикһеҙлеккә төбәлеп.
Донъялыҡтың төпһөҙ ләззәтен биргән затҡа табан башын борҙо Нуретдин. Ҡараштары осрашты. Наташаның күҙҙәрендә ул сикһеҙ һағыш, яңғыҙлыҡ, ялбарыу күрҙе.
Эйе, был төн уларға бирелгәйне... Улар өсөн ине.
27
Нуретдин Украинанан бер сумаҙан дефицит тейәп ҡайтты: аҫлы сәй сынаяҡтары, кәсәләр, сәскә төшөрөлгән йыуан ҡорһаҡлы сәйнүктәр, төрлө үлсәмдәге ситса күлдәктәр. Әсәһе Сәбилә ҡышларға
Ишбирҙегә ҡыҙы Зифаға киткәнлектән, ул еңгәһе Гөлйыһандарға төштө. Юлдан ял итәм дә, совхоз расчет бирһә, апайҙарға китәм, тине.
– Мин һиңә, еңгәй, тәсәй кеүектәрен алып ҡайттым, нишәп тағы ҡоршалғанды ҡуйғанһың? – урамдан һуҡмыш ҡайтҡан Нуретдин өҫтәлдәге зәғиф сынаяҡты иҙәнгә алып бәрҙе.
– Алйот!. Әрәм итте, – Гөлйыһан ҡәйнешенә сәпәп ебәрҙе.
– Ҡалай ҡулың ҡаты... Унда, еңгәй, бындағы һымаҡ ярлы түгелдәр. Тормоштары башҡараҡ. Лутше беҙҙәгенән. Ашау һәйбәт, әйбер күп... – ҡайтҡандан бирле ошо бер хәбәргә төшә лә китә ҡәйнеше.
– Әйләндерәһең дә шуны тылҡыйһың. Ҡалырға ине шунда. Унда бер ҡатын менән сыуалғанһың, тиҙәр, – Гөлйыһан токта бисәләрҙән ишеткәнен әйтте.
– Балаһы бар бит уның...
– Булһа ней...
– Әллә, ул тиклемен уйламаным, үҙе лә өндәшмәнесе...
– Мәшәү!..
Мәмдүҙә, табаны туң быймаларын шаҡылдатып, тулы һыу биҙрәләре аҫҡан көйәнтә аҫтында сайҡала биреп өйгә инде. Йөгөн иҙәнгә ҡуйҙы ла, тоноҡ күҙҙәре менән әсәһенә төбәлде. Ниҙер әйтергә уйланымы, ирендәре ҡыбырҙаны, тик өнө сыҡманы. Пальто төймәләрен ҡапшаған ҡыҙының бармаҡтары бөтөнләй хәлһеҙ икәнен абайлап өлгөрҙө Гөлйыһан.
Мәмдүҙәнең, сабып ауҙарған ағастай, ишек эргәһендә торған карауатҡа иҫһеҙ ҡолауы өйҙәгеләрҙең ҡотон алды.
– Мәмдүҙә!.. – Нуретдин барып етте иң беренсе булып эргәһенә.
– Ай, Аллам!.. – Гөлйыһан ҡурҡҡан аптыраулы ҡарашын бер үле кеүек ятҡан ҡыҙына, бер ҡәйнешенә йүгертте.
– Мин Сәмсинур апайға!.. – Нуретдин кәпәсен башына батыра кейҙе лә, фуфайкаһын ҡулына алып, өйҙән атылып сығып китте.
– Тере... Пульсы бар... Тиҙ генә Юлдыбайға балнисҡа алып барырға кәрәк, – фельдшер Сәмсинур өй эсен ҡаплап алған шомдо тарата бирҙе.
Ҡапыл транспорт табып буламы әле кәрәккәндә. Ял да бит өҫтәүенә. Мөхәмәтнәжип ағаларына фатирға төшкән сельпо шоферы Вәкилгә барҙы Нуретдин. Кисә генә бергә араҡы эскәйнеләр. Дуҫ тип тә әйтергә була уны шуға.
Кузовҡа матрас түшәнеләр. Ярҙамға килеп еткән Рәүф менән күтәреп сығарып һалдылар әҙер урынға Мәмдүҙәне, юрған яптылар өҫтөнә. Кабинаға Гөлйыһан менән Сәмсинур ултырҙы, кузовта Нуретдин менән Рәүф барҙы. Ә Мәмдүҙә хушһыҙ ята бирҙе.
Ни булған ҡыҙына? Исмәғил ҡоҙоғона һыуға киткән еренән шулайтып ҡайтты ла ҡуйҙы. Машина байтаҡ китә биргәс саҡ иҫен йыйған Гөлйыһан үҙенә ошо һорауҙы бирҙе. Сәмсинурға өндәшергә итте лә, тыйылды, йә бигерәк ҡурҡыныс һүҙ әйтеп ҡуйыр, тип шөбһәләнде.
Бигерәк ипле, тыныс холоҡло Мәмдүҙәһе. Ете баланың бит һәр ҡайһыһының үҙ холоҡ-фиғеле – бер атанан, тип тә әйтмәҫһең уларҙы. Уҡыуы ла, Фаризаныҡы кеүек гел бишле булмаһа ла, яҡшы. Уҡытыусылары маҡтай. Эсендәген аса һалып бармай, киреләнһә, еңермен тимә – уның шуныһын өнәмәй Гөлйыһан. Ҡайһы саҡ бит ҡыҙ менән әсәгә серләшеп тә алырға кәрәк – Мәмдүҙә үҙенең эске булмышына бер кемде лә яҡынлатмай. Рәсим менән нығыраҡ дуҫтар, үҙ-ара давайлашҡандарын бер ваҡытта ла күргәне юҡ. Күп бала араһында бит көн дә ниндәйҙер низағ сығып тора – талаш, сәкәләшеп алыу.
Ни булған Мәмдүҙәһенә? Уйҙары тарҡалыбыраҡ китә лә, тағы ошо һорауға барып төртөлә. Зәхмәт ҡағылғанмы, әллә берәйһе һуҡҡанмы?
Һыуға юл ҡыйлыҡ эргәһенән үтә. Тәҙрәһеҙ, башһыҙ емерек анау саман өйгә лә ен оялауы ихтимал. Шул тирәнән бисмилла әйтеп үтегеҙ, ти ҙә ул, бала һине тыңлай буламы.
Башында ҡыҙарып торған шешеге бар... Ҡолаһа, һуҡһалар биҙрәләрен мөлдөрәмә тулы килеш алып ҡайта алмаҫ ине балаҡайы...
– Гөлйыһан килен, килеп еттек, – Сәмсинур ҡайғылы ҡатынға ипле генә ҡағылды.
Юлдыбай дауаханаһының палаталары шығрым тулы ине. Мәмдүҙәне коридорға һалдылар. Шул мәл ул күҙҙәрен асты. Ҡулын ҡыбырҙатты. Иртән йоҡонан уяндым, тип уйланы әллә, ваҡытты белә була, ҡул сәғәтенә ҡараны. Ул стена сәғәте дәүмәлендәй булып күренде. Һандары – тауыҡ йомортҡаһы ҙурлығы, телдәре – аш ҡалағындай. Ғәжәпләнгән ҡыҙ тирә яғына күҙ йөрөттө. Үҙ өйҙәрендә ятмай ҙа баһа, эргәһендә әсәһе ултыра...
– Әсәй, мин бында нимә эшләп ятам ул? – тауышы саҡ сыҡты.
– Балам!.. Иҫенә килде!.. – ҡыҙының бышылдап өндәшеүенә һиҫкәнеп киткән Гөлйыһан, аяғүрә баҫты, тирә-яғына ҡарап алды, эйелеп, Мәмдүҙәне битенән һыйпаны.
Баш табип Салауат Зөлҡәрнәев үҙе килеп етте. Тик ҡыҙ кире иҫен юйғайны.
Мәмдүҙә бер аңына килеп, бер кире иҫһеҙләнеп өс көн ятты. Зөлҡәрнәев, әйләнгән һайын эргәһенә килеп: “Мине күрәһеңме?” – тип хәлен белеп торҙо. Ҡыҙы аяғына баҫҡансы, ун биш көн буйы, Гөлйыһан эргәһендә булды.
...Мәмдүҙә, Исмәғил ҡоҙоғонан һыу алды ла биҙрәләрен көйәнтәләп, ипләп кенә көймәнән сығыу яғына боролдо. Төшкәндә: “Бөгөн Исмәғил олатай боҙон сапмаған икән”, – тип һығымталағайны, шуға ҡайҙа баҫырға белмәй аптыраныбыраҡ торҙо. Бер ҡулы менән ҡоҙоҡ көймәһе яндауына тотондо ла, һаҡ ҡына өҫкә ҡалҡынды. “Тәүҙә биҙрәләрҙе берәмләп сығарып ҡуйырға кәрәк булған икән”, – тигән уй килде уға һуңлап. Һиҙгерлеген юғалтты буғай – боҙланып, көҙгөләй ялтыраған ҡарҙа ята ине иҫенә килгәндә. Зеңкеп ауыртҡан башын тотоп ҡараны, мүкәйләп барып, көскә аяғына баҫты, икеһе ике яҡта ятҡан биҙрәләрен алды, көйәнтәһен ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырҙы.
– Һыу түгелгәс, аяҡ аҫты тағы тайғаҡлана инде, – тип үҙ алдына һөйләнде лә кире ҡоҙоҡҡа ыңғайланы.
Тирә яғын көрт баҫҡанлыҡтан түбәндәрәк ҡалған ҡоҙоҡтан баяғы шикелле биҙрәләрен көйәнтәләп сыҡманы, ә боҙһоҙ ҡарға тиклем уларҙы берәмләп ташып ҡуйҙы. Ҡайтып еткәнсе: “Тайҙым да киттемсе... Һыуҙы сайпылтмаһам ярар ине”, – тип, ауыҙ эсенән һөйләнеп барҙы, баҫҡан һайын үҙенең күҙенә уттар күренде.
Бер тамсы һыуын исрафламай ҡайтып етте. Әсәһенә, Нуретдин ағаһына, туғандарына ҡарап: “Тулы биҙрә һыу алып ҡайттым. Таҙа ғына...” – тип әйткеһе килде, тик үҙендә бер өн сығарырлыҡ та көс тапмай иҫһеҙ ауҙы.
– Мейеһе ныҡ һелкенгән. Әл дә зарарланмаған, әтеү ғүмерлеккә ярты аҡыл булып ҡалыр ине, – тине баш табип ҡыҙҙы дауахананан сығарғанда.
28
– Еңгәй өйҙәме, ҡустым? – велосипедын ҡапҡа тышына һөйәгән ыңғай Рәсимгә өндәште Нуретдин ағаһы.
– Унда һинең ни эшең?.. – эскән кешене йәне һөймәй Рәсимдең.
Атаһының иҫерек ҡыран-ҡыйҡы килеүе, бауланып мәғәнәһеҙ һүҙҙәр һөйләп йөрөүе, әсәһенә тынғы бирмәй ғауғалауы бәләкәйҙән уның үҙәгенә үткәйне. Эштән тағы эсеп ҡайтмаһа ярай ине, тип кистәрҙе һағайып көтөр ине. Һуҡмыш Нуретдин ағаһы килһә, ҡапыл шул мәлдәр иҫенә төшә, оторо ҡарышлаша башлай шуға, өйгә индермәҫ өсөн юлына арҡыры төшә.
– Нимә, ағаңды эшкә һанамайһыңмы әллә?..
– Иҫереп йөрөмә бында...
– Башың йәш әле аҡыл өйрәтергә, – Нуретдин ҡапҡанан үтте.
Украинанан йөрөп ҡайтҡас, ул ҡыш буйы эшләмәне. Алған аҡсаһын тәләфләп бөттө лә, Ишбирҙегә юлланды, яҙ кире Матрайға ҡайтты. Төҙөлөштә, башҡа урындарҙа йөрөнө, тапҡанын тағы араҡыға сарыфланы. Бөгөн һуңғы эш урынында аванс биргәйнеләр, Мәхмүт дуҫы менән байрам итеүҙәре. Һәр ваҡыттағыса, етмәй ҡалды, ә магазинда киске етенән һуң араҡы һатмайҙар. “Еңгәмдең запасы бар ул гел. Ем, бесән-утын алһам, тип тота... Хәҙер сәпит менән елдереп барып киләм”, – тине лә, дуҫының ишек алдында торған велосипедҡа атланды.
– Давай сәпитен сәлдерәбеҙ, – ағаһы менән әрепләшкәндә эргәһендә Марат дуҫы ла бар ине.
– Нимә?.. – көтөлмәгән был тәҡдимдән Рәсим аптырап ҡалды.
– Урлайбыҙ... Ҡараңғы төшөп килә, бер кем дә күрмәй ул... Кәртә артынан йылға буйына донабыҙ...
– Нисек инде ағайымдың нәмәһен урлайым, ти...
– Уныҡы түгел дә инде... Иҫерек кеше ҡайҙа ҡалдырғанын да иҫләмәҫ әле...
– Юҡ, урламайым...
– Йомабай ағайымдыҡын мин сәлдерер инем...
Ике дуҫ оҙаҡ бәхәсләште. Маратҡа, ағаларынан үтеп, велосипед һирәк эләгә, ә Рәсимдең ул – хыялы ғына, бер ҡасан да үҙенеке булғаны юҡ. Ҡәртәсәһе, ошо балаға һарыҡ һатып булһа ла сәпит алып бирергә ине, тип һөйләнгән була ла, тик тауыҡтарҙан башҡа үҙенең бер малы юҡ шул.
Марат ныҡыш инде – Рәсимде уғрылыҡҡа күндерҙе барыбер. “Тәгәрмәстәрен ысҡындырып алабыҙ ҙа, ҡалғанын – ташлайбыҙ... Йәүҙәттең Рамил ағаһында рам бар. Ғәле ағайыдарҙың заборы аша төшөп, шуны урлап алабыҙ ҙа, буяп, был тәгәрмәстәрҙе ҡуйябыҙ. Бер кем дә танымай уны шунан, рәхәтләнеп сәпит йөрөрбөҙ икәүләп”, – тип булыр-булмаҫ ҡыҫыр хыялы менән ҡыҙыҡтырҙы.
Тәгәрмәстәрҙе Мараттарҙың өй ҡыйығы эсенә мендереп йәшерҙеләр ҙә, кәртә башындағы ҡыуышҡа инеп йоҡларға яттылар.
Баҡсаға төшөү, конькиларҙы быймаға нығытып бәйләү өсөн кешеләрҙең кер бауын ҡырҡып алыу, башҡа ваҡ боҙоҡлоҡтарҙы уғрылыҡ рәтенә индермәй улар. Башҡа малайҙар ҙа быны яҙыҡ һанамай. Зыян күреүсе лә ундай ғына юғалтыуҙы урамға, ғәм алдына, сығарып тормай, үҙ алдына ғына һуҡрана ла, онота. Ә велосипед – ҙур әйбер. Етмеш һум тора. Күптәрҙең бер айлыҡ эш хаҡына тиң.
Мәхмүт дуҫының туғандары Нуретдиндың алҡымынан алды юғалған велосипед өсөн. Ҙур ғауға ҡуптарҙы.
Көнө буйы ҡасып йөрөп, йоҡларға төнләп ҡайтты Рәсим. Тамағына ла ашамай, шыпырт ҡына урынына ятты. Өй эсе ҡараңғы ине. Эргәһенә әсәһе килеп ултырғас, ҡотолғоһоҙ һөйләшеү буласағын аңланы. Фашлағандар!..
– Һеҙ Марат менән велосипед тирәһендә уралғанһығыҙ. Кешеләр күргән... Алдығыҙмы?.. – әсәһе биргән тәүге һорау шул булды.
– Алманыҡ, – фашланһа ла, башҡалар алдында бур исемен күтәргеһе килмәй Рәсимдең. Тик инде ҡалайтырға? Инеп китергә ер тишеге лә юҡ бит. Кисәге хәлгә ныҡ үкенә лә ул, кире ҡайтарып булмай шул уны.
– Ҡайҙа иттегеҙ тәгәрмәстәрен?..
– Алманыҡ...
– Веләсәпит алып бирә алмайым шул... – Гөлйыһан илауҙан тыйыла алманы. – Табып бирмәһәң, милисийәгә яҙам, яңыһын алдыртам, тип екеренәләр... Нуретдин ағаң да шулар яғына ауҙы, үлтереп алып баралар...
Бур бит ул – ғәрлегенең сиге юҡ малайҙың. Марат ғәйепле бөтәһенә лә, ошолай оятҡа ҡалыуында ла!.. Башҡа уны күргеһе лә, һөйләшкеһе лә килмәй. Быулығып илап стенаға әйләнде. Баҫылғас, һаман эргәһендә ултырған әсәһенә боролдо. Танды ул уғрылығын, тәгәрмәстәрҙе ҡайҙа йәшергәндәрен әйтте. Ошо көндән Марат менән аралары һыуынды.
Дауамы бар.
Фото: Бәйләнештә.
29