Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
25 Май 2023, 16:05

Ҡашлы йөҙөк Повесть Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА (2)

– Миңә ҡыҫылмаһалар, күптән үҙҙәре өсөн генә йәшәрҙәр ине...

Ҡашлы йөҙөк Повесть Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА (2)
Ҡашлы йөҙөк Повесть Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА (2)

Рәзинә Зәйнетдинова Ғафури районы Юлыҡ ауылында тыуып үҫкән. БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалын тамамлаған. “Килен шәле” исемле китап авторы. Мостай Кәрим исемендәге фонд һәм «Шоңҡар» республика йәштәр журналы ойошторған йәш әҙәбиәтселәр конкурсы еңеүсеһе.
Был авторҙың тәүге күләмле әҫәре.

 

Ҡашлы йөҙөк

Повесть

Ҡәтғи яңғыраған бойороҡ үҙ һүҙле егетте, ниһайәт, һындырҙы. Теләр-теләмәҫ кенә машинанан төшөп, ҡатындың артынан мыштым ғына эйәрҙе. Шау сәскәгә төрөлгән алмағастар араһында урынлашҡан өҫтәл янындағы ултырғысҡа ултырғас, үҙенә сәй яһап алып бәләкәс кенә йотомдар менән эсә башланы. Үҙе алдында бейеп кенә тороуҙарына күнеккән Арыҫланға йәш ҡатындың ҡыланышы сәйер күренде.
– Ҡунағығыҙға сәй тәҡдим итмәйһегеҙме? – тине сырт төкөрөп.
– Беренсенән, һине берәү ҙә ҡунаҡ итеп саҡырманы. Икенсенән, үлергә йыйынған кешегә әрәм итеп ниңә сәй эсерергә? – Бер ни тиклем өнһөҙ торғас, ҡапыл һорау бирҙе: – Ни өсөн аҫылынып өлгөрмәнең?
– Эштән ҡайтып инделәр...
– Нисәлә ҡайтырҙарын белә инең бит. Ниңә алдараҡ эшләмәнең?
– Минән һорау алырға һеҙ кем? Тәфтишсеме?!
– Беләһеңме, һинең үлгең килмәй. Һиңә бары тик иғтибар етмәй. Тоҙһоҙ вайндар менән аудитория йыйып, берәүҙе лә шаҡ ҡатырып булмағас, ошо юлды һайланың инде? Атай-әсәйеңә һинең өҫ-башыңдың бөтөн булыуы мөһим дә, БДИ-ны уңышлы тапшырыуың кәрәк. Улдарының нимә менән ҡыҙыҡһыныуын белергә, һинең менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеп ултырырға уларҙың ваҡыттары юҡ. Ярты көнөн нисек үткәрергә, нимә менән шөғөлләнергә белмәй бәрелеп-һуғылып йөрөгән кешенең шунда башына елле уй килә. Суицид менән ҡурҡытырға ла, иғтибарҙы үҙеңә йәлеп итергә!
Дөрөҫ әйтәмме тип Тамара Арыҫланға ҡарап алды. Әле генә мин-минлегенә барып ҡуҡырайып ултырған егеттең башы аҫҡа эйелде.
– Унда һеҙҙең эшегеҙ юҡ, – тип ауыҙ эсенән генә мөңгөрләп ҡуйҙы.
– Юҡ, әлбиттә. Тик һинең өсөн ут йотҡан ата-әсәйең йәл. Һинең арҡала йоҡолары – йоҡо, ашауҙары ашау түгел икәнлеген беләһеңме икән?! Донъяла иң ҡурҡыныс нәмә: балаңдың ғүмере өсөн борсолоу. Быны үҙең атай-әсәй булмайынса төшөнөп тә етеп булмай.
– Миңә ҡыҫылмаһалар, күптән үҙҙәре өсөн генә йәшәрҙәр ине...
– Уф, үҙ һүҙле кәзә бәрәсе кеүек икәнһең дә. Үл һуң. Һине берәү ҙә тәүлек әйләнәһенә бикләп тотмай бит. Тик быны эшләр алдынан бер кәңәшемә ҡолаҡ һал. Ата-әсәһеҙ зарыҡҡан, ғаилә йылыһын күрмәй үҫкән балалар янына – балалар йортона йә аяуһыҙ сир менән көрәшеп, яман шеш менән яфаланыусылар ятҡан онкология диспансерына барып кил. Ике урынға ла барһаң, тағы ла яҡшыраҡ. Иң аҙаҡтан ағзаларыңды үлем түшәгендә сират көтөп ятыусы йәштәргә яҙҙырып ҡуй... Был донъяға килеүеңдән бер файҙа булыр...
Был нимә һөйләй тип аптырап, күҙҙәрен сылт-сылт йомоп ултырған егет алдында көлөп ебәрмәҫ өсөн урынынан тороп китте.
Сейә ағастары араһында быларҙы тәмәкеһен тартып шым ғына күҙәткән Азат ҡала ҡунаҡтары ҡайтып киткәс:
– Кәләш, клиенттарың менән былай ҡаты һөйләшһәң, эшһеҙ ҡалырһың ул, – тип шаяртты.
– Саҡ ҡына башы булһа, аҡылына ултырыр, – тине. – Уның үҙ-үҙенә ҡул һалыу уйы бөтөнләй юҡ. Хайп кәрәк. Теге юлы һикерәм тип торғанында телевидениеға төшөргәндәр. Ютуб-каналға эләккән. Күңелен үҫтерергә был да сәбәпсе булғандыр. Арыҫлан кеүектәр тураһында профессор бер хикәйәт һөйләгән ине. “Бер йәш ҡыҙ яратып йөрөгән егетте үҙенеке итә алмағас: “Үләм!” – тип барыһын да ҡурҡытыр булған. Аптырағас, дауаханаға һалғандар. Сираттағыса, теге егет менән телефон аша һөйләшеү уның файҙаһына тамамланмағас, һикерәм тип тәҙрә төбөнә барып баҫҡан. Өгөтләүҙәрен, инәлеүҙәрен көтөп, эй тора, ти, был. Баш табып янына килгән дә: “Йә, һикер ҙә, тәҙрәне ябам”, – тигән. Уйы килеп сыҡмағас, тора биргән дә, тәҙрәне ябып, төшкән, ти.
– Барыбер ҡурҡыныс. Кешенең ни уйлағанын белеп булмай бит.
– Ҡурҡыныс, әлбиттә. Үҙенә ҡул һалып ғүмерен ҡыймаған осраҡта ла, эҙемтәләре ҡалыуы мөмкин. Сөнки уйлаған уйҙың, әйткән һүҙҙең ҡасан да булһа тормошҡа ашыуы бар. Минән бер нисә йәшкә оло өс туған апайым бәләкәй сағынан әсәһе уйнарға, һуңынан клубҡа сығармаһа ла, саҡ ҡына әрләһә лә: “Аҫылынам!” – ти ҙә һарай башына менә, мунса эсенә бау тотоп йүгереп кереп китә ине. Ҡурҡыта, йәнәһе. Аҙаҡ ҡыҙына өс айлыҡ ҡына сағында ире аҫып ҡуйҙы. Тик тикшереп тороусы ла, ғәйеплене эҙләүсе лә булманы. “Электән был уйы булған бит”, – тине эште тиҙерәк ябып ҡотолорға тырышҡан тәфтишсе. Шуға ла хыялдарың да, уйҙарың да матур булыуы мотлаҡ, – тине Тамара, көрһөнөп.
– Әтеү, балаларға ла матур итеп һөйләшегеҙ, бер-берегеҙгә итәғәтле булығыҙ, тип юҡҡа әйтмәйһең икән дә...
Яңы йыл алдынан теге егет бер үҙе килеп керҙе Азаттарға. Тамара ҡамыр баҫып тора ине. Эшенән туҡталмай ғына егеткә һынап ҡарап алды. Тегеһе тәү ҡарашҡа яһил ғына күренһә лә, күңелсәк кенә икән. Өҫ кейемен сисеп, ҡулын йыуғас, Тамараны барҙы ла ҡосаҡланы. Сит кешенең, етмәһә, фырт ҡына кейенгән, үҙенән тәмле одеколон еҫе аңҡып торған егеттең ҡатынын ҡосаҡлауын күреп, Азаттың йөрәге терт итеп ҡалғайны. Тегеһе иһә:
– Апай, теге юлы мейемә әлдә перезагрузка эшләп ҡайтарҙығыҙ. Икенсе көнөнә үк иртә менән балалар онкология диспансерына киттем. Дүрт стенаға бикләнгән балаларҙың хәлен һүҙ менән аңлатырлыҡ түгел. Бәләкәй генә булыуҙарына ҡарамаҫтан, йөҙҙәренә тормошто күп күргән ҡарттар сырайы сыҡҡан. Иҙрис исемле малай менән таныштым. “Йылдан артыҡ саф һауаға сығып йөрөгәнем юҡ”, – ти. Йәлләүемдән күҙемдән йәштәр атылып сыҡты хатта. Класташтарыма был хаҡта һөйләнем. Сығарылыш кисәһендә ҡиммәтле лимузин ҡуртымға алып, күккә шарҙар осороп аҡса әрәм итмәнек. Класс фондына йыйылған аҡсаның байтаҡ өлөшөнә Иҙрис янына төрлө уйынсыҡ, кәрәк-яраҡтар алып барҙыҡ. Һөйөнгәндәрен күрһәгеҙ...
– Үлеү тураһындағы уй бүтән юҡ инде, әтеү?! – тип, туҡтауһыҙ бәләкәй балалай тәтелдәгән егетте бүлдереп һорап ҡуйҙы Тамара.
– Яман шеш менән ауырыған балаларҙың өмөт менән һыҙланыу ҡатыш ҡараған күҙҙәрен күреү менән бөттө. Ҡул менән һыпырып алғандай юҡҡа сыҡты.
Тамара бешергән итле, бәрәңгеле пирожкиҙарҙы ашап, ҡала ҡунағы менән бергә сәй эскәндә табипҡа уҡып йөрөүе тураһында белделәр. Ирекмәнлек эшен дә алып бара икән. Хушлашҡанда, барыһы менән дә ҡабат-ҡабат ҡосаҡлашып, Тамараға рәхмәттәрен уҡып ҡайтып китте.
...Күл төбөнән баш һөйәге табылғас, яңынан Азаттан һорау алырға килгән тәфтишсегә, ир Арыҫлан менән бәйле ошо ваҡиға тураһында һөйләп: “Ул үҙенә ҡул һала торған кеше түгел ине” , – тигән ине. Тегенеһе лә, Азаттың үҙе кеүек үк, ысынға алманы. “Ҡатынығыҙ еңел юл менән аҡса һуҡҡан икән”, – тип кенә ҡуйҙы.
Ике ҡатлы йорттоң эсен бер итеп ҡарап сыҡты, урам тирәһен, баҡсаны тикшерҙе. Шунан һуң:
– Байҙар ҡайҙа ла йәшәй белә. Нисә хеҙмәтсе тотаһығыҙ? – тип ҡапыл ғына һорап ҡуйҙы тәфтишсе.
– Ниндәй хеҙмәтсе булһын? Мин көнө-төнө эштә. Күпселек Тамара донъя көтә. Балаларҙы ҡул араһына керетеп, теге йәки был эш ҡуша, өйрәтә. Үҙе менән йөрөтә.
– Ошо хәтлем донъяны бер үҙе алып бара тиһең инде? Нейә һин бөтөнләй ярҙамлашмайһыңмы ни?
– Етәксе кешенең хәле билдәле инде. Эш күп...
– Бүтән эштәрең тураһында ла хәбәрҙәрбеҙ. – Тәфтишсе йорт хужаһының һүҙен ҡапыл бүлдереп, мут ҡына йылмайып ҡуйҙы. – Әйткәндәй, Гөлгөнә ханымдың хәлдәре нисек әле?
– Ниңә минән уны һорайһың?
– Буш ваҡыттарығыҙҙы бергә уҙғарғанға әйтәм...
– Бер һүҙҙе бишкә төрләндереп һөйләргә оҫталар инде...
– Утһыҙ төтөн булмауы хаҡында ла онотмайыҡ... Әйткәндәй, иренең ситтә йөрөүе хаҡында Тамара ханым белә инеме?
– Ниңә юҡты һөйләйһең ул?! – Азаттың һарыуы ҡайнаны. Кем менән ҡайҙа йөрөһәм дә, минең эш тип елкәһенән тотоп сығарып ебәрергә уйлаған ине лә, үҙен ҡулға алып өлгөрҙө. Ярамай. Власть кешеһе. Төймәнән дөйә яһауын көт тә тор.
– Йәп-йәш ҡатындың бер көн килеп зым-зыя юҡ булыуы ныҡ аптырата. Был буталсыҡ ваҡиғала ғәйеплеләр, һис шикһеҙ, бар, – тип ауыҙ эсенән һыҙғыра-һыҙғыра сығып киткән тәфтишсенең артынан тешен ҡыҫып ҡарап ҡалыуҙан башҡа сара ҡалманы Азатҡа.
Әммә тәртип һаҡсылары Тамараны эҙләүҙә башта ҙурҙан ҡубып тотонған кеүек булһалар ҙа, сеймәлсек ептең осо бер ерҙә лә күренмәгәс, эште ябыуға ваҡыты еткәнсе үк, эҙләнеүҙе туҡтатып ҡуйҙылар. Теге юлы водолаздар күл төбөнән тапҡан баш һөйәгенең һөлдәһе иһә Тамараның олатаһыныҡы булып сыҡты.
Билдәһеҙлек утында янып, ҡатын-ҡыҙ тәрбиәһе күрмәгән ир ярты йыл эсендә апаруҡ ҡартайҙы. Көҙгө каникулға ҡайтҡан улы интернатҡа ҡабаттан китер алдынан:
– Атый, әсәйем бер ваҡытта ла беҙҙең янға кире әйләнеп ҡайтмаҫмы икән? – тип ҡапыл һорап ҡуйҙы. Ун бише менән барған үҫмерҙең күҙҙәренә ҡарап тороуы, берсә йөрәген өшөттө, берсә үҙенең ситкә йөрөүенә беренсе тапҡыр ғәйепле итеп тойоуҙан тәне буйлап һалҡын тир үтте.
– Кәүҙәһе табылманы бит. Шуға көтәйек. Өмөтһөҙ – шайтан ғына, тиҙәр бит.
– Ҡайтмаһа?! Һин теге Гөлгөнәңде беҙгә үгәй әсәй итәһеңме?
– Ул ниндәй һүҙ тағы?! – тип белмәгән, аңламған кеше булып, һүҙҙе икенсегә борорға уйлаған ине лә, килеп сыҡманы.
– Балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән апайҙы әйтәм.
– Кеше һүҙенә ышанма, улым! – Азат ҡысҡырып уҡ ебәрҙе.
– Ауыл буйлап ләстит йыйып йөрөргә, мин ғәйбәтсе әбей түгел дәһә... Үҙ күҙҙәрем менән күргәнде әйтәм.
– ?!
– Яҙғы каникулға ҡайтҡанда Туҡһанбайҙағы дуҫтарым менән боҙ киткәнен ҡарағанда икегеҙҙе ярҙың икенсе яғында күреп ҡалдым. Әсәйемде улай ҡосаҡлап үпкәнеңде күргәнем юҡ ине...
– Ҡуй, улым, үткән эштән төш яҡшы, тиҙәр. Йүләрлек менән килеп сыҡты шул. Ғәфү итегеҙ инде, мине. Дүрт аяҡлы ат та абына, тиҙәр бит...
– Әсәйем, бәлки, хыянатты күтәрә алмағандыр... – Үҫмер ҡаты итеп көрһөнөп ҡуйҙы.
Быға тиклем: “Балаларым әсәһенә хыянат иткәнемде әлдә белмәй ҡалдылар. Улар алдында хыянатсы булып күренер инем”, – тип уйлап йөрөгән ирҙең был һөйләшеүҙән һуң танауы төштө.
– Был турала һеңлеңә әйтеп торма инде. Икебеҙ аралағы сер булып ҡалһын, – тип улын тыйып, юхалап маташҡан ине лә, кеше ауыҙына иләк ҡаплап булмаясағын яҡшы аңлай үҙе. Утыҙ ике теш араһынан сыҡҡан утыҙ ике ауылға барып етә, тиҙәр. Айһылыуға ла бер көн килеп әсәһенең юғалыуында кем ғәйепле булыуы мөмкин икәнлеген иртәме-һуңмы әйтеүсе табыласаҡ. Уйланып-борсолоп йөрөгәндә Тамараһы­ның: “Кеше үҙенә-үҙе проблема эшләй”, – тигән һүҙҙәренең раҫҡа тура килеүенә төшөндө.
Ул ваҡытта Тамара психолог булып эшләй генә башлаған ине. Ике-өс көн элек үрелгән килеш ялбырап бөткән, майланған сәсле, ҡаштары тәртипкә килтерелмәгәнлектән төрлөһө төрлө яҡҡа ҡарап торған, бөтәрләнеп бөткән күлдәк кейгән ҡатын килде. Психологка килеүенең сәбәбен баланан һуң депрессияға бирелеүе менән аңлатты.
– Бер нәмә эшләгем дә, уйлағым да килмәй. Баланы әсәйем менән ҡәйнәм алмашлап килеп ҡарайҙар. “Көнө буйы эскән сәйеңдең шәшкеһен дә йыуырға йыбанаһың, эт ялҡауы!” – тип ирем мине әрләй, яратмай, – тип хәлен һөйләп бөтөр-бөтмәҫтән шарылдап илап та ебәрҙе Сәлхиә.
– Мине хеҙмәтсе итеп ялларға килдеңме? – тип мут йылмайҙы Тамара.
– Депрессия тип әйтеп торам би-и-ит... – Ҡатын мыршылдап ҡуйҙы.
– Кем әйтте?
– Билдәләре тураһында интернеттан уҡыным...
– Ҡапыл ҡайҙан барлыҡҡа килгән һуң ул?
– Бәпесләгәндән һуң, тип әйтеп торам да инде...
– Ер йөҙөндә көнөнә, сәғәтенә, минутына, секундына әллә нисә кеше бала таба. Гүзәл зат иңенә төшкән иң татлы, иң изге бурысты үтәй. Тик депрессияға бирелеп толҡа тапмайынса йөрөгән ҡатынды тәүләп күреп торамсы...
– Хәҙер бит экология насар, кеше кешенең хәленә керә белмәй. Шуға башлана ла инде ошондай ауырыуҙар... – Ярҙам һорап килгән кеше үҙе үк аҡыл өйрәтә башланы.
– Һуғыш ваҡытында ирҙәре өсөн ут йотоп, ас килеш бала тапҡанда нишләп йәш әсәйҙәрҙең депрессиялары булманы икән?
Көтөлмәгән һорауға “ауырыу” ҡатын ҡапыл баҙап ҡалды.
– Ул турала уйлап, юҡ менән булып ултырырға ваҡыт тапманылармы икән?!
– Әйтәм бит, хәҙер экология насар...
– Ул ваҡытта барыһы ла һәйбәт булған инде, әтеү... – Тутыйғош кеүек бер үк һүҙҙе һөйләргә маташҡан ҡатынды Тамара ҡапыл бүлдерҙе.
– Ну-у-у, хәҙер ҙә еңелдән түгел...
– Эйе, шу-у-ул. Иртәгеһен нимә ашарға, балаларға нимә кейҙерергә, тип уйларға түгел. Керҙе машина йыуа, асыҡһаң заказға һә тигәнсе йәнең теләгән аҙыҡты килтереп бирәләр. Баланы ҡарашалар... Юҡ ауырыуҙы бар итеп, бәлә һалырға ғына ҡала. – Ирен сите менән генә йылмайып ултырған Тамара туранан-тура эләкләүгә күсте.
– Мин һеҙгә ярҙам һорап килгән инем...
– Һеңлем, мин һиңә ярҙам итергә тырышам да... Атайымдың тыуған көнө ике тапҡыр. Беренсе һәм ун икенсе сентябрь. Бала саҡта быға иғтибар итмәй инем. Ҙурая килгәс, һораштым. Баҡһаң, ун икеһе үҙенең тыуған көнө икән. Бере тип документына яҙылған. Беләһеңме, нишләп?
– Нейә? – Сәлхиә йәшле күҙҙәрен ҙур асып Тамараға төбәне.
– Өләсәйем колхоз эшенә сентябрь башынан уҡ сыға алмаған. Бала тыуғас, председатель бының өсөн штраф һалыу менән ҡурҡытҡан. Был көндәр өсөн йәш әсәй ҡаҙнаға аҡса түләмәһен өсөн ауыл хакимиәтендә атайымдың тыуған көнөн алдан яҙҙырғандар.
– Һы...
– “Һы” шул бына. Өс йыл буйы бәпес ҡосаҡлап та ултырмағандар бит аҙаҡ. Ике-өс ай үтеүгә эшкә лә сығып киткәндәр. Был ваҡиғаны ни өсөн һөйләүемде төшөнгәнһеңдер... – Аҡыллыға ишара, тигәндәй, Тамара туҡтап ҡалды.
– Һеҙгә әйтеүе рәхәт тә ул...
– Һығымта үҙеңә яһарға, Сәлхиә. Көсләп асҡан күҙҙең яҡтыһы булмай...
– Мине береһе лә яратмай... – Йәш әсәй йәнә мыршылдай башланы.
– Яратмаған ҡыҙға өйләнмәйҙәр. Һәр әсә өсөн балаһы ҡәҙерле, нисә йәштә булыуына ҡарамаҫтан. Шуға әсәйең өсөн дә яуап бирмә. Ә балаң өсөн был донъяла һинән дә кәрәгерәк кеше юҡ. Ябыҡһыңмы, һимеҙһеңме, ялҡауһыңмы, йоҡосоһоңмо, йолҡошһоңмо – ул һине үҙенең әсәһе булғаны өсөн ярата.
– Ирем яратҡан булһа, мине башҡа ҡатындар менән сағыштырып, уларҙы маҡтап ултырмаҫ ине. – Еңмеш ҡатын тиҙ генә бирешергә теләмәне. – Имеш тә, Гүзәлиә әхирәтем, ана, ике бәләкәс балаһы булһа ла, тик ятмай. Сумка, шарф, бейәләйҙәр бәйләп һата. Күрше Самира ла декретта ултырғанда интернет-магазин асып аҡса эшләп маташа. Ә мин...
– Бәлки, сәмләштерергә теләгәндер?!
– Бөтөн кеше лә бер иш булмай бит...
– Эйе, һиндә депрессия. – Тамара был юлы ла әңгәмәсеһен бүлдерҙе. – Ялҡаулыҡ синдромының иң юғары нөктәһенә етеп киләһең, афарин!
– Тимәк, һеҙ ҙә мине эт ялҡауы тиһегеҙ инде?!
– Телефоныңдан әҙгә генә арынып, кеше тормошон үҙеңдеке менән сағыштырыуҙан туҡтап, эш менән булыш. Бөгөн үк тау аҡтарырға тотон тимәйем. Әммә ҡайтыу менән өйөңдө йыйыштырып, үҙеңде тәртипкә килтерә башларға мөмкин...
Ҡыр кәзәһе кеүек тыҡ-тыҡ баҫып хушлашмайынса сығып барған йәш әсәйҙең артынан сыҡҡанда, ҡапҡа алдында Азат менән һөйләшеп торған Сәлхиәнең ирен янына саҡырып алды Тамара. Кәләше: “Яратмай!” – тип яр һалһа ла, килеп етер-етмәҫтән:
– Нисек, апай? – тип һорай һалды, борсолоуын йөҙөнә сығарып.
– Төҙәлерлек. Тик һин уны бүтән ҡатын-ҡыҙҙар менән сағыштырыуҙан туҡта. Икегеҙ кистәрен саф һауала күберәк йөрөгөҙ. Онотоп торам, тағы ла мөмкин тиклем ҡатыныңдың ҡулына телефон әҙерәк эләкһен, – тип оҙатып ҡалды.
Азат икенсе тапҡыр, район үҙәгендә эшҡыуарҙар өсөн уҙғарылған кәңәшмәнән сығып килгәндә, Сәлхиәнең ирен осратты. Алсаҡ ир ҡулын һуҙып ҡаршыһына килгәндә үк:
– Ағай, ҡатының һинең әүлиәлер ул, әй. Ярты йылға яҡын телефон ҡосаҡлап диванда аунауҙан башҡаны белмәгән кәләшемде һә тигәнсе аяҡҡа баҫтырҙы, – тип күрешкәндә үк хәбәрен теҙә башланы.
– Нишләткән һуң ул тиклем? – тине Азат вайымһыҙ ғына.
– Зитына тейгән тегенең! Ғәйеп үҙемдә лә булғандыр инде. Ныу, кәләштең күҙҙәре янып сығыуға ҡарағанда, уны нығыраҡ “уҡытҡан”дыр.
– Әсе генә телле икәнлеген беләм инде. Үпкәләтмәһә, ярай ҙа!
– Ю-уҡ-уҡ! Юҡ ауырыуҙы бар итеп, тигеҙ урында проблема эҙләгән кешене аҡылға ғына ултыртҡан. Янына барып рәхмәт әйтәйек тим дә. Ояла.
– Ярай, әләйһә...
Ҡатыны өсөн шунда ғорурланып, бер ни тиклем маһайып ҡайтып киткән ине Азат. Тик был осрашыу тураһында Тамарының үҙенә һөйләп, сөсөләнеп торманы. Һәр ваҡыттағыса. Әле шул хаҡта уйлай ҙа: “Ҡайһылай дүрәк булғанмын”, – тип ҡуя. Сит ҡатынға күңел йылыһын да, ҡиммәтле бүләктәрен дә, тәмле-татлы һүҙҙәрен дә йәлләмәне. Ә бына үҙенә ике бала табып уны атай иткән, ауыҙын асһа үпкәһе күренеп торған студентҡа ғашиҡ булып, кейәүгә сыҡҡан, ғүмеренең иң матур мәлдәрен уның янында уҙғарған хәләл ҡатынына быларҙың остоғон да күрһәтмәне. Ул ғына ла түгел, араларына ете-ят кешене индереп, ҡатынының йөҙөнән көлдө. Тигеҙ урында үҙенә-үҙе проблема эшләне. Бәлки, ул хыянат итмәһә, әлеге мәлдә Тамара ла юғалмаҫ, тыныс ҡына йәшәп ятырҙар ине.

 

Дауамы бар.

Яҙманы күсереп алыу өсөн авторҙан рөхсәт һорау мотлаҡ.

Альбина Таҡалова һүрәте.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: