Шоңҡар
+22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Кеше ҡәҙере Минира БИКӘНӘСОВА

Кешеләрҙән кеше һис кәм түгел Ҡәҙерҙәргә берҙәй хаҡлыбыҙ!

Кеше ҡәҙере     Минира БИКӘНӘСОВА
Кеше ҡәҙере Минира БИКӘНӘСОВА


Үҙебеҙҙе генә ҡайғыртабыҙ,
Уйламайбыҙ кеше хаҡында.
Аңын-тоңон аңлап тормайынса
Ялған таратабыҙ артында.
Кеше ҡәҙерҙәрен онотабыҙ-
Йылы ҡараш,һүҙҙәр йәлләйбеҙ.
Донъя ҡыуып йыуанабыҙ ҙа бит
Күпме ғүмер ҡалған белмәйбеҙ.
Хеҙмәт кешеһенә хөрмәт бөттө,
Ябайлыҡта ине бөйөклөк...
"Даһи"ҙарҙың күҙе томаланған-
Дәрәжәләр яулай бейеклек!
Кешеләрҙән кеше һис кәм түгел
Ҡәҙерҙәргә берҙәй хаҡлыбыҙ!
Алтынға тиң фани донъяларҙа
Ҡиммәт булһын ине хаҡыбыҙ!


Автор:
Читайте нас в