Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
14 Май 2023, 17:45

Йырланмаған йырым һин... Повесть Венер ИСХАҠОВ

– Бигерәк бер ҡатлыһың шул! Бер ауыҙың беште бит инде. Һаман һабаҡ алмайһың! Кит-кит! Әҙерәк үҙеңде хөрмәт итер инең. Ҡуй, ул, әртистәргә ышанһаң, улар гастролдә ирле-бисәле булып бөтәләр, ти бит. Ана минең бер әхирәтем шулай ирһеҙ ҡалды. Ире гастролгә китәм ти ҙә аҙна, ун көнгә ғәйеп була икән. Был бер ҡатлы нәмә шуға ышанып ғүмере үтте. Бер көндө үҙҙәрен магазинда йөрөгәндә тотҡан, ти. Ишшеү теге ҡатында ла балаһы бар, ти.

Йырланмаған йырым һин... Повесть Венер ИСХАҠОВЙырланмаған йырым һин... Повесть Венер ИСХАҠОВ
Йырланмаған йырым һин... Повесть Венер ИСХАҠОВ

 

 

 

 

–Тәмлекәсем минең! Ана үҙеңдән ниндәй тәмле еҫ килә. Үбеп тә, яратып та туймаҫлыҡ бит ул!  Абау! Донъяла һинән дә тәмлеһе юҡтыр. Батырым ана ниндәй дәү булып үҫеп килә. Тфү-тфү. Алама күҙҙәр теймәһен, шайтан ҡолағы һаңғырау булһын. – Фәриҙә улының өҫ-башын алмаштырҙы  ла, уны еҫкәп-еҫкәп, үбеп-үбеп туйманы. Унан ҡулында һикертеп-һикертеп һамаҡланы.

 

Сәп-сәп, сәпәкәй,

Минең улым  бәләкәй!

Сәпәкәй иткән була,

Көлөп ебәргән була!

 

Һикерткән һайын улы талпынып-тылпынып шарҡылдап көлә. Фәриҙә уның һайын һамаҡланы.

 

Һәтес-һәтес, һәтес тә,

Бәләкәй генә бәпес тә

Үҫер әле, ҙурайыр,

Бына тигән ҡыҙ алыр.

 

Һәпес-һәпес кенәһе,

Кемдең бәпескенәһе.

Кемдең булһын, ҡулдарында

Бейетеп тора әсәһе.

 

Фәриҙә улын һәпәсүкләүҙән туҡтап, карауатына ултыртты.

– Хәҙер мәм-мәм ашап алабыҙ, – тип йәһәт кенә бутҡаһын әҙерләргә тотондо. – Ашаған кеше дә-ә-әү үҫә.

Фәриҙәнең күңеле тыныс бөгөн.   Аллаға шөкөр, бәпесе ете һаны теүәл килеш донъяға килде.  Атайһыҙ бала тапты, тигән данын да сығарырға яҙманы. Әхирәте Кәримә менән Ғәзиздән башҡа берәү ҙә белмәне был хаҡта.

Теге ваҡыт Хәсән менән ун биш көн самаһы буталғас,  егеткә, әллә ни эшләп хәлем юҡ, тип бәлә һалып алды. Унан поликлиникаға барып ҡайтҡан булды ла, Хәсән алдында, ауырға ҡалғанмын, тип сеңләп илап ебәрҙе. “Башымды рисуай иттең. Хәҙер ни эшләйем икән? Атай-әсәйемә нимә тип әйтәйем?  Уф Аллаҡайҙарым, күрәһеләрем бар икән?” Егет бер килке аптырап ҡалды. Ҡыҙҙың ауырға ҡалыу ихтималлығы башына ла инеп сыҡмағайны шул. Шунан, “тимәк, минең балам була, мин нормальный кеше” тип уйлап, әйҙә, өйләнешәйек, тине. Шулай тиҙ  генә эләктереп алды ул донъя күрмәгән бер ҡатлы егетте.

Кисә поликлиникаға ҡаралырға барғайнылар, врач та ҡыуандырҙы.

– Шалҡан кеүек үҫеп килә. Бөтә анализдары ла һәйбәт, – тине.  – Тиҙҙән тәпәй ҙә баҫып китер әле ул.

Шул мәл ишек шаҡынылар. Фәриҙә шәп-шәп барып ишекте асҡайны, күптән күрмәгән әхирәте Кәримә тора. Кәримә менән улар бер магазинда эшләгәйне. Әллә  үҙе холоҡһоҙ булды, әллә ирҙәре тигәндәй, ике ире менән дә йәшәп китә алманы. Хәҙер балаһын яңғыҙы үҫтереп ятҡан көнө.

– Һаумы, әхирәткәйем.

– Арыубыҙ әле. – Әхирәттәр ҡосаҡлашып, сар-сор килешеп алды. – Ни хәлдә генә? Үҙеңде һағынып бөттөм.  – Фәриҙә йәһәт кенә сәйнүгенә һыу ҡойоп, ҡайнатырға ҡуйҙы.

Һуңғы арала Фәриҙә өйҙә бала менән ултырғас, әхирәте килеүгә сикһеҙ шат ине. Әллә ни сығып йөрөй алмағас, хәбәр-хәтер ишеткәне лә юҡ.

–  Эштә ниндәй хәлдәр бар? – тип ҡыҙыҡһынды ул.

– Шул килеш инде. Әй шул килеш, тип торам. Теге ваҡыт ревизия булғайны, Ғәлиәнең өҫтөнә сыҡҡан, тинеләр.

– Шунан?

– Шунан ни нимә булһын?! Уны бит директор менән кутит-мутит итә тиҙәр бит. Ҡотҡарып ҡалған инде.

– Улай икән? Ә теге Наташа нимә эшләй?

– Үҙең беләһең уны, гел алдаша, үлсәгестең аҫтына әйбер ҡуя ла үҙенә әллә күпме экономия эшләй. Бигерәк битһеҙ бит әле, Алланан да ҡурҡмай. Теге ваҡыт тыуған көнөнә саҡырғайны. Өйө тулы яҡшы әйбер, урлашмаһаң, беҙҙең эш хаҡына ғына әллә нимә ҡыйратырһың. Кейгән кейемдәре лә гел затлынан. Былтыр ғына пальто алғайны, быйыл тағы алған. Урлаша инде, урлаша. Шуның ҡойроғона баҫыусыһы ла, белеүсеһе лә юҡ.

– Ире сығып киткән тип ишеткәйнем, шул дөрөҫ хәбәрме икән?

– Эйе, тәүге ҡатынына киткән. Йәтеш булған әле. Бында мин генә яңғыҙ бала ҡарарға тейешме?! Бүтәндәр ҙә ирһеҙ бала үҫтереүҙең ауырлығын белһен әле. Әтеү әллә кем булып кеше лә танымай башланы.

Эшендәге бөтә хәлдәрҙе, әллә дөрөҫөн, әллә үҙе уйлап сығарғанын теҙеп һөйләп бөткәс, һүҙ Фәриҙәнең ғаиләһенә күсте.

 – Эй, әхирәткәйем, бигерәк бөтөп киткәнһең, – тине Кәримә, сәйен бер уртлағас, уға тәү күргәндәй тишә яҙып ҡарап. –  Ишекте асҡас, тәүҙә үҙеңде танымай торҙомсо. Кипкән балыҡ кеүек булғанһың да  ҡуйғанһың. Әллә ауырып тораһыңмы?

– Юҡсы, Аллаға шөкөр, бөтә ерем дә имен-һау.

– Әтеү нишләп ул тиклем йонсоноң? Үҙеңде юнып алғандар тиерһең. Балаң тыныс түгелме әллә?

– Юҡсы, тып-тыныс, тамағы туйһа, йоҡлап тик ята.

– Һин нимәнелер әйтеп бөтөрмәйһең. Моғайын, ирең йонсоталыр. Ир йүнле булһа, ҡатын кеше был тиклем үк бөтөрөнмәй. Ҡатынды мунса ташы ла, йөҙөк ҡашы  ла иткән  ир, тип халыҡ белмәй әйтмәгән. – Кәримә ҡулындағы печеньеһын ҡабып, йәнә Фәриҙәгә текәлде.    – Теге ваҡытта ла өйҙә юҡ, әле лә юҡ. Ҡайҙа йөрөгән  була ир ишаратың?

– Эше шул инде, гастроль дә гастроль.

– Кит, шул да булдымы һөнәр! Сиған кеүек йөрө лә ят, имеш. Ярай, үҙе черт с ним. Бына һин йәл.  Әртистәрҙең эш хаҡы юҡ, тиҙәр, нисек ала?

– Ҡуй инде! – Фәриҙә юҡты һорама ла тигәндәй  ҡулын һелтәне. – Тәүге эш хаҡын алып ҡайтып биргәндә иҫем китте, битенә бәрерҙәй булдым. “Кит, кеше көлдөрмә, шундай эш хаҡы буламы” тигәйнем, күҙен дә йоммай, “яңы эш башлап торам, әлегә исемдәрем дә юҡ” тигән була. 

–  Берәй һөйәркәһенә бирәлер, әртистәргә ышаныс бармы? Уларҙың һәр береһе әллә нисә бисә менән йәшәй, ти, бит.

– Филармонияға барып тикшереп тә ҡараным, шулай алған.

– Ҡуй, әйкәйем. Әртис халҡына ышанаһыңмы? Бигерәк бер ҡатлыһың инде. Улар бит левый аҡса ла эшләй. Һиңә биреп бөтмәй инде ул. Эй, әхирәткәйем, бигерәк йәлләйем үҙеңде, һин бында бала ҡарайһың, ә ул күңел асып йөрөй. Былай аңшайып йөрөһәң, Хәсәнеңдән дә ҡолаҡ ҡағаһың бит!

Тыныс ҡына йөрөгән Фәриҙәнең ҡолағы ҡарп итеп ҡалды.

– Китсәле, минең ул турала башыма ла ингәне юҡ.

– Бигерәк бер ҡатлыһың шул! Бер ауыҙың беште бит инде. Һаман һабаҡ алмайһың! Кит-кит! Әҙерәк үҙеңде хөрмәт итер инең. Ҡуй, ул, әртистәргә ышанһаң, улар гастролдә ирле-бисәле булып бөтәләр, ти бит. Ана минең бер әхирәтем шулай ирһеҙ ҡалды. Ире гастролгә китәм ти ҙә аҙна, ун көнгә ғәйеп була икән. Был бер ҡатлы нәмә шуға ышанып ғүмере үтте. Бер көндө үҙҙәрен магазинда йөрөгәндә тотҡан, ти. Ишшеү теге ҡатында ла балаһы бар, ти.

– Ысынмы? Кит! – Фәриҙә ауыҙын асты ла аптырап ҡалды.

– Иң яҡын әхирәтемде алдап тормам инде.

Ул көндө Фәриҙә әхирәтен ҡайтарманы:

 – Дөрләп янып барам, уф, давлением күтәрелде, шикелле. Ошондай ваҡытта яңғыҙымды ҡалдырмаҫһың инде, – тип ҡаршылағы магазиндан шарап та сығып алды. Әхирәттәр ярты төнгә тиклем һөйләшеп ултырҙы...

 

ххх

 

 – Ну, фәхишә, эләктеңме? Хәҙер кәрәгеңде бирәм. Барыбер үҙеңде эләктерҙем бит! Нимә, һиңә башҡа ирҙәр бөткәнме, ә?! – Фәриҙә иренең һөйәркәһен инде сәсенән эләктерҙем тигәндә тегеһе әллә ҡайҙа ғәйеп була ла ҡуя. Артынан баҫтырып хәлдән тайҙы. Шәп ҡаса! Ғәйебе булмаһа, ул тиклем ҡасмаҫ ине. – Юҡ, һин минән ҡасып ҡотола алмаҫһың. Бәй, ире лә бергә  йүгерә түгелме? Шулай шул! Ҡара әле оятһыҙҙар! – Тағы артынан ҡыуып китте. Бына теге албаҫтының сәсенән  матҡып алды ла шап иттереп башына сәпәне. Шул мәлдә генә Фәриҙә ҡулы ауыртыуға түҙмәй йоҡоһонан уянып китте. Уянды ла, бының бары төш булыуына ышана алмай, бер килке ята бирҙе. Унан ҡулы һыҙлай башлауын тойҙо.  Теге бисураға елләйем тип ҡаҡ стенаға бәргән икән.

Кәримә килеп киткәндән бирле Фәриҙәнең күңелендә дауыл ҡупты, шомло хәбәр йөрәген кимерҙе.    “Һин мине белмәйһең әле! Күрһәтер­мен әле мин һиңә  һөйәркәне! Хәстрүш!”  Үҙ алдына енләнә, үҙ алдына туҙына. Гүйә, эсенә ниндәйҙер шайтан оялап алды ла, һис кенә уға тыныс ҡына йәшәргә  ирек бирмәй. Төндәрен һаташып уяна, әллә кемдәр менән айҡаша, баҫтырыша, әрләшә.

Иртән һауыт-һабаһын йыуып торған еренән  бер сынаяғын иҙәнгә бәреп ватты. Үҙен үҙе әрләне. “Иҫәр, был тиклем дә бер ҡатлы булырмын икән! Берәүһе йомшаҡ һөйләп ҡатыға ултыртып китте бит. Ә ул һаман да шул Фәриҙә. Кешегә аҡыл кермәһә кермәй икән! Юҡ, бынан һуң ул асығауыҙ Фәриҙә булмасаҡ! Ул үлде! Әлдә әхирәте килеп күҙен асты әле. Былайһа, һаман шуның алдында өйөрөлөп-сөйөрөлөп йөрөр ине. Хәҙер Фәриҙәнән яҡшы тормош көтмәһен! Шиш!” Ҡатын хатта йоҙроҡтарының үҙенән-үҙе төйнәлгәнен дә һиҙмәне. “Өйгә керетмәйем! И все!”  Иренән нисек үс алырға белмәгән Фәриҙә кинәт уның барлыҡ кейемдәрен шатыр-ботор бер тоҡсайға тултырҙы ла, коридорға сығарып бырағытам тигәндә, туҡталып ҡалды. “Шунан сығарып олаҡтырҙым, ти? Ә ире шуны ғына көтөп йөрөһә? Ҡалай яҡшы булды әле, китергә йәтеш булды әле тип ҡыуана-ҡыуана китер. Юҡ, артыҡ ирем юҡ әле, берәүгә лә бирәһем юҡ. Яңғыҙым ул баланы нисек ҡарайым?!”

 

ххх

 

Тәүҙәрәк уҡыуын институтта дауам итә алмауына Хәсәндең кәйефе төшһә лә, филармонияла эше уңышлы ғына киткәс, дәртләнеп китте.  “Бәлки, киләһе йыл инермен, бала бер аҙ үҫһә, еңелерәк тә булыр”, тип уйланы.     

Коллективта йәш йырсыны  йылы ҡаршыланылар. Республикалағы иң билдәле  эстрада төркөмөнә алдылар уны. Бригада етәксеһе Зөһрә Фәрит ҡыҙы – халыҡ араһында абруй яулаған йырсы. Бәләкәйҙән радионан, телевизорҙан йырҙарын тыңлап үҫкән мәшһүр йырсы менән ҡасандыр  бергә эшләрмен тип күҙ алдына ла килтермәгән Хәсән уның ябайлығына хайран ҡалды.   Ғәжәп ярҙамсыл, ихлас кеше Зөһрә апай!

– Диплом алыу ғына һеҙҙең ысын йырсы булыуығыҙҙы аңлатмай әле, – тине ул йәш кешегә кәңәшен биреп. – Үҙ өҫтөңдә бер туҡтауһыҙ эшләгәндә генә халыҡтың һөйөүен яулаған артист дәрәжәһенә күтәреләсәкһең. Тамашасыға   әйтер фекерең булһын. Мәғәнәһеҙ йырҙар башҡарып, күпме таланттар үҙенең йөҙөн юғалта. Халыҡ һине тауышыңдан  айырып, танып  торһон. Кешене ҡабатлама. Башҡарыу манераңды тап.  Рамаҙан Йәнбәков, Фәрит Бикбулатов кеүек мәшһүр йырсылар дәрәжәһенә етеүеңде теләйем. Һинең тауышыңдан, йырыңдан, ана шул артист йырлай,  тип белеп торһондар.

Хәсәнде   килеү менән   миҙгел асыу концерт программаһына  индерҙеләр. Әлбиттә, бындай бәхет һәр кемгә тәтемәй,  коллективтан иң-иңдәрҙе генә һайлап алдылар. Шуға ла ҡайһы берәүҙәр йәш йырсыға һоҡланып ҡараһа, ҡырын ҡараусылар ҙа булманы түгел. 

Студент саҡта концерттар менән йыш йөрөһәләр ҙә, Хәсәндең филармонияла был тәүге сығышы ине. Тамашаның режиссеры ла, Зөһрә Фәрит ҡыҙы ла егетте ҡат-ҡат иҫкәртте:

– Бындай концертта етәкселәр күп була. Мәҙәниәт министрлығынан, хөкүмәттән вазифалы ҡунаҡтар саҡырылған.  Шуға ла һынатырға ярамай...

– Килешле хәрәкәттәр менән башҡарырға тырыш...

– Сәхнәлә иркен тоторға кәрәк үҙеңде.

Ысынлап та,  Хәсәндең йырын барыһы ла оҡшатты. Танылған сәнғәт әһелдәре лә, тамашасылар ҙа уға гөрләтеп ҡул сапты, кемдер “браво”  ҡысҡырҙы. 

Концерт тамамланғас, ситтә уңайһыҙланып торған Хәсәнде йәштәр уратып алып, күккә сөйҙө, кемдәрҙер уңышы менән ҡотланы. Хатта талапсанлығы менән айырылып торған маҡтауға һараныраҡ бөйөк йырсы Рамаҙан Йәнбәков тә  был юлы һоҡланыуын йәшермәне.

– Шәп йырланың, ҡустым! – тип килеп ҡулын ҡыҫты ул. – Оҡшаны. Йырлағас, ана шулай йырларға кәрәк, кинәнеп, күкрәк киреп, йырҙан көлөп түгел. Тап һинең кеүек кешеләрҙең урыны профессиональ сәхнәлә булырға тейеш. – Унан Хәсәндең ҡайһы яҡтан булыуы, халыҡ йырҙарын йырлау-йырламауы  менән ҡыҙыҡһынды. – Ысын йырсы халыҡ йырҙарын да яҡшы белергә тейеш. Кәрәк булһа, һораш, үҙем дә ярҙам итермен. Уңыштар теләйем.

Һуңынан оперативкала  етәкселәр, күпте күргән өлкән йырсылар Хәсәнде ҡотлап, маҡтап һөйләнеләр.  Гәзиттәрҙә миҙгел асыу тантанаһына арналған мәҡәләлә Хәсәндең исемен дә телгә алып, яҙып сыҡтылар. Былар барыһы ла йәш йырсының кәйефен күтәрҙе, ҡанатландырҙы, үҙ-үҙенә ышанысын тағы ла арттырҙы

Сәхнә тормошо үҙ яйы менән бара торҙо. Бер аҙҙан Хәсәнде иптәштәре йырсы итеп кенә түгел, оҫта алып барыусы булараҡ та асты. Сираттағы гастролгә йыйынғанда  төркөмдә нәфис һүҙ оҫтаһы  булып эшләгән артист ҡапыл ауырып китте. Шул мәл Зөһрә Фәрит ҡыҙы:

–       Һинең телмәрең яҡшы, юморға ла байһың, әйҙә концерттарҙы алып бар, – тигәс, шатланып риза булды егет. Эстрада монологтарын һайланы. Оҡшап китте Хәсәнгә конферансье  һөнәре.  Был йәш йырсы өсөн үтә лә танһыҡ, сөнки концертта  дүрт-биш кенә йыр башҡарыу аҙ һымаҡ уға. Өҫтәүенә    бының өсөн түләнгәс тә, бик һәйбәт булып ҡалды.

Бөгөн Хәсән шуларҙы уйлай-уйлай гастролдән ҡайтып килә. Элекке һымаҡ гастролгә бер нисә айға сыҡмаһалар ҙа, йыш йөрөйҙәр.  Коллективта Хәсән иң йәше. Шуға ла уға бөтә нәмә ҡыҙыҡ. Халыҡ уның исемен ишетеү менән ҡул саба, йырлап бөткәс, туҡтауһыҙ алҡышлап, ҡабат-ҡабат сәхнәгә саҡыра.

Әле бына район үҙәгендә сығыш яһанылар, унда Хәсәнгә хатта гөлләмә лә бүләк иттеләр. Ҡайтышлай магазиндан улына матур ғына костюм да һатып алды.

Автобуста артистар гөж килә, ә уның күңелен аңлашылмаған ниндәйҙер шомло хис биләп алған...

Кәләшен, улын  һағынып, уларҙы ҡыуандырайым тип  йылмайып ҡайтып ингән  Хәсән бүлмәләге тәртипһеҙлекте күреп,  шаҡ ҡатты.

– Бәй, ни булды?

– Бына мин һинән һорарға тора инем шулай тип. Шунан һөйәркәң менән күңелең булғанға ауыҙың йырылып ҡайттыңмы?!

– Аңламаным! Ниндәй һөйәркә тураһында һөйләйһең ул? – Ҡатынынан быны көтмәгән Хәсән аптырап ҡалды.

– Башыңды иҫәргә һалма, бөтәһен дә беләбеҙ инде. Һин мине иҫәргә һанағас та.

– Һеҙҙә бейеүсе Гөлбинә бармы?

– Бар.

– Шуны кем тип уйлайһың?

– Кем тип уйлайым? Бейеүсе.

– Ниңә шуның менән типтерәм тип әйтмәйһең?

– Кит,  Фәриҙә,  нимә   уйлап   сығарҙың  ул? Хыялый булып бараһыңмы? Уның бына тигән ире бар. Фәрит ағай менән бына тигән йәшәп яталар. Ике балалары үҫә.

– Әллә ирҙәре булғандар йөрөмәй тиһеңме? Как раз шулар инде башҡа кеше ирҙәрен аҙҙырыусылар.

– Ярай, Фәриҙә, юҡ өсөн талашмайыҡ. Үҙегеҙҙе һағынып ҡайттым.  Буш ваҡыттарҙа концерт ҡуйып, аҡса ла эшләнек әле.

Хәсән кеҫәһенән апаруҡ ҡына аҡса сығарҙы, күстәнәстәрен өҫтәлгә йәйеп һалды, ҡулындағы сәскәһен кәләшенә һондо ла үпмәксе булып уға үрелде. Шул мәл Фәриҙә гөлләмәне иҙәнгә  һелтәп ебәрҙе лә шап иттереп уның сикәһенә усы менән сәпәне.

Хәсән көтөлмәгән хәлдән  шаңҡып ҡалды.

– Нишләйһең ул? Алйып бараһыңмы?

– Бына һин алйып бараһың, шикелле!

Хәсән иҙәндәге сәскәләрҙе  йыйып, өҫтәлгә һалды. 

– Кем уйлап сығарҙы ул һөйәркәне? Әйт әле?

– Хәбәр  эйәһе  менән  йөрөмәй.  Күргәндәр инде...

– Күргәндәр?! – Хәсән аптырап ҡабатлап һораны.

Бер аҙҙан Фәриҙә  үҙенең арттырыбыраҡ ебәргәнен аңланы шикелле, тынысланғандай булды. Йөҙөнә йылмайыу сатҡылары сығарып, сәй ҡайнатырға ҡуйҙы, гөлләмәне вазаға ултыртып, күстәнәстәрҙе һыуытҡысҡа урынлаштырҙы, аҡсаны йыйып ҡуйҙы.

 Хәсәндең кәйефе бер  ҡырылғас, өҫтәл янында ла һүҙҙәре берекмәне. Кәләше һаман төпсөнөүен белде.

– Ҡайҙа йоҡланығыҙ?

– Ҡайҙа булһын! Кешелә фатирҙа инде. Клуб мөдире алып ҡайтты. Ауылда кем һиңә гостиница әҙерләп ҡуйһын!

– Һин фатирға кемдәр менән төштөң?

– Бөтәбеҙ ҙә бергә.

– Ыстаҡ, нисек улай? Оятығыҙ бармы һеҙҙең? – Фәриҙәнең күҙе маңлайына менде. – Аңлашылды былай булғас!

– Нимәһе аңлашылды?

– Белмәй әйтмәйҙәр икән: әртистәр гастролдә ирле-бисәле булып бөтәләр тип.

– Уны кем һөйләй һуң?

– Бөтәһе лә һөйләй. Иң гулящий халыҡ – ул әртистәр, тип.

– Фәриҙә, юҡ менән башты ҡатырма әле.

– Ә-ә-ә, бына йөрөп ҡайттың да хәҙер минең ауыҙҙы тыймаҡсы булаһыңмы? Юҡ, мин үҙемдең баштан көлөргә юл ҡуймаясаҡмын...

Хәсәндең ашауы ашау, эсеүе эсеү булманы. Бер нисә көн буйы концерт ҡуйып, халыҡтың ҡабат-ҡабат һорап йырлатыуынан күтәрелгән кәйефенең бер нисә минутта остоғо ла ҡалманы. Улын ҡосаҡлап, һөйөп-һөйөп алды. “Уҡытыусым ҡайһылай дөрөҫ әйткән, яңылыштым, ахырыһы”, тигән уйҙары күңеленән сыҡманы. “Үҙемдең бер ҡатлылығым  арҡаһында иртәрәк өйләндем. Их, һиңмай” тигән шик ҡорт шикелле йөрәген кимерҙе. Ҙур хата эшләүен аңланы. Әммә уфтанып бер ни ҡылып булмай. Бала бар. Улын ғәжәп яратты Хәсән. Хатта бер нисә сәғәткә айырылып торғанда ла  уны һағынып өлгөрҙө. Гастролдәргә бармағанда, төшкө ашҡа өйгә ҡайтып йөрөнө. Улы менән күңеле булғансы уйнап, шаяртып кәйефен күтәрә ине. Әммә бындай бәхетле көндәрҙе урлау, кәйефте боҙоу өсөн Фәриҙә сәбәбен табып торҙо.

“Утһыҙ төтөн булмай! Фәриҙә бында бала ҡараһын, ә ул ҡыҙҙар менән гүләйт һуҡтыра. Ҡара әле, бигерәк бер ҡатлы инде! Бығаса ни эшләп башына инеп тә сыҡмаған.  Барыбер бер эләктерәсәк бит! Ул ваҡытта  теге кәнтәйенең дә, үҙенең  дә кәрәгең бирәсәк”. Теге ваҡыттан һуң Фәриҙәнең  тыныслығын бөтөнләй урланылар.

Тиҙҙән Хәсән эшләгән төркөм  тағы ла гастролгә йыйынды. Ире йыйынып сығып китеү менән Фәриҙә улын әхирәтенә ҡалдырҙы ла шым ғына артынан юлланды.  Бына ул филармония ҡаршыһында торған автобусты күрҙе. Тимәк, ошо автобус менән баралар. Бер аҙҙан егеттәр автобусҡа музыка аппараттарын кереттеләр. Унан ҡатын-ҡыҙҙар, уларҙан һуң егеттәр автобусҡа инә башланы. Бәй, ни күрә, иренең ҡулында үҙенекенән тыш тағы бер олоғара сумка. Эргәһендә аҡ  яғалы пальтола ҡыҙ тора.  Шул тамуҡ киҫәүенең генә сумкаһы. Үҙҙәре нимәлер һөйләшкән, көлөшкән була. Был хәлде күҙәтеп торған Фәриҙәнең асыуы алҡымына тығылды. “Бына хәҙер күрһәтәсәк ул һеҙгә ғишыҡ уйынын! Бына хәҙер! Фәриҙә һеҙ уйлағанса дүрәк түгел ул!” Ул арала тейәлер әйберҙәрҙе автобусҡа тейәп, ултырып бөттөләр, шикелле. Шуны ғына көтөп торған Фәриҙә йәшен  тиҙлегендә  автобус эсенә йүгереп барып инде лә ишек төбөндә баҫып торған ханымдың  башлығын йолҡоп та алды.

– Оятһыҙ!  Бына  һин  икәнһең  кеше ирен аҙҙырып йөрөүсе!

– Аңламайым, нимә эшләүегеҙ был?! – Иренә нимәлер һөйләп  торған   ҡатын аптырауҙан шаҡ ҡатты ла ҡалды.

– Быны  мин  һеҙҙән  һорарға теләгәйнем! – Фәриҙә ҡатынға күҙенең ағы менән сәнсеп ҡараны.

Бындай йәмһеҙ күренеште көтмәгән Хәсән дә ҡапыл  аптырап ҡалды, унан урынынан һикереп тороп Фәриҙәгә яҡынланы.

– Фәриҙә, нимә эшләүең  был? Ниңә кеше аптыратаһың? Нимә эшләп бер гонаһһыҙ кешене рәнйетәһең?

– Ни эшләүемме?! Быны һинән һорарға кәрәк?! – Ярһыған ҡатын хәҙер Хәсәнгә ябырылды. – Ҡара әле, оялмай ҙа миңә нимә ти! Бергәләшеп уйнаш итергә сыҡтығыҙмы, әртис ишараттары?!

Бындай һүҙгә Зөһрә Фәрит ҡыҙы ла түҙмәй урынынан  килеп торҙо.

– Һеңлем, ни һөйләйһең? Ниндәй уйнаш итеү ти ул?  Бында берәү ҙә боҙоҡ юлда йөрөмәй. Тауыш ҡуптарырға һинең ни хаҡың бар әле? 

Әммә Фәриҙә берәүҙе лә тыңлар, ишетер хәлдә түгел ине. Ул үҙенекен теҙҙе:

– Эйе, беләм мин һеҙҙе! Минең артыҡ ирем юҡ! Ошо фәхишә менән иремде бергә гастролгә ебәрәһем юҡ! – Фәриҙә, тыны ҡурылып, сәсәп, ҡысҡырып илап ебәрҙе.

– Һеҙ ныҡ яңылышаһығыҙ, һеңлем. Зөһрә Фәрит ҡыҙы ҡатынды тынысландырырға тырышты. – Был Нәргизә була, бер ниндәй ҙә артист түгел. Беҙҙең танылған баянсы Мәрәһимдең ҡатыны. Ирен  оҙатырға килгән.

Күпме йөрөп тә әлегәсә бындай хәлде күргәне лә, ишеткәне лә булмаған артистар шаҡ ҡатты. 

– Мине алдамағыҙ! Мин иремде һеҙҙең менән йөрөтәһем юҡ! – Күҙе аларған Фәриҙә Хәсәнгә килеп йәбеште. – Нимә ҡатып ҡалдың? Әйҙә, төш, ҡайттыҡ!

– Һеңлем, тыныслан әле! – Зөһрә Фәрит ҡыҙы йәнә Фәриҙәгә ҡараны. – Ҡайҙан килде башыңа ундай боҙоҡ уй? Беҙ эшкә сыҡҡанбыҙ. Беҙгә концертҡа барып өлгөрөргә кәрәк. Хәсәнде алмаштырырлыҡ минең кешем юҡ. Беҙҙең эш планын боҙорға һинең хаҡың юҡ.

Әммә Фәриҙәне тынысландырыу мөмкин түгел ине. Ул был минутта ҡорбанын йолҡҡосларға әҙерләгән йыртҡысты хәтерләтте. Сәсе-башы туҙған, йөҙө ҡып-ҡыҙыл булып, ҡан тамырҙары бүртеп сыҡҡан.

– Әйҙә ҡайттыҡ, ни эшләп тораһың! – Ул Хәсәнгә сытырман йәбешеп, уны салондан һөйрәй башланы.

Бөтә халыҡ алдында оятҡа ҡалған Хәсән был мәлдә үҙен хас та тәртип боҙоп тотолған бала хәлендә тоя ине. Ул арала шофер, етте, ҡуҙғалырға ваҡыт тигәнде белдереп, машинаны бипелдәтте. Ахырҙа урынынан торҙо:

– Һеңлем, беҙгә ҡуҙғалырға ваҡыт. Былай ҙа тотҡарландыҡ, билдәләнгән ваҡытҡа барып етергә кәрәк, – тине Фәриҙәгә тура ҡарап.

– Хәсән төшмәйенсә, мин төшмәйем! Күрәләтә иремде  уйнаш итергә ебәрәһем юҡ!  Әртистәрҙе беләм инде. Күҙемде астылар!

– Һеңлем, һинең оятың бармы, юҡмы? – Зөһрә Фәрит ҡыҙы йәнә телгә килде. – Тота килеп беҙгә яла яғырға һинең ни хаҡың бар?

– Ҡара әле, туғаным, тыныслан, – тине йырсы Гөлсәсәк тә.  – Әллә күпме эшләп бындай хәлде  әлегә күргәнебеҙ юҡ ине...

– Мине тыймағыҙ! – Фәриҙә  хәҙер инде Гөлсәсәккә ябырылды. – Һине лә беләбеҙ кемдәр менән теттергәнеңде!  Фәрештә түгелһең! Әллә исемде һиңә тәк торғандан тоттороп ҡуйғандармы?! Юҡ шул! Беләбеҙ!

Был ҡатын менән башҡаса һөйләшеү мәғәнәһеҙ икәнен яҡшы аңлаған артистар өндәшмәне. Барыһының да кәйефе ҡырылған ине. Хәсән иһә иптәштәренең күҙенә күтәрелеп тә ҡарай алманы. Оят, ғәрлек ине уға.   Сумкаларын эләктереп, автобустан төшөүҙән бүтән сара ҡалманы Хәсәнгә... Уның урынына икенсе йырсыны көскә табып, барыр ерҙәренә күпкә һуңлап, ҡуҙғалып китергә мәжбүр булдылар.

Башҡаса Хәсән филармонияға барманы,  ғариза яҙҙы ла эштән китте. Шулай итеп, ни бары йыл ярым эшләп ҡалды ул филармонияла...

Повесть тулыһынса журналдың 5-се һанында донъя күрәсәк. 

 

Альбина ТАҠАЛОВА һүрәте.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас