

29
Радиотехника цехының өлкән мастеры Илһам Зыя улы Байдәүлтовты заводтың техсоветы кәңәшмәһенә саҡырҙылар. Конструкторҙар, инженерҙар менән ул эш өҫтөндә аралаша, ә өҫтәл артында йыйылған ҡорҙарында бик һирәк ҡатнаша. Шуға, саҡырыу алғас, был ни булыр икән, тип һағайып ҡалды.
“Сатурн” машиналар төҙөү заводының самолеттарға тәғәйен газ турбиналы двигателдәрҙе һынау һәм көйләү бүлегенә ҡараған цехта эшләй ул. Коммунистарҙың тәүге ойошма парткомы секретары ла. Йәғни ки абруйы буйтым ғына.
– Илһам Зиевич, һеҙгә Харьковҡа барып ҡайтырға кәрәк, – тине директор, галстук таҡан пинжәкле кешеләр араһында эш халаты менән айырылып торған Байдәүләтовҡа. – Малышев заводына, – тип аныҡлыҡ индерҙе шунан.
Мастерҙың аптыраулы ҡарашын тороп дауам итте:
– Эйе, унда самолеттар эшләмәйҙәр... Танк сығаралар. Харковчандар «Объект 219АС» изделиеһын һынауҙа ярҙам һорай беҙҙән. Газ турбиналы двигатель менән йөрөгән Т-80 танкыһы хәҙер конвейерға ҡуйылды, тәүге партияһы войскаға оҙатылды ла инде. Хатта Американың ундай машинаһы юҡ һәм хатта ҡасан булыры ла билдәһеҙ!.. Разведка шулай ти... Партия дәүләт оборонаһын нығытыуға ғәйәт ҙур иғтибар бирә. Яңы министр Устинов модернизация башламаҡсы... Конструктор фекере лә туҡтап тормай, әлбиттә... Тағы ла ҡеүәтлерәк танк өҫтөндә эш башланған. Яңы изделиегә ҡулайлаштырылған Ми-2 вертолеты двигателен ултырмаҡсылар танкистар... Утопия һымаҡ... Хәйер, совет ғалимдары һәм конструкторҙары... – директор оҙонға киткән хәбәрен әйтеп бөтә алманы, телефон шалтыраны.
Директор:
– Есть!.. Так точно!.. – тип кенә әйтеп торҙо сымдың теге осондағы әңгәмәсеһенә. – Мине главкҡа саҡыралар... Кәңәшмә тамам... Тейешле документтарҙы әҙерләгеҙ... Илһам Зиевич, иртәгә юлға һеҙгә...
Кәңәшмәнән һуң тәмәке тартыу бүлмәһенә ингәндәрҙән өсәү генә тороп ҡалды. Тағы берәр папирос ҡабыҙҙылар.
– Кисә генә Кубинканан ҡайттым... Фронтовиктар риза түгел, – күрше цехтан инженер Михайлов, бушлыҡҡа өндәшкән кеүек, хәбәр әйтеп һалды. – Беҙ ҙә һуғышты үткән кешеләр бит. Ғәҙҙел түгел был...
– Нимә тураһында һүҙ, Семеныч?
– Һуң, икенсегә герой... Тағы “Алтын йондоҙ” ҡаҙаны үҙенең түшенә... Советтар Союзы маршалы өсөн күпме һүҙ булғайны...
– Етмеш йәш бит генсекка, – Байдәүләтов әйтә ҡуйҙы быны, тәмәкеһен ҡаты итеп һурып.
– Әләйһә, миңә лә оҙаҡламай алтмыш...
– Ха-ха-ха... – был һүҙҙән ҡыҙыҡ тапҡан өсөнсө ир төтөнгә сәсәне. – Ҡыһым-ҡыһым... Хәйерсе, тын юлын быуҙы...
Йүткереп тамағын таҙартып алғас, анекдот башланы ул:
– Ике һуғыш ветераны талашып китә: Мин “Бәләкәй ерҙә” Ватан яҙмышын хәл иткәндә, һин Сталинградта боҫоп ятҡанһыңдыр әле... Ха-ха-ха... Нисек? – иптәштәренән баһалау көттө ул.
– Өҫтөнә баҫтың, – тине Михайлов ҡәнәғәт төҫтә.
Бер арауыҡ тынып торҙолар.
– Олоғайһа, кешегә бала холҡо керә, тиҙәр... Зыяны юҡ... Ултырһын, әйҙә, уйнап алтын йондоҙҙары менән. Һуғыш юҡ, ас түгелбеҙ... Разоружение бара... Ә башҡаһына түҙербеҙ... – Илһам Зыя улы үҙ фекерен әйтте.
– Колхозник!.. – өсөнсө ир үҙ алдына мығырҙаны ла, сығып китте.
Михайлов менән Байдәүләтов уны ишетмәнеләр ҙә шикелле.
Оҙаҡламай яңы йыл тыуа. 1977 йыл... Өмөт йөрөтә, йәшәтә шул кешене. Йылдар алышынғанда кесеһе лә, олоһо ла ниндәйҙер мөғжизә көтә. Атеистар дәүләтендә Аллаһы Тәғәлә ҡөҙрәтен бындай саҡта һанлаусы юҡ. Нисектер барыһы ла үҙенән үҙе килеп сығыр кеүек уларға. Бәлки, яҡшыһын да, яманын да Ҡыш Бабай тоғонда алып килер, тип уйлайҙарҙыр.
Харьков поезында Байдәүләтов та тормошо, киләсәге тураһында уйланып барҙы.
Иллеһе тулды уның ошо яҙҙа. Мәскәүҙә йәшәүенә лә утыҙ йыл инде. Һай, был ғүмерҙе... Аҡҡан һыуҙай!.. “Ҡартайыла... Тағы тыуған яҡҡа ҡайтып әйләнергә ине... Әсәй мәрхүмә ҡәберенә барырға... Ҡыяметдин ҡусты алдында ла бурыслымын. Туғанлыҡ бурысы бар бит. Ағай кеше лә баһа мин...” – ошо уй тынғы бирмәй иргә һуңғы осорҙа. Ана ҡайтам, бына юлға сығам, тип йөрөй торғас, алтынсы тиҫтәһен ваҡланы. Былайға китһә, аръяғында – пенсия, ҡартлыҡ... Ошонда, ете ят ерҙә, ятып ҡалырмы икән ни һөйәктәре...
Ошо уйҙарҙан бигрәк яманһыулай Илһам Зыя улы. Һүҙ юҡ, рәхәт йәшәй. Ризыҡҡа, кейемгә, тормошта кәрәкле бүтән әйбергә мохтаж түгел. Шуға ынтылманымы ни асығыуҙан башҡаны белмәгән ауыл малайы.
Эй-й, ҡуйһаңсы!
Әҙәм балаһының ауыртыуға сыҙамаған күңел тигән нәмәһе лә бар шул. Ас-яланғас саҡта ул ҡайҙалыр юғалып тора, ахыры, ә инде саҡ ҡына күҙҙәр асылһа, үҙенең барлығын белдерә башлай. Тыуған ерҙе, туғандарҙы һағыныу, ваҡыт үткән һайын тоноҡлана барған һымаҡ булһа ла, уйламағанда шундай итеп семетеп ала, – йөрәге өҙөлә яҙа. Ана шул мәлдә, бында мин нимә эшләп йөрөйөм ул, тигән аңһыҙ һорау бирә үҙенә Илһам Зыя улы. Хатта, яңы күҙе асылғандай, тирә-әйләнәһенә бер нәмәне лә танымай тексәйеп тора. Шунан кире ысынбарлыҡҡа ҡайта. Һы, бынағайыш, баш ҡалала, алтын көмбәҙҙәре, Кремль башнялары рубиндары күҙҙең яуын алып торған Мәскәүҙә тормош ҡорған, ике ул үҫтерә, дәүләт оборонаһын нығытыуға тос өлөш индергән заводта маҡталып эшләп йөрөй ҙә баһа.
Аңлаған кеше өсөн һәр ҡайһыһында ҡандай дәрәжә, дан!
Бер яҡтан уйлаһаң, хатта мәрйә бисәһе лә мәртәбәһен күккә сөйөп күтәрә. Евдокияһын ҡултыҡлап Матрайға ҡайтып төшһөн әле... Ха, кем була инде ул? Йәһәннәмдә ятҡан, уй түгел, хыял да етмәгән Калуга һынлы Калугала башҡорттоң барлығын-юҡлығын белмәй буй еткергән һары башлы, зәңгәр күҙле ҡыҙ, бер килеп, уның ҡосағына инһенсәле... Кем ине һуң Илһам? Йән аҫрайым тип серәшкән, урыҫса бер ауыҙ һүҙ белмәгән көйө ҙур донъяның ишеген асҡан һәм, күҙ ҡыҙҙыртҡыс ялҡындан ҡанаты өтөлгән күбәләктәй, ауыртыныу һәм кәмһенеү кисергән, ерен баҫҡан ҡәүем менән йөҙәр йыллап айҡашҡан ата-бабаһынан ҡанында ҡалған хәтерҙең бер ҡалҡып, бер буҫығып күңелен уйнатыуын ауыҙлыҡларға мәжбүр булған башҡорт балаһы ине ул. Хәҙер кем? Үткән шул тормошон онотҡан Мәскәү кешеһе, абруйлы мастер, парторг, заводтың беренсе шахматсыһы, ике ул атаһы, мәрйә ире... Эйе, тап шулай!
Евдокияһы ауыртҡан ере инде уның. Быны кемгә һөйләһен дә, кем менән баштан үткәндәре менән бүлешһен – яңғыҙы бит һигеҙ миллионлыҡ Мәскәүҙә. Берекмәнеләр бер йән булып ҡатыны менән. Бер фатирҙа йәшәйҙәр, түшәк бүлешәләр, бер табаҡтан ашайҙар, тик барыбер икеһе ике башҡа ғүмер кисерә...
30
Леонид Ильич йоҡоһонан ғәҙәтенсә иртәнге унда торҙо. Физзарядка эшләп, бассейнда йөҙөп сыҡҡас, сәй бүлмәһенә табан ыңғайланы. Кәүҙәһен тура тотоп, башын ҡайҡайта биреп, ныҡ баҫып атларға тырышты, тик ҡиәфәте биләгән дәрәжәһенә тап килергә тейешлеген тағы ҡапыл иҫенән сығарҙы һәм һаулығы бик самалы етмеш йәшлек бабай сүрәтенә ҡайтты. Ике-өс аҙым баҫҡас, сәбәпһеҙ ауыҙы шапылдауға һиҫкәнеп китте, эргәһендәге ярандары күрҙеме, юҡмы икән, тигәндәй, тирә яғына ҡаранып алды һәм киренән яурындарын кирҙе.
Виктория Петровнаның өҫтәле әҙер ине. Элегерәк булһамы, иртән тип тормай, табынды ҡатлы тауыҡ бәлеше, һарыҡ теленән холодец, ҡара ыуылдырыҡ төрөлгән ҡоймаҡ, ҡурылған сало өҫтөнә һытып бешерелгән йомортҡа биҙәр ине. Ризыҡтың төрлөһөн ярата ул. Бигерәк тә Виктория Петровна ҡулы тейгәндәрен. Ҡатыны аш-һыуға бигерәк оҫта шул – борщтың ғына ла, телеңде йоторлоҡ итеп, дүрт-биш төрлөһөн әҙерләй.
Әле өҫтәлдә ҡара бойҙай бутҡаһы, еңелсә һурпала бешерелгән картуф ашы ғына.
Бөгөн генераль секретарь иртәнге сәйҙе артыҡ һуҙмаҫҡа тырышты. Сөнки Кремлгә барырға, политбюро ултырышын үткәрергә кәрәк уға.
1976 йылдың 23 сентябрендә, алып ҡасып, тағы бер самолетты сит ил аэродромына төшөрҙө совет летчигы. Почта ташыған иҫке Ан-2 булыуын иҫәпкә алғанда, иғтибарға ла лайыҡ түгел һымаҡ ул хәл. Тик ун ете көн элек кенә өлкән лейтенант Беленконың СССР Ҡораллы көстәрендә иң камил һаналған МиГ-25 истребитель-перехватчик менән Японияға осоп сығыуын иҫәпкә алғанда, бындай хәл артабан да ҡабатланмаҫ тимә. Ошо көндәрҙә Сүриә Ғәрәп Республикаһында ике летчиктың МиГ-тарҙы Ираҡҡа ҡасырып сығарыуы был шикте бермә-бер көсәйтте генә .
Уларҙың сит илдәргә ҡасыуының сәбәбе ниҙә?
Леонид Ильич үҙе коммунизмға ышанмаһа ла, бөгөнгө совет кешеһе тормошоноң ҡырағай капитализм менән сағыштырғанда күпкә өҫтөнлөклө булыуына шикләнмәй. Беренсенән, ул ас-яланғас түгел. Икенсенән, киләсәккә ышанслы ҡарай, сөнки социалистик йәмғиәт алдан ҡоролған биш йыллыҡ планға таянып йәшәй, көрсөктөң нимә икәнен белмәй. Өсөнсөнән, уға шәхес булараҡ үҫеү өсөн киң мөмкинлектәр бирелгән: китаптар миллионлаған тираж менән баҫыла, кинофильмдар сығып тора, театрҙар эшләй, ижад өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған – повесть-романдар яҙ, һүрәт төшөр, музыка менән шөғөллән, башҡа төрлө үҙеңде ас. Мул ғына гонорар ҙа түләй бының өсөн дәүләт. Спорт... Совет атлеттары, ана, гел чемпион, олимпиадаларҙан һәр береһе икешәр-өсөшәр алтын, көмөш, бронза миҙалдары тағып ҡайта.
– Береһенә егерме туғыҙ, икенсеһенә утыҙ ике... Нимә етмәгән уларға, ә? – төрлө ризыҡ, шешәләр тығыҙ рәткә теҙелгән өҫтәлгә таянып тороп уҡ китте Брежнев. – Нимә етмәй кешегә?!.
Үткән ялда, Завидовола һунарҙан һуң ҡоролған табын артында, шулай көйәләнеп алғайны генсек.
Шунан ултыра бирҙе лә:
– Бөгөн дә йоҡо алмай ыҙалатты... Баш ауыртып тора, йөрәк һулҡылдай... Йәштәрҙе аңлап та етмәйем, һаулыҡ та юҡ инде... Иптәштәр, эштән китһәмсе әгәр... Ныҡ арыным... – тип әйтеп һалды уйсанланып.
Өҫтәл артындағы Андропов, Черненко, Громыко, Устинов, ҡорбашсыларына аптыраулы текләп китеп, һүҙһеҙ ҡалды. Йыл башында, XXV съезға генераль секретарь тураһында мәсьәләне сығарайыҡ, минең урынға иптәш Романов иң ҡулайлыһы булыр ине, тип һүҙ күтәргәйне тәүләп Леонид Ильич. Көтөлмәгәндә, уйламағанда әйтелде был хәбәре. Политбюрола хәҙер шундай һил мөхит – урын алған көстәр балансын ҡайһы яҡҡалыр ауыштырырҙай тырнаҡ осондай ғына ла сәбәп юҡ. Уйламағанда, мә һиңә – китәм... Маршал Гречконың ул емде ҡабыуы бит әле.
Романов, имеш... Улай ҙа булһын ти, тик нишләп эргәһендә йөрөгән, көндә аралашҡан соратниктарының береһе түгел? Ә әллә ҡайҙа, Ленинградта, ятҡан Романов...
Ярай әле апрелдә шапшаҡтай Гречко ҡапыл үлеп китте. Урынына килгән Устинов, Үҙәк Комитетта хәлде белә-күрә йөрөгәс, тиҙ генә Адроповтың арбаһына ултырҙы, стабильность яғында булыуын белгертте. Ә Суслов, Громыко, Черненко – юғары власть даирәһендәге тотороҡлоҡто алға һөрөп, үҙҙәре уның ни хәтлем мөһим икәнлеген башҡаларҙың ҡолағына төшөрөп йөрөгән иптәштәр.
Ҡыҙының туйын императорҙарса мул табын менән Таврический һарайында үткәргән, ҡунаҡтарын Эрмитаждан алынған батшалар һауыт-һабаһынан һыйлаған икән, тигән хәбәр төшөрҙө Григорий Васильевич Романовтың дәрәжәһен, артабанғы карьераһына юлды бикләп. “Был бит ялған хәбәр, политбюро уға асыҡлыҡ индерергә, коммунистарға дөрөҫлөктө еткерергә тейеш”, – тип дәғүә белдереп ҡараны ул. “Григорий Васильевич, юҡ-барға артыҡ иғтибар итмәйек”, – тине лә ҡуйҙы уға Үҙәк Комитеттың Дөйөм эштәр бүлеге мөдире Чирненко, бимазалаған бәйләнсек себенде ҡыуғандай. Әйтерһең дә, ул Рәсәйҙә йүкә телефоны, имеш-мимеш ниндәй көскә эйә булыуын белмәй.
Эйе, Леонид Ильич Андропов, Черненко, Громыко, Устиновтың һәр береһенән олораҡ. Тик күпкә түгел – йыллап ҡына. Һүҙ юҡ, ныҡ биреште генсек һуңғы ике-өс йылда. Күҙгә күренеп, ҡапыл ҡартайҙы ла ҡуйҙы. Хәйер, унан бер кем дә фиҙаҡәр хеҙмәт, йоҡоһоҙ төндәр, дәүләт яҙмышын хәл итерҙәй тарихи ҡарарҙар, көс етмәҫтәй ғәмәл талап итмәй. Бының өсөн коллектив аң – политбюро бар. Ун алты ағзаның ун өсө Мәскәүҙә йәшәй, күптәре Кремлдә кабинет биләй һәм, бер әйтеүҙән йыйылып, теләһә ниндәй мәсьәлә буйынса ҡарар сығара ала. Леонид Ильичка йә риза булырға, йә ҡаршы төшөргә генә ҡала. Дөйөм ҡарар булғас, ғәҙәттә, ул ҡаршы төшмәй, әҙерләнгән ҡағыҙға бер һүҙһеҙ имзаһын һала. Ауырып фәлән киткән осраҡта документҡа ҡултамғаһының Чирненко баҫҡан факсимилеһы ла ярап ҡуя.
– Леонид Ильич, һин бит Совет дәүләтенең, Коммунистар партияһының бөгөнгө йөҙө, символы... Юҡ, отставкаға китергә ярамай һиңә... Нисек инде һинһеҙ?... – Дөйөм фекерҙе был юлы ла Юрий Владимирович Андропов әйтте.
– Уныһы шулай инде ул, Юра... Минһеҙ булмай шул... – тип Брежнев ауыҙын шапылдатып ҡуйҙы.
Башҡаларға һабаҡ булһын өсөн, бер нәмәгә ҡарамай, ҡасҡалаҡ Валентин Зосимовты Ирандан ҡайтарырға, тигән ҡарар сығарҙы политбюро, көн тәртибенә индерелгән мәсьәләне ярты сәғәт эсендә ҡарап сығып. АҠШ-тың хәрби базалары урынлашҡан Япониянан МиГ-ты, унан да бигерәк һатлыҡ йән Беленконы таптырып алыу мөмкин түгеллеген аңлағанға күрә СССР-ҙың барлыҡ асыуы мосолман дәүләтенә төштө. Ҡорд партизандарына ярҙам, башҡа бәләләр менән янаны күршеһенә ядро ҡоралына эйә держава һәм маҡсатына иреште.
Политбюро ултырышының көн тәртибендә тағы бер пункт бар ине. Фекер алышыу өсөн ун минут ҡына сарыф ителгән мәсьәлә Татарстандағы Яр Саллы ҡалаһында ауыр йөк ташыу өсөн тәғәйенләнгән автомобилдәр төҙөү заводының тәүге сиратын сафҡа индереүгә ҡағылды. Һынау үткән яңы производство конвейерынан беренсе “КамАЗ” машинаһы 16 февралдә үк төшкәйне. Башҡортостанға ебәрелгән тәүге партия үҙен тулыһынса аҡланы, дәүләт комиссияһы заводты ҡабул итте, тип доклад тотто автомобиль сәнәғәте министры Виктор Николаевич Поляков. Политбюро уға оҙаҡҡа һуҙмай ҡабул итеү актын раҫларға ҡушты.
31
– Камаз тигән машина күрҙем!.. Загазирнаға Сибайҙан иген тейәргә килгән... Вот хә-ә-әтәр!.. Вот ҙу-у-р!.. – урамда айыу күргәндәй, күҙе янып ҡайтып инде Рөстәм.
Ҡыҙҙар был хәбәргә бик үк әһәмиәт бирмәне.
– Мин дә күрҙем кисә... Сәшәйкәнән анау яҡҡа үтеп китте, – тигән булды биш йәшлек Илшат ҡулын киң һелтәп.
– Алдашма, маңҡа, – ағаһы ҡырҡа киҫеп туҡтатты бәләкәсте.
– Һыйыр ҡайтмаған һаман... Арышҡа төшөп, әбйәшшик бикләп ҡуйһа белерһең әле. Урам буйлап эт һуғара ла йөрөйһөң... – Мәмдүҙә Рөстәмде шелтәләгәндәй итте.
Үҙе ҡулындағы гәзиттән ниҙер уҡый ине. “ТАСС хәбәр итә. ...Идара иткән Ан-2 самолеты менән Иран сиген үтеп, дәүләт енәйәте ҡылған Зосимов В. 1976 йылдың 28 октябрендә СССР-ға депортацияланды. Енәйәтсе социалистик закон ҡатылығы менән хөкүмгә тарттырыласаҡ...” – тигән юлдар буйлап күҙҙәрен йүгертте. “Сил илдә капиталистар иҙеүе аҫтында йәшәүе ҡыйын да баһа. Нишләп ҡасты икән?” – тип уйланы аптырап шунан.
Хәйер, ҡыҙҙа ул Зосимов ҡайғыһы юҡ, үҙенең хәленә кем керер бит. Сыуалышҡан уйҙарынан арыныр өсөн генә ҡулына гәзит алыуы.
“Әсәйгә әйтмәһәм, булмаҫ инде”, – ошо ҡарарға килгәндәй булды һәм артынса ауыр көрһөнөп ҡуйҙы үҙе. Бая тағы яраһын яңыртып бәйләгәйне лә, оҙаҡҡа бармай шул ул. Кисә дәрестә саҡ ултырып ҡайтты, эренле һүле ағып, форма күлдәгенә тиклем сыға ла ҡуя. Шуға урынынан тормаҫтан тик ултыра дәрестәр бөткәнсе – берәйһе күреп ҡалһа, әллә нимә уйлар, тип ҡурҡа.
Бәләһе йәйҙә башланды. Бер-ике тапҡыр һыуыҡ һыуға төшкәйне, элекке ауырыуы кире ҡайтты ла ҡуйҙы, ботоноң өҫ яғында ҙур шеш ҡалҡып сыҡты.
Әле атаһы иҫән ине. Яҙғыһын уҡыуға китеп барғанда итектәренә һыу алды. Түгеп кейҙе лә, алты дәрес буйы еүеш аяҡтарының сәңкеүенә сыҙап ултырҙы. Бигерәк сабыр, бигерәк ипле шул холҡо. Кискеһен, тәне ҡыҙып, ләз ауырып китте. Атаһы аяҡтарын одекалон менән ышҡып маташҡан булды. Шул ятыуҙан уҡыу бөткәнсе дауаханан сыҡманы.
Үҫкән ҡыҙ әсәһенә лә ауыртҡан ерен күрһәтергә тартынды. Тәүҙә дегәнәк япрағы бәйләп йөрөнө, шеше һытылғас, вазелин һөртөп ҡыялды. Үтер, төҙәлер тип өмөтләнде, баҫҡан һайын һыҙланыуын сырайына ла сығарманы. Түҙҙе. Төндәрен генә сараһыҙлыҡтан буҫлығып иланы.
Ҡылған әмәленең ярҙамы булмағас, тәне ауыртыныуына, күңеле әрнеүенә сыҙар көсө нескәрҙе, инде лә дауаханаға бармай түҙер хәлдә түгел ул. Тик тәүҙә әсәһенә әйтергә кәрәк.
– Ботом элекке кеүек ауырта башланы, әсәй, – тине Мәмдүҙә, бәләкәс туғандары, телевизорҙа барған фильмға әүрәп, шымып ҡалғас, һаман мейес тирәһендә булашҡан әсәһе янына килеп.
Гөлйыһан ҡапылдан өндәшмәне. Һауып индергән һөттән бәләкәс банкыға сәйлек һөҙөп алды ла, ҡалғанын биҙрәһе менән соланға, һалҡынға, ҡуйып инде. Ҡыҙы сығарырға торған биҙаны мөмкин тиклем кисектерергә уйланы, гүйә. Мәмдүҙә ун алты йәшлек еткән ҡыҙ инде, әсәһенә бәләһен һалмаһа ла булыр ине. Унан башҡа хәсрәте аҙмы ни уның?..
Тырышты ла ул Мәмдүҙә бер кемде лә бимазаламаҫҡа, тик ауырыуҙы еңә алманы, биреште.
– Нимә тинең ул? – мөштәйеп ҡалған ҡыҙына өндәште ҡатын.
– Ботом шеште, эрене аға, – Мәмдүҙә илар хәлгә етте.
– Ҡана, ҡарайыҡ...
Төпкө яҡтың ишеген ябып, ултырғыс терәттеләр. Карауатҡа ултырып, Мәмдүҙә итәген күтәрҙе лә яраһына бәйләгән бинтты тағатты.
– Уй-й-й, ҡыҙым, үләһең бит, – әсәнең, сәй кәсәһе ҙурлыҡ сей яраны күреп, ҡото алынды. – Нишләп әйтмәнең быға тиклем?
– Бөтөр тигәйнем, – быны ҡыҙ шыбырҙап ҡына әйтә алды.
Илап ебәрҙе. Уның сеңләүендә һуңғы өс айҙа кисергән, йөрәгенән үткәргән барлыҡ михнәттәре, һыҙланыуҙары, ҡурҡыуҙары, аҡланмаған өмөттәре ярылып ята ине. Әсә лә түҙмәне – балаһына ҡушылды. Өйҙөң яртыһын баҫҡан шомға төпкө яҡта ултырған Рөстәм, Зәлиә, Зарифа, Илшат һиҫкәнде булыр – терәтелгән ултырғысты таһырлатып этеп, ишекте астылар һәм илашҡан әсәләре менән апаларына текләп ҡатып ҡалдылар.
Рәсүл БЙГИЛДИН.
Дауамы бар.
Фото: Бәйләнештә.
32