Мансаф Тажетдин улы Ғиләжев 1933 йылдың 17 майында Саҡмағош районының Иҫке Бәшир ауыл советына ҡараған Сәрмәсән йылғаһы буйындағы Яңы Йомран ауылында тыуған. Күрше Яңы Ҡалмаш ауылында тулы булмаға урта мәктәптә белем алғас, 1947 йылда Борай районының Салҡаҡ урта мәктәбенә уҡырға китә. Өлгөргәнлек аттестаты алғас, Алдар ауылында башланғыс мәктәптә мөдир булып эшләй. Өс йыл армия сафтарында хеҙмәт итә. Ҡырғыҙ далаларында осоусылар мәктәбендә уҡый. Офицер погондарын һалғас, К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә, һәм 1960 йылда тамамлай.
Сирек быуатҡа яҡын ғүмерен Башҡортостан телевидениеһында мөхәррир, өлкән мөхәррир, баш мөхәррир вазифаларын башҡарып үтә. 1984 йылда Мансаф Ғиләжевты Башҡортостан китап нәшриәтенә эшкә күсерәләр. Унда дүрт йылға яҡын баш мөхәррир булып эшләй. Ул — 1986 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.
"Йәшәге килә" (повесть)
Бөгөн төҙөлөштә туңырға яҙмаған икән. Бригадалағы өс ҡыҙҙы урында ҡалдырып, һигеҙ егеткә ниндәйҙер “мөһим бурыс үтәргә” ҡушылды. Улар, тимер юл составын бушатырғалыр, тип фараз иткәйне лә, бурыс үтәү бөтөнләй Черниковкала түгеллеген әйттеләр. Егеттәргә лом-көрәк, ҡорос тростар алырға ҡуштылар.
Октябрь айы үҙенең һуңғы көндәрен һанағанлыҡтан, ҡояш сығыу менән, ҡолап төшөүенән шөрләгәндәй, юғарыға ынтылмайынса, горизонт буйлап ергә яҡыныраҡ шыуышты. Арый, ул да хәлһеҙләнәлер, күрәһең. Йылытыуы ла ташҡа үлсәйем. Быйыл, ғөмүмән, иртәрәк арыны шикелле, октябрь урталарында уҡ Ағиҙел, Ҡариҙел ҡабат иремәҫлек булып туңды. Шуныһы хөрт – ҡар юҡ. Әлбиттә, төҙөлөш өсөн уңайлы, ә инде икенсе яҡлап, ҙур ғына ауырлыҡтар менән сәселгән арыш ужымын һәләкәт көтә.
Уларҙы ни өсөндөр Ҡариҙелдең түбән яғына ҡарай алып киттеләр. Һигеҙ егеттең береһе Әсхәт ине. Кемдер:
- – Мунса эшләмәй, имеш, һыу индерергә илтәләрҙер, – тип шаяртмаҡсы иткәйне лә, ҡеүәтләүсе булманы. Туң ерҙә ботинкалар ғына шаҡылданы.
- Яр ситендә, өйөлөп туңған боҙ өҫтөндә, ҡарҙың тәрәнлеге ус киңлеге самаһы бар ине. Йылғаны ике яғынан да ҡара урман ҡаймалай. Йәйен гөрләп торған донъя бөгөн бик шыҡһыҙ.
- Уңда ярайһы уҡ бейек тау теҙмәһе, ә ҡаршы яҡта күҙ алымы еткәнсегә йәйелгән эре ағаслыҡтар, әрәмәләр, боҙ менән ҡапланған эре-эре күлдәр – Әсхәт өсөн быларҙың бөтәһе лә серле ине. Сөнки ул бындай донъяны тәүге тапҡыр күрә.
- Сәрмәсәнде лә уң яҡтап Ағиҙелгә тиклем тауҙар теҙмәһе оҙатып бара, әммә ләкин улар күптән шәрә, ҡаршы яғындағы алыҫ-алыҫтарға йәйелгән элекке ағаслыҡтары, инһәң аҙашырлыҡ әрәмәләре юҡҡа сыҡҡан. Унда иген баҫыуҙары. Әлбиттә, ул төбәктәр ҙә заманында урмандарға күмелеп ултырған тик бер-береһенә ялғанырлыҡ булып теҙелгән ауылдарҙа көн итеүселәр ике-өс йөҙ йылдар дауамында ҡарурмандарҙы юҡҡа сығарған. Сөнки борон-борондан беренсе урында тамаҡ туйҙырыу мәсьәләһе торған.
- Әсхәттең тыуған ауылы Яңыһаҙҙы ялан уратҡан. Әҙәм балаһы үҙе яһаған ялан, дала.
- Төркөм өҫтө боҙ менән ҡапланған Ҡариҙелдең ситенән түбән ҡарай юлланды. Ярай әле йылғаның сите алданыраҡ туңған – ун метр самаһы киңлек быялалай тигеҙ, өҫтөндә ҡар һаҡланғанлыҡтан, атлауы уңайлы, таймай. Шул боҙҙан һыу ситенә терәлгән ере буйҙан-буйға ике бармаҡ һыйырлыҡ ярылған. Быға туңдырғандан һуң һыуҙың кәмеүе сәбәпсе.
- Эйе, бөтә бәлә көҙҙөң ҡоро килеүендә.
- Байтаҡ атлағандан һуң яр ситендә ҡарайып ултырған ниндәйҙер ҙур кәмә эргәһенә яҡынлаштылар. Өҫтөндә таҡталар менән көпләнгән билдәһеҙ өс нәмә тора. Былар ябай йөк түгел, ә ҡиммәтле йыһаз ине.
- Егеттәр килеп туҡтағас, тышлы тун кейгәне алғараҡ сыҡты. Йөҙөн нығыраҡ асырға теләпме, бүркен күтәрә төштө.
- – Эш шунан тора: беҙҙең заводҡа килеүсе баржа бәләгә тарыған. Уға тейәлгән йөк бөгөнгө көндә алтындан да ҡиммәтерәк. Күреп тораһығыҙ, юлын аҙағынаса дауам итә алмайынса туңып ҡалған. – Тирә-йүнгә ҡаранды. – Былар… станоктар! Бәләнең ҙуры – береһе һыу төбөндә. Боҙ аҫтында. Бурыс – шуныһын сығарыу. Нисекме? Уйлашайыҡ. Һөйрәшергә тағы кешеләр киләсәк. Бына шул.
- – Ашығырға кәрәк. Боҙ ҡалыная бара. Станок иртәгә эшләй башларға тейеш, – тип мәсьәләнең мөһимлегенә баҫым яһаны туны тышланған кеше эргәһендә тороусы.
- Тынлыҡ урынлашты. Тәбиғәт тә тәрән уйға ҡалғандай тойолдо: ел дә иҫмәй, ботаҡ та һелкенмәй, хатта ҡаршы ярҙағы бер генә урамлы ауылдағы эттәр ҙә шымып ҡалған.
- – Оҙаҡ уйларға ваҡыт юҡ. Фекерҙәрегеҙ? – Тунлы кеше үҙен уратып алған һәр кемдең йөҙөнә баҡты.
- – Тәүҙә боҙҙан араларға кәрәк. Юҡ, улай түгел… – тине иҫке тун, бүркенең ҡолаҡтарын төшөрөп кейгән һаҡаллы кеше. Ул тире бейәләйенең береһен һалып ауыҙы ситтәрендә бармағын йөрөттө. Бәлки, мыйығына йәбешеп туңған боҙҙо иретәлер.
- – Һөйлә-һөйлә, Панкрат Карпович, – тип уға боролдо баяғы кеше. – Тыңлайбыҙ.
- – Былай итәйек: яҡты күҙҙә күп итеп утын әҙерләргә кәрәк. Усаҡ һәр ваҡыт дөрләп торһон. Шунан боҙҙо асырбыҙ. – Ул теге кешегә яҡынайҙы. – Батҡан йөк ошолар кеүекме? – Баржаға ымланы.
- – Эйе, шундай уҡ булырға тейеш.
- – Тимәк, аҙым менән үлсәргә лә шунан ҙурыраҡ итеп һыу ситенә тиклем боҙ асырға кәрәк. Ә тросты нисек эләктерергә? Багор менән генә булмаҫ. Һыуға төшөргә тура килмәгәйе…
- Панкрат Карпович Захаров Ҡариҙелдең ҡаршы яғындағы ауылдан. Шунда тыуып бөтә ғүмерен шунда үткәргән. Баржа менән күңелһеҙ хәл килеп сыҡҡас, мәсьәләнең мөһимлеген аңлап, төҙөлөшкә ашыҡты ла бар белгәнен һөйләп бирҙе. “Әгәр катер йөрөтөүсе һағыраҡ ҡыланһа, баржаның артын ярға яҡынайтыр өсөн ҡат-ҡат төкөтмәһә, өҫтәге йөктәрҙең береһе, моғайын, ҡоламаҫ та ине”. Был уйҙарын эсендә ҡалдырҙы. Катер йөрөтөүсенең хәлен ҡатмарлаштырыуҙан шикләнде.
- – Йәй түгел бит, тросты тотоп сумырға, – тип һөйләнде, йөрөнөп алды. – Октябрь аҙағы… Йылдар әллә нимә эшләне, юғиһә байрамда күлдәксән йөрөгән саҡтар ҙа бар ине бит.
- – Сумып, тиһеңме… – Тышлы тун кейгән кеше баржаны урап сыҡты. – Сумып…
- Ул арала ҙур төркөм яҡынайҙы.
- – Былай итәйек, кемдер хәҙер үк… Юҡ, үҙем сығам ауылға. Бер нисә егет кәрәк. Балта-бысҡы алып киләйек. Ауыл халҡына ла әйтәйек. Булдыра алғандар ярҙамлашыр. – Ул өс егетте эйәртеп, ике яғына маяҡ итеп ҡаҙалған ағас ботаҡтары араһындағы һуҡмаҡтан китте. Йылғаның өҫтө тигеҙ туңмағанлыҡтан, юл борма-борма ине.
- Тәүҙә мәке уйып, оҙон ҡолға менән станоктың ҡайһы тирәлә ятҡанлығын самаларға ҡарар ҡылдылар. Шуға күрә урмандан беләктән нәҙегерәк оҙон ағасты киҫеп килтереп, мәкегә тыҡтылар. Ағас шунда уҡ ҙур нәмәгә бәрелде һәм уны ҡыйғаслап йөрөтә-йөрөтә, ҡайһы тирәлә һәм ниндәй тәрәнлектә ятыуын самаланылар. Шул урындың боҙон киҫеп, һыу өҫтөн асыу башланды. Боҙҙоң өҫтөндә күмәкләп йөрөү ҡурҡыныс, уны ватыу ҙа бик еңелдән түгел. Тейешле күләмен бер нисәгә бүлгеләп, уларҙы боҙ аҫтына батырып, ағыҙып ебәрергә килештеләр.
- Ул арала ауылдаштары менән Панкрат Карпович та килеп етте. Балта, бысҡыларҙан тыш ҡулдарында айырым-айырым уралған бер нисә арҡан да бар ине.
- Хәҙер төп эште – һыу төбөндә ятҡан йөктө нисек тә булһа тросҡа ныҡлап эләктерергә, дөрөҫөрәге, уны уратып, ҡыҫып бәйләргә. Ысҡынырлыҡ булмаһын. Ҡармаҡҡа ҡапҡан ташбаш түгел, ҡабат эләгер әле, тип ҡул һелтәй алмайһың. Алда башың менән яуап бирә торған бурысты үтәү тора. Етмәһә, төптә ятҡан станокты көпләгән таҡталар ҙа һынған, шикелле, ҡолғаны ҡуҙғатҡанда шулай тойолдо.
- Әсхәт ауылға барып арҡан алып килеште. Боҙ ҙа ватышты, тик һыуға батҡан әйберҙең нимә икәнлеген, ниңә бөгөн үк һөйрәп сығарырға тейешлеген аҙағынаса аңлай алманы.
- Трос осон арҡанға бәйләп түбән төшөрҙөләр һәм йөктө уратып ярға тарттылар, элмәк яһап һөйрәп ҡаранылар, тик нисек кенә һаҡлыҡ күрһәтмәһендәр, трос таҡталар менән көпләнгән станоктан ысҡына ла китә. Хатта һынған таҡта киҫәктәре лә һыу өҫтөнә ҡалҡып сығып йөҙөп йөрөнө. Ул ғынамы, асылған урын ҡабаттан туңа башланы.
- – Кемгәлер сумырға тура килер, дуҫтар, – тип тышлы тун кейгән кешегә баҡты Панкрат Карпович. – Ҡараңғы төшкәнсе ярға сығара алһаҡ, ярты эш башҡарылыр ине, начальник.
- – Егеттәр! – тип эргәһендәгеләргә мөрөжәғәт итте тегеһе. – Кемделер мәжбүр итергә хаҡыбыҙ юҡ. Мәсьәләнең етдилеген аңлап тораһығыҙ. Ҡабаттан әйтәм, станокты ҡотҡарырға кәрәк. Фронт һорай, Сталин ҡуша. Һәр берегеҙҙе яҡындан белмәйем. Әгәр ҙә мөмкин икән, үҙ-ара һөйләшеп хәл итегеҙ.
- Төркөмдәгеләр кәңәшләшә башланы… Ете ҡат үлсәргә, бер ҡат киҫергә кәрәк… Аранан берәү:
- – Шундай егет бар барлыҡҡа, – тип һүҙ ҡушты. – Тик ашығырға ярамаҫтыр.
- – Кем ул? Ашығырға кәрәк шул.
- – Әсхәт Ғәлимов.
- – Үҙе ҡайҙа?
- Өлкәнерәк берәү Әсхәтте етәкләп тигәндәй уртаға сығарҙы.
- – Бына ул.
- Начальник уның эргәһенә килде.
- – Нисә йәш? Ҡайҙан?
- – Ул алтыла. Сәрмәсән буйындағы ауылдан. Топорниноға егерме саҡрым.
- – Кушнаренкоғамы?
- – Эйе.
- – Йөҙә беләһеңме?
- – Беләм…
- – Ҡурҡыныс бит. Сирләйһеңме берәй ауырыу менән?
- – Бер ниндәй ҡурҡынысы юҡ. Һалҡын ғына. Билгә тиклем ҡыш та батҡаным бар. Тал алып ҡайтҡанда.
- Начальник “тал” тигәнен аңламаны, әлбиттә, уныһы мөһим дә түгел. Ул Әсхәттең арҡаһына еңелсә генә һуғып ҡуйҙы, йылмайырға тырышһа ла, йөҙө ифрат етди.
- – Нимә, иптәштәр, тәүәккәлләйбеҙме? Панкрат Карпович, һин ҡайҙа?
- Ауыл ҡарты ашығып эргәһенә килеп баҫты.
- – Батыр табылды.
- – Башҡаса сара юҡ. Егетте һаҡларға тейешбеҙ. Бына иҫке булһа ла быйма. Бына толоп. Инәнән тыума сисендерербеҙ. Сөнки һыуҙан сыҡҡас еүеш кейемдә туңасаҡһың. Был эште шулай башҡарырҙы белгәндәй Анастасияма мунса яғырға ла ҡуштым. Бындай хәлгә юлыҡҡаным юҡ ине. Дөрөҫө шулай. Ризаһыңмы, сынок, тәүәккәлләйһеңме? Кемдәрең бар?
- – Әсәйем, ике ҡустым, атайым фронтта.
- – Тәүҙә аңлатайыҡ. Станок бына ниндәй… – Начальник ерҙә ятҡан сыбыҡты алып ҡарға һыҙа башланы. – Өҫтәл кеүегерәк. Өҫтөндә, тегеү машинаһын күргәнең бармы, шуға оҡшаш өлөшө бар, бер башы айырылыбыраҡ тора. Шуны эләктерә алһаҡ шәп булыр ине. Йәки анауы йәшниктәрҙе күрәһең бит, аҫҡы өлөшөнән уратып сығар. Һәрмәп белерһең. Йәһәт эшләргә кәрәк, һыу аҫтында оҙаҡ тороп булмай.
- – Ҡырҡ, иллегә һанағансы сыҙағаным бар.
- – Молодец, егет. Молодецтан башҡа һүҙ юҡ. Эште башҡара алһаҡ, атайыңа ла, әсәйеңә лә рәхмәт хаты яҙып ебәрербеҙ.
- Усаҡ эргәһенә алып барғас, Әсхәт тиҙ генә ботинкаларын һалып быйма кейҙе, шунан сисенеп, йылытылған толопҡа төрөндө. Бер осо йылытылған дилбегәне ныҡ итеп биленә бәйләнеләр.
- Боҙ өҫтөнә ингәндә берәү, туңырға ирек бирмәү өсөн, һыуҙы таяҡ менән болғай ине.
- – Бөтәһен дә аңланыңмы?
- – Эйе, – Әсхәт башын ҡаҡты ла трос осона беркетелгән дилбегәне беләгенә урап, ҡара һыуға төшөп китте.
- Иң элек тәнен меңәрләгән энә сәнскәндәй тойолдо уға, түҙә алмаҫлыҡ һыуыҡ өтөп алды, хатта секундҡа ғына усаҡ ялҡыны бәрелгәндәй булды.
- Йылға тәрән һәм һалҡын. Әсхәт таҡталарҙан айырылмаҫҡа, уларҙы һәрмәп, уларға йәбешеп хәрәкәтләнергә кәрәклеген аңланы. Ысҡынып боҙ аҫтына киттеңме, башҡаса өҫтәге донъяны мәңге күрмәүең ихтимал. Күҙҙәр асыҡ булыуҙан мәғәнә юҡ – гүр ҡараңғылығы. Төптә ташлыҡ. Әсхәт аяҡ бармаҡтары менән ҡырсынға тибеп, яр яғын самалап, алға һәм өҫкә ынтылды. Башын сығарғас, усаҡ яҡтылығын күрҙе, һыу ситендәге кешеләрҙе шәйләне. Күкрәк тултырып һауа һулағас, дилбегәне уларға һуҙҙы.
- – Тегеү машинкаһын тойманым. Ҡайҙа икенсе трос?! – тип ҡысҡырҙы тештәрен шаҡылдатып. – Тиҙерәк!
- – Юҡ, юҡ, сыҡ давай, етте! – тип яуапланылар.
- – Бер ингәндә бирегеҙ! – Әсхәт туңыуынан ҡурҡҡандай, кәүҙәһен һыу аҫтына төшөрҙө.
- – Килтерегеҙ дилбегәне! – Ҡысҡырған кеше епте егеткә тоттороу өсөн тубығына тиклем һыуға инде. – Мә! Аҫта оҙаҡ торма!
- Әсхәттең башы яңынан һыу аҫтында юғалды. Ярҙағылар шым булды. Секундтар, әйтерһең, минуттарға, сәғәттәргә әйләнде – уны көттөләр. Ниһайәт, Әсхәттең башы күренде. Ул сәсәп:
- – Мәгеҙ! Эләктерҙем шикелле, – тип дилбегәне һуҙҙы.
- Зарығып көтөлгән һүҙҙәр һыу аҫтынан уҡ ишетелгәндәй тойолдо. Әсхәт һыу төбөндәге таштарға ла, яр ситендәге ҡарға ла иғтибар итмәй усаҡ яғына ынтылды. Уның өҫтөнә толоп ырғыттылар, күтәреп алып аяҡтарын ҡоро быймаға тыҡтылар. Усаҡ эргәһенә еткәс, толоптоң ике сабыуын асып салбарын, күлдәген кейҙерҙерергә тотондолар.
- – Ауылға! Һис кисекмәҫтән ауылға! Минең өйгә! – Панкрат Карпович Әсхәт тирәһендәгеләрҙе ашыҡтырҙы. Шундуҡ мунсаға!
- Ауыл ҡарты эргәһенә тунлы кеше килде.
- – Егеткә ул-был булмаҫтыр? – Эргәһендәге кешегә ымланы, тегеһе түшенән шешә сығарып, Панкрат Карповичҡа һондо. – Ал, ал, Карпыч, – тине арала әйҙәүсе, етәксе булып һаналғаны. Ҡарттың ҡолағына эйелде лә бирҙе, – спирт…
- – Шәп нәмә! Бындай осраҡта – хазина! Тәнен ыуырға кәрәк, бер стаканды эсергәндә лә ҡамасауламаҫ. – Шешәне һырған салбары кеҫәһенә тыҡты. – Йылына торһон.
- Шул саҡ былар эргәһенә түңәрәк йөҙлө берәү килде лә, киң ҡара ҡаштарын күрһәтергә теләгәндәй, бүркен күтәрә бирҙе.
- – Тростарҙың икеһен дә эләктерҙе. Тартып ҡараныҡ, йөк урынынан ҡуҙғала биреп ҡуйҙы. Ҡана, ҡосаҡлайым үҙен!
- – Күккә сөйөргә булыр ине, – тине Панкрат Карпович. – Ә мин уны мунсала имән миндек менән сабасаҡмын. Теге йөгөгөҙҙө, егеттәр, бик һаҡлыҡ менән, самалап ҡына эш итегеҙ, тростарығыҙ ысҡына күрмәһен. Боҙ ситенән багор ярҙамында шуплаштырып торһағыҙ ҙа ярай. Тростар өҫкә шылмаһын!
- Ҡорос тростарҙы яр ҡырына тиклем һуҙҙылар ҙа һыу ситенән үк шуларға йәбештеләр. Яҫы битле әҙәм артабанғы эш менән етәкселек итеүҙе үҙ өҫтөнә алды.
- – Мине тыңлағыҙ! Мин команда биргәс кенә тартабыҙ. Һаҡлыҡ кәрәк. Кинәт хәрәкәт тыйыла. Аңлашыламы? Кем ғәйебе менән трос ысҡына икән, шул һыу аҫтына төшәсәк.
- – Аллам һаҡлаһын. Был шаярыу ғына була күрһен, – тип янауҙы төҙәтә һалды Панкрат Карпович.
- – Бер, ике, өс! Әкрен генә һынап ҡарап ҡына! – Етәксе команда бирҙе. Тотонған һәр кеше бөтә көсөн тростарға һалды. – Әйҙәгеҙ, әйҙәгеҙ, һелкенде. Ҡуҙғалды! Шыуһын…
- Һыу өҫтөндә урындыҡ таҡтаһы кеүек нәмә күренде.
- – Нәҡ үҙе! Сыға! Килә!..
- Кем ҡысҡырғанын, башлап кемдең ҡыуанғанын белерлек түгел. Һәр хәлдә күңелле тауыш ине.
- “Кешенән дә көслө йән эйәһе юҡтыр фани донъяла. Бындай йөктө, моғайын, НАТИ-ҙа тарта алмаҫ ине” тип уйлап усаҡ яғына атланы ауыл ҡарты.
- – Ҡайҙа минең егет?
- – Йылындым, – тине Әсхәт. – Әгәр ҙә тартышһам, тирләрмен дә.
- – Юҡты һөйләмә, әйҙә өйгә. Сәләмәтлек менән шаярырға ярамай. Иртәгә түгел икән, зәхмәте ике-өс айҙан килеп сығыуы ихтимал. Шешеп…
- Әсхәт, Панкрат Карпович, уларҙы оҙатып ҡуйырға тейеш тағы йәнә ике кеше маяҡлы һуҡмаҡҡа ҡарай атлағанда серле йөк метрҙай күтәрелгәйне һәм яр ситенә байтаҡ яҡынайғайны.
- – Улым, ҡара! Ғорурлан! Ниндәй эш башҡарғаныңды аңлайһыңмы? – тип ҡысҡырҙы ауыл ҡарты. Толобо салғыйын һөйрәтеп атлаған Әсхәттең арҡаһынан шапылдатып.
- Әсхәт өндәшмәне. Әлбиттә, күрә ине ул, сөнки бөтә иғтибары шунда йүнәлгән. Ап-аҡ булып һуҙылып ятҡан Ҡарғиҙел дә, ике яғындағы ҡарурмандар ҙа, тәҙрәләрен йылғаға ҡаратып теҙелгән урам өйҙәре лә күҙенә салынманы. Ихатаға ингәс, Панкрат Карпович алдан барып солан ишеген асты ла Әсхәткә инә торорға ҡушты. Оҙатып килгән ике егеткә боролдо.
- – Бына нәмә, аҙбар эргәһендә ҡаплап ҡуйылған анауы тимер мискәне күрәһегеҙме? Күрһәгеҙ, шуны арғы яҡҡа алып сығығыҙ. Төбө иләк кеүек булған инде. Тирәсе һәйбәт. Ҡабырғаһынан ярып турайтып шуны йөк аҫтына ҡыҫтырырһығыҙ. Алғы яғын саңғы башы кеүек бөгә төшөгөҙ. Шыуырға йәтеш булыр, йөккә тим. Юғиһә, мендерә торған ер ташлы, тигеҙһеҙ. Аңланығыҙмы? Начальнигығыҙға, Захаров бабай өйрәтте, тиерһегеҙ. Ашығығыҙ…
- Оҙата килеүселәр ҡапҡанан сығыу менән мискәне этә-тибә шалдыр-шолдор тәгәрләтеп тә киттеләр.
- – Күтәреп барһалар… – тип һөйләнде Панкрат Карпович ҡулын һелтәп. – Йәштәргә ҡыҙыҡ кәрәк.
- Ҡарт ишегенә ҡарай йүнәлде. Ҡабат боролоп ҡапҡаһына килде. Уны асып, ҡаршы яҡтағы текә тауҙарға баҡты. Шуларҙың икеһе араһынан тар, бормалы юл күтәрелә. Аҫта, Ҡариҙел ситендә, усаҡ дөрләй, кешеләр хәрәкәтләнә. Улар ниндәйҙер йыһаздар ҡотҡара. Һуғыш өсөн бик кәрәкле, үтә мөһим станоктыр ул. Тәрән серҙер, моғайын. Хатта начальниктар ҙа бер-береһенә исемдәре, фамилиялары менән әйтеп һөйләшмәй. “Бәлки, улар ҡайҙандыр күсереп килтерә торған заводтың кешеләрелер? Имеш, Богородский ауылы эргәһендә тотош завод төҙөләсәк. Завод иһә йыһаздары менән генә түгел, бөтә эшселәре, ғаиләләре лә килгән. Шул тиклем халыҡты ҡайҙа урынлаштырып бөтөрөргә белмәйҙәр, ти…”***
- Дауамы бар.