

Көнө буйы, нимәгәлер бөтә донъя емерелеп килгәндәй, ауыр тойғо күңелемә тынғы бирмәне. Әллә нишләп эсем бошоп, тотҡан бер нәмәм ҡулымдан төшөп барҙы. Һауыт – һаба төшөп ватылһынмы, сәйем түгелһенме. Үҙемдең дә рәтем юҡ ине, аш һалдым тип ҡайнағанын көтөп йөрөһәм, 1,5 сәғәттән газды тоҡандырырға онотҡанымды күрҙем. Ҡулымдағы әйберҙе, торған еремдә ташлап китеп, эҙләп йонсоном. Ниндәйҙер кисектергеһеҙ бәлә алҡымдан алғандай, тын алыуы ҡыйын, йөрәк күкрәк ситлеген емереп сығып килә. Ҡан баҫымы тураһында һөйләп тораһы ла юҡ инде ул.
Бесәй ҙә ғүмерҙә булмағанса яман мыраулап йә сығам, йә инәм тип ишек астырып ҡаңғыртты. Етмәһә күршенең башмаҡ ҙурлыҡ эте бар урамды дер һелкетеп йә ларылдап өрөп, йә бәләкәй көсөктәй шыңшып, йә бүре һымаҡ олоп йәнгә тейеп бөттө. Хужалары өйҙә юҡҡа һылтап йөрөһәм, улар ҡайтҡас та дауам итте был хәл. Ҡәҙимге генә мейене серетте, ҡанды ҡайнатты инде ул эт.
Туҡта әле телефондан шылтыратып, балаларымдың һәр береһенең хәлен беләйем... Шылтыраттым... Бөтәһе лә имен – һауҙар, АЛЛАға шөкөр! Бер ниндәйҙә хәүф - хәтер юҡ! Нимәгә һуң йәнем урынында түгел? Аяуһыҙ бәлә яҡынлашҡандай күңелем тертләп тора, йөрәгем сығып бара. Эстән генә һыҙа – һыҙа, ейәнемде йыуындырып йоҡларға һалам. Үҙемде үҙем тынысландырырға, билдәһеҙ ҡурҡыуҙан арынырға тырышып, бер килке кухняла ултырам, ишек алдына сығып әйләнәм. Китап уҡып ҡарайым, күҙҙәрем китапҡа текләгән, ә уйҙарым әллә ҡайҙа аҙашып йөрөй. Иң ахыры йоҡларға йыйынып, белгән доғаларымды уҡый, уҡый ятып ҡалам. Борһаланып, йоҡлап китә алмай әйләнеп – тулғанып ята торғас, кире тороп телевизор тоҡандырам да пультте ҡосаҡлап яҫтыҡҡа ҡыйшаям. Таңға ҡарай, сәғәт 3–4-тәр тирәһендә, ишек шаҡыған тауышҡа уянып, һикереп торам. Мин уңайһыҙ ғына ятҡан көйө йоҡлап ҡалғанмын, телевизор һаман эшләп тора. Бөтә тәнем яман ҡатып ҡалған, саҡ – саҡ яҙылам.
Бер нәмәгә лә иғтибар итмәйем әле, телевизорҙы һүндерәм, үтеп барышлай ейәнемдең бүлмәһенә күҙ һалам, ул ҡолас ташлап, рәхәтләнеп йоҡлай. Һыртынан ғына иркәләп, һөйөп бағам, ипләп кенә ишеген ябам. Ҙурайҙы шул Арыҫланым, һөйгәнде, иркәләгәнде яратмай, шулай уның йоҡлаған сағында ғына һөйәбеҙ, иркәләйбеҙ...
Дөбөр – шатыр ишек типкеләйҙәр, емереп алып киләләр, ҡысҡырышалар, күршенең эте өрә, бесәй мыяулай. Мәхшәр ҡупҡан! “Кто это? Что такое? Что случилось?”- тип һорауыма: ”Открывайте! Просыпайтесь! Быстрее! Пожар! У вас второй этаж горит! Пожар!”- тип ҡысҡыралар. Нишләптер ишек асмайым әле, икенсе ҡатҡа йүгереп менәм, бөтә этажды ут ялмап алған. Ҡотом осоп кире аҫҡа атылып төшәм, ишек асам да, тиҙерәк, тиҙерәк ейәнемде уятып алып сыҡмаҡ булып уның янына йүгерәм. Ә улым урынында юҡ !..
Яңы ғына йоҡлап ятҡан бала ҡайҙа булған? Ҡысҡырып, ҡысҡырып эҙләйем, яуап юҡ. Ҡапыл шартлап свет һүнде, беренсе ҡатты ла ҡуйы төтөн ҡаплап алды. Тын алып булмай, тонсоҡтороп, ҡурып алып бара. “Улым сыҡ, тиҙ бул! Хәҙер тонсоғоп үләбеҙ! Йә янабыҙ! Сыҡ! Сыҡ!”- хәҙер инде мин имгәкләп йөрөп эҙләйем ейәнемде. Тороп йөрөрлөк түгел, аҫҡы ҡаттың түбәһенәлә ут ҡапты. Өйҙөң эсе хәҙер яҡты, ләкин был яҡтылыҡ ҡурҡыныс, аяуһыҙ ҡаза биргән яҡтылыҡ. Тиҙерәк тышҡа сығып ҡотолоу теләге тыуҙыра ул. ”Улым ҡулыңды йәки аяғыңды күтәреп күрһәт, таба алмайым бит һине, тауыш бир.” Ҡапыл мөйөштән койка менән стена араһынан ҡул килеп сыға. Ап – аҡ булған ейәнем һөйләшәлә, ҡуҙғалала алмай ҡатып ҡалған. Ә бит мин ул койканың аҫтын өҫкә әйләндереп сыҡтым. Килеп тороп ауыр матрасын әллә нисә тапҡыр шылдырып, койка аҫтын ҡарап сыҡтым. Бәпәй генәм стена менән койка араһына ҡыҫылып ҡалған булған. Ярай әле ҡулын күрһәтергә көсө еткән!
Баламды ҡосаҡлап, дүрт аяҡлап тигәндәй имгәкләп тупһаға алып сығам: ”Возьмите внука кто – нибудь!“- тиеүмә әллә нисә ҡул ярҙамға килә. Улымды ҡулымдан ала һалып, кемдер костюмын сисеп уны урап: “Я его пока в машину положу, потом заберете!” - тип алып китә. Мин кире боролоп, янғын ялмап алған өйгә инмәк булып ынтылам. “Вы куда? Туда нельзя! В любой момент может взорваться газ! Его конечно газслужба перекрыла, но в трубах – то он остался!”, “Но мне хотя бы документы спасти!”- тип эскә ынтылам һаман.
“Ничего вы не спасёте, а сами погибните! Главное, что вы живы!”- тип мине эскә индермәй, тынысландырырға тырышып, өгөтләп тышҡа алып сығалар. “А где у вас дети? Позвоните им!” “Они в ночную смену на работе. Нет, беспокоить не буду, скоро уже придут со смены. А вот старшей дочери и зятю позвоню.”
Ҡыҙыма шылтыратып, нимә тип әйткәнмендер белмәйем. Улар килеп еткәндә 120 кв. м. майҙанлы ике ҡатлы йорт янып көлгә әйләнгәйне инде. Анауынсама донъяны 10 минут эсендә ут ялмап алды, ә ярты сәғәттән бер нимәлә ҡалманы. Ҡартәсәйем: “Был донъяла бөтә бәләнән дә ҡотолоу юлы бар, уттан, һыуҙан юҡ!”- ти торғайны. Ысынлапта шартлап янған йортҡа яҡын барырлыҡ түгел ине. Ә янғын һүндереүсе машиналар, ялҡын ялмап алған өйгә, яҡыныраҡ килә алмай ҡаңғырҙылар. Бөтә урам, һәр бер өй тирәһе парковкалағы машиналар менән тулған. Янғын һүндергес машиналарға ҙур мәшәҡәт, ҡыйынлыҡ тыуҙыра улар.
Мин төнгө эске күлмәктән, ейәнем пижамала, ике ҡыҙым менән улым кистән эшкә киткән кейемдәрендә, яланғас, яланаяҡ, беребеҙ бер документһыҙ урамда тороп ҡалдыҡ. Был ҡаза аяҡтан йыға һуҡты барыбыҙҙы ла, имен ҡалғаныбыҙға ҡыуанырлыҡ та рәт юҡ ине. АЛЛАға рәхмәт уҡыу, имен – һау ҡотолғаныбыҙға ҡыуаныу, шөкөр итеү шоктан аҙыраҡ күҙҙәр асылғас башланды һәм көн һайын әллә нисә тапҡыр ҡабатлана. Ғүмерҙән дә ҡәҙелерәк бер ниҙә юҡ бит был донъяла! Хоҙайым бәндәһен был донъяға яралтҡас, ярҙамынан да мәхрүм итмәҫенә, ташламаҫына ышанам. Тик һаулығың ныҡ, ғүмерең имен булһын һәм рухың ҡаҡшамаһын ғына инде.
Башыбыҙ һау булһа кейергә кейме лә, йәшәргә йорто ла, ашарға ризығы ла булыр, документтарҙы ла тергеҙеп алырбыҙ АЛЛАбыҙ ярҙамы менән. Хәҙер имен һау артабан йәшәп китергә кәрәк, алға ынтылып, тик алға ҡарап йәшәргә. Үткәндәрҙе артта ҡалдырып, алға!
Үҙемде шулай тынысландырырға тырышһамда, йәл әлбиттә янып көлгә әйләнгән донъя, ҡыҙҙарҙың алтын – көмөштөре, норка тундары – кәпәстәре, бутиктәрҙә генә кейенгән улымдың әллә нисә меңәрләгән һумлыҡ гардеробы. Компьютер, принтер, ксерокс, ноутбуктары һәм тағы әллә ниндәй аппаратуралары әрәм булды. Замандан өс аҙым алда барған йәштәрҙең нимәһе генә юҡ ине бит инде. Мин балаларымды бер нәмә өсөн дә көйөнмәҫкә өндәмәк булһам, улар минән күпкә аҡыллыраҡ булып сыҡты. “Әсәй, бер нәмәгәлә көйөнмә, үкенмә! Беҙ бөтәбеҙҙә теребеҙ, һаубыҙ! Ҡалғанын эшләрбеҙ, табырбыҙ, ябырбыҙ, йүнәтербеҙ, төҙөрбеҙ, сығарып ырғытырбыҙҙа, яңынан һатып алырбыҙ. Ә үткәндәргә ишекте яп та, онот!”- тинеләр. Улар үҙҙәре был темаға бер ваҡыттала кире ҡайтып торманылар. Бөтөнләй ваҡыттарыла юҡ, эшкә мөкиббән киткән балаларҙың, һәр береһе үҙ һөнәре менән мәшғүл ...
Мин иһә бөтәһенә күнеп, имен булғаныбыҙға шөкөр итһәм дә, күңелемә бер үкенес тынғы бирмәй ине. Мәрхүм хәләл ефетемдең хеҙмәт кенәгәһе янып әрәм булды инде тип көйәм. Ул кенәгә, минең тыныс ҡартлығым, етеш тормошом сығанағы. Ә совхоз бөткәс, кадрҙар бүлеге лә, бухгалтерия ла документтарҙы архивҡа тапшырмаған. Ниндәй яуапһыҙлыҡ, күпме кешенең хеҙмәтен юҡҡа сығарыу! Был хеҙмәт кенәгәһе янып юҡҡа сыҡһа, бер нисектә тергеҙеп булмаясаҡ, үкенеп балаларыма әллә нисә тапҡыр һөйләп алдым. Ә күңелемдең иң-иң төбөндә, бәлки АЛЛА ярҙамы менән имендер ул кенәгә, тигән һүнер-һүнмәҫ, бәләкәй генә өмөт бар ине.
Янғындың урынын таҙартырға 6 эшсе яллап эшкә ҡушҡанда, мин шул кенәгәне байҡауҙарын үтендем, улар иғтибарлы булырға вәғәҙә бирҙеләр. Бына улар ҡыҙҙарҙың көмөш биҙәүестәрен табып бирҙеләр, ыҫланып, ҡап – ҡара булған, ләкин бөтөн көйө, көмөш утҡа бирешеп бармай, ирей һалмай икән. Ғәжәп! Бер аҙҙан егеттәр мине саҡырып:”Апай, бейегеҙ, бейегеҙ! Таптыҡ бит һеҙгә кәрәк кенәгәне!”-тип мине ни тиклем ҡыуандырғандарын белһәгеҙ икән! Эй АЛЛАм, мең рәхмәт! Өмөтөмдө өҙмәй көткәйнем, ышанғайным табылырына. Һөйөклөмдөң хеҙмәт кенәгәһе саҡ ҡына утҡа тейгән, уратып сите генә янған уның. Эсенәлә аҙ ғына һыу тейгән, ләкин яҙыуы зыян күрмәгән, асыҡ уҡып була. Был ысын мәғәнәһендә мөғжизә! АЛЛАһы тәғәләнең, бахыр бәндәһенә, тағы бер мәрхәмәт күрһәтеүе. Тупырлап аҡҡан күҙ йәштәремде тыя алмай Хоҙайыма рәхмәт
уҡығанда, мине уратып алған эшсе егеттәр ҙә күҙҙәренә йәш алып:”Апай, анауынсама донъя, байлыҡ, мөлкәт, йорт янып әрәм булған. Һеҙ нишләп бер ҡағыҙ киҫәгенә улай ҡыуанаһығыҙ?”- тип һоранылар. “Бөтә нәмнелә тергеҙеп, йүнәтеп, эшләп, төҙөп, бик булмаһа һатып алып була, тик һаулыҡ ҡына булһын. Ә был ҡағыҙ киҫәген булмай, ул бер генә дана, башҡа юҡ. Был хеҙмәт кенәгәһе – минең тыныс, ирекле ҡартлығым, бер нәмгәлә мохтаж булмаған, етеш тормошом,”- тип яуаплайым...
Аҡ ҡулъяулыҡҡа ғына төрөп, мин кенәгәне алып киткәндә, эшселәр араһындағы урыҫ егеттәре лә, үҙебеҙҙең башҡорт егеттәре лә үҙҙәренсә уҡынып, АЛЛАһы Тәғәләгә доға уҡып, табынып ҡалдылар.
Эй АЛЛАм! Һин бөйөк, һинән дә ҡөҙрәтлерәк көс юҡ был донъяла!
Һинең мәрхәмәтең сикһеҙ! Рәхмәт Хоҙайым бәндәләреңде ярҙамһыҙ ҡалдырмағаныңа. Бар йөрәктән рәхмәтлемен һиңә АЛЛАМ!
Зилдә Хамиҙуллина.