Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
21 Май 2023, 12:10

Ауылды һаҡлайыҡ Юмористик хикәйә Венер ИСХАҠОВ

Ярай ҙа быға тиклем мәктәпте япмаҫ өсөн төрлө хәйләләр табып килде. Бер йылды Ғайсаровтар тәрбиәгә ун бала алдылар. Улар кәмеүгә, Фаяз исемле егет әллә ҡайҙан балалы ҡатын табып алып ҡайтты. 

Ауылды һаҡлайыҡ Юмористик хикәйә Венер ИСХАҠОВ
Ауылды һаҡлайыҡ Юмористик хикәйә Венер ИСХАҠОВ

Талбар ауылының мәктәп директоры Барый Шәрип улы оло хәсрәткә ҡалды. Бәй, шулай булмайса! “Тоталар ҙа “ҡалаға интернатҡа, гимназияға уҡырға барабыҙ” тип документ һорап баш ҡатыралар. Бөгөн генә ике хәсрәт килде. Һөйләшеп ҡуйғандармы ни?! Отпуск мәле, кешенең ялы тип уйлау ҙа юҡ бит әле. Прямо өйгә килеп баҫалар. Гимназия тигәс тә, унда аҫраған өсөн ҡутара аҡса түләргә кәрәклеген белмәйҙәрме икән? Томаналарҙы унда уҡыттың ни, бында уҡыттың ни. Барыбер әллә нимә ҡыйрата алмаҫтар. Әҙерәк шуны уйлайҙармы икән?! Ҡуй! Йә, кисә ауыл клубында иҙән йыуыусы Гөлзифа нимә тип йөрөй инде. Эт саба тип бет саба. Ире лә, үҙе лә уҡымағас, шуларҙың балаһы уҡый була тиме? Әҙерәк шуға баштары етмәйме? Гимназияға барып ҡына әллә кем булып китмәһәләр ярай ҙа. Министр булыр тиҙәрме икән? Унда ла уҡырға кәрәк...” – Директор үҙ алдына мыҫҡыллы йылмайып, былай ҙа йәйен ауыҙы кеүек һуҙылып киткән ирендәрен салшайтты.
Бөгөн иһә класташы Әхтәм килгән. Шул “өслө” тоҡсайы ауыҙы ла ҡыйшаймай:
– Мин дә баламды кеше иткем килә. Һинең кеүек йылы бүлмәлә генә әкиәт һөйләп ултырһын. Беҙҙең кеүек тиҙәк араһында йөрөмәһендәр, – тигән була.
Уны был уйынан кире һүрҙе:
– Ҡуй, Әхтәм, интернат тигәс тә, унда элекке кеүек бушлай кейем бирмәйҙәр. Ҡалала кеше араһында йөрөгәс, бындағы һымаҡ апайҙарынан, ағайҙарынан, күрше-тирәнән ҡалған иҫке-моҫҡоно кейеп йөрөп булмай. Йәшәгәне өсөн дә уйып аҡса түләргә кәрәк. Бөтә тапҡан-таянғанығыҙҙы шул интернат йотоп торасаҡ инде, – тигәс, апаруҡ ҡына уйланып торҙо ла, юҡ, апарам тигәс апарам, тип ныҡышып торҙо әле ул. Шулай ҙа директор аныҡ дәлилдәр менән төшөндөрөп бирҙе:
– Әлбиттә, мин балағыҙҙың гимназияла уҡыуына ҡаршы түгел. Быға хаҡым да юҡ. Шулай ҙа үҙегеҙҙе йәлләгәндән әйтәм быны, – тине Әхтәмдең күҙенә тишерҙәй итеп ҡарап. – Хәҙер бит ҡала мәктәптәре мәңге туймаҫ ҡапҡорһаҡ аждаһаға әйләнде. Бирәһең, туймай, бирәһең туймай. Уйлап ҡара, ауылда һеҙҙән мәктәпкә тип аҡса һорағаныбыҙ бармы? Юҡ, әлбиттә. Ҡалала шул аҡса тип быуып алып баралар. Класс фонды, мәктәп фонды, тағы әллә ниндәй фондтар. Унан класс етәксеһенең тыуған көнө, директорҙың. – Әхтәм директорҙың һөйләгәнен асҡан ауыҙын да яба алмай тыңлап торҙо ла:
– Яҡшы кәңәшегеҙ өсөн ҙур рәхмәт! – тип ҡосаҡлап уҡ ҡулын ҡыҫты.
Ярай ҙа быға тиклем мәктәпте япмаҫ өсөн төрлө әмәлен табып килде директор. Бер йылды Ғайсаровтар аҫрамаға ун бала алды. Улар кәмеүгә, Фаил исемле егет әллә ҡайҙан ете балалы ҡатын табып алып ҡайтты. Тик бер йыл ғына йәшәнеләр ҙә, Фаилдың көнө-төнө эсеүенән биҙрәп, кире ҡайтып киттеләр. Башы мәңге иҫерек Әғзәмдең улын өсөнсөлә өс йыл рәттән ултыртып һаҡланылар. Быйыл да ҡалдырыр инеләр ҙә, ҡапыл үҫеп китеп, уҡытыусынан аша ҡарап тора.
Шулай итеп мәктәптә балалар һаны ҡапыл кәмене лә ҡуйҙы шул. Быйыл да берәйһе күп балалы ҡатынға өйләнһәме тип көтәүелләгәйне, әлегә ундай тәүәккәлдәр тойолмай шул. Былай барһа, эш бигерәк хөрт. Пенсияға сығырға аҙ ғына ҡалған. Шуны ғына тултырып ҡуйһа, хут ауылы менән күсеп китһәләр ҙә ыжламаҫ ине.
Шуға ла Барый Шәрип улы, үҙе өй беренсә йөрөп, мәктәптә үтәсәк йыйылышҡа саҡырҙы. Кешене былай ғына йыйып булмаҫ тип, ҡаланан килгән билдәле артист йырлаясағын да әйтте. Өҫтәл дә әҙерләйәсәктәр икән.
Билдәләнгән ваҡытҡа мәктәпкә халыҡ шаҡтай йыйылғайны.
– Хөрмәтле ауылдаштар! – тип башланы сығышын Барый Шәрип улы, атай-әсәйҙәргә иғтибарлы ҡарап. – Һәр кемгә тыуған ауыл, тыуған төйәк ғәзиз. Атай-олатайҙарыбыҙ ошо ер өсөн йәнен дә, тәнен дә ҡыҙғанмған. Мәҫәлән, Бөйөк Ватан һуғышында ғына беҙҙең ауылдан шунса кеше һуғышта башын һалған. Үкенескә ҡаршы, беҙ бөгөн ҡаһармандарыбыҙҙың изге төйәгенә хыянат итәбеҙ. Мәҫәлән, белә-күрә тора ауылыбыҙҙы ҡоротоп барабыҙ.
Шул саҡ берәү:
– Ауыл бөтә инде, ололар үлә, йәштәр китә, – тигәйне лә, директор һүҙҙең айышына төшөндөрҙө.
– Бөгөн беҙ ауылыбыҙҙың киләсәге, мәктәбе тураһында һөйләшергә йыйылдыҡ. Үҙегеҙ беләһегеҙ, мәктәп – ауылдың йөрәге. Мәктәп бөтә икән, ауыл да лып итеп емерелеп төшәсәк. Шуға ла мин бөгөн мәктәпте һаҡлап ҡалыу өсөн һеҙҙе етди һөйләшергә саҡырҙым. Ҡайһы берәүҙәр ҡалалағы гимназия тип зыҡ ҡуба. Беҙҙең мәктәп тә гимназиянан һис ҡайтыш түгел. Быйыл тағы ла юғары белемле уҡытыусылар өҫтәлде.
Алғы рәттә ултырған Фәниә ханым:
– Минең ҡыҙым духтыр булырға теләй. Ә химия менән биологияны белмәһәң, медицинаға яҡын да юлатмайҙар, – тип телгә килде. – Былтыр ярты йыл буйы химияны уҡыманылар...
Фәниә ханымдың был һүҙенә директор, был ниндәй аңһыҙлыҡ, әле һаман шуны белмәйһегеҙме, тигәндәй шелтәле ҡарап:
– Баянан бирле бер һүҙҙе тыҡылдайым бит, ауылға дипломлы белгестәр ҡайтты тип. Төплө белемле белгестәр ҡайтты. Ә һеҙҙең үҙ туҡһанығыҙ туҡһан.
– Бер ҙә ят уҡытыусылар күренмәйсе, – тине шул саҡ кемдер.
– Ғәжәп, ошо төпкөлгә лә кеше килер икән! – тип ҡушылды бер ир.
– Бер ҙә юҡҡа аптырамағыҙ, – тине бер аҙ тауышын күтәрә биреп директор. – Беҙ берәүҙе лә ситтән саҡырмаясаҡбыҙ. Ситтәгеләргә һинең ауылың кәрәк түгел. Үҙебеҙҙә лә бына тигән кешеләр бар. Быйылдан химия менән биологиянан Сәлим Ғәзиз улы уҡыта башлаясаҡ.
– Сәлим Ғәзиз улы тиһегеҙме? – тип ҡабатлап һорағандарын һиҙмәй ҙә ҡалдылар. Сөнки уның ауыл хужалығы техникумында агрономлыҡҡа ун йыл уҡыуын, ул диплом алғансы колхоз бөтөп ҡуйыуын һәр кем белә. Унан кемдер эсенән генә директорҙың заты булыуын да иҫенә төшөрҙө.
– Уның юғары белеме юҡ бит, – тине әлеге лә баяғы Фәниә ханым.
– Үҙегеҙ беләһегеҙ, тиҙлек, технологиялар заманында йәшәйбеҙ. Өфөлә уҡытыусылар белемен камиллаштырыу тигән шәп институт бар. Шунда уҡып ҡайтты. Уҡыны тигәс тә, элекке һымаҡ бушҡа ваҡыт уҙғарып, сабата туҙҙырып тигәндәй биш йыл буйы йөрөп хитланманы. Бүтәндәр биш йыл уҡып алған дипломды ул өс айҙа алды ла ҡуйҙы. Башлы кешеләр шулай итә хәҙер.
– Минең ҡыҙым сит илгә китергә уйлай, ә инглиз теленән кем уҡытасаҡ? Уныһы хәҙер өс йыл уҡытылмай. – Быныһын Камил атлы уҙаман бирҙе.
Был һорауҙы ишетеүгә, Барый Шәрип улының йөҙө асылып китте.
– Быныһы өсөн дә борсолмағыҙ, – тине ул. – Медпункт ябылып, эшһеҙ ҡалған Мәймүнә Әсҡәт ҡыҙы һеҙҙең балаларға төплө белем биреү өсөн бар көсөн һаласаҡ. Ул да Өфөлә уҡып, өс ай эсендә ҡыҙыл диплом алып ҡайтты...
Һөйләшеү һөҙөмтәле булды. Ошонан һуң интернат тип ауыҙ асҡан әҙәм заты булманы, бығаса китеп өлгөргәндәре балаларын ҡыуана-ҡыуана кире тыуған ауылына ҡайтарҙы.
Мәктәпте япмауҙарына һөйөнөп бөтә алманы Барый Шәрип улы. “Быйылғыһы хәл ителде. Киләһе йылға тағы бер әмәлен табырҙар. Пенсияға тиклем эшләһәм, ҡалған яғы ҡара эттеке”, – тип уйланы ул.
Бына1 сентябргә арналған байрам башланды. Шат кәйефле уҡытыусылар, аллы-гөллө сәскәләр тотҡан ҡыҙҙар һәм малайҙар белем усағына йыйылды. Директор уларҙың барыһын да байрам менән ҡотлап, мәктәпте һаҡлап ҡалыуҙары менән һөйөнсөләне. Бында ла яҡшы белем алыу, ҙур кеше булып үҫеү өсөн барлыҡ шарттар булыуы хаҡында һөйләне. Бер аҙҙан һүҙ ҡасандыр ошо мәктәптә берме, икеме ай уҡып, бөгөн ниндәйҙер ойошмала етәксе булып эшләгән ағайға бирелде. “Был мәктәпкә рәхмәтем сикһеҙ, – тине ул. – Ошонда белем алмаған булһам, бөгөн ошо тиклем дәрәжәгә етмәгән булыр инем. Туған мәктәбегеҙҙе яратығыҙ, ҡәҙерләгеҙ”.
Байрамда балалар араһында директорҙың ҡыҙы менән улы ғына күренмәне. Улар был мәлдә баш ҡалалағы гимназияла уҡый башлауҙарына үҙҙәрен сикһеҙ бәхетле тоя ине.

 

 

Фото: archi.ru

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: