Шоңҡар
+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
19 Май 2023, 22:38

ХАИН

— Ағай! Ағайым! Ағаҡайым! Үтенәм һиңә, зинһар тиҙ генә беҙгә килеп ет инде! Тиҙерәк була күр, ағаҡайым!

ХАИН
ХАИН
— Ағай! Ағайым! Ағаҡайым! Үтенәм һиңә, зинһар тиҙ генә беҙгә килеп ет инде! Тиҙерәк була күр, ағаҡайым! Атай лайаҡыл иҫерек мине лә, өләсәйемде лә туҡмай!.. Өләсәй иҫһеҙ ята, тереме юҡмы белмәйем, мине хәҙер атай үлтерә инде, башыма бер нисә тапҡыр ныҡ итеп һуҡты. Ағай зинһар ҡотҡар инде беҙҙе! Минең башҡа ярҙам һорар кешем юҡ! Бар ышанысым һин генә...Атай енләнеп тышҡа сығып киткәндә яҙам, әсәй өйҙә юҡ, эштә. Уй, атай инеп килә, ағаҡайым зинһар кил, ҡотҡар, көтәм...
Эштән ҡайтып, душтан йыуынып ҡына сығыуына, Искәндәрҙе шаңҡытырлыҡ ошо СМС хәбәр килгән ине телефонына. “Хәҙер, һөйөклөмдең тамағын туйҙырып алам да, театрға барабыҙ...” – тип эстән генә һөйөнөп, өҫтәл әҙерләп йөрөгән Айгөл, иренең ҡапыл ғына йөҙө үҙгәреп, көл төҫөнә инеүен, сикәләре ҡыҫылып, уртын сәйнәүен, йоҙроҡтарын төйнәп, ишек яғына һуғып – һуғып алыуын абайланы. “Уй АЛЛАҡай ғынам ниҙәр генә булды икән шул арала? Яңы ғына барыла яҡшы ине бит...” – Айгөл өтәләнеп ире янына ашыҡҡанда, шундай уйҙар башынан үтеп китте. Ул өндәшмәй генә, һаҡ ҡына, иренең яуырынына ҡағылды. “Ах әсәйем, ах һеңлекәшем! Ах мин уны ҡәбәхәтте!..”- мейеһен ярып барған уйҙан, әсенеүҙән, әрнеүҙән, йәнен ҡурып алып килгән асыуҙан, бер өндә сығарырлыҡ хәлдә түгел ине Искәндәр. Ул, өндәшмәй генә телефонын кәләшенә тотторҙо ла, тышҡа атылды. Телефондағы хәбәрҙе уҡып, иренән дә яман хафаға төшкән Айгөл, уның артынан йүгерҙе. Тик өлгөрә алмай ҡалды, Искәндәре йән – фарман, ҙур тиҙлек менән машинаһында, күҙ асып йомғансы юҡ булды. “Әй,әй, ипләберәк, зинһар ипләп йөрө, үтенәм!”- был һүҙҙәрҙе бышылдай, бышылдай Айгөл инде үкһеп илай ине. “Бына инде уйламағанда аяҡ аҫтынан килеп сыҡҡан бәлә! Эй Раббым сабырлыҡтар бирһәң ине хәләлемә! Асыуҙан - ярһыуҙан үҙе башына үҙе бәлә килтереп ҡуймаһын инде. Бигерәк ҡыҙыу ҡанлы, ярһыу бит ул. Эй АЛЛАҺЫм үҙең һаҡла! Зинһар уны һаҡла!”- бөтөнләй бер доғала белмәгән Айгөл, тубыҡланып ултырып Хоҙайға ялбара ине. Ҡала уртаһындағы үҙәк урамдарҙың береһендә урынлашҡан, ҙур йорттоң ишек алдында, ҡаҡ ергә тубыҡланып ултырып, үҙ алдына нимәлер һөйләнгән йәш ҡатынға сәйерһенеп тә, ғәжәпләнеп тә ҡараған кешеләрҙе лә, инде эңер төшөп тирә – яҡ ҡараңғылыҡҡа сумғанын да һиҙмәй ултырҙы ла, ултырҙы Айгөл.
Ә Искәндәр иң ҙур тиҙлектә елдереп, ҡаланы сығып киткәйне инде. Ҡаланан алыҫ түгел ауылда йәшәй, ялбарып, ярҙам һорап хәбәр ебәргән һеңлекәше.
“Нимә булды һуң быларға? Апайымдың ғаиләһе ныҡ, татыу, бәхетлеләр кеүек ине бит? Нимә булды еҙнәйгә? Яратышып, һөйөшөп йөрөп өйләнештеләр. Ҡатынының артынан ҡалмай, ауыҙына ғына ҡарап торған, һәр һүҙен үтәргә әҙер булған ирҙе, ниндәй зәхмәт һуҡты икән? Әллә алдан уҡ, һарыҡ тиреһе ябынған бүрене таныманыҡмы? Ышанмаҫ кешегә ышанып, апайым үҙенең ғүмерен, йәшлеген әрәм иттеме? Аһ апайым, аһ һеңлекәшем, аһ әсәйем!.. Һеҙҙең өсөн мин уны ... ”- мейеһен тишеп килгән ошо уйҙарҙан, йәне көйөүҙән ҡаралай янып килеп етте апайының ауылына Искәндәр. Ул атылып өйгә килеп ингәндә, алғы бүлмәнең иҙәнендә эркелеп һыу ята һәм баҫыр урын ҡалдырмай, быяла ватыҡтары түшәлгән ине. Бер кем дә һәм шылт иткән тауыш та юҡ ине. Залда, диван ҡырыйында, йөҙө ап – аҡ булған әсәһе ултыра. Ул Искәндәрҙең килеп ингәнен дә, “әсәй, әсәй...” тип өндәшеүен дә ишетмәне. Ҡапыл ҡосаҡлап алған улына һиҫкәнеп күтәрелеп ҡараны ла, бер нәмәлә тоймаған, һиҙмәгәндәй битараф ҡалды. “Ҡайҙа ул хаин? Нимә эшләтте һеҙҙе? Һеңлекәшем ҡайҙа?”- нисек кенә тырышһа ла, Искәндәрҙең һорауҙары яуапһыҙ ҡалды. Был ҡот осҡос хәл, бахырсыҡ әсәһен һеңгәҙәтә һуҡҡайны. Ул нимә булһа ла аңларлыҡ, ишетерлек түгел ине... Искәндәр өйҙө байҡап сығырға булды, алғы бүлмәлә эркелеп ятҡан һыу, быяла ватыҡтары аквариум ҡалдыҡтары булып сыҡты. Һеңлекәшенең ташбаҡалары, балыҡтары ҡайҙа булды икән? Эй яратып аҫырай, ашата, һыуын алыштыра ине аквариумының. “Тағы ниндәй ҡазалар эшләне икән был хаин?”- тип, һәр бүлмәне байҡап йөрөгәндә, ишетелер – ишетелмәҫ кенә, һығылып

ҡына илаған тауыш ишетте Искәндәр. Был үҙенең бүлмәһендә, карауатының мөйөшөнә, йомарланып инеп китеп, бар кәүҙәһе менән һерелдәп, ҡалтырап ултырған һеңлекәше ине. Килеп ингән ағайын ул тәүҙә таныманы, ҡото осоп төпкәрәк йәшеренергә тырышып бөтөнләй йомарланып ултырҙы. Унан һуң ағайы икәнен күреп, һикереп тороп уға һыйынды. Бәләкәй генә һеңлеһенең ни тиклем ныҡ ҡурҡыуын, биҙгәк тотҡандай ҡалтыраныуын күреп, йәне өҙгөләнде Искәндәрҙең. Ошо мәлдә йыртҡыс еҙнәһе алдында булһа, типкеләп ер менән тигеҙләп ҡуйыр ине. Ә һеңлеһе:”Ағайым, әсәйемә әйт зинһар, айырылышһындар, йәшәмәһендәр бергә, беҙгә ундай атай кәрәкмәй. Кәрәкмәй! Ул бер кемгә лә кәрәкмәй! Үлһен! Үлһен әйҙә!”- тип һөйләнеп – һөйләнеп илаған ҡыҙыҡай ҡапыл туҡтаны, бер килке тауыш тынһыҙ ултырҙы. Шунан һуң баяғынан да яманыраҡ ярһып иларға тотондо. “Ағай, ағайым нишләп улай? Мин атайыма, үҙ атайыма үлем теләйем бит!... Нишләп был хәлгә төшөрҙө ул беҙҙе? Мин башҡа ҡотолоу юлы күрмәйем, шуға үлһен тием. Мине Хоҙай олатай ғафү итмәҫме икән инде ағайым?”- ошо һүҙҙәр менән сеңләп, ярһып илаған һеңлеһен ҡосаҡлап, башынан һыйпап ултырған Искәндәр ҙә илай ине. Әммә ул быны үҙе һиҙмәй ҙә, белмәй ҙә. Күңел тетрәнеүе, бәләкәй генә һылыуын, унан да бәләкәйерәк ҡустыһын, апайын йәлләүе, әсәһе өсөн йәненең әсеүе үтәлә көслө ине шул...
Бер аҙ ваҡыттан һуң ахылдап төшкән, хафаланыуҙан йөҙө көл төҫөнә ингән, апайы ҡайтып инде. Ҡыҙынан хәбәр алғас, эшен ташлап, ашығып ҡайтып киткән ине ул. “Дамир ҡайҙа, мәктәптән ҡайттымы? Ҡайтманымы ни әле? Уй барып алып ҡайта һалайым бала ғынамды, атаһының ҡулына эләкһә типкеләп ташлар.Ә атаң ҡайҙа ул әле?” Шулай тип һөйләнә, һөйләнә нисек ҡайтып инде, шулай һәләт кенә сығып та китте апаһы. Быйыл икенсе синыфҡа күскән, ҡураныс ҡына кәүҙәле, сибек кенә, бәләкәй генә ҡустыһын күҙ алдына килтереп, Искәндәр тештәрен шығырҙата ҡыҫып, йоҙроҡтарын төйнәне. Нисек инде шул ғына баланы типкеләмәк кәрәк?...Түҙеме шартлап һынған, сығырынан сыҡҡан Искәндәр, апайы артынан тышҡа ынтылды. Ләкин, урынынан ырғып тороп, йәнтәслимгә йүгереп килеп, ҡулдарына сытырман шикелле йәбешкән һылыуы туҡтатты уны. “Ағайым, ташлап китмә мине, мин ҡурҡам. Хәҙер атай ҡайтып инһә, тағы туҡмай...”- тип илаған һылыуын тынысландырырға тырышып, эргәһендә ҡалды.
Бына, күҙҙәре аларған, йөҙө салышайған, эскән хәмеренән ҡоторонған, еҙнәһе килеп инде. Ишек төбөнән үк яман итеп һүгенеп, ажарланып, аҡырып, баҡырып, кемделер ҡурҡытырға теләпме, әллә инде үҙен герой итеп тойопмо шашынған иргә ҡарауы ытырғаныс ине. Үҙе вата һуҡҡан аквариумдың, иҙәндә сәсрәп ятҡан быялаларын шатырҙатып иҙә баҫып, алпан – толпан атлап түргә үтеп барған ир, Искәндәрҙе күреп шып туҡтаны. “ Дамир! Дамир! Дамир ҡайҙа? Ә ә ә өйҙә юҡмы? Ҡотолоп ҡалдымы?..” – тип һөйләнә, һөйләнә кире сығып китте.
Йөҙҙәре ап – аҡ булған, ҡобараһы осҡан улы менән апайы, ҡайтып инде. Ул инә килеп иҙәндәге быяла ватыҡтарын һепереп йыя башланы, ә Дамиры, бәләкәй ул ғынаһы бер һүҙ ҙә өндәшмәй, бүлмәһендәге койкаһына менеп китте. “Балам тамаҡ ашайһыңмы?”- тип һораған әсәһенә, башын һелкеп кенә “юҡ” тине лә, юғалды... Бала ғынаның иҫерек атаһынан ҡурҡыуы шул тиклем көслөлөр инде, ул хатта башын да күтәрмәне, башҡа күренмәне лә...
Тағы кире килеп игән иҫерек ир, ажарланып ҡатынына йәбеште. Һәләтләп иҙән һепереп, быяла ватыҡтарын йыйнап йөрөгән апайын, һелтәп ебәрергә ынтылған еҙнәһен Искәндәр, ҡулдарынан шаҡара тартып, тотоп ҡалды. Әзмәүерҙәй бейек, мөһәбәт кәүҙәле Искәндәр янында, еҙнәһе бәләкәй генә, хөрәсән генә ир булып күренә ине. Ҡыпһыуыр кеүек ҡыҫып алған ҡулдарҙан ысҡынып китә алмағас, кикереге шиңде хаиндың. Был ир йоратын бер һуҡҡанда ергә һеңдерә һуғырлыҡ көсө булған Искәндәр, йоҙроғон төйөп, төйөп ҡуйҙы, әммә үҙен үҙе тыйып ҡала алды. “Етте һиңә еҙнәй! Күпме ҡоторонорға була? Мин һине хатта һуғып йыға ла алмайым бит. Ҡуяһыңмы, юҡмы?” “Мин нимә эшләгән? Нимә боҙған? Минең бер зыяным да юҡ”.., тип, шыңшыған сәүекте хәтерләткән, тағы әллә нимәләр мығырлаған иҫерек ирҙе тыңлап торорлоҡ теләге лә, түҙеме лә юҡ ине Искәндәрҙең. Ул асырғанып ҡулын һелтәне лә, төпкә һеңлеһе янына үтте.
”Ағай, Дамир мәктәпкә ашамай киткәйне, ашап барһаң

күнекмәләр эшләүе ҡыйын, ҡайтҡас ашайым тигәйне. Атайҙан ҡурҡып ас ятып ҡалды инде.” – тип ҡустыһын йәлләп өҙәләнде һылыуы. Искәндәр ҡустыһының бүлмәһенә инеп, ашарға сығырға өгөтләп ҡараны, тик малай баш тартты. Иҫерек атаһынан ҡурҡыуы, асығыуҙан көслөрәк ине шул. Искәндәр йәне әрнеп, ҡустыһын арҡаһынан һөйөп, башынан һыйпаны ла тағы алғы яҡҡа сыҡты.
Апайының йоҡо бүлмәһе янынан үтеп барғанда, ниндәйҙер сәйер туҡылдау, бер нимәгә йоҙороҡлап һуҡҡан һымаҡ тауыш ишетте Искәндәр. Нимә был, әллә тағы иҫерек еҙнәһе?.. Ул тиҙ генә бүлмәнең ишеген асты ла, үҙе лә һиҙмәҫтән ҡысҡырып ебәрҙе. “ Ай, ай апай нимә эшләүең? Әсәй, әсәй апайым әллә нимә эшләгән, кил әле кил, тиҙерәк...
Быға тиклем бер нимә лә күрмәй, ишетмәй битараф ултырған әсә, һиҫкәнеп һикереп, торҙо. Балаһына янаған хәүеф, бахырсыҡ әсәне шунда уҡ иҫенә килтерҙе һәм ярҙамға ташланырға мәжбүр итте. Ул:”Уй АЛЛАҡайым! Ниҙәр генә булды, балаҡайым?” – тип йүгереп килеп игәндә, ауыҙынан күперектәр сыҡҡан ҡыҙы, йоҡо бүлмәһенең иҙәнендә ята ине, бала ғынаһын тапма (эпелепсия) тотҡан ине. Тирә яҡҡа бәргеләнеп, аяҡ ҡулдары тартышып, иҙәнгә туҡ та туҡ һуҡҡыланған, башы менән иҙәнгә бәрелеп, бәрелеп алған, йөҙ түбән ауған ҡыҙын, әсә һәләт кенә арҡаһына әйләндереп, башынан, ҡулдарынан тотоп, Искәндәргә апайының аяҡтарын тоторға ҡушып, ҡулынан килгәнсе ҡыҙына ярҙам итергә, уның хәлен еңеләйтергә тырышып өтәләнде. Ыңғайына тиҙ ярҙам машинаһы саҡырырға ҡушып ейәнсәренә ҡысҡырған әсәһен, донъялағы иң ҡәҙерле кешеһенә, әсәләренә хәүеф янағанда, иҫерек атаһынан үлеп ҡурҡыуҙарын онотоп, йоҡо бүлмәһенә йүгерешеп килеп ингән һеңлеһен һәм ҡустыһын, кейәүгә сыҡмаҫ борон, һап- һау, янып торған, шәп, һылыуҙарҙан һылыу булған, ә хәҙер ошо көнгә төшкән апаһын, үҙәге өҙөлөрҙәй булып йәлләне Искәндәр. Һәм ныҡлы бер ҡарарға килде. Былай ҡалдырырға ярамай, ҡырҡа хәл итер кәрәк был мәсьәләне...
Яйлап ҡына иҫенә килгән апайы, тиҙ ярҙам машинаһынан да, полицияға хәбәр итеүҙән дә ҡырҡа баш тартты. Уларҙы саҡырыуҙан файҙа юҡ, барыбер ярҙам итмәйҙәр, үҙе үтә ул, тәүге тапҡыр түгел бит инде, тип ҡул һелтәне ул. “Мин һиңә һап – һау, типһә тимер өҙөрлөк көслө, һылыуҙарҙан һылыу ҡыҙымды ышанып тапшырҙым, ә һин ни хәлгә төшөргәнһең бала ғынамды. АЛЛАҺЫның ҡаты ҡәһәренән ҡурҡмайһыңмы? Балаларымдың, кәләшемдең күҙ йәше төшөр тип уйламайһыңмы? Улар һинең дошманың түгел, ә ғаиләң. Һуғышҡың килһә, ҡулыңдан килһә, урамға сығып һуғыш! Рәнйейем һиңә, ишет! Иңрәп – иңрәп рәнйейем, үҙем өсөн түгел, балаҡайҙарым өсөн! Ир булһаң ынйытмай, илатмай, бәхетле итеп йәшәт, әҙәм аҡтығы булма! – тип, һуҡранған әсәһен, ҡыҙы туҡтатты. “Әсәкәйем ғәфү ит! Ҡарғама инде! Зинһар ҡарғама!”- тип үтенде ул көс – хәл менән. Әсәһе өнһөҙ ҡалды... Шул хәлдә лә һаман ирен яҡлап ятҡан ҡыҙына эсе боштомо, әллә инде бәғерһеҙ кейәүенең, сәскә шикелле кәләше менән балаларының ҡәҙерен белмәүенә йәне көйҙөмө, әсә башҡа өндәшмәне.
Барыһын да тынысландырырға тырышып, апайы Искәндәрҙе бөгөн ҡайтып китмәй, уларҙа йоҡлауын һораны һәм бер аҙға уны яңғыҙ ҡалдырыуҙарын үтенде. Эргәһендә, юха күҙенән һейә тигәндәй, илап, ғафү үтенеп, утҡа баҫҡан бесәй һымаҡ һырпаланған иренә лә сығырға ҡушып, күҙҙәрен йомдо апаһы. Бөтәһелә сығып китһә лә, әле һаман апайын ҡыҙғанып, ҡурсып ишек төбөндә тора бирҙе Искәндәр. Бер аҙҙан уның һулҡылдауы, һерелдәүе баҫылып, тынысланғанын, тигеҙ генә тын ала башлағанын абайлап, бүлмәнән сыҡты ла, ипләп кенә ишекте ябып, нимәгәлер устары менән ишекте һыпырып ҡуйҙы. Был үҙенсә Бисмилла итеүеме, яман, яттан һаҡлауымы, әллә инде бар яуызлыҡҡа кәртә ҡуйыуы инеме, ул үҙелә аңламаны.
Был ваҡытта, нимә булғанын һорашып, ишек төбөндә полиция хеҙмәткәре тора ине. Ул хеҙмәткәрҙе кем саҡырған, бындағы хәлдәрҙе ҡайҙан белгән, былар бер кемде лә ҡыҙыҡһындырманы... Тағы үҙ уйҙарына сумып китеп, бар донъяға битараф һымаҡ ултырған әсәһе, полиция хеҙмәткәренең, ейәнсәре менән һөйләшергә ниәтләүен ишеткәс тә, һикереп тороп ишеккә арҡыры торҙо. Уның бар торошо, таш яуһа ла, ҡар яуһа ла, ейәнсәренең бүлмәһенә үткәрмәйәсәге тураһында һөйләй ине. “Былайҙа бөгөн күп рәнйене, күп иланы, етәр һеҙ өҫтәмәгеҙ инде. Бәпәй генәм сабый ғына әле, унан һорау

алырға юл ҡуймам! Минән һорағыҙ, мин барын да үҙ күҙҙәрем менән күрҙем, үҙ ҡолағым менән ишеттем. Эсеп иҫереп ҡайтып, ейәнсәремде туҡмағанға яҡлайым тигәнсе, мине осора һуҡты. Бәпәйемдең башына әллә нисә тапҡыр ҡаты итеп һуҡты. Мейеһе һелкенгәндер инде. Яҡлағыҙ балаларымды, бер нимә эшләтеп өркөтөгөҙ, эсеүен ҡуйҙырығыҙ, ҡулын ҡыҫҡартығыҙ! Әммә ейәнсәремә һорауҙар менән тығылмағыҙ!”- тине ул тотолоға тотлоға. ”Апай, уға яза бирер өсөн, һеҙҙән ғариза кәрәк. Ғаризаны ейәнсәрегеҙ яҙһа бөтөнләй бикләп ҡуялар уны.” – тине полиция хеҙмәткәре. “Юҡ, юҡ бер ниндәй ҙә ғариза яҙмайбыҙ. Әле оло тормошҡа аяҡ баҫмаған балам, атаһының өҫтөнән ялыу яҙып башламаҫ. Үҙегеҙ ҡурҡытығыҙ, башҡа был ҡылығын ҡабатламаҫлыҡ итеп. Ҡәйнәң дә, ҡыҙың да ғариза яҙҙы тип әйтһәң әйт, әммә беҙҙән ғариза һорама” – тине әсәһе ҡәтғи генә итеп. Искәндәр ҙә, полиция хеҙмәткәре лә баш сайҡап, алғы яҡҡа сығырға мәжбүр булдылар...
Ә инде хәмер эсеп алып, әллә кем булып тиреһенә һыймай, балаларына, ҡатынына ҡул күтәреп, геройланып йөрөгән мөртәтте, бер минут эсендә алыштырып ҡуйҙылармы ни. Полиция хеҙмәткәрен күреү менән, бөтөнләй икенсе кешегә әйләнгән әҙәм аҡтығы, уның алдына, артына сығып, бер туҡтауһыҙ хәбәр һөйләп, нисек тә булһа ярарға, үҙен яҡшы күрһәтергә тырышып, йүгерекләй башланы. Был күренеш беренсенән аптыратһа, икенсенән тетрәндерә, өсөнсөнән сирҡандыра ине...
Полиция хеҙмәткәре, өйҙә булған башҡа кешенән, был йортта нимә булғанын, кемдең ярҙамға мохтаж, ниндәй ҡаза бар икәнен бөтәһенән дә бер – бер артлы һораша башланы. Кемгә мөрәжәғәт итһә лә, яуапты иң беренсе бирергә тырышып, алдан төшөп һөйләп, полиция хеҙмәткәренең бер алдына, бер артына сығып, ир исеме күтәреп йөрөгән хаин, бащ көлләй кешелек сифатын юғалтыуын иҫбатлағандай тойолдо ҡарап торғандарға...

Автор: Зилдә Хәмиҙуллина.
 
Автор:
Читайте нас: