

35
“Ваҡиғаларҙы ашыҡтыралар түгелме?” – Зыя Нурый улы, Үҙәк Комитет пленумында яңы Конституция проектын тикшереүҙән Юғары Совет Президиумы рәйесе яҙмышын хәл итеүгә күсеп китеүҙәренә аптырай биреп, шулай уйланы. Украинаның Донецк өлкә комитеты секретары Качура тиктомалдан партия һәм дәүләт юғары органдары менән бер кеше етәкселек итергә тейеш, тигән тәҡдим индерҙе. “Әле проектын тикшергән яңы Конституцияның алтынсы статьяһында, совет йәмғиәтенең етәксе һәм әйҙәүсе көсө, уның сәйәси системаһы, дәүләт һәм ижтимағи ойошмалары ядроһы булып Советтар Союзы Коммунистар партияһы тора, партия йәмғиәттең үҫеш юлын, илдең эске һәм тышҡы сәйәсәте йүнәлештәрен билдәләй, тиелә. Тимәк, партия һәм дәүләт башында ла бер кеше торорға һәм ул беҙҙең ҡәҙерле Леонид Ильич Брежнев булырға тейеш!” – тине ул пафос менән. Был фекерҙе хуплап, тағы бер нисә иптәш сығыш яһаны. Ә Ташкенттан килгән вәкил: “Иптәш Подгорныйҙы хәҙер үк, ошо пленумда уҡ, вазифаһынан бушатырға”, – тип мәсьәләне уғата киҫкенләштерҙе.
Леонид Ильич бөгөн теремек кенә, теле лә шыма, тотлоҡмай, мәғәнәһеҙ паузаларға туҡталмай, тип ҡыуанып ҡына ултыра ине доклад тыңлағанда. Төп законға ярашлы, Совет дәүләте башлығы, сит илдәр етәкселәре күҙлегенән “президент” вазифаһында йөрөгән кешенең күҙ асып йомған арала юҡҡа сығарылыуы өҫтөнә ҡапыл боҙло һыу һипкәндәй тәҫьир итте – йөрәге ҡыҫылды, ҡайҙандыр, төптән, бик тәрәндән, ауыр тойғо килеп баҫты, үҙәген өҙҙөрөп алды. Подгорныйҙы хәҙер үк вазифаһынан бушатырға, тип ҡысҡырған иптәшкә: “Улай уҡ ярамай ҙа баһа”, – тип екергеһе килде, асыуы ҡабарып.
Әйтелгән тәҡдимдәрҙе рәткә килтереп, тауышҡа ҡуйҙы Суслов. Пленумда ҡатнашыусылар уларҙы бер төптән ҡабул итте һәм, алып барыусының йомғаҡлау һүҙен дә көтөп тормай, дәррәү алҡышлап, аяғүрә баҫты. Ваҡиғалар шул тиклем йылдам барҙы, әйтерһең, бөтәһе лә алдан уйланған һәм күп тапҡырҙар ҡабатлап, нығытып ҡуйылған ғәмәл ине. Бер ни аңламаған төҫтә Президиумда ултырған Подгорный йә Брежневтан, йә Сусловтан ниҙер һорап маташты, улары яурын ғына йыйырып ҡуйҙы. Бына ул өҫтәлдә ятҡан ҡағыҙҙарын йыйҙы һәм аҫҡа, залға, төштөп ултырҙы. 1921 йылда ун биш йәшендә комсомолдың Полтава губернаһы Карлов райкомы секретары булып башлаған карьера баҫҡысы 71 йәшендә ҡапыл өҙөлдө. Йәше ярайһы ла ул, тик ҡорҙашы Леня, саҡ йөрөүенә ҡарамай, донъялағы иң ҡеүәтле социалистик державаның бөтә булған власын үҙ ҡулына йомдо, ә ул, 1964 йылда Хрущевты ҡолатҡас, үҙ теләге менән партияны етәкләүҙән баш тартҡан, ошо ҡулдары менән һөйөклө Леонид Ильичтың түшенә ике алтын йондоҙ ҡаҙаған, уны күккә күтәреп маҡтаған кеше, партмасса рәтенә төшөрөлдө.
“Ул нисек була инде: әле генә әллә кемдәй иң юғары трибунала ҡуҡырайып ултырған ереңдән ҡапыл дәрәжәңде, вазифаңды юғалтып, аҫҡа тәгәрә, имеш. Кисә, унан алда, хатта әле генә лә, ошо пленумға тиклем, һине күреү (ҡағылған тирле усынан сирҡаныу ҙа үтмәгән бит), йомошон йомошлау өсөн йән атып торған номенклатур эшмәкәрҙән дә түбәнерәк ҡола, асылда, юҡҡа сыҡ, саң, олтан булып ҡалсәле. Ә ҡайҙа һуң оло кешегә, хөрмәткә лайыҡ соратнигыңа илтифатлыҡ? Коммунизм төҙөүсенең мораль кодексы принциптары ҡайҙа? “Берәү – бөтәһе өсөн, бөтәһе – берәү өсөн... Кеше кешегә дуҫ, иптәш һәм туған... Намыҫлы һәм ғәҙел, әхләҡи таҙа һәм ябай, ижтимағи һәм шәхси тормошта тыйнаҡ...” – кем һәм нимә тураһында былар? Леня бөтәһе өсөнмө? Леня тыйнаҡмы? Ҡуйсы, көлдөрмәгеҙ, мыҫҡыл итмәгеҙ... Хәйер, Рәсәйҙә башҡаса булғаны бармы һуң? Бөгөн һин – властелин, ә иртәгә – буш урын, йә иһә арестант. Уҫал Иван, Петр I заманынан алып шулай килә лә баһа. Власть даирәләрендә урын алған үҙ-ара мөнәсәбәттәргә ҡарағанда, үҫешкән социализм царизм дәүеренән, ай-һай, алыҫ китмәгән. Шуның менән, коммунизм төҙөйбөҙ, тип лаф өрәбеҙ. Ярай әле, хәҙер атмайҙар, зинданға япмайҙар”, – тип уйланы әсенеп, яҙмышы ҡапыл үҙгәреп киткән Совет дәүләтенең элекке башлығы.
– Ҡәҙерле иптәштәр! Ҡалған барлыҡ көсөмдө һеҙҙең ышанысты аҡларға һаласаҡмын, партияға тоғро хеҙмәт итәсәкмен, – тине, кире трибуна артына баҫҡан Брежнев.
Соратниктарына рәхмәтен белдерҙе ул ҡәнәғәт төҫтә. Шунан тағы нимәлер өҫтәп әйтте. Ә ун ике йыл Юғары Совет Президиумы рәйесе вазифаһын башҡарған Николай Викторович Подгорный тураһында ләм-мим өндәшмәне. Үҙен бер генә мәлгә пленум ҡорбаны урынына ҡуйған Нурыевҡа ҡыйын булып китте. “Бына ҡалай бөтә икән ысын тормош”, – тип уйланы, яңы күҙе асылған кешеләй, быға оҡшаш хәлдәр Кремлдең юғары кабинеттарында йыш ҡына ҡабатланып торғанын белһә лә. 1973 йылдың апрелендә, әлеге вазифаһына тәғәйенләнгәс, Косыгиндың урынбаҫары Петр Ефимович Шелест менән кәңәшмәләрҙә ултырырға тура килде уға. Үҙен Украина ССР-ның беренсе секретарынан төшөргәне һәм Мәскәүгә күсергәне өсөн Брежневҡа ныҡ асыулы ине ул. Быны йәшермәне лә. Телен тыймаған, уйлағанын тура әйткән кешене кем яратһын. Аҫтыртын ҡырҡтылар. Ғариза яҙып, 65 йәшендә пенсияға сығырға мәжбүр булды. Һанай китһәң, ундай осраҡтар байтаҡ инде.
Тыныслыҡ өсөн көрәш, ҡоралһыҙланыу, сәнәғәттә киң ҡулланыш тауарҙарына өҫтөнлөк биреү мәсьәләләрендә генераль секретарь менән бәхәскә ингән, хатта был йәһәттән иронияға юл ҡуйған функционерҙың иртәме-һуңмы ҡорҙан төшөп ҡаласағы билдәле ине. Һаулығы ҡаҡшаған Леняның теше үтмәҫ, тип уйлағандыр инде Подгорный.
Икенсе көнөнө ул генераль секретарға хат яҙҙы.
“Дорогой Леонид Ильич!
Ты должен понять моё сегодняшнее состояние, поэтому всё сказать, как этого хотелось бы, просто трудно, да, пожалуй, и невозможно. Для меня вчерашнее решение было просто потрясающим. Я целиком и полностью согласен с тем, что нужно объединить посты Генерального секретаря ЦК КПСС с постом Председателя Президиума Верх. Совета СССР. Сама жизнь подсказывает, что в условиях той роли, которую занимает Генеральный секретарь нашей руководящей и направляющей всю внутреннюю и внешнеполитическую деятельность нашего общества партии, единственно правильное решение...
...Что касается формы и существа формулировки, принятой и опубликованной в печати, радио и телевидении «Освободил от обязанностей члена Политбюро ЦК КПСС» без всякой мотивировки – я думаю, Леонид Ильич, этого я не заслужил. Ведь, если это было заранее предрешено, то можно было бы сказать мне – подай заявление об освобождении, то ли по болезни, возрасту и др. причинам, или уход объяснить в связи с переходом на пенсию. Сейчас каждый может думать, что в голову взбредёт, то ли он политический преступник или вор, то ли у него не сложились отношения в Политбюро ЦК и т.д.
Конечно, в работе всё бывает, бывало и у нас с тобой. Но поверь мне, Л.И., я всегда желал тебе и в твоём лице ПБ и всей партии всяческих благ и больших успехов. Всё то хорошее, а его было много – останется до конца моей жизни. Желаю тебе здоровья больших успехов на благо нашей партии и Родины.
Н. Подгорный 25/V-77г.”
Өс аҙна үткәс, 1977 йылдың 16 июнендә, 9-сы саҡырылыш СССР Юғары Советының 6-сы сессияһы үҙ эшен башланы һәм Брежневты яңы вазифала рәсмиләштерҙе. “Коммунизмға илткән тарихи юлда партиябыҙ һәм халҡыбыҙ ҡуйған бөйөк маҡсаттарға өлгәшеү хаҡына бөтә көсөмдө һаласаҡмын”, – тине компартия регалийҙарына дәүләттең иң юғары вазифаһын өҫтәгән лидер – һөйөклө Леонид Ильич Брежнев.
Үҙәк Комитет пленумында көйәләнеп ултырған Зыя Нурый улының күңел кисерештәре һүрелгәйне. Шуға ул ваҡиғаларҙың әлеге дауамын, иҫкән ел елпеүендәй күрҙе, битараф ҡабул итте. Тормошта бит башҡа мәшәҡәтле хәлдәр ҙә бихисап. Яңы ғына иптәш Брежнев төшкән трибунаға ул да күтәрелергә тейеш бөгөн – СССР Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары Нурыев алдында Юғары Совет сессияһына урмандарҙы һаҡлау, урман ресурстары менән һаҡсыл файҙаланыу һәм Урман законы нигеҙҙәре тураһында СССР һәм Союз Республикалар ҡануниәттәре проекттары мәсьәләһе буйынса доклад тотоу бурысы тора.
Урманым – бер ҡат туным, тип юҡҡа әйтмәгәндер башҡорт. Шуны онотоп хәҙер беренсе төркөмгә ҡараған урмандарҙы ла ҡырҡырға рөхсәт итә башланылар бит. Һыу буйҙары, ауыл тирәләре яланғаслана бара. Һуғыш осоронда, унан һуңғы юҡсыллыҡ заманында хәтһеҙ тәләфләнде тәбиғәт. Инде техника бар, юлдар һалына, тимәк, төпкәрәк үтергә, быға тиклем тейелмәгән майҙандарҙы үҙләштерергә кәрәк. Урманға ағас тип кенә ҡарауҙан арынырға ваҡыт бит. Ғалимдәрҙең дә, урман белгестәренең дә, киләһе быуынды хәстәрләгән түрәләрҙең дә фекере шулай. Хөкүмәт рәйесе Косыгин да быға ҡаршы түгел. Шуға Нурыев урмандың һыу тотоу, ҡыуан елдән һаҡлау, климатты йомшартыу, кешегә сихәт биреү кеүек сифаттарын тейешле баһаларға һәм законда быны тулыһынса сағылдырырға бөтә көсөн һалды. Борон-борондан һыу буйҙарында ағас ҡырҡыу яҙыҡ һаналған. Ул ғынамы ни, беҙ хәҙер үҙебеҙҙе тәбиғәт батшаһы тип күрәбеҙ һәм тыйыуҙарҙы онотоп, тауҙарҙы шартлатабыҙ, уларҙы тигеҙләп ташлайбыҙ, йылғаларҙы быуабыҙ һәм кирегә борабыҙ, һаҙлыҡтарҙы ҡоротабыҙ, яр буйҙарына тиклем ерҙәрҙе һөрәбеҙ. Коммунизм кешеһенә был хозурлыҡтың, тәбиғәт байлығының береһе лә кәрәкмәйме әллә? Кәрәк, бик тә кәрәк һәм шуға ла закон яманды тыйырға, яҡшыны хупларға тейеш, тип дәғүәләште тирә-яҡ мөхиткә үҙ кеҫәһендәй ҡараған иптәштәр менән. Фекерҙәштәре менән ул өҫтөнгә сыҡты: бынан ары урындарҙа үҙ белдектәре менән ағасты тәләфләй алмаясаҡтар – барыһы ла берҙәм дәүләт ҡарамағына күсә. Ағас кәрәк икән, дәүләт ойошмаһынан һатып ал.
36
– Ну, комедия... Ну, пародия... Күпме халыҡтан көлөргә була... Ну, ярамай ҙа инде улай мыҫҡыл итергә. Бөтә донъяға позор... Диктатор-латиностар хәҙер ул кимәлгә төшмәй... – эмоцияһын шундай монолог аша сығарҙы Валентин.
Үҙе, ташып барған тойғоларына сыҙамай алмай, иҙән буйлап үрле-ҡырлы сабыуланы. Ә телевизорҙың зәңгәр экранында тамаша үҙ сираты менән һәүетемсә дауам итте.
Текә тауға йөк һөйрәп менгәндәй, ауыр һулап ҡуйҙы Леонид Ильич ҡағыҙҙағы сығышын уҡып бөткәс. Ысынлап та тамаммы икән был ыҙа, тигәндәй, ҡулындағы һуңғы битте әйләндергеләп ҡарап ултырҙы берауыҡ. Туҡтап, ауыр тын алғаны, мышнап ҡуйғаны, оҙаҡлап пауза эшләгәне, һүҙҙәрҙә урынлы-урынһыҙ баҫым яһауы, украин акцентының уғата яңғырауыҡлы булып китеүе, кәрәккәндә-кәрәкмәгәндә ҡулын күтәргеләп, әйткәненә тәрән мәғәнә һалыуға ишараһы – барыһы ла иғтибарлы тамашасының күҙенә ташланды. Оҙон өҫтәл артында ҡапма-ҡаршы ултырған олпат йәштәге баштары ағарған ил ағалары ниҙер яҙғылап маташты, үҙ-ара ипле генә ғәпләшеп тә алғылайҙар ине.
– Сашка, ҡара-ҡара, олатайыбыҙ хәҙер йә иҫһеҙ йығыла, йә йоҡлап китә. Бөтөнләй хәлһеҙ байғош...
– Нимә бәйләнәһең ҡартҡа? Унан да бәхетле кеше юҡ был донъяла, миңә ҡалһа. Йомарт, ирмәк, хуш күңелле ирәбе ҡартатай, бәхетле ҡарт бит ул. Барыһына ла өлөш сығара, барыһын да һурып-һурып үбә... Шуға әпәүләп кенә алып йөрөтәләр үҙен. Ултыра бирһен, әйҙә. Китһә бына, үкенергә булмаһын... – күктәге торнаға ынтылыуға ҡарағанда, ерҙәге сыпсыҡ менән мөрһәтһенгән Александр ҡустыһы менән риза булманы.
Өҫтәге бабайҙар бер-береһенә орден-миҙал ҡаҙағанда, “дорогой”ҙан һалдырып “великое дело коммунизма” юлында “арымай-талмай” хеҙмәт иткәндә, ерҙән тамаҡ туйҙырған әрһеҙ егеттәр мал ишәйтте. Александр Байдәүләтов хәҙер ваҡ барыга түгел, ә цеховик.
Ҡыҙыл майҙанға ювелир оҫтаханаһында йәшереп эшләгән һырғаларҙы һатырға сыҡҡайны ул бер көн. Танып бөткәндәр шул – эргәһенә милиционер килде. Буйсан, ҡарап тороуға күрмәлекле. Шулай тейеш, башҡаса ярамай – бөйөк державаның йөҙө бит ул ошо урындағы.
– Опять ошиваешься тут…
– Сердце моей Родины, товарищ капитан… Тянет…
– Знаем мы, что тянет сюда, таких как ты…
– Товарищ капитан, обижаешь... Ну... Как всегда?.. – йөҙөнә юха йылмайыу сығарып, тирә-яғына ҡаранып алды ла, хәүеф тойолмағас, власть вәкиленең усына ун һум йомдорҙо егет.
– Смотри у меня, без глупостей, – тине капитан һәм китеп барҙы.
Сит ил туристары араһынан беретын ҡырын һалып кейгән аҡ башлы оло йәштәге фырт ирҙе ышаныслы күрҙе был юлы Александар.
– Эаренж... Золотые... Голд... Фифти доллар... – тине янына барып.
Уныһы һынамсыл текләп тора бирҙе. “Йә, буржуй, ас ауыҙыңды, шунан янсығыңды”, – тип секерәйеп төбәлеп яуабын көттө Александр. Үҙе улай-былай күҙ һирпкеләне.
– Измруд... Много... Три дня потом... Издис... – тине турист ҡапыл ғына.
– Надо много изумруда?.. Изумрудных бирюлек, что-ли?.. Встречаемся здесь через три дня?.. – сит ил кешеһенең тел төбөнә төшөнһә лә, ҡабатлап һораны Александр.
– Уест-уест, – тип, егеттең дөрөҫ аңлауын тәсдиҡ ҡылды уныһы.
Спекулянттар, фарцовщиктар тирәһендә уралһа ла, Александрға уларға етергә әле ай-һай. Ынтыла ла ул, араларына инеп китергә, тик “эшкә” һалыр аҡса туплай алмай йонсой. “Буржуй”ҙың тәҡдиме, зәһәр араҡылай, башын әйләндерҙе. Ах, итеп ҡалды йөрәге: һораусыһы бар, алдында тора, йә, егет, әйт һүҙеңде, тип, ә ул телһеҙ ҡалған. Сөнки уның тауары, зөбәржәт бирюлкалары, юҡ, ҡулына килеп ҡунған бәхет ҡошо бына-бына кире осоп китә инде... “Эх, инәңде...” – тип эстән һүгенеп ҡуйҙы Александр.
Зөбәржәт ташы менән эш иткәндәр менән танышлығы бар уның, тик нисек был сделканан үҙенә файҙа сығарырға – бына бит ҡайҙа уның әрәсәһе.
Аҡ башлы “буржуй” алды уның өс һырғаһын. Йөҙ илле доллар төштө ҡулына. Бергә ун иҫәбе менән алмаштырасаҡ Александр уларҙы һумдарға – сығымдарын алып ташлағас та, иҙән йыуыусы бер йыл эшләп тапҡан болға тиң аҡса инде ҡулына.
Теге әҙәм менән өс көндән тағы ошо урында осрашырға килештеләр.
Йәшерен оҫтаханаларҙа йөҙләнгән зөбәржәт ювелир әйберҙәрҙен тәүләп һатыуҙан Александр ҙур аҡса эшләй алманы. Уның ҡарауы, Уралда, Свердловск өлкәһендәге Асбест ҡалаһы тирәһендә, “хитник”тар (зөбәржәт ташын ҡаҙып сығарып, йәшерен кәсеп иткән кешеләр) тапҡан аҫыл таштарҙан йөҙөк-һырғалар эшләүсе цеховиктарға ҡушылып китте.
37
1978 йыл. Ошо йәйҙә Гөлйыһанға ҡырҡ йәш тулды. Табын ҡороп, үҙе кеүек яңғыҙаҡ әхирәттәре менән генә үткәреп ебәрҙе уны. Байрамдар ҡунағы түгел шул ул хәҙер – Ғәләүетдин үлгәне бирле элекке ғаилә дуҫтары, яңғыҙаҡ бисә тиептер инде, илтифат күрһәтеүҙе кәрәк һанамай. Йола күҙлегенән ул тейеш тә түгел инде былай. Шуға Ғөлйыһан күнгән, табындарға туғандары араһына ғына йөрөй, артығына ымһынмай ҙа.
Төптән егелеп, ете йыл яңғыҙ үҙе тарта тормош йөгөн. Күп һыу аҡты, яҡшыһын да, яманын да күрҙе, илаған да, йырлаған да саҡтары аҙ булманы. Кинйәһе Илшат быйыл мәктәпкә бара, ә Фаризаһы уҡыуын тамамланы. Мәмдүҙә, өҙлөкһөҙ ауырып, дәресте күп ҡалдырҙы, уҡытыусылыҡҡа үтергә көсө етмәне шуға. Баймаҡҡа тегенсегә барҙы, һәйбәт аҡса алып уҡып йөрөй, үҙен үҙе ҡарай. Рәсим бишенсе йыл инде интернатта тулыһынса хөкүмәт аҫырауында йәшәй, каникулдарға ғына ҡайта. Рөстәм быйыл аҡса эшләй башланы, күрше Йомабайға эйәреп, Яланйылға урманында йәйләп ятҡан һауын гуртына мал көтөргә китте лә барҙы.
Туҙанлы юлдан килеп, Быҙаулыҡ кисеүенә еткәс, Гөлйыһан арбанан төштө. Өркәк аты биленләп ҡуймаһын тип шулай итә гел. Һуғара була, ҡолаҡбауын бушатты ла, малҡайҙың һурып ҡына һыу эсеүен ҡарап торҙо. Бер тына һемерә лә туҡтай һәм, ирендәре ситенән аҡҡан бөрсөктәрҙе теле менән тотоп алырға теләгәндәй, ауыҙлығын сәйнәп тора. Шунан тағы йылға йөҙөн һөҙөргә тотона. “Тәмләп эсә... Рәхәтен татый...” – тип уйланы ҡатын көнләшкәндәй.
Әле нығынып ултырырға өлгөрмәгән көн йөҙө тымыҡ. Түбәндәрәк, бөҙрә өйәнкеләр тирәһендә, тауыш-тын сығармай ғына ҡарғалар өйрөлә. Уларҙың да был һиллекте боҙғолары килмәй, ахыры.
– На, малҡай, – сбруйын рәтләп, арбаға ҡунаҡланы ла, атын ҡыуҙы Гөлйыһан.
Ул хәҙер совхоздың Матрай бүлексәһендә ашнаҡсы булып эшләй. Кладаущиктан ит, башҡа аҙыҡ-түлек үлсәтеп алды ла, Олайыр аръяғындағы яңғыҙ ҡайын эргәһендәге станға йәһәтләп китеп барыуы.
Ат әкрен генә юрта. Тояғы аҫтынан осҡан тупраҡ киҫәктәре сойорғоп китмәй, ә күтәрелә биреп кенә ҡуя. Әсе тир, ат тиҙәге еҫе беленер-беленмәҫ булып танауға килеп бәрелә. Юл аръяҡтан, Исмәғил ҡоҙоғо тапҡырынан тау итәге аҫты буйлап, бара. Һөҙәктән үргә күтәрелеп күпмелер үткәс, бүлексәнең ат аҙбары янынан Олайыр кисеүенә сыға. Ауыл малы яҙҙан ҡара көҙгә тиклем тапаған был ерҙәр, ҡырып алынған малай башы шикелле тап-таҡыр ята, әрһеҙ әрем генә уны урыны-урыны менән япҡан. Артта ҡалған өйәнкеләр генә бер семтем йәм бирә, утрау булып, йәшәреп ултыра.
Сит күҙгә – эс бошорғос күренеш. Тау-урманлы, таҙа һыулы Һаҡмар буйы ҡыҙы Гөлйыһан ғүмеренең ҡап яртыһын ошо шыҡһыҙ далала үткәрҙе. Һағынмай түгел, һағына тыуған-үҫкән яғын. Килен булып төшкән, балалары тыуған ер ҙә уға хәҙер яҡын, ҡәҙерле.
– Сәйең ҡалдымы, еңгәй? – агроном Мирсәйет күренде ишектән. – Селсәүиткә килеһен, тип әйтергә ҡуштылар... Ултырыш була, тей.
– Шулай ти ҙә тораларсы... Эш ваҡытында ниндәй сабрәнйә тағы.
– Әллә инде. Аръяғы миңә ҡараңғы. Депутат булғасың ней, үҙең беләһеңдер әле...
Гөлйыһанды үткән ҡыш ауыл советына һайлап ҡуйҙылар. “Кандидат эшселәр араһынан ҡатын-ҡыҙ булырға тейеш”, – тип талап ҡуйғандар икән. Профком, партком килде бүлексә йыйылышына.
– Йә, кемде күрһәтәһегеҙ? Үрге ос округы ҡалды... Унда йәшәгәндәрҙән кем достойный? – тине профком Бикбаев.
– Агроном Мирсәйет булһын, – тигән тауыш сыҡты.
– Ҡатын-ҡыҙ, ябай эшсе, тинек тә баһа. Тағы нимәһе аңлашылмай, – түрәләрҙең кемеһелер ҡәнәғәтһеҙ яуапланы быға.
– Достойный кеше булһа, ирме, ҡатынмы ул – барыбер түгелме ни?..
– Түгел... Райком ҡушмай...
– Үрге оста Рауза инде самай ут бисә... Иҫәнгилдина...
– Ул беҙҙә эшләмәй...
– Һуң, беҙҙең урамда йәшәй бит...
– Совхоз бүлексәһендә йөрөгән кеше кәрәк. Разнарядка шулай...
– Һеҙгә ярайым тиһәң, ай-һай инде былай...
Байтаҡ әрепләшкәндән, бәхәсләшкәндән һуң, кемдер: “Мин Байдәүләтова Гөлйыһанды тәҡдим итәм. Эшлекле, тәртип боҙмай”, – тип әйтеп һалды. Тағы бер-ике фамилияны ҡысҡырҙылыр.
Ике көндән түрәләр тағы килде, төрлө яҡтан ҡарап, Байдәүләтованы сығарабыҙ кандидатлыҡҡа, тинеләр. Шунан Гөлйыһан башҡалар менән кандидаттарҙың район конференцияһына йөрөп ҡайтты. Унда ла көтөлмәгән хәл булды – бөтә ғәм алдына сығарып, сәхнәгә президиумға ултыртып ҡуйҙылар уны.
– Һайланыңме?..
– Барҙым, бармай һуң... Әхирәтемде һайлап ҡайттым. Индий сәйен икене алдым. Гөлйыһандыҡы булғас, бигерәк тәмлелер инде. Теге арзанлы кәнфитенә ҡушып эсеп ебәрһәң инде, һай-һай, – Рауза, Гөлйыһандың ишек алдында йөрөгәнен күреп, юрамал шаяртты, күршеһе Ғизетдин ҡарт менән урам яңғыратып ҡысҡырып һөйләште.
– Мин дә бара һалайым... Кәнфите суртсним, сәйе бөтөп ҡуйыр әтеү, – тип китеп барҙы уныһы.
Үҙе тапап алған ыҙандан ауыр йөгөн һәүетемсә генә тартып барған Гөлйыһандың тормошона шулай яңылыҡ килеп инде. “Һин бит депутат!..” – тип, эш йөкмәтәләр хәҙер. “Депутат булғас ней...” – тип, өҫтөнлөклө дәрәжәһенә ишаралайҙар. “Депутат булғас та әллә...” – тип, күктән ергә төшөрәләр.
– Килен, башмағымды береһе индереп алды. Йөрөп ҡарап сығайыҡ әле, – арғы тыҡрыҡ аръяғында йәшәгән Хәмит ҡаҡты ишеген.
– Кеше кәртәһен нисек тентемәк кәрәк, – Гөлйыһан аҙап ҡалды.
– Депутатһың да баһа, – тине ир.
– Әллә инде... – кеше менән давайлашып өйрәнмәгән Гөлйыһан теләкһеҙ генә өйөнән сыҡты.
Ике көн элек үткән көслө буран донъяны аҡҡа күмгәйне. Ҡайһы йорттарға берләм юл ғына тапалған. Кәртә-ҡуралар ҙа көрт менән ҡапланған. Көн ҡояшлы. Тыныс. Һалҡын. Тынлыҡты аяҡ аҫтындағы ҡарҙың шығырлауы ғына боҙа.
Урам осонан башланылар.
– Килен, һин – депутат, алдан төш, - тип арттараҡ ҡалды Хәмит.
Өйгә инмәнеләр, ишек шаҡып сығарҙылар тышҡа хужаны.
– Һы... – бер ауыҡ һүҙһеҙ торҙо йылынан һалҡынға сыҡҡан кеше.
Инде лә йомоштоң айышына төшөнгәс, ғәжәпләнергәме, нәфрәтләнергәме, әллә буш менән бимазалап йөрөгән был икәүҙе ихатанан ҡыуып сығарырғами, тигәндәй, аптыраулы ҡарашы менән көтөлмәгән ҡунаҡтарын ҡапшаны.
– Һеҙ нимә? – нәфрәте тиҙерәк тоҡанды. – Һеҙ нимә? – һүҙ таба алмай сәсәне ул.
– Ней...
– Күрһәтермен мин нейҙе... Ана тора юлығыҙ!.. Асмайым да кәртәмде, күрһәтмәйем дә!..
Ҡалай ҙа төшкә табан яҡындағы күрше- тирәне ҡарап сыҡтылар. Тик малдың эҙенә төшә алманылар. Яҙ етеп, ҡар ирегәс, урамдағы эшләмәй торған тимер һыу алғыстың соҡоронда таптылар уны. Ишек алдынан уйнаҡлап сығып киткән башмаҡ ,ҡар һыйпалап ҡаплаған соҡорға барып төшкән дә, муйынын һындырып, шунда уҡ йән биргән.
38
Тауҙа төн ҡапыл төшә. Ҡояш түбәләге ағастар араһында, селтәр аша ҡарағандай, һуңғы нурҙары менән уйнап тора ла, ҡапыл байый. Эңер шәүләһе тәүҙә йылға үҙәненә ята, шунан, киңәйә барып, тау битләүҙәре буйлап үрмәләй, урманды биләп ала. Күк йөҙө асыҡ булһа ла, ергә ҡараңғы төшә. Уйһыу урындарҙан һалҡын тарта, төнгө ҡоштар уяна.
Атта һыбай ултырған Рөстәм, бик ығыш ҡуҙғалған тоҡом үгеҙенең, унан да ҡала барған ала һыйырҙың шәүләләре юғалғанса арттарынан ҡарап ҡалды.
Быйыл етенсе класты тамамланы ул. Зарығып каникулды көтөп алды ла, июнь башынан уҡ, күршеһе Йомабайға эйәреп, Яланйылғаға мал көтөргә китте. Алдан һөйләшеп йөрөгәйне уның менән. Кистәрен ишек алдында күршеләр яғын байҡап ҡына тора ла, Йомабай тәмәке тартырға сыҡһа, ҡойма аша һикерә.
– Ҡалдыр әле, – ти ағай кешегә, ауыҙындағы тәмәкегә ымлап.
– Әсәйеңә әйтһәмсе, тәмәке тарта, тип?..
– Әйтмәйһе-е-ең... Ҡалдыр, давай!..
– Шаяртам. Мә, яңыһын тарт, – ир ҡаптан бөтөн “Прима” сығара.
– Бөгөн Әлмәғизә инәйҙең һыйыры быҙауланы. Хәҙер беҙҙең яҡта утыҙ биш быҙау булды... Балапандағы фермала һыйырҙар быҙаулап бөттөмө? – тип яңы хәбәр башланы Рөстәм, тәмәкене ирҙәрсә тәрән итеп һурып.
– Мал һөйләй ҙә йөрөйһөң, әйҙә, йәйләүгә сыҡ быйыл. Йыл да көтөүсе еткерә алмай аптырайҙар. Нисәң тулды әле һинең? – төтөндө мул итеп борхотҡан Йомабай, уң күҙен ҡыҫа биреп, малайға текләне.
– Ун дүрт әле... Ә ат бирәләрме?
– Хо, һин ней ир булғанһың да баһа... Трудовой ҙа асалар былай булғас. Законны эшләй алаһың... Һы, атһыҙ көтөүсе булмай инде ул...
“Алаҡай әллә аяғын ауырттырған инде, сәпсим артта ҡалдысы”, – Рөстәм гурттағы ике йөҙгә яҡын һыйырҙың һәр береһен таный, күптәренә исем дә ҡушҡан. Матрайҙан утыҙ саҡрым алыҫлыҡта, Һаҡмар аръяғындағы таулы-урманлы ерҙә ятҡан совхоздың һауын йәйләүендә мал көтөүенә икенсе ай инде. Ике көн эшләй ҙә, ике көнгә ялға ҡайта ауылға. Һыбай йөрөй.
Атаһы үлгәндең өсөнсө йылында малай йәй буйы Баймаҡта Зәйтүнә апаларында булды. Әхмәтғәле еҙнәһе көтөү алғайны, Урал ағаһы менән уға ярҙамсы булып йөрөнөләр. Атһыҙ булғас, арманһыҙ ҡайталар ине. Бергә барған Зәлиәне лә, үҙен дә баштан-аяҡ кейендергәйне апаһы шунан. Инде ҡыуанып ҡайтып ингәйнеләр Матрайға.
– Ҡустым, әйҙә, мал алыҫламаҫ борон ашап алайыҡ, – һыйырҙар йылға үҙәне буйлап ыңғайлап киткәс, Рөстәмдең эргәһенә Йомабай килде.
Улар төндә лә малды ҡалдырмай. Айыу күп урманда. Тауышланып, сыбыртҡы шартлатып, тимер һуғып йоҡламай ат өҫтөндә йөрөйҙәр.
Атҡа һоло бирҙеләр ҙә, будкаға инеп, газға сәй ҡуйҙылар.
Йәйләү әле йоҡоға китмәгән. Ут биргән дизель агрегаты тигеҙ геүләй, йәш һауынсылар йәшәгән тапҡырҙан ҡыҙҙар көлөшкән тауыш килә, ғаиләлеләр торағынан бала илағаны, ҡаҙҙарҙың хәүефле ҡаңҡылдап ҡуйғаны ишетелә.
Ирҙәр будкаһынан шыҡһыҙ үкһеҙлек аңҡый. Ике ағас һәндерәлә ятҡан түшәктәр ҡаҡашып бөткән, тәҙрә быялаһы саң баҫҡан. Тәмәке төпсөктәренән сыбарланған бысраҡ иҙән был йәйҙә бер тапҡыр ҙа йыуылмағандыр, моғайын. Тәүлек әйләнәһенә мал янында булған көтөүселәр бында баш ҡына терәп сыға, әйберҙәрен, аҙыҡтарын ҡалдыра, ашарға бешереп, яҙа-йоҙа тамаҡ ялғай.
– Ҡайнаны, – тине лә, ҡулындағы йомортҡаның ҡалғанын ҡабып ҡуйғас, газды һүндерергә ынтылды Рөстәм.
– Туҡта әле, – Йомабай асыҡ ишектән килгән сәйер тауышҡа ҡолаҡ һалды. – Һыйрҙар үкерешә бит... Былай ҡарай сабалар...
Йәйләү аяҡҡа баҫты. Бригадир Ибиканов менән зоотехник Касимовтың ҡәтғи тауыштары яңғыраны.
– Кемдең гурты?.. Ҡайҙа көтөүселәр?!.
– Айыу!.. Айыу һуҡҡан!..
– Факелдарҙы тоҡандырығыҙ!.. Ирҙәр, минең арттан!.. Ҡалмағыҙ!..
Төн ҡараңғылығы, күмәк малдың үкереүе, һыйырға тейгән йыртҡысты, тағы кемделер ҡәһәрләгән кешеләр тауышы, унда-бында ялпылдаған тере ут – яңы ғына һил донъяның аҫты өҫкә килде лә ҡуйҙы. Ул буталды, бер тәртипкә һалынған әҙәм балаһы тормошо бер мәлгә икенсе яҡҡа боролоп китте.
Бөтәһе лә асыулы ине. Һыйырҙарҙың йыш-йыш уфтанып тын алыуы, күҙҙәрен алартып үкереүе йәндәренә тейә.
– Йә, етәр инде һеҙгә! – һауынсыларҙың кемеһелер таяҡ менән бағанаға һуҡты йәнәсыҡҡа.
Һыйырҙың үҙенә киҙәнеүҙән тыйылды. Йәлләне булыр. Ҡурҡыныстан һыйынырға ышыҡ эҙләп кешегә килгәндәр бит, нисек ҡыйнамаҡ кәрәк бахырҡайҙарҙы.
Тимер туҡмаған тауыштар, йымылдаған ут ялтырауы Яманйылға буйында, өҫкә емерелерҙәй булып аҫылынып торған ҡая тапҡырында, юҡ булды.
– Мәмерйәгә инеп киттеләр әллә, – тине кемдер ҡараңғынан.
– Йылға уйһыуына төштөләр, – тигән яуап тауышы ишетелде.
Бер сәғәттәй ваҡыт үткәс әйләнеп ҡайтты ирҙәр. Айыуҙы ла, ул һуҡҡан һыйырҙы ла тапмағандар булып сыҡты.
– Көтөүҙе ҡарайыҡ, имгәнгән һыйыр араларындалыр, – тине зоотехник.
Өйкөлөшкән мал араһына инерлек түгел. Ҡыуһалар, тағы үкерешә башлайҙар, тояҡтарын терәп тик торалар. Яралы һыйырҙы көскә айырып алдылар башҡаларҙан.
– Ҡайҙа арҡан?!. Бысаҡты алып килегеҙ!..
Ирҙәр уратып алған баяғы Алаҡайҙы танып өлгөрҙө Рөстәм. “Әллә һуйырға булдылар инде... Айыуҙан тере ҡотолған бит, нишләп дауаламайҙар икән? Йәлләмәй һуйырға йөрөйҙәрсе...” – ағай кешеләрҙең ниәтенә төшөнгән Рөстәм ситкә китте. Бағанаға эленгән фонарь аҫтында яралы һыйыр менән айҡашҡан ирҙәргә тағы әйләнеп ҡараны. "Лутше айыу ашаһа..." – тип уйланы шунан. Йәшләнгән күҙҙәрен һөрттө лә, будкаға инеп, урынына ауҙы.
39
Рәсүл БАЙГИЛДИН.
Фото: Бәйләнештә. Дауамы бар.