Шоңҡар
+19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
21 Май 2023, 10:40

Йәшәге килә Повесть (5) Мансаф ҒИЛӘЖЕВ

– Бүтән ергә йөрөргә ҡурҡам. Кисә төндә бер ҡыҙҙы әрәм иткәндәр, ти.

Йәшәге килә Повесть (5) Мансаф ҒИЛӘЖЕВ
Йәшәге килә Повесть (5) Мансаф ҒИЛӘЖЕВ

***

Артабанғы көндәрҙә Әсхәтте эвакуация хәлдәре түгел, икенсе мәсьәлә ҡыҙыҡһындырҙы: заводта эшләүселәрҙе һуғышҡа алалармы? Фронтҡа китергә теләүселәр ҡайҙа мөрәжәғәт итә? Тик заводта эшләүселәрҙе фронтҡа алмайҙар, ниндәйҙер бронь бирелә, имеш. Тыл ныҡ түгел икән, армия еңелә, ти. Шулай һөйләйҙәр.

Туң ерҙе ҡаҙғанда тәмәке тартыу өсөн туҡтаусылар эргәһенә сулаҡ кеше күҙ һалды. Һалдат тиер инең, өҫтөндә шинел булһа ла, башында иҫке йөнтәҫ бүрек. Һөйләүенә ҡарағанда, һуғыштың икенсе айында уҡ яраланған. Дим буйынан икән. Аттар егеп ауыр тупты һөйрәткәндә уларҙан алыҫ түгел ергә снаряд төшөп шартлаған. Шуның ярсығы тейеп ҡулының һөйәген селпәрәмә килтергән. Киҫеп ташлағандар. Һабантуй көндө өйләнгән. Ике аҙнанан һуғыш. Кәләше, үҙе шулай ти, кемгәлер тиҙ үк кейәүгә сыҡҡан.

– Һәйбәт булған. Ҡотолғанһың, ҡусты. Ирен көтә белмәгән бисә менән барыбер йүнле ғүмер итә алмаҫ инең, – тип һөйләнде өлкән йәштәрҙәге уҙаман ҡулын усаҡта йылыта-йылыта. – Ышанысһыҙ кешенән алыҫ торорға кәрәк. Бала-сағаға ла уралып өлгөрмәгәнһең.

Кешеләр эш башланы. Әсхәт ниндәйҙер бер өмөт бағлап әлеге яугир эргәһендә ҡалды.

– Ауылыңа ҡайтманыңмы, ағай?

– Һыңар ҡул менән яңғыҙыңа шәп түгел, ҡусты. Имен ҡулды йыуырға икенсе ҡул юҡ. Бында фронт бит. Ҡиммәтле йыһаздарҙы ҡарауыллайым. Илгә файҙа…

– Ә нисек һуғышҡа киттең? Тәүҙә ҡайҙа барып кемгә мөрәжәғәт иттең?

– Повестка менән саҡырҙылар. Йырлашып киткәйнек, ҡулды ҡалдырып ҡайттым. Ярай әле мин иҫән, ә бүтәндәр…

– Ҡайҙан алып киттеләр һуғышҡа?

– Алкино тигән ерҙән. Шул ауылға яҡын урмандан. Хәрби лагерҙан.

– Ә ул ауыл Башҡортостандамы?

– Өфөнән утыҙ-ҡырҡ саҡрым тирәһелер. Ниңә бик төпсөнәһең, шпион-маҙар түгелһеңдер бит?

– Һин нимә, ағай, әллә шпионға оҡшағанмынмы?

– Үпкәләмә. Шулай ҙа һаҡ бул, был завод – йәшерен завод. Шуға күрә арала дошман шымсылары йөрөүе ихтимал. Аңлатманылармы ни?

– Һөйләнеләр, йыйып… Һуғышҡа китер инем, ағай. Атайымды Мәскәү эргәһендә үлтергәндәр.

Һалдат иҫән ҡулы менән Әсхәттең арҡаһынан һөйөп ҡуйҙы. Шунан тубыҡтары араһына ҡыҫтырып бейәләйен һалды ла шинеле кеҫәһенән һыңарын сығарҙы.

– Мә, быныһы уң ҡулдыҡы. Һин кей. Ҡалын бейәләй.

– Ә үҙең?

– Миңә хәҙер парлы бейәләй кәрәкмәй. Һуғышҡа иртәрәк әле һиңә, ҡустым. Өлгөрөрһөң. Һуғыш оҙаҡҡа һуҙылырға оҡшай.

– Шулай ҙа һорап ҡуяйым, Алкиноға нисек барырға? Өфөнән тим.

– Әлкәгәме. Уны шулай ҙа тиҙәр. Уныһы ваҡ мәсьәлә, тик бына һинең йүткереүең оҡшап етмәй, әллә һалҡын тейҙерҙеңме? Һаҡланыбыраҡ йөрөргә тырыш. Дим тигән станса бар. Шуға тиклем теләһә ниндәй поезға эләгеп-һарҡып етергә була. Унан һуң тәпәй тура ат менән. Димдән ары ла поездар йөрөй, тик Әлкәлә туҡталмайҙар. Ауыл ғына бит. Унда ниндәй йомоштары булһын.

– Алкинола кемдәргә мөрәжәғәт итергә?

– Юҡ менән башыңды ватма, энем. Әлкәлә лагерҙа командаларға бүләләр ҙә “Айт-два”ға баҫтырып, үҙҙәре белгән ерҙәргә йөрөтәләр. Етте, күп һөйләштек, эшеңә тотон. Иптәштәреңдән ҡалышма. Донъянан ут оса, туғанҡай. Бейәләй – иҫтәлеккә, юғалтма. Баҡыйға күскәнсе дүрт һаның теүәл булһын.

Ғәрип яугир үҙ юлынан атланы, ә Әсхәт кәйләһен күтәрҙе.

***

Иглинонан да, Шаҡшанан да, Өфөнән дә халыҡ эшкә поездарҙа йөрөй. Кешеләр юлда туңмаһын өсөн вагондарға буржуйка ҡуйыу хаҡында ла һүҙ ҡуҙғатыла, тик мәшәҡәте ҙурмы икән, мәсьәләне ыңғай хәл итеү һаман һуҙыла.

Әсхәт сираттағы төнөн цехта үткәрергә ҡарар итте. Был юлы тәмәкеселәр тирәһендә оҙаҡ уралмайынса кистән үк йоҡламаҡ булды. Сөнки уйы – сменаларынан алмашынған эшселәр төркөмөнә буталып, Өфөгә юлланыу.

Йәшниге эргәһенә барһа, теге бумала баш ултыра. Йылмайған була. Бындай йөҙөн егет әлегәсә күргәне юҡ ине, әле хатта ирендәрен ҡыҙылға буяған. Ләкин Әсхәттең күңеле йомшарманы, киреһенсә, асыуы ҡабарҙы.

– Бына нәмә, сибәркәй, марш бынан! Миңә йоҡларға кәрәк. Бимазалап йөрөүеңде туҡтат! – Менеп һуҙылып ятты. – Баракка йә палаткаға бар.

Ҡыҙыҡай йәшник ситендә оҙаҡ ултырмай Әсхәт эргәһенә ятты.

– Ҡыума мине. Өшөйөм.

– Мин һиңә тимер мейестер шул.

– Бүтән ергә йөрөргә ҡурҡам. Кисә төндә бер ҡыҙҙы әрәм иткәндәр, ти.

– Йыйын юҡ-барҙы әсәйеңә һөйлә.

– Әсәйем булһа икән. Йөҙөн дә хәтерләмәйем.

– Улайһа, ҡыбырлама. Йоҡомдо асма. Ярты төндән һуң мөһим эшем бар. Уянырға кәрәк.

– Үҙем уятырмын.

– Йән биҙҙергес.

Әсхәт йоҡларға нисек кенә тырышмаһын, нисә генә тапҡыр йөҙгә ҡәҙәр һанамаһын, йөҙҙән кире һанап төшмәһен, керпектәре ауырайманы. Инде бынауы әсәһеҙ ҡыҙ әллә ҡайҙан пәйҙә булды…

Уйҙар, уйҙар… Улар мәңге уйланып бөтмәйҙер. Ярай, Өфө станцияһында төшөп тә ҡалды, ти. Юҡ, Өфөгә генә түгел бит. Димгә тиклем барырға кәрәк. Уныһы ниндәй ер? Унан һуң ҡайҙа табан юлланырға? Утыҙ-ҡырҡ саҡрым, тине ағай. Ә юлы?

Һыуыҡ вагонда Өфөләге фатирҙарына ҡайтыусы эшселәрҙең бер нисәһе фронттағы хәлдәр хаҡында һөйләшеүгә күсте. Хәбәрҙе ҡайҙан алыуҙарын Әсхәт аңламаны, әлбиттә. Ә улар һуғыш булған урындарҙан ҡайтыусылар кеүек белеп, үҙ күҙҙәре менән күргәндәй ышандырырлыҡ итеп һөйләй.

-Етенсе ноябрҙә парад булған. Унда ҡатнашҡан ғәскәрҙәр Ҡыҙыл майҙандан тура һуғышҡа ингән. Йәйәүләп. Һуң, немецтар Мәскәүгә килеп терәлгән бит.

- Шул парадтан башланған да инде. Сталин ҡайҙалыр ныҡ өйрәтелгән көслө ғәскәр табып килтерткән, ти. Бигерәк тә декабрҙә немецтарҙың имандарын уҡытҡандар. Һыуыҡҡа сыҙай алмай кәкрәйеп ҡатҡан мәлғүндәр. Ҡар ирегәс мәйеттәрен һанарҙар әле.

- Бындай тондороуҙы көтмәгәндәр икән бандиттар. Әле булһа һуштарына килә алмайҙар икән. Гитлер тилерә яҙған, ти.

- Күптән шулай итергә кәрәк ине.

- Ә көс ҡайҙа? Хәл йыйырға кәрәк ине беҙгә.

- Әллә нисә саҡрымға алып ташлағандар.

- Тағын бер-ике шулай тондорһаҡ, мәңгегә миңрәүләнерҙәр.

- Беҙҙекеләр ҙә баштарын аҙ һалманы.

- Нимә эшләйһең, һуғыш ҡорбанһыҙ булмай…

Әсхәт артабан тыңлай алманы. “Баштарын һалыусылар” араһында уның ғәзиз атаһы ла бар…

Ул барыбер Әлкәне эҙләп табасаҡ. Уны берәй командаға беркетәсәктәр. “Айт-два”ға атлатып йөрөтәсәктәр. Әгәр ҙә фронтҡа барып бер генә фашисты булһа ла дөмөктөрмәһә, ул ниндәй егет. Ебеп ҡалһа, атаһының рухы кисермәҫ. Ауылына ҡайтып кеше күҙенә күренергә ғәрләнер. Сәлимә белеп ҡалһа, ҡурҡаҡ йән, тиер…

***

Өфөгә килеп еткәс, вагонда һанаулы ғына кеше ҡалды. Тик шунда уҡ яңылары өйрөлөп инде. Состав ҡуҙғалды. Тиҙҙән тәгәрмәстәрҙең тыҡылдауы көсәйҙе, вагон ян-яҡҡа сайҡалғандай итте, тик был хәл тиҙ үк элекке хәленә ҡайтты.

- Суйын күперен сыҡтыҡ, – тине кемдер. – Дема! – тине берәү.

Ниндәйҙер ҡатындың.

– Арағыҙҙа Алкинға барыусы юҡмы? – тип һорағаны ла Әсхәттең ҡолағына салынды. Шул кешене тиҙ үк табыу ниәте менән кешеләрҙе этә-төртә тауыш килгән яҡҡа ашыҡты. Бармаҡтарына өмөт ебе эләккәндәй тойолдо. Юлды белмәһә лә бер-береһенә иптәш булырҙар. Ике кеше аҙашмаҫ, тиҙәр.

– Һинме, апай, Әлкәгә? – Әсхәт төйөнсөгөн күкрәгенә ҡыҫҡан ҡатын эргәһенә туҡталды.

– Эйе, туғанҡайым, мин. – Ҡатын ҡалын шәлен ҡолағы тәңгәленән аса төштө. – Бигерәк тауыш. Әллә ғәҙәтләнмәгәнгә, башым шауларға тотондо. Һин дә Алкинғамы?

– Димгә төшкәс, һөйләшербеҙ.

Ҡатын төйөнсөгөн ҡултығы аҫтына ҡыҫтырҙы ла, егетте юғалтыуынан шөрләп, икенсе ҡулы менән Әсхәттең беләгенән ҡыҫып тотто.

– Берүк мине ташлама, ҡустыҡайым?

Поезд туҡталды. Вагондың текә баҫҡысынан оҙаҡ төштөләр. Вокзал яғына әллә нисә рельс аша атларға тура килде. Юлсы ҡатын, гүйә, егеттең беләгенә аҫылынды.

Станцияға бер юлы әллә нисә состав туҡталған шикелле, сөнки бышҡырыусы, һыҙғырыусы паровоздар күп. Тауыш көсәйткес аша ниндәйҙер командалар бирәләр. Дим тигәндәре Өфө станцияһынан да ҙурға оҡшаған. Тик бында пассажирҙар аҙ төштө. Әммә вокзал залында баҫып торорлоҡ та урын юҡ ине. Гөж килә халыҡ. Бөтәһе лә һөйләй, тыңлаусылары ғына юҡ һымаҡ.

– Туғанҡайым, оят булһа ла, әйтәйем, барып килә торған урындары ҡайҙа һуң? Кемдәндер һорарға тел белмәйем.

– Мин хәҙер, апай.

– Юҡ, юҡ, китмә. Белеш. Мин барыбер аңламайым.

Әсхәт бер нисә иргә мөрәжәғәт иткәс, башы менән ингән ишектең ҡаршы яғына ымланы.

– Әйҙә урамға сығабыҙ.

Вокзалдың икенсе яғында ла халыҡ йөрөп тора ине. Ни бары бер бағана башында ғына яңғыҙ лампочка янғанлыҡтан, яҡтылығы әллә ни таралмай.

– Ана, мунса ҙурлығындағы нәмәне шәйләйһеңме? Шунда бар. Ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡына теге башынан инергә, ти. Ошонда көтөп торормон, бир төйөнсөгөңдө.

– Хоҙай юҡ, тип кем әйтер. Юлымда һине тура килтерҙе. Ҡана, барып киләйем.

Төндөң ҡалған өлөшөн дә аяҡта үткәрергә яҙған. Сөнки ултырырға ла урын юҡ ине. Сүгәләй ҡалһаң да эләктереп ауҙарыуҙары, абыныуҙары, тапауҙары ихтимал.

Көндөң оҙайыуы сәғәттән артһа ла иртәнге яҡтылыҡ оҙаҡ көттөрҙө.

Составтар иһә ер һелкереп үттеләр. Яҡыныраҡ туҡтағандарының ишектәренән кешеләр һикертеп төштө, текә баҫҡыстан үрмәләп менде. Ҡар, саң өйөрмәһе күтәреп уҙғандары тауар ташый торған поездар икән. Брезент менән ҡапланған “тауарҙар” араһында танк, ҙур пушкалар йәшенгәнен самаларға мөмкин. Ә инде таҡталарҙан ҡоролған ҙур йәшниктәрҙә, моғайын, Ҡариҙел буйындағы кеүек станоктарҙыр йә бомбаларҙыр, снарядтарҙыр…

Юлдаш ҡатынҡай шәп аға торған Танып тарафтарынан икән. Һуғышҡа алынған ире ваҡытлыса Әлкәлә торғанлығын белдереп хат яҙғас, уны күреп ҡалыу өсөн һис уйлап тормай сәфәр сыҡҡан. Береһе имсәк, икенсеһе итәгенә йәбешеп йөрөй торған ике балаһы бар, ти. Ҡайҙан ҡайҙа атлаған да атлаған. Йәйәүлегә янсыҡ та ауыр булһа ла, иренә күстәнәстән тыш, үҙенә сабата ла алған.

“Танып” һүҙен ишеткәс, Әсхәттең иҫенә төҙөлөштәге ҡаҙаҡтар төштө.

– Апай, һеҙҙең тарафтарҙа ҡаҙаҡтар бармы? – тип һорамай булдыра алманы.

– Беҙҙең яҡтарҙа мари, удмурт – уларын муҡшы тип тә атайҙар – ауылдары бар. Татарса һәйбәт һөйләшәләр. Ни ғәжәптер, урыҫса ла беләләр, ти. Ә беҙ юҡ. Бер нәмә һорашып булмай. Яңы ҡапҡаға ҡараған тәкә кеүек тик тораһың. Ә-ә-ә, ҡаҙаҡтарҙы һораның бит әле, улар ҙа бар ине. Беҙҙең тирәлә малдарын көтөп йөрөнөләр. Дөйәләрен күрергә мин дә барҙым. Шөкәтһеҙ хайуан икән. Әллә ҡайҙа китеп юғалды ҡаҙаҡтар. Моғайын, илдәренә ҡайтып киткәндәрҙер. Йә һуғыш-маҙар сығыуҙан шикләнгәндәрҙер.

Быларҙың һөйләшеүен ишетепме, икенсе бисә эргәләренә туҡталды. Ҡыҫҡа һырма кейеп башына мамыҡ шәл бәйләгән. Ҡиәфәтенә ҡарағанда Танып ҡатынынан өлкәнерәккә оҡшаған.

– Ҡайҙалыр барырға оҡшағанһығыҙ, миңә Алкин тигән лагерҙы табырға кәрәк ине. Ҡайҙалыр Дим тирәһендә тиме. Шишмә аша алыҫ, ти. Ишетеп булһа ла белмәйһегеҙме?

– Ишетеп кенә шул. Беҙгә лә шунда барырға кәрәк. Яҡтырғас та юлланмаҡсыбыҙ. Бына был ҡусты утыҙ-ҡырҡ саҡрымдар самаһы, ти.

– Саҡрымында ҡайғы юҡ та ул. Йөрөп өйрәнелгән. Маҡар, Ишембай тарафтарынанмын, ишеткәнегеҙ булһа. Нефть таптылар беҙҙең яҡта. Суйын юлы һалдыҡ. Вагонға аҫылынып тигәндәй килдем.

– Ниндәй йомош менән?

– Ирҙе күрергә. Төрлө кеше төрлөсә һөйләй. Кемдер унда һуғышырға өйрәтәләр икән, ти, кемдер унда, имеш, башҡорт атлыларын йыялар, ти. Ҡайһыһы ла барыберҙер инде. Ирҙе осратыу фарыз. Бер-беребеҙҙе юғалтышмайыҡ.

Вокзал алдына сыҡтылар. Арыу уҡ ҡына яҡтырған. Һәр кешенең ауыҙ-танауынан быу килә.

– Эй, иптәш, Әлкә ҡайҙа?

– Алкинға нисек барырға?

– Алкино алыҫмы?..

Яуап биреүсе юҡ. Бөтәһе дә ҡайҙалыр саба, бөтәһе лә ҡабалана. Әллә ауыҙҙарын өшөтөүҙән ҡурҡып өндәшмәйҙәр.

Ә шулай ҙа бәғерле кешеләр бар донъяла. Ике ир үҙҙәре килде былар эргәһенә. Йылы бушлат, һырылған салбар кейгәндәр. Аяҡтарында ҡаты итеп баҫтырылған быйма. Ҡолаҡлы бүректәрендә Ҡыҙыл йондоҙ. Ике бармаҡлы бейәләй кейгәндәр.

“Бәй, “дүрт бармаҡлы” бирсәткә тип көлгәйнеләр, ә быларҙың бейәләйҙәре ике бармаҡлы ғына. Һуҡ бармаҡҡа айырым. Ул бармаҡ мылтыҡ тәпеһенә баҫырға кәрәктер” тип уйлап, үҙенсә һөҙөмтә яһарға өлгөрҙө Әсхәт.

– Ҡайҙанһығыҙ? Берәй ергә йүнәлдегеҙме? – тип һораны береһе.

– Һеҙ һалдаттармы, ағайҙар? – Әсхәт асыҡларға ашыҡты.

– Булдыҡ та, ти.

– Ярай, ваҡ-төйәге һуңынан, миһырбанлы кешеләргә оҡшағанһығыҙ, – тип төп мәсьәләгә яҡыныраҡ килергә ашыҡты Ишембай ҡатыны, был икәүҙең китеп барыуынан ҡурҡҡандай. – әйтегеҙ әле, зинһар, Алкин кәрәк. Уны төрлөсә әйтәләр икән: Алкино ла, Әлкә лә тип…

Был икәү ҡатындарға һынаулы ҡараш ташланылар ҙа, серле йылмайҙылар.

– Өфөнө Уфа тип тә йөрөйҙөр. Әлкә – башҡортсалыр. Әллә ирҙәрегеҙ шундамы?

– Ҡайҙан белдегеҙ?

– Күҙҙәрегеҙ әйтеп тора. Ә егет?

– Уның үҙ йомошо бар шикелле.

– Армияға яҙылырға… – Әсхәт әйтергә сират етеүгә ҡыуанды.

– Нисә йәш?

– Ун ете.

– Тулдымы?

– Быйыл тула.

– Йыл башланып ҡына тора. Атайың һуң?

– Мәскәү эргәһендә… – Әсхәт ирендәрен ҡымтып түбән ҡараны. – Хәбәр килгән.

– Нисек килгән? Ауылдан түгелһеңме ни?

– Һөнәрселек мәктәбенә алғайнылар.

– Ҡасып килдеңме?

Егет өндәшмәне, был икәүҙең милиция кешеләре булып үҙен алып китеүҙәренән ҡурҡты.

– Мин хәҙер, – тип вокзалға йүгерҙе лә тегеләрҙән ҡасты.

Буталып йөрөй торғас, Шишмә ауылы малайын осратты. Әсхәт кеҫәһенән ике шырпы ҡабы ҙурлығы өлөш икмәк сығарҙы тегеңә.

– Мин быны ҡайтып еткәнсегә еткерәсәкмен, – тине Шишмә малайы.

– Нисек?

– Һурып, сәйнәмәйенсә… Былай итербеҙ: состав ҡуҙғалғас ҡына вагон артындағы һаҡсы йөрөй торған урынға үрмәләп менәбеҙ. Баҫҡысы бар ике яҡҡа ла. Әлкә боролмаһында һикерерһең. Алға ҡарап һикер ҙә бөгәрләнеп тәгәрлә. Бағана юҡ ерҙә. Аңланыңмы? Артҡа ҡарап һикерә күрмә, елкәң йә арҡаң менән бәрелеп харап булырһың.

– Үҙең һикергәнең бармы?

– Әллә нисә мәртәбә. Юл ситендәге соҡорға ынтылырға кәрәк. Вокзалдың юл яғында эре генә йөрө. Күҙеңдең ҡойроғо менән генә күҙәт тирә-йүнде. Йәнәһе, һыр бирмәйһең. Шикләнмәһендәр. Ҡурҡһаң, түбәңдән пар күтәрелә, ти. Шуны күрһә, эттәр ҙә бәйләнә икән. Тикшереү көслө. Тимер юлсылар ҙа, милиция ла уяу. Һуғыш бара бит. Шпиондар күп икән. Уйҙары – юлдарҙы, күперҙәрҙе шартлатыу, ти.

– Ә тегендә нисек барырға?

– Тегендә-ә-ә, поездан төшөп ҡалғас тауға күтәрел.

– Ғәскәрҙе шунда йыялармы?

– Һөйләп бөткәнде көт. Ауыл ул. Әлкәгә бер ниндәй ғәскәр ҙә юҡ. Ауылды арҡыры үтеп ҡояш сыҡҡан яҡҡа борол. Ҡаршыңда ҡалҡыулыҡ булыр. Урман менән ҡаплаған. Урман эсендә туплайҙар һалдаттарҙы. Һине алырҙар. Миңә, э-эх, ун ике генә йәш. Йәл, һуғыш һуңыраҡ сыҡмаған. Әйҙә. Ауыр составтың урталағы вагонында ҡарауылсы урыны бар.

Әсхәттең йөрәге ҡапыл ғына дөпөлдәп тибә башланы, тубыҡтары хәлһеҙләнгәндәй тойолдо. Былай булғаны юҡ ине лә. Онотола яҙған, бар ине. Урамда Сәлимәне күргәс, йөрәге шулай ҡыланғайны. Әгәр ҙә вагон баҫҡысынан менгәнде күреп ҡалһалар? Һөйрәп төшөрөп, шпион тип бәлә яҡһалар? Әллә теге ҡатындарҙы табып, шуларға эйәрергәме? Моғайын, баяғы ике һалдат Әлкәгә барыу юлын өйрәткәндер. Йә үҙҙәре шунан килгәндәрҙер?..

– Әйҙә! Поезд ҡуҙғала. Ҡырыйҙан аҙыраҡ эйәреп барайыҡ. Ҡарап тороусылар булһа, йәнәһе, беҙгә составтар бар ни ҙә, юҡ ни. – Шишмә малайы уйҙарын бүлдерҙе.

Шығырлап ауырлыҡ менән ҡуҙғалған вагондар алға нығыраҡ тартылды, тәгәрмәстәрҙең әйләнеүе шәбәйҙе.

– Ырғы! – тип ҡысҡырҙы Шишмә малайы.

Текә баҫҡыстан үтә йылғыр менгәнен Әсхәт һиҙмәй ҙә ҡалды. Улар шунда уҡ бер-береһенә һыйынышып ултырҙы. Арттағы вагон ҡаплағанлыҡтан, ике яҡтағы тар ғына аранан уң яҡтағы тауҙы, һул яҡтағы ҡар аҫтында ҡалған туғайлыҡтарҙы ғына күрергә мөмкин ине.

Вагон стенаһына терәлеп ултырһа ла, ел ике яҡтағы асыҡлыҡтан өйөрөлөп инә лә бәрелә.

Әсхәт алда ниҙәр буласағын, күҙ алдына килтерә алмаһа ла, киләсәге һәйбәт тамамланасағына ихлас өмөтләнә. Шул уҡ ваҡытта эргәһендә ултырған малайға буйһоноуына, уның әйткәндәрен үтәүенә үртәлде. Күп белгән булып ҡыланырға, команда бирергә кем әле ул хәтле? Ярай ҙа дөрөҫ алып барһа.

– Ә һин, малай, лагерҙы ҡайҙан беләһең? Барып ҡараныңмы әллә? – тип һораны Әсхәт икеләнеүен дөрөҫләргә уйлап.

– Ҡышын барғаным юҡ. Йәй көнө малайҙар менән шунда ҡарай йүнәлгәйнек, ағас араһынан ике һалдат килеп сыҡты ла, береһе Алкиноға тиклем кире йүгерергә, артыбыҙға әйләнеп ҡарамаҫҡа әмер бирҙе. овчаркалары ла бар. Быҙау ҙурлыҡ. Әгәр ҙә ҡабаттан килһәк, атып үлтереү менән янанылар. Штыклы мылтыҡтары бар. Унда көнө буйы дөк тә дөк аталар, ти. Һуғышырға өйрәтәләр икән. Яҡын йөрөргә ярамай, хәрби сер, тип аңлатты уҡытыусылар һуңынан. Әҙерлән: етәбеҙ. Һул яҡҡа һикер. Ул яҡ һөҙәк. Фронтҡа барып етһәң, хат яҙ. Шишмә, Вокзал урамы, Хәсән.

– Фамилияң юҡмы ни?

– Хәсән тиһәң етә, мине һуҡыр эт тә белә. Давай!

Әсхәт баҫҡысҡа сыҡты. Кәүҙәһен алға һәм ситкәрәк ташланы. Ниндәйҙер көс уны күтәреп алғандай булды. Ергә бәрелгәс, ҡыразға тәкмәсләне. Бәрелде, һуғылды, тик ауыртҡан ерен тойманы. Ҡарға батыуын ғына самаланы. Ярай әле бүрек ҡолаҡтарының бауы бәйле. Юҡһа, һыҙғырыр ине бынауы һыуыҡта.

Күкте тотош аҡһыл ҡалын пәрҙә ҡаплағанлыҡтан, көндөң ҡай мәле икәнлеген дә белерлек түгел.

Ул ваҡ ағастарға тотона-тотона, малай аңлатҡанса, үргә менде. Ауыл алдараҡ икән. Әллә һалҡынға күрә урамдарҙа кеше-фәлән юҡ. Эттәр ҙә ике-өс тапҡыр ғына өрөп ҡуйҙы, йә ырылдау менән генә сикләнде.

Ауыл ситенән юл үтә икән. Үргә ҡарай дүрт саналынан торған ылау бара. Сана табандары тешкә тейерлек булып сыжылдай. Кешеләре арттан атлай, тимәк ат тотоусылар ғына түгел. Моғайын, тигеҙ ерҙә, түбәнгә ҡарай ғына ултыра торғандарҙыр. Өфөгә китеүҙәрелер.

Бәй, былар бер аҙ күтәрелгәс, юлдың һул яғына урман менән ҡапланған тауға боролдо. Әллә Алкинға лагерынамы?

Әсхәт йүгерә башланы. Әгәр ҙә унда бармайҙар икән, һорашып булһа ла ҡалырға кәрәк.

Ылау ысынлап та лагерға бара, армияға саҡырылғандарҙы илтә икән.

Уларға эйәрҙе Әсхәт. Ярай әле быларға тап булды, сөнки ҡапҡа эргәһендә торған мылтыҡлы һалдаттар килеүселәрҙең кемлектәрен һорашты ла үткәреп ебәрҙе. Эске яҡта ир-егет ҡайнаша.

Кешеләрҙе ниндәйҙер контораға алып киттеләр. Әсхәт уларҙан ҡалманы. Бәлки улар менән фронтҡа уҡ барып юлығыр.

Тик эш ул уйлағанса булманы. Уны тегеләрҙән айырып икенсе йортҡа алып киттеләр. Бүлмә йылы булһа ла, өҫтәл артындағы әҙәм тунын яурынына һалған килеш ултыра. Пеләш башына бүреген кеймәгән. Уныһы өҫтәлдә ята. Ябыҡ йөҙө уҫал күренһә лә тауышында йомшаҡлыҡ һиҙелә.

Әсхәттең кемлеге хаҡында һорашты. Арала уны ҡыҙыҡһындырған һүҙҙәр ҙә килеп сыҡҡылағандыр, күрәһең, алдында ятҡан дәфтәр битенә яҙғылап та ҡуя.

– Ә ниңә заводты ташлап киттең? Кем рөхсәте менән?

– Бер кемдән дә һораманым. Атайымды үлтергән немецтар менән яғалашҡым килә.

Һорашыусылар көлөмһөрәне:

– Яғалашып һуғышыу урамда ғына була.

– Ә мин тегендә барып яғалашам.

– Уйың насар түгел, егет. Ни эшләп бик ныҡ йүткерәһең, әллә йәшәгән урының бик хөртмө?

– Бөтәһе лә һәйбәт, поезда килгәндә өшөттөргәйне.

– Тиһеңме. Әлегә һөйләшеү етеп торор. – Ишекте асып Әсхәтте бында алып килгән һалдатты саҡырҙы. – Был егетте алтынсы казармаға илт. Шунда ҡундыр. Ашханаға барыр. Мин әйткәндәрҙе аңланыңмы? Бар, әлегә юлыңда бул.

Казарма дежурҙа тороусыларҙан башҡа кеше юҡ ине. Ҡалғандары урман араһында күнегеүҙә икән.

Буржуйка эргәһендә ныҡлап йылынып ултырған килеш кенә бер аҙ серем итеүгә уның артынан бер ҡатын килгән.

– Ғәлимов кем? – тип ҡысҡырыуға Әсхәт тертләп уянды. Ҡайһы яҡҡа ҡарарға ла белмәй, ҡайҙалығына төшөнмәй аптырап торҙо. Фамилияһы ҡабатланғас, тороп ишек яғына ҡараны.

– Һинме Ғәлимов? – уға табан ниндәйҙер ҡатын-ҡыҙ атланы.

– Эйе, мин.

– Әйҙә, улайһа, минең арттан. Санчасҡа.

– Ҡайҙа?

– Врачтарға…

– Бар, әйткәс бар, сәләмәтлелекте тикшерәләр. Килгән бөтә кешене лә тикшерәләр. Һалдатка яраймы, юҡмы? – Дневальный һөйләнә-һөйләнә буржуйка алдына утын килтереп ташланы.

Бындай аңлатыуҙы ишеткәс, Әсхәт ҡыуанды. Тимәк, уны тикшереп ҡарайҙар ҙа һалдат итәләр.

Ҙур ғына бүлмәгә ингәс, уға әсәнән тыума шәрә ҡалғансы сисенергә ҡуштылар. Сәрмәсәндә һыу төшкәндәге кеүек сисенергә. Аҡ халатлы ҡатындар алдындамы? Булмай! Салбар эсенән өлкәндәрҙеке кеүек ыштаны ла юҡ.

– Йә, егет, атлы казак кеүек ҡатып тораһың. Тиҙ бул. Һин генә түгел бында.

Башҡаса сара юҡлығын аңлаған Әсхәт ҡалын салбарының ҡайышын ысҡындырырға мәжбүр булды.

Уны төрлөсә ҡаранылар: күҙҙәре күрәме, ҡолаҡтары ишетәме. Бигерәк тә күкрәген оҙаҡ тикшерҙеләр. Күкрәген ике кеше алмашлап тыңланы. Кейенергә ҡуштылар. Тик нимә өсөндөр врачтар бик етди ине, хатта йөҙҙәренә борсолоу ғына түгел, хәсрәтләнеү билдәләре ҡунғандай тойолдо.

– Күптән йүткерәһеңме? – тип һораны аҡ косынка аҫтынан һары көҙрәләре күренгән табибә. – Ҡан төкөргәнең булманымы?

– Юҡ. Ниндәй ҡан ти? – Әсхәт шомлана төштө. – Ҡаҡырыҡ ҡына килә.

– Ҡаҡырығың аҡ төҫтәме, ҡарараҡмы?

– Уға кем иғтибар итһен.

– Ныҡ һалҡын тейгән һиңә, егет.

Үҙ-ара һаҡ ҡына һөйләшеп алғас:

– Бында килгәс ҡайҙа урынлаштырғайнылар, шунда бар. Ял ит, - тинеләр. – Кәрәкһәң, эҙләп табырбыҙ.

Аҡ халатлы кешеләрҙең һөйләнеүҙәре, үҙҙәрен сәйер тотоуҙары Әсхәттә шомланыу тыуҙырҙы. Ниңә уның күкрәгенә бәйләнәләр? “Тын алыуыңда ғыжылдау бар”. Улайға китһә, көтөүсе Дәүләт ағай күрше-күләненә йоҡо бирмәй. Төн йоҡламай йүткереп сыға, тиҙәр. Ә ул ғүмере буйы көтөү көтә. Хәлһеҙләнеп ҡолағаны юҡ бит әле. Туҡтауһыҙ тәмәке тартмаһа, бәлки һулышы ла быуылмаҫ ине. Иҫәнлегенә зарланып бер һүҙ әйткәне ишетелмәй. Ҡыш көнө кем йүткермәҫ. Арҡаһы сәнсеп-сәнсеп ала алыуын, уныһы ла үтер…

Былары ваҡ мәсьәлә, иң мөһиме, фронтҡа барып етеү һәм оҙон мылтыҡтан дошманға атыу. Көндәр йылына башлау менән йүткереүе лә баҫылыр, ҡалаҡ һөйәге аҫтындағы сәнсеү ҙә туҡталыр.

Икенсе көндө иртәнге аштан һуң сафтарға теҙелеүселәргә һоҡланып ҡарап торҙо. Тигеҙ атлап ҡайҙалыр китеүҙәре ҡыҙыҡһындырҙы.

Һәйбәт ашаталар икән. Һоло ярмаһына ит киҫәктәре һалып бешерелгән бутҡа, ике телем икмәк, бер көрөшкә шәкәрле сәй бирҙеләр. Төҙөлөштәгегә ҡарағанда мулыраҡ та, туҡлыҡлыраҡ та.

Бер татар хатта:

-Төшкә тиклем кешнәшеп йөрөйбөҙ, – тип шаярҙы һоло бутҡаһына ишаралап. “Көн һайын былай туҡландырһалар, кешнәп кенә ҡалмай, дыуларға була” тип уйланы Әсхәт.

Урамда егет кисәге ҡатындарҙың береһенә тап булды. Ишембай бисәһе әллә ҡасандан күрмәй торған ауылдашын осратҡандай ҡосаҡлап уҡ алды.

- Ҡайҙа китеп олаҡтың, ҡустыҡайым? Ҡайғыға һалдың бит, валлаһи. Теге һалдаттарҙың береһе ураштырып та килгәйне, тапманы һине. Улар Ҡыҙыл атлылар икән. Кантурҙары Демала, ти. Йомош менән шунда килгән булғандар. Торған урындары урман. Бындағы түгел. Саналарына ултыртып Жуков тигән ауыл тураһына ҡәҙәр алып килделәр. Һуғышырға өйрәнеп яталар, шикелле. Ул хаҡта айырып әйтмәнеләр әйтеүен, шулай һиҙеңкерәнек. Ҡайһы райондан икәнлектәрен белдермәнеләр. “Сер” тип көлөп кенә ҡуйҙылар. Юлды өйрәттеләр. Үҙ кешең үҙ инде, аңлашырға яйлы. Иҫән йөрөһөндәр. И-и-и, ҡустыҡайым, ағайыңды таптым! Һалдатса кейенгән танырлыҡ та түгел. Таҙарып, сибәрләнеп киткән. Бергә йоҡлаттылар. Иртәгәгә тиклем генә ҡалырға рөхсәт иттеләр. Быныһы өсөн дә мең рәхмәт. Ә Танып ҡатыны өлгөрә алманы. Ике көн элек кенә улар төркөмөн оҙатҡандар. Илауҙан ни файҙа. Заманы шулай икән, сыҙарға ҡала. Һинең хәлең нисек?

- Әлегә билдәһеҙ.

- Йәшең еткәнде көтһәң нисек булыр?

-Рөхсәт итһәләр, әле үк китер инем.

-Уларын бик үк аңлап етмәйем, ҡустыҡай, иҫән йөрө, әсәйең бәхетенә.

Шул саҡ: “Ғәлимов!” – тип ҡысҡырған тауыш яңғыраны.

- Һинме әллә? Кәрәкһеңдер.

-Иҫән йөрө, апай. Ирең имен-аман әйләнеп ҡайтһын. Теләгем шул.

-Хоҙайҙың “Амин” тигән сағына тура килһен.

***

Фронтҡа үҙ теләктәре менән ебәреүҙәрен һорап килеүселәр бер Әсхәт кенә түгел икән. Шундайҙарҙы йыйып, сафҡа теҙҙеләр. “Тимәк, эштәр уңа” тип уйланы Әсхәт кәүҙәһен турайтып, башын күтәреп баҫып. Фронтҡа әҙерләнеүселәрҙе теҙеп йөрөтәләр бит. Бәлки бөгөн үк урман араһына алып китеп өйрәтә башларҙар, йылы кейендерерҙәр, “Дема”ға алып барып, поезға ултыртырҙар ҙа атаһы һуғышып һәләк булған тарафтарға алып китерҙәр. Ныҡ яғалашыр дошман менән! Уң ҡулының бейәләйен бүләк иткән ағайҙың ғәрипләнеүе өсөн дә илбаҫарҙарҙан үс алыр. Ирҙәренә бер ҡарар, ҡулдарын ҡыҫып иҫәнләшер өсөн ҡыш һыуығында ҡар шығырлатып ҡайҙан ҡайҙа килгән анауы ике бисәнең дә интегеүҙәрен хәтерләр. Әсәһенең күҙ йәштәре хаҡында әйтеп тораһы ла түгел…

Бәй, строй алдына Әсхәттең бригадиры Ханғәлин килеп баҫты. Былар төркөмөнә әллә уны билдәләгәндәрме? Бирһен Хоҙай! Ул сағында командир таныш кеше булыр.

Ҡаршыла тороусы ике хәрби уның ҡолағына нимәлер әйткәс, өсәүләшеп сафтың теге башына уҡ барҙылар һәм әкрен генә былай табан атланылар. Әсхәт турына еткәс бригадир туҡталды.

-Бына ул! – тип теге икәүгә боролдо.

Хәрбиҙәрҙең береһе ашығып килеп Әсхәткә терәлерҙәй булып баҫты ла уҫал ҡарап:

- Сыҡ алға, дезертир! – тип ҡысҡырҙы.

Әсхәт, кемгә аҡыра икән тигәндәй, ян-яғына күҙ һалды.

-Һиңә, һиңә әйтәләр!

Шунда уҡ Ханғәлин килеп етте.

- Һеҙҙекеләрҙән тағы юҡмы? – Уҫал ҡарашлы офицер артҡараҡ сигенде. Төҙөлөштән килгән бригадир “юҡ”ты аңлатып башын һелкене. Әсхәттең ҡасып китеүенән шикләнгәндәй, егеттең беләгенән тотто.

-Нимә булды? – Егет ҡурҡып Ханғәлингә текләнде.

-Һорап тора… Төҙөлөштән ҡасыусыларҙы ниндәй яза көткәнлеген аңлаттыҡмы?!

-Мин ауылға ҡайтып китмәнем дә инде. Һуғышҡа барғым килә. Уның нимә икәнлеген белмәйһеңме ни? Яуға барыусы дезертирмы?

- Әйҙә заводҡа, ҡылығыңды унда тикшерербеҙ. Эт сыҡмаҫ һыуыҡта ҡайҙан ҡайҙа йөрөтәһең.

-Таралығыҙ! – тигән тауышҡа Әсхәт тертләп башын күтәрҙе. Теге хәрбиҙәр сафта тороусыларға команда биргән икән.

-Улар ҙа үҙ теләктәре менән килгән. Улар ҙа фронтҡа ебәреүҙе һорай. Тик бөтә эштең дә үҙ тәртибе бар.

Бригадирҙың оҙаҡ тылҡыуы хыялдары емерелгән Әсхәттең асыуын килтерә башланы. Түҙмәне ул:

- Аяҡтар туңа, берәй йылыраҡ урынға инәйек, – тине тапана-тапана.

- Йылы урын эҙләргә ваҡыт юҡ, әйҙә Дим станцияһына. Шунан – заводҡа…

***

Китеүенә ни бары өс кенә көн үтһә лә, төҙөлөш әллә ҡайҙарға ҡәҙәр һуҙылған, йәйелгән, яңы цехтарға стеналар күтәрелгән, түбәләре ябылған төҫлө тойолдо Әсхәткә. Бәлки, әлегә тиклем дә шулай булғандыр, бәлки, Әсхәт иғтибар ғына итмәгәндер, бәлки, иркенләп күҙәтергә ваҡыты булмағандыр, бәлки, ул бөгөн донъяға башҡа күҙлектән ҡарайҙыр…

Яҙмышы артабан нисек хәл ителәсәге хаҡында Әсхәт төрлөсә баш ватты: йә уны НКВД кешеләренә тапшырасаҡтар, йә хөкөм итеп, Фазылбәктәр урман ҡырҡып йөрөгән йәһәннәмгә – Яман йылғаға, Яман-Портҡа ағас һалларға, Ҡариҙел буйлап һал ҡыуырға һөрөрҙәр, йә халыҡ йыйып һүгерҙәр, бүтәнсә ситкә күҙ һалмаҫҡа ант иттерерҙәр, йә планды арттырып үтәгән өсөн бирелә торған өҫтәмә икмәк киҫәгенән мәхрүм итерҙәр…

Ләкин уның борсолоуҙары, ҡайғырыуҙары бушҡа булған. Һис кәтмәгәндә Әсхәтте баш инженер урынбаҫары Ҡашҡаровҡа алып барҙылар. Тимәк, иң ҙур начальник уны үҙе хөкөм итәсәк. Асыуынан, бәлки, туҡмап та ташлар. Улар итек кейеүсән, бер үк эскә тибә күрмәһен. Теге саҡта Ҡариҙелдән станокты сығарғанда мәрхәмәтле күренгәйне лә… Унда бит, мөһим эш башҡарғанда, әле иһә “дезертир” менән осрашасаҡ…

Кабинетында ниндәйҙер бик етди һөйләшеү бара икән, бер аҙ ваҡыт көтөргә тура килде. Уға инергә сиратта тороусылар бар ине. Береһе айырыуса ныҡ ашығамы, кеҫә сәғәтен туҡтауһыҙ сығара. Башын сайҡап ҡуя, уфтана.

Өс-дүрт кеше кабинеттан уҡтай атылып сыҡты. Тәүләп шул ҡабаланған кеше ишеккә ынтылғайны, алғы бүлмәләге өҫтәл артында ултырған өлкән йәштәрҙәге ҡатын:

-Белеп сығам, – ҡаты ғына әйтте лә ауыр ишекле кабинетҡа инеп китте. Ишекте кире асып:

- Бар, йәш кеше. – Әсхәткә ымланы. – Ҡалғандар – сабыр… Хәниф Буранбаевич бындағыларҙы белә.

Егет ингәндә кабинет хужаһы тәҙрәгә ҡарап тора ине. Инеүсегә ҡарамай ғына: “Бурыс. Бурыс. 112-се һанлы атлылар дивизияһына тимер күсәрле арбаларҙы, пулемет тачанкаларын, даға, йүгәндәргә ауыҙлыҡтар яһауҙы ашыҡтыралар. Тимәк, Шайморатов командалағындағы соединение тиҙҙән фронтҡа юлланасаҡ. Бөтәһе лә яуаплы, бөтәһе лә ашығыс…” – тип уфтанып торҙо баш инженер урынбаҫары.

-Яҡыныраҡ кил, – тине Ҡашҡаров. Йөҙө ябығып, ҡарайып киткәндәй, ҡиәфәте үтә етди. – Их, туғанҡай, хәлдәрҙе аңлаһаң икән, – ҡулын биреп күреште. – Ултыр әле. Шунан, батыр? Ултыр, ултыр, ҡурҡма. Һуғышҡа китмәксе булдың инде, ә? Бала-саға. Эштән ҡасып ктеүселәрҙе хөкөм итеү хаҡында яңы закон сыҡты. Беҙ, шул иҫәптән һин дә эшләгән урын фронт түгелме ни? Фронт! Һуғыш! Беҙ боҙло һыуға сума-сума, палаткаларҙа йәшәп, аслы-туҡлы эшләмәһәк, яугирҙар дошманға ҡаршы аяуһыҙ һуғыша, самолеттар күккә күтәрелә алыр инеме?! Әгәр ҙә беҙ бер двигателде биреп еткермәйбеҙ икән, тимәк, беҙҙең бер истребитель күккә күтәрелмәй тигән һүҙ. Тимәк, фронтты, ҡала, ауылдарҙы бомбаға тоторға килгән фашист бомбардировщиктары иҫән-аман оса ала. Шулай икән, беҙ двигателдәрҙе планға ҡарағанда ла күберәк эшләргә тейешбеҙ. Төшөнәһеңме? Һинең Әлкәгә китеүең – һалдаттың мылтығын ташлап артҡа ҡасыуына тиң. Был хаҡта иптәштәреңә лә еткер, шулай аңлат. Әсхәт башын күтәрергә баҙнат итмәне, ғәрләнде, сөнки бите буйлап йәш бөртөктәре тама ине. “Тимәк, мин бында ҡаласаҡмын. Һөргөнгә ебәрмәйәсәктәр, – тип уйланы. – Изгелектәре өсөн миһырбанлы кешегә ниндәй рәхмәттәр әйтергә һуң?” Ирендәрен ҡыбырлата алманы.

- Сәй эс. – Кабинет хужаһы ниндәйҙер һауыттан сынаяҡҡа сәй ағыҙҙы, ике прәник ҡуйҙы. Телефондан һөйләшә башланы. Әсхәт сәйен эсеп бөттө лә рәхмәт әйтеп тороп баҫты.

- Ә ниңә прәнигеңде ашаманың? – Ҡашҡаров аптыраны.

- Әгәр асыуланмаһағыҙ, ауылға күстәнәс итеп ебәрер инем.

- Ултыр әле, ултыр, уйың матур, тик ҡасан ебәрәһең әле, иҙелеп бөтөр. Унда кемдәрең бар?

- Әсәйем, ике ҡустым. Атайым юҡ инде.

-Улайһа, тағы дүртте бирәм. Тик үҙеңә тигәнен аша. Бына нәмә, батыр егет, тәүәккәлегеңде иҫемдә тотам. Шуға күрә хөрмәт үҙеңә. – Ниндәйҙер ҡағыҙҙы ҡулына алды. – Һин – егет кеше. Ысын егет. Һеләгәй түгел. Иғтибар менән тыңла. Әлкәләге хәрби врачтар бына нәмә яҙа. Һиңә етди, насар сир йәбешкән. Уң үпкәң шәп түгел. Әле лә йүткереүҙән саҡ тыйылып ултыраһың. Ҡариҙел ваҡиғаһынан һуң һыуыҡтан ныҡлап һаҡлана алмағанһың. Шарттар ҙа ауыр. Әлкә лагерына барыуың ғәфү итмәҫлек хәл. Ә инде унда тикшерелеүең һинең файҙаға. Иҫеңдә тот: үпкә сирен оҙаҡ ваҡыт белмәй йөрөргә мөмкин. Танауыңды төшөрмә. Былай итәбеҙ: бөгөндән больницаға ятаһың һәм дауаланаһың. Ишеттеңме? Больницаға әйтелгән, тейешле дарыуҙар бар. Бәлки, ҡаҙаҡтар ҡымыҙ ҙа эсерер. Дөйә ҡымыҙы. Һауығып сыҡҡас, бер күренерһең миңә. Аңлайһыңмы, миңә!

-Йәшәге килә, ағай. Әле уйланым.

-Ғүмерҙең ҡәҙерен белергә кәрәк, Әсхәт Ғәлимов. Бар, ашыҡ.

-Һау булығыҙ, ағай. – Әсхәттең күҙ йәшенән кибеп етмәгән йөҙөнә йылмайыу йүгерҙе.

Әсхәт бригадирын эҙләп китте. Уға бөтәһен дә аңлатырға кәрәк. Больницаға ла ул илтә торғандыр. Уныһы ҡайҙалыр? Сәйетзаданы тиҙерәк күрергә ине: бер үк сирләүен әсәйемә еткерә күрмәһен. Һей, кеше сирләмәй торамы…

Егет яңы цехҡа нигеҙ өсөн траншея ҡаҙыусы иптәштәре эргәһенә юлланды. Күп тә китергә өлгөрмәне, кемдер ҡысҡырҙы. Кем булһын, цехта йоҡлап йөрөй торған ҡыҙ инде.

-Эй, ҡайҙа юғалып йөрөйһөң? Минән дә һораштылар. Әйтерһең, белергә һин – минең берәй кемем.

Әсхәт яуап ҡайтармай ике-өс аҙым атлағас ҡына кире боролдо.

-Кил әле. Тиҙ, ашығам.

-Ашыҡһаң, кис әйтерһең. Цехта ҡунаһыңдыр бит?

-Диуана! Кил тим!

-Әллә матур һүҙҙәрең бармы? – тип һөйләнә-һөйләнә билен киң ҡайыш менән быуған ҡыҙ яҡын уҡ килеп баҫты.

-Әллә-лә, һалдатҡа әйләнгән мин юғында. Прәник ашағаның бармы?

-Бер саҡ ишеткәйнем. Бик ҡаты, ну ҡаты тиҙәр. Тештәрҙе һындырырлыҡ, ти. Әллә ҡасан һөйләгәйнеләр. Кәрәсин еҫе лә килә шикелле.

-Мә, ашап ҡарағас әйтерһең. – Әсхәт кеҫәһенән бер прәниген алып һуҙҙы. – Уны картуф кеүек ҡаптың да, йоттоң түгел. Ауыҙыңда иретеп бөтөрөргә кәрәк. Төшөндөңмө?

-Бөгөн киләһеңме?

-Тәүҙә рәхмәт әйт. Тиҙ генә килә алмам. Мәшәҡәт сығып тора.

- Әсхәт канауҙарҙы һикереп сығып, балсыҡ өйөмдәрен урап үтеп тә тормай бригадирын эҙләп йөрөнө. Больницала оҙаҡ тоторға тейеш түгелдәрҙер. Һауығып сығыу менән фронтҡа ебәреүҙәрен юллаясаҡ. Тәүҙә хәрби комиссариатҡа ғариза бирергә кәрәк икән…Фото: интернет.

Аҙағы. 

 

 

Автор:
Читайте нас: