Шоңҡар
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
20 Май 2023, 19:09

Йәшәге килә Повесть (4) Мансаф ҒИЛӘЖЕВ

– Һин, балаҡайым, бик үк бөтөрөнөп барма әле. Ҡайғы ағас башынан йөрөмәй. Яуҙа бик күп бәндәләр баш һала, ти бит. Кем белә, хәбәр дөрөҫ булмай ҙа сығыр. Һуғышта ундай хәлдәр йыш була икән.

Йәшәге килә Повесть (4) Мансаф ҒИЛӘЖЕВ
Йәшәге килә Повесть (4) Мансаф ҒИЛӘЖЕВ

Дөбөрләп эшләгән цехта ҡалған Әсхәт уйҙарын бер епкә теҙергә тырышып аптырап бөттө.

Тәмәке тартыусылар урынына килһә, үҙ-ара һөйләшеүҙәр һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмай булдыра алманы. Кешеләр ниңәлер интегеүҙәренә зарланмай. Һөйләүҙәренә ҡарағанда, ярай әле бында килеп өлгөргәндәр, юлда фажиғәгә юлыҡмағандар. Самолет двигателдәре эшләү һанын көндән-көн арттыра барыуҙарына ғорурландылар. Өфө моторҙары ҡуйылған “Як”тар немец самолеттарын тиҙ ҡыуып етә һәм бәреп төшөрә икән. Юғиһә, һуғыштың тәүге айҙарында баҫҡынсылар беҙҙең авиацияны аҙағынаса тар-мар итә яҙған. Күптәре күккә күтәрелергә лә өлгөрә алмаған, аэродромдарҙа уҡ юҡҡа сығарылған.

Әсхәт, әлбиттә, күп һүҙҙәрҙе аңламаны, “Як”ты ла белмәне. Шуныһы бәхәсһеҙ, Өфө двигателдәре шәп! Тик ни өсөн кем “двигатель”, кем “мотор” тип һөйләй? Әллә комбайн моторҙары ҡуйылған самолеттар ҙа бармы икән? Ике дүрт моторлылары шуларҙыр…

– Ун алтынсы октябрь, төн, ашыҡтырып директор кабинетына саҡыртып алдылар, – тип һөйләй башланы тәмәке тартыусыларҙың береһе. – Дүрт көн элек халыҡ комиссары урынбаҫары Баландин килеп, беҙҙең заводты Өфөгә – дублер заводҡа күсерергә ҡарар сығарылыуын хәбәр иткән. Баландинды әйтәм, Василий Петрович – хәҙер бында үҙе директор. Үрге Волгала бер генә винтик та ҡалдырылырға тейеш түгел. Ҡалаөҫтөндә тәреле самолеттар күренә лә башланы. Мөһим объекттарға бомбалар ташлайҙар. Ни ғәжәптер, беҙҙең заводҡа теймәйҙәр. Әле күптән түгел генә ишеттем, уны иҫән-аман килеш ҡалдырып, йәғни ҡулдарына төшөрөп, немецтар тәреле самолеттарына двигателдәрҙе шунда эшләргә план ҡорғандар. Тотһондар төбөнән тоҡсайҙарын! Эвакуация буйынса эштәр шул уҡ төндә башланды. Завод корпустары араһына тимер юл һуҙабыҙ. Шпалдарҙы асфальт өҫтөнә теҙәбеҙ. Йыһаздарҙың ишеккә һыймағандарын стеналарҙы емереп сығарабыҙ. Ҡабаланырға, шул уҡ ваҡытта һаҡ та ҡыланырға тейешбеҙ. Сөнки күсенеүебеҙҙе һиҙеп ҡалһа, фашистар бомбаларын яуҙырып, бөтә эшебеҙҙе һәләк итеүе бар. Эвакуацияны тамамлағас, немецтар, ысынлап та, заводты бомбаға тотҡан. Шул хаҡта Берлин бөтә донъяға хәбәр таратҡан, имеш. Рыбинскийҙағы авиация заводының көлөн күккә осорғандар. Шулай булған, йәғни бомбаларын йәлләмәгәндәр. Тик ул саҡта беҙҙең цехтарҙа бер винтик та хатта тутыҡ тимер киҫәге лә ҡалмағайны. Әйҙә, маҡтанһындар. Иң ҡыйыны шул: квартираңды, ғүмерең буйы йыйған мөлкәтеңде ташлап китеү. Һәр нәмәң ҡәҙерле, һәр нәмәңде тигәндәй ауыҙыңдан өҙөп тапҡанһың, береһе генә лә бушҡа килмәгән. – Һөйләүсе ауыр һулап торғандан һуң һүнгән тәмәкеһен ҡабыҙҙы.

- Бөтәбеҙ ҙә эш урынында, өйгә ҡайтыу юҡ. Тәүлегенә ике-өс сәғәт кенә ял тәтей. Сөнки тимер юл составтары, баржалар өҙлөкһөҙ бирелеп тора. Уларға йөк тейәүҙе минутҡа ғына һуҙыу ҙа енәйәткә тиң. Әҙер булыу менән шунда уҡ юлға ҡуҙғалалар. Бына шундай баржаларҙың береһе бында килеп етә алмай, Ҡариҙелдә туңып ҡалған. Ундайҙар аҙ булдымы ни? Дудкино эргәһендә баржалағы бер станок һыу аҫтына киткән, ти. Бәлки, ишеткәнһегеҙҙер, шуны тросҡа эләктереү өсөн ауыл пацаны боҙло һыуға сумған. Шәрә килеш боҙ аҫтында йөрө, ә!

- Ҡала малайы төшмәҫ йә сирләп үлер ине, – тип әйтә һалды тәмәжниктәрҙең береһе.

-Улай тиергә ярамай. Бындай ваҡытта әҙәм балаһын выждан йөрөтә. Граждандар һуғышын хәтерләйек, күпме батырлыҡтар эшләнде. Ә һуңыраҡ, утыҙынсы йыл баштары! Магнитка, Амурҙағы Комсомольск, Днепрогэс… Кем ҡулдары менән төҙөлдө улар? Беҙҙең замандаштар күтәрҙе уларҙы! –Әлеге кеше шул тиклем бирелеп, онотолоп һөйләне ки, эшлектән сығып арыһа ла ултырманы. Тәмәкеһе бер нисә тапҡыр һүнде. – Башҡортостанды әйтәм, әлегә ҡәҙәр белә инекме? Юҡ, белмәй инек. Башҡортто? Күптәр уларҙы әле булһа күсенеп йәшәй, ат, башҡа малдар аҫрай, тирмәлә көн итә, тип фекер йөрөтә ине. Күрәһегеҙ бит, ҡаҙаҡтар ҙа өгөтләгәндән һуң ғына квартираларға, барактарға инергә ризалашты. Быуаттар буйы күсенеп йөрөп тирмәләрҙә йәшә-йәшә лә, төҙөлөшкә килеп, дөйәләр егеп эш башла. Улар өсөн – революция. Башҡорттарҙың бөгөн нисек көн итеүҙәре лә уларға тәьҫир итмәй ҡалмағандыр. Өфөгә ҡарағыҙ, күпме промышленность предприятиелары! Мин үҙем, мәҫәлән, хайран ҡалдым. Утыҙ һигеҙенсе йылда кәрәсин, бензин етештерә башлағандар. Бензин! Примусҡа һалынған кәрәсинде бында сығаралар. Беҙ эшләгән двигателдәрҙе Өфө бензины геүләтә! Боҙло һыуға төшөүсе егеттәр килә беҙгә алмашҡа. Илебеҙҙең тылы ныҡ. Көндән-көн ул нығый. Тимәк, фронт фашистар өсөн ҡорос ҡая. Ҡуҙғалайыҡ, егеттәр…

Был төркөм эш урындарына китеүгә икенселәр килде. Үҙе хаҡында йылы һүҙҙәр ишетеү Әсхәткә рәхәт ине. Исемен белмәйҙәр, әлбиттә. Тик уныһы хәжәтме ни, иң мөһиме, дөйәләр тартып килтергән станоктарҙа бөгөн үтә ҡиммәтле деталдәр эшләнә. Тик бына әле булһа һөнәрселек мәктәптәрен ойоштора алмайҙыр. Иң тәүҙә төҙөлөш эштәрен яйға һалырға кәрәк, тиҙәр.

Әсхәт ваҡыты бар сағында төрлө цехтарға инергә, оҫта ҡуллы эшселәрҙең хеҙмәтенә күҙ һалырға тырыша. Хыялы – станок артына баҫыу. Тик әлегә токарлыҡтың нескәлектәренә төшөнә алмай. Ысын токарь булыу өсөн оҙаҡ уҡырға, өйрәнергә кәрәктер…

Ниндәй сыҙам, ҡыйыу кешеләр! Төпләнеп йәшәгән урындарын кисекмәҫтән ҡалдырып китергә бойорғас, шул уҡ төндә үк цехтарын һүтә башлағандар. Ғаиләләрен алып юлға сыҡҡандар… Ләкин зарланыу әҫәре юҡ. Һалдат шикелле батыр улар. Шулай булмаһа, әлегә эшселәрҙе бомба яуҙырылған урында дошман менән һуғышырға ҡалдырырҙар ине. Тимәк, завод эштәре мөһимерәктер.

Ҡайҙа ла еңел түгел. Тотош ил өҫтөнә килде бәлә, афәтле һуғыш. Әсхәттең әсәһенә лә донъя көтөү ҡатмарланды. Ҡараңғынан ҡараңғыға – баҫыуҙа. Фронтҡа ирҙәр сәсеп киткән күп ерҙәрең игене йыйып алынмай ҡалған, ти. Башаҡта ултырған бойҙай, тары ерҙәрен тотошлайы менән ҡар ҡаплаһын – күпме хеҙмәт, күпме ризыҡ көтә. Утыҙ алтынсы йыл онотолорлоҡмо? Кесерткәнде ҡайнатып сәйнәүҙән, йәшел һыуын эсеүҙән ҡорһаҡ ҡабара, ултырып торорлоҡ та хәл юҡ. Күптәр ғаиләләре менән теге донъяға күсте. Нисәмә өй тәҙрәләренә арҡыры таҡталар ҡаҙаҡланды. Бөтәһенә лә түҙергә мөмкин, әммә аслыҡты сыҙап ҡына еңеүе ауыр, ай-һай, ауыр…

Әсхәт йоҡлап йөрөгән урыны – ҙур йәшник эргәһенә килде. Ятырға өлгөрмәне шаҡ-шоҡ иткән тауыштар ишетелде. Таныш шаҡылдау. Яҙын һыуҙан һаҡланыу өсөн сабатаға күтәрмә беркетәләр. Боҙло, туң ерҙә тиҙ ашалһа ла, аяҡтарың ҡоро тора, бөгөлмәүе йонсота.

Әле килеп шуға оҡшаш нәмәне заводта уйлап таптылар. Табаны – таҡта, өҫтө ҡалын сепрәк. Торғаны ҡата инде. Аяғыңды күтәреп рәхәтләнеп атлап йөрөй алмаһаң да, ялан тәпәй түгелһең. Уны ниңәлер “шанхай” тип атайҙар. Нимәне аңлатҡанын кем белһен. Ә-ә,ҡытайсараҡтыр…

Шаҡы-шоҡоно Ауырғазы ҡыҙы ла кейеп йөрөй. Ул цехтарҙа, ҡыйыҡ аҫтарында йоҡлай. Бахырҡай айлыҡ аҙыҡ-түлек карточкаһын һатҡан да, зарҡ булғансы ашаған. Күркә шикелле ай буйы ел йоторға тура килде үҙенә. Аслыҡтан күңел төшөнкөлөгөнә бирелде, хатта сәсен дә тарамай. Иҫке бишмәтенең йыртылған, һүтелгән урындарын текмәй, ямамай. Төймәләре булмағас, билен ниндәйҙер сым менән быуып йөрөй. Уйында ниҙәр барын бер Хоҙай белә торғандыр.

Ҡыҙыҡайҙы ҡыҙғанып, бригадир үҙенең фуфайкаһын һалып кейҙерҙе, күлдәк, ыштанға талон юллап бирҙе. Өйөнә алып ҡайтып, мунсаға алып барып йыуындыр, тип ҡатынына тотторҙо. Ятаҡҡа урынлаштырҙы. Юҡ, ҡыҙҙың күңелен табырлыҡ түгел ине. Бригадир биргән фуфайканы бер буханка икмәккә алмаштырып туйғансы ашаны ла, тағы ҡайҙа етте шунда йоҡлап йөрөй башланы.

– Ҡамасаулап ниңә шаҡылдап йөрөйһөң төн убыры кеүек? Иртәгә эшкә түгелме ни?

Ҡыҙыҡай өндәшмәне. Йәшник ситенә ултырып арты менән Әсхәтте эскәрәк этте.

– Бар икенсе ергә. Ҡара әле цехтың ҙурлығына! Урын аҙмы?

Ҡыҙыҡай әрһеҙләнеп йәшниктең ситенә һуҙылып ятты. Өҫтөндә пинжәк кеүек кейем ине.

– Вәт, әй, һағыҙаҡ, – тип егет арыраҡ шылды.

Ҡыҙыҡайҙың ошондай хәлгә төшөп йөрөүенә Әсхәт үртәлә ине. Бүтән ҡыҙҙар бынамын тигән итеп эшләй, йәшәй. Ҡаштарын ҡарайтып, ирендәрен ҡыҙартырға ла йыбанмайҙар. Ә был… Әхирәте лә юҡ шикелле. Хәйер, был йоғошһоҙҙо кем иш итһен.

Егет серем итергә өлгөрмәне, ҡыҙыҡай уға һыйына башланы. Үҙе ҡалтырай.

– Һалып өҫтөңә ябырға бер нәмәм юҡ. Паровозлы цехҡа бар. Унда йылы.

Ҡыҙыҡай арҡаһын ныҡ итеп Әсхәткә терәне. “Бесәй балаһы кеүек йылы эҙләй шикелле” тип уйлап ҡуйҙы Әсхәт.

– Йоҡларға ирек бирәһеңме, иртәгә эшкә бит.

Әсхәт бер мәл уянып китһә, ҡыҙыҡай уны ҡыҫып ҡосаҡлаған хатта бер аяғын өҫтөнә һалған. Егет нимә эшләргә белмәй аптырап ҡалды. Ҡаты йоҡлағанға һалышҡан булып, хырлап ҡуйҙы. Ул хатта ошо хәлгә ҡалыуына ғәрләнде, оялды. Нисек инде әллә ниндәй шапшаҡ ҡыҙ менән бергә ят. Сәлимә күреп ҡалһа, нимә тип әйтер? “Бармаҡ” өсөн ғәфү итергә ашыға төшкәнмен, тиер, моғайын.

Әсхәт яйлап ятҡан булып урынынан күсте. Әммә ҡыҙыҡай уны ысҡындырырға теләмәне, һырыша бирҙе. Егет башҡа ергә күсеп китергә теләп тороп ултырҙы. Ҡыҙыҡай уның аяҡтарына башын ҡуйҙы.

– Ниңә миңә бәйләндең әле, ә? Ниндәй үсең бар? Ҡал бында, үҙем китәм.

– Китмә. Яңғыҙым ҡурҡам. Ят кире…

Әсхәт аптырап оҙаҡ ултырҙы. Ҡыҙҙы яңғыҙын ҡалдырмау өсөн ҡабат ятты. Ләкин күҙҙәренә йоҡо килмәне.

– Шикләнмә, бетле түгелмен. Ҡосаҡла мине. Йылыт мине. Юҡһа, өшөп сирләрмен. Әйҙә икәү йөрөйөк. Минең бер кемем дә юҡ. Мине бер кем дә яратмай. Һине тыңлармын.

– Торғаны йәбешкәк. Һинең менән нисек йөрөйөм, ти? Минең яратҡан ҡыҙым бар.

– Алдашма.

Әсхәт бер ҡулын турайтты. Шуны ғына көткәндәй, ҡыҙ ашығып егеттең беләгенә муйынын һалды һәм яурынынан ҡосаҡланы.

Бисара ҡыҙ Әсхәтте ситтән генә ҡараштырып уны мәрхәмәтле, кешеләргә ҡарата насарлыҡ ҡылмаҫ әҙәм итеп тойҙо. Кәрәк саҡта яҡлай, ярҙам итә ала төҫлө. Бүтәндәр унан ситләшә, хатта ерәнә кеүек. Әсхәттең эргәһенә үк килергә тартынды, әлбиттә. Бындай ҡылыҡ ҡыҙҙарға хас түгеллеген аңлай ул. Егеттәр генә һайлана, ҡыҙҙарға башлап һүҙ ҡуша ала. Бындай ҡыланышына башҡа төрлө һығымта яһауҙары ла бар бит әле.

Ҡыҙыҡай үҙенең шамтыр икәнлеген дә аңлай, тик нисек итеп үҙен ҡулға алырға икәнлекте генә белмәй. Бүтәндәр айлыҡ карточкаларын көн һайын тотона, ә ул юҡ, тыйыла алмай. Ашхана ашына туймай. Ҡалғандары иһә ни эшләптер ҡәнәғәт. Төҙөлөштән ҡасып китер, хәйер һорашып йөрөр ине, ярамай. Төрмә менән янайҙар. Ҡасып тигәндән, ҡасып ҡайҙа барыр инең? Уны кем көтә. Атаһы һуғышта. Үгәй әсәһенә барып һыйынырлыҡ түгел, тупһа аша атлатмаҫ. Үҙ әсәһе ҡыҙыҡайына ике йәш тулғас, икенсе балаһын тыуҙырғанда донъя ҡуйған. Шул үгәй әсәһенән урлап, ҡасып ашау, бөгөнгәсә йәшәргә ғәҙәтләндергәндер ҙә инде. Уның уйынса ҡағылып-һуғылып йәшәү бөтә ерҙә лә дауам итә. Кешеләр күҙ буяр өсөн генә бер-береһенә йылмая, үҙ-ара йомшаҡ һөйләшергә тырыша төҫлө. Тик бригадир, уның ҡатыны һәм бына бынауы Әсхәт исемле малай ғына ихлас, хәйләкәр түгелдәр. Мужыт бригадирҙың кәңәштәрен тоторға кәрәк булғандыр. Бер нисек тә килеп сыҡмай шул, улар өйрәткән тәртипте һаҡлауы ҡыйын. Төҙөлөштәге ҡыҙҙар ҙа ҡырын, шикләнеп ҡарай. “Карауатыңды йыйыштырмайһың, кейемдәреңде теләһә ҡайҙа ташлайһың. Битеңде йыумайһың, башың бумала кеүек…” Аҙым һайын бәйләнеп баралар. Шундай шарттарҙа нисек түҙеп йәшәмәк кәрәк? Цехтарҙа, ҡыйыҡ аҫтында исмаһам, йәнең тыныс: урын табып яттың да йоҡланың, уяндың, торҙоң киттең…

***

Көндәрҙең береһендә Әсхәт Сәйет менән Крекингтар йәшәгән бараҡтарға юлланды. Ул тирәне Черниковка ауылы тип тә йөрөйҙәр. Ни өсөн “Крекинг?” Әсхәт белмәй. Сәйет үҙенсә: “Ул беҙ төҙөгән завод кеүек икән, унда кәрәсин сығаралар, лампаға һала торған”, – тип аңлатты. Күрше ауылдағы туған тейешлеләре шуны төҙөүҙә ҡатнашҡан, имеш.

Яңы йылдың да тәүге айы яман һыуыҡ булды. Өлкән йәштәгеләр хатта аптыраны: “Әллә ҡырҡ берҙәгенән дә уҙҙыра инде. Былай дауам итһә, сәпсектәр ҡырылып бөтәсәк. Араҡы туңған, ти. Ҡара көҙҙән башлап селлә һалҡындары дауам итә бит. Тауыҡтарҙың аяҡтары туңып төштө…”

Ысынлап та һыуыҡҡа сыҙар әмәл юҡ. Ел дә иҫә башлаһа, електәргә үтә. Боттар ойой, көҙән йыйыра төҫлө.

Тимер юл буйына теҙелгән барактарҙың береһендә Сәйеттең алыҫ туғандары йәшәй. Уларҙың тормошо ла бүтәндәрҙеке кеүек фәҡир. Фатир тигәндәре ҡыҫыҡ. Урындыҡты ике ҡатлы итеп әтмәләгәндәр. Аҫтағыһының мөйөшөнә ҡырҡ ҡораманан тегелгән юрған, мендәрҙәр өйөлгән. Бәләкәй генә өҫтәл һәм ишек төбө. Мейес алдындағы дүрт мөйөшлө ҡалай һауытҡа ташкүмер тултырылған. Уны юл буйынан йыялар. Туҡтауһыҙ паровоздар үкереүе, тәгәрмәстәрҙең шаҡылдауы, рельстар һығылыуы… Ауыр составтар бөгә уларҙы. Танкылар, туптар, двигателдәр, аҙыҡ-түлек, һалдаттар тейәлгәндәре – көнбайышҡа, эвакуацияланыусы предприятиелар, ғаиләләр, яраланған яугирҙар урынлаштырылған вагондар көнсығышҡа ашыға. Туҡтауһыҙ ағылалар. Ауыр эшелондарҙы ҡара паровоздар үкереп тарта. Бик күп вагонлы составтарҙы һөйрәргә хатта икешәр паровоз егелгән.

Хужабикә Хәлимә Әсхәтте күреп белһә лә, баракка килеү егет өсөн уңайһыҙ ине. Шундай ауыр заманда һине кем көтөп торһон. Һәр кем карточкаға, талонға йәшәй бит.

Шулай ҙа барак ишеген асып кереү күңелде тынысландыра, ауылды һағыныу бер ни тиклем баҫыла төшә. Тыуған төбәктә булған һирәк-мирәк хәбәрҙәр ҙә ишетелә. Юҡһа, ауыл менән бер төрлө лә элемтә тотолмай. Әсхәт дүрт-биш тапҡыр “өс мөйөш” яҙып ебәргәйне, яуап юҡ. Булырға тейеш тә түгел, сөнки ҡаршы адресты нисек күрһәтергә? Богородскийҙа һине кем эҙләп йөрөһөн.

Асыҡ йөҙ менән ҡаршы ала торған Хәлимә бөгөн ниңәлер кәйефһеҙ кеүек. Нисек эшләүҙәре хаҡында ла һорашманы. Әсәһе, ике балаһы ла күренмәне. Ауыҙынан өҙөп тигәндәй, бөтөнләй картуф бешерергә йыйынды. “Өтөп алырлыҡ һалҡындар торғас ни, өйҙәге бәрәңгегә шәкәр тәме ингән”, – тип һөйләнде.

Ә инде бая егеттәр ишектән килеп инеү менән:

– Биттәрегеҙҙе тиҙерәк ыуығыҙ, остары ап-аҡ булған, – тип киҫәтте. – Артыҡ ҡаты ышҡымағыҙ, тиреһе һыҙылыуы мөмкин.

Быялалары ҡалын булып туңғанлыҡтан, тәҙрә аша бер нәмә лә күренмәй, тик туҡтауһыҙ үтеүсе составтарҙың тәгәрмәстәре туҡылдауы, паровоздар үкереүе генә ишетелә.

– Бындай ҡот осҡос һыуыҡта сығып йөрөргә тырышмағыҙ. Өҫ-башығыҙ ҙа йоҡа.

– Һыуыҡ тип төҙөлөштө кем туҡтатһын һуң?

– Эйе, шулай бит әле. Нисек, Әсхәт ҡустым, күкрәгең сәнсмәйҙер бит?

– Юҡ, юҡ, бөтәһе лә һәйбәт. Бирешмәйбеҙ. – Әсхәт, ғөмүмән, зарланырға яратмай. Шуға күрә ваҡыт-ваҡыт быуылып йүткереүе, тамағына ҡаҡырыҡ йыйылыуы, уң яҡ ҡалаҡ һөйәге аҫтында эстән сәнсеүе хаҡында өндәшмәне. Биҙгәк тотоу кеүек сиргә юлыҡһа, йәшермәҫ ине, әлбиттә. Ә ваҡ-төйәк сырхау булмай тормаҫ.

– Яңыһаҙҙан хат-хәбәр бармы? – Хужабикә эше менән булғанда һүҙ булһын тигәндәй генә һорап ҡуйҙы. – Килеүселәр ҙә күренмәй.

– Ҡайҙан…

Хужабикә теге килгәндә бик асыҡ, шат кеүек ине. Хәл-әхүәл һорашыуы ла бөгөн исем өсөн генә кеүек. Ниңә килеүенә үкенде. Былай ҙа һуңғы көндәрҙә эсе бошто. Һағыныуы артты. Әсәһенең дә улын бик күргеһе киләлер. Атаһының фронттан юллаған хаттарын уҡыр, адресы булһа, яуап яҙыр ине.

– Сәйетзаданың атаһы ике көн элек колхоз йомошо менән килеп киткәйне… - Хәлимә һүҙенән бүленеп суйын сүлмәген асып ҡараны. Картуф еҫе бүлмәгә бөркөлдө. Ләкин ул бөгөн тәмле тойолманы. Һүҙҙең дауамын көтөп Әсхәт хатта урынынан күтәрелә биреп ҡуйҙы. – Атайың ауыл икмәге алып килгән, алып китергә онотма, Сәйетзада.

– Ашайбыҙ икән туйғансы, Әсхәт. Юҡ, бында ашайбыҙ. Бөтәбеҙ ҙә.

Сәйеттең һүҙҙәре Әсхәттең бер ҡолағына инде, икенсеһенән сығып та китте.

– Беҙҙекеләрҙе әйтмәнеме? Хәлдәре нисек икән?

– И-и-и, балаҡайым, – ти хужабикә илап ебәрҙе. Алъяпҡыс итәген күтәреп йөҙөн ҡапланы.

Әсхәттең йөрәге жыу итеп ҡалды. Ҙур ҡайғы ишетәсәген тойоп ҡатып торҙо. Әсәһеме? Әллә ҡустылары… Сабирмы, Мәснәүиме?.. Ниндәй бәләгә тарығандар? Ҡайҙа мөмкинлек? Әгәр рөхсәт булһа, хәҙер үк урамға ташланыр, Нижегородкаға йүгерер, боҙ өҫтөнән Ағиҙел аша Затонға сығып ауылына ҡарай бер туҡтамай йүгерер ҙә йүгерер ине. Бәлки, әсәһе ҡаты ауырып ҡына яталыр? Ҡустылары нимә эшләргә белмәй аптырап ҡалғандыр?..

– Атайың…

– Уға нәмә булған? Әйт, Хәлимә апай? Әйт тиҙерәк. Зинһар.

– Мәскәү янындағы һуғышта һәләк булған, ти.

– Ҡайҙа ишеттең? Кем әйтте?

– Сәйетзаданың атаһы. Похоронка килгән ауылға…

Әсхәт ишекте бәреп асып урамға ташланды. Йәш пәрҙәһе ҡаплаған күҙҙәре бер нәмәне лә айырып күрмәне. Шул уҡ составтар, вагондар тыҡылдауы, шул уҡ паровоз торбаһынан бөркөлгән таш күмер ҡомо йөҙөнә бәрелде. Һалҡынды һиҙмәне ул. Ҡаптырылмаған фуфайкаһын йыйып тоторға онотто. Рельстарҙы һығыусы тәгәрмәстәр ниңә уның кәүҙәһе аша үтмәй?..

Атаһы икәүләшеп ауыл урамынан барһалар ҙа, баҫыуҙарҙа, ырҙын табағында эшләһәләр ҙә эргәләге кешеләргә: “Күрегеҙ ниндәй малай үҫтерҙем!”, – тип шаулай, ғорурлана ине. Юҡ, һәләк булмағандыр. Һәйбәт кешеләр үлтерелергә тейеш түгел…

Кемдер Әсхәттең яурынына ҡағылды. Ул боролмаһа ла, башын күтәреп ҡарамаһа ла, был кешенең Сәйет икәнлеген аңлай ине. Черниковкала унан башҡа кем булһын.

Сәйет яңғыҙ ғына түгел. Хәлимә арҡаһына шәл генә һалған.

– Хәлимә апай, һалҡын тейҙерәһең бит, – Әсхәт уның арҡаһын ышыҡларға тырышты.

Ашығып өйгә инделәр. Хужабикә ярмаланып бешкән картуф һалынған ағас табаҡты өҫтәлгә ултыртты. Ике һуған да тапҡан.

– Ауыл икмәге ҡайҙа, апай? Килтер.

– Үҙеңә генә алырһың.

– Үҙем һорайым да инде.

Әсхәт һөйләнмәне. Картуфҡа ла үрелмәне.

– Һин, балаҡайым, бик үк бөтөрөнөп барма әле. Ҡайғы ағас башынан йөрөмәй. Яуҙа бик күп бәндәләр баш һала, ти бит. Кем белә, хәбәр дөрөҫ булмай ҙа сығыр. Һуғышта ундай хәлдәр йыш була икән. “Үлгән артынан үлеп булмай, иҫәндәргә ғүмер бирһен Хоҙай” ти торғайны ауылдың муллаһы. Уның да башына еттеләр. Кулак, имеш, ташҡа үлсәйем. Кемдер урынына Себергә уны ебәргәндәр, тип тә һөйләнеләр. Мә, Сәйетзада, икмәгеңде үҙең тел.

Хужабикәнең һөйләнеүе, тынысландырырға теләүе Әсхәттең әрнегән йөрәгенә шифа була алманы. Күҙе алдынан бер-бер артлы төрлө-төрлө ваҡиғалар үтте. Атаһы. Әсәһе. Ҡустылары. Киске уйындар. Сәлимә. Станок артынан һыуға төшөү. Панкрат Карпович. Фазылбәктең упҡында ҡар аҫтында ҡалған ғаиләһе. Ғүмерендә бер генә тапҡыр күрмәгән Яман-Порт, Ямай йылға. Ҡаҙаҡтарҙың дөйәләре. Төндә һағыҙаҡ кеүек бәйләнгән ҡыҙ…

– Етеш, етеш, ҡустым. Ҡайғыны ҡайғырып еңеп булмай. Бөтә ил ҡайғыла. Ана, һуғыш аҫтында ҡалған ғаиләләрҙе килтереп тултырҙылар. Уларға еңелме әллә. Элек өс кешегә ҡыҫыҡ бүлмәләргә тағын дүртәр, бишәр кеше өҫтәнеләр. Ризалашмай ҡайҙа барыр инең, ул бисараларҙы ҡайҙа ҡуйыр инең? Өҫтәренә нимә кейгән, өйҙәренән шул килеш сыҡҡандар ҙа йүгергәндәр.

Хәлимә был тиклем күп һөйләүенә үҙе лә аптыраны. Агитаторҙарҙан ғына ишетелә торған һүҙҙәрҙең башына килеүенә хайран ҡалды.

Дөрөҫө шулай, белгәнеңде һөйләргә, булғаның менән бүлешергә, уртаҡлашырға кәрәк.

– Төшөнкөлөккә бирелеп барма, улым, сабырлыҡ кәрәк. Әгәр ҙә ҡара хәбәр дөрөҫ була ҡала икән, һин ғаиләгеҙҙә атайың урынына ҡалғаныңды иҫеңдә тот.

– Ярҙам итә алмайым шул, – тип саҡ әйтә алды Әсхәт. Уның кипкән ирендәре көскә асылды. Был баракка бөгөн килмәгәндә яҡшыраҡ булыр ине. Бөгөн түгел икән иртәгә, иртәнән һуңға… Барыбер килеп етер ине… Ҡара хәбәр тиҙерәк йөрөй шул.

– Хәлимә апай, ялынып һорайым, әгәр ауылдан килеп сыҡһалар, шул кеше артынан берәй буханка икмәк табып ебәр, зинһар. Һыу аҫтынан булһа ла табып ҡайтарырмын. – Әсхәт йәшен күрһәтеүҙән ҡурҡып башын түбән эйҙе. Ҡапҡан икмәк киҫәге тамағына таш кеүек ултырҙы. – Ҡайтып та килер инем, кем ебәрһен, – үҙенсә баш ватып һөйләнде Сәйет. – Тәртип ҡаты. “Фронт бригадалары” ойошторалар. Эшкә сафҡа теҙелеп барырға, шулай ҡайтырға. Һуғышҡа ла өйрәтәләр. Ағас мылтыҡ менән. – Рәхмәт, апай, – тип урынынан ҡуҙғалды Әсхәт.

– Хәбәрем өсөнмө ни?

– Улай әйтмә, Хәлимә апай, яҡшылыҡтарығыҙ өсөн рәхмәт. Атайымдың һәләкәте хаҡында хәбәрҙе бүтән кешенән, башҡа урында ишетһәм, миңә бишләтә ауыр булыр ине.

Дауамы бар. 

Автор:
Читайте нас: