Шоңҡар
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм ижад
27 Май 2023, 11:15

Ҡашлы йөҙөк Повесть Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА (3)

Ошоларҙы уйлай ҙа Азат хәҙер: “Иң аҫтыртын, ағыуын яйлап ҡына сәсә белгән йылан булған икән”, – тип уйлап ҡуя һөйәркәһе хаҡында.

Ҡашлы йөҙөк Повесть Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА (3)
Ҡашлы йөҙөк Повесть Рәзинә ЗӘЙНЕТДИНОВА (3)

Рәзинә Зәйнетдинова Ғафури районы Юлыҡ ауылында тыуып үҫкән. БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалын тамамлаған. “Килен шәле” исемле китап авторы. Мостай Кәрим исемендәге фонд һәм «Шоңҡар» республика йәштәр журналы ойошторған йәш әҙәбиәтселәр конкурсы еңеүсеһе.
Был авторҙың тәүге күләмле әҫәре.

 

Ҡашлы йөҙөк

Повесть

(3)

Гөлгөнә менән танышыуҙары осраҡлы ғына килеп сыҡты. Дала яғынан килен булып төшкән әсәһенә ут күрше Тәскирә еңгәһен район үҙәгенә ултыртып алып барған ине. Ауыҙы бер минутҡа ла ябылмаған элекке күршеһе, ҡасан әйләнеп ҡайтыуын, үҙҙәренә ҡунаҡҡа килгән бер туған һеңлеһе менән кире әйләнгәндә ултыртып алып ҡайтыуын һораны. Күрше хаҡы – тәңре хаҡы бит, баш тартманы. Ҡайтҡанда артта ултырған Гөлгөнә көҙгөгә күҙ һалған һайын йылмайып, ҡаш һикертеп килде сит иргә.
Йәш тайҙай уйнаҡлап торған ҡунаҡ аҙаҡ та күҙенә йыш салынды. Әсәһенә машина менән килеп туҡтауы була, тегеһе юҡ йомошто бар итеп, күрше ҡапҡанан килеп тә сыға. Уның ҡул күтәргән иргә түҙеп йәшәгәнен, һуңғы тапҡыр ныҡ итеп туҡмағас, апаһы янына ҡасып килгәнлеген әсәһенән ишетте Азат. “Бик шымаҡай әҙәм күренә. Берәй арыу ғына ирҙе ҡулға төшөрөп алыр инде. Был яңғыҙы оҙаҡ йөрөй торған кеше түгел”, – тип әсәһе башта уҡ һөйләнгән ине. Йыраҡҡа китеп торманы ирҙән айырылған ҡатын. Азаттың үҙенә ҡармаҡ һалды ла ҡуйҙы.
Балалар баҡсаһына эшкә керергә йөрөгәндә район үҙәгенә медкомиссия үтергә тип барған сағында йәнә юлдары киҫеште. Янында ултырғысҡа ҡунаҡлаған йәш ҡатындан аңғып торған тәмле еҫкә бер килке хатта башы әйләнеп киткән кеүек булды Азаттың. Көслө заттар һунар эте менән бер бит ул. Ҡулына эләктерә торған ҡорбанының еҫен тойоу менән ҡомарҙары уяна ла китә. Ир заттарының тын алышынан уҡ тойоп, нимә уйлағанын аңлап торған Гөлгөнә лә һиҙмәй ҡалманы. Соҡор-саҡырлы юлда һикерткән һайын сай ҙа сой килеп ирҙең ҡулын йыш ҡына тотоп алды. Туҡһанбайға етергә ун саҡрым самаһы ҡалған ерҙә, Түңәрәк яланға машинаһы менән боролғас, пассажир тарафынан ризаһыҙлыҡ күрһәтелмәне. Көҙгә тартым һалҡынса һауанан яланғас тәне өшөй башлағас ҡына, Азат гонаһ ҡылғанын, ҡатынына хыянат иткәнлеген аңланы.
Ҡаймаҡ урлап ашаған бесәйҙәй өйөнә алан-йолан ҡаранып, һаҡ ҡына баҫып ҡайтып керҙе. Гөлгөнәнең хушбуйы кейеменән аңҡып, тоттороп ҡуймаһын тип, өҫтөн алмаштыра һалып, кер йыуыу машинаһына һалды. Киске сәйгә ултырғанда ла Тамараның күҙҙәренә ҡарарға ҡурҡты. Үҫмерлек ҡорона кереп, холҡо күҙгә күренеп үҙгәргән Айһылыу менән һүҙгә килешеп кәйефе бөткән ҡатын ирендәге үҙгәрештәрҙе күрерлек хәлдә түгел ине. Душта ҡойоноп сығып, көнө буйы баҡсала йөрөп ярыла башлаған табандарына крем һөртөп ултырған ҡатынын юрған аҫтынан эш боҙоп боҫоп ултырған эттәй күҙәтеп ятҡан ир, барыһы ла шым ғына үтеп киткәнлегенә һөйөнөп әүен баҙарына киткән ине уйнаш итә башлауының беренсе көнөндә.
Ҡайнар тыны, ҡайнар ҡосағы менән дәртен арттырып ҡайтарһа ла, Гөлгөнә менән ҡабат осрашырға Азаттың теләге булманы. Аҙна самаһы ваҡыт үткәс, кабинетына үҙе килеп керҙе әрһеҙ ҡатын. Уны күреү менән енәйәт өҫтөндә тотолған кеше һымаҡ тирә-яғына ҡарана башлаған ирҙең ҡайһы арала артына барып баҫып:
– Борсолма. Хужабикәң клиенттарын ҡабул итә. Керер алдынан тикшерҙем, – тип Азаттың елкәһенә массаж эшләп, муйынынан ҡайнар ирендәре менән үбә лә башланы.
“Һуңғы тапҡыр осрашам да туҡталам”, – тип бер йыл тирәһе үҙ-үҙен алдап йөрөнө Азат. “Һөйәркә менән ҡатын араһында егерме килограмм айырмалыҡ бар”, – тигән әсе шаяртыу булһа ла, Тамара әлеге ваҡытта ҡорһаҡ үҫтереп, целлюлиттан ҡотола алмайынса йөрөгән егерме йәшлек ҡыҙҙарға ла алмаштырғыһыҙ икәнлеген Азат яҡшы аңлай. Тыңҡыш муйынлы, ҡамыт аяҡлы Гөлгөнә менән икеһен сағыштырып тороу ҙа кәрәкмәй. Тик көслө заттар ҙа ҡолаҡ менән ярата, юхалап, хуплап ҡына торғанда ирей икән шул. Гөлгөнә менән бер-ике сәғәт осрашҡандан һуң да үҙен ир арыҫланы итеп тоя. Март бесәйе кеүек мыйылдап ҡына уны маҡтаған ҡатындың үҙенә ҡарата әйткән ҡанатлы һүҙҙәрен ишеткәндән һуң тау аҡтарырға ла әҙер ине. “Һинең кеүек ирҙе көндөҙ шәм яҡтыртып эҙләһәң дә таба алмаҫһың”, – тип кенә торҙо ул. Үҙең тураһында заказға мәҡәлә яҙҙыртҡанда ла ул хәтлем маҡтамаҫтар. Ә был әллә ҡайҙан тейешле һүҙҙәрен дә, ирҙең көйөн дә таба белде.
Ошоларҙы уйлай ҙа Азат хәҙер: “Иң аҫтыртын, ағыуын яйлап ҡына сәсә белгән йылан булған икән”, – тип уйлап ҡуя һөйәркәһе хаҡында. Сит ирҙе әүрәтеү менән бергә Тамараға ла ағыуын сәсеп өлгөргән бит ул. Ҡатыны юғалып, өйөнә алып ҡайтыуын, бынан кире һөйәркә булып йөрөргә теләмәүен белдереп, ныҡышып та теләгенә ирешә алмағас, икенсегә эйәреп киткән һөйәркәһенә ҡарата дәрте һүрелгәс, шул хаҡта саҡ төшөндө Азат. “Башҡортҡа аҡыл һуң керә. Һуң керһә лә, мул керә, тигәндәре, минең кеүек дүрәккә ҡарата әйтелгәндер”, – тип әсенеп уйлап ҡуя.
Ҡышын Туҡһанбайҙа ир-егеттәр көнөнә арналған район кимәлендәге ҙур ғына сара уҙғарылған ине. Әлбиттә, был эштә Азаттарҙың ғаиләһе лә ситтә ҡалманы. Аш-һыу хәстәрләү, ҡунаҡтарҙы һыйлау эштәре уларға йөкмәтелде. Кешенең вазифаһына, йәшенә ҡарамай, барыһы менән дә уртаҡ тел таба алған Тамара район түрәләрен ҡаршы алды, ашатып-эсереп, оҙатып ҡалды. Сара тамамланыр алдынан район хакимиәте башлығының ҡатыны хаҡында йылы һүҙҙәр әйткән сағында Гөлгөнә Азаттың янында ине.
– Һөйәркәһе тураһында бөтөн ғәм алдында бер кемдән дә ҡурҡмайынса, өркмәйенсә һөйләр өсөн ниндәй ҙур йөрәк кәрәк! – тигән булып һөйләнеп, телен шартлатты. Азат иғтибар итмәйенсә торғас: – Машинаһына ултыртып алып китһә лә, ауыҙыңды асып ҡарап ҡалырһыңмы икән?! – тип һөйәренең бөйөрөнә төрттө.
– Кемде әйтәһең? – тине Азат һаман да был хәбәргә төшөнөп етмәгәнлеген аңлатып.
– Күҙ урынына күкәй үҫмәгәндер бит! Ҡара, бер-береһенең ауыҙына кереп баралар, – тип ымлап күрһәтте Гөлгөнә. Был ваҡытта хакимиәт башлығы Тамараның арҡаһынан ҡағып яратып тора ине.
“Бына ни өсөн минең ҡатындың түрәләр алдында һүҙе үтә икән?! Тегеләре лә уны күреү менән утҡа баҫҡан бесәй кеүек бушҡа ҡыланмайҙар инде”, – тип уйланып, кисен Гөлгөнә менән бер ни тиклем асыу-ярһыуҙарын баҫҡандан һуң өйөнә ҡайтты.
Ул көндө үҙ ғүмерҙәрендә беренсе тапҡыр ныҡлап һүҙгә килеште ир менән ҡатын. Тамара шул хәтлем оҙаҡлап ҡайҙа йөрөүе тураһында һорашҡан ине, ире туҙҙы ла китте.
– Һинең кем менән, ҡайҙа йөрөгәнеңде тикшермәйем бит! – тип ҡысҡырып ебәрҙе, өҫтөндәге күлдәгенең төймәләрен йолҡоп тигәндәй сисеп.
– Ҡайҙа йөрөгәнмен һуң мин? – тине Тамара, берсә аптырап, берсә асыуланып.
– Оялыу, тартыныуҙы онотҡас, белмәйһең инде! Түҙмәйенсә кеше алдында уҡ һырпалана башлаған инең бит!
– Мейеңде лә ҡуша эстеңме әллә?! – Тамара иренең үҙенә күрәләтә бысраҡ яғыуына түҙмәне.
– Район үҙәгенә барған һайын ниңә юлың уңып ҡайтыуыңдың сәбәбен аңланым инде хәҙер!
– Үҙе бурҙың – күңеле бур икәнлекте онотма! Өндәшмәй йөрөгәс тә әллә мине һуҡыр тиһеңме? – Гөлгөнә менән иренә бәйле нимәләр белгәнен, ишеткәнен, һиҙгәнен Азатҡа теҙеп һөйләне лә ҡуйҙы.
– Быға тиклем түҙеп нисек йөрөй алдың? – тип, кипкән ауыҙындағы телен саҡ-саҡ әйләндереп һорай алды, бер килке күҙҙәрен ҙур асып, ыҡ-мыҡ итеп торған Азат.
– Беләм тип нишләргә тейеш инем? Дала ҡамғағының битенә барып төкөрөргә инеме? Әллә һине өйҙән сығармай бикләп тоторға инеме? Бурҙы күҙәтсе еңә алмай инде...
Шунда ғына Азат Тамараның: “башым ауырта”, “арыным” тигән һылтауҙарының нилектән килеп сығыуына төшөндө. Уҡылмаған китап һымаҡ булған ул. Серле, шул уҡ ваҡытта ихлас та була белгән. Иренең ситтә йөрөүе тураһында кемгәлер һөйләп, өйҙәге сүпте тышҡа сығармаған. Балалары алдында ла атаһын хыянатсылыҡта ғәйепләп йөҙөн йыртмаған. Ғаилә туҙҙырып йөрөгән ҡатындарға ҡарата асыу-нәфрәт утын йөрәгендә йөрөтөп, ауыҙы тулы ҡан булһа ла ситкә төкөрмәгән. Түҙгән.
Азаттың ситкә йөрөүе тураһында Тамара үҙенең белеүен әйтеп, икеһе ике түшәктәге мендәрҙәргә баштарын терәй башлаған ғына ваҡытта ҡатынынан ярҙам һорап бер ҡыҙ килде. Егерме биш йәштәр тирәһендә. Керпектәр йәбештерелгән, мәскәй әбейҙеке кеүек оҙон итеп тырнаҡтар үҫтерелгән, ирендәр ҡабартылған. Был ҡурсаҡты күреү менән ир ҡапыл ытырғанып ҡуйған ине. Эске һиҙемләүе бушҡа булмаған икән. Тамараның клиенттарын ҡабул итә торған бүлмәнең ишеге ҡыҫылып ҡына ҡуйылған ине. Гөлгөнә менән осрашыуға әҙерләнеп, өйҙә үрле-ҡырлы йөрөгән ирҙең ҡолағына ике ҡатын-ҡыҙҙың һөйләшкәндәре яҙа-йоҙа ғына ишетелеп ҡалды.
– Миңә ошо ҡатындың ирен һалдырып алып, үҙемдеке генә итеп ҡуйырға кәрәк, – ти яһил тауыш.
– Мин сихырсы түгел. Адрес менән яңылышҡанһығыҙ, – ти ҡатыны тыныс ҡына.
– Һеҙҙең турала күп ишеттем. Ир менән ҡатынды ҡабаттан ҡауыштырғанһығыҙ, балаларға ярҙам иткәнһегеҙ. Миңә лә тап һеҙ кәрәк. Һеҙҙең кәңәшегеҙ... – тип тегенеһе өҙмәй ҙә ҡуймай.
– Ни өсөн ул ҡатынынан китер тип уйлайһың һуң? – ти Тамара аптырап.
– Ул ҡарт. Ҡырҡты уҙған. Ә мин саҡ егерме биштә генә. Шуға ла ул мине ярата, ҡатынын йәлләгәнгә уның менән тора. Тыныс күңел менән китһен өсөн һеҙ ярҙам итергә тейешһегеҙ!
– Кемгә, нимә тейешмен, уныһын үҙем беләм. Ә ул ир бөгөн һинеке булһа, иртәгә ун алты – ун һигеҙ йәшлек ҡыҙҙарға эйәрмәҫ, күҙ һалмаҫ, тип кем гарантия бирә ала?
Гөлгөнәнең уны көтөүен белдергән смс-хатты уҡып, өҫ кейемен кейеп торғанда, теге ҡыҙҙың һаман да бирешергә теләмәйенсә үҙенекен иҫбатларға маташыуы йәнә ҡолағына салынып ҡалды Азаттың.
– Ул мине генә ярата. Хатта оҡшарға, йәш күренергә тырышып һаҡал-мыйығын да ҡырып ырғытты... – Йәш һөйәркә һаман да үҙенекен тылҡый ине.
– Кер киптергестә элеүле минең эске кейемдәремде һатып алаһыңмы? – Тамара клиентына көтөлмәгән һорау бирҙе шунда.
Һөйәркәһе янына ашҡынып сығырға йөрөгән үҙенең ирен туҡтатты, кеше абышҡаһын үҙенеке итергә маташҡан ҡыҙҙы ла бер мәлгә өнһөҙ итте был һорау.
– Миңә нимәгә улар? Һеҙ минән көләһегеҙме әллә? Мине кем тип белдегеҙ?
– Бә-әй, кеше ире менән түшәк бүлешәһегеҙ бит. Әйҙә, бүтән ҡатын-ҡыҙҙың эске кейемдәрен дә кей!
– Был сағыштырыу бөтөнләй урынһыҙ!
– Ир менән ҡатын бер-береһен яман, сит күҙҙәрҙән һаҡлап, аралап тороусы кейем менән бер ул. Һин уларҙың араһына кереп мөнәсәбәттәрен боҙоу менән бергә, үҙеңде лә ҡәҙерһеҙләйһең. Бүтән кешенең эске кейемдәрен сирҡанмай кейгән кеше менән берһең...
– Ну мин һеҙҙе был һүҙҙәрегеҙ өсөн былай ғына ҡалдырмаясаҡмын! – тип тегенеһе дөрөҫ әйтелгән һүҙҙәрҙе күтәрә алмайынса ҡыҙып уҡ китте.
– Мәйелең. Тағы ла, кәңәш итеп кенә шуны әйтәм, һинең менән бергә булғыһы килһә, ҡатынынан күптән китер ине. Бала, карьера улар өсөн яуаплылыҡтан ҡасыу ғына. Ҡатынын ярата, ә һинең менән уңайлы. Уның йәшендәге ирҙәр сығынсы ат һымаҡ тулап алалар. Ҡартлыҡтары йыраҡ түгеллеген аңлағас, йәш ҡыҙҙарға күҙ һалып, машина артынан йүгергән эт хәлендә ҡалалар. Эт тә бит машинаны ҡыуып етһә лә, рулгә ултыра алмаған кеүек, көслө заттар йәштәр менән буталып алһа ла, йәшлеген кире ҡайтара алмай... Ошо хәҡиҡәтте аңлау менән әлеге мәлдә һине алдап йөрөгән ир ҙә ҡойроғон һыртҡа һаласаҡ. Ҡәҙерһеҙ уйынсыҡ хәлендә ҡалғаныңды шунда төшөнәсәкһең. Ә һин ғүмерең буйы шул ҡара тап, күләгәң менән ҡаласаҡһың...
Быларҙың һөйләшеүе нимә менән тамамланыр тип, өҫкө кейемендә шыбыр тиргә батып ишек төбөндә тапанып торған Азаттың шул ваҡытта башына күҫәк менән тондорған кеүек булдылар. “Бына ни өсөн Тамара мине ҡарауыллап, Гөлгөнә менән беҙҙең араға керергә маташып үҙ ҡәҙерен китәреп йөрөмәй икән. Яратҡандарҙан китмәгәндәрен яҡшы аңлай инде. Хәйер, һөйгәндәргә хыянат та итмәйҙәр, тиҙәр. Тфү, юҡ нәмә менән ниңә башымды ҡатырып торам әле”, – тип аяғы тартмаһа ла Гөлгөнә янына сығып киткән ине. Юха ҡатындың иркәләү-наҙлауҙарына ул көндө беренсе тапҡыр күңеле ирей алманы.
Һуңынан да ҡатынына хыянат итергә барһа, Тамараға кеше ирен һалдырып алырға ярҙам һорап килгән теге яһалма ҡурсаҡ һөйәркә, Гөлгөнә һәм бысраҡ эске кейемдәр күҙ алдына килеп, бергә буталып аңын томалап тик торҙо. Быны хәйләкәр ҡатын унан биҙә башлауы тип ҡабул итте. Ҡатыны менән аралары яйлана башлағандыр, тип уйлап, Тамараға төрлөсә бысраҡ яҡты, ҡайҙа барһа ла уны яманлап һөйләп, ғәйбәт таратты. Тамара юғалғас, осрашыуҙар уларҙың өйөндә булыуын теләне, талап итте. Тик Азаттың быға ғына аҡылы етте. Хәләл ҡатыны менән юҡтан бар итеп йыйған донъяларына сит кешене хужа итеп тә түгел, ә аяғын да баҫтырманы. Тамара был донъяла булмаһа ла, уның рухына хыянат итер төҫлө ине икенсе ҡатын-ҡыҙ өйҙәрендә хужабикә сифатында йөрөһә.
Азатты рәсми рәүештә үҙенеке итеп, тирә-яҡта беренсе бай ирҙең ҡатыны була алмағас, һөйәркәһе лә тиҙ һыуынды. Хәйер, бар документ, отчет эштәрен Тамара алып бармағас, эшлекле осрашыуҙарға үҙенең аҡыллы фекерҙәре менән түрәләрҙе ауыҙына ҡаратып ҡуйыусы булмағас, Азаттың эше күҙгә күренеп артҡа тәгәрәне. Теге ҡашлы йөҙөк тарихынан һуң күптәр уның менән ҡул биреп күрешеү урынына, баш ҡағып иҫәнләшеү менән генә сикләнәләр. Гөлгөнә лә быны белә-күрә йөрөп, ирҙән һыуыныуға сәбәпсе булғандыр. Тамара юғалыуға бер йыл да үтмәне, күрше районда ағас эше менән булышҡан эшҡыуар менән бәйләнеүен ишетте.
Яңғыҙ (тол ир тип Азат һаман да үҙен һанамай) ирҙең уң ҡулы улы Азамат хәҙер. Мәктәпте тамамларға йөрөгән егет атаһына бар эшендә лә ярҙамлаша, әсәһенә оҡшап зирәк тә. Ҡағыҙ эштәрен үҙе алып бара тип әйтергә лә мөмкин. Атаһы әүәлгесә ҡул ғына ҡуя башланы.
Айһылыуҙы ыҡҡа килтереүе генә ҡыйын. Ун бише менән барған ҡыҙҙың һаман бер нәмәлә лә яуаплылыҡ тоймауы аптырата Азатты. Йыуылмайынса өйөлгән һауыт-һаба ла, сүпләнеп, бысранып бөткән иҙән дә, йыуыныу бүлмәһендә йыйылған кер ҙә уға бар ни ҙә, юҡ ни. Хатта әсәһе элек тырышып үҫтергән бүлмә гөлдәре һыуһыҙ кибеп, ҡороп ултырһалар ҙа, иҫе китмәй. Бер каникулына ҡайтҡанда, атаһы түҙмәне:
– Ҡыҙым, һинең йәштә элек ҡыҙҙар гөрләтеп донъя көтәләр ине. Һиңә лә ҙурайырға ваҡыт, – тип әйтте.
– Өй йыйыштырыусылыр шул мин һеҙгә! – тине тегенеһе ҡолағының бер яғындағы ғына ҡолаҡсынды алып.
– Ҡатын-ҡыҙ йыйыштырыусы ла, ашнаҡсы ла, башҡа бик күп ролдәрҙе лә үтәй, ҡыҙым, ғаиләлә.
– Балаларҙы көсләп эшләтеү закон тарафынан тыйыла! – тине ҡыҙы күҙен аҡайтып ҡарап.
– Эштән берәү ҙә үлмәй. Эшләгәнең беҙҙең өсөн булһа, өйрәнгәнең үҙең өсөн бит. Киләсәктә һиңә әсәй, кәләш ролен үтәргә тура киләсәк. Балаларыңдың ас, бола өйҙә йәшәүҙәрен теләйһеңме ни? – тип атаһы ҡыҙын тәү күргәндәй итеп ҡараны.
– Әсәйем яҡшы кеше булып күренергә тырышты ла, ана, хәҙер ҡайҙа икәнен дә белмәйбеҙ, – тип дөп-дөп баҫып сығып уҡ китте Айһылыу.
Ҡыҙы менән ошондай күңелһеҙ һөйләшеүҙәр артҡан һайын Азат Тамараның элек ни өсөн ҡыҙыуының сәбәбен аңлай башланы. Әсә менән бала араһындағы проблемаларға ул бер ваҡытта ла ҡыҫылманы. Уларҙы тәрбиәләүҙә ҡатнашманы. Минең төп эшем ғаиләне туйындырыу тип уйланы эшем эйәһе. Ә Айһылыуҙың Туҡһанбай, Йүкәлек ауылдарындағы тиңдәштәрен белешеп, ҡарап йөрөй ҙә, үҙенсә эстән генә һығымта яһай башланы.
Интернатта йәшәп уҡығандарҙың күпселеге ғаилә эшенә, мәшәҡәттәренә бөтөнләй ҡыҫылмайҙар икән дә. Әҙергә хәҙер генә булып үҫеп киләләр. Сөнки тегендә бит йыйыштырыусы улар йәшәгән бүлмәне, уҡыған класты тәртиптә тота, ашханала дөйөм әҙер ашты ултырып ашайҙар ҙа шуның менән эш тә бөтә. Ғаиләләге мөнәсәбәт араһын да һыуыта икән. Бәләкәйҙән ситтә белем алған балаларҙың ата-әсәһенә ылығыу тигән тойғолары юҡҡа сығыуына төшөндө атай кеше.
Шуға ла мосолман илдәрендә, ата-әсәләре үлеп-фәлән ҡалһа, яҡын туғандары балаларҙы ни өсөн үҙҙәренә алып ҡарауҙарын аңлай башланы Азат. Сөнки дөйөм ҡыйыҡ аҫтында үҫкән ундай балаларҙың күптәре тормошҡа яраҡһыҙ булып үҫә. Элек тә бит йә йәтим ҡалып, йә ата-әсәһен тыңламай ситкә сығып киткән балаларҙы бушҡа ғына зимагурҙан һалдырып әрләмәгәндәр. Уларҙың имандары ла, быуындар бәйләнешен тотоп тороусы башҡа мәңгелек ҡиммәттәр ҙә юҡҡа сыға икән, баҡһаң. Ана, Айһылыу ҙа әсәһенең ғәйеп булыу ваҡиғаһына әллә ни ҡайғырманы ла, шикелле. Атаһы банкомат ролен үтәмәһә, ул да берәй китеп олаҡһа ла иҫе китмәҫ ине ҡыҙының. Ярай ҙа, һуңғы ваҡытта кейәүенә, ҡыҙы юғалыуынан һуң, тынысыраҡ ҡарай башлаған ҡәйнәһе Айһылыуҙы тәрбиәләүҙе үҙ ҡулына алды. “Аҡса күп бирмә. Баланы боҙмайыҡ”, – тип кенә тора. Эшкә лә өйрәтә, шикелле: яйлап ҡул араһына инә башланы.
Ҡырҡҡа саҡ аяҡ баҫып килгән ирҙең оҙаҡ яңғыҙ йәшәүенә берәү ҙә башта ышанмай ине. Тамара юғалыуға ике йыл үтһә лә, тол ҡалғандары ла, һаман үҙ парын тапмайынса ҡаңғырған яңғыҙаҡ ҡыҙ-ҡырҡын алдында баш-күҙен уйнатып ир алдында асыҡтан-асыҡ һырпаланһа ла, берәүгә лә күҙ һалманы Азат. Кәләше менән икеһе бергә саҡта йоҡлап йөрөгән карауатындағы мендәргә яңғыҙының ғына башы терәлә һаман.
Ике яҡтағы күрше ауыл халҡы: “Тамараны инопланетяндар алып киткән икән. Шулай булмаһа, кеше һынлы кеше тик торғандан зым-зыя юҡҡа сыҡмаҫ ине. Хәҙер Азат янына ла килә башлағандар, ти. Улар менән осрашыу ваҡыты етһә, эштә булһа ла өйөнә йүгереп ҡайта ла, бүлмәһенә бикләнә икән. Шунда улар менән эйелеп-бөгөлөп, ауыҙ эсенән ниҙер мөңгөрләп бәйләнешкә инә, ти”, – тип хәбәр тараттылар. Күптәре үҙҙәре уйлап сығарған яңылыҡҡа Хужа Насретдин кеүек үҙҙәре лә ышанып ҡуйҙы.
Ысынбарлыҡта иһә ғаилә именлеге, ҡатынының имен-һау табылырын, балаларының тәүфиҡлы кеше булып үҫеүҙәрен теләп, Аллаһы Тәғәләнән ялбарып һорап йөрөй торғас, Азат намаҙға баҫҡан ине. Ә күңеле болоҡһоп, ҡатынын һағыныуҙан һарғайыр, һағыштарынан сәсәп тонсоғор мәлдә, теге юлы колбасанан килеп сыҡҡан Тамараның ҡашлы йөҙөгөн ҡулына алып тыныслана, балалары хаҡына бирешмәйенсә йәшәргә тырыша.

Дауамы бар.

Яҙманы күсереп алыу өсөн авторҙан рөхсәт һорау мотлаҡ.

Альбина Таҡалова һүрәте.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: