Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Әҙәбиәт һәм ижад
13 Мая 2023, 04:00

Етегән йондоҙлоғо Повесть (11)

Класс етәксеһе Зөһрә Самат ҡыҙы лә тик ултырмаған икән, үҙҙе биш һум һалып, уҡыусыларының һәр кеменән, хәленә ҡарап, аҡсалата ярҙам йыйған.

Етегән йондоҙлоғо Повесть (11)Етегән йондоҙлоғо Повесть (11)
Етегән йондоҙлоғо Повесть (11)

32

 

Мәмдүҙә тәүҙә Матрай дауаханаһында ятты. Файҙаһы сыҡмағас, районға алып киттеләр. Ә унда хирург Галина Федоровна Өфөләге яман шеш ауырыуҙары үҙәгенә йүнәлтмә бирҙе.

Урал тауҙарын артылып, баш ҡалаға барып етеүҙәре был төбәк халҡы өсөн бер бәлә инде ул. Гөлйыһан быны күҙ алдына ла килтерә алмай. Ярай әле ялға Фариза ҡайтып төштө.

– Юнир ағай Өфөлә уҡый ҙа баһа институтта... Нисек йөрөй икән, барып Әминә апайҙарҙан белешәйек һуң, – тип аҡыл өйрәтте.

Автобустан автобусҡа күсеп ултырып, Мораҡ, Мәләүез, Стәлетамаҡ аша етеп була икән баш ҡалаға.  Күмертауға барып, поезд менән дә киткән кеше бар, тип һөйләгән әсәһенә Юнир. Сибайҙан Магнитҡа, унан Силәбегә барып, артабан Өфөгә юлланыу иң ҡулайлыһы ул, ашап-йоҡлап бараһың, вагонда иркенләп йөрөйһөң, вокзалдарҙа ла поезд көтөп ултырыуы ҡулай  тип, егет үҙе шул яҡтан йөрөүҙе ҡулай күрә икән.

 “Йылайырҙың тау-ташлы юлынан барып, Ете бөгөлөштән Аҡҡондоҙ ауылы тапҡырында тигеҙлеккә төшкәйнек, бына китте ыҙа. Юл ямғырҙан иҙелеп бөткән, ГАЗон бата ла ҡуя, егерме егет уны арттан да этәбеҙ, арҡан менән дә һөйрәйбеҙ, ауылдан ауылға бара килә Иҫәнғолда йоҡланыҡ та, тағы көнө буйы Мораҡҡа тиклем машина эттек, һөйрәнек. Мораҡтан шоссейка булғас, артабан еңел барҙыҡ. Күмертауҙан поезға ултырттылар”, – Мораҡ, тигәс, Мәүлетдин ҡәйнешенең 1957 йылдың көҙөндә нисек армияға китеүе тураһында һөйләгәне иҫенә төштө Гөлйыһандың.

Хәҙер бөтә ерҙә лә ҡырсын юл, әлбиттә, шулай ҙа ауырыу бала менән поезд ҡулай булыр, тигән фекергә килделәр самауыр артына сәйләргә ултырған ҡатындар.

Фариза, дүрт көнгә уҡыуҙан ебәреүҙе һорап, директорға ғариза яҙҙы.

– Өфө йөрөүҙәре кеҫәгә ныҡ һуға бит ул, ҡыҙым, – директор Хөснөтдин Хәйбулла улы Хәмитов, ҡулына алған ҡағыҙҙы әйләндергеләп ултырҙы. Шунан: – Тағы бер ғариза яҙ, Байдәүләтова. Профкомға, аҡсалата ярҙам һорап... Утыҙ һум, тип күрһәт, ҡул ҡуйырмын, – тине.

Һәр уҡыусыһын исемләп таныған етәксе, Байдәүләтова Фаризаның ғаилә хәле еңел булмағанын белә ине. Отличница бит ул, тәркәмдөң маҡталып эшләгән старостаһы ла. Яҡшы ҡыҙ. 

Класс етәксеһе Зөһрә Самат ҡыҙы лә тик ултырмаған икән, үҙҙе биш һум һалып, уҡыусыларының һәр кеменән, хәленә ҡарап, аҡсалата ярҙам йыйған. Ил төкөрһә, күл була – Фаризаны оҙон һәм мәшәҡәтле юлға буш ҡул менән сығарып ебәрмәнеләр Сибай педагогия училищеһынан шулай. Һоранманы, ул тиклемен өмөт итеү түгел, ундай уй башына ла инмәгәйне, шуға көтөлмәгән ярҙам уғата ҙур күренде ҡыҙға. Йөрәкһеүҙән рәхмәт һүҙен саҡ әйтә алды. 

Силәбегә нисектер еңел барып еткән кеүек булдылар. Сибайҙа иртә менән электричкаға ултырғайнылар, Магнитҡа килеп төшөүҙәренә бер сәғәт тә үтмәй, артабан китә торған поезға посадка иғлан иттеләр. Сибайҙа ла, Магнитта ла ығы-зығы булманы. Икеләнә башлаһалар, Фариза, “справка” тигән урынға барып, кнопкаға баҫып өндәшһә, шунда уҡ радио һымаҡ нәмә яуабын ҡайтара, күренмәгән ханымдың яғымлы тауышынан йөрәк үҙ урынына ултыра. 

Силәбелә иһә аҙап ҡалдылар: кеше ҡайнап тора, бер туҡтауһыҙ, шул поезд килә, быныһы китә, тип лауҡылдап тик тора радио был мөйәштән дә, теге мөйөштән дә. Улары ла бит әле, йә ул юлға, йә был юлға килә, төрлө ерҙән китә. “Уважаемые пассажиры! До отправления поезда №13 сообщением Челябинск – Москва остается 5 минут. Поезд отправляется со 2-го пути 5-ой платформы. Просьба пассажиров занять свои места...” “Пути”һы нимә лә, “платформа”һы нимә?  Инер-сығыр урынды ла ҡапылғарай аңғарып булмай. Баштары әйләнде. Мәмдүҙә ныҡ аҡһағас, шәпләп тегендә-бында китә һалырлыҡ хәлдәре лә самалы. Билеттары үтеп барған поезға, ун минут ҡына тора Силәбелә, тигәйне кассалағы ҡатын. Шуға, тороп ҡалмайыҡ, тип ныҡ ҡурҡтылар. Урындары ла бит әле төрлө вагонда. Алғанда артыҡ әһәмиәт бирмәгәйнеләр, был мәшһәрҙе күргәс, торараҡ киткән поезға бер урындан билет алмағанға үкенделәр.

– Уй, Аллам, Фариза, был ҡалайтабыҙ инде... Башым зыр кругом әйләнә... Бында ней ҡайҙа барырға ла белеп булмай ҙа баһа, – Гөлйыһан, ситтәрәк барырға тырышҡан Мәмдүҙәнән күҙ яҙлыҡтырмай, өлкән ҡыҙынан ҡалышмаҫҡа тырышты.

Фариза поездар теҙмәһе яҙылған ҙур таҡта эргәһенә алып килде әсәһе менән һеңлеһен.  129-сы һанлы Красноярск – Анапа поезының ҡасан, ҡайҙа килеүен ҡараны ла, ошонда ғына тороғоҙ, һорашып киләм, тип тағы әллә ҡайҙа китте. 

Ике сәғәт бар икән әле.

– Асығып та киттек бит, – тине Гөлйыһан.

Буфетты таптылар. Сәй, иҙелгән картуф менән арзанлы пирожкилар алдылар. Силәбе поезында ашағандан ҡалған ярты тауыҡты сығарҙы Гөлйыһан.

– Шул тауығын сығара ла ҡуясы, – тине Мәмдүҙә, эргәләге бейек өҫтәлдәр артында торған килеш ашаған кешеләргә, йәл итеп, ҡараш ташлап.

– Пирәшкигә генә тамаҡ туялыр шул, – тине ауылдарса ҡыланған әсәһенән оялған ҡыҙына Гөлйыһан. 

Урын табып ултырҙылар.

Фариза:

– Һеҙ ошонан бер ҡайҙа ла китмәгеҙ, мин өсөнсө платформаның икенсе юлы ҡайҙа икәнен ҡарап киләм, – тип ҡайнап торған кешеләр араһына инеп юғалды. 

Әйләнгән һайын сәғәткә баҡтылар, Фариза өс тапҡыр кнопкалы белешмә биргән аппарат янына барып әйләнде. Платформаға ярты сәғәт алдан сығып торҙолар.

Өфөлә Шәфиев урамындағы онкология үҙәген дә шулай белешә-белешә барып таптылар.

 

33

 

Гөлйыһандың бер ваҡытта ла бер ҡайҙан да телеграмма алып ултырғаны юҡ. Кисләтеп почтальон Мәрйәм ҡоҙасаһы ҡул аяһындай ғына ҡағыҙ тотоп килеп ингәнгә ныҡ аптыраны. Эше әллә ҡасан тамамланған кеше шуның өсөн ауылдың теге осонан туйтаңлап йөрөмәһә лә булыр ине, әйтерһең, ул – Алланың ҡашҡа тәкәһе, үҙе барып ала алмай инде.

– Шулай кәрәк... Телеграмма бит ул!.. – Тине уныһы бик мәғәнәле итеп ныҡ ғәжәпләнгән хужабикәгә.

“Срочно приезжайте в Уфу зпт онкоцентр тчк На 20 ноября назначена операция М. Байдавлетовой ткч Присутствие родителей обязательно ткч” тиелгәйне телеграммала.

– Нимә яҙылған ул? Төшөнөп етмәйемсе, – Гөлйыһан Мәрйәм ҡоҙасаһына аптыраулы ҡарашын төбәне.

– Өфөгә саҡыралар... Мәмдүҙәгә операция эшләйбеҙ, тигәндәр...

Гөлйыһан бер ҡулындағы ҡағыҙға ҡараны, бер ҡоҙасаһына текәлде. Шунан шымып ҡалған балаларына йүнәлтте күҙҙәрен. Ҡайтҡанына саҡ өс көн. Ыҙа менән йөрөп әйләнде Өфөнән. Инде тағы сығырғамы юлға?.. Ҡырҡабыҙ, тип өндәшмәнеләр, беҙгә килеп эләккәс, һауығыр, тинеләр ҙә баһа. Тынысланғайны шуға. 

– Әпирәсиә, тиһеңме?.. – тегендәге балаһының яҙмышы, бындағы бәләкәстәре һәм үҙенең хәле, көтмәгәндә иңенә төшкән яңы хәстәр  албырғатты уны, зиһенен тарҡатты, телен көрмәне.

Эңер ҡараңғылығы, көн оҙононда һыуынып өлгөргән һәм әле мейесе яғылмаған толҡаһыҙ өй эсе иҙән уртаһында тапанып торған ҡатындың үкһеҙ яңғыҙлығын, сараһыҙланыу сигенә етеүен тағы ла ҡабартыбыраҡ күрһәтте.

– Ҡоҙаса, ултырайыҡ әле... – Мәрйәм аптыранып торған Гөлйыһанды, еңенән тотоп, ишек төбөндәге карауатҡа әйҙәне. – Бармай булмай     инде, бала бит...

– Барам!.. Бармай һуң!..

– Тағы поезд менән йөрөһәң, барып өлгөрә алмаҫһың шул. Егермеһе бына ғына бит – бөгөнгөнө һанамаһаң, ике көндән. Беҙ Фәйзулла менән уйлаштыҡ та, былай фекергә килдек... Самолет менән осорға кәрәк. Ҡоҙаң үҙе Сибайға алып барып ултыртып ебәрер...

Ан-24, ҡырпаҡ ҡарҙы ойоҫҡотоп, ерҙән еңел генә күтәрелеп китте. Үҙе хәҙер ерҙә түгел, ә күктә икәнен Гөлйыһан ҡапылғарай аңғарманы ла – ынтылып түңәрәк тәҙрәнән тышҡа баҡҡайны, шырпы ҡабындай ғына булып күренгән ҡала йорттарынан хайран ҡалды. Аҡ ҡар ябыуында ҡара һыҙат булып күренгән юлдан йыбырҙап ҡына китеп барған машиналар ҡыҙыҡ тойолдо уға. Шул “шырпы ҡаптары” эсендә кешеләр сыуалыша, ҡуңғыҙ һымаҡ ҡыймылдаған машинаны кемдер йөрөтә лә баһа. Гөлйыһандың күктә осоп барғанын, уларға өҫтән бағыуын белмәй инде ул байғоштар. Әҙәм заты ҡайһылай меҫкен икән – ысынбарлыҡтан айырылған, юғарынан аҫҡа бағыу мөмкинлеге алған ҡатын ғәжәйеп иркенлек тойғоһо кисерҙе. Офоҡтарҙың киңәйеүе, тормош ваҡлыҡтарын онотоу, уларҙан өҫтөн булыу ҡайһылай рәхәт икән. Күҙҙәре йәшләнде.

– Апай, ҡурҡма. Самолетта осоуҙың бер ниндәй хәүефе юҡ ул, – тине эргәһендә ултырған ҡыҙ.

Гүзәл икән исеме. Сибай ҡыҙы. Студент. Һөйләшеп киттеләр. Кәрәк булғанда, өйгә тиҙ генә ошолай осоп ҡайтып киләм, тине ул юлдашына.

– Аһ-аһ, шул ике арала ҡайһылай көслө буран сыҡҡан. Бер нәмә күренмәйсе, – Гөлйыһан аптырап  иллюминаторға ымланы.

– Буран түгел ул. Болот эсенә индек бит, апай, – тип аңлатты Гүзәл, йылмайып. 

– Шундай бейеккә күтәрелдекме ни? – Гөлйыһан тағы ғәжәпләнде.

– Биш километрға менә ул...

– Ыста... Матрайҙан Сәлим ауылына тиклемме?.. Ҡалай ҡурҡыныс, – ниндәй юғарыла осоп барыуҙарын күҙ алдына килтергән ҡатынды, ысынлап та, ҡурҡыу алды, ергә төшкөһө, үҙ аяҡтары менән атлап киткеһе килде уның.

Бере беренә оҡшаған, ҡабатланып тик торған көндәрҙән хасил тормошона килеп ингән яңы күренештәрҙән, кисерештәрҙән күңеле яҙылып, йөҙө яҡтырып киткәйне шул. Тик оҙаҡҡа барманы хушланып ултырыуы. Берҙән, тиҙ айнып, тимергә генә ышанып, ҡанатһыҙ күккә күрәтелеүҙең хәүефен һәр күҙәнәге менән тойҙо, самолет боҙолоп ҡуйһасы, тип уйланы, икенсенән, операция көтөп ятҡан Мәмдүҙәһе, өйҙә үҙҙәре генә ҡалған бәләкәстәре иҫенә төштө. Ҡыш булһа бейеме Ишбирҙегә Зифа ҡыҙына китә лә бара шул. Балаларға күҙ-ҡолаҡ булып тор инде, тип ҡаршылағы килен тейеш Зөһрәгә әйтте, күп итеп икмәк һалды, ит бешереп һалҡынға ҡуйҙы. Өс көн ашауҙарына етер ҙә ул, оҙаҡлап китһә, ни эшләрҙәр? Мейесте ҡыҙыулай ябып, еҫ тейҙереп ҡуймаһалар ярар ҙа ул. Рөстәм иртә менән малды асып китә алырмы икән мәктәбенә? Йоҡоға бигерәк әүәҫ бала. Мәмдүҙәһе һыҙланып яңғыҙы нисек түҙәлер инде унда. Көтәлер бахырҡай... Хафалы уйҙарҙы ауыҙлыҡлап буламы ни ул – быуа йырылғандай, береһе икенсеһенә ялғанып, ағылдылар ҙа ағылдылар... 

Гүзәл менән 110-сы маршрут автобусына ултырҙылар. Ҡыҙ алдан төшөп ҡалды, Гөлйыһанға Шәфиев урамына тиклем нисә туҡталыш барырға икәнен әйтеп, юлды өйрәтте.

 

34

 

Ишекте белеп тартып барып инде Гөлйыһан. Икенсегә килеүе бит. Мартайҙа, Юлдыбайҙа, Йылайырҙа дауахананан аңҡыған еҫ Өфөлә лә шул уҡ инде ул. Лифтҡа ултырманы, йәйәү менде өсөнсө ҡатҡа.

– К кому, женщина? – бүлексәгә ингән урында өҫтәл артында ултырған аҡ халатлы ҡатын юлын быуҙы.

– Ҡыҙым... Душка сдес... Байдәүләтова, – тине Гөлйыһан.

– Значит, приехали... Хазер врачка әйтим, – руссанан  татарсағамы, сирмешсәгәме күсте туташ. – Кызым янына палатага үтемгез.

Мәмдүҙә һурылып киткәйне.

– Саҡырҙылар... Шуға кире килдем бына... – тип әсә карауатта ятҡан ҡыҙын ҡулынан тото. Күҙҙәрен һөрттө.

– Илама ла, – тине Мәмдүҙә асыуланғандай. Үҙе башын стенаға борҙо.

– Самолетта остом!.. – йылмайып өҫтәне быны Гөлйыһан. – Бая ғына ултырғайным, килеп тә еттем...

Күҙҙәренә эркелгән йәш аша аптыраулы ҡараш ташланы Мәмдүҙә әсәһенә:

– Ҡурҡманыңмы?

– Уның нимәһенән ҡурҡаһың?!.  

Кәйефтәре күтәрелеп киткән ҡыҙ менән әсә оҙаҡ һөйләшә алманы – Гөлйыһанды табипҡа саҡыртып алып киттеләр.

Кабинетта улар өсәү ине. Аҡ халат кейгәндәр, берәүһенең йәтеш кенә һаҡалы бар. Ауыл ҡиәфәтле ҡатын ингәнгә күрәлер инде, урталағы өҫтәл артында ултырғаны:

– Иртәгә ҡызга операция яһайбыз. Ҡатмарлы – тиреһен пересадка менән... Шуга хәле яҡшыргансы эргәһендә булырга кирәк. Ашатырға, эсерергә... – тине башҡортса, татарсаға тартым итеп.

Юлдыбай дауаханаһында ятҡанда Мәмдүҙәнең янында ун биш көн булғайны Гөлйыһан. Матрайға һә тигәнсе ҡайтып әйләнә ине. Өфө алыҫ, нисек ут йотоп ятмаҡ кәрәк бында.

– Минең ней, өйҙә дүрт балам яңғыҙҙары ҡалды. Өлкәненә ун өс йәш... Кесеһенә биш кенә... Атайҙары юҡ. Мәрхүм... Белмәйем инде... – тине Гөлйыһан хәлен аңлата була, тулҡынланыуҙан бармаҡтарын тартҡылап.

Былайтып алыҫ китеп йөрөгәне лә, баш ҡала кешеләре менән һөйләшкәне лә, бындай хәлдә булғаны ла юҡ шул. Ни ҡылырға, ни әйтергә лә белмәй. Тегендә дүрт бала, ә бында – берәү. Бармаҡтарҙың ҡайһыһын тешләһәң дә ауырта инде ул. Шулай ҙа берәүһенең һыҙлауына ҡалай ҙа түҙергә була, ә дүртәүһе бер юлы ҡанһыраһа, йәнең сыҡмаҫ тимә.

– Н-да, задача, однако... – әңгәмә алып барған табип иптәштәренә ҡараны. – Апай не может оставаться. Дома маленькие дети одни...

– Тогда, как обычно, пусть пишет заявление на согласие. Пациент несовершеннолетняя ведь, – тине һаҡалтай.

Иламаҫҡа тырышһа ла, тыйыла алманы Гөлйыһан хушлашҡанда. Иртәгә ҡыҙы бысаҡ аҫтына ята, ә ул эргәһендә була алмай, ташлап китә. Бахырҡайы яңғыҙы ҡала. Сит кешеләрҙән тартынып, заруратын әйтергә лә, кәрәген һорарға ла тыйылып ятыр инде үҙе тора алмағас. Холҡо бигерәк тыйнаҡ шул.

Ауыр йөрәк менән ҡайтты Гөлйыһан. Һуң, Миңзифа бикәсе шунда әллә ҡайһы заводта эшләп йөрөй ҙә баһа!.. Адресын алдыртып, һеңлең янына барып йөрө, тип уға хат яҙғас ҡына тынысланды. 

Наркоздан Мәмдүҙә кискеһен илап уянды. Эргәһендә ике кеше ултыра ине. Санитар булып эшләгән студенттар икән. Туғыҙ сәғәт аңһыҙ ятҡан.

Сығыр урыны булмаған урау ерҙә – лабирент буйлап йүгерҙе лә йүгерҙе. Ҡайҙалыр убылып төштө, тороп тағы китте. Хәле бөтөп, бынан сыға алмаҫмын инде, тип үрһәләнде, тағы алға уҡталды. Шунан сағыу уттар янған иркен тоннелгә барып сыҡты. Ул тура ине. Тик, ҡотолдом, тигәндә, ҡапыл аяғы аҫты убылды. Ҡурҡышынан ҡысҡырып иләп ебәрҙе һәм уянып китте. 

Эргәһендәге кешеләргә ниҙер әйтергә уйлағайны, теле аңҡауына йәбешеүен аңланы. Ауыҙының эсе ҡом тултырылғандай ҡытыршы, теле әйләнмәй. Күҙҙәрен йөрөтөп палатаны байҡаны, дауаханала ятыуын, операция эшләгәндәрен иҫенә төшөрҙө. Тимәк, ул  иҫән, был донъяла. Ошо уйҙан рәхәт булып китте ҡыҙға. Торараҡ ике урында ауыртыу тойҙо – яраһына ябыу өсөн тирене эсенән ҡырҡып алғайнылар.

Оҙаҡ төҙәлде Мәмдүҙә. Тире теккән урынға берекмәне, шуға яра бик яй уңалды. Бер ай урынынан тора алмай ятты. Аҙна һайын Миңзифа апаһының килеп йөрөүе ауыр көндәренең яҡты нуры ине. Аяҡҡа баҫҡас, тәҙрәнән ҡала урамын, улай-былай үткән кешеләрҙе ҡарап тороп көндәрен үткәрҙе.

Яңы 1977 йылды Өфөнөң яман шеш ауырыуҙары үҙәгендә ҡаршылап, тик февраль башында ғына ауылға  ҡайтты Әсәһе килеп алды уны. “Гөлйыһанға хәҙер Өфө Йылайыр шайы ғына”, – тип көлдө ауылдаштары быға.  Ҡалайтһын, нужа яҡынайттырҙы шул ошоға тиклем ҡайҙа икәнен дә белмәгән Өфөнө Матрайға. 

 

35

Рәсүл БАЙГИЛДИН.

Дауамы бар. 

Автор:
Читайте нас