Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Әҙәбиәт һәм ижад
18 Май 2023, 04:10

Йәшәге килә Повесть (2) Мансаф Ғиләжев

– Ана Әсхәт тигән егетебеҙ сирҡаныс алыу менән генә сикләнмәне, һыуҙың төбөнә үк төштө. Бына кем батыр! – Тимәк, ул хәҙер мосолман түгел, керәшен.

Йәшәге килә Повесть (2) Мансаф ҒиләжевЙәшәге килә Повесть (2) Мансаф Ғиләжев
Йәшәге килә Повесть (2) Мансаф Ғиләжев

***

Арғы яҡта ҡайнаған эш менән туны тышланған шул кеше етәкселек итә. Мәсьәлә үтә мәһимдер, юғиһә йөктө һыуҙан сығарғас та ҡайтып китер ине.

Былай ул ҡәҙәре ығы-зығы һиҙелмәй. Әйтерһең дә, күп тапҡырҙар башҡарылған таныш эш ҡабатлана.

– Бында икәнлегеңде белдер, – тип Әсхәттең беләгенә ҡағылды Фазылбәк. – Иҫәп алып бараларҙыр.

– Кәрәкһә, күрерҙәр, – тип һөйләнде егет, килгәнен әйтергә ҡыйынһынып.

– Күп йылдар буйы күҙәтеү аҫтында йәшәгәнлектән, тәртипте яҡшы беләм. Колхозда ла хатта юғалып тора алмайһың. Шуны аңла, һин бында һалдат хөкөмөндә. Бар, бар, етем бала кеүек торма, әрһеҙерәк бул.

Фазылбәктең күп һөйләнеүе Әсхәттең асыуын килтерҙе. Әйтерһең дә, үҙе белмәй. Бындамы? Бында. Ул усаҡ яҡтыһында ҡарға ҡаҙалған ломды шәйләне һәм шуны алып, башҡалар кеүек этергә булашты.

Станокты тышлаған таҡталар ватылып, ҡубып таралғанлыҡтан, ул тик тимерҙән генә ҡалғайны. Эйе, был ысынлап та токарь станогы. Әсхәт ундайҙарҙы тимер юл платформаларынан төшөрөштө, шуларҙы “буласаҡ цех” тигән ергә һөйрәште, соҡорға иҙмә тултырып, нигеҙ ҡоролған урынға ултыртышты. Ул ғынамы, стенаһыҙ, түбәһеҙ шул цехта ҡайһы берҙәре зырылдап эшләй хәҙер. “Тәүге деталдәр”. “Былай булғас, моторҙар бар”, – тигәнде ишетте.

Моторҙар. Ә шул моторҙарҙы төҙөр өсөн йыһаздарға эйәреп килгәндәрҙе ҡайҙа урынлаштырырға? Пароходтарға ла, поездарға ла тейәлешеп киләләр – шул тиклем кешегә алдан уҡ торлаҡ йорттар әҙерләнеп ҡуйылмаған бит. Өфөләге ғаиләләрҙең дә күбеһе ауыр шарттарҙа көн итә…

Кемдер Әсхәттең арҡаһына еңелсә генә һуғып алды. Башын күтәрҙе. Берәү уға текләп ҡарай ине. Ә, теге тунлы кеше. Эргәһендә Фазылбәк тора.

– Хәлең нисек? – Начальник егетең йөҙөн яҡшыраҡ күреү өсөн Әсхәтте усаҡ яҡтыһына бора бирҙе. – Һыуға сумыусы һин бит?

– Ул, ул! – тип дөрөҫләргә ашыҡты Фазылбәк. – Минең яҡташ. Әлегәсә Захаров өйөндә булды. Панкрат эсендә бер һыуыҡты ла ҡалдырмай ҡыуып сығарҙы мунсала. Үҙем шаһит.

– Иртәнгә ҡәҙәр ятырға кәрәккәндер.

– Юҡ, бер ерем дә ауыртмай ҙа, һыҙламай ҙа.

– Ҡара уны, әгәр ҙә сирләһәң, арт һабағыңды уҡытырмын. Молодец. Башҡа һүҙ юҡ.

Эш дауам итте. Алдағылар трос ярҙамында тар юлдың ике яғына саҡ һыйып, кем нисек булдыра ала станокты тартты артағылар лом менән шуны этте. Ҡырыйҙан ағастар араһынан барыусылар, йөк алға шыуыуҙан секундҡа ғына туҡталдымы, тросты имән, саған ағастарына урарға ашыҡты – күпме көс һалынып тау юлында үрелгән сантиметрҙар ҙа әрәмгә китмәһен…

– Перекур! – тип ҡысҡырҙы кемдер. – Арттағылар ломдарығыҙҙы ҡыҫтырығыҙ! Терәберәк тороғоҙ!

Ер туң, өҫтөндә ҡар ята тип тормай күптәр баҫҡан урындарынан ситкә атламай шунда ултырҙылар. Ял, аҙ ғына булһа ла, ял кәрәк ысынлап та.

– Шишмә майҙансығы үтелде. Юлдың өстән бер өлөшө… Хәҙер юл сағыштырмаса турая төшә. Һөҙәгерәк тә, – тип һөйләнде Фазылбәк. – Ҡәһәрле тауҙы буш килеш тә менеү ауыр. Ямғыр, ҡарҙа түбәнгә төшөүе үҙе бер бәлә. Дудкино кешеләренә ни әйтер инем, тапҡандар төпләнер урын. – Кемделер әрләһә, Фазылбәктең күңеле тыныслана төшә, буғай. Яҙмышының селпәрәмә килеүенә әрнене ул. Тормошон емереүселәргә, фани донъяла яңғыҙын ҡалдырыусыларға бәддоға уҡыны. Тамағы ас, тәне яланғас та түгел, тик урыҫ ауылында кемдәндер ҡалған иҫке өйҙә йәм дә, тәм дә, йылы ла таба алмай. Бөтәһе лә ваҡытлыса. Хәйер, йәшәү үҙе лә ваҡытлыса ғына күренеш. Күрше Яңыһаҙ муллаһы Шәйҙулла әйтмешләй, әҙәм балаһының ер өҫтөндә йәшәүе һынау үтеү генә, мәңгелеге әхирәт донъяһында. Һөргөнө ҡайһыһына иҫәпләнә икән? Хәйер-саҙаҡаға ғына ғүмер кисергән Шәйҙулла мулла махсус ҡасабала яфаланып ҡышты сығырға ғына өлгөрҙө. Яҙ етеп ауыҙ үләнгә тейгәс, срогының алдағы дүрт йылын НКВД-ларға ҡалдырып, баҡыйға күсте. Аллаһ ҡолоноң баструкка китерлек ниндәй гонаһтары булғандыр… Уныһы тик бер Хоҙайға ғына мәғлүмдер. Ә уның ишеләр күпме! Утыҙ етенсе йыл, ғөмүмән, ҡот осҡос булған. Республикала бөтә етәкселәрҙе тип әйтерлек тотоп атҡандар. Ябай эшсе, крәҫтиән хаҡында һөйләп тораһы түгел. Эшселәр, белгестәр етешмәй тип тормағандар. Шул уҡ моторныйҙа кемдәргә генә “илле һигеҙенсе”не сәпәмәгәндәр. Төҙөлөш планы менән бер рәттән юғарынан төшөрөлгән, йәғни “халыҡ дошманы”н фашлау разнарядкаһы ла уңышлы үтәлергә тейеш…

– Перекур тамам!

Ҡараңғы төндә ҡара урмандағы тар юлда команда яңғырау менән һәр кем үҙ урынына баҫты. Башҡа саҡта эре генә атлап үтәһе ара сантиметрлап ҡына йыйылды. Иртәнге сәғәттәргә нисек кенә булһа ла тау түбәһенә менеп етеү. Мотлаҡ шулай булырға тейеш. Станокты ултыртыу өсөн нигеҙ ҡоролған. Ул етештерәсәк һәр деталь илебеҙҙең баш ҡалаһына яҡынлашып килгән илбаҫарҙар өҫтөнә бомба яуырға тейеш. “Көс етмәҫ, ҡулдан килмәҫ” кеүек икеләнеүҙәр уйға ла инмәһен.

– Усаҡтарҙы дөрләтегеҙ! Улар ян-яҡта янырға тейеш. Бер үк һаҡ ҡыланайыҡ. Ҡаш төҙәтеү урынына күҙгә зыян яһай күрмәйек. Ҡабатлап әйтәм: үтә ҡәҙерле йыһаз! Айырыуса өҫкө өлөшөнә иғтибарлы булайыҡ. – Был хәҡиҡәтте туны тышланған кеше ҡабат-ҡабат иҫкә төшөрә ине.

Әсхәткә лом менән эш итеүе әллә ни файҙа килтермәгәндәй тойола. Бәлки, тростан тартыу йә ҡырыйҙан этергә кәрәккәндер. Хәҙер инде урын һайлау килешмәҫ. Ниңә һуң был станок тик тимерҙән генә тора. Аҫҡы өлөшөн имәндән эшләргә ярамайҙыр шул. Өҫкө өлөшө, әйтәйек, металл, ә аҫтына кирбес, таш ҡулланыпмы, мәҫәлән…

Егет төрлөсә баш ватты, тик уйланыуҙан ниндәй файҙа, ниндәй мәғәнә, әле ни станокты тиҙерәк тау башына мендерергә кәрәк.

Ломы ҡом-таштарға бәрелде. Бәлки станок аҫтына ниндәйҙер таҡталар йә бүрәнәләр, йә рельс һалырға, һуҙырға кәрәктер? Ул сағында тиҙ шыуыр, ошо тиклем кеше уны һә тигәнсе этеп мендерер ине. Әйткәндәй, Карпович биргән иҫке тимер мискәне ярып аҫҡа ҡыҫтырғандармы? Алға сығып күҙ һирпергә форсат юҡ.

Әсхәт ломға бөтә көсөн һалды. Ихлас тырышты. Фуфайкаһын асып ебәрҙе. Тайып ташҡа бәрелеп тубыҡ ҡапҡасын ауырттырҙы.

– Перекур!

Кешеләр бер-береһенән тәмәке һораны. Тирә-йүнгә әсе төтөн еҫе таралды. Үҙ-ара һөйләшеүсе йә һүҙ көрәштереүсе табылманы. Ысын мәғәнәһендә арығайнылар.

Әсхәт юл ситендәге киртләскә ултырҙы. Бер аҙҙан ер һалҡынын тойһа ла тороп баҫырға теләмәне. Аяҡтары хәлһеҙләнгәйне.

Ҡайҙандыр Фазылбәк пәйҙә булды ла егет эргәһенә сүгәләне. Тәнәфес тамамланыуынан шөрләгәндәй, һүҙ башланы:

– Таңға өлгөрөрбөҙ, моғайын. Вәт, әй, йәш сыҡмаған булһа, әлеге көндә фронтта йөрөр инем. Кем белә, ғүмер бөтһә, шунда үлеп тә ҡалыр инем. Әллә нисек, яҙмыш гел арҡыры һуғып тик тора. Аптыраш.

– Фазылбәк ағай, күҙ һалманыңмы, Панкрат Карповичтың мискәһен ҡыҫтырғандармы?

– Иҫәпкә алдым, йәйеп һалғандар ҙа алғы башын кәкрәйтә биреп беркетеп үк ҡуйғандар. Һушлы кешеләр күптер бында.

– Ағай, Панкраттарҙың балалары бармы?

– Бар ине берәү. Ҡыҙ бала. Тегендә барғандың икенсе йәйе бик ҡоро килде. Емеш-еләк сәскәлә кипте. Айыуҙар тейешле май йыя алмағас, йоҡлай алмай ыҙаланды. Беҙҙең тирәгә лә килеп күренгеләнеләр. Уйнап йөрөгән бала ғәйеп булды. Аҙна буйы эҙләп ҡараныҡ, табылманы. Шатун эшелер, тигән һөҙөмтәгә килдек. Кемгә ҡағылма – хәсрәт, бәхетһеҙлек…

***

Эйе, теге ҡырыҫ кеше – заводтың баш инженер урынбаҫары Ҡашҡаров Хәниф Буранбай улы ине. Уның ата-бабалары старателдәр булған. Үҙе лә бәләкәйҙән үк Ирәндек буйҙарында өлкәндәргә эйәреп алтын ҡомо йыуыша. Ер эше ауыр һәм күберәк һөҙөмтәһеҙ тамамланғанлыҡтан, йөҙәр, меңәр тапҡыр тикшерелгән йылғасыҡтарҙа соҡоноу барыбер өмөтлө лә, файҙалы ла кеүек: бәлки, әлегәсә кеше күҙенә салынмаған самородок яталыр.

Түбә руднигында байтаҡ ваҡыт тир түккәндән һуң егет Баймаҡтағы баҡыр иретеү заводына барып ябай эшсе булып урынлашты. Яҡын-тирәләге урындарҙа руда аҙая барыуы хаҡында күп һәйләнелә башлағас, байтаҡ хеҙмәт тәжрибәһе туплаған Ҡашҡаров тормош юлын ауылда түгел, ә Өфөлә, моторҙар эшләү заводында, дауам итергә ниәтләне. Ҙур коллективҡа килгәс, ойоштороу һәләтенә эйә булыуы асыҡланды. Партия эшенә лә ылыҡтырып ҡаранылар. Ләкин ул производствоны яҡын итте. Цехҡа ебәреүҙәрен һорағас, юғарылараҡ ултырған берәү: “Ирәндек бөркөтөнә киңлек кәрәктер”, – тип үтенесен ҡәнәғәтләндерергә ҡушты. Ә бер осрашыуҙа: “Һиңә, Ҡашҡаров, мотлаҡ уҡырға кәрәк. Был өлкәлә милли инженерҙар ҙа юҡ бит”, – тип белдерҙе.

Төҙөлөштә, цехтарҙа гигант эштәр башҡарылды. Тәүге комбайн моторы. Уны һынаған инженер Ҡашҡаровты Азов-Ҡара диңгеҙ крайына командировкаға ебәрҙеләр. “Нисек эшләгәнен үҙ күҙҙәрең менән күр, комбайнсыларҙың фекерен үҙ ҡолаҡтарың менән ишет”, – тинеләр.

Бер хохол шатлығынан Уралдан килгән вәкилдең арҡаһына көрәктәй устары менән ауырттырғансы һуғып:

– Рәхмәт, братан, һеҙҙең “У – 5” моторы ҡуйылған комбайнда егерме ете эш көнөндә туғыҙ йөҙ гектар ерҙең уңышын йыйып алдым. Уртаса – ун өсәр центнер! Моторығыҙ шылт та итмәне, – тине. – Дәүләт имтиханын “отлично”ға тапшырҙығыҙ. Ә беҙ рекорд ҡуйҙыҡ! Бөтәбеҙ ҙә еңеүсе!

Ҡашҡаровҡа ил буйлап йөрөргә тура килде. Одессаға быраулау, Ленинградҡа ҡырғыс, Мәскәүгә токарлыҡ, эксперименталь, Харьковҡа шымартыу станоктарын Өфөгә оҙатыуҙы тиҙләттерергә сапты. Һанап, иҫәпләп бөтөрлөкмө, ҡайҙа, ҡайһы ғына поездарға ултырыуын! Краснодар заводы маховиктарҙы эшкәртеү өсөн карусель станогының тәүге үрнәген ебәрҙе. Горький фрезлау һәм Одесса заводтары цилиндрҙар блоктары эшкәртергә агрегат станоктарын линияһын бирҙе. Ҡыҫҡаһы, Өфө моторҙар эшләү заводы хаҡында ил ҡайғыртты. Был тиклем йыһаздарҙы дөрөҫ, уңышлы ҡулланыу, эшләтеү өсөн кадрҙар кәрәк ине, әлбиттә. Ундай белгестәрҙең күбеһен предприятиеһының үҙендә асылған училищеларҙа, һөнәрселек мәктәптәрендә әҙерләргә тура килде…

Инженер Ҡашҡаровтың сумаҙаны һәр саҡ йыйылған, киң ҡайышы биленә быуылған, күн итектәре ялтыратылған. Бойороҡто алыу менән – юлға.

Бойороҡтоң тағын да ҙурырағы, тағын да ҡатмарлырағы Мәскәүҙә ҡаралып ятҡан икән: Өфө заводын төҙөүҙе дауам итеү менән бер рәттән уны реконструкцияларға! Йәғни үҙгәртеп ҡорорға. Ашығыс рәүештә.

Яңы көскә эйә моторҙар комбайндар өсөн түгел, ә хәрби самолеттарҙы күккә күтәреү өсөн икән!

Ҡәһәрле һуғыш ҡуҙғалырға ике ай ҡалғас, завод директоры элекке цехтарҙың реконструкцияланып бөтөүе, “М-105” авиация моторын йыя башларға мөмкин икәнлеген белдерҙе. Яуаплы, мөһим документҡа баш конструктор Владимир Яковлевич Климов та ҡул тамғаһын һалғайны.

Көнбайышта дары еҫе таралыуы мәғлүм. Дарының шартлаясағы, ялҡын булып күтәреләсәге көн кеүек асыҡ. Кремль авиация моторҙарын эшләүҙе арттырыуҙы талап итә.

Тәүге “М-105”тәр Үрге Волга һәм Өфө заводтарында етештерелгән деталдәрҙән йыйылһа, хәҙер бөтә мәшәҡәтте тик бында, үҙ елкәңдә күтәрергә тура киләсәк. Сөнки ике предприятиены бергә ҡуштылар. Ана, йөҙәрләгән станоктарҙың береһен Ҡариҙел йылғаһынан тау башына һөйрәйҙәр.

Көнсығыштан һибелгән тәүге яҡты нурҙар башлап күк йөҙөнә яғылды. Ҡуна ҡалған буй-буй һары болот киҫәктәре ел иҫкәнде көтә. Моғайын, улар ҙа бер урында туҡтап тороуҙан ялҡҡандарҙыр.

– Перекур!

– Инде һуңғыһы булһын, – тип һөйләнде ҡырыйҙан этеп барыусыларҙың береһе. – Түбәгә менеп етмәйенсә туҡтамайыҡ. Сыҙайыҡ.

Яуап биреүсе табылманы. Эт шикелле арыған бәндәлә һүҙ ҡайғыһымы.

Түҙеп тора алмағандар, йәнә Панкрат менән Фазылбәк ах-вах итеп килеп туҡтанылар.

– Тырышҡандар. Бер ынтылаһы ғына ҡалған.

– Егеттәре кем бит! – Фазылбәк дуҫының һүҙҙәрен ҡеүәтләне.

– Динде нисек кенә һүкмәһендәр, уның ыңғай яҡтары ла күп бит. Әйтәйек, Рождество. Боҙло һыуға өс тапҡыр сумып алыу сынығыу түгелме, ә?! Һәр христиан был йоланы үтәргә тейеш.

– Мосолмандар уны Раштыуа байрамы ти.

– Һәр милләт үҙенсә атай инде. Үзбәк, төрөкмәндәр ҙә мәкегә бик сумыр ине, арыҡтары туңмай!

Улар икеһе генә һөйләшә ине. Башҡалар ҡыҫылырға, һүҙҙәрен ҡеүәтләргә теләмәне.

Бөтәһе лә станокты һөйрәргә, этергә тотондо. Һуңғы ынтылыш…

Яҙ, йәй айҙарында сығыу менән юғарыға ашыҡҡан, менә-менә ҡыҙҙырыуын арттырғандан-арттыра барған ҡояш та октябрь аҙағына ла арығайны. Ул офоҡтан айырылырға теләмәй, түбәндән генә тәгәрәй башланы. Ә шулай ҙа тау башына менеп етеүселәрҙе күрҙе. Хәрәкәтен ҡыҫа төшөп хатта әкренәйгәндәй тойолдо. Һуғыш яландарына барып еткәс теле булһа: “Яугир балаларым, алыҫ тылда һеҙҙе ҡайғырталар, һеҙҙең хаҡта уйлайҙар, иҫән-аман әйләнеп ҡайтыуҙарығыҙҙы теләйҙәр. Һыуға батҡан станокты бөгөн үк тейешле урынына илтеп еткереп, бөгөн үк кәрәкле урынына ултыртасаҡтар. Бөгөн үк шул станок истребитель самолетына беркетелә торған двигателгә деталь эшләй башлар. Күп тә үтмәҫ дошманды ҡыйратыу өсөн самолет һеҙҙең эргәгә осоп барып та етер. Көтөгөҙ!”, – тиер ине.

Өҫтә ауыл бар икән. Өфө әллә бик күп ауылдарҙы йыйып ҡалаға әйләнгән инде? Ауыл да ауыл. Таш йорттары – үҙәк өлөшөндә, һанаулы ғына.

Биҙрә менән ҡайнар сәй килтерҙеләр. Уны ағастарға һөйәлгән, туң ергә сүгәләгән кешеләр араһында йөрөттөләр. Икмәк, шәкәр-маҙар булмаһа ла, рәхәт булып китте.

Тик шуныһы ғәжәп, ауыр эштән ҡотолғас, арыған кәүҙә ҡапыл ғына таралып төшкәндәй, хәлһеҙләнгәндәй тойолдо. Хәҙер ниндәй генә булһа ла урын табырға һәм йоҡларға. Тик өшөттөрмәһен, туңдырмаһын ғына.

– Ашарға килтерерҙәр. Көтәйек. Аҙына ҡалғас, түҙәйек. Былай ғына ҡайтып етеүе ауырға тура килер. – Шул уҡ туны тышланған кеше урталыҡҡа сыҡты. – Ә инде төнгө батырлығығыҙ өсөн завод етәкселеге исеменән бөтәгеҙгә лә оло рәхмәт. Ғәлимовҡа – айырыуса. Молодчина!

– Ә быны? – Аранан берәү станокка ымланы.

– Ул хаҡта уйлашырға тура килер. Бетанғәлиевҡа мөрәжәғәт итербеҙ. Дөйәләрһеҙ булмаҫ. Һеҙҙеңсә нисек?

Начальник эргәһенә үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә Панкрат килде.

– Билдәле, Черниковкаға ҡәҙәр кешеләр һөйрәй алмаҫ. Дөйәләр булғас бик һәйбәт. Тик был ауыр нәмәне ер һыҙҙыртып алып барыу мөмкин түгел. Шуға күрә ике бүрәнәнән сана ҡороп, шуның өҫтөнә ултыртырға кәрәк.

– Борсолоуың өсөн рәхмәт, Карпович, тәжрибәле кешене тыңлау кәрәк. Бына нәмә, баржаны ҡарауылла әле! Ваҡытлыса эшкә алыныуың хаҡында хәстәрләрмен. Өйөңә яҡын. Әгәр ҙә ауыр тиһәң, анауы дуҫыңды ярҙамсы ит.

Панкрат ҙур бүреген күтәрә төштө.

– Килешәбеҙ икән, Федяны тигеҙ хоҡуҡта рәсмиләштерергә кәрәк. Алмашлап ҡарауылларға, тимен. Үҙенә өндәшәйек әле. – Захаров Фазылбәккә ҡысҡырҙы:

– Эй, Федор, һүҙ бар, – ҡулын болғаны.

– Ул урыҫ түгел шикелле.

– Урыҫса шулай йөрөтәбеҙ. Законлыһы – Фазылбәк. Торғаны тарих… – Панкрат һуңғы һүҙен ысҡындырыуынан ҡурҡып ауыҙын йомдо. Йә ҡара урманға ебәрелеүен төпсөнә башларҙар. Ул сағында серле баржаны ышанып тапшырмаҫтар.

– Федор, – тип өндәште Панкрат һүрән тауыш менән, – начальник эш ҡушмаҡсы.

– Ниндәй эш?

– Баржаны һаҡларға.

– Уны кем алып китһен? Яҙға тиклемме ни?

– Беҙҙе баржа өҫтөндәге ҡаралты борсой. Беҙ уларҙы бөгөн-иртәгә аласаҡбыҙ.

– Улайһа, начальник иптәш, ҡағыҙ әрәм итеп тормағыҙ, былай ғына, бушлай ғына һаҡларбыҙ. Һин нисек ҡарайһың, Федя?

– Дөрөҫ әйтәһең. Беҙ былай ҙа, әйтеүсе булмаһа ла, ул йөктәргә күҙ-ҡолаҡ булып торҙоҡ.

– Яуаплы бурыс был, иптәштәр.

– Ваҡыт әрәм итмәйек, начальник. Төҙ генә ике ағасты йыға һалайыҡ та сана хәстәрләйек. Тегеләрен дә, – Панкрат ҡулын күтәрә төшөп түбәнгә ишараланы, – ошо рәүешле алып китергә йыйынаһығыҙҙыр бит?

– Башҡаса әмәл юҡ та инде. Ҡариҙел ярҙам итә алмай. – Туны тышланған кеше ергә ҡарап уйланып торҙо. – Өҫтө өйөлгән боҙҙарҙан ғына тороуы етмәгән, әлегә боҙо ауыр йөктәрҙе күтәрерлек түгел. Эй, ҡайҙа бысҡы, балталар?

– Дөрөҫө шулай. – Панкрат аяҡтарында саҡ баҫып торған кешеләргә ҡарай атланы.

– Мин Черниковкаға юлланам, – тине лә төркөм башлығы Фазылбәккә боролдо. – Нисә дөйәгә иҫәпләргә?

– Егеп йөрөгәнем юҡ. Һәр хәлдә, аттан күпкә көслөрәктер. Кәмендә дүртәү, бишәү булыр. Сана үҙе лә ауыр. Сей ағастан бит.

– Ҡаҙаҡ беҙҙән яҡшыраҡ беләлер әле. Аңлатырмын. – Ҡашҡаров ағас араһынан һалынған ат юлы буйлап Богородский ауылы эргәһендәге яңы заводҡа ҡарай атланы.

Иртәнге һалҡын һауаны яңғыратып тирә-йүнгә балта тауыштары таралды. Кемдеңдер:

– Еп өҙөрлөк тә хәлем ҡалманы, – тиеүе генә ишетелеп ҡалды, ләкин уны йөпләүсе табылманы.

Шулай Фазылбәк Әсхәт эргәһенә барып:

– Ниндәй дөйәләр хаҡында әйтелде? Әллә эшләгән ерегеҙҙә йылы яҡ хайуандары ла бармы? Туңып үлмәйҙәрме улар? – тип һорамай түҙә алманы.

– Нисек аңлатырға һуң, ағай. Дөйәләр ысынлап та бар. Уларҙы ҡаҙаҡтар төҙөлөштә йөрөтә. Ер, таш ташыйҙар. Ҡайҙан, ҡасан килеүҙәрен белмәйем. Төнгөлөккәме икән, өҫтәренә септә япҡандарын күргәнем бар. – Әсхәткә тик ошолар ғына мәғлүм шул.

***

ВКП(б) Үҙәк комитеты политбюроһы тарафынан 1931 йылдың 15 июлендә Өфөлә мотор төҙөү заводы булдырыу хаҡында ҡарар ҡабул ителгәс, ҡала үҙәгенән егерме саҡрым ситтә быға тиклем күҙ алдына ла килтерә алмаҫлыҡ, хайран ҡалырлыҡ төҙөлөш йәйелдерелде.

Кешеләрҙең шунда ҡарай эркелеүе хаҡында хәбәр башында Эркенбай Бетанғәлиев торған йөҙ ғаиләле төркөмгә лә килеп етте.

Ҡаҙаҡтар һуңғы ике ҡышты Танып йылғаһы тарафтарындағы Армат тигән татар ауылына яҡын тау битләүендәге землянкаларҙа үткәрҙе. Һабан, тырма, сәскес, урғыс тартып йөрөмәгәнлектән, аттары көр, ә дөйәләре гел көтөүлектә ине. Ирҙәренең башҡарған эштәре лә ташҡа үлсәйем генә: яҙын ауыл халҡына картуф ерҙәрен һөрөп биреү. Ҡалған ваҡытында мал ҡарау, балаларының тамағын туйҙырыу менән мәшғүлдәр. Бала-саға иһә һәр ғаиләлә бишәү-алтау.

Ер өйҙәренең берҙән-бер тәҙрәһе ҡояшлы яҡҡа ҡарай. Малдары ҡышҡы айҙарҙа шул бәләкәс кенә өйгә ялғап һалынған оҙон аҙбарға ябыла. Өйҙәренә инергә теләүсе тәүҙә мал араһынан дөм ҡараңғыла атларға тейеш. Күсенеп китә ҡалһалар, ситәндән ҡоролған, һыйыр тиҙәге менән һыланған “һарай”ҙы һүтәләр ҙә, ҡаҙан аҫтына яғып та бөтөрәләр. Арбаларға һыртлап тейәлгән һандыҡтарына, кейеҙ, балаҫ, мендәр, юрған кеүек байлыҡтарына бәләкәс тәҙрәне генә өҫтәп һалалар. Сөнки уның быялаһы бик ҡәҙерле.

Эркенбай төркөмө Аҡтүбәнән алыҫ түгел Темир тигән ауылдан. Араларында Тирәкле тигәненән дә дүрт ғаилә бар.

Улар заманында Кесе йөҙгә ҡарағандар. Яҙ еткәс көтөүҙәрен Челкарға, Аҡтүбәгә табан ҡыуғандар. Йәйге ваҡытта төньяҡҡараҡ – Ырымбур, Башҡортостан сиктәренә боролғандар. Иген, картуф кеүек ризыҡтарҙы шунда туплағандар. Колхоздар ойошторолғас, урындағы халыҡ һуғымға тайҙарын ғына һатып алырға ынтылған. Ни өсөндөр дөйә менән ҡыҙыҡһыныусы юҡ.

Ҡаҙаҡтарҙың бөтә ҡурҡҡаны шул: бер үк күсенеп йөрөүҙе тыймаһындар, уларҙы бер урынға тупламаһындар һәм колхоз ойоштороп, малдарын тартып алмаһындар. Шулай була ҡала икән, улар уйлауынса донъя бөтә тигән һүҙ.

Темир ҡаҙаҡтары өсөн иң ҙур байлыҡ – Илек йылғаһы. Уларға даръя булып иҫәпләнгән Илектең Урал йылғаһына барып ҡойғанлығы ла билдәле. Ләкин боронғо ғәҙәт буйынса күптәр уны әле булһа Жайыҡ тип йөрөтә. Тик бына Аҡтүбәнең ни өсөн Жайыҡ буйына түгел, ә Илек эргәһенә ултырыуын ғына аңлап еткермәйҙәр. Ырымбур, Орск кешеләренең бабалары ҙур йылғаны һайлаған бит.

Ярай, Алла ҡушыуылыр былары, ә инде колхоздарҙы Хоҙай уйлап тапмағандыр, моғайын.

Кемдер: “Күмәк хужалыҡтар ойоштороу сәбәпле Башҡортостанда буш ятҡан ер күп икән. Кешеләргә мал аҫрау тыйылғас, көтөүлектәр ҙә бихисап”, – тигән хәбәр таратҡан. Шуға ышанып йөҙ ғаилә берләшеп, “ожмах”ҡа юл тоторға ҡарар итә. Башлыҡтары итеп Эркенбайҙы һайлайҙар. Егәрле, ышаныслы ғәҙел кеше. Һөйләүҙәргә ҡарағанда, имеш, нәҫеле әллә ҡасанғы Кесе йөҙҙөң Нуралы тигән ханына барып тоташа. Тик ул хан урыҫтарға һатылып, үҙ халҡын төрлө йәберләүҙәргә тарытҡан. Ул ғына ла түгел, башҡорттарҙың ниндәйҙер ихтилалы баҫтырылғас, Жайыҡ аша был яҡҡа сығып ҡаҙаҡтарҙа һыйыныу ниәте менән ҡасып килгән меңәрләгән кешене әсир итеп Ырымбур губернаторына илтеп тапшырған. Бының өсөн урыҫ батшаһы уға ҙур бүләк биргән.

Эркенбай боронғо бабаһына һис тә оҡшамаған. Олатаһының олатаһы Жобарс бей ҙә мәрхәмәтле, ярлыларға шәфҡәтлелек күрһәткән ҡаҙаҡ булған, ти.

Башҡортостандың көньяҡ районында артыҡ туҡталып торорға форсат табылмау сәбәпле ҡаҙаҡтар төньяҡҡа табан хәрәкәтләнде. Имеш, унда иркенерәк икән. Бында иһә ҙур-ҙур совхоздар төҙөү дауам итә. Уң яҡлап Урал тауҙары ҡыҫа. Унда тик ҡара урмандар ғына. Ҡайһы бер түрәләр, әлбиттә, ҡаҙаҡтарҙың күсенеп йөрөүҙәре борондан уҡ ирек һөйгән, күп мал аҫрап йәйләүҙәрҙә кинәнеп йәшәүҙәре урындағы халыҡҡа кире тәьҫир итер тип тә шикләнде. Ни өсөн һәр милләт үҙенсә йәшәргә тейеш? Совет закондары бөтә халыҡҡа ла бер төрлө түгелме ни? Һуң ҡаҙаҡтарҙың һәр ғаиләһендә нисәшәр ат, һыйыр, ваҡ мал, өҫтәүенә дөйә лә. Ә бындағы халыҡтың һуңғы аты, башҡа малы хатта арбаһы, санаһы ла тартып алынды. Кемдә ике, өс ат икән – улар “халыҡ дошманы”, һөргөнгә оҙатылды. Ә бай ҡаҙаҡтар кем була?

Бетанғәлиевтар көҙгә ҡарай Танып буйҙарына уҡ барып сыҡты.

Әйтергә кәрәк, бында ла ҡаҙаҡтарҙы ҡолас йәйеп ҡаршы алыусы табылманы. Начальниктарҙың ҙурмы, бәләкәйерәгеме килә лә тауыш ҡутара: “Ер тапатып йөрөмәгеҙ! Илегеҙгә кире ҡайтығыҙ!”

Ғауға күтәреүселәрҙең ауыҙын тик эсереп йә бүләккә һарыҡ биреп кенә ябып була ине.

Ялҡытты был, тамам ялҡытты. Инде ҡайҙа барып бәрелергә белмәй аптырап йөрөгәндә Черниковкалағы төҙөлөш хәбәре ишетелде.

1935 йылдың яҙы. Малдарҙың ирене ныҡлап йәш үләнгә тейгәс, йылғалар ярҙарына ҡайтҡас, Эркенбай бөтә төркөмөн алып сиркәүле ауылға килде. Был Богородский ине.

Һораша торғас, уны Ҡашҡаровҡа алып килделәр.

– Кем? Ҡайҙан? Йомош?

Бетанғәлиев ҡаҙаҡ баҫып торғанын белгәс, Ҡашҡаров көлөп ебәреүенән саҡ тыйылды.

Етди булыр саҡта инженерҙың йылмайыуы Эркенбайҙы һағайта төштө. Ҡашҡаров быны аңлап көтөлмәгән хәбәр һалды:

– Мин Урал аръяғынан, йәғни шул йылғаға яҡын ерҙә тыуып үҫтем. Һеҙҙең борон бабаларығыҙ барымтаға килгән. Малдарҙы ғына ҡыуып алып китмәгәндәр, ә башҡорттарҙың ҡыҙҙарын да урлағандар.

– Юҡ, юҡ, минең әсәйем дә, өләсәйем дә ҡаҙаҡ.

– Әллә беҙҙекеләр тик ятҡан тип уйлайһыңмы, барымтаға – ҡарымта. Былай ғына әйтеүем. Кем белә инде, бәлки минең тәнем буйлап та ҡаҙаҡ ҡаны йөрөйҙөр.

Эркенбай йылмайҙы.

– Һөнәребеҙҙе һорайһығыҙмы, күсмә тормошта йәшәүселәр ни, билдәле инде, йөк ташыйбыҙ. Бөгөндән егеп йөрөй торған йөҙ дөйәбеҙ бар.

– Ә һалҡындарҙа? Көҙ еткәс китәһегеҙме?

– Алда оҙон йәй бар әле. Иртәгеһен ишәк ҡайғыртҡан. Башҡортостанда дүрт ҡыш үткәрҙек. Үлмәнек. Бында тыуған дөйәләребеҙ егерлек булды. Ул яҡтан шикләнмәгеҙ. Аҡтүбә далаларындағы һалҡын елдәр бындағыға ҡарағанда ла әсерәк.

– Һеҙгә тура төҙөлөш тресына барырға кәрәккән дә бит, ярай, уларға әйтермен. Һеҙҙең кеүектәр бөгөн төҙөлөштә күп кәрәк. Әле биш меңдән артыҡ кеше эшләй. Иң мөһиме, транспортығыҙ бар. Дөрөҫөн әйтәм, торорға урын юҡ. Оҙаҡҡа ҡалаһығыҙ икән, тырыштырырбыҙ.

– Ҡайғырмағыҙ, беҙҙең тирмәләр бар.

– Көҙгә тиклем ярап торор ҙа, аҙаҡ?

– Ҡаҙаҡ бер ҡасан да өйҙә йәшәмәгән.

– Барактарҙы күпләп төҙөрбөҙ. Йөҙәрләгәнде. Эшкәме? Теләйһегеҙ икән, бөгөндән. Тик тәүҙә тресҡа барып теркәлергә кәрәк. Бөтәһе лә законлы булырға тейеш. Грачев тигән иптәшкә ҡулхат яҙам, үҙе тап килмәһә, урынбаҫарын күрерһегеҙ.

Төркөм башлығы ҡаҙаҡса эйелә-эйелә рәхмәтен белдерҙе лә, өйрәткән яҡҡа юлланды.

Төҙөлөштөң ниндәй күләмдә алып барылыуын тулы килеш йә аэропланда, йә һауа шарына ултыртып күккә күтәрелеп кенә күрергә, күҙәтергә мөмкин булыр ине. Яңы килеүселәр аҙашыуҙан ҡурҡып, эш урындары тирәһендә генә уралдылар.

Ҡаҙаҡтар иһә балаларына арбаларҙан төшөрмәҫкә йә әсәләренең итәктәренә тотоноп ҡына йөрөргә бойорҙо.

Йәшәү урыны итеп эркенбайҙар төҙөлөш барған Көнсығыш-Ҡариҙел яғын һайланы. Үләнле урындар, әрәмәләр байтаҡ. Күлдәр ҙә бар, йылға ла алыҫ түгел.

Йәшел киңлектә тирмәләр теҙелде. Ҡаҙандарын аҫтылар. Усаҡтарынан төтөн күтәрелде.

Ирҙәрҙең берҙән-бер кәсебе – төҙөлөш материалдарын ташыу. Төҙөлөшкә кәрәк-яраҡ көн һайын өс йөҙләп вагон килеп тора. Кирбес, цемент тейәлгәндәре меңдәр менән иҫәпләнә. Ҡариҙелдән ағып төшкән һалдарҙы бергә ялғаһаң, оҙонлоғо йөҙләгән саҡрымдарға һуҙылыр ине…

Ҡаҙаҡтарға цехтарға, станоктарға нигеҙ өсөн ҡаҙып алынған тупраҡ, балсыҡты, соҡорҙарҙы, вағыраҡ күлдәрҙе күмеү, юлдарҙы тигеҙләү өсөн ташыу йәтешерәк. Бигерәк тә әрйә ултыртып яһалған арбалары ҡулайлы: элгестәрен ысҡындырһаң, төбө асыла ла китә – көрәк тотоп бушатаһы ла түгел.

Тупраҡты балсыҡҡа тачка, носилка менән ташыуҙы күҙ алдына килтерһәң, Эркенбай дөйәләре башҡарған эштең әһәмиәте сағыштырғыһыҙ ине. Ҡыштың яҡынлауы ла һәр саҡ иҫтә тотолдо. Ни өсөндөр был тирәлә ҡышҡы айҙар айырыуса һалҡын була. Ҡариҙел түбәненән туҡтауһыҙ үҙәк өҙгөс елдәр иҫә. Әллә йылға өҫтөн ҡалын боҙ менән нығытыу өсөн тәбиғәт шулай тырышамы икән?

Нисек кенә булмаһын, торлаҡ төҙөүҙе лә ашыҡтырырға кәрәк ине. Аҡтүбә тарафтарынан килгән ҡәрҙәштәргә лә ышаныслы торлаҡ булдырыу фарыз. Уларға атап һигеҙ барак төҙөлдө. Ләкин ҡаҙаҡтар әҙәмсә йәшәр өсөн тейешле шарттары булдырылған бүлмәләргә инеүҙән баш тартты. “Ҡыҫыҡ, тынсыу, һулыш ҡыҫыла, – тип зарландылар. – Бәләкәй генә тимер мейестәр табылһа, тирмәләребеҙҙә ҡышлаясаҡбыҙ…”

Барактарҙа йәшәүсе бүтән төҙөүселәрҙең көн итмеше менән яҡындан танышҡас, “йәйләү”ҙәрен күсерергә ризалаштылар. Тик үҙҙәренсә. Бирелгән карауаттарҙы урамға сығарып стеналарға һөйәнеләр – кәрәк кеше алһын. Урындыҡ яһау өсөн таҡта һоранылар. Бүлмә уртаһына тирмә ҡорҙолар, тәҙрәләрен ҡышҡы һалҡындарҙа ла япманылар. Йәнәһе, дала тормошон хәтерләтә…

***

Ғорур, тәкәббер дөйәләр иһә, төкөрҙөк һүҙҙәрегеҙгә тигәндәй, иренеп кенә баҫып тамам яҡынайҙы. Арттағыһына ат санаһы тағылған икән.

– Ҡашҡаров һеҙгә ашарға ебәртте. Һыуытмағыҙ. Ә беҙ ошо санағамы егә торорбоҙ. Бынауы брезент менән станокты ябырға ҡуштылар, – тип ҡулын һуҙып санаға күрһәтте. – Ошоноң кеүек йәнә өсәү бар шикелле?

– Улары әлегә мендерелмәгән. Аҫта, һыу буйындалар. – Фазылбәк борғаланып түбәнгә һуҙылған юлға ымланы. Шунан эйәген дөйәләр яғына сөйҙө.

– Хафаланма, иптәш, емереп тартасаҡтар. Һәр ҡайһыһында бер нисә ат көсө. Дөйәһеҙ ҡаҙаҡ ҡанатһыҙ ҡалған дала бөркөтө кеүек. Ашап бөтһәгеҙ әйберҙәрегеҙҙе санаға һалығыҙ. – Эркенбай ҡулын күтәреп иптәштәренә ҡуҙғалырға ҡушты. – Алға ғой!

Дөйәләр көсәнеп-көсәнеп тартып ҡараһа ла, йөк ҡуҙғалманы.

– Сана табанын ҡымылдатайыҡ, ергә ҡатҡандыр, – тип ҡулына лом алды Панкрат. – Йүнләп шымартылмаған да. Бер шыуып китһә, майлаған кеүек булыр.

Ауыр йөк ултыртылған үҙе ауыр сана, ниһайәт, урынынан ҡуҙғалды һәм Үрге Волга заводынан уҡ килтерелгән, Ҡариҙелгә сумып сығырға ла өлгөргән байлыҡ Аҡтүбә, Челкар далаларынан килгән дөйәләр һөйрәүендә Өфө–Черниковка юлы буйлап һуңғы сәйәхәтенә сыҡты.

Тау өҫтөндәге урыҫ ауылының бала-сағаһы, ҡарт-ҡороһо, ят күренештең шаһиты булараҡ, оҙатып ҡалды.

– Раштыуа һалҡындарын көтөп тормай, боҙло һыуға төштө был станок. Тимәк, ул сыҙам, оҙон ғүмерле буласаҡ һәм оҙаҡ хеҙмәт итәсәк, – тип һөйләнде Панкрат дөйәләр киткән яҡҡа ҡарап.

– Бабай, ә һин ул байрамда мәкегә сумғаның булдымы? – тип ҡыҙыҡһынды егеттәрҙең береһе.

– Һе. Ҡариҙел буйында йәшә лә изге байрамда ситтә тороп ҡалмы? Мотлаҡ. Йәше-ҡарты, енесенә ҡарамаҫтан – мәкегә. Мәке асмай инек. Ана киткән сананан да ҙурыраҡ урындағы боҙҙо аса инек тә – әйҙә! Аллаға шөкөр, сәләмәтлеккә зарланған юҡ. Тьфү-тьфү.

– Рөхсәт итһәләр, әле нимә эшләр инең?

– Ана Әсхәт тигән егетебеҙ сирҡаныс алыу менән генә сикләнмәне, һыуҙың төбөнә үк төштө. Бына кем батыр!

– Тимәк, ул хәҙер мосолман түгел, керәшен.

– Юҡты лығырлама, суҡындырыу өсөн поп кәрәк. Ҡабатлап әйтәм, батыр егет ул. Бөтәгеҙ ҙә уның кеүек булһа, илебеҙгә баҫып инергә баҙнат иткән фашистар тәүбәләренә тиҙ ултырырҙар. Сая булырға кәрәк.

***

Автор:
Читайте нас