Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
22 Май 2023, 17:45

Ғүмерлек ғазап Нурислам ШӘЙХУЛОВ

Ерән бәғерһеҙҙең ҡапыл ҡаты тауыш менән: “Ат!” – тип аҡырыуына тертләп, тәтегә баҫҡанымды үҙем дә һиҙмәй ҡалдым. Ут көлтәһе ҡыҙҙың күкрәгенә тотошлай инеп юғалғандай булды.

Ғүмерлек ғазап     Нурислам ШӘЙХУЛОВ
Ғүмерлек ғазап Нурислам ШӘЙХУЛОВ

Үҙем һунарсы булмаһам да, айыу алған, һунар тотҡан кешеләр менән әңгәмәләшергә әүәҫмен. Бигерәк тә данлыҡлы Ишйән ағай менән һөйләшеп ултырыуы – бер ғүмер. Ул үҙенең башынан үткәндәрен, нисек һунарсылыҡ иткәндәрен кинәнеп һөйләй, булған хәлдәрҙе шаштырып та ебәрмәй.
Сал төшкән мыйығының остарын борғолап ултыра бирә лә тәүҙә күңелле генә кеткелдәп ала, шунан, ҡабарып торған күҙ ҡабаҡтарын ҡыҫа биреп, һөйләй башлай, ул саҡта битендәге айыу тырнағынан бүртеп ҡалған урындары, меңләгән сирышы леберләп ҡуйған кеүек була. Иптәштәре ҡасып бөтөп, яңғыҙы яралы йыртҡыс аҫтында ҡалғанда, айыу битенең тиреһен һыпырып ала. Шунан ҡалған эҙҙәр был.
Егермеләп айыу алған, утыҙлап бүре атҡан, иллеләп төлкө тиреһен дәүләткә тапшырған һунарсы ул. Тик шуныһына ғәжәпләнә торғайным: ул ошоғаса өйләнергә уйламаған һәм уйламай ҙа. Бының сәбәбе бар – һуңынан белдем, үҙе һөйләне.
– Һәр йән эйәһе бер-береһен ашай, – тип аптыратты ул бер көн.
– Нисек?
– Бына миҫал. Ике-өс йыл булды инде уға. Ҡыш. Эңерләтеп кенә урмандан ҡайтып килә инем, бүре көтөүенә тап булдым бит. Баш бүре миңә табан килә башланы. Башҡалары шуны ғына көтөп тора инде, хәҙер ябырыласаҡтар. Ебәрҙем йәҙрәне тегегә. Бүре ҡан еҫен һиҙһә, бер нәмәне лә иҫән ҡалдырмай. Баш бүре салҡан әйләнеп төшөүе булды, шул минутта тегеләре өҙгөләп тә ташланы, тик ҡойроғо ғына ҡырпаҡ ҡарҙа сәнселеп ҡалды. Айыу ҙа айыуҙы ашай, – тине ул, һүҙен дауам итеп. – Үҙ күҙем менән күрҙем. Алыҫҡа – Сәнселгән тауына ағас эҙләп барып сыҡҡайным. Оло сана табанына ботаҡһыҙ, төҙ имән кәрәк бит инде. Атымды бер ҡарамаға бәйләнем дә, алдына бесән һалып, йәйәүләп киттем тау буйлап. Ҡырпаҡ ҡына ҡар яуғайны, айыу өңөнә ятмағайны әле. Бер аҙ барғас, әрәмәлә сарт-сорт сыбыҡ һынғанға ҡараһам, үгеҙ ҙурлыҡ айыу, ҡорһағын саҡ һөйрәп, әкрен генә урман эсенә инеп бара, артына әйләнеп тә ҡарамай. Ағастар һынып, тапалып бөткән ергә килһәм, ни күрәйем: арт һаны ашалған ҙур айыу ята. Бына һиңә, айыуҙы айыу ашамай, тип әйтеп ҡара!
– Бәлки, бүреләр ашағандыр.
– Әллә мин айыу менән бүре эҙен танымай тиһеңме? Бына шулай, ҡустылар, уларына аптырамағыҙ, кешене кеше ашай хатта.
– Китсе әле!
– Һы, бер ҙә буш һүҙ түгел, әҙәм үҙе күрә алмаған кешенең өҫтөнән ялыу яҙа, төрмәгә ултырта, аттыра. Шул кешене кеше ашау түгелме ни?
– Ул бит үлтереү, ашау түгел.
– Нисек ашау булмаһын, шуға бәрәбәр инде. Гитлер нисәмә миллион кешене ашаны. Афғанда, Кавказда аҙ ашанылармы кеше башын?!
Ишйән ағай һөйләй башланымы, уның алдына сығырмын тимә инде. Һәр хикәйәтенә дәлилен табып тора. Донъя күргән, әсеһен-сөсөһөн татыған кеше шул. Атаһы Ишхан – һуғышта, әсәһе ауырып вафат булғас, бер ағай тейеш кешеләрендә солан аҫтындағы ҡаҙ ояһында ҡош аҙығын уртаҡлашып, шулар араһында йоҡлап үҫкән етемкәй ул. “Ҡышын ялан аяҡ йомоштарына йүгертә торғайнылар, – тип әсенеп иҫкә ала ул малай сағын. – Бауырым ҡатып, ҡулыма һәнәк-көрәк тота башлағас ҡына, тамағым икмәккә туйҙы, өҫтөм бөтәйҙе”.
Малай сағында үҙе менән булған бер фажиғәле ваҡиғаны ул бер нисә тапҡыр илап һөйләгәйне. Һөйләй-һөйләй, йөрәген баҫып, башын эйеп оҙаҡ ҡына шым ултыра. Унан тамағындағы төйөрөн йотоп, әкрен генә хикәйәһен дауам итә. Ниңә өйләнмәүе тураһында ла шул саҡта ысҡындырғайны. Ишйән ағайҙың һөйләгәндәрен үҙ һүҙҙәре менән яҙыуҙы уңайлы таптым, уҡыусы ғәфү итер, моғайын, нығыраҡ аңлашылыр.
...Йәйҙең әйтеп бөткөһөҙ йәмле көндәре була бит инде. Шундай бер иртәлә, аллы-гөллө сәскәләрҙе, көмөштәй ысыҡлы хәтфә үләндәрҙе кисеп, төрткөгә ҡапҡан һалырға киттем. Тамаҡты туйҙырған, өҫтө бөтәйткән шул – һуҡыр сысҡан. Аяҙ. Ҡояштың алтын нурҙары донъяны ҡыҙҙыра, ысыҡты күкһел томанға әйләндерә, әкрен генә йылы ел иҫеп ҡуя. Урман-яландарҙа уйна ла көл генә! Юҡ шул, уйнап-көлөргә форсат юҡ беҙҙең, йылдар ауыр... Халыҡ һарына, көпшә менән ризыҡлана. Берәүҙәр сабата үреп һатҡан була. Яңғыҙ әбейҙәр арыҡ һыйырының, һаҡалтай кәзәһенең һөтө менән йән аҫрай. Мин, бәләкәйҙән һунар яратҡан малай, төрткөгә йөрөйөм.
Ноҡат тауы яғына юл тоттом. Ун-ун биш саҡрымдай барып, Оҙон үрҙе артылыуыма, бығаса күрелмәгән ғәжәп картинаға тап булдым. Элекке арба юлында ят-ят әҙәмдәр бөксәнләй. Ерәндәре, ап-аҡтары, ҡуңырҙары бар, араларында аҡ, һары ҡыҙҙар ҙа күренә, оло йәштәге ирҙәр, бисәләр, йәштәр бар. Ҡулдарында ауыр кәйлә, көрәк, лом, ҙур балта. Эргәләге ҡаянан таш аҡтарып алалар ҙа, тигеҙләп ҡаҙылған юлға килтереп, йәтешләп һалалар. Көрәклеләре ат юлының кәҫен алып, юлды тигеҙләй, лом менән кәйләлеләре таш аҡтара, башҡалар эре яҫмаҡ таштарҙы түштәренә терәп күтәреп юлға ташый. Ат, машина, ҡул арбаһы күренмәй. Бик яй ҡыймылдайҙар, хәлдәре самалы икәнлеге әллә ҡайҙан беленеп тора. Ҡайһы берҙәре шундай кипкән – ҡоро һөлдә инде. Үҙ-ара ниндәйҙер ят телдә лығырлашып алалар. Юлдың ике башында ике әзмәүерҙәй ир мылтыҡ тотоп тора, өҙлөкһөҙ әмер бирә.
Германиянан Белорет заводына ҡыш уҡ әсирҙәр килтергәндәр, имеш, тип ишеткәйнек. Шуларҙың бер өлөшөн Ноҡат машина юлын эшләтергә ебәргәндәр икән. Шым ғына үтеп барғанымда мине туҡтатҡан конвойҙан белдем уныһын.
Урыҫ телен вата-емерә һөйләшкән ерән конвойсы мине ары ебәрмәне, был яҡта йөрөмәҫкә ҡушты. “Әгәр ошонан үткәнеңде күрһәм, бына!” – тип мылтығын ҡыбырлатып ҡуйҙы. Ҡапҡандарымды ағас төбөнә һалып, конвойҙы тыңлауҙан башҡаһы ҡалманы. Ул оҙон мылтығын миңә тотторҙо ла: “Ошонда минең өсөн тороп тор”, – тип үҙ йомошо менәнмелер, йүкәлек араһына инеп китте. Унан сыҡҡас, теге башта торған һаҡсы янына барып, ниҙер һөйләшеп, көлөштөләр, минең янға килгәнендә ауыҙы ҡолағына еткәйне.
– Обед. Ашап алығыҙ! – тип ҡысҡырҙы тегенеһе урыҫсалап. Аңланылар, әсирҙәргә шул ғына кәрәк ине. Күләгәле ағас төптәренә һибелделәр. Аҙыҡты һәр береһенә бүлеп биреп ебәргәндәр, ахыры, тоҡсайҙарынан барлы-юҡлы нәмәләрен алып ҡабырға, шешәләрендәге һыуға ҡушып көйшәргә керештеләр.
Эй, был донъяла ниндәй генә әҙәмдәр юҡ, тип ғәжәпләнеп ҡарап торам. Бер йәш егет төҫкә аҡһыл-һары, ирендәре ҡалаҡ ҡалынлығы ғына, танауы, юрамал юнып алған кеүек, кәкре осло. Икенсе бер ҡатын – үтә ныҡ йонсоған, күрәһең, муйыны беләк йыуанлыҡ ҡына, бөҙрә сәсле, ҙур башы таяҡҡа тығып ҡуйған кеүек инде. Бер цирк клоуны һымаҡ ҡарт та бар. Уныһының битендәге сырыштары өҫтән-аҫҡа – күҙҙәренән алып яңаҡтарына тиклем бәке менән телгеләнгән кеүек, буй-буй булып һуҙылған. Ә ҙур танауының осонда картуф тыңҡауығындай йомро тән өлөшө бәүелә, ул нәҙек кенә еп менән тегеп ҡуйған кеүек күренә. Ниңә ҡырҡтырып ташламаны икән, тип уйлап ҡуйҙым. Күберәге – һылыу, һомғол кәүҙәле, зәңгәр күҙле ҡыҙҙар. Араларында минең йәштәлер, моғайын, бер һыу һылыуы кеүеге бар.
Аҙ-маҙ ашанылар ҙа ултырған ерҙәренә ауҙылар. Бер-ике ҡыҙ немецса көйләп алды. Немецса, тип шуға әйтәм, йырҙарында “һаус, нас һаус, һартен” тигән һүҙҙәр ҡабатлана ине. Мәктәптә аҙ ғына немец телен уҡытҡайнылар. Онотмағанмындыр, һаус — өй, һартен баҡса була шикелле.
Ун минут та ятмағандарҙыр, конвойсы торорға ҡушты. Әсирҙәр, әкрен генә тороп, ҡоралдарына тотондо. Ерән конвойсы нимәгәлер һиҫкәнеп тынысһыҙланды. Ҡапыл минең яндағы мылтығын алды ла шырлыҡҡа йүгерҙе, бер әсир юҡ булған шул арала. Барыһы ла шымып ҡалды, икенсе һаҡсы аҡырып ебәргәс кенә, теләр-теләмәҫ эшкә керештеләр. Шулай ҙа күҙҙәре конвойсы йүгергән яҡта ине. 10 — 20 минут үттеме-юҡмы, алыҫта ике тапҡыр мылтыҡ тауышы ишетелде.
Бер аҙҙан тиргә батҡан конвойсы килеп етте. “Дөмөктөрҙөм тегене”, – тине ул ҙур ҡәнәғәтлек менән. Ултырып, үҙе менән ашарға саҡырҙы. “Ҡасып ҡотолорға уйлағайны, сволочь, – тип һөйләнде ул, ярһыуын баҫа алмай. – Мин дә ошолар һымаҡ әсир булғайным. Күп ыҙа күрҙем, көстән килмәҫ эш, ашай алмау. Күптәрҙе атып китеү... Яйын табып, ҡастыҡ, үҙебеҙҙең яҡҡа сыҡтыҡ. Донъя алмаш килә, тиеүҙәре бик дөрөҫ”.
Күп һүҙҙәрен аңламайым конвойсының. Әллә украин, әллә белорус, иллә-мәгәр урыҫ түгел.
– Исемең нисек, егет?
– Ишйән.
– Ҡыҙыҡ, матур исем. Нисә йәштәһең?
– Ун бишкә киттем, шикелле.
– Нисек инде "шикелле"?
– Шулай шул, дөрөҫөн белмәйем. Атай-әсәйем дә, туғандарым да юҡ.
– Табырға кәрәк.
Ултыра торғас, конвойсы ҡапыл ниҙер уйланы ла минең беләккә йәбеште.
– Әйҙә, бер ҡыҙыҡ күрһәтәм, – ти был миңә. “Ниндәй ҡыҙыҡ күрһәтмәксе икән?” – тип туҡтап ҡалдым.
Миңә, үҫмер егеткә, барыһы ла ҡыҙыҡ инде, тыңланым. Ерән әсирҙәр араһына инеп китте, таш тигеҙләп йөрөгән бер йәш ҡыҙға: “Ком, ком, мудһен Моника”, – тине, буғай, хәтерләмәйем. Һәм ул немец ҡыҙын артынан эйәртте. Уныһы ҡарышманы, һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә ҡалтыранып, артынан эйәрҙе. Бер-ике ир артынан килергә булғайны, үрҙәге һаҡсы ҡаты аҡырып туҡтатты. Тегеләр минең янға килеп туҡтаны. Һары ҡыҫҡа күлдәк кейгән аҡ сәсле йәш кенә һылыу ҡыҙ, минең йәштәлер, моғайын. Һылыулығына иҫем китте: маңлайын ҡаплаған аҡһыл-һары бөҙрә сәс, ап-аҡ йомшаҡ муйын, нәҙекәй бил, килешле оса, тулы ғына аҡтан-аҡ балтырҙар... Ә йөҙө һуң, йөҙө! Ҡарап туйғыһыҙ инде. Дуғаланып торған ҡаштары аҫтында оҙон керпек ҡаплаған ҙур зәңгәр күҙҙәр, танауының ҡупшылығы, биттәренең, эйәгенең матурлығы... Бүлтәйеберәк торған ирендәре һушымды алды. Бер ҡыҙға, бер конвойсыға ҡарайым. Унан ашығыс атлап ҡалын урманға индерҙе.
– Немка. Һылыумы? – ти конвойсы.
Ҡыҙға ҡарап телемде йотҡанмын. Ерән ҡапыл ҡыҙға: “Ят!” – тип, аҡырып, мылтығын төҙәне. Бахыр ҡыҙ, ҡалтыранып бер-ике аҙым артҡа сигенде лә, аяғынан ҡырҡҡан кеүек, бәрхәт үләнгә салҡан тәгәрәне...
– Ҡарап тор, өйрәнерһең, – тине лә конвойсы ҡыҙҙың күкрәгенә ҡапланды... Ҡарап тора аламмы һуң, артыма әйләндем. Үҙем: “Беҙҙең илдә лә шулай ҡаты бәғерле кешеләр бар икән. Гонаһ шомлоғо!” – тип уйлайым.
Эшен бөтөргәс, Ерән миңә екерҙе: “Бар, нимә ҡаттың, көтә бит”. Мин әйләнеп ҡарағанда, ҡыҙ урынында ҡыбырҙарға ҡурҡып ята ине әле. Ерәндең бойороғон көтә ине, ахырыһы. “Бар! – тип аҡыра бәғерһеҙ конвойсы, – немецтар беҙҙең ҡыҙҙарҙы былай ғына итмәне, үсен ҡандырғас, тереләй һыңар ботонан аҫып, йә булмаһа ауыҙҙарына штык ҡаҙап китә ине”.
– Юҡ, минән булмай, – тим.
– Йәлләйһеңме дошманды?
– ?!
– Тор, сусҡа, – тип аҡырҙы ҡыҙға ерән конвойсы. Ысынмы-бушмы, әллә яңылыш ишетәмме тигәндәй, ҡыҙ бер былай, бер тегеләй ҡараны ла йыйнаҡ ҡына аяғына баҫты, үлән менән балтырҙарын һөрттө.
Ерән конвойсы көс еткеһеҙ мылтығын миңә тотторҙо, затворҙы тартты ла: “Теләмәгәс, ат!” – тип аҡырҙы, ҡулымдан тотоп, көбәген һылыуҙың йомшаҡ түшенә терәп. Немец ҡыҙы Мониканың төҫө ҡасты, бармаҡтарын тарбайтып, ике ҡулын яртылаш күтәрҙе лә әкрен генә сүгә башланы. Үҙенең теше тешкә теймәй ҡалтырана ине. Ул ҡапыл көбәкте ситкә этте лә эргәлә торған конвойсының муйынына аҫылынды. “Нихт, нихт”, – тип ялбарҙы. Ерән ҡыҙҙы бар көсөнә ситкә этеп ебәрҙе. Моника йыуан ҡайынға арты менән һөйәлде, тәгәрәмәне. Немка миңә һырыҡты, яҡлау көттө, ахыры. Йомшаҡ йылы ҡулдары менән муйынымды ҡосаҡланы. Уны этеп ебәреп, ерән конвойсы көбәкте йөрәк тапҡырындағы йомшаҡ еренә терәне.
Һылыуға ҡарап ҡатҡанмын. Күҙ алдымда тауҙар емерелде, йөҙйәшәр ағастар аҡтарыла, дауыл олой, ер түңкәрелә. Нисек кенә атайым мин шул ҡәҙәр һылыу йәш ҡыҙға. Немец ҡыҙы булһа ни, ул беҙгә ниндәй зыян эшләгән...
Ерән бәғерһеҙҙең ҡапыл ҡаты тауыш менән: “Ат!” – тип аҡырыуына тертләп, тәтегә баҫҡанымды үҙем дә һиҙмәй ҡалдым. Ут көлтәһе ҡыҙҙың күкрәгенә тотошлай инеп юғалғандай булды. Һылыу сайҡалып та тормай салҡан ауҙы. Мин дә, аҡырып, артыма ҡоланым һәм, ҡапыл тороп, Мониканың өҫтөнә тәгәрәнем. “Йәнем, йәнем, мин яңылыш!” – тип ирендәренән үпкәнемде, зәп-зәңгәр күккә текләгән күҙҙәрен йомдорғанымды саҡ ҡына хәтерләйем. Ерән конвойсы елкәмдән матҡып аяҡ өҫтө баҫтырҙы ла яңаҡ төбөмә ҡундырҙы. “Фашист ҡыҙы йәлме? Марш бынан, ҡабат күренәһе булма, а то үҙеңә бер пуляны йәлләмәм”, – тип аҡырҙы.
– Бына шулай, ҡустым, – ти Ишйән ағай, – ишеттең бит – мин дә кеше ашаусы.
– Һин үҙең теләп атмағанһың бит, яңылыш.
– Барыбер инде. Бына ошо фажиғә мине ғүмерем буйы ғазапланы, тынғы бирмәне. Һуғыш бөтөп, тыныслыҡ тыуғас, теге ерән конвойсыны эҙләп ҡараным, таба алманым. Нисек табаһың, хатта исемен белмәйем. Күренһә, суҡындырып китергә ине уйым.
– Судһыҙ-ниһеҙ, теге...
– Ул суд тип торманы лаһа.
Ишйән ағай көрһөнөп, шуны өҫтәп ҡуйҙы: “Өйләнергә булып шул Моникаға оҡшаңҡыраған ҡыҙҙы эҙләп ҡараным, таба алманым. Уның һыны, матур йөҙө күҙ алдымдан китмәне. Өйләнһәм дә, эргәмдә ятҡан ҡатынды немец ҡыҙына тиңләй алмаҫ инем. Үҙемде үҙем ғәфү итә алмай, бер ҡаты иҫергәнемдә аҫылынғайным, күреп ҡалып, бауҙы киҫкәндәр”.
Ошо әңгәмәнән һуң күп тә үтмәне, Ишйән ағай “үҙен үҙе ашаны” — баҡсаһына сығып атылған. Сәбәбен мин генә беләмдер, моғайын...

 

 

Автор:
Читайте нас: